Хәҙер райондың был тарафта йәшәүсе халҡына күп хеҙмәттәрҙе алыу еңелләште һәм бының өсөн ҡалаға барып йөрөү ҙә кәрәкмәй. Ишембайҙағы “Минең документтарым” үҙәге аша күрһәтелгән барлыҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе, ә улар 290- дан ашыу, хәҙер Петровскиҙағы бүлексә аша ла алып буласаҡ. Хеҙмәттәрҙең тулы исемлеге менән Күп функциялы үҙәктең рәсми сайтында Ишембай филиалын һайлап, “Хеҙмәттәр” бүлегендә танышырға була. Әлеге көндә граждандарҙы ҡабул итеү ябай сират тәртибендә бара, алдан яҙылыу кәрәкмәй. Бүлексә шишәмбе-кесе йома көндәре иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.