Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2019, 02:00

"Һомай" (романтик новелла)

Быйыл беҙҙең синыфҡа яңы ҡыҙ килгән. Һабаҡташтарҙан ишетһәм дә күргәнем юҡ ине әле. Хатта беҙҙең урамда, беҙҙән биш–алты өй аша ғына йәшәһә лә. Ишеттем – оноттом. Әле килеп бөгөн күрҙем. Ситтәрәк баҫып тора. Мин күҙәтеүсән кеше, шым ғына ҡыҙҙы тикшерергә тотондом. Гел өҫкә үрелеп үҫкән гөл тәьҫире ҡалдырған бындай һынды күргәнем юҡ ине әлегә тиклем. Ҡоҙғон ҡанаты төҫлө сәстәре йөҙөнөң аҡлығын көсәйтә. Һыҙылып киткән ҡаштар, күперенке ирендәр ҡабатланмаҫ һөйкөмлөлөк бирә. Оҙон муйын өҫтөндәге бәләкәйерәк башы сәскә тажы төҫлөрәк. Әллә түбәһенә йыйылған сәстәре шулай күрһәтәме? “Ну, Ләйсән, бөттөң былай булғас,”– тип этләшеп уйлап алам. Ләйсән синыфыбыҙҙың һылыуы: етен сәсле, ҡара күҙле ҡыҙ. Үҙенең үҙенсәлекле булыуы менән ғорур. Синыфтың бөтә малайҙары ла унан һушҺыҙ тиһәң, хата булмаҫ.

Әллә артыҡ өңөлөп ҡарап торғанғамы, ят ҡыҙ минең яҡҡа күҙ һирпте. “Мөнир, бөттө баш былай булғас,” – тинем үҙ–үҙемә. Тәнемде йәшен ярып үттеме ни! Мәктәп баҡсаҺының рәшәткәһенә тотонмаһам, тәгәрәп китә инем, валлаһи. Ә күҙҙәр! Ҡара керпектәр менән ҡаймаланған йәшел күҙҙәр – улар шул тиклем саф, гөнаһһыҙ. Шул уҡ ваҡытта йөрәк өҙгөс моңҺоулыҡ, түҙемлелек менән арбап алды. Йөрәгемде әллә ниндәй уҫал йәнлек сапсыны шикелле. Үлтереп һыҙларға кереште. Иҫемә төштө: яралы ҡоралай күргәйнем былтыр урманда. Кемдер атҡан да ала алмаған. Ул меҫкен ҡар өҫтөндә ҡанһырап ята ине. Мине күргәс, оло күҙҙәре менән мөлдөрәп ҡараны, ҡасырға талпынманы. Ҡотҡарырлыҡ түгел ине ул. Мин уның янында ҡала алманым. Саңғыла тау түбән елдерҙем. Яңаҡтарымды эҫе күҙ йәштәре өттө. Йән тетрәнеүе менән ҡараған күҙҙәр мине оҙаҡ эҙәрлекләне. Әле килеп … шундай уҡ күҙҙәр.

Һөйләшем дә, тегеләр кеүек юҡты бушҡа ауҙарғым да килмәй.

- Харап, берәүҙәр етдиләнеп, уйланып киттеме? – янымда йылмайып Ләйсән ҡарап тора. Башҡа ваҡыт булһа, бер һүҙенә мең һүҙ менән яуап ҡайтарыр инем.

Өндәшмәнем. Әллә телемде йоттом. Ләйсән турһайып

китеп барҙы – ул бындай вайымһыҙлыҡҡа өйрәнмәгән.

Бүлмәгә инеп парталарға урынлашыр ваҡыт еткәс, ят ҡыҙҙың ҡайҙа ултырырын күҙәттем. Ул урта рәттән икенсе партаға ултырҙы, мин тиҙ генә унан арттағы партаны ала һалдым. Эргәмә ултырған Илшаттың ни һөйләүен дә ишетмәнем. Миңә ят ҡыҙҙың төҙ генә арҡаһынан башҡа нәмә күренмәй ине. Синыф етәксеһе Гәүһәр Хәлитовнаның һүҙҙәре ҡолағыма ара–тирә бәрелә. Ул беҙҙе байрам менән ҡотлағас, һуңғы синыфта уҡыуҙың яуаплылығы хаҡында һөйләп үтте буғай.

- Ә, онотоп торам бит әле,– тип ялғап алып китте ул, – беҙҙең синыфҡа яңы ҡыҙ өҫтәлде. Исеме Һомай Аҡҡусҡарова була.

- Һомай!? – тип кемдер ҡысҡырып уҡ ҡуйҙы. ФамилияҺы ла исеме лә ҡалай сәйер, әллә ниндәй боронғо заман моңо сыға был исемдәрҙән!

Бөтөн йәшәүемдең маҡсаты яңы килгән ҡыҙ булып ҡалды тиһәм, хата булмаҫ. Уҡыуыбыҙға ай булып килә инде. Һомай тәки беҙҙең менән аралашмай. Fәжәп бит, уның йәшендә нисек инде япа–яңғыҙ йәшәргә була? Киноға бармай, дискотека тигән нәмә бөтөнләй белмәй, тиерһең. Ә уҡыуы? Был мәсьәләлә ул ысын вундеркинд инде. Математика уҡытыусыҺы ҡырыҫ, уҫал Рим Әхмәтович:

– Әгәр унлы билдәһе булһа, ҡуйыр инем Һиңә, Аҡҡусҡарова, – ти.

Математиканан ғына түгел, бөтөн фәндәрҙән шулай.

- Көнө-төнө дәрес ятлап ултыра шикелле, бахыр, – тип ғәйбәт сәсеп ала ҡыҙҙар. Үҙенә һиҙҙермәйҙәр. Ошондай фәрештә затына асыҡтан–асыҡ тел тейҙерергә оялалар буғай. Ҡыҙҙар тигәндәй, улар һуңғы ваҡыт шундай үҙгәреп китте. Бар яҡтан да беҙҙе уҙҙылар. Ҡаланан йыл һайын ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөгән ҡыҙҙарҙың йоғонтоһо ла ҙур булды. Үҙҙәре башлап егеттәргә хат яҙһындармы, дискотека көндәрендә ҡасып ҡына сигарет көйрәтһендәрме… Һанай китһәң, күп инде. Һомайҙы күмәкләп күрмәмеш булалар. Уның да, әйтерҺең, иҫе китмәй.

Синыф менән тыуған көн кисәҺен үткәрҙек. БаҡҺаң,өндәшмәҫ Һомай ҙа сентябрҙә тыуған икән. Килерме, юҡмы? Ашҡынып көттөм. Килде бит, килде. Минең аһ–зарлы саҡырыуымды ишеттеме әллә?

Ҡыҙҙар үҙҙәре бешереп килтергән тәм–томдан өҫтәл әҙерләй, бик йәнле, күңелле ҡыланалар. Мин дә әсәйем биреп ебәргән төйөнсөктө һуҙҙым. Һомай үҙе килтергән нимәнелер тәрилкәгә бушатып тора ине, кинәт миңә һирпелде. Тәүге тапҡыр күргәндәге һымаҡ, сәйер, татлы хис йөрәгемде телде…

Ҡайтыр алдынан ниндәйҙер һалмаҡ көй һалып, ҡыҙҙар үҙҙәре егеттәрҙе бейеүгә алып төшөп китте. Мине Ләйсән саҡырғайны, төшмәнем. Ситтә торған Һомайға ымлап: “Ул гел ситтә бит,” – тинем дә үҙен вальсҡа саҡырҙым. Бер нисә секунд ҡына икеләнгәндән һуң, ул төштө. Һомайҙың биленә ҡулым тейгәс, әйтеп килештерә алмаҫлыҡ хистәр кисерҙем. Әйтерһең, усыма тетрәнеп торған нәфис күбәләк алдым. Уны ҡулдарың менән тотоу түгел, хатта уйың менән дә ҡағылырға ярамай икәненә төшөндөм. Танауыма ынйы сәскәһе еҫе бәрелде.

Ҡайтырға сыҡтыҡ. Төн айлы, тымыҡ. Көҙөн һирәк була торған гүзәл кистәрҙең береһе! Башта оло юл буйлап бөтәбеҙ ҙә бергә барҙыҡ. Шунан икешәрләп, берәмләп айырылыштыҡ. Мин Һомайҙы оҙатып ҡуйырға булдым. Ул да Һүҙемде кире ҡаҡманы. Уның өләсәһе менән генә йәшәгәнен белә инем инде.

- Әйҙә, бер аҙ йылға буйында йөрөйөк ,–тинем. Риза булды. – Һин ниңә шулайһың, Һомай, башҡаларҙан айырылып тораһың? – тип һораным мин. Күптән әҙерләгән һорауымды онотоп ҡуймайым, тигәндәй. Тупһыҙыраҡ килеп сыҡты, ни хәл итәһең.

- Әллә, ниңә улайҙыр, үҙем дә белмәйем, – тине ул үҙе лә хайран ҡалғандай. – Мин башҡаса була ла алмайым. Шулай булғас, ни хәл итәйем?

- Һинең ата–әсәйең ҡайҙалар ул? – тип дауам иттем мин. Уның хаҡында бик күп белгем килә шул.

- Әсәйем, мин тыуып биш–алты ай үткәс тә үлгән. Былтыр атай ҙа вафат булып ҡуйҙы. Беҙ Памирҙа йәшәнек бит. Ул метеорология станцияһында эшләне. Бер ваҡыт эштә саҡта бәхетһеҙлек булып, ҡар аҫтында ҡалған. Яҙға табан ғына таптылар, – ул ҡәҙимге тауышы менән һөйләй. Әйтерһең, дәрестә яуап бирә.

- Ни эшләп ул яҡта йәшәнегеҙ?

- Олатай менән өләсәй йәш саҡтан уҡ Башҡортостандан китергә мәжбүр булған. Әгәр китмәһәләр, төрмәгә эләгерҙәр ине. Заманы шулай булған. Атай унла тыуған. Әсәй тау ҡыҙы булған. Атайҙы яратҡас, башҡортса өйрәнгән хатта. Ул үлгәс, атай бүтән өйләнмәгән. Өләсәйем гел Башҡортостанды һағына ине. Атай ҙа булмағас, ҡайттыҡ инде.

Ул башҡортса бер аҙ һуҙыбыраҡ һөйләй. Ҙур күҙҙәрендә тулған ай сағыла.

- Йә, һау бул, өләсәй көтә.

Һомай ҡапҡанан инеп китте. Мин китмәй тора бирҙем дә, үҙем дә һиҙмәҫтән, ҡапҡа ярығынан ҡараным. Ҡыҙ болдор күтәрмәһе алдында тора. Әллә күҙем алдай,әллә ысын: ул кинәт күтәрелде лә күтәрмәнән атлап түгел, осоп киткәндәй тойолдо. Fәжәп, ғәжәп… Юҡ, күҙем яңылыша буғай? Уны уйлай–уйлай ҡайтып киттем. Хатта кейгән кейеме лә башҡасараҡ бит. Күлдәге муйын-яурын тирәһенән бөрөмдәр булып аҫҡа төшә. Биле тар ғына үрелгән ҡайыш менән быуылған. Шул кейем уның һылыулығын асып ебәргәндәй. Итәге тубығынн күпкә түбән, атлаған саҡта шишмә һыуы кеүек өйөрөлөп, иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Кескәй аяҡтарында нәфис, үксәһеҙ туфлиҙар. Ҡуйы сәстәре түбәһенә өйөлгән. Был уға ғорурлыҡ биреп тора. Уның йөҙ салымында Нефертити һыҙаттары ярылып ята бит: һөрмәле күҙ, тулы ирендәр, түңәрәк эйәк, оҙон муйын.Үҙемдең ошо бәләкәй генә асышыма ҡыуанып киттем. Ә исеме… Ул бөйөк зат булырға яралғандыр. Тап шулай. “Шайтан ботағы” кеүек егет инем, уйсанландым. Уҡыуым да алға китте. Фәрештә кеүек ҡыҙ алдында ҡалай итеп һынатмаҡ кәрәк. Ҡыҙҙар этләшеп ҡаранылар ҙа тындылар. Мин, йүләр, көн дә Һомайҙарҙың ҡапҡа төбөнә барам. Ишек алдын ярыҡтан булһа ла күҙәтәм. Йорт алдында хәрәкәт һиҙелмәй.

Бер көн әллә нишләп ҡайтҡы килмәй ултырам да ултырам. Ишек алдына Һомай килеп сыҡты. Ул ҡапҡаға табан атланы. Мин шунда үҫкән йыуан тирәк артына боҫтом. Төнө лә айлы шул. Һомай йөҙөп барған кеүек атлай, шул тиклем шәп килә. Өҫтөндә спорт костюмы, оҙон сәстәрен арҡаһына төшөргән. Ҡайҙа бара ул? Башыма йәмһеҙ уй ҙа килеп ҡуя. Фәрештә тигәнем пәрейме әллә? Ул йылға буйына боролдо. Артына бер ҡараһасы… Текә яр ситенә килеп баҫты ла бушлыҡҡа атданы. Мин ауыҙымды астым, өнөм сыҡманы. Артабанғыһы әҙәм ышанырлыҡ түгел ине. Ҡулдарын ҡанат һымағыраҡ йәйгән ҡыҙ ҡош һымағыраҡ осоп бара! Юҡ, ҡанат һымаҡ елпемәй ул ҡулдарын, һирәк–һаяҡ ҡына ҡағып алғылай. Ағастар өҫтөнән китте. Талғын ғына түңәрәк яһай. Бер аҙ бейегәйә бирҙе лә күҙҙән юғалды. Мин ни үле, ни тере түгелмен. Шул тиклем хайран ҡалдым, уй һәләтлегенән яҙҙым. Яр ситендәге кескәй йырынға боҫтом да уны көтәм. Сәғәт самаһы ваҡыт үткәндер. Ҡыҙ тып итеп ярға килеп баҫты, атлап китте. Күҙҙәрендә илаҺи бер бәхет яна ине. Ул етеҙ генә өйөнә ҡайтып китте.

Был хәл йөрәгемде ярып китһә лә, мин яңылығымды бер кемгә лә һөйләмәнем. Һаман Һомайҙы күҙәттем. Ул болотло, елле көндәрҙә өйөнән сыҡмай. Аяҙ, йондоҙло, айлы күкте ярата. Осҡан көндөң иртәгәһенә ул бик күңелле була. Хәрәкәттәре етеҙ, йөҙө шат. Уҡыуҙа һабаҡташтарға ярҙам итергә тора. Ә йонсоу көндәрҙә уның йөҙө лә болоҡһоу.Ни аҡыллы, ни тиле йөрөп, яҙ етте. Марттың күҙҙе сағылдырғыс, зәңгәр күкле, яңғырауыҡлы тамсылы көндәре килде. Бөтәһенә лә күңелле. Йәнлелек. Үҙ уйҙарына бирелеп, шат йөрөгән төҫлө ул. Класс менән барыбер яҡынайманы. Уға “Күләгә” тип исем ҡуштылар. Ә мин “Күләгәнең күләгәһе” инем. Муйыл сәскәле май айы етте. Минең аҫыл ҡошом да көн дә оса башланы. Йөрәгемде шом ала. Хас ул харап булыр төҫлө, ҡотом осоп осоштан ҡайтҡанын көтәм. Бер көн һаҡһыҙлыҡ күрһәтеп, әллә көрһөнөп ебәрҙем. Ул мине күрҙе. Ҡарап ҡатты. Йөҙөн һағыш алды.

-Мөнир,– уның тетрәнеүле бармаҡтары ҡулыма орондо.

-Һин бер кемгә лә әйтмә. Әйтмәҫһең, һин бит яҡшы егет?

-Һомай, йөрәккәйем, әйтмәм,– минең оҙаҡ сабыр итеүҙән, артыҡ көсөргәнештән сабыр ҡанаттарым һынғайны. Күҙемдән йәштәр атылып сыҡты.

-Мөнир, Мөнир, һин дә миңә бик яҡын бит, – тип бышылдай ҡыҙ.– Беҙ бынан ары гел дуҫ булырбыҙ. Тик бөгөнгә ҡайтайыҡ. Һинең күп һорауҙар биргең килә, эйеме? Яуап бирәм. Минең әсәйем осҡан. Ҡыҙ саҡта. Тик ул атайыма ғашиҡ булған, кейәүгә сыҡҡан. Кейәүгә сыҡҡас, ул бүтән оса алмаған. Шул һағышты күтәрмәгән ул. Үлгән.Үҫеп еткәс, мин дә оса башланым. Был хәлде фән әлегә аңлата алмай. Минең тәнемдә ерҙең тартыу көсөн юҡ итә торған нимәлер бар. Ул фәрештә көсө тип атала. Минең кеүек кешеләр була. Тик бик һирәк. Улар яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән. Элек уҡыған мәктәптә был хаҡта белеп ҡалдылар. Миңә әллә сихырсыға, әллә енгә ҡарағандай ҡарай башланылар. Унда ҡалыу мөмкин түгел ине. Бына һин бөтәһен дә белдең. Тик мин һиңә ышанам. Йөрәгең изге, ундайҙар юҡ дәрәжәлә бит. Мин бөгөн арыным. Ҡайтайыҡ. Иртәгә шунда осрашырбыҙ.

Ҡыҙҙың йөҙө йосоп киткән. Мин уны күтәреп алдым. Ул ҡарышманы. Нәфис, хуш еҫле сәстәре битемде ҡытыҡланы. Татлы һулышы муйыныма бәрелә. Уны ҡапҡанан индереп ебәрҙем. Ҡайтҡас уҡ татлы йоҡоға сумдым. Был һуңғы айҙарҙағы тәүге тыныс йоҡом ине.

Иртән еңеллек менән һикереп торҙом да бер стакан һөт менән генә тамаҡ ялғап мәктәпкә киттем. Уны күреү менән күңелемде әйтеп аңлатҡыһыҙ шатлыҡ–ҡыуаныс тултырҙы. Ул да һиҙелер–һиҙелмәҫ йылмайҙы. Ҡыҙҙар бер мөйөшкә йыйылып, быш–быш һөйләшә. Егеттәр битараф күренә. Ләйсән миңә утлы ҡараштар атҡыланы. Минең йөрәгем өшөп китте. Улар ниҙер белә. Шулай аптырашта өс дәрес уҙҙы. Башыма бер нәмә лә инмәне. Физика дәресендә мине уҡытыусы таҡтаға сығарҙы, мин аптырап шаңҡыным да ҡалдым. Теҙелеп торған “бишле”ләр янына муйынын йылан кеүек кәкерәйтеп “икеле” менеп ҡунаҡланы. Билдәле, быға минең иҫем китмәне. “Уның осҡанын күрҙеләрме?” – тигән һорау мейемде быраулай ине.Оҙон тәнәфестә Ләлә килеп Һомайҙың ҡолағына ниҙер әйтте. Башҡа ҡыҙҙар күренмәне. “Әһә, Һомайға үҙҙәренсә “темный” эшләргә уйлайҙар былар”, – тип уйланым мин. Ул арала Һомай Ләлә артынан сығып китте. Мин уларҙы күҙҙән яҙҙырманым. Ҡыҙҙар мәктәп тирәләй ултыртылған ағас һәм ҡыуаҡтар төпкөлөнә инеп китте. Мин дә шым ғына икенсе яҡлап шунда киттем. Акация шырлығына ҡыҙҙар йыйылған. Үҙен урап алған ҡыҙҙар араһында күҙҙәрен ҙур итеп асып Һомай тора. Унда ҡурҡыу юҡ, һуңғы сиктә ғәжәпләнеү ҡатып ҡалған. Ләйсән һүҙ башланы:

- Һомай, һин ниңә беҙҙең ауылға килдең? Беҙҙең бөтә тормошто пыран–заран килтерҙең, –тине. Миңә бишенсе кластан бирле күҙ атҡан Наилә:

- Мөнирҙе, етмәһә, үҙеңә ҡаратып алдың, – тип сыйылданы.

- Малайҙар бөтәҺе лә һинән күҙен алмай, әллә сихырланыңмы?

- Күләгәһе менән сихырлай ул.

- Оятһыҙ, кисә Мөнирҙән күтәртеп алған булған.

Ҡыҙҙар бер юлы Һомайға ябырылды.

- Теймә Мөниргә!

Һомай ҡурҡмай ине, уның сырайы мине тынысландырҙы.

Улар араһына тығылмай торорға булдым. Бына ҡырт боролдо ла китмәксе булды.

– Туҡта, яуап бир, – тип сәрелдәне Наилә.

Кинәт Ләйсән, ҡулын ирҙәрсә күтәреп, һелтәп ебәрҙе. Ләкин, ни ғәжәп, уның ҡулы Һомайға барып етмәй, кире ҡаҡсыны. Күҙгә күренмәгән көс Ләйсәндең ҡулын кире һелтәгәндәй булды. Наилә ерҙән баш бармағы ҙурлыҡ таш алып Һомайға бәрҙе, таш, тас иткән тауыш сығарып, Наиләнең үҙенең йөҙөнә ҡаҡлыҡты.

– Ул бит кеше түгел, пәрей, – тип ҡото осоп сырылданы Ләлә. Ҡыҙҙар абына–һөрөнә мәктәп яғына йүгерҙе.

Мин тиҙ генә Һомай янына барҙым, ҡулынан тоттом. Һомайҙың йөҙө, ирендәре ағарып киткән, тик ул бик тыныс ине.

-Үҙҙәренә насар эшләнеләр, – тине ул бер аҙ торғас. – Кеше тәбиғәте шулай үҙенә зыян эҙләп тора. Былар яңылышмаһалар, бөтәҺе лә уңыр ине. Хәҙер мин бер нәмә лә эшләй алмайым, хатта теләһәм дә. Уларҙың һуғыуҙары миңә теймәгәненә аптырама. Кәрәк ваҡытта минең тирәлә шундай көс барлыҡҡа килә – хатта ен осоп килһә лә, ситкә ҡаҡлығыр ине.

Беҙ бүтән дәрескә инмәнек. Мин сумкаларҙы алдым да кластан сығып киттем. Бөтәһенең дә ҡарашы мине оҙатты. Иҫем дә китмәне, Һомайҙың тыныслығы миңә лә күсте.

– Рәхмәт, Мөнир, һин көслөһөң. Бәндәселек түбәнлеген еңә алдың, – тип ҡуйҙы Һомай. Мин аптырайым. Был һүҙҙәрҙе, әйтерҺең, ун алты йәшлек ҡыҙ түгел, аҡыл эйәҺе инәй әйтә.

Һыу буйына киттек. Сумкаларҙы бер ағасҡа элдек тә, етәкләшеп йөрөнөк тә йөрөнөк. Асығыу, арыу һиҙелмәне. Әллә ни һөйләшеп тә барманыҡ, әйтерһең, күңелдәр генә һөйләшә ине. Етәкләшкән көйө тауға мендек, ҡайынлыҡ аша үтеп, иген баҫыуҙарына килеп сыҡтыҡ. Киң баҫыу яҙғы елдән йәшел тулҡындарын йүгертә, һабан турғайы һайрай. Был моңдан яландар тағы ла киңәйеп– йәйелеп киткән төҫлө. Миңә бик моңһоу булып китте. Күңелем ниҙер һиҙеп болоҡһоно.

– Мөнир, әйҙә осабыҙ! Һин саҡ ҡына ла ҡурҡма. Әгәр ҡурҡһаң, бер ни ҙә килеп сыҡмаҫ, – тине ҡыҙ ҡапыл ғына.

- Һин көндөҙ ҙә оса алһыңмы ни? – тип ғәжәпләндем мин.

- Була, күрәҺең. Һинең эргәлә булыуың миңә көс бирә, ә мин Һиңә кәрәкле көстө бирермен!

Ерҙән айырылғанды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Талғын ғына күтәреләбеҙ. Тәндә сикһеҙ еңеллек. Тулҡын–тулҡын ужымдар Һыу аҡҡандай күренә.

Ах, нисек рәхәт!

Мәңге шулай осор инем!

Ниндәй киңлек!

Ана, борғоланып, ялтырап йылға күренә, күрше ауылдар умарта ҡаласығы һымаҡ һибелгән, ваҡ ҡуңғыҙҙар һымаҡ автомобилдәр күренә. Һалҡынса булып китте. Һомайға күҙ һалам. Ул бәхетле йөҙө, күҙҙәре яна. Һомай мине ҡайынлыҡҡа алып китте. Бер аҡланға килеп төштөк. Төшкәндә йөрәгем тамаҡҡа тығылғандай бер тойғо кисереп алдым. Йәшел үләнгә тәгәрәнек. Әле генә һауала инек – хәҙер баш өҫтөндә умырзая таждары тирбәлә.Һомай аҡ тештәрен йымылдатып, күҙҙәренән көлтә нурҙар сәсеп йылмая. Түҙмәнем, ҡосаҡланым да ал сәскә кеүек ирендәренән үбеп алдым. Тағы, тағы үптем. Һис яратыуҙан туймаҫ инем. Ләззәтле тыны мине иҫертте. Нәфис тәне шул тиклем татлы. Мөмкин булһа, йөрәгемә генә индереп ултыртып инем. Мин ярһый барҙым. Ҡулдарының һәр бармағын, ус төптәрен үптем. Хисемә түҙә алмай, йомро тубыҡтарын үбә башланым. Шул саҡ Һомайҙың мамыҡ кеүек тәне ҡапыл ҡатып, таш кеүек һыуынып китте. Хәҙер нәфис ҡошҡа түгел, таш һынға оҡшаған. Болот сәстәрен ел елберләтә. Йөҙө ҡырыҫ, һалҡын.

– Әйҙә, ҡайттыҡ, – тине ул, шаҡтай һалҡын тауыш менән.– Мөнир, асыуланма, мин һине яратам, ләкин һинең төҫлө түгел…

Аңлап булмай уны. Үҙе тоноп бара торған Ләйсән түгел. Fөмүмән, бер ҡыҙға ла оҡшамаған.Ҡояш байыны. Етәкләшеп, йүгереп аҡландан сыҡтыҡ. Ауылға атланыҡ. Һомай хәҙер: “Әйҙә, айырым китәйек,”– тиер тип уйланым. Ләкин ул өндәшмәне. Минең менән ҡушлап атлауын белде. Осраған кешеләр ғәжәпләнеп боролоп ҡараны. Ә ул тыныс тауыш менән иҫәнләшә лә үтеп китә. Уларҙың ҡапҡа төбөнә еттек. Ҡыҙ күҙҙәрен тултырып, етди итеп миңә ҡараны. Уның күҙҙәрендәге әйтеп бөткөһөҙ һағыш йәнемде тетрәндерҙе.

– Йә, һау бул, – тауышы шул тиклем бойоҡ сыҡты. Ул, кинәт үрелеп, яңағымдан үпте. Юҡ, саҡ ҡына ҡағылманы. Ныҡ, оҙаҡ итеп үпте лә бүтән боролоп ҡараманы, ҡапҡанан инеп китте.

Хистәрем шул тиклем дә ташҡайны. Йөрәгем дөпөлдәп, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә хәл алдым.

Өйҙә әсәйем:

-Көн оҙоно ҡайҙа юғалдың ул? – тип һуҡранып ҡаршы алды. Минең янып барған йөҙөмдө күреп. – Кит,йүнһеҙ, әллә аурый инде, шул сиккә еткәнсе йөрөргә кәрәк бит, – тип ҡуйҙы. Артыҡ һүҙ оҙайтып торманы. Ул бик сабыр, түҙемле. Мең төрлө уйға батһа ла, үҙемдең һөйләп биргәнде көтәсәк. Үҙ

бүлмәмә үттем, урынға яттым. Күҙемде йомдом, үҙемде һаман тығыҙ һауаны ярып осҡан төҫлө тойҙом. Ята–ята серемгә киттемме инде, әллә төш, әллә өн… Күкрәгемә ҡунған ап–аҡ күгәрсен мәрйен күҙҙәре менән миңә текләгән. Ҡулымды уға Һуҙҙым. Ул ебәк кеүек шыма ҡаурыйҙары менән усымдан һыпырылып сыҡты ла асыҡ тәҙрәгә осто. Май айының матур таңы атып килә ине. Алһыулыҡ һибелгән зәңгәр күктә уның осоп юғалғанын күҙәттем. Ҡулымда иҫ киткес нәфис, бәләкәй генә аҡ ҡаурый ҡалғайны. Аптыраманым. Һуңғы ваҡыттағы ваҡиғалар аптырамаҫҡа өйрәтте.

Һомай уҡырға килмәне. Ҡыҙҙар йәнә бышылдашты. Әйтерһең, ҡысҡырып һөйләшергә ҡурҡалар ине. Бүлмә йәмһеҙләнеп киткән. Әллә нисә кеше “икеле” алды. Уҡытыусылар асыуланды: “Был ни хәл? Ҡыш буйы ҡыланмағанды, имтихан алдынан Һөнәр күҺәтергә булдығыҙмы?” Мәктәптән сыҡҡас, Һомай йәшәгән йортҡа киттем. Тәҙрәгә текләп оҙаҡ торҙом. Ул күренмәне. Кескәй генә таш менән быялаға бәрҙем. Тәҙрә асылды, унан аҡ яулыҡ ябынған әбей күренде.

- Өйгә ин, улым, – тине ул. Индем. Иң кәрәкле йыһаз ғына булған, бик бөхтә өй эсе. Бер мөйөштә аҡ япма менән ябылған карауат тора. Күпертелгән мендәргә зәңгәр сәскә сигелгән.

- Ултыр, улым, – тине әбей. Китап кәштәҺенән бер ҡағыҙ алып бирҙе.

“Мөнир, мин китәм. Һинең менән тағы бер тапҡыр ғына осрашһам, мин китә алмаясаҡмын. Ә минең әсәйем яҙмышын ҡабатлағым килмәй. Ул ваҡытта һиңә бигерәк ауыр булыр ине. Fүмер буйы тере мәйет булып йәшәр инең. Ә былай үҙеңә оҡшаған ҡыҙға өйләнерҺең. Бәхетле булырһың. Ул һинең эргәңдә йөрөй.Унан һуң, ер кешеләре күк менән аралашып йәшәр кимәлгә етмәгән. Файҙа эшләргә ынтылыу уларға яманлыҡ булып күренә. Мин һине бөтөнләй ташламаясаҡмын. Ауыр саҡта ярҙам итермен. Хуш. Мине үҙ донъям саҡыра…

Һомай.”

- Тыныслан, улым. Эсеп ебәр. – Әбей миңә һыулы кескәй сынаяҡ һуҙҙы. Теш ҡамаштырырлыҡ һалҡын, саҡ ҡына шәрбәтле һыу.

Эйе… Һәр кемдең үҙ донъяҺы, үҙ бейеклеге…

Бер аҙҙан тынысландым. Һомай менән булған ваҡиғалар минән алыҫлашҡандай тойолдо. Ҡыҙҙың гүзәл һыны бер матур төш һымаҡ булып ҡалды.



Фото: интернет.




Читайте нас: