Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2019, 02:00

Боронғо һөнәрҙәр яңыра

Үткән шәмбе Торатау буйы боронғо башҡорт донъяһын хәтерләтте. Милли кейемдәрҙәге уҡсыларҙың, ҡылыс болғаусыларҙың, һыбайлыларҙың сығышын халыҡ кинәнеп ҡараны.

Үткән шәмбе Торатау буйы боронғо башҡорт донъяһын хәтерләтте. Милли кейемдәрҙәге уҡсыларҙың, ҡылыс болғаусыларҙың, һыбайлыларҙың сығышын халыҡ кинәнеп ҡараны.
Өлкәндәр генә түгел, балаларҙың да уҡ атыуға оҫталыҡтары һоҡландырҙы. Ишембайҙарҙа ла был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу артҡандан -арта. Зөһрә Кинйәбаева етәкселегендә “Аҡтайлаҡ” клубына йөрөүсе үҫмерҙәр араһында малайҙар ғына түгел, ҡыҙҙар ҙа йәйәнән атыуҙа мәргән. Уларҙың береһе Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, 10 йәшлек Гүзәлиә Абдуллина менән һөйләшеп киттек. Ике йыл самаһы уҡ атыу менән шөғөлләнһә лә, ҡыҙыҡһыныу булғас, уңыштары ла матур. Өфөлә уҙғарылған республика кимәлендәге ярышта ул 3-сө урын алыуға өлгәшкән.
Ишәй, Әхмәр ауылы мәктәптәре нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Яугир” хәрби-тарихи клубының бер тармағы ян эшләү, йәйәнән уҡ атыуға өйрәнеүҙән тора. Клубтың етәксеһе әлеге сарала боронғо башҡорт яугиры кейемендә йөрөүсе, рухлы ир-егет Илдар Абыҙгилдин булып сыҡты. Был эште күптән түгел ойоштороп ебәрһә лә, уҡытыусы балаларҙы ылыҡтыра алған. Уҡыусылары араһында үҙ ҡулдары менән ян эшләүселәр бар. Ярышта ҡатнашып, алдынғы урындар ҙа алып ҡайталар. Мәҫәлән, Өфөлә уҙғарылған “Уғатар” республика ярышында Ишәй мәктәбенән Ильяс Теләүғолов 3-сө урын яулаған.
Шәмбе көн Торатау буйында уҙғарылған сарала ла йәш ишембайҙар лайыҡлы сығыш яһаны. Өлкәндәр араһындағы мәргәндәрҙе лә тамашасылар алҡыштарға күмде. Өфөнән “Мәргән уҡсы” клубы уҡсылары ла өлгө күрһәтте. Өфөлөләрҙең барса халыҡты һоҡландырырлыҡ сығыштары бының менән генә сикләнмәне. Һығылмалы кәүҙәле Лилиә Ҡолсәйетованың хатта аяҡ менән оҫта итеп уҡ атыуы, сәпкә тейеҙереүе барлыҡ тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы.
Баймаҡ һәм Әбйәлилдән килгән һыбайлыларҙы ла алҡышламай ҡарау мөмкин түгел ине. Ат өҫтөндә баҫҡан килеш сабып барыусыларҙы, уларҙың башҡа төрлө оҫталыҡтарын тын да алмай күҙәттек.
Фото: автор.
Читайте нас: