Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2019, 02:00

ҒҮМӘР МУЛЛА

Һәр ауылдың тарихында билдәле шәхестәре бар. Аҙнай (Буранғол) ауылы муллаһы Ғүмәр Шәкир улы ҒӘЛИӘСКӘРОВтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында райондаштарыбыҙ белергә тейеш, тип иҫәпләйем.

Һәр ауылдың тарихында билдәле шәхестәре бар. Аҙнай (Буранғол) ауылы муллаһы Ғүмәр Шәкир улы ҒӘЛИӘСКӘРОВтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында райондаштарыбыҙ белергә тейеш, тип иҫәпләйем.



Ғүмәр Шәкир улы 1888 йылдың 2 ноябрендә Аҙнай волосы Буранғол ауылында (хәҙерге Ишембай районы Аҙнай ауылы) тыуа. Үҫмер егет Көҙән ауылындағы Әхмәтша хәҙрәт мәҙрәсәһендә һабаҡ алғандан һуң, Троицк ҡалаһындағы Зәйнулла ишан Рәсүлевтың “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә белем алыр өсөн тыуған ауылынан ылауға эйәреп, боронғо сауҙа юлы менән сәфәргә сыға. Ул замандарҙа Шиҙе йылғаһының үҙәне буйлап, Ишһары, Кәлмей йәйләүҙәрен үтеп, Үрек кисеүе аша Баймаҡ районының Темәс ауылына юл була. Шулай итеп, Ғүмәр, йәйәүләп, Ырымбур губернияһы Троицк ҡалаһына барып етә. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури менән бер осорҙа уҡый. Белем алып, тыуған ауылына ҡайта, өйләнә, бер ҡыҙы тыуа. 25 йәшендә хеҙмәткә саҡырыла. Буйға оҙон, сибәр, дини уҡымышлы егет линейный ротала хеҙмәт итә. Уға Николай II батшаны ике тапҡыр күрергә насип була. Хеҙмәт иткән осоро тураһында шундай тарих һаҡланған. Бер ваҡыт батшаның килеүен белеп, һалдаттарҙы сафҡа теҙәләр. Ротныйҙары ауырып киткән, рапорт бирергә кеше юҡ, түбән чинлы офицерҙар ҙа ҡурҡа ти. Ә беҙҙең Ғүмәр мулла сыҡҡан да рапорт бирә. Аҙаҡ ул взвод менән етәкселек итә. 1911 йылда Польшаға алып китәләр. Разведкала хеҙмәт итә. Ете генә кеше, береһе Кинйәбулаттан була, 1 взвод Австралия армияһы һалдаттарын ҡулға алалар. Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Ғүмәр Шакир улына Георгий тәреһен бирәләр. Ойоштороу һәләте барлығын белеп, уны полк муллаһы (мосолман һалдаттары күп була) итеп тәғәйенләйҙәр. Польшала беҙҙең динде алған ҡатынға өйләнә, ике ҡыҙы тыуа. Беренсе бөтә донъя һуғышы башланғас, ғаиләһе менән юлдары айырыла. Граждандар һуғышы дәүерендә данлыҡлы Блюхерҙың партизандар рәтендә ҡыҙыл комиссар вазифаһында ҡатнаша, взвод менән етәкселек итә. Маҡарҙа үтәсәк йыйынға барған сағында, Аҙнайға ҡайтып, оҙаҡ йылдар күрмәгән ғаиләһен күреп килергә рөхсәт һорай. Ғаиләһе менән хушлашып сыҡҡас, Арлар ауылында аҡтар тарафынан ҡамауға эләгәләр. Һалдаттарын үлтерәләр, ә Ғүмәрҙе язаға тарттыралар. Арлар ауылының муллаһы ярҙамы менән ул иҫән ҡала. Һалдаттарын юғалтҡаны өсөн хөкөмгә тарттырылып, һөргөнгә оҙатыла. Күп ауырлыҡтар үткәргән, үлем хәленә еткерелеп язаланған, тәндәре ҡутырлап бөткән Ғүмәрҙе сығарып ташлайҙар. Әммә ул Хоҙай Тәғәләнең ярҙамы менән, үҙенә доғалар уҡып, аяҡҡа баҫа. Хәл кергәс, тыуған яғына ыңғайлай. Үҙ ауылына ҡайтҡас, беҙҙең данлыҡлы, уҡымышлы муллабыҙҙы халыҡ имам итеп һайлай. Советтар Союзы осоронда Сәғүд Ғәрәбстанының короле Ғүмәр мулланы хат аша хаж ҡылырға саҡыра. Әлбиттә, ул хаж ғәмәлдәрен үтәп ҡайта.
Ауыл халҡы хәтерләүенсә, Мәүлит, Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәрен Ғүмәр мулла кешеләр өйөндә, Шиҙе йылғаһы буйында уҡый. “Тауышы матур ине, аҙан әйткәне тирә-яҡҡа асыҡ ишетелеп торор ине”, - тип хәтерләй ауылдаштары. Шулай уҡ доғалар уҡып, өшкөрһә, тыны килешкән. Ғүмәр мулла оҙон ғүмерле була, 1979 йылдың 19 майында, 91 йәшендә вафат була. Арҙаҡлы шәхесебеҙ, Ғүмәр мулла халҡыбыҙ хәтерендә мәңге һаҡланыр.

(Мәғлүмәттәр Аҙнай ауылында йәшәүсе Ғүмәр мулланың кесе улы Мәғәфүрҙең хәтирәләренән яҙып алынды).
Читайте нас: