Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2019, 02:00

"Боҙом" (хикәйә)

Асыуынан шартларҙай булып килеп сыҡты әхирәтенең йортонан Гөлфиә. Ҡайһы арала донъяһын бөтәйтеп, төҙөкләндереп өлгөргәндәрҙер… Машина ишеген шартлата ябып һөйләнә-һөйләнә ултырған кәләшенә Сабир әһәмиәт биреп торманы, тынысланыр әле. “Шулай бүтәндәр тормошонан көнләшеп, асыуынан күркәләй ҡабарып-ҡабарып ала торған холҡо бер бөгөн генә түгел,” – тип уйланы сабыр тәбиғәтле иптәше.
Ләкин юлда ла, унан һуң да үҙ-үҙенә тыныслыҡ таба алманы Гөлфиәнең көнсөл күңеле. Киреһенсә, ярһый ғына барҙы. Тормоштоң үҙенә ҡарата шул хәтлем ғәҙелһеҙлегенә йәне көйҙө, эстән генә үртәлде. “Уҡыуҙа ла ул иң шәбе булды, эштә лә һынатманы, хәҙер ғаилә тормошо ла “гөлт” итеп тора,” – тигән уй мейеһен бырауланы.
Гөлфиә менән Нургөл юғары уҡыу йортонда бергә уҡыны. Студент саҡтарында һүҙҙәре әллә ни берекмәһә лә, эшләй башлағас ныҡлап аралаша башланылар. Дөрөҫөрәге, уртаҡ мәшәҡәт: эш эҙләү мәсьәләһе яҡынайтты. Тәжрибәһеҙ юғары белемле белгестәрҙе бер урында ла ҡосаҡ йәйеп ҡаршылаусы булманы. Өмөттәрен тамам өҙөп, төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгәндә, “Һәләтле балалар ижады үҙәге”нә саҡырҙылар. Уҡыуҙар башланыу менән, район үҙәгендә урынлашҡан төрлө мәктәптәрҙән һәләтле уҡыусыларҙы йыйып, түңәрәктәр үткәреү кеүек эштәр улар иңенә йөкмәтелде.
Ярты йыл ваҡыт үтеүгә, ниндәй эш ҡушылһа ла бар тырышлығын һалып башҡарған, уҡыусылары менән төрлө конкурс-ярыштарҙа ҡатнашып һиҙелерлек һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешкән Нургөлдө үҙ итеп өлгөрҙөләр. Икенсе уҡыу йылы башына директор урынбаҫары декрет ялына киткәс, ҡыҙҙы үрләтеп ебәрҙеләр. Шунда беренсе тапҡыр әхирәтенең уңыштарына көнләшеп эстән генә ҡара янғайны Гөлфиә. Ләкин көйөнөүҙәре оҙаҡҡа барманы. Ҡолас йәйеп эшләп тә өлгөрмәне, элекке урынына кире төшөрҙөләр. Дөрөҫөрәге, сабыштан һуң туҡтағас та һыу эсеп янған йүгерек ат кеүек үҙ-үҙен яндырҙы Нургөл.
Район буйлап мәктәптәрҙә дәрес-түңәрәктәр ҡарап йөрөгәндә юғары категориялы уҡытыусының дәресен апаруҡ ҡына тәнҡитләп ташлаған.
– Бөгөнгө көн талабына ярашлы дәрестәрҙе нисек ойошторорға кәрәк икәнлеген аңламаһағыҙ, һуңғы йылдарҙа был темаға ярашлы даими баҫылып торған китап-дәреслектәрҙе ҡараштырырға йыбанһағыҙ, исмаһам, интернет селтәрендә тулып ятҡан оҫталыҡ дәрестәрен ҡарағыҙ, өйрәнегеҙ, – тип кәңәш биргән.
Ҡаршы өндәшеүсе булмай, әммә сарпыуы бер нисә көндән үк килеп ҡағыла. “Тәжрибәһеҙ йәш кеше юғары дәрәжә биләргә тейеш түгел,” – тигән һылтау менән райондың мәғариф бүлегенән килеп вазифаһынан бушатып китәләр. Теге уҡытыусының шунда эшләгән ике туған ағаһы “тырышҡан” тинеләр. Ә Гөлфиә: “Үҙеңә етмәгән аҡылды башҡаларға өйрәтеп маташһаң шулай була ул,” – тип эстән генә тантана итте.
Әхирәтенең үҙенә ҡырын ҡарағанын, эстән генә йоҙроҡ төйгәнен һиҙмәне Нургөл. Бәлки, аңлаһа ла иғтибар итергә тырышмағандыр. Тормоштоң төрлө миҙгелендә лә бәхетле була белгәндәр, ундай ваҡлыҡтарға артыҡ иғтибар итеп бармайҙар бит. Киреһенсә, бергә эшләгән иптәшен үҙе артынан әйҙәне.
– Уҡыусылар ялҡау, бер нимәгә лә өйрәнергә тырышмайҙар, – тип бәләһен һалған Гөлфиәгә:
– Ә һин уларҙың ынтылыштары булһын, түңәрәктәреңә теләп, шатланышып йөрөһөндәр өсөн тырыш. Кеше күңеленә күпер һалырға биш йыл буйы бушҡа өйрәтмәнеләр бит, – тип йылмая. – Ғөмүмән, һәләтһеҙ, булдыҡһыҙ бала юҡ ул. Балаһына ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш бирә белмәгән ата-әсә һәм ваҡыт үтһен дә ай аҙағында эш хаҡы бирһендәр тип илке-һалҡы йөрөгән уҡытыусылар ғына бар, – тип тә өҫтәп ҡуя.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тигәндәй, һүҙҙе артабан ҡуйыртып тормай тегенеһе. Асыуынан уртын сәйнәп кенә ҡуя. Шулай, ике әхирәт араһында барған өнһөҙ алыш ике йыллап дауам итте. Аҙаҡ икенсе районға кейәүгә сығып китте Гөлфиә.
Бөгөн оло улын баш ҡалаға дауаханаға алып барып ҡайтып килгәндә, юл ыңғайы Нургөлдәргә ингәйнеләр. Элеккеләй шат, бәхетле йылмайып йөрөгән әхирәтен, баҫалҡы ғына ирен, сынъяһау донъяһын күреп көнләшеүҙән, үҙенеке менән сағыштырып ҡарап, асыуҙан талағы ташты ла инде. Өйөнә ҡайтып еткәс тә тыныслана алманы. Етмәһә, киренән урынбаҫар итеп үрләткәндәр, ә ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп, маңҡа танауҙар менән көнө-төнө мәж килеп, Нургөлдөң ярты эш хаҡын да алмайҙыр әле, хеҙмәтен күреүсе лә юҡ.
Өшкөрөүсе, күрәҙәсе кеүектәр тураһында һөйләһәләр көлөп кенә ҡарай торғайны. Һуңғы ваҡытта был тылсым эйәләренә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер артты. Райондан әллә ни алыҫ түгел ҡалала йәшәгән шундай әбейҙең барлығын да белә. Оҙаҡ ауырыуҙан яфаланған күрше ауыл ҡатынын дауалаған икән тип, һөйләп торғайнылар магазинда. Иренең һөйәркәһе имләткән булған тиме шунда.
Ауылда эштең иң ҡыҙыу мәлендә алдына алған ниәтен тормошҡа ашырырға сыҡты ла китте. Күптән йыйылмаған ҡурай еләктәрен турғайҙарҙың ашап бөтөп барыуы ла, түтәлдәрҙә ҡыярҙарының һарғайышып ятыуы ла, йүнләп ҡаралмағанлыҡтан өйрәк себештәренең үлешеп бөтөп барыуы ла, ә иң мөһиме улының сире тағы көсәйеүе лә туҡтата алманы көнсөл ҡатынды.
“Әрләп сығарһам ҡара уйынан барыбер баш тартмаҫ,” – тип уйланы Шәмсиҡәмәр ҡарсыҡ Гөлфиәнең “зар”ын тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән.
– Бәйләм эшенә бик оҫтаһың икән, икенсе килгәнеңдә әхирәтең менән үҙеңә бер иштән берәр пар башалтай бәйләп килтер. Бер ҡап тоҙ ҙа ал, уныһы улыңа булыр, ә һиңә бына ике юллыҡ ҡына доға, асыуың ҡабара башлаһа уҡы, – тине лә ишеккә ымланы.
Нисек килеп инһә, шулай сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы Гөлфиәгә. Етмәһә, Нургөлдөң фотоһын да үҙендә ҡалдырҙы бит әле ул. Арып, талсығып ҡайтҡан кеүек булһа ла, кискә тиклем әллә күпме эш башҡарҙы. Бүтән ваҡыт район үҙәгенә барып ҡайтһа ла, арыным тиер ҙә ятыр ине. “Тимәк, боҙомдоң көсөнөң һөҙөмтәһе әле үк һиҙелә, Нургөлдөң көс-дәрте миңә күсә лә башланы,” – тип ҡыуана.
Көтөүҙән һыйыры ҡайтҡансы әллә нисә банка ҡурай еләге ҡайнатмаһы әҙерләп ҡуйҙы. Кис йоҡлар алдынан да иртәгәһе көнгә эштәрен планлаштырҙы: ҡыярҙарын йыйып алып тоҙлар, күптән өйө лә ҡаралғаны юҡ, уны йыйыштырыр...
Шәмсиҡәмәр ҡарсыҡҡа барып ҡайтҡандан һуң, үҙендә көндән-көн көс-дәрт артҡанын, һәйбәт кәйефтә йөрөүен дә һиҙә башланы хатта. Турһайып, һәр саҡ асыулы йөрөгән ҡатынындағы үҙгәрештәрҙе ире лә тойҙо, ә оло малайының быуылыуы һуңғы ваҡытта бөтөнләй тиерлек ҡабатланмай башланы. Әлбиттә, өйрәнелгән ғәҙәт буйынса икенсе берәүҙең тормошо менән үҙенекен сағыштырып ҡарап асыуы ҡабарып киткән саҡтары ла булып ала. Ул ваҡытта инде артыҡ тәрәнгә төшөп киткәнсе тип, “сихырсы” әбей биреп ебәргән ҡағыҙҙағы доғаны уҡый һала: Аллаһүммә-ғфирли ҙәнби үәҙһәб ғайза ҡалби үә ажирии минәш-шайтанир-рахим.
Билдәләнгән көндө ике пар аҡтан бәйләнеп ҡабарышып ятҡан башалтайҙар, тоҙ тотоп китте Гөлфиә Шәмсиҡәмәр ҡарсыҡ янына. Әбей был юлы йылы ғына ҡаршылаған кеүек тойолдо. Апаруҡ ҡына фәлсәфә лә һатып ташланылар хатта.
– Кешегә насарлыҡ уйлағансы, үҙеңә бәхет телә, – тине һынсыл ҡараш ташлап Шәмсиҡәмәр ҡарсыҡ. – Оло улыңдың ауырыуы ла һинең ғәйептән. Тормошоңдан ҡәнәғәт була белмәй, башҡаларҙан көнләшеүең һинең алҡымыңдан алып ҡына ҡалмаған, улыңа быума сире лә булып килгән. Бүтәндәр уңышынан тының тарлыҡҡан һайын, улыңдың ауырыуы көсәйә генә, ҡыҙым.
Ни тип яуап бирергә белмәгән ҡатынға күҙҙәрен сылт-сылт йомоп аптырап ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы. “Уға кәңәш менән ярҙам һорап киләм, ә ул миңә аҡыл өйрәтеп тә маташа түгелме ни?” – тип асыулы уйлап та алды хатта. Әммә кешене үтәнән-үтә күргән әбей быға иғтибар итеп торманы.
– Әхирәтеңдең тормошо ал да гөл тип уйлайһыңмы әллә? Тешен ҡыҫып түҙә генә белә бахыр балаҡай. Уныҡы кеүек көнсөл ир, янъясыл ҡәйнә менән бер көн тора алмаҫ инең үҙең. Бүтәндәр араһында кәм-хур булмаһын, балалары атайһыҙ үҫмәһен өсөн көн-төн йөк аты кеүек эшләй ҙә, йөрәге күптән ауыртып, күңеле төшөнкөлөккә бирелә башлаһа ла үҙен тоторға ғына тырыша бит ул. Ә һин ярҙам итер урынға, ярҙан этергә килгәһең...
Шәмсиҡәмәр әбейҙең йортонан берсә оялып, берсә был йортҡа юлы төшкәнгә ҡыуанып сыҡты Гөлфиә. “Отпускым тамамланғансы Нургөл янына барып әйләнергә кәрәк,” – тип ҡарар итте үҙе. Әхирәтенең мәктәп уҡыусыларының һәләттәрен үҫтереүгә арналған методик ҡулланма кеүек нәмә яҙырға ниәт итеп йөрөүен белә, ул мәктәпкәсә йәштәге балаларға арналған өлөштө әҙерләр ҙә икәүләп сығарырҙар. Ә Шәмсиҡәмәр әбей өшкөрөп биргән башалтайҙы дуҫынының аяҡтарына үҙе кейҙерер.




Фото: интернет.



Рәзинә Зәйнетдинова.





Читайте нас: