Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2019, 02:00

Туған фабрикам – ғорур яңғырай!

9 июнь – Текстиль һәм еңел сәнәғәт эшсәндәре көнө

9 июнь – Текстиль һәм еңел сәнәғәт эшсәндәре көнө



Тимашевка ауылында тыуып үҫкән Людмила Берестова ҡасандыр педагогия институтына конкурс буйынса үтә алмауын йылмайып хәтергә ала.
- Быға һис тә үкенмәйем, ғаиләм кеүек яҡын коллективҡа килеп индем, предприятиебыҙ етештергән әйберҙәрҙе яратып кейгән кешеләрҙе күреп һөйөнәм, - ти хәҙер 39 йыл Ишембай ойоҡ фабрикаһында тырышыусы Людмила Николаевна.
Тырышлыҡ, уңғанлыҡ үҙенекен итә – хәҙер тәжрибәле тегенсе, предприятие ветераны үҙе бер нисә быуын йәштәрҙе өйрәтә. Хаҡлы ялға сығырға ваҡыты етһә лә, етәкселек уның китмәй тороуын һораған.
– Әгәр ҙә минең белемдәрем, тәжрибәм туған коллективыма кәрәк икән, ял итергә һуңғараҡ та өлгөрөрмөн. Фабрика әле яңы үҫеш этабына баҫҡан, күпме ауырлыҡтарҙы бергә күтәреп, хәҙер дәртләнеп эшләргә кәрәккәндә китеп барыу ҙа килешмәҫ, - ти эшенән, ғаиләһенән уңған замандашыбыҙ. - Ишембайға сит өлкәләрҙән ҡунаҡҡа туғандар, дуҫтар килгән саҡта «запасҡа» тип беҙ бәйләгән ойоҡбаштарҙы алып ҡуя һалалар. Заманса дизайны иң зауыҡлы һатып алыусыларҙы ла йәлеп итә. Халыҡ яратып кейә икән – эшебеҙгә был иң ҙур баһа.
Фото: Ольга Вәлитова.
Читайте нас: