Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2019, 02:00

Сәләмәтлек – иң бөйөк ҡиммәттер

Ҡалабыҙҙың алты медицина хеҙмәткәре һөнәри байрамдары уңайынан “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ булды. Иҫтәлекле тантана шишәмбе көн ҡаланың Мәҙәниәт һарайында үтте.

Ҡалабыҙҙың алты медицина хеҙмәткәре һөнәри байрамдары уңайынан “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ булды. Иҫтәлекле тантана шишәмбе көн ҡаланың Мәҙәниәт һарайында үтте.
Бүләкләнеүселәрҙең береһе – Гөлназ Борисенко бына инде 18 йыл Ишембай бала табыу йортонда эшләй. Һөнәре буйынса неонатологанестезиолог-реаниматолог. Хеҙмәт осоронда ул район ғына түгел, республика кимәлендә рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталары менән бүләкләнеп өгөргән. Ә был награда уның өсөн бигерәк тә ҡәҙерле.
– Әлбиттә, эшемде юғары баһалауҙары өсөн рәхмәтлемен. Һөнәрем, ысынлап та, ябайҙарҙан түгел, иңемдә яңы тыуған сабыйҙарҙың ғүмере, сәләмәтлеге, - ти Гөлназ Булат ҡыҙы.
РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Рәхмәт хатына хирургия бүлексәһе табибы Евгения Перова һәм Яңы Әптектән дөйөм практика табибы Алис Шәрипов лайыҡ булды. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәхмәт хаттары һәм маҡтау грамоталары тағы 13 кешегә тапшырылды. Муниципаль район хакимиәте тарафынан билдәләнеп китеүселәр ҙә байтаҡ булды. Байрамда аҡ халатлылар етәкселек һәм халыҡ рәхмәтен тойҙо, кешелек өсөн төп терәү булыуҙары хаҡында ихлас һүҙҙәр ишетте. Бөгөн Ишембай Үҙәк район дауаханаһында 700 хеҙмәткәр эшләй.

Фото: автор.
Читайте нас: