Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2019, 02:00

Ҡәбер таштары тарих һөйләй

18 июнь көнө Аҙнай ауылына ғалимдар һәм яҙыусылар килде.

18 июнь көнө Аҙнай ауылына ғалимдар һәм яҙыусылар килде. Ғалимдарҙың Аҙнай ауылына килеүенең маҡсаты шунда, улар бай тарихлы Юрматы ырыуы Аҙнай бейҙың (староста) тыуған ере, уның фажиғәле яҙмышлы башҡорт иленең тарихында тотҡан урыны, Аҙнай, Бәпкә, Хажы, Этҡол, Уразбай, Һайран, Ишһары ауылдары һәм Кәлмей (Килмәк) утары тирәһендә урынлашҡан ер-һыу атамалары, ҡәберлектәрҙе һәм кургандарҙы күреп-танышыу ине.
Улар менән осрашыу ауыл мәсетендә ойошторолдо. Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында күренекле яҙыусы, “Ағиҙел” журналының мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай, Башҡортостан Республикаһының стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты, этнограф Зәкәриә Әминев, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, шул уҡ институт хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Рәшит Аҡкубеков, Аҙнай ауылында тыуып – үҫкән билдәле рассәм Әсҡәт Йәләев, шәреҡ телдәре белгесе Марат Исмәғилев, Аҙнай ауылында тыуып – үҫкән яҡташыбыҙ, иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғәрифе отличнигы Зиннәт Харрас улы Хәйруллин һәм башҡалар ҡатнашты. Зиннәт Харрас улы үҙенең сығышында Аҙнай, Бәпкә, Хажы һәм башҡа ауылдар тарихы, Аҙнаевтар нәҫеле тураһында бик йөкмәткеле сығыш яһаны. Әйтергә кәрәк, уның был төбәктең тарихы тураһында "Тыуған ауылым Аҙнай, тарих һине данлай” мәҡәләһе “Ағиҙел” журналында, 2019 йылдың 6 –сы һанында донъя күрҙе. Башҡа килгән ҡунаҡтар ҙа үҙҙәренең сығышында бик күп тарихи мәғлүмәттәргә туҡталып киттеләр. Артабан килгән ҡунаҡтар ауыл зыяратына юлланды.
Йәләлетдин мулланың ҡәберен эҙләгән саҡта Башҡорт Вангаһы, Йәләлетдин мулланың ейәнсәре Мәликә апайҙың туп – тура ҡәбер ташы һынған ҡәберғә алып барыуы, ә инде уның ташындағы яҙыуҙы уҡығандан, нәҫел тамғаһын күргәндән һуң “Йәләлетдин мулланыҡымы бәлки түгелдер”, - тип быға тиклем икеләнгән кешеләрҙә бер ниндәй ҙә икеләнеү тойғоһо ҡалманы. Ошо көндө Мәхмүт ишандың улы Йәләлетдин муллаға һәм уның ҡатыны Таибәгә ҡәбер ташы ултыртылды.
Шулай уҡ, Мәхмүт ишандың вариҫтары тағы ла бер матур эш башҡарҙы: Аҙнай мәсете тарихы тураһында стенд эшләнеп, ауыл мәсетенә ҡуйылды.



Читайте нас: