Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2019, 02:00

Хыянаттан тыуған баламы һин?

Ауылға ҡайтҡан юлаусы машина эҙләп, ҡат-ҡат интернет селтәрен асам. Алда оҙайлы ялдар булғас, ҡайтырға теләүселәр күп, минең кеүектәрҙең иғланы тулған. Ә бына юлаусы машина хужалары ғына күренмәй. Яңы йыл байрамдарынан бирле ҡайтмағас, күңел тыуған яҡтарға ашҡына. Инде машина табыуҙан төңөлөп, ташбаҡа тиҙлеге менән елдергән автобусҡа сығырға ниәтләгәйнем, районыбыҙҙың төркөмөндә тап беҙҙең ауылға барған машина тураһында иғлан килеп сыҡты. Тиҙ генә телефон һандарын йыйҙым:– Һаумыһығыҙ. Мин иғлан буйынса шылтыратам. Урынығыҙ ҡалдымы?
– Һеҙ Тирәкле ауылынанмы? – Ыңғай яуап ишеткәс: – Аэропорт янындағы юл сатына сәғәт иртәнге 6-ға сығып тороғоҙ!– Кем, ниндәй машина икәнен дә әйтмәйенсә, әңгәмәсем телефонын һүндереп ҡуйҙы. Сәғәткә ҡарап алдым да, тыныс күңел менән эшкә тотондом. Байтаҡ ваҡыт бар әле, ә юл сатына сығып етергә 30 минут етә.


* * *
Юл сатында кеше күп булғас, бер яҡ ситкәрәк барып торҙом. Бер аҙҙан телефон шылтыраны.
– Ҡара йәшел “Тигуан” машинаһындамын.
Сумкамды күтәреп, туҡтаған затлы машина янына юлландым. Машинанан төшкән урта йәштәрҙәге ир бер аҙ таныш күренде. Моғайын, ҡунаҡҡа ҡайталыр, беҙҙең ауыл кешеһе түгеллеген яҡшы беләм. Әйберҙәремде урынлаштырғас, алғы ишеккә ымланы. Юлсы машиналарға ҡул күтәреп тороу­сы бер нисә кеше яныбыҙға килеп, урын белешмәксе булды.


– Ғәфү итегеҙ, урын юҡ!– ир машинаның ишеген япты ла, ҡуҙғалып киттек. Көҙгө аша арттағы буш урындарға күҙ ташланым. Ғәҙәттә, бындай машина хужалары юлсылар алмай. Аҡсаға мохтажлыҡ кисермәйҙәр, юл ситендә баҫып торған кешеләрҙең хәленә инергә лә теләктәре юҡ. Изгелек төшөнсәләре уларға хас түгел. Ә ни өсөн интернет селтәренә иғлан бирҙе икән ? Үҙем уйланам, үҙем, һиҙҙермәҫкә тырышып, сәстәре саллана башлаһа ла, йәшлек матурлығын ташламаған ағайҙы күҙәтәм. Ҡайҙа күрҙем һуң уны? Кемдәргә килде икән?
– Тирәкленең үҙендә йәшәйһеңме әллә Өфөләме? – бер аҙ барғас, юлдашым әңгәмә ҡорорға булып китте.
– Өфөлә. Ауылға әсәйем, туғандарым янына ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөйөм.
– Ауылдаштарыңды яҡшы беләһеңме?
– Беләм шикелле.
– Гөлмира апайыңды беләһеңме? Улы Вадим...
– Эйе. Баянан бирле һеҙҙе кемгәлер оҡшатып, таный алмай килә инем. Хәҙер иҫемә төштө: Вадим һеҙҙең күсермә кеүек. Күрешкәнебеҙ юҡ, бары тик уға оҡшатып танырға тырышҡанмын икән...


Ҙур тиҙлек менән барған машина ҡапыл туҡтаны. Майлайым менән тәҙрә ярыр инем, моғайын, әлдә генә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тотоп, ҡайышты эләк­тергәнмен. Артта килгән машина хужаһы туҡтап, йоҙроғон сөйөп, ҡатлы-ҡатлы һүгенде. Ҡурҡышымдан бер килке тыныслана алмай ултырҙым. Шофер сығып тәмәкеһен тоҡандырҙы ла, тегеләй-былай йөрөп алды. Һыу сығарып, битен йыуа башланы. Улай ҙа тыныслана алмағас, литр ярымлы һауытта ҡалғанын башына ҡойҙо. Артабан ни булыр, тип шөбһәләнеп ултыра торғас, Аллаһы Тәғәләнән ярҙам һорап, доғалар уҡый башланым.
– Ғәфү итегеҙ, зинһар. Ҡурҡыттым һеҙҙе, әгәр артабан минең менән барырға теләмәһәгеҙ, кире Өфөгә алып барып ҡалдыра алам йәки Стәрлетамаҡта, – юлдашым инеп, руль артына ултырҙы.
– Юҡ, барыһы ла һәйбәт. Тик һеҙ тынысланғас ҡына ҡуҙғалығыҙ, яраймы?
– Әлбиттә.
Юлды бер аҙ тынлыҡта дауам иттек.
– Гөлмира апайың кем менән йәшәй? Ире бармы?
– Юҡ, ире менән йәшләй генә айырылышҡан да, ҡабат кейәүгә сыҡманы.
– Ә Вадим ауылдамы?
– Юҡтыр ул. Силәбелә уҡып йөрөй бит, һирәк ҡайта.
– Йәл, күрешеп булмай икән... – Юлдашым тәҙрәне асты ла, тәмәкеһен тоҡандырҙы. – Исемем Фәтих була, Гөлмира апайыңдың элекке ире. Айырылышыуыбыҙға 22 йыл үтте. Шунан бирле осрашҡаныбыҙ юҡ. Һеҙҙең яҡҡа юл төшкәс, ауылынан берәйһен осратып, хәлдәрен белергә була иғлан ҡуйғайным. Ни хәлдә йәшәй, кем менән, Вадим нисек икән, тип...
– Һәйбәт йәшәй. Донъя көтә, ата-әсәһен ҡарай, улын үҫтерҙе. Тик һеҙҙе ныҡ һағына... Элек көн һайын илай ине.
– Ҡайҙан беләһегеҙ?
– Ул бер туған апайым Гүзәлиәнең әхирәте бит. Аралашып, серләшеп йәшәйҙәр. Ә мин балалыҡ менән мейес артына йәшенәм дә, уларҙың хәбәрен тыңлай торғайным.
– Күпте беләһең инде, улайһа...
– Эйе.
– Ә ниңә тап мине һағынды, тип уйлайһың? Бәлки тойғолары икенсе кешегә булғандыр?
– Һеҙгә ине шул. Биш йыл бәхетле тормошомдо яңылышлыҡ менән емерҙем, ти торғайны.
– Яңылышлыҡ, имеш... Хыянат итте ул миңә. Кем менән бит әле?! Бала саҡ дуҫым, класташым Осман менән! Иң ышанған, иң яратҡан ике кешем минең арҡаға шулай бысаҡ ҡаҙаны... – Фәтих ағай тәмәкеһен ҡабыҙып, тағы һүҙ башланы. – Мин Гөлмираны тәү түргәндән ғашиҡ булдым. Уҡып бөтөүен дә көтмәйенсә ғаилә ҡороп ебәрҙек. Туйға тиклем үк дуҫым менән таныштырҙым. Әммә ул-был һиҙелмәне. Дөйөм ятаҡ бүлмәһендә йәшәйбеҙ, етмәһә, уҡып йөрөй, шуға күрә тәүҙә бала тураһында әллә ни уйламаныҡ. Ул саҡта фатир алыу тураһында хыялланабыҙ, мин 2 – 3 эштә эшләп йөрөйөм, ҡатыным да балалар йортона төнгө тәрбиәсе булып эшкә урынлашты. Ҡулына диплом алғас та шунда ҡалды. Тормош түңәрәк кеүек, тик бала булмауы ғына мине борсоуға һалды.


Сменалап эшләйем, йә таң менән сығып китәм, йә төн уртаһында ҡайтып инәм. Бер заман, аҡса мәңге етмәйәсәк, тип ҡатыным зарлана башланы. Ул мәлдә таныш апайҙың фатирында йәшәй инек, үҙебеҙҙең мөйөш булмауы миңә тынғы бирмәне. Башҡалар кеүек Себер тарафтарына барып эшләп ҡарарғамы, тигән уйҙар менән документтар юллай башланым. Бер көндө Булат исемле уртаҡ дуҫыбыҙ күңелгә шик һалды:
– Һин Османға күҙ һала йөрө әле. Бигерәк ҡатының янында теле-телгә йоҡмай түгелме? Ә ҡатын-ҡыҙ иғтибарҙы ярата ул...


Мин һүҙгә һараныраҡ, хатта бер аҙ ҡырыҫ кешемен. Ә Осман һәр кемде теле менән үҙенә ҡарата ала. Осрашҡанда йәиһә ҡунаҡҡа килгәндә, Гөлмираға комплименттар яуҙырыуына, туҡтауһыҙ маҡтауына иғтибар итмәнем. Ул һәр ҡатын-ҡыҙға ҡарата шулай иғтибарлы. Шулай ҙа Булаттың һүҙенән һуң күңелгә шик төштө.
– Эх-х, Гөлмира, ниңә һине Фәтихтән алдараҡ осратманым икән? Валлаһи, үҙем өйләнер инем һиңә!
Йәки:
– Фәтих, үҙе уңған, үҙе матур, үҙе аҡыллы ҡатынды ҡайҙан таптың ул? – тигән һүҙҙәре иҫкә төштө.
– Ҡасан өйләнәһең? – тип һорау бирһәк тә:
– Иң шәбен үҙҙәре эләктергән дә, миңә ҡалмаған, – тип яуаплағандарын иҫләнем. Аш-һыу әҙерләгәндә лә, ярҙам итәм тигән булып, гел кухнянан сыҡмай... Ҡыҫҡаһы, был икәүҙе яйлап ҡына күҙәтә башланым. Бер нисә тапҡыр: “Төнһөҙ ҡайтмайым”, – тип сығып китеп, подъезд ишеген ҡарауыллап та йөрөнөм. Һәм шулай эләктерҙем дә инде уларҙы. Осман инеп ярты сәғәттәй ваҡыт үткәс, ишекте үҙ асҡысым менән асып индем. Түшәктә үк ятмаһалар ҙа, ҡайнар үбешәләр ине. Гөлмираның түше ярым асыҡ. Тағы ла 15 минут көтөргә кәрәк булған, тигән уй үтте баштан.
– Ҡәбәхәттәр! – тип кенә ҡысҡырҙым да, ишекте йән көскә ябып, сығып киттем. Дөрөҫөн әйткәндә, күңелем менән быға әҙер инем, шуға күрә туҙыныу, асыу ҡабарыу кеүек тойғолар булманы. Бары тик ошо ике хыянатсы йәшәгән ҡалала ҡалырға теләмәнем. 2 – 3 көндә документтарҙы юллап бөттөм дә, бер кемгә лә әйтмәйенсә Себергә сығып киттем. Ярты йыл үткәс кенә Өфөгә ҡайттым. Ҡасан да булһа аңлашырға кәрәк, шуға күрә тура Гөлмира янына киттем. Ә ул ауырлы ине.
– Иртәгә ЗАГС-ҡа барып айырылышырға ғариза бирәйек,– тинем.
– Ярай... Зинһар, ғәфү ит! Әйҙә үт, аңлашайыҡ.
– Аңлашыуҙан эш уҙған инде. Ваҡытында уйларға ине.


Иртәгәһенә беҙ ғаризалар тапшырҙыҡ та, башҡаса күрешмәнек. Биш йыл буйы минән ауырға ҡалмағас, баланың Османдан икәненә шикләнмәнем. Бер аҙна тирәһе ауылға ҡайтып, ҡайғымды араҡы менән йыуып алдым. Һәм ҡабат эшкә юлландым. Ғаилә ҡорҙом, ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Бына быйыл мәктәпте тамамлауға 35 йыл тулыу айҡанлы класташтар менән осрашыу үткәрҙек. Теге хәлдән һуң Осман менән тәүге тапҡыр күрешеү ине. Һаман да шулай тел биҫтәһе, өйләнмәгән. Ике аралағы дошманлыҡты башҡаларға белдермәҫкә тырыштыҡ. Ҡырға сығырға йыйына башлағас:
– Фәтихтең “аҡбуҙат”ына ултырып ҡалайыҡ әле. Был машина янында беҙҙең “Приора” алаша ғына бит инде, – тип көлә-көлә минең янға инеп ултырҙы. Һөйләшергә теләүен аңлағайным инде, ҡаршы төшмәнем.
– Ғәфү ит, тип әйтә алмайым, сөнки ҡылығым ғәфү итерлек түгел. Тыштан иреһәң дә, күңелдәге яра мәңге иҫләтеп торасаҡ. Тик мин Гөлмираны ысынлап яраттым һәм әле лә яратам. Мәңгелек мөхәббәтем ул.
– Яратҡас, ниңә өйләнмәнең?
– Тәүҙә балаһыҙ ҡалдырырға теләмәнем. Ә аҙаҡ айырылышҡанығыҙҙы ишеткәс, янына барҙым, әммә ул теләмәне. Уның күңелендә бөрөләнә генә башлаған хистәре һине юғалтҡас миңә ҡара нәфрәткә әйләнгәйне.
– Нисек инде балаһыҙ?
– Мин атай булыу бәхетенән мәхрүм. Бала саҡта свинка менән ауырыу эҙһеҙ үтмәгән. Ҡайҙарға ғына дауаланырға йөрөп ҡараманым, файҙаһыҙ. Һаман өйләнмәй йөрөүемдең беренсе сәбәбе Гөлмираны яратыу булһа, икенсеһе – ошо.
– Ә Гөлмира кемдән ауырлы ине улайһа?
– Һин нимә, Фәтих?! Айырылышыр алдынан ҡатының менән аралашманыңмы ни?
– Юҡ, миңә барыбер ине.
– Беҙҙең арала бер ҡасан да түшәк бүлешеү булманы. Бәлки, һин теге юлы ҡайтып инмәгән булһаң, хәл башҡасараҡ булыр ине... Вадимды үҙ баламдай ҡарарға күпме генә анттар итһәм дә, Гөлмира миңә кейәүгә сығырға ризалыҡ бирмәне.
– Тимәк, ул минең балам булып сығамы?
– Һин белмәнеңме ни? Яңғыҙ йәшәүе ауырҙыр, тигәс, “Атаһы алимент түләй”, – тине Гөлмира. Тимәк, мине алдаған инде. Белгән булһам,
һинең исемдән үҙем аҡса ебәреп торор инем. Фәтих, был хәлдәргә мин генә ғәйепле. Уға асыу тотма. Бар, һөйләш, улыңды күр!
Бына ошо һөйләшеүҙән һуң күңел тынғы таба алмай. Ышанып та етмәй инем, әммә бына һеҙ, Вадимды миңә оҡшаған, тигәс, күңелемә болоҡһоу булып китте. Тимәк, ул – ысынлап та минең улым. Һәм уның етем үҫеүендә Гөлмира менән Осман ғына түгел, мин дә ғәйепле...


Артабан юлды һүҙһеҙ генә үттек. Фәтих ағай туҡтауһыҙ тәмәке тартты, ә мин апайыма килгән һайын йәшлек хатаһына үкенеп йәштәр түккән Гөлмира апай хаҡында уйланым. Бөгөн осрашып, аңлашып ҡына йәшлек кире ҡайтмай бит. Атайһыҙ үҫкән баланың күңеле бөтәймәҫ. Фәтих ағайҙың мөхәббәт хистәре ҡабат уянһа ла, ғаиләһен ташлап, ҡабат тәүге ҡатынына ҡайтмаҫ.
Был аңлашыу егерме йыллап элек кәрәк булған да бит....

Фото: vk.com


Читайте нас: