Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июнь 2019, 02:00

Этҡолда илһөйәр быуын үҫә

Этҡол моделле ауыл китапханаһында Рәсәй көнөнә арналған "Минең Рәсәйем " патриотик сәғәте уҙҙы. Был сарала ял һәм һауыҡтырыу лагеры балалары ҡатнашты.

Этҡол моделле ауыл китапханаһында Рәсәй көнөнә арналған "Минең Рәсәйем " патриотик сәғәте уҙҙы. Был сарала ял һәм һауыҡтырыу лагеры балалары ҡатнашты.
Әңгәмәләшеү ваҡытында балалар "Нимә ул һинең өсөн тыуған ил? ", "Һин ҙур үҫкәс кем булаһың?" һорауҙарына ихлас яуап бирҙеләр. Шулай уҡ мауыҡтырғыс, кескәйҙәрҙең иғтибарын йәлеп итерлек итеп эшләнгән презентация аша Рәсәй тарихы, бөгөнгөһө, тәбиғәте, символдары тураһында белделәр, береһенән - береһе уҙҙырып викторина һорауҙарына яуап ҡайтарҙылар.
Сараның дауамы итеп, Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме " әҫәре буйынса төшөрөлгән фильмды ҡараныҡ.

Фото: автор.
Читайте нас: