Хәҙисә әбей уйҙарынан арынырға тырышып, хәлһеҙ ҡулдары менән һике ситенә таянып ултырҙы. Бына ике аҙна инде тамағына ашай алмай интегә. Әҙ-әҙләп һөт, сәй эскән була ла бит, тәғәм ризыҡ ҡабып ҡарамағас, хәле юҡ. Ярай әле бабайы өлтөрәп тора. Саҡ ҡына ыңғырашһа ла йүгереп килеп етә. Уны йәлләй әбей, әйтте бит инде уға, тормош көтөргә һаулығым юҡ, тип. Юҡ инде, үҙ һүҙен һүҙ итте. Донъя көткән әбейе үлгәс, биш-алты тапҡыр һоратҡандыр. Килгән һайын Хәҙисә уны икенсе әбейҙәргә димләп ебәрә торҙо, ә ул тағы килде, барыбер күндерҙе. “Миңә ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшә-һөйләшә сәй эсергә кеше булһа, шул етә. Аллаға шөкөр, шәпмен, бөтә өй эштәрен үҙем эшләрмен”, - тип ныҡышты. Хәҙисә әбей икенсе бабайынан һуң башҡа кейәүгә сығырға уйламағайны ла. Үҙенән бигерәк ҡыҙын йәлләне. Бер ҙә һаулығы юҡ. Икәүләшеп ауырып, ятып китһәләр кем ҡарар? Ләкин ҡыҙы ла риза булып торғас, Харис ҡарттың һүҙен йыҡманы.
Бына ике йыл инде бабайы менән бергә йәшәйҙәр. Харис ҡарт һүҙендә торҙо, әбейенең ҡулына бер эш тигеҙмәй. Хәҙисә икмәк бешерҙе лә, аш-һыу әҙерләне. Кистәрен һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Бабайы йор һүҙле булып сыҡты. Һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табып, уйынға әйләндереп, әбейенең күңелен күрергә тырышып ҡына торҙо. Бигерәк тә Хәҙисәне әйттереп йөрөгән сағын бер ирмәк итеп һөйләне:
-.. Әллә мин һинең димләгән әбейҙәреңә барып торған тиһеңме, береһенә лә барманым. Барыбер риза булыр әле тип уйлайым да, бер аҙна үткәс, тағы һиңә юлландым. Үҙеңде яратҡас, яраттым инде. Мөхәббәт бит!!!
- И-и, раббым, ҡартайғас мөхәббәт була микән? Кеше көлдөрөп һөйләгән була бит әле. Ә мин һине оҡшатмайым да, ҡайттым киттем, - тип инәлтеп тә ала Хәҙисә. Әммә үҙенең күңеленә рәхәт. Йәш сағында уны ҡайғыртып торған кеше менән йәшәһә ине лә бит… Бәхет тигәнең олоғайғас ҡына килде шул. Иҫенә төшһә, әле лә күңеле һыҙлап ҡуя. Бабайынан көлһә лә, алтмышҡа еткәс үҙе лә уға ғашиҡ түгелме һуң? Мөхәббәт тигәндәре ошо микән? Бергә оҙаҡ йәшәргә генә насип булһын.
Хәҙисә, эргәһендә урынын йүнәткән Харисҡа күҙ һалып алды. Унан, хисен белдермәҫкә тырышып, ҡарашын ситкә алды, битенә алһыулыҡ йүгерҙе.
-Әллә саф һауаға тышҡа алып сығайыммы, арыуланып китер инең, - тине бабайы.
- Сығайыҡ һуң, - тип ризалашты Хәҙисә.
Тышта, ысынлап та, тындары иркенәйеп, башы асылып ҡалғандай булды Хәҙисәнең. Тик һуңғы ваҡыт ниңәлер гел бала сағы, йәшлек йылдары уйынан сыҡманы. “Хәйерлегә булһын”, - тип эстән уйлап та алды.
Бала сағы еңел булманы уның. Аталары үлеп киткәс, әсәһе дүрт бала менән тороп ҡалды. Ағаһына – ун биш, Хәҙисәгә - ун ике, һеңлеһенә - ете, ҡустыһына биш йәш ине. Әсәләре икенсегә кейәүгә сыҡты ла китте. Ағаһы үҙ йүнен үҙе күреп өйҙәрендә ҡалды. Әсәһе Хәҙисәне аҫрау итеп ике туған Суфия инәләренә бирҙе, ә ике туғанын үҙе менән алды. Хәҙисә баштараҡ көн һайын, ағаһы менән ҡырға сығып киткәс, эсе бошҡанда өйҙәре яғына барып әйләнде. Унда бына-бына әсәһе, болдорға сығып, балаларын ашарға саҡырыр, һәр береһен арҡаларынан һөйөп: “Ҡайҙа оҙаҡлап йөрөйһөгөҙ, өйөгөҙҙө онотоп?” – тип әйтер кеүек тойола. Тик күпме көтөп торһа ла өнһөҙ өй яуапһыҙ ҡала. “Туғандарым менән башҡа бергә йәшәмәм микән?” – тигән уй уның йөрәген телеп алғандай күкрәгенә килеп тығыла ла, әсе күҙ йәштәре булып атылып сыға. Һуңлап ҡайтһа ла, илап шешенгән ҡыҙҙы инәһе орошмай. Бер аҙ бөтмәҫ өй эштәрен ҡушмай тора. Уның шул ғына яҡшылығы ла ҡыҙҙың йөрәгенә, дарыу эскәндәй, әҙгә генә тыныслыҡ бирә ине.
Хәҙисә уларҙа йәшәй башлау менән өйҙәге бөтә эш тиерлек уға күсте лә ҡуйҙы. Иртән тора: мейескә ут яға, сәй ҡуя, картуф бешерергә ултырта, унан аҙбар таҙартырға сыға. Биш һыйырҙың тиҙәген башта һәнәк менән аҡтарып сыға ла ҡосаҡлап картуф баҡсаһына ташый. Бейәләйе юҡ, ҡулдары туңа, кейгән сәкмәненең еңдәре оҙон булһа ла йоҡа булғас, йылы тотмай. Ҡулдары ныҡ туңһа, ҡайһы саҡ һейҙеге менән йылытып ала. Аҙбарҙы таҙартып бөткәс, юл ыңғайы утын күтәреп өйгә инә. Инәйе ҡыҙы Шарғыя менән был ваҡытта уянмаған булалар әле. Улар йоҡонан торғансы, Хәҙисә йөн иләй. Бәләкәйҙән оҫта иләне ул. Инәһе ҡыҙын һис өйрәтә алмай, хатта орсоҡ менән ҡулына һуғып-һуғып ала. Ә ул, юрыйҙыр инде, уның һайын төйөр-тайыр иләй бирә лә әсәһе тышҡа сығыу менән орсоғон ташлап ҡуя. Эй, ул ҡыҙы ыҙалатты инде Хәҙисәне. Һыу ташыһалар, Шарғыя бәләкәс биҙрәләрҙе эләктерә һалып ала, ә уға оло биҙрәләр ҡала. Етмәһә, алдан көрт йырып, юл һалырға тейеш. Тауҙы менгәндә һыуы түгелһә, Хәҙисәнекен ҡойоп ала ла, ә уны кире мәкегә йүгертә. Тышҡа уйнарға сыҡһалар, теге оҙон еңле сәкмәнде үҙе кейеп ала. Бейәләй урынына еңен тартып ебәрә лә тотона уйнарға. Ә Хәҙисә оҙаҡ уйнай алмай, ҡулдары өшөү менән өйгә инеп, тағы йөн иләргә ултыра. Шулар иҫенә төшә лә: “Көн-төн йөн иләп, ниңә бер ҙә ойоҡ, бейәләй бәйләмәнеләр икән?” – тип аптырай.
Уйҙарынан арынырға итә, Хәҙисә әбей көскә тороп, урынында тапанып алды. Өс көн ятыуға тәне ауырайған, аяҡтары тыңлашмай, башы әйләнә. Уның ыңғырашҡанына Харис ҡарт йүгереп килеп етте.
-Минһеҙ ҡуҙғалма тинем бит, ҡолап ятһаң, - тине борсолоп.
-Һин бигерәк ҡурсалама әле мине. Эшең былай ҙа етәрлек.
-Үлгәндән һуң өс көн эш ҡала тиҙәр. Ә миңә һин ҡәҙерле. Ошолай тик кенә ултырһаң да, ишек алдына йәм бирәһең.
-Бабайы утынлыҡҡа ҡарай киткәс, ниңәлер утыҙ йылдан артыҡ уйламаған беренсе ире – Фәтхуллаһы иҫенә килеп төштө. “Ул шулай йәш сағынан ҡурсалап торһа, былай һаулығым ҡаҡшамаҫ ине”, - тип тағы иҫтәлектәргә бирелде.
...14 йәшендә генә армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡан Фәтхулла тигән егеткә кейәүгә бирҙеләр. “Шарғыя апай ике йәшкә оло бит, уны бирегеҙ”, - тип Хәҙисә илап та ҡараны, яусының ишеткеһе лә килмәне. “Фәтхулла Хәҙисәнән башҡа берәү ҙә кәрәкмәй, тип әйтеп ебәрҙе”, - тине. Инәһе бер етемдән тиҙерәк ҡотолғоһо килгәндер инде, шунда уҡ риза булды. Тик йәлләптер инде: “Бигерәк кәүҙәгә бәләкәй бит, бер йыл беҙҙә тороп торһон”, - тип үҙ-ара килештеләр. Фәтхулла кейәүләп – килеп-китеп йөрөргә тейеш булһа ла, бер йыл ҡушылманылар. Көн дә осрашып, һөйләшеп йөрөнөләр. Хәҙисә лә буласаҡ иренә яйлап өйрәнде. Инәһе, айырып сығарыр ваҡыты еткәс, тар ғына бишмәт тегеп бирҙе, бәләкәй генә суйын көршәк, ярыҡ таба тотторҙо. “Ҡаралты-фәләнде әсәйең әтмәләр, ике йыл буйы килеп тә әйләнмәне”, - тине оҙатҡан сағында. Фәтхулланың да ата-әсәһе юҡ ине, ағайының ғаиләһенә алып ҡайтты. Ире тире йыйыусы булып эшләй башлағас, айырым өй һалып алдылар. Бына шунда башланды Хәҙисәнең күрәһеләре. Һунарсылар көнө-төнө йәнлек тиреләре тейәп килә, аҡса алғас, тотоналар эсергә. Хәҙисә ҡайһы саҡ көнөнә ике мейес икмәк бешереп ала торғайны. Ә арттарынан күпме бысраҡ таҙартты. Төндәрен йоҡларға урын тапмай балалары менән мейес башына менеп ята. Ҡайҙа ул йоҡлау, дөрөҫөрәге серем итә. Тәмәке төтөнө менән тулған өйҙә тынсыу, береһе ғырылдай, икенсеһе һүгенә. Ә кеше булмаған саҡта ире таң атҡансы ҡайҙалыр йөрөп килә. Унан, Хәҙисә бар тип тормай, дуҫтарына маҡтанып һөйләй: “Әй, теге ире менән эҫелә һарай башында ята. Мин һарай эсенә инеп, тегенең ятҡан тапҡырына һайғау менән ипләп кенә төртәм. Ул өйгә инеп сығыу һылтауы менән минең янға төшә. Ире татлы төш күрә, ә беҙ өйҙә рәхәтләнәбеҙ генә. Ә бер көн яңылыш иренең ҡабырғаһына төрткәнмен. Ҡысҡырып төшә башлағас, саҡ ҡасып ҡотолдом”.
Исемләп һөйләмәһә лә, Хәҙисә иренең кемгә барып йөрөгәнен дә белә. Башта бик ғәрләнә ине, аҙаҡ күнегеп тә китте, шикелле. Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡас: “Ҡатын, быға тиклем һине күп ыҙалаттым. Иҫән ҡайтһам, усымда йөрөтөрмөн, башҡа эсмәм, бар эште үҙем эшләрмен тип ант иттем”, - тине. Тик анты оҙаҡҡа барманы. Һуғыштан һуң һаман да ашарға еткереп булмай ине. Хәҙисә күрше ауылға йөрөп быйма табанланы, балаҫ һуҡты. Эш хаҡына картуф, он тейәй ҙә бәләкәй сана менән һөйрәп ҡайта. Биш баланы ашатырға кәрәк бит. Шулай бер ҡайтыуында ире ауырып ята. Оло малайы һөйләүенсә, Фәтхулла элекке һөйәркәһенә тағы йөрөй башлаған, көн дә иҫереп ҡайтҡан. Ә бер көн өйгә ҡайтып етә алмайынса, ҡар өҫтөндә йоҡлаған. Шул ятыуҙан тора алманы, үпкәһе шешеп бер ай самаһы интекте. Эстән әрнеһә лә, тәрбиәләне Хәҙисә уны. Үлер сағында: “Рәхмәт, мин һине былай тәрбиәләрһең тип уйламағайным. Ике донъя рәхәтен күр, рәнйемә”, - тине. Ире үлгәс, кейәүгә сыҡманы Хәҙисә, биш балаһын яңғыҙы үҫтерҙе. Һәр ҡайһыһы үҙ аллы булғас, оло ҡыҙына, күрше ауылға күсеп килде. Бына шунда, ололар ғәйет байрамына йыйылғанда, осратты ла инде Харисты…
Хәҙисә бер аҙнанан шәбәйеп, өй эсендә үҙе йөрөй башланы. Эй Харисы ҡыуанды. Күҙҙәре дәртле янып, хатта атлауҙары етеҙләнеп китте. Хәҙисә йомошҡа күрше-күләнгә сыҡһа ла, өйҙә түгел, ҡапҡа тышына сығып көтөп тора.
- Һуң өйҙә, йылыла ултырһаң ни була, - ти Хәҙисә.
- Мине йәлләһәң, оҙаҡлама. Һинһеҙ өйҙә күңелһеҙ, - тип яуаплай Харисы.
Шулай сөкөрләшеп йәшәп ятҡан булырҙар ине лә бит, бер көндө Хәҙисәнең оло улы хәлен белергә килеп төштө. Ҡунаҡ булып ултырғанда ҡарттың ишек алдында йәшәгән буйҙаҡ улы килеп инеп, араҡы таптыра башланы.
-Беҙҙе ыҙалап яңғыҙың үҫтерҙең, ә хәҙер олоғайғас, кеше балаһы өсөн көйөп ултырырғамы, - тип, әсәһен ай-вайына ҡуймай күрше районға күсереп алып ҡайтты.
Хәҙисә үҙ балаһы булһа ла ерекмәне уларҙа. Илап ҡалған бабайы күҙ алдынан китмәне. “Бер айҙай ял ит тә ҡайтырһың, йәме. Мин ҡапҡа тышында көн дә көтөрмөн”, - тигән һүҙе көндәр үткән һайын нығыраҡ иҫенә төштө. Өс ай тигәндә түҙмәне, ҡайтып төштө. Тәүҙә ҡыҙына ҡайтып инде. Әллә ниңә тура бабайына барырға баҙнат итмәне, үҙен һатлыҡ йән кеүек тойҙо. Ҡыҙы ла ҡаршы төштө.
Хәҙисә бер-ике көн түҙеп йөрөнө лә әхирәтен алып, Харис ҡарттарға йүнәлде. Күңеле белеп һиҙенгән икән, бабайы ауырып ята ине. Хәҙисәне күргәс, эй ҡыуанды. Әллә көлдө, әллә иланы, һеңкелдәп алды. Әбейенең ҡулын ебәрмәй, оҙаҡ тотоп торҙо. Унан:
- Әбей, ҡара әле, орсоҡ менән һарыҡ йөндәреңде мөйөшкә элеп ҡуйҙым. Ҡасан киләһең. Килмәһәң, аяҡҡа баһҡас, үҙем барып алам. Минең холоҡто беләһең. Ә малайҙы икенсе урынға күсерербеҙ, башҡа маҙаһыҙламаҫ, - тине инәлеп кенә.
Хәҙисә ни әйтергә лә белмәне. Әхирәте ҡайтырға ҡуҙғала башлағас, ул да торҙо. Ишек төбөнә еткәс, ҡайырылып ҡараны. Харис ҡарт өндәшмәй генә бармағы менән ымлап, Хәҙисәне янына саҡырҙы. Бер ҡуҙғалғас, уңайһыҙланып, ҡалмайынса сығып китте. Эй, Хоҙайым, әгәр ул шунда Харис ҡарттың өс көндән үлерен белһә… Башта уҡ ташлап китмәҫ ине. Кешенән уңайһыҙ тип йөрәгенә ҡаршы төшәр инеме ни? Утыҙ йыл ғүмерен өс көнгә лә тиңләмәҫ ине ул. Ә бына Харисы менән йәшәгән өс йылында, ысынлап, ике донъя рәхәтен күрҙе лә баһа!
Бабайы үлгәндән һуң Хәҙисә әбей күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Тәүҙә ятаҡлап йөрөнө, кеше менән һөйләшмәҫ булды, йөҙө ағарҙы, күҙҙәре төпкә батып, төҫһөҙләнде.
Ҡыҙы әсәһенең күңелен төрлөсә йыуатырға тырышты. Уның бабайын һағынып, һарғайыуын да белә. Үҙенә, ағаһына уларҙы айырған өсөн йәне көйҙө. Бәлки икеһе лә бирешмәҫтәр ине лә бит…
Хәҙисә бер көн төш күреп уянды: “Имеш, Харис килгән, ат егеп алған. Хәҙисәне һуңғы күргәндә саҡырған кеүек, бармағы менән ымлап ҡына саҡыра. Хәҙисә эй шатланды. Йәштәрсә еңел генә һикереп, арбаға менеп ултырҙы”.
Ошо төшөнән һуң ул бер аҙна ғына йәшәне. Нисек ғүмер итһә, шулай бер кемде лә боросмай, йәйҙең йылы, аяҙ көнөндә, донъя менән хушлашты.