Күп йылдар буйы юлһыҙ этләнгән ауыл халҡы, ниһайәт, юллы булды. Бер-нисә көн эсендә Свердлов урамына ”Уралбашстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте асфальт йәйеп ҡуйҙы. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә ”Нефтсе” ҡасабаһына илткән юлға 2 км оҙонлоғонда асфальт түшәлде.
- Заманында халыҡ һорауы буйынса юл мәсьәләһен күтәреп, район хакимиәте юлын күп тапарға тура килде. Мин үҙем көн дә ҡалаға йөрөп эшләйем. Ҡатмарлы юлдан үтергә һәләтле машина менән дә яҙлы-көҙлө этләнә инем. Хәҙер ауыл урамы буйлап һә тигәнсе үтергә була. Был эште тиҙ арала башҡарып сыҡҡан юлсыларға, сараһын таба белгән район хакимиәтенә ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәтемде белдерәм. Матур юлдар халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итһен, - тип үҙ шатлығы менән уртаҡлашты Тирмән-Йылға ауылында йәшәүсе Әсҡәт Иҙрисов.
- Юлдар әһәмиәте йылдан-йыл арта. Бигерәк
тә ҡалаға яҡын ҡасабалар өсөн. Тотош асфальт
ҡатламын һалыу эштәренең сифатын баһалау
өсөн “Нефтсе” ҡасабаһына сыҡтыҡ. Подрядсы ойошмаға һорауым юҡ, эштәрен намыҫлы
башҡаралар. Районда ремонтланасаҡ юлдар сифатын үҙебеҙ тикшереп, ҡабул итеп аласаҡбыҙ,
быныһы һуңғыһы түгел, - тип белдерҙе социаль
селтәрҙәрҙә район хакимиәте башлығы Азамат