Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2019, 02:00

Кеше кешегә булһын терәк

Ишембай психоневрология интернатының оло йәштәге һәм инвалид граждандарҙы стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһендә әлеге көндә 64 кеше йәшәй, уларҙы 29 социаль хеҙмәткәр ҡарай.

8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө



Ишембай психоневрология интернатының оло йәштәге һәм инвалид граждандарҙы стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһендә әлеге көндә 64 кеше йәшәй, уларҙы 29 социаль хеҙмәткәр ҡарай.
Изгелекле хеҙмәт башҡарыусылар араһында 25 йыллап тырышҡандары ла, яңыраҡ эш башлаусылар ҙа бар. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ тәғәйенләнеше, шулай ҙа барыһын да бында йәшәүселәрҙең тормошон уңайлы итеү маҡсаты берләштерә. Яҡшы туҡландырыу, таҙалыҡты тәьмин итеүҙән тыш ололар өсөн мәҙәни-ял саралары ла ойошторола, медицина йүнәлешендәге һәм башҡа төр ярҙам да күрһәтелә. Ҡалала ғына түгел, башҡа райондарға сығып, республика кимәлендәге фестивалдәрҙә лә ҡатнашып ҡайтырға өлгөрәләр.
- Беҙҙә бөтә кеше лә эшләй алмай.Сабырлыҡ, һәр кемдең күңеленә юл таба белеү, оло кешеләрҙең һәм инвалидтарҙың психологияһын белеү талап ителә, - ти бүлексә етәксеһе Людмила Сливочкина.
Социаль эш буйынса белгес Айһылыу Ғарифуллина ла үҙенең хеҙмәтен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Уға күпселек документтар менән эшләү бурысы йөкмәтелгән. 2009 йылдан алып эшләүсе белгес һөнәренең бар нескәлектәрен белеп бөткән.
- Һөнәри байрамдары менән барлыҡ хеҙмәттәштәремде тәбрикләп, барыһына ла сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйем. һөнәремде яратам, ололарға ярҙам итеү бурысын тойоу тәрбиәнән киләлер, - тине ул.
Бүлексәлә кер йыуыу һәм кейемдәрҙе ремонтлау буйынса машинист Флүзә Арифулинаны ла эш мәлендә осратып һөйләштек. Ул да бында оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә. “Бик яуаплы, коллективта хөрмәтле кеше ул”, - тине коллегалары Флүзә Урал ҡыҙы хаҡында. Түшәк кәрәк-яраҡтарын, кейемдәрҙе йыуыу, киптереү, үтекләү барыһы ла ошо апай иңендә.
- Эшемдең һөҙөмтәһен күреү, кешеләргә кәрәкле, файҙалы булыу күңелемә оҡшай. Артабан да коллективым менән бергә хеҙмәт итергә яҙһын, - тигән теләктәрен әйтте сабыр холоҡло ханым.
Изге һөнәр эйәләре йыйылған бында. Кешеләрҙе ысын күңелдән яратҡандар ғына уға тоғро хеҙмәт итә алыуын раҫлаған көслө, миһырбанлы коллектив.

Фото: автор.
Читайте нас: