Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2019, 02:00

Мәсетле ауыл бәхетле

Әхмәрҙәге ”Мөнирә” мәсете ауылды олпатландырып, бәрәкәт өҫтәп тора.

Әхмәрҙәге ”Мөнирә” мәсете ауылды олпатландырып, бәрәкәт өҫтәп тора.
Бында Алла йорто 2008 йылда асыла. Салауат Йосоп улы Кинйәбаев шул ваҡыттан алып ауылдаштарын изге юлға өндәүсе лә, иманға ҡайтарыусы ла.
- Иман йорто менән бер рәттән, битарафлыҡҡа сумған күңелдәребеҙ ҙә Аллаға тәүәккәлләп, иманға асылһа ине, - ти имам-хатиб.
Ул йәштән тыуған ауылында төпләнә, колхозда эшләй, ҡатыны Нәсимә ханым менән 3 бала тәрбиәләп үҫтерә. Күңел талабы буйынса Стәрлетамаҡтағы «Нур әл-Иман» мәҙрәсәһендә уҡып ҡайта. Уға эйәреп, ауыл кешеләре лә дингә тартыла, йәштәр, балалар мәсеткә йөрөй башлай. Изге Рамаҙан айында ауыл мәсетенең ишеге һәр ваҡыт асыҡ.
– Әҙәм балаһының аҡылға, тәүбәгә килеүе хуплауға лайыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эскелек менән мауыҡҡан кешеләр, бигерәк тә йәштәр беҙҙең ауылда ла етерлек. Эскелектән нисек арынайым икән, тип миңә лә күптәр кәңәш һорап килә. Беҙҙең арала, ихтыяр көсөн егеп, нәфселәрен йүгәнләгән ир-егеттәребеҙ бар. Мәсеткә йөрөүселәр Рамаҙан айының тәүбә итеү, Аллаһ тарафынан гонаһтарыбыҙҙы кисереүҙе һорау өсөн иң яҡшы осор икәнлеген белә. Ауылда быйыл ураҙа тотоусылар һаны ла артты. Аҙан тауыштары һәр ваҡыт ишетелеп торор, кешеләр көн дә изге йортҡа килер, намаҙ уҡыр, сабыйҙарға исем ҡушылыр, йәштәргә никах уҡылыр, ата-бабаларыбыҙға доғалар ҡылыныр, - тигән изге өмөттәр менән йәшәй ауылдың имам-хатибы.
Фото: автор.
Читайте нас: