Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2019, 02:00

40 йылдан һуң осрашыу

Календарҙағы 22 июнь датаһы беҙҙең илдә берәүҙе лә битараф ҡалдырмайҙыр, сөнки тап ошо көндө “һуғыш” тигән ҡурҡыныс һүҙ һәр ғаиләнең тупһаһы аша үтә. Шағир әйтмешләй, “һуғыш беҙҙе ҡолаҡтарҙан тартып үҫтерҙе, кисен малай итеп йоҡлатты ла, иртән егет итеп уятты”.

22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө



Календарҙағы 22 июнь датаһы беҙҙең илдә берәүҙе лә битараф ҡалдырмайҙыр, сөнки тап ошо көндө “һуғыш” тигән ҡурҡыныс һүҙ һәр ғаиләнең тупһаһы аша үтә. Шағир әйтмешләй, “һуғыш беҙҙе ҡолаҡтарҙан тартып үҫтерҙе, кисен малай итеп йоҡлатты ла, иртән егет итеп уятты”.
Минең атайым, Сөйәрғолов Сынбулат Ағзам улы, шул иртә өлгөрөүселәр рәтендә ине, сөнки һуғышты ул үҫмер малай булып ҡаршылай. Илһөйәрлек тойғоһо ул заман кешеләрендә шул тиклем көслө була, ул да “миңә һуғыш етмәҫ” тигәндәй, тип хәрәкәттәге армияға ашҡына. Ғөмүмән, атайым ир-егетте баһалаған төп сифат итеп “проворный булһын” тигән төшөнсәне алыр ине. Үҙ эсенә “сос, теремек, йор” тигән мәғәнәләрҙе алған был һүҙ тулыһынса атайыма хас. (Әйткәндәй, һүҙҙең башҡортсаға матур тәржемәһе, хатта әйтеме лә бар – алғыр егет, алғыр егет алымынан билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер был һүҙҙе берәү ҙә ҡулланмай, тик халыҡ йырҙарында ғына осратабыҙ).
Ниһайәт, 1943 йылда йәше етмәгәс, йәш өҫтәп, буй етмәгәс, аяҡ осона баҫып, ул фронтҡа китә. Уға тиклем Свердловск ҡалаһының 39-сы танк полкы составында уҡыуҙар үтә. Танкист-наводчик үҙйөрөшлө СУ-100 танкыһында I Белоруссия фронтының II танк армияһы менән Берлинға тиклем аяныслы һуғыш юлы үтә. Күкрәгендәге наградалар ҡурҡыу белмәҫ атайымдың көслө рухы, алғырлы, йәшлек дыуамаллығы билдәһе ул. Икенсе Ҡыҙыл йондоҙ орденын уға М. И. Калинин бабай үҙе тапшыра.
- Откуда ты, сынок? – тип һорай икән был. Ә атайым теҙеп һала:
- Из цветущей Башкирии! Танкист-уралист! Санька-сорванец!
Хәтере шәп ине атайымдың. Һуғышта һалдаттар араһында йөрөгән шиғырҙарҙы элеваторға еткәнсе яттан һөйләр ине. “На том свете не дадут, а если дадут, будем пить и там, и тут” тигән юлдары ғына иҫтә ҡалған.
70-се йыл урталарында беҙҙең ауылға Ҡалмаҡ һылыуы Зәйтүнә бухгалтер-экономист булып эшкә килә. Колхоздың алдынғы механизаторы Иршат, тағы бер алдынғылыҡ күрһәтеп, һылыуға өйләнеп тә ҡуя. Бер көн йәштәрҙең атайыма йомошо төшә. “Беҙҙе Ҡалмаҡҡа туйға алып барып ташла әле”, - тип үтенәләр. Атайҙың “Запаригы” һәр саҡ егеүле. Китәләр былар. Ҡапҡаны шар асыусы Зәйтүнәнең атаһын күргәс, атайым машинанан осоп тигәндәй сыға:
- О-о-о, һинме был?! Һин бит мине һуғышҡа оҙаттың! Һин бит мине уҡыттың! – тигән шатлыҡлы ауаздар яңғырай. Ағай иҫенә килгәнсе, ҡыҫып ҡосаҡлап та ала, шапылдатып арҡаһынан “ярата”.
Ысынлап та, Фәхриев Әбделхай Әбделхаҡ улы һуғыш йылдарында Свердловск ҡалаһының танк училищеһында уҡытыусы- инструктор булып эшләй. Заманына күрә бик уҡымышлы, матур почерклы Әбделхай ағай акт төҙөргә, ғариза, хаттар яҙырға ауылдаштарына беренсе ярҙамсы була. Бындай кешеләрҙе, бронь менән фронтҡа ебәрмәй, буласаҡ яугирҙарҙы әҙерләү эшенә ҡушалар. Ғүмере буйы бухгалтер-ревизор булып эшләп, ете балаға ғүмер биреп, уларҙы бына тигән итеп тәрбиәләп, Ҡалмаҡ ауылында йәшәй ул. Икеһе лә бер райондан булғас, бербереһен белгәндәр. 40 йылдан артыҡ ваҡыт үтеүен иҫәплә лә атайымдың таныуын уйла әле!
Балаларының, туғандарының, ауылдаштарының хәтерендә атайым, урыҫ знакумдары әйтмешләй, “шустряк, шебутной Санька” булып ҡаласаҡ. Ә минең өсөн һаман машинаһын шыйлатып килтереп туҡтатыр ҙа, ҡаршыһына йүгереп сыҡҡан ҡыҙсыҡты “Анюшка, моя дочка” тип күтәреп алыр һымаҡ.
74 йыл тыныс тормошта йәшәйбеҙ, һуғыш күрмәгән бер быуын ер йөҙөнән үтеп бара. Бөгөнгө тормоштоң сәскә булыуын генералдарҙың аҡылы ғына түгел, ябай һалдаттың саялығы, сослоғо арҡаһында икәнлеген хәтерҙән сығармаһаҡ ине.
Һуғыш йөгөн үҙ елкәһендә татыған атай-әсәйҙәр ҡәберенә сүп үҫтермәйек, йышыраҡ ҡайтайыҡ, туғандар!
Читайте нас: