Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июнь 2019, 02:00

ТЫУҒАН ИЛ, ТИП ЙӘШӘЙЕК!

12 июнь – Рәсәй көнө

12 июнь – Рәсәй көнө



Илебеҙ өсөн тарихи ваҡиғаны – РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көндө 1990 йылдан билдәләп киләбеҙ. Байрам уңайынан илһөйәр саралар рәтендә тап дәүләтебеҙ киләсәгенә бәйле быуын – балалар, йәштәр ҡатнашлығында үткәндәре ҙур әһәмиәткә эйә.


Ҡалабыҙҙың Көньяҡ биҫтәһендәге 34-се “Ҡояшлы” балалар баҡсаһы бәләкәстәре “Рәсәйҙең тыуған көнө” тип ябай ғына аталған, әммә тәрбиә яғынан үтә лә мөһим, матур байрам үткәреп ебәрҙе. Ҡулдарына Рәсәй флагы төҫөндәге шарҙар тотоп, төрлө милләт кейемендә бейегән ҡыҙҙарға, сатнатып рухлы шиғырҙар һөйләгән малайҙарға ҡарап һоҡландыҡ. Уларға бындай тәрбиә орлоҡтары һала белгән тәрбиәселәренең хеҙмәте лә ҙур баһаға лайыҡ.


- Баҡсабыҙға башҡорт, татар, рус, сыуаш, үзбәк, болгар милләтенән балалар йөрөй. Йыр-бейеүҙәрҙең төрлөһөн өйрәнәләр, бәләкәстәр үҙҙәрен оло бер илдең балалары итеп тойоп үҫеһен өсөн тырышабыҙ. Халыҡ-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ ошо ябай нәмәләрҙән башлана, - ти балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Гөлисә Ибраһимова. - Дәүләт символдары – флаг, герб, гимн хаҡында күңелдәренә ятырлыҡ итеп мәғлүмәт бирҙек. Гимнға ҡушылып йырларға тырышҡан балаларға ҡарап күңел һөйөнә.


Киләсәге матур булһын балаларыбыҙҙың. Ә был бөгөн беҙ, өлкәндәрҙең, тырышлығынан, күңелдәрҙә тыуған ил, тыуған ер тойғоһо булыуҙан тора.






Фото: автор.



Читайте нас: