Йөклөлөк, уртаҡ баланың тыуыуы, яҡтарҙың береһенең ғүмеренә хәүеф янауы, гражданлыҡ никахы, буласаҡ атайҙы армияға саҡырыу ошондай никахтар өсөн етди сәбәп булып тора. Республикала, ҡағиҙә булараҡ, бәлиғ булмаған ҡыҙҙар ауырға ҡалып кейәүгә сыға. 2017 йылға тиклем Рәсәйҙә 16 йәше тулмаған балаларға ла никахҡа инеү рөхсәт ителде, тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола.
Һәр ата-әсә өсөн үҙ ҡыҙы була алтын, тип яҙған халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти, ана шул алтындай ҡыҙҙарҙы сафлыҡ, баҫалҡылыҡ, әҙәплелек, оялсанлыҡ биҙәй ҙә бит. Тик ҡыҙҙарыбыҙҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сифаттар кәмегәндән-кәмей. Балалыҡтан сығып та өлгөрмәйҙәр, күптәр енси тормош менән йәшәй башлай, бер-бер артлы аборт яһата. Егет менән танышҡан көндө үк үбешмәү йәки енси мөнәсәбәткә инмәү хәҙер модала түгел, тип үк ебәрә ҡайһы бер ҡыҙ йораттары. Һинең егетең бар икән, тимәк, һин уның менән йоҡлап йөрөргә тейешһең, аҡ ҡарға кеүек йөрөп булмай бит инде, тиҙәр. Бына шулай, сафлығыңды һаҡлап кейәүгә сығыу иҫкелек ҡалдығына әйләнеп бара. 16 йәше тулмаған балаларға никахҡа инеүҙе рөхсәт иткән закон аптыраған көндән уйлап сығарылған да инде. Тик йәмғиәтебеҙҙең нигеҙе булған әҙәп-әхлаҡ ҡаҡшай, намыҫвыждан бөтә барғанда бындай закон сығарып ҡына проблеманы хәл итеп булырмы? Ҡыҙҙарҙың итәктәре ҡыҫҡарған, түштәре нығыраҡ асылған һайын иртә никахҡа инергә етди сәбәп көн дә тыуып торасаҡ