Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2019, 02:00

"Туй дауам итә" (хикәйә)

1
Хәмитовтар Сабир ауылында абруйлы, ихтирам ҡаҙанған ғаиләләрҙән иҫәплә-нә. Шул Хәмитовтарҙың төпсөк ҡыҙы Эмилия ҡолғалай буйлы, нәҙек оҙон муйы-нға ултырған сөрәкә башлы, һаламдай таралып һибелгән һары сәсле, аҡһыл ҡаш-тары аҫтына боҫҡан сәгер күҙле, ҡылыс танаулы, ас яңаҡлы, оҙонса биттәрен һип-келдәй сәселеп ҡыҙыл сәбертке япҡан егетте май байрамдарына эйәртеп ҡайтып күренеп киткәйне, бер ҙә тикмәгә булмаған эйәртенешеп йөрөүҙәре, эш өйләнеш-еүгә барған. Һөйләшеп-килешеп туй көнөн йәй уртаһына, селләнән алда билдәлә-гәндәр. Шәхси кибетендә һатыу иткән Ғәлиә һөйләшә килеүселәрҙе оҙатҡандың иртәгеһенә үк ингән-сыҡҡанға ошо хаҡта шаштырып һөйләп торҙо. Иртәнсәк ки-бет ишегенең ауыҙында Сүстекәй Наҙгөл әхирәте күренгәйне төп эшен онотоп оҙ-он-оҙаҡ хәбәргә күсте:
– Табыныбыҙ дан үтте. Үҙебеҙ һәммәһен урын-еренә еткереп әҙерләнгәс, ки-лгән ҡунаҡтар ҙа балыуан булғас өҫтәлебеҙ һығылып торҙо, һиңә әйтәйем. Күгәр-сен һөтө генә етмәй икән тиһәк, ҡоҙаларыбыҙ “Птишье малака”һына ҡәҙәр килт-ергәндәр. Эмилия бәпесем ырыҫы, өлөшө менән тыуған, төшөр урыны тап-таман, уларға тигән ҡала үҙәгендәге ике бүлмәле фатирға хәтәр евроремунт үткәрелеп, ҡиммәтле ҡаралтыһы урынлаштырып әллә ҡасан уҡ әҙерләп ҡуйылған. Хәҙер ул, закунная гарадская булып, өсөнсө ҡаттың луджыяһынан үткән-һүткәндең түбәһе-нә төкөрөп кенә көн итәсәк, үәт! Иван Васильевич ҡоҙа ҙур урындарҙа эшләп, зат-лы крислалар биләп һиммәте* менән хөрмәт ҡаҙанған кеше, хөкөмәт кешеләре, арҙаҡлы түрәләр, йоғонтоло етәкселәр менән типә-тиң итеп һөйләшә, аралаша, ҡатышып йәшәй икән… - Буласаҡ ҡоҙаһының биләгән вазифаһын аныҡ ҡына әйтә алмай уйланып тора биргәс яҡынсалатып төшөндөрә. - Нифть, газ менән бәйле уның мәшәҡәте, ызнашит, төшөмлө урын. Мария Петровна ҡоҙағыйыбыҙға килгә-ндә, ул - дамахәзәйкә. Бәй, абышҡаһының эш хаҡы тауыҡ сүпләп бөтөрә алмаҫ ки-мәлдә вайран килеп сәселеп ятҡанда уға нәмәҫтәкәйгә йонсоп бил бөгөргә? Кейәү-кәйебеҙ ҙә күрер күҙгә итәғәтле, тыйнаҡ, бер ҙә генә елғыуар ҡала ышпанаһына оҡшамаған. - Ғәлиә ауыҙы ситтәренә йыйылған күбекте баш һәм сәтәкәй бармаҡ-тары менән һыпырып ҡуйҙы. - Иван Васильевич улына уныһын-быныһын өйрәтеп гелән эргәһендә генә йөрөтә, ти, бөтә сетерекле, яуаплы йомоштарҙы фәҡәт уға ҡуша, йәнәһе лә. Тимәк бер көн килеп, ҡоҙабыҙ пинсейәгә сыҡҡас, кейәүебеҙ шул
крисланы биләүе бик тә ихтимал. Ихтимал, тимсе, хәҙер ней эте лә, бете лә йылы урынын әҡрәбәһенә* ҡалдырырға ынтыла, заманаһы шу. Кейәүебеҙ ҡыҙыбыҙҙы ысынлап яраталыр, етәктәге ужым быҙауылай күҙҙәренә генә ҡарап тора, һәр әйт-кәнен һүҙһеҙ үтәргә әҙер…
Кибеттең ишек ауыҙында ауылдың арғы осонда улы, килене менән көн иткән, әле һикһәнен ҡыуалатҡан Маһибәҙәр ҡарсыҡ күренде. Ул ике ҡатындың ауыҙға ауыҙ терәп ләззәтләнеп ғәйбәт сәйнәүҙәрен ишетмәгәндәй йышылып бөткән имән таяғын туҡылдатып прилавкаға яҡынланы, сепрәк кәшелүгенән ҡалын лупалы кү-ҙлеген сығарып кейеп, күрәғара күҙҙәрен секрәйтеп бер килке кәштәләге тауарҙа-рҙың йәрлектәрен* күҙләне, уларҙың ҡайһы берҙәренең хаҡын хәтеренә һеңдереп ҡалырға теләгәндәй бышылдап уҡыны ла хатта.
– Ни кәрәк, ҡортҡа? - Сит кеше инеү һылтауынан шыпырт ҡына сығып ҡас-ҡан әхирәтен ризаһыҙ ҡарап оҙатҡан Ғәлиә, төртәңләйһең ваҡытһыҙ, ҡамасаулап, тигән ҡиәфәттә тамаҡ төбө менән екерҙе.
– Ни кәрәк, тип, шул, әйләнгән һайын тотонолған тоҙ-шәкәр, шырпы арты-нан килдем.
– Килһәң ал, нимә торонбаштай һерәйҙең?!
– Улайтып этеп алып барма, бисмиллаға индем бит әле. - Ҡарсыҡ дорфа мөғәмәләне ишетмәгәндәй һәүетемсә һораша бирҙе. - Күптән күҙгә-башҡа күрен-гәне юҡ, бейемең ни хәлдә?
– Һау! - Бурҙай эт абалағандай яуап ишетелде.
– Һай, эшһөйәр булды ла һуң Сәбилә әхирәт, ире Фазлетдин менән йәнәш төшөп, ярышып бесәнен дә сапты, кәбәнен дә ҡойҙо, бынан етмеш саҡрымдағы Күркәтауҙа айлап ҡуна ятып, ҡул бысҡыһы менән ҡарағайын да йыҡты, колхоз өс-өн утын-әрҙәнәһен дә әҙерләне. Ир-ат башҡарыр ауыр хеҙмәт йәштән елкәһен ба-ҫҡас бирешмәй ҡайҙа ғына барһын?! Һау, тиһең дә ул, уның ауырып торғанлығын ишетеп, белеп йөрөйөм, ейән-ейәнсәрҙәргә тышалып өйҙән сығып буламы, әйтә-гүр. Онотмай минән сәләм күндер, сулала* барып сығырмын.
– Киләм, тисе, йонсома улайтып, һеҙҙең остан беҙгәсә күпме ара?! Һин түгел мин әле эшкә килеп ҡайтҡансы арманһыҙ булам.
Маһибәҙәр нурһыҙ, тоҙ төҫө ингән күҙҙәрен ҡабаттан тирә-яғына йүгертте:
– Тауарҙарыңа йәбештерелгән хаҡтар, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәрҙ-әй көнләп түгел, сәғәтләп арта инде әллә. - Һатыусының теләкһеҙ ҡабул итеүенә, тарһыныулы тызырайыуына ҡылъяйманы ла, әңгәмәһен икенсе юҫыҡҡа йүнәлтте. - Көндө әйтәм, бигерәк ҡыҙҙыра, өтөп алып бара. Яҙ башынан ямғыр осмотон күр-мәне тереклек, ағас-ҡыуаҡ һулып, үлән-ҡыяҡ кибеп бөттө, ер өҫтө ҡыҙған таба ме-нән бер. Әүәле иртәле-кисле Һаҡмар өҫтөн ҡуйы томан яба торғайны. Көн һайын Аҡтау түңенән ауылды күҙләүҙе ғәҙәт иткәнмен, бөгөн иртәнсәк шунда күтәрелгә-йнем уйһыулыҡтарҙа аҡ шаршау түгел шәүлә ишараты ла күренмәне, тимәк йыл-ға ла һайыға бара. - Бөрсөк-бөрсөк тир йылтыраған йыйырсыҡлы маңлайын усына йомарлаған ҡулъяулығы менән ҡоротоп әйткәндәрен дөйөмләштерҙе - Әҙәм балаһы ла аҙҙы, тәбиғәт тә сама белмәй шашты… Ҡиәмәт көнө еткәнме ни, ҡайҙа ҡар-ама эшһеҙ тинтерәгән һәүеректәр* ҙә эскеселәр, баҫыуҙарҙа ашлыҡ урынына шай-тан таяҡтары һерәйгән, күкте лә, ерҙе лә ҡара сиңерткә* тубы япҡан, ҡырғын яуы килә, тиерһең…
– Ерле-юҡҡа һүҙ сыбалтаһың, һинең ни хәсрәт, буштан-буш килгән пинсең-де кимереп тик ят, малым юҡ ҡурала, ҡайғым юҡ буранда, тигәндәй башҡаларҙа эшең, хәсрәтең булмаһын!
– Ул пинсейә тигәне шул итһеҙ енсек һөйәге менән бер, кимерәһең - тәғәме телгә йоҡмай. - Шау тарамыш та һөйәккә ҡалып өҙлөкһөҙ дерелдәгән ҡулдағы те-ге кәшелүктә тимер тиндәрҙең сылтырауы ишетелде.- Бөгөн бер кемдең бер нимә-лә эше лә, ғәме лә, ҡайғыһы ла юҡ. Һәммәһенә ҡул һелтәп ҡараған бошмаҫ йәнгә әүерелдек, шуға тәбиғәт беҙҙән үс алып пәрей туйын бейетә… Туй, тигәндәй, һеҙ ҙә ҡыҙ бирәбеҙ тип, ҙурҙан ҡубып, йыйынып ятаһығыҙ икән, тип ишеткәйнем?
Урынһыҙ сағыштырыуға турһайған Ғәлиә килделе-киттеле һөйләшеүен дауам итте:
– Атаҡ-атаҡ, пәрей туйын нишләп беҙгә килтереп һыланың әле, унда беҙҙең ни ҡыҫылыш? Күреп тороғоҙ, туйҙың бынамын тигәнен, башҡаларҙың ынтылып та хәленән килмәгәнен үткәрербеҙ әле!
– Шулай ғына була күрһен инде, килен, юғиһә ҙур йыйында төрлө хәлдәр ҙә йыш осрап ҡуйғылай, ҡырҡ ата балаһы, ете-ят кешеләр бер урынға йыйыла ни ти-һәң дә. Ҡыҙ баланың түркендәге* тормошо шулай ҡыҫҡа ғына, татлы төш һымаҡ ҡына була шу. Оло йыйынға әҙерләнәһегеҙ ҙә ул, әйттереү йолаһын атҡарҙығыҙ-мы, бата уҡыттығыҙмы?
– Иҫкелек ҡалдығына йәбешеп ятыу нимәгә? Һөйләштек-килештек!
– Никах бит ул ҙур яуаплылыҡ, уның ҡанундары ерҙә түгел, күктә, Алла ҡа-шында әшкәртелә… Үҙегеҙ ҡарағыҙ әләйгәс, мин ни әйттем дә бөттөм…Ҡайһы яҡтарға юллана Йәмилә ҡыҙым? Кейәү баланың исеме нисек?
– Йәмилә булырға фермалағы әсегән һөт еҫе һеңгән һауынсы түгел бәпесем, ул тиҙҙән ҡалалағы юғары уҡыу йортоноң иканамическийын бөтөрә. Эмилия бо-ронғо гректарҙан килгән дан исем бик беләһең килһә!
– Ҡаф тауы артынан килгән грек исемен ҡушҡансы үҙебеҙгә хас матур исе-мдәр бөткәнме, Йәмилә булғас Йәмилә инде! - Маһибәҙәр ҡарсыҡ үҙенекен тыҡ-ыны һәм баштағы һорауына яуапты асыҡ ишетергә теләп, яҙып ябынған яулығын бер яҡҡа һыпырҙы ла, әле ишетеү һәләтен бөтөнләй үк юғалтмаған ҡолағына шау та-рамыш ҡул осон ялғаны.
– Ҡабатлап һорайсы, бөтәһен дә әле генә ишетеп торҙоң да. Гурытҡа китә ҡыҙым, үәт! Ҡоҙабыҙ Иван булғас улының минең абышҡаның исемен йөрөтөп Ғәлиулла булмаҫы билдәле. - Иренә лә ыңғайы бер ҡылыҡһырлама яһаны. - Хә-йер, Ғәлиулла атлылыр кәүҙәләре уҫлаптай, төҫ-башҡа дастуйын булһалар ҙа ғә-ҙәттә йы-уаштар. Ә йыуаш, баҫалҡы кеше башлыса мәктәп тирәһендә йөрөүсән. Иремде математика уҡытыуынан саҡ айырып алып сауҙаға борҙом бит, юғиһә
һаман да шунда дәрестәр уҡытып, төндәр буйы дәфтәр тикшереп, план төҙөп ме-йе серетеп ҡартайыр, шунан кәкерәйер ине әле.
– Йүнле уҡыу эләкмәһә лә Фазлетдин дә зиһенле, отҡор ир ине, шуға ла бит һуғыштан һуң ауыр йылдарҙа колхоз рәйесе итеп һайланылар үҙен, ары силсәүит башлығы вазифаһында ауылдаштарына күпме игелектәр эшләне, йәне йәннәттә булғыры. Атанан күргән уҡ юнған, тигәндәй Ғәлиулла улым да үтә шәп уҡытыусы булды, килеп тороп балаларҙы, ә балалар уны яратты, хеҙмәтен ауылда ғына түг-ел, районда, хатта республикала белделәр һәм баһаланылар.
– Белһәләр һуң? Баһалауға килгәндә лә һанһыҙ шөһрәт ҡағыҙҙарына күм-еп, түшенә атлишник значогын тағып алдаштырыуҙан ары китмәнеләр. Уның, та-шҡа үлсәйем, ашау-эсеүҙән дә артмаған эш хаҡына ҡарап ултырһаҡ фәҡирлектән әллә ҡасан аяҡтарыбыҙҙы һуҙыр инек, билләһи. Хәҙер исмаһам тауар ташып көн-дәрен үткәрһә лә ғаиләгә күпме файҙа килә. Ул ташый, мин һатам, иллә төп ауы-рлыҡ барыбер килештереп сауҙалашҡандың иңенә төшә. Ғәлиулла юғары белем-ле математикмын, тиһә лә ҡара хисап-шутлауға маһирлығы самалы, дибит-криҙ-ит тигән төшөнсәне, алыш-биреш хәйләләрен, һатыу өлкәһендәге финанс серҙәр-ен белмәй, оңҡот, уға ҡалһа тотошон бер юлы бисплатны таратырға әҙер. Ғаиләб-еҙ мөлкәтен дә теүәл, бөтөн итеп мин тотам бит ул, юғиһә һәммәһе тырым-тырағ-ай китер ине. - Ҡарсыҡтың һуңғы биргән һорауын әле генә иҫенә төшөрҙө шик-елле. - Кейәү баланың исеме Әликсәй Иванович, беҙҙеңсә ябайлаштырып әйтһәң Алүшә була!
– Ләхәүлә, - тип һуҙҙы тешһеҙ ауыҙын мөйтәңләткән Маһибәҙәр ҡарсыҡ, - Иван менән Мария, Алёша, тигәс, үҙебеҙҙең милләт менән туғанлашмайһығыҙ була, әләйгәс? Төшөндөм хәҙер, бына ни өсөн бата уҡытмағанһығыҙ икән…
– Милләт, тел айырған быуат күптән үтте, хәҙер хөрриәт, кем кемгә теләй шуға өйләнә һәм кейәүгә сыға! - Аҡланғандай теҙеп китте. - Әйҙә, ауылдың теге ос-онан төшәйек әле: Һыҡмыр Ғәлимйәндең ҡыҙы чеченға кейәүгә сыҡты, Бүкән Әх-мәттең малайы хахлушканы кәләшлеккә алған, тип ишетелә, Бызмыр Зиннурҙың төпсөгө әрмәнме, әллә грузинмы, шуртым белһен, шуның менән көн итә. Хисапл-ай китһәң беҙҙең ауылда ғына ла пулный интернационал! Ошонан аҙаҡ беҙ кемд-ән кәм?!
– Болғанған аштың таты, ҡатнаш никахтың, ҡушылған телдең тәме, йәме ки-тә һуңғы сиктә. - Иҫкәрмә яуапһыҙ ҡалғас Маһибәҙәр ҡарсыҡ дауам итте. – Кәме-йбеҙ, аҙаябыҙ, яйлап-яйлап ҡына маңҡортланып юҡҡа сығабыҙ, эш мына нимәгә бара, килен…
– Аҙайһа беҙ тут при чум?
– Һәр береһе һин әйткәнде тыҡып ҡул һелтәй башлаһа бөтмәй ҡайҙа ғына бараһың!
Зитына тейгән Ғәлиә туҙынды ла китте:
– Ана һинең Юлайың күрше ауылдан Мәстүрәне алды, ергә ереккән ғаилә ҡорҙолар ҙа ауылда төпләнделәр, йәнәһе лә. Эшһеҙ ҡалған киленең материнский капиталға ҡыҙығып туптырҙатып бала табыуҙан бушамай. Баланы тыуҙыра белгәс, уны әҙәмсә итеп үҫтерә лә белергә кәрәк бит әле. Мәстүрә итәк тултырып бәпәйл-әп өйҙә ултыра ине, ярай әле яйы сығып мәктәпкә йыйыштырыусы эшенә төштө,
ә агроном һөнәрле улың һуң, фермер хужалығы асып йәлсенеме? Йә техникаһы, йә яғыулығы, йә сәсергә орлоғо юҡ. Осто-осҡа ялғай алмай ил ҡыҙыра, хәйерсе фермер, тураһы менән әйткәндә! Беҙҙең халыҡ киң күңелле, эшсән, әммә хәйләлә-шә, үҙ яғын ҡайыра белмәй. Көнитмештә баҙар ҡоторғанда милләт арттырайым, нигеҙ һаҡлайым, тип ҡырталашыу төптө һантыйлыҡ!
Ауыртҡан еренә тейгән Маһибәҙәрҙең йөҙө үҙгәреп китһә лә асыуын йәшерҙе, ғә-ҙәти ҡатын-ҡыҙ кәзекләшеүен бәхәскә олғаштырырға теләмәй ине ул.
– Килен, шырпы менән тоҙға өҫтәп, - алдындағы ҡапҡастары асыҡ ҡағыҙ ҡумталарҙың береһенә төрттө, - бәпестәремде ҡыуандырайым, мынау кәнфиттән әҙерәк үлсә әле. - Һатыусы һыртын май япҡан йомро ҡулын ҡумтаға тәрән баты-рып ҡармап тауарын үлсәү табаҡсаһына һалған арала ҡарсыҡ хәбәрен яңыртты. - Кәсебеңде Әмерикәнән ебәрелгән тауыҡ боттарын, ҡытай аламаһын һатыуҙан ба-шлағайның, әле килеп кибетеңде хәмер, эреле-ыуаҡлы һыра шешәләре баҫып ба-ра түгелме?
– Баҫһасы, тағы ла күберәк итеп ташырға самалайым әле, алалар бит, боҙо-ла торған ризыҡ түгел, жидкая валюта, тип атала көнө-төнө зырлап үткәне.
– Ауылды эскелек баҫты, бар белгәндәре һөйрәлеп йөрөп эсеү ҙә иртәгеһен баш төҙәтеү. Ата улды, әсә ҡыҙҙы танымай, заман ахрыһы…
– Уларҙың бахмурҙан кипмәгәнлегенә әпәт мин ғәйеплеме? Балалар баҡса-һы тәрбиәсеһе Сәрби һымаҡ тауыҡ тиҙәге ҡушып көмөшкә ҡыуып халыҡты ағыу-ламайым, уны хәләл аҡсама һатып апҡайтам. Көсләп, сараһыҙлап ауыҙҙарына ла ҡоймайым, теләһәләр алалар, теләмәһәләр үҙҙәренең эше.
– Теләйҙәр шул, шуға ла юлға туҙан ҡундырмай ташыйһығыҙҙыр инде. Йә-мғиәтте нәҫ баҫҡан, шуға ла күңел көйөгөн араҡы менән йыуыу ғәҙәткә әүерелеп бара, ә эскелек йәшәү мәғәнәһен, тормош ҡыҙыҡһыныуҙарын кәметә. Китапхана-ға йөрөмәйҙәр, тип зарланып торҙо кисә минең урынға ҡалған Фәриҙә, өҫтәүенә колоп ишегенә ат башындай йоҙаҡ эленгән, әҙәм гәзит-журнал яҙҙырыуҙы онотто. Биҙа инде.
– Һин, инәй, таварищеский судтың рәйесе булып эшләрлек кенәһең, бөтә нимәне күрәһең, ҡойошҡанға ҡыҫылған буҡҡа оҡшап тығылмаҫ ергә тығылаһың! - Ғәлиә иләмһеҙ хихылданы.
Маһибәҙәр мыҫҡыллауҙы ишетмәне лә.
– Ярай, ҡайтайым, былай ҙа оҙаҡ туҡталдым, килен мәктәпкә иҙән йыуырға барам, ти ине, шуға балалар миңә ҡала. Киленде әйтәм,ҡуй инде, юғары белемле була тороп та йыйыштырыусы мәшәҡәтен атҡарһын сәле, аптыраҡ. Биш баланы эйәртеп йә ҡалаға китә алмайҙар, ә бында йүнле эше юҡ, ашы ла тигәндәй.
Маһибәҙәр ҡарсыҡ пакетлы ҡулын алға һоноп, икенсе ҡулындағы таяғы менән иҙән-де юллатып сығыу яғына тәнтерәкләне, Ғәлиә “йөрөй кәйефте ебәреп, эсте бошороп, бер аяғым түрҙә, икенсеһе гүрҙә, тимәй аҡыл һата ишшү”, тип тексә-йеп ҡарап зәһәр һөйләнеүен сығыусының артынан оҙатты. Ҡолаҡҡа ҡатый баш-лаған ҡарсыҡ уның әйткәндәрен ишетмәне лә шикелле, хәйер, ишетһә лә ул кеше менән ерле-юҡҡа әрепләшәй, тәмһеҙләшмәй, итәғәтле, элекке китапханасы шул, ни тиһәң дә.
Яңғыҙ ҡалған Ғәлиәнең ары эш эшләү теләге китте. Йыуан түмәрҙәй тумһыҡ кә-үҙәһен прилавкаға яртылаш аушайтып кеҫә телефонына йәбеште:
– Һин ҡайһы тирәлә? - Шылтыратыу иренә тәғәйенләнгәйне.
– Сибайҙың оптовкаһында, - тине теге остағы тауыш.
– Тейәнеп бөттөңмө?
– Заказдарыңды теүәлләүгә генә лә ярты көн ваҡыт китә.
– Нишләп улай мыштырланың?..
– Тағы нимәләр алайым?
– Шул теҙеп списеккә яҙғандарым инде. Ығышһың бигерәк, ә мин һине ҡайтып киләһең икән тип утырам тағы…
– Үткәндәгеләй арзан тип ни етте шуны тейәп ҡайтмайым!
– Бындағы аҡсаһыҙҙар ҡиммәт нимәңде алырға тораларҙыр шу.
– Улайһа күпсегәнде, ҡызлағанды еҫләнгәнде тейәйемме?
– Сруктары сыҡһа ни, бындағыларға бара, ауыл ерендә уны кем уҡый ҙа
кем тикшерә, эстәре күбер, йә китер ҙә, шуның менән үтер… Аҡса үҙенсәлекле та-уар, ул туҡтауһыҙ әйләнештә йөрөргә тейеш, шул ваҡытта ғына шистый дахут ки-лтерә. Ҡайт та иртәгә таң менән Ҡаҙағстан сығырһың, унда араҡы арзан, кейем-һалым осһоҙ тиҙәр. Пока!
Аҡса иҫәпләргә күнеккән етеҙ бармаҡтар телефон йөҙөндәге һандар өҫтөнән етеҙ йүгерҙеләр:
– Анжела, ҡыҙым, привет! Хәлдәрегеҙ нисек, һәйбәт кенә йәшәп ятаһығыҙ-ҙыр? Эшегеҙ баралыр? Балалар уҡыу йылы ҡасан ғына бөтә, тип күҙҙәре тоналыр инде. Ниңә килмәнегеҙ? Запуйға, тим. Бындағылар менән генә әүеш-теүеш итергә тура килде. Былай ҙа даунанан ҡайтып күренгәнегеҙ юҡ. Кейәүҙе ебәрмәһәләр, һин бит үҙеңә үҙең хужа. Нишләп ҡабаландыҡмы? Һуң үткәндә кинәйәләп, яҡын-салатып тумбытҡайным да, төшөнмәнеңме ни, эш бит ҙурға китеп бара, көҙгә ҡал-дырһаҡ, Эмилиябыҙ туй мәлендә эйәген кәпәйгән ҡорһағына терәп утырһынмы, ояты ни тора! Ауылдаштар алдында рисуайға, ыстырамға ҡалырбыҙ шунан! Хәҙе-рге акселерат йәштәрҙе беләһең бит, мәленән алда авансылап ташлағандар. Ярай, төпсөгөмә әбидә юҡ, егеттең аҡсалыһын тышамаҡсы, шуныһы арыу… Атайыңмы? Юрғалай шунда ҡушҡанды ташып… Ҡәртәсәйең ята ергә һеңешкән өйөн еҫләнде-реп, етмешен урталаны, дөмөкмәй ҙә исмаһам. Шул ихатаны йәмһеҙләгән хараб-аны бүлдизер менән эттереп кенә ырғытыр инем, хәлемдән генә килмәй. Табын ҡыҙған мәлдә түшәктә ятҡан еренән тороп туңҡаңлап инеп килә был, йәштәргә әйтер теләгем бар, фатихамды еткерәм, тисе, битһеҙ! Шунан иҫе инәле-сығалы ҡа-рсыҡ үҙебеҙсәләп, ауылсалап ебәрмәһенме! “Что за Баба-Яга?”, тип ҡунаҡтар кит-кән аптырап, ә атайың ни, ултыра әпсәһенең әйткәндәрен баш ҡағып йөпләп. Ми-ңә килеп тороп уңайһыҙ, ер тишеге булһа инеп китер инем, билләһи. Шунан ҡа-ртәсәңде эткеләп-төрткөләп тиерлек алып сығып бара инем, соланда тәмәке тарт-ырға сыҡҡан атайың менән тап булыштыҡ. Йыуаштан йыуан сыға, тигәндәй был көтмәгәндә миңә һалып ебәрмәһенме! Мин дә уны-быны абайлап тормаҫтан муй-ынына барып йәбештем. Ҡайнаға арабыҙға инә һалды, юғиһә һауыт-һаба шалты-рау ғына түгел, ҡунаҡтар алдында оло һуғыш сыға ине. Шулайыраҡ булып бөттө беҙҙә. Туй көнөн йәй уртаһына билдәләнек… Һеҙ ҙә йыйына башлағыҙ ныҡлап,
хәлле ҡоҙалар, елле ҡунаҡтар алдында йөҙҙө ҡыҙартмайыҡ! Эйе, мин дә ҡалала ристаранда үткәрәйекме икән, тип алдан ыжығайным атайың, ҡайһы саҡ сығын-сы аттан былайыраҡ, туйҙы атай нигеҙендә үткәрәмдән ары китмәне… Ярай, яҙға-нын шул өйөбөҙҙә күрербеҙ… Эйе табынға хәллерәктәрҙе йыйырға ине иҫәп. Һеҙ бирешмәҫһегеҙ ҙә ул, үҙең камирсант, кейәү ГИБДД-ла, икәүләп ике яҡта клейен-ттәрегеҙҙе һыҡһағыҙ, һауһағыҙ моғайын да берәй нимә килеп сығыр. Минекеләр үҙемә оҡшап әрһеҙ, талымһыҙ, ә бына ҡайным мәрхүмдәр яғы гел ярлы-ябаға. Фәҡирмен, тимәй үҙҙәрен ҡайҙа ла эре, текә тоталар бит әле, әйтерһең хан вариҫ-тары. Ултырырҙар мәжлестә мәсхәрәгә ҡалдырып. Белмәйем, атайың ни тейер, уға ҡалһа саҡырабыҙҙан һалдырыр инде… Туйға өс йәшник араҡы һеҙҙән, өсәүһен үҙебеҙ хәстәрләрбеҙ… Нишләп тисе, теге халыҡ бит тотошлайы менән араҡыға бе-шкән, йөҙгәнсе, эстәре йәйелгәнсе эсмәһәләр күңелдәре булмай, беҙҙекеләр ҙә ба-шын шул яҡҡа ҡыйшайтҡан. Әйҙә, мас булып, ҡоҫҡансы, ғарҡ булғансы тығынһ-ындар… Эйе, арыуҙан, дазатырлыһынан ал, бындағы мин һатҡан самапал, сурра-гат бармай, улар урындағы алкаштарҙы ағыулауҙан артмай…. Йәнә кәнвирткә һа-лырҙы алдан ҡайғыртығыҙ, ҡабатлап әйтәм, тегеләрҙән кәм булмаһын, штубы!
Ҡыҙы Эмилияға шылтыратты:
– Һаумы, ни хәл, ҡыҙым?
– Ничего, мам. Все норьмально.
– Нимә унда ҡаласа бытылдайһың?
– Алексей рядом…
Ғәлиә мыжыуын шунда уҡ онотто, һүҙһеҙ ҙә аңлашыла, кейәү бала алдында аңлашылмаған телдә һөйләшеү килешмәгән ҡылыҡ. Мәгәр оҙаҡҡа һуҙмай төп йомошона күсте:
– Ҡыҙым, кейәүҙең паспырты ҡайҙа?
– Зачем он тебе?
– Бер ҙә зачим түгел, эҫе мәлендә алып үҙеңдекенә ҡушып апҡайтып, сил-сәүиткә тапшырып ҡуй. Һеҙҙе бит ауылда теркәйҙәр, шуға уларҙың бында, сейе-фтә бикле ятыуы зарур!
– Успеется, время еще есть…
– Арҡыры-торҡоро һөйләмә йәме, эсең һыртыңа сыҡҡан килеш һемәйеп, ярыҡ ялғаш алдында ҡалһаң терһәгеңде тешләргә үрелерһең дә һуң булыр. Йәнә ҡоҙа фатир әҙерләнем, ти ине, алдан прапискаға инеү яйын ҡара, яҙылып ҡуйһаң, һинең рөхсәтһеҙ кире төшөрә алмаҫтар. Ошо эште еренә еткереп закунлаштыр-һаң, айырылышырға тура килгән осраҡта ла фатир ҡап урталай бүленә!
– Уңайһыҙ, әсәй…
– Уңайһыҙланыу, әҙәп, кисәге көн төшөнсәһе, бөгөн әрһеҙҙәрҙең һәм йылғ-ырҙарҙың баҙары, шуны маңлайыңа онотолмаҫлыҡ итеп киртеп ҡуй, замана баш-ҡа, заң башҡа хәҙер. Һин бит ҡатын-ҡыҙ, яйла, майла, хәйләлә, кәрәкле ерҙә балау-ыҙ һығып алһаң да килешер, әммә һәр саҡ үҙеңдең яғынды ҡайғырт һәм ҡайыр. Ир-ат, тәртәгә егелеп ауыҙлыҡланған алаша менән бер, бисәләренән үтеп, бер ҡа-йҙа бара алмай. Ҡатын-ҡыҙҙы муйын, тиһәләр ҙә башты ул ҡайһы яҡҡа теләй шу-нда бора.
– Поговорим вечером, собираюсь на лекцию мам…
– Ликсиәгә өлгөрөрһөң, әле әйткәндәремә төшөндөңмө?
– Поняла… - Ҡыҫҡа гудоктар ишетелеп бәйләнеш өҙөлдө.
– Биғәләш, тыңлап та бөтмәне, - тип асыуланды Ғәлиә.
Төшкә тиклем кибеткә тиҫтәгә яҡын кеше һуғылды, башлыса ошо аҙна башында пенсияларын алған ҡарт-ҡоро ла эскегә әүәҫ ир-ат. Ауылда ошоноң ишеләр генә ҡалды хәҙер, йүнсел йәштәр, тормоштарын үҙгәртергә һәләтлеләр әллә ҡасан ин-әһеҙ ҡалып туҙыраған ҡорт күселәй сит яҡтарға таралып, туҙырап бөттө. Хәмито-втарға ошолары ла еткән: көнкүреш тауарҙарын, өҫтәлгә ҡуйырлыҡ наҡыҫ аҙыҡ-түлекте, йәнә баш төҙәтерлек һыра-араҡыһын ташып өлгөртһәләр, шөкөр, ярағ-ан. Сауҙаларын тиҫтә йыл самаһы дауам иттереп аҡса, бол төйнәштереп алырҙар ҙа юллы, йәшәү шарттары ҡулайлыраҡ ергә күсерҙәр. Ә бөтөүгә барған Сабир ау-ылының яҙмышы күптән хәл ителгән.
Ғәлиә төшкө ашын ҡайтып төп йортта үҙе генә ҡапҡыланы ла кире, түң башы-ндағы элекке рабкооп магазины бинаһында урынлашҡан кибетенә ашыҡты, ишек алдындағы мунсалай ғына иҫке йортта тереклек иткән бейеменең хәлен белергә лә форсат тапманы. Ә ул ихатала күренмәне, һуңғы көндәрҙә ауырыҡһынып, йыш ятаҡлай шул.
Ире юлдан ҡайтып көтөүҙәге мал-тыуарҙы ҡаршылап япты ла киске аш янын-да хәбәр ҡуҙғатты:
– Көнөн билдәләнек тә ул, кемдәргә өндәшәбеҙ? - Өҙә-йырта һөйләшеүенән тойомлай, Ғәлиулланың кәйефе китеп көйһөҙләнгән сағы. Бына ул сынаяҡ аҫтына ҡойған сәйен ашыҡмай ғына һемереп ҡуйҙы ла яҫы ҡаштарын төйөрөп ситкә ҡа-раны. - Төш мәлендә әсәйҙең хәлен белеп сыҡһаңсы, йылдай оҙон көндә ауырыу кешегә ауыҙ кибеп ятыу еңелме?!.
– Атаҡ-атаҡ, бер баҫаһы урынға ике баҫып йүгермәләүемде белә-күрә бәй-ләнәсе. Төш мәлендә эштә инем, әпсәңдең ауыҙы кибеп ятһа мин бүре башын аш-ар сиккә етеп прилавка артында ас торҙом. - Ул бирән ҡорһағын көслөк менән эс-кә тартып күрәләтә алдашты. - Ауырый тиһең, сырхаһа , духтыр түгелмен, ҡайһ-ылай итәйем, запуй мәлендә фильшер Разифа бикәмде бороп индереп ҡараттым да, ә ул бейемеңдең ҡартлығы еткән, мөҙөргән, күпкә бармаҫ, тигән кәнкритный, әкә-ншәтельный диагноз ҡуйҙы.
– Мужыт уны район бальницаһына апарып тикшертергәлер?
– Эйе, тикшерҙеләр, ти тикшермәй ҙә, хәҙерге враштар хөкөмәттең яңы кү-рһәтмәһе нигеҙендә етмеште үткәндәрҙе бөтөнләй ҡабул итмәйҙәр ти, патаму што беҙҙәге уртаса йәшәү оҙонлоғо алтмыштан да уҙмай бөгөнгө көндә. Ә әпсәң…
– Бейем, тиң!
– Ярай, ярай, һәр әйткәнемдән йөй эҙләмә, йәме, бейемдең шул сикте уҙға-нына ни ғүмер!?
– Хоҙай тарафынан ғүмерҙең кемгә күпме бирелгәнлеген бер кем дә алдан күҙаллай алмай… Тикшертергә кәрәклекте лә аптырағандан әйтеүем. Низнай…
– Күпме тыҡыйым, йортобоҙ янына кибет һалайыҡ, тип, ҡолағыңа ла элмә-йһең, исмаһам тауарҙарыбыҙға күҙ-ҡолаҡ булыр инек. Усаҡлыҡ ҙурлығындағы бу-раны күтәреү өсөн ҙур сығым да кәрәкмәй, теләк кенә булһын. - Ғәлиә һөйләшеү
темаһын үҙгәртә һалып, иң ҡулай һаҡланыу сараһы һөжүм икәнлекте яҡшы бел-гәнгә, күп тапҡырҙар сәйнәгәнен тергеҙҙе.
Яңылышманы, был юлы ла ире тиҙ ипкә килде:
– Туйҙы нишләп йәйге селлә осорона билдәләнегеҙ, борон ундай изге ғәмә-лде уңышты йыйып алып, мал ҡураға ингәс үткәрә торғайнылар, ти, әсәйем, - ти-не ул.
– Уже пузны, ҡоҙалар менән бергә-бергә хәл иттек тә инде. Ҡалған эшкә ҡар яуа, туйҙы кисектермәй үткәреү беҙҙең файҙаға, шуны онотма. Хоҙай Тәғәләнең бөтә көндәре лә изге, һәм уларҙың һәммәһе лә кеше сәбәп ҡылып көн итһен өсөн тәғәйенләнгән ти, Шәрифйән мулла.
– Нимә белә ул һинең мулла, тигәнең? Элекке ата атеист һәм совхоз осорон-дағы бүлексәнең алыштырғыһыҙ парторгы. Уның уң ҡулының һыртындағы “Шур-ик” тигән татуировкаға иғтибар иткәнең бармы? Тимәк Шурик мулла була инде. Бөгөнгө көндә һәүәҫкәр муллалар, хижаб кейеп гөнаһтарын йәшерергә маташҡ-ан абыстайҙар менән донъя тулған!
– Унан башҡа изгене йыйын әтрәгәләмдәр, иманһыҙҙар араһынан бар, таб-ып ҡара! Исмаһам был ҡөрьән тәржемәһен ижекләп булһа ла уҡып йола атҡара, “Тәфтиләү”, “Буранбай”ға оҡшатып көйләп аят уҡый, бөтөнләй динһеҙ йөрөгән һымаҡ түгелбеҙ.
– Улайһа үткәндә нишләп бата уҡытыуҙан ҡырҡа баш тарттың?
– Йәнәһе лә белмәй, буласаҡ ҡоҙаларың һуң ҡайһы милләттән?
– Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, бәлки Шурик мулланы саҡырмауыбыҙ ҙа дө-рөҫ булғандыр, ул Йомағәле ҡорҙаштың улы өйләнгәндә йәштәргә бата уҡыйһы урынға ясин сыҡҡан тип ауылдаштар бер килке шаулап алды түгелме?
Әйтелгәндәр сәпкә тейгән хаҡ һүҙгә дөрөҫ яуап таба алмағас Ғәлиә телен арҡ-ыры тешләне. Тәрән тынлыҡ урынлашты. Ғәлиулла эшлекле ҡиәфәттә дауам итте:
– Кемдәргә өндәшәбеҙ, тигәндәй Анжелика ҡыҙым менән Джон кейәүҙән башлайыҡ, шунан Себер яғында көн иткән Уйылдан ҡустылар, малайҙары Альб-ерт менән Артур ғаиләләре менән… - Ғәлиә ризалашҡандай ҡыҫҡа, бармаҡтарын бөгә барҙы. - Шунан атай мәрхүмдең ағаһы Ғиндулла, улы Рәхимйән ағай менән Разифа апайҙар…
Һуңғыларҙы ишеткән Ғәлиә йомған бармаҡтарын тарбайтып ҡорт саҡҡандай һикереп китте:
– Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, ярлы туғандарыңды саҡырып нимәлә-рен алмаҡсыһың?
– Мин уларҙың бер нимәһен дә алырға йыйынмайым!
– Килеүен килгәс йәштәрҙе бүләкләмәй ҡалмайҙар бит инде, быларың бат-мусҡа ямаулыҡтарын һалһындармы?
– Туй бит мөлкәт йыйыу сараһы түгел, унда ҡотлап теләктәр әйтеү өсөн ки-ләләр!
– Бушты һөйләмә, йәме, хәҙерге туйҙарҙың эстәлеген һәм үткәреү маҡсатын беләбеҙ, тәүге тапҡыр килен төшөрөп ҡыҙ бирмәйбеҙ. Һуң өйләнешкәндәр ғаилә ҡороуҙарының иртәгеһенә нисек тә йәшәп китергә тейештәр бит әле. Ә бөгөнгө тормош закундары ҡаты һәм рәхимһеҙ.
– Һуң беҙ йәшәп алып киттек түгелме? Онотмаһаң туйға бер һыйыр ҙа ике бәрән төштө. Ҡалғанын үҙебеҙ йыйҙыҡ, үҙебеҙ таптыҡ.
– Йәшәп алып киттең шул, миңә, әрһеҙ, йүнсел, эшлекле бисәгә тап килгә-сең. Анау күрше ауылда уҡытҡан Фәрзәнәгә өйләнһәң икенсерәк һайрар инең! Үткәндә район үҙәгендә осраттым үҙен, кейгәне тотош прастуйҙан. Шулай булы-уға ҡарамаҫтан тиҡый бит әле, мине күрмәмешкә һалыша.
– Эйе тап иттем шул, тап иттерҙең…
– Нимә, һинең аяҡ-ҡулдарыңды бәйләп сараһыҙламаным, үҙең алдан әйен-селәп эште боҙмаҫ кәрәк ине!
– Бейә кешәнәмәһә, айғыр яҡынлай һалып бармай.
– Хәләл бисәһен бейәгә тиңләргә нисек теле әйләнә бының. - Апаруҡ өндәш-мәй тымпайған Ғәлиә абруйын күтәреү маҡсатында биш былтырғы ваҡиғаларға күсте. - Әгәр иҫәпләшеүгә китһәк еленләгән, быҙауларға етешкән һыйыр минең яҡтан төштө, ә һинекеләр бүләк иткән бәрәндәр ҡыҫыр һәм ҡорсаңғы инеләр. Өй-ләнешеүебеҙгә бер йыл тигәндә еҙнәйем биргән уҫаҡ ағасынан йорт бөтөрөп инд-ек. Яҡындарыма ниндәйерәк бүләктәр өләштең әле? Мәһәр хаҡында әйтеп торма-йым! Әллә өндәшмәй йөрөгәс тә хәтере ҡыҫҡа бының, тип уйлайһыңмы!
– Еҙнәйеңә килгәндә лесничествоның ярты урманын һатып эсеп төңкәйҙе, ниңә быларын да өҫтәмәйһең?
– Мәрхүмдең ҡәберен ҡуҙытып бисәкәйләнмә берүк!
– Давай етте! - Ҡулын ҡылыс һымаҡ һелтәп һауаны ҡыйған Ғәлиулла янды-рай ҡалҡып урынынан тороп китте лә асыҡ ишек тупһаһына барып ялпашты, ал-дына көл һауытын ҡуйып, тәмәке тоҡандырып, төтөн ауалатып апаруҡ һүҙһеҙ шымтайҙы.
Ғәлиә лә тырҫ-мырҫ итеп, сағыу тауышландырып ҡашығаяҡты йыйыштыры-рға тотоноп китте лә бәхәсте дауам итергә саҡырып дорфа ҡыҙыҡһынды:
– Төтөнөңә ҡарлыҡтыңмы әллә, ништәп өндәшмәйһең?
– Һине тыңлай башлаһаң ҡарлығырһың да, - Ғәлиулла тәмәкеһен һауытҡа тызып һүндереп башын ишек яңағына терәне. - Ғиндулла олатайҙан, уның улы һәм ҡыҙынан башҡа Сабирҙа яҡындарҙан тағы кем бар? Юҡ! Йомош төшһә шул-арға барабыҙ.
– Йомош, тимә, кәңәш, тигән. Улар бирерҙән алда иң тәүлә ас беттәй һине таларҙар әле. Ғиндулла ҡарттың әхирәткә күсер көнө еткән, Рәхимйән урман алып шуны ҡырҡып, бура бурап һатып ғаиләһен аҫырай, Разифа бикәм* медпункта ти-ндәргә алданып бил бөгә. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы дастуйный туғандарың юҡ һинең.
– Әләйһә әйҙә, район үҙәгенән һинең бар алыпһатарҙарыңды йыйып туй үткәрәйек.
– Үткәрһә ни, па крайний мире улар бүләктең кәттәһен һаласаҡтар. Әйткә-ндәй хәҙер кеҫәләре ҡалындарҙы ҡунаҡҡа саҡырыу муҙыла. Ә беҙҙең яҡта ундай-ҙарға кәмирсанттар инә, көнитмеш уларға ҡалып бара.
– Коммерсант, тимә, алыпһатар, тиң, бер тауарҙы бишкә төрләндереп һат-ып халыҡты алдайҙар. Етештереү яйға һалынмағас, быыл ҡыҫыр кәсептән дәүләткә ни файҙа?
ла йәнеңдә уҡытыусылы-ғың уяндымы? Беҙҙе һүгәһең дә ул, ә үҙең һуң кем?
– Һәр хәлдә алыпһатар түгел, ә ябай йөк ташыусы, тауарҙы һуңлатмай апҡ-айтып тапшырыусы! Шәхси эшҡыуарлыҡ документтары һинең исемгә яҙылған, мин ул милеккә дәғүә итмәйем, кәрәге бер тин!
– Шул шәхси эшҡыуарлыҡты асыуы еңел булған тип уйлайһыңмы? Күпме дакуминттар тултырҙым, төн йоҡламай районға саптым, өҫтәүенә тәүлектең телә-һә ниндәй мәлендә пажарниктары, санэпидимстанцияһы, распатребнадзуры, та-ғы әллә кемдәр бәйләнергә, юҡтан ғына етешһеҙлек табып штраф һалырға әҙер. Өндәшмәһендәр, сүптән сүмәлә өймәһендәр өсөн уларҙың һәр береһенең ауыҙын томалап ҡалъя һоғондороу фарыз. Кибет асҡансы мин Ғәлиә генә инем, хәҙер күп-тәр Ғәлиә Сәләхетдиновна, тип кенә ебәрәләр, ызнашит ихтирам итәләр, автарит-ет ҡаҙанғанмын тимәк, ә ул буштан ғына килмәй. Эш яйға һалынғас туйып һике-рә башланың, Ғәлиулла, ашаған сеүәтәңә төкөрәһең. Әгәр мин һаман да яғылма-ған колопта завколоп вазифаһында бил бөкһәм, ә һин мөғәллимлегеңә барып һа-ман да үҙеңдең дә, балаларҙың да башын шул хисаплауҙарың менән ҡатырһаң әллә ҡа-сан ярлыға таянып дөмөгөр инек!
– Әй, һиңә һүҙ әрәм иткәнсе! - Ғәлиулла шарт та шорт баҫып сығып китте.
Ғәлиә лә өй эсендәге ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрен теүәлләгәс аҙбар янындағы ялан кәртәгә ябылған һыйырҙарын һауырға йүнәлде. Ире ишек алдында күренмәй, мо-ғайын да хәл белергә әсәһенең янына ингәндер, уның менән көңгөр-ҡаңғыр һөйл-әшеп, шул кибеп бөткән ҡарсыҡтың кәңәштәрен тыңларға, тоторға әүәҫ бит ул. Тәүҙә елтән Алаҡайын һауып алырға итте, һуңынан ныҡлап себенләй башлаһа яҡын юлатмаясаҡ. Үҙе менән тотоп сыҡҡан бәләкәй ултырғысты йәтешләп ҡуйып уға ағас тирмәндәй йәйенке осаһын терәне, ҡыҫҡа, йыуан, тарбыҡ сатына капрон биҙрәне ҡыҫтырҙы. “Минең менән килделе-киттеле һөйләшһә лә әсәһе менән сө-көрҙәшәлер әле… Ә бит бейемем килен булып төшкәндән алып мине мөрхәтһен-мәй, йә кәңәш-төңәштәребеҙ, йә һүҙҙәребеҙ берекмәй…” Өйҙән эйәреп сыҡҡан сәкәләшеү шауҡымына мейеһен йыбырлатҡан асыуы ҡушылғайны йәнендә бире-һе ҡоторҙо ла китте, үсеккәндәгеләй һыйырҙың ҡорһаҡ аҫтына маңлайын терәп, һөткә тулышҡан еленгә сат йәбешеп, аяуһыҙ ҡыланып, имсәктәрҙе алмаш-тилм-әш тартҡыларға кереште. Бындай тупаҫ мөғәмәләне ҡабул итмәгән һыйыр башта һыҡралы ҡойроғо менән биттәрҙе ялландырҙы, шунан артҡы аяҡтарын күтәреп төбөндә буйтым һөт йыйылған биҙрәне әллә ҡайҙа, баһыу буйына тибеп осорҙо, тояҡ саҡ сикәгә эләкмәне, ярай әле сослығына барып кинәт артҡа янтайып өлгөр-ҙө, мәгәр ауырлығын һаҡлай алмай ялан кәртә уртаһында еҙ батмустай йәйелеп ятҡан шыйыҡ ҡоймаҡҡа ултыра төштө, ултыра төшөп кенә ҡалманы, шыйыҡ тиҙ-әктә ҡулы тайғанлыҡтан әллә күпме уңлы-һуллы өйәҙәне лә әле. “Елене ҡороғор, мине типкән тояғын эт кимергер нәмәҫтәкәй!” Әсе тауышланып, сәрелдәп ҡарған-ып, күлбеп ятҡан еренән туңҡаңлай-йөгөнөкләй ҡалҡынды ла еүешләнеп өлгөрг-ән осаһын усы менән һыпырҙы, әммә йәшел үләндән генә хасил тиҙәк уның һайын ҙурыраҡ йәйелде, күлдәген эт алғыһыҙ итте, шыйыҡ өйрәгә буялған ҡул осон ыт-ырғанып һелтәп ебәргәйне сәсрәп һибелгән тамсылар тотош йөҙөн ҡуйы һипкел-дәй итеп тапланы, йомран күҙҙәрен томаланы. Ҡул һырты менән быжыр йөҙөн таҙартып маташты ла берәйһе был хәлде тамаша ҡылып тормағайы тағы, тип ың-ғайы бер урам яҡҡа ҡарай һалды. Унда әҙәм заты күренмәгәс яртылаш тиҙәк том-алаған күҙҙәрен секрәйтеп Алаҡайы яғына һуҡ бармағын төртөп тартыныуһыҙ яр һалды:”Уйнаштан әүәләнгән емтек, быйыл һуғымға һуйылдым, тип иҫәплә, бер көн тотмайым һине, үәт! Теге тиҡый Фәрзәнәгә оҡшап баш бирмәй ҡыланаһың икән, күрһәтәм күрмәгәнеңде!” Һыйыр ҙа яуапһыҙ ҡалманы артҡы аяҡтарын тар-байтып урғытып шаптырлатып ебәрҙе, тиҙәккә болғанған буръяҡлы ағым уның яғ-ына һырғаланы. “Һейҙегеңде һарғайтам мин һинең, башыңды эт ашағыр нәмәк-әй!” Шулай һөйләнә-һөйләнә туйтаңлап мал аҙбарына ҡаршы урынлашҡан мунса яғына атланы, өҫтөн һалып ҡаҙанда кисәгенән ҡалған йылымыс һыуҙы тасҡа тулт-ырып алып сайынды, йыуырға тип әҙерләгән керҙәр араһынан бикиниға тартым эске ыштанын, атлас халатын табып кейҙе. Сығышлай бер яҡ ситтә тәгәрәп ятҡан биҙрәне беләгенә элде лә өкәлтәктә имергә сабырһыҙланып тыбызыҡлаған быҙау-ҙарҙы һыйырҙарына ҡушып өй яғына йүнәлде. Шөғөлөнөң рәт-яйы киткәйне. Ун-ың көйһөҙлөгөн һиҙгән Алабай ҡойроғон бот араһына ҡыҫып арты менән өңөнә ҡарай шылышты. “Пшол, сабакы!” Алаҡайҙың ҡөһөрөн Алабайға төшөрөп теген-ең яғына ҡулына эләккән балсыҡ киҫәген елгәрҙе. Өң эсендәге эт ҡурҡышынан ял-барыулы сыйнап ҡуйҙы ла шымтайып тынып ҡалды. Инеп, биҙрәне түрбашҡа ҡу-йып, залдағы диванға сумды ла телевизор экранына төбәлде. Унда мөхәббәт хаҡы-нда сериал күрһәтәләр ине. “Үәт, йәшәй бит башҡалар, ә! Әкиәттәгеләй мөғжизә-ле, йәмле, күңелле көн итәләр, килешле итеп кейенәләр, торлаҡтары хан һарайы-нан былайыраҡ. Ресторандарҙа тәғәмләнгән өҫтәлдәре һуң, нәзәкәтле ҡыланып мөғәмәлә итеүҙәре! Илереп ғашиҡ тотоуҙары эсмәйенсә башты әйләндерерлек, ҡауышыуҙары серле илаһилыҡҡа сорналған. Ә бит ысынында ундай тормош бар бит ул, тик ул ырыҫлылар өсөн тәғәйенләнгән. Күк менән ер араһылай айырмалы ике донъя әйтерһең бер ваҡытта ла киҫешмәҫлек итеп йәнәш һалынған берләм һуҡмаҡ: береһенән ҡотлолар атлай, икенсеһенән уның ише өлөшһөҙҙәр. Ошонан аҙаҡ ғәҙеллек бар көнитмештә, тип әйтеп ҡара! Бында төртәлән инде һуҡыр сысҡ-ан ише сабынлыҡта, баҡсала, картуфлыҡта соҡоноп, кәртә-ҡура тирәһендә һыйыр тиҙәгенә болғанып, бер ниндәй гүзәллек тә, нескәлек тә юҡ …» Ә бит уның да ғаш-иҡ утында янып йөрөгән саҡтары булманы түгел, булды. Анау мәҙәниәт бүлеге на-чальнигы Вәлитйән ашарҙай итеп ҡарап, яйы сыҡҡанда, аулаҡта, ҡырағай теләкте тоҡандырырлыҡ итеп мул түштәренән, дерелдәк осаһынан матҡый торғайны. Ва-ҡыт үтеү менән шул, ҡытыҡты килтергес һәрмәүҙәр төпкәрәк шылып, мөнәсәбәт-тәр тәрәнгә китте. Йәше урта саманан уҙып барғанда уянған хистәре ихластан ине. Һаҡмарҙан һыу инеп ҡайтып килгәнендә сауҡалыҡта ашыҡ-бошоҡ сафлығынан яҙҙырғандан һуң ҡайҙалыр китеп олаҡҡан трактарис Камилдан, өйөр айғырылай ҡарыулы куних Рафайылдан һуң Вәлитйән һымаҡ уны бер кем дә яҡын күрмәне һәм, уның һымаҡ бер кем дә артынан оҙаҡ ҡыялып йөрөмәне. Ә бит тәбәнәк буй-ын, тулҡын рәүешендә бүлкәтләнеп, туғарланып май ҡунған ҡабырғаларын, түш яғынан осаһына ҡәҙәр һыпра тоташҡан билен, бер аҙ ҡамыт ҡыҫҡа аяҡтарын иҫә-пкә алмағанда, төҫ-башҡа анау тиҡый Фәрзәнәнән артыҡ булмаһа һис тә кәм түг-ел. Ул эшләгән клубтың сәхнә артындағы бүлмәлә дәртле ҡыҫышып, ирендәрҙе ҡанатҡансы үбешеүҙәрҙең емеше булып Рәмилгә ауырға ҡалды. Был хаҡта ишетеү менән Вәлитйәндең мәҙәниәт йортон ҡайта-ҡайта тикшереүе ҡырҡа һирәгәйҙе, бара-тора бөтөнләй туҡталды. Аптырағас ғорурлығын еңеп район үҙәгенә бер ни-сә тапҡыр барып ураны, начальникты тап итә алманы, ул райондың башҡа мәҙән-иәт усаҡтарын тикшерергә, яңы эш башлап торған тәжрибәһеҙ йәш методистарға методик ярҙам күрһәтергә сығып киткәйне. Райондың барлыҡ клубтарында ла ҡа-тын-ҡыҙ эшләй, уларға даими күҙ-ҡолаҡ булмаһаң мәҙәни-ағартыу эштәренең һү-лпәнәйеүен көт тә тор. Шуға күрә лә тынғыһыҙ етәксе көн тимәй, төн тимәй ауыл-дарҙы ҡыҙыра. Ауыр хәлдә тороп ҡалған Ғәлиә яйын тапты барыбер, эсе беленә башламаҫ борон уҡ бешкән дегәнәктәй Ғәлиуллаға сат йәбеште. Тегеһе тиҡый Фә-рзәнә менән күптән дуҫлашып йөрөһә лә ҡатын-ҡыҙҙың күңелен күреп ҡалҡыу ағзаларына үрелеү генә түгел, гөнаһлы урындарға ҡарарға ҡыймаған саф егет бул-ып сыҡты, ҡулдарын үҙе йүнәлтмәһә һәрмәү түгел йүнләп ҡосаҡларлыҡ рәте юҡ. Киносеанс бөткәс, һуңғы ваҡытта ни сәбәптәндер яңғыҙы йөрөгән Ғәлиулланы теге бүлмәгә төртөп индереп үҙенә көс һалып этләнергә тура килде. Ярай әле һуңынан шыма ғына китте. Теге һапалы юғары математик анализға оҫта булһа ла ҡатын-ҡыҙҙың серле хисабына мәшәү икән дә баһа, уның ҡыҙ түгеллеген белмәне лә һиҙ-мәне лә, осрашыуҙарына аҙна самаһы үткәс күҙҙәрен йәшләндереп “һинән…”, ти-гәйне яңы ҡапҡаға тексәйгән һарыҡ тәкәһеләй йыуаш күҙҙәрен тупайтып ҡарап ышанды ла ҡуйҙы, ике һүҙҙең береһендә өйләнешәйектән һалдыра башланы. Ғәл-иәгә шул ғына кәрәк ине лә. Рәмил артынан Анжелика тыуҙы, шунан Эмилия. Гө-наһы юҡ, һуңғы икәүһе тәғәйен Ғәлиулланан. Тимәк бөтөнләй керһеҙ һәм таҙа, йәш саҡта кем кемгә ғашиҡ булмай ҙа кем кем менән йөрөмәй! Вәлитйән ул кейә-үгә сыҡҡас “беренсе һөйөү онотолмай ул”, тип бәйләнеште яңыртырға маташҡа-йны ла, яҡынлатманы, “мин һине, һин мине белмәйһең “, тип кенә ебәрҙе. Ауыл ерен-дә ир өҫтөнән икенсе берәү менән сыуалыуҙың үтә хәүефле һәм ике осло ик-әнлеген белә ине ул, шуға боҙоҡ йәнендәге аҙғынлығын, йөрөмтәллеген боҫормал-арға, баҫырырға үҙендә көс, сыҙамлыҡ тапты. Ярай әле йылан аяғын киҫер аҫтыр-тынлығы, шылғаяҡлығы ярҙам итте, быуаҙыуға алып килгән мауығыуын белеүсе, һиҙеүсе булманы. Вәлитйән биләгән вазифаһынан файҙаланып ҡыҫымға алды, әү-рәтеү, янау һөҙөмтә бирмәгәс, ир көсөнә һалышты. Был юлы инде итек осо мен-ән йомш-аҡ еренә алды, алды ла көйҙөртөлгән ата сусҡалай аҡырып ебәргәндән һуң хәле бөтөп ыңғырашты: “У-у-у-у-й-йй… Ну, смотри, я тебе устрою, подзаборная сука!..” Начальниктың ҡаты үпкәләүе тиҙҙән асыуға күсте, асыуы ҡанығыуға ялған-ды. Һыныҡтан һылтау табып ул кәңәшмә һайын Ғәлиәне баҫтырып ҡуйып тәнҡи-тләр булып китте. Сыҙаманы эҙәрлекләүгә, эшенән сығып, аҙ-маҙ төйнәнгәндәр-енә төйөрөм генә кредит өҫтәп алып яңы күтәрелеш ала барған алыпһатарлыҡҡа күсте. Уңышлы ғына эшләп алды ла китте, йылғырлыҡҡа, отоуға, әрһеҙлеккә бәй-ле коммерсант эшендә клуб сәхнәһендәгеләй йөҙөңдө ҡырамалай ҡырҡ битлек сүрәтендә үҙгәртеп әртисләнеү ҙә кәрәк икән дә баһа.
Уйҙарын бүлеп Ғәлиулла килеп инде лә танау аҫтынан мығырҙаны: “Әсәйгә киске ашты алып сыҡһаңсы…”
Күндәм генә урынынан ҡалҡып ҡабаланмай ғына урын йәйә башланы, гөпөлд-әтеп ҡабартып яҫтыҡтарҙы һалды, ятыр урынды һыпырып тигеҙләп юрғанды һе-лккеләне. Йомшаҡ, һырҙары тәнгә тейеп маҙаһыҙламаған түшәктә маҙырап ятырға ярата ул. Түрбашҡа үтеп кәстрүл төбөндәге ҡалған ашты сеүәтәгә бушатып бер һыныҡ икмәк телеп алды ла сығыу яғына йүнәлде. Болдор тупһаһына баҫып тирә-яғына ҡараны: бынан Сабир ауылының түбәнге осо ус төбөндәгеләй асыҡ кү-ренә. Йылға аръяғындағы таштан һалынған ике ҡатлы мәктәпкә ҡарашын атты. Заманында урта ине, шунан оптималләшеү һылтауынан ике йыл элек тулы бул-мағанға ҡалдырҙылар. Бындай барыш менән барһа бер килеп башланғысҡа күсе-реп ябып ҡуйыуҙары ла бик ихтимал. Мәктәптәрҙең юҡҡа сығыу сәбәбе лә тәү ҡа-рашта төплө һымаҡ - хәҙер ауылдарҙа балалар юҡ кимәлендә. Мәктәптәр бөткәс ауыл бөтә, һәм киреһенсә - ауылдарҙың емерелеүе белем усаҡтарын һүндерә. Эл-ек ғаиләләрҙә бала-саға торна тубығынан ине, ә хәҙер өсәү күпкә иҫәпләнә. Ул ир-енән ике класс түбән уҡыны. Ғәлиулла отҡор булғанлыҡтан мәктәпте тамамлау менән юғары уҡыу йортона инде, ә ул бүлексәгә һыйыр һауырға сыҡты, тик көн оҙоно ауыр фләгәләр менән айҡашыу, һыҡралы шыйыҡ тиҙәкте шаптырҙатып ки-сеү тиҙ елкәһенә тейҙе. Мәктәптә уҡыған сағында моңло уҡ булмаһа ла, килешле генә итеп йырлай, шиғыр һөйләй торғайны, сәхнәгә, халыҡ алдына сығып баҫып тороу ҙа уның өсөн күнегелгән шөғөл ине, шуға яйын тап килтереп клубҡа метод-ист булып эшкә күсте, тиҙҙән ойоштора белеү һәләтен, йылғырлығын иҫәпкә ал-ып завклуб итеп үрләттеләр. Сабир ауылы ул заманда урта мәктәбе, лесничество-һы, врач амбулаторияһы, балалар баҡсаһы, ағастан булһа ла иркен клубы булған, өс ауыл-ды хеҙмәтләндергән почтаһы эшләп торған, сельсовет үҙәге иҫәпләнгән ауыл ине. Кибеүгә дусар күлдәй әүәлге сиктәренән тартылды ауыл һуңғы йылдар-ҙа, хужалыҡтары күҙгә күренеп һирәгәйҙе, мөрйәнән төтөн сығарғандары ла илле-алтмыштан артмаҫ. Унда йәшәүсе халыҡ та кәмене. Ошоғаса тигеҙ тештәр ише ты-ғыҙ урынлашҡан өйҙәр әле тотанаҡһыҙ ҡалған өңөрөй ауыҙҙы хәтерләтә, бер уры-нда өй, йәнәшәһендә буш нигеҙ тупайып ҡалҡып ята. Башҡа йорттарҙан айырыл-ып күренгән кибетенә бер килке текәлеп торҙо, тыңланғандай ҙа итте, бөтәһе лә урынында, тыныс һәм һил һымаҡ. “Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай, эт оя-һын йәйге осорға шунда күсерергә кәрәк, хафаланмай, борсолмай йоҡлар исмаһ-ам, Ғәлиуллаға әйтәйем әле, уның теләген иртәгә үк урын еренә еткереп ҡуйһын. Бында туй хәстәре менән ҡаңғырып йөрөүҙәренән файҙаланып өпләп* китеүҙәре бар… Улайға китһә Алабай эйәһе ише йүнләп өрә лә белмәй, саҡ ҡына уға оҡша-һа бер ғәйепһеҙ үткән-һүткәндең балағынан эләктерер, беләктәренә йәбешер ине, тирә-яҡҡа яр һалып абалар ине... Ҡуй инде, бер килке йүнһеҙ, эшкинмәгәндәрҙе ул ғына тотоп тора, ул ғына йәшәтә... “ Ҡарашын ишек алдына йүнәлтте. “Туй та-бынын бынау күтәренке ерҙә үткәрерҙәр. Рәхимйән ҡайнағаның ҡулы ипле, таҡ-таларын йышып оҙон өҫтәл, ике яҡлатып буйынан-буйына ултырыр урын әтмәл-әһен, ян-яғын ситәнгә оҡшатып һырғый ҡайын ботаҡтары менән тыҡшырһын, ә башын брезент менән көпләрҙәр, ошондай йәйге сатыр еләҫ тә күркәм дә була ул… Был бейеме ҡапыл ғына ныҡлап ятты ла киттесе, туй осоронда үлеп ҡалып бәләһен һалмаһа ярай ҙа, оҙаҡлатмай бөгөн-иртән дөмөкһә ваҡыттары тығыҙ түг-ел, ашыҡмай ғына һәйбәтләп күмерҙәр ине…” Хужабикәһенең тынысланғанын һиҙгән Алабай өңөнән сығып кирелде-һуҙылды ла, тупһанан төшкәйне аяҡтарына терәлеп һырп-аланырға тотондо. “Алабай түгел, ялағай һин!” Иркә һөйләнеп эттең ялбыр йөнлө арҡаһынан һыпырҙы, һалбыр ҡолаҡтарының һыртын тырнаны, тегеһе кинәнестән шыңшып уҡ ебәрҙе. Ҡулындағы туҡмаслы сеүәтәһен эргәләге һауытҡа ауҙар-ып, икмәк һынығын шунда ырғытҡан ыңғайы бойорғандай һөйлә-нде: “Әйҙә, рәхәтләнеп һыйланып ал, тик өйҙө, беҙҙең мөлкәтте һиҙгер һаҡла!”
Кире ингәнендә Ғәлиулла сисенеп, тәҙрә ҡорғандарын тартып, утты ла һүндер-мәй түшәккә ятып бөкөрәйгәйне. Ғәлиә лә сыр яланғас сисенеп ташлап трюмо алдына барып ултырҙы. Ҡаршыһындағы көҙгөгә һирпелеп аҙапланманы, сөнки белә, унан уға ҡышҡылыҡҡа өс бот самаһы май йыйған инә айыуҙай һөмһөҙ, ағ-залары арҡырыға йәйелә барған һын ҡараясаҡ. “Был тирәнән трюмоны алырға кә-рәк, юғиһә түшәк тирәһен сит бер кеше күҙәтеп, ҡарап торғандай…” Шешенке күҙ ҡабаҡтарын иҙәнгә ҡаҙап йөнтәҫ ҡултыҡтары аҫтына дезодорант ышҡыны, сикләренә, тағы һыйыр тиҙәгенең еҫе сыға күрмәһен, тип оса тирәһенә, күләгәле сатына һаҡлап ҡына тотонған затлы француз хушбыйын бышҡылдатты. Баҙлап торған бүлмә эсендә юрамал ҡабаланмай мыштырҙаны. Бөгөн ҡараған фильмда-ғы теге ир ҡайһылай ҙа дәртле ине, ике бисәнең күңелен күреп, танһыҡтарын ҡа-ндырып иркәк малдай сабып йөрөнө лә…Ундай ҡарыуы ташып барған ирҙәр ыс-ынбарлыҡта бар-мы икән ул? Барҙыр, булмаһа күрһәтмәҫтәр ине… Ә абышҡа-һы кәксәйгән, ҡарта-йыуы еткән алаша. Боролоп ҡарап, күҙҙәрен яндырып түшәккә тартып алһа ни булған. Үҙе яҡынлап ышҡаңламаһа ҡуҙғалырға яйы юҡ бит бын-ың. “Ошо мәлдә Ғәлиулланың урынында Вәлитйән ятһа икенсерәк ҡыланыр ине моғайын. Ҡатын-ҡыҙ ҡайһы саҡ тупаҫ мөғәмәләне, әрһеҙ ҡыланыуҙы үҙ итә бит ул. Абышҡаһы ни, ғүмере буйы, теге асыуы килеп һалып ебәреүен иҫәпкә алмағ-анда йә туҡмарға эшкинмәне, йә…” Башынан аҙғын уйҙарын ҡыуырға теләгәндәй толомон тағатып сәс-ен ялпылдатып ебәрҙе. Утты һүндереп түшәгенә сумды ла ояһына йомортҡа һалырға йыйынған мысыр тауығылай урынында мөлкөтөп ал-ды, эркет тоғолай мул түшен иренең әле ныҡлығын юғалтмаған яҫы арҡаһына ышҡыны. Тегеһе ҡымшанманы ла, йоҡлағанға һалышты. Асыуың килмәҫме ошо ерҙә!
Ғәлиә тамаҡ төбө менән: “Туғандарыңдың барыһына ла әйт, тик бер генә шарт, бүләккә һалыр өсөн һыйырҙарын һуйып тотонһондар”, тип бурылданы ла арты менән боролоп иренең шау һөйәк арыҡ арт һынына мендәрҙәй ҡабарынҡы осаһ-ын терәне.
2
Һөйләшкән-килешкән буйынса балалары, атап әйткәндә Джон кейәүенең ғаил-әһе, Алексей менән Эмилия туйға бер аҙна самаһы алдан ҡайтып төштөләр. Уға ҡәҙәр былай ҙа буяр ерҙе буяп, аушайған бағаналарҙы төҙәтеп ултыртып көндәре үтә ине, ҡаланыҡылар ҡалған эшкә ихласлап тотоноп киттеләр; ҡатын-ҡыҙ ҡарал-тыны сығарып елләтеп тотош өйҙө йыуып рәткә килтерҙе, мунсаның ҡоромло сте-наларын ағартып иҙәнен ҡырып йыуып сыҡты. Ир-егеттәр Рәхимйәндең етәкселегендә туй табынына тип билдәләнгән урынды киңәйтеп оло ҡыуыш ҡорорға тото-ндолар. Сәбилә әбей ятҡан иҫке йортҡа ғына оронманылар, сөнки стеналарынан балсығы ҡойолоп, түшәм таҡ-таларының сереге өҫкә яуған, тотош көнкүреш ала-маһы нышып тултырылған өкә-лтәккә йәшәү рәүешен керетеү өсөн генә лә аҙна-ун көн самаһы мәшәҡәтләнергә тура киләсәк. Өҫтәүенә унда быҙауҙар, һарыҡ-кәзә бәрәстәре ҡышлағас торлаҡҡа елләмәҫлек дәрәжәлә һыҡра еҫе һеңгән, ваҡыттары ҡалһа тыш яҡтан аҡлаштырырҙар ҙа ят күҙҙәр инеп-сығып таҫыраймаһындар өс-өн ишеккә йоҙаҡ һалырҙар, иң еңел юлы ана шул.
Иртәгә туй, тигән көнө ауылдан ҡатнашаһы кешеләрҙе сәйгә алдылар ҙа улар-ҙы оҙатып үҙҙәре генә ҡалғас өҫтәл түренә ҡунаҡлаған йорт хужаһы һалпыш мы-йыҡ остарын ҡул һырты менән һыпырып, яҫы ҡаштарын йыйырып, йөҙөн үтә ет-диләндереп һүҙ башланы:
– Һый-ниғмәттәрҙе теүәлләп, һәммәһен ипләнек, буғай, иң мөһиме туй тыныс, тауыш-тынһыҙ үтһен үтһен инде. Өлөшөбөҙгә төшкән бурыстарыбыҙҙы ҡайтарып бөтөүебеҙ ошо, бисәкәй, инде бик теләһәк тә туй үткәреү ҡыуанысы бе-ҙгә бер ваҡытта ла тәтемәйәсәк. - Ҡатынының яғына моңһоу һирпелеп алғас һын-аулы ҡарашын башҡаларға күсерҙе. - Ни тиһәң дә оло йыйын бит, Рәмил, өлкән булараҡ төп эштәрҙе башҡарыу, ике яҡтағы ла ҡунаҡтарҙы байҡау һинең өҫтә, Джон кейәү, ҡайнағаңа ярҙам итерһең. Уйылдан ҡусты уландары менән килә лә бит, ни тиһәң дә беҙҙән алыҫ ятҡандар ауыл мәшәҡәтенең яйын-рәтен белмәҫтәр. - Тәҙрә аша тыш яҡҡа һирпелеп алды. - Көнө килеп тороп ҡыҙҙыра, тәпәнселәргә әйтергә кәрәк, араҡыға баҫым яһау килешмәҫ, бәләгә ҡалыуыбыҙ бар.
– Көн элгәре һыйыңды ҡыҫма, йәлләмә, йәме, һәр кем мәйеленәсә ашаһын-эсһен, шуға ла туй, тип атала бит ул! - Ғәлиә ҡаршы төштө. Анжелика менән Джон һуңғы әйтелгәндәр менән килешкәндәй баштарын ҡаҡтылар.
Ғәлиулла дауам итте:
– Ҡапҡа төбөндә ҡаршы алыу – килендәргә. Өҫ-башығыҙҙы ҡарағыҙ, үтә боронғоса ла булып китмәһен, ни тиһәң дә ҡаланан киләләр бит, саманан артты-рып шаштырып та ебәрмәгеҙ…
Ғәлиә сыҙамай йәнә бүлдерҙе:
– Килештерә берәү, ыстағәфирулла, ҡатын-ҡыҙға нисек кейенергә күрһәтмә биреп, өйрәтеп утырасы, оҙон күлдәк кейәләрме, әллә бот төптәрен ялтыраталар-мы, уныһы бисәләрҙең үҙ эше!
– Урынлы-урынһыҙға сыпраңлама, һин дә бер ҡараһаң пуп-модель, бер ҡа-раһаң абыстай!
– Ну, пап, не пуп модель, а топ модель, то сеть супер! - Эмилия пырх итеп көлөп ебәрҙе.
– Ҡайһылай аталһа ла бер нимә инде! – Атай кешенең иҫе лә китмәне. - Ма-шиналарҙы урынлаштырыу Джон кейәү инспектор булараҡ һиңә. Ишек алды ял-андай иркен, һыйырҙар. Йәштәр һеҙгә эш ҡушмаҫбыҙ, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрегеҙ былай ҙа етерлектер.
– Яҙылыу сельсоветталыр? - тип һорау ҡыҫтырҙы Анжелика.
– Бәрәмәс, шунда, башҡа ҡайҙа булһын! - Ауыҙын тултырып көйшәгән Ғәл-иә сәйнәгәнен сынаяҡ аҫтындағы сәй менән шыйыҡлап, ҡылҡылдатып йотоп ебә-
рҙе лә элә һалып алды. - ЗАГС-ты ҡоҙалар аңламаҫ, ҡабул итмәҫ, тип һәммәбеҙ аңлаған телдә апарырға әйткәйнем дә, Ибраһимдың теле ул яҡҡа ҡаты бит, шуға йоланы атҡарыуҙы депутат паручениеһы итеп рус теле уҡытыусыһы Хөмәйрәгә йөкмәтергә хәл иттеләр, уның ҡайҙа эшләп йөрөгәнен кем генә төпсөнөп торор тиһең.
– Хәҙер бит ЗАГС-тан һуң мәсеткә барыу, шунан һуғышта ҡалған яугиҙәр-ҙең һәйкәленә сәскәләр һалыу модала… - Быны Рәмилдең ҡатыны Әлфиә әйтте.
– Боронғосаның рәт-сүрәтен белеүсе кеше булмағанлыҡтан батаны теге, па-рторг Шәрифйән уҡый ғәҙәттә, - Ғәлиә был юлы мулла, һүҙен ҡыҫтырырға ҡыйм-аны, - тик ул аҙна самаһы башын да ҡалҡытмай эсеп, бахмурҙан ята һапата*, шуға ғибәҙәтхана тип иҫәпләнгән элекке колоп бикле, ә һәйкәлгә килгәндә, бағып, ҡар-ап тормағас уның ян-тирәһен тегәнәк, кесерткән баҫҡан. Так што уның һымаҡ юҡ-бар менән булашмаҫбыҙ. - Был турала ары сурытырға теләмәгән хужабикә иғтиба-рҙы икенсе мәсьәләгә йүнәлтте. - Йоҡлауға килгәндә һарай башы иркен, яңы сабы-лған бесән йәйеп һалһаҡ йәш-елкенсәк шунда төнәр, ә өлкәнерәктәрҙе Рәмил һеҙ-гә апарырбыҙ, Ғиндулла олатайыңдың, уның улы менән ҡыҙының өйҙәренә таратырбыҙ.
– Ә йолаға ярашлы уйындар? - Ултырып сыҙамай ҙа баһа был килен тигә-нең.
– Стенаға элгән теләк-яҙыуҙарығыҙ тотошо уҡырлыҡ һәм аңларлыҡ булһ-ын, сматри, Анжела, һин бит мәктәптә уҡығанда диктант яҙыуҙа аңыш һәм наҙан инең, берәй хәреф хатаһы ебәреп ҡуйма, әлеге лә баяғы Хөмәйрәнән тикшертеп ал. Уйындарға килгәндә кәләштең тортын һатыу, кейәү-килен һөйөү, йәштәрҙе парлап бейетеү, табын буйлатып палзункы йөрөтөү һымаҡтары ҡалыр, патаму што аҡса йыйыуға бәйлеләре ҡайҙа ла бер. Әйткәндәй, туйҙан һуң һыу юлын бы-нан башлатырбыҙ, юғиһә һыуҙы крандан эскән ҡалала уның ҡайғыһы булмаҫ. Һен ҡатып көлөрлөк итеп кейенеп барырҙар.
– Уныһы нисегерәк була тағы? - Ғәлиулла ризаһыҙ бүлдерҙе.
– Атаҡ-атаҡ шуны ла күргәнең юҡмы әллә, һыуға барғанда ирҙәр ҡатын
булып кейенә, ә ҡатындар киреһенсә ирҙәр сүрәтенә инә.
– Нимәгә ул шайтан туйы?! Ирендәрен ҡыҙартҡан, бюстгальтер кейеп алған ирҙәрҙе күрһәм осора һуҡҡым килә, билләһи! Һыу юлын ҡурай моңо аҫтында башлап булмаймы ни? Ҡыҙыбыҙ биҙәкле биҙрәләр эленгән семәрле көйәнтәне иң-енә һалһын, еңгәләре изге теләктәр әйтһен. Шунан тамсыһы ла ситкә төшмәгән һыуҙан сәй ҡайнатып ебәрербеҙ. Халҡыбыҙҙың йолаһының матурлығы йәме шу-нда!
– Ҡурайыңды ана, әпсәңдең янына инеп һыҙҙыр, ә туй йолалары бик бе-
ләһең килһә башынан алып аҙағынаса минең өҫтә! - Ғәлиә ҡарарының төплө икә-нлеген белдерергә теләп ҡыҫҡа бармаҡтарға ялғанған һимеҙ усын өҫтәлгә шапыл-датты ла ҡәтғи тонда дауам итте. - Туйҙа иң яуаплы мәл ул - бүләктәр һалғанда. Күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап ултырығыҙ, тегеләр сығарғанды һеҙ ҙә һалырға бурыслы-һығыҙ. Ҡалғандары туйҙың барышында асыҡланыр, минең күҙгә генә ҡарап торо-ғоҙ, әйтермен.
– Иң мөһиме, араҡыны йәлләмәй ҡояйыҡ, тәгәрәгәнсе эсәйек, иң шәп, күң-елсәк ҡунаҡ - иҫерек ҡунаҡ! - Көрәктәй усы менән алаптай ауыҙын һыпырҙы Дж-он.
– Эсәйек, тип күҙҙәреңде майландырып ултырма, йәме, һин ҡойоусы ғына, - тип эскегә хирес ирен тыя һалды Анжелика. - Баштан уҡ килештек бит, һин бы-нда водитель сифатында ғына килдең. Бикәстең туйында тәгәрәгәнсе эстең, хәҙер минең сират.
Джондың балҡыған йөҙөнә тәрән күләгә ятты, ул яратып уйнаған уйынсығы-нан яҙып үсеккән бала ише ситкә ҡараны.
– Хәҙер күп урындарҙа араҡыһыҙ туй үткәрәләр, - тине Әлфиә.
– Булдыҡ беҙ ундай туйҙа. Ир-ат аҙбар артына барып ҡасып-боҫоп йотоп килә лә өҫтәл артында суфыйҙай ҡылана. Лучше йәшермәй эсһен дә ҡуйһындар. Ниңә үҙеңде лә, башҡаларҙы ла алдарға! - Анжелика ҡушылып китте. - Мин мә-ҫәлән бында эсер өсөн ҡайттым!
– Шәп теләк, изге уй менән ҡайтҡанһың икән, ҡыҙым! - Ғәлиулла ҡыҙына уҫал итеп ҡараны. Тегеһе башын баҫты. - Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, кемдеке – шуны-ҡы, туй матур, иң мөһиме ыҙғышһыҙ үтһен, әйтерем шул!
3
Ҡунаҡтар күрегеҙ, бына беҙ ниндәйерәк, тигәндәй таҫмалар менән биҙәлгән тиҫ-тәнән ашыу сит ил машиналарын пипелдәтеп, ҡош-ҡорт өркөтөп, эт өрҙөрөп, туҙ-ан туҙҙырып Сабир ауылын өйрөлтөп бер тапҡыр уранылар ҙа Ғәлиуллаларҙың алты мөйөшлө йорто янына килеп туҡтанылар. Ишектәре шар асыҡ урыҫ ҡапҡа-һын кәртәләп баҫҡан йәш килендәр, Джон менән Рәмил ҡунаҡтарға араҡы, һыра кеүәҫ эсереп, колбаса, сало һоғондороп үткәрә башланылар. Хужабикәнән аша тө-шөп мәртәбәле ҡунаҡтар алдына ҡымыҙ, ҡаҙы, ҡорот, майлы эремсек сығарырға береһе лә ҡыйманы.
– Драстуйте! - Ғәлиә эркет гөбөһөләй йыуан, көрөгөүе еткән инә өйрәктәй байпаңлап атлаған ҡоҙағыйының эргәһенә эләгә-йығыла йүгермәләп килде лә ти-рле устарын затлы күлдәгенең итәгенә һөртөп алғас ике ҡулын һоноп күреште. - Кәк дәехәли? - Көн һайын аралашмағас тоҡос һөйләшеүе ошо ерҙә өҙөлдө, ул күт-әрмәләүгә өмөт иткәндәй эргәһендәге Анжеликаһына һирпелде. Урам һөйләше кимәлендәге әңгәмәне ары ул дауам итте.
– По проселочной дороге долго ехать, от жары и от пыли чуть с ума не сошла! - Мария Петровна бурҙаттай ҡыҙарған йөҙөн ризаһыҙ сирып асыҡ ерән төҫкә буялған ҡыҫҡа сәстәрен, тир шыбаҡшыған сикәләрен ҡул һырты менән һыпырҙы, шунан уның өсөн генә айырым батмуста килтерелгән рюмканы сытраймай ғына түңкәреп ҡыҙыл помада менән ҡайылған йәйенке ауыҙын төйөрөм колбаса киҫәге менән томалап ҡуйҙы. Бер аҙҙан сало оҙатыуында икенсе рюмка ла тәүгеһенең ар-тынан юлланды һәм дәү, мискәләй ҡорһаҡтан гөрөлдәк кикереүҙе ҡыуалап сығарҙы. Ниһайәт быжыр биттәргә алһыулыҡ бөркөлдө, маңлай һырҙары яҙылды. - Но у вас тут красиво, нетронутые цивилизацией райские места… - Май бөргән ҡапыс күҙ ҡабаҡтарын яҙып алыҫта киртләсләнеп күренгән тауҙарға, үҙәндән бормалан-ып аҡҡан Һаҡмарға, ауылға терәлеп тиерлек ҡалҡҡан ҡайын урманына ҡыҙыҡһы-ныусан ҡарашын атты. - Богато тут живете?
– Все эти земли не наши. Федеральные. - Ҡунаҡтарын теүәлләп күрешеп сыҡҡан Ғәлиулла уларҙың янында туҡталды.
– Палитикаға төшмә, бар, ҡоҙаңдың янында бул! - Ғәлиә бәйләнсек себендән ҡотолорға теләгәндәй ҡулын улай-былай һелтәп ирен янынан ҡыуҙы. - Мәтрүшкә-ле ҡайын миндеге ебетелгән, кәрәк-яраҡ та әҙер, ҡоҙағыйҙы мунсаға саҡыр, Анже-ла!
Ҡалған ҡунаҡтарҙы сәй табыны артында һыйлауға апаруҡ ваҡыт китһә лә төп ҡоҙағый мунсанан сығырға ашыҡманы. Сәғәт ярым самаһы юғалып торғандан һуң ул эс майы һәм янбаш целлюлиты аҫҡа һалынған килбәтһеҙ кәүҙәһен көскә һөйр-әп ах та ух килеп, тышылдап соланға сыҡты ла, әҙерләп ҡуйылған һалҡын кеүәҫте төп күтәрә ебәргәс, баяғынан да ҡеүәтлерәк итеп ҡәнәғәт кикерҙе, шунан иҙән шы-ғырлауын ишетеп өлтөрәп килеп ингән ҡоҙағыйына беренсе һорауын бирҙе:
– Есть ли в ваших краях другие деревни?
Ҡоҙағыйының башҡа милләтле ауылдар хаҡында ҡыҙыҡһыныуын һиҙеп ҡалған Ғәлиә ҡабаланып-ҡарһаланып яуап бирә һалды:
– Есть. Михайловка, Ивановка, Васильевка, Владимировка, есть чувашская деревня Бердяш, татарская Суюнче -Чупаново! “Ни бысағыма икән уға ул ауыл-дар?” тигән уй теле осона килһә лә өндәшмәй ҡалды.
– Вы говорите Васильевка… Далеко ли отсюда?
– Пятнадцать километров от нас!
– А там молитвенный дом или церковь есть?
– И церковь и поп там…
– После ЗАГСа поедем туда! - Мария Петровна кире ҡаҡҡыһыҙ бойороулы тонда шулай тине лә, унда барырға теләү сәбәбен төшөндөрөүҙе кәрәк тапты. - В церковь хожу только по большим религиозным праздникам, и в бога я не верю, потому что нас в детстве воспитывали в духе атеизма. Лично я обожаю внешний атрибут, люблю шоу. Наше посещение будем снимать на видео, потом будем пок-азывать друзьям. Для этого с собой взяли профессионального оператора.
Был хаҡта ишеткән Әлфиә аптырап бот сапты:
– Нисек була инде был, бейем, сиркәүгә барып суҡынырға тейешбеҙме та-ғы? Аҙаҡ ауылдаштар күҙенә нисек ҡарарбыҙ, улар аяҡ баҫмаҫ ергә барғанды ни-сек ҡабул итер?
– Өндәшмә, шым бул! - тип тыйҙы Ғәлиә. - ЗАГСтан һуң берәй сәғәткә юғал-ып тороуыбыҙҙы кем күрә лә кем белә? Бер тапҡыр суҡыныуҙан берегеҙҙең дә уҡ-аһы ҡойолмаҫ, мәсет тә, сиркәү ҙә икеһе лә Алла йорттары, ҡайһыныһына барып табынһаң да барыбер түгелме ни? Тик ҡоҙағыйҙан ипләп кенә белешергә кәрәк, нисегерәк башҡарырға икән ул суҡыныу ғәмәлен; уңдан һулғамы, әллә киреһен-сәме, ике бармаҡ менәнме, әллә өсәү менәнме, эйелергә кәрәккәндә еңелсә генә бөгөлөргәме, әллә бөтөнләй ихласлап, йөгөнөкләп туңҡайырғамы?
– Ҡунаҡтарҙың динен һанлаған хәлдә лә уларҙың күңелен ҡыймайым тип тәрегә табынайыҡмы инде, бейем? Улайһа әйҙә, заманса ҡыландырайыҡ, мәсетенә лә, сиркәүенә лә бармайыҡ.
– Мәсеткә бармайбыҙ тип теге саҡта уҡ тумбытҡайным түгелме?
– Һеҙ суҡынып ҡына китегеҙ, ә мин бында ҡалам, аш-һыу тирәһен ҡарашт-ырырға ла кеше кәрәк бит әле.
– Күршең һуҡыр булһа күҙеңде ҡыҫ, тигән мәҡәлде ишеткәнең бармы? - Был һүҙҙәрҙән һуң Ғәлиәнең былтыҡ күҙҙәре эскә батып бер аҙ ҡыҫыла төштөләр. - Бигерәк һыу буйы итеп ҡойолдороп һөйләйһең дә күпте беләһең килен, туйҙы моғайын да ҡунаҡтар түгел, башлап һин болғатырһың, шәйт. Әгәр шулай була ҡалһа аҙаҡтан минән яҡшылыҡ көтмә! Барырһың, мин әйткәс, Рәмилеңде ҡулты-ҡлап, кәрәкһә икона ҡосаҡлап иң алдан төшөрһөң!
Ары һүҙ көрәштерергә теләмәгән килен ҡабаланып китеп барҙы.
Туй мәле етеүгә байрамса кейенгән, кимәл тотҡан ауыл ҡунаҡтары күренгеләй башланы. Түшен тултырып орден-миҙалдарын тағып алған Ғиндулла ҡарт яҡын-дарын эйәртеп тәүгеләрҙән булып килеп инде лә йолаға ярашлы һәммәһе менән күрешеп сыҡҡас түр яҡты биләне; иң башта төп ҡоҙа менән абруйлы ғына әңгәмә-ләшеп алды, шунан кесерәктәренә күсте, Ғәлиуллаға саҡырылһаң да ауыл осонда йәшәйбеҙ, башта юл ыңғайы миңә һуғылырға тейеш инең, тип яңыраҡ килеп етк-ән Уйылдан ҡустыһын еңелсә ҡыҙҙырып алды. Шулай итеп туйҙа иң абруйлыһы, бәҫлеһе кем икәнлекте һүҙһеҙ генә аңлатты, ошоғаса ултырып сыҙамаған, хәбәрҙе уйламай һалдырған йәшерәк ҡоҙаларҙың береһе ветеран алдында ебеп төштө, ау-ыҙына һыу урталаны, әйтерһең дәрескә әҙерләнмәй килеп таҡта алдында юғал-ып, һерәйеп ҡалған уҡыусы. Ғиндулла ҡарттың улы, кейәүе урындарын белеп си-ткәрәк тартылды, ҡыҙы менән килене ярҙамлашырға тип, алъяпҡыстар быуып ал-ып ҡаҙанлыҡ яғына йүнәлде. Ары ҡатындарын эйәрткән мәктәп директоры Нур Талипович, хакимиәт башлығы Ибраһим Ғәлимйәновичтар күренде. Улар ҙа оло ҡунаҡтың эргәһенән урын алдылар.
Саҡырылғандар йыйылып бөткәс ҡайҙа ултырырға белмәй юғалып ҡалғандарҙы йорт хужаһы йәшенә, дәрәжәһенә ярашлы урынлаштырҙы. Йәш-елкенсәк өсөн ишек алдының ҡаршы яғында ҡупшы сатыр эшләнгәйне. Мәжлес ҡыҙған мәлдә уларҙың өҫтәлдәрҙе бутап, өлкәндәр яғына сығып ҡаңғыртасаҡтары көн кеүек ас-ыҡ, ни хәл итәһең, ултырышһыҙҙарҙы ихатанан ситкә ҡыуып сығарып булмай бит. Ҡап уртала күңел асыу өсөн таҡтанан иҙән түшәлгән, эргәһенә колонкаларға тоташтырылған магнитофон ҡуйылған. Туйҙы алып барыу һүҙҙең рәт-яйын белм-әһә лә ҡаласа ҡыланып ике телдә лә шыма ғына һупалаған Анжелика ҡыҙы менән, ҡылығы ғына түгел, күҙ-ҡарашы һөмһөҙ кейәүе Джонға ҡушылды.
Муйындарына ҡыҙыл таҫма бәйләнгән шешәләр шауҙырлаған йәшниктәрҙе ике еңгә бейей-бейей индергәс ошоғаса ҡорт күселәй геүләгән табын дәррәү сәп-әкәй итеп ебәрҙе: “Көрәгә килә, көрәгә, бәрәкәт!”, тигән ауаздар ишетелде. Ғәли-улла туйҙы асҡандан һуң, исем-шәрифтәрен әйтеп, туғанлыҡ яғын аңлатып-төш-өн-дөрөп яҡындары менән таныштыра башланы. Ҡала ҡунаҡтарына был ҡыҙыҡ та, мөһим дә түгел ине шикелле, ҡайһы берәүҙәре битараф йөҙҙәрен төмһәртеп ҡа-сан бөтөр икән был һүҙ бутҡаһы, тигән ҡиәфәттә ултыралар, бәғзеләр ттең атаһы - тәбәнәк буйлы, өрөп тултырылған туптай тулы кәүҙәле, баҡыр тәңкәләй түңәрәк күҙле, аҡса янсығылай ослайып барып бөткән оло башлы ир түбәһендәге сусҡа ҡылылай шырт сәстәрен яҫы устары менән һыпырып тигеҙләгәндән һуң туғанда-рын, яҡындарын барлауҙы ла кәрәк һанамай ҡоласын ғына йәйҙе: «Вот они, мои! Давайте, выпьем за всех нас !» Беренсенең төбөндә ҡалдырырға ярама-ғанлыҡтан таҙа итеп йотоп ҡуйҙылар, шунан өй хужаларының һаулығына, ары туйҙың матур үтеүен теләп күтәрҙеләр. Рюмкалар бушаған һайын йөҙҙәр алһыу-ланды, телдәр сиселде, баштағы тартыныу ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Ғилман өҫтөнә кейгән пинжәген, муйынын быуған галтугын төҙәтте, йы-йылыусыларға һы-намсыл һирпелде.
Һуңғы осорҙа уның ғәҙәти көнитмеше күнегелгән кәлейәнән сыҡты, нишләптер өҙлөкһөҙ йәне көйә, сәбәпһеҙгә эсе боша.Туйға әҙерлек эштәрен тейеш булғанға ғына еренә еткереп үтәргә тырышты, мәгәр күңел һалмаған шөғөлөнөң яйы, рәт-сүрәте, йәме тойолманы. “Тапты ла баһа ҡыҙы уға кейәүҙең кәттәһен… Был бола-мыҡтан башҡа ер йөҙөндә егет-елән бөткәнме? Берәй эшлекле ауыл егетен һайла-һа ни булған?” Йөрәген өйкәгән ошо һорауҙарын ҡыҙына түгел, ҡат-ҡат үҙенә үҙе бирә лә яуап таба алмай ауыр көрһөнөп ҡуя, ҡаштарын төйөп эстән һыҙып йөрөй башлай. Ҡыҙы яҙ байрамында теге егетте эйәртеп ҡайтып төшкәс көтөлмәгән хәл-дән аптыранып ҡалды башта, ни ҡылырға белмәне, ҡул биреп күрешкәндән үк ке-йәү йораты менән әңгәмәһе берекмәне. Килгән ҡунаҡтың яңғыҙын ҡалдырыуҙы килештермәһә лә шөғөл булмағанда сәбәп табып, кәрәк-ярағын алып, уныһын-быныһын йүнәтергә тип кәртә-ҡура тирәһенә йүнәлгәйне теге артынан ҡалмай эйәреп сығып ярҙам итергә маташты. Оҫталыҡ шөғөлөнә оһолһоҙ һәм бәсәл тот-ондо, күренеп тора, ауыл шөғөлөнә дөмбөрө батмай*; йыбанып ҡына, теләкһеҙ ге-нә ҡымғырлай төҫлө, ботаҡ тапҡырына ҡаҡҡан ҡаҙауы йә ҡыйшайып ҡуя, йә яҙа һуғып ҡулынан сүкеше төшөп китә, өҫтәүенә ике-өс һайғау ҡатҡансы ҡара тиргә батып бышлыҡты. “Тере көйөк, - Ғәлиулла үртәлеүҙән сикә мускулдарын бейетеп тештәрен ҡыҫты, - эшкинмәгән, инәңде орайым!..” Асыуын баҫырға теләп күңеле-нән ҡаты итеп һүгенеп ҡуйҙы. Ҡыҙының сит милләткә сығыуын шыпа ғына өнәп бөтөрмәй. Ҡоҙа-ҡоҙағыйы менән бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшмәҫтәре хәҙерҙән элек үк билдәле, шулай ҙа әҙәп йөҙөнән булһа ла һирәк-һаяҡ аралашып йәшәргә тырышырҙар, дөрөҫөрәге мәжбүр булырҙар, тик нимә хаҡында гәпләшерҙәр һуң? Икеһе ике милләт кешеһе генә түгел, икеһе ике донъянан. Һыу менән ут, ер менән күк, аҡ менән ҡара ише ете яттар бит. Элек ҡайҙалыр уҡығаны хәтеренә килде:
Үтә байҙар бал эсә
Беҙҙең ише ярлы-етем,
Ярҙан ятып һыу эсә…
Ул һәр хәлдә ярҙан ятып һыу эсеүселәр ҡоронда йөрөмәй, урта хәллеләр иҫәбенә инә, ингән хәлдә лә, был текә, тәкәббер ҡоҙаһы менән барыбер борсаҡтары бешм-әҫ, һүҙҙәре берекмәҫ, шуны алдан күҙаллай. Бөгөн ЗАГС-тан һуң ике ауыл араһы-ндағы урман юлы соҡорло-саҡырлы, инмәле-сыҡмалы булыуға ҡарамаҫтан Васи-льевкаға елдерҙеләр. Был хаҡта артыҡлап шауламаһалар ҙа ҡаршыларына осрағандар уларҙың ҡырын, хилаф эш артынан йөрөүҙәрен һиҙемләнеләр шикелле, шу-лай булмаһа Маһибәҙәр ҡарсыҡ өйҙәре тапҡырынан күҙҙән яҙғансы ҡарап тороп ҡал-маҫ ине. Сиркәү эргәһенә барғас та ер тишегенә инерҙәй булып түбәнһенеп, тан-ыш-тоноштар осрап ҡына ҡуймаһын тағы, тип алан-йолан ҡаранып торҙо. Милләттәр, диндәрҙең һәммәһе тигеҙ, һәммәһе айырым ихтирамға лайыҡ, һәр тел, мәҙәниәт үҙенсә гүзәл, үҙенсә ҡабатланмаҫ, әммә ләкин уларҙы айырып тот-ҡан, береһе икенсеһенә яҡынламаҫлыҡ итеп араларына тартылған күҙгә күренмәҫ шаршау ҙа бар бит әле. Шул сикте ашатлап сығырға ярамай. Ярамай! Ҡан ҡатна-шыуы, милләттәрҙең, диндәрҙең буталыуы, маңҡортлоҡҡа һәм иблеслеккә кил-терә. Ваҡытһыҙлыҡ, быуынһыҙлыҡ тантана итеүе ошомо икән әллә, йәшәйеш-те бит мәғәнәһеҙ уртасыллыҡ һәм исемле исемһеҙҙәр баҫып бара. Сиркәүҙең эсенә лә һылтауын табып, тәмәке тартҡанға һалышып иң аҙаҡҡа ҡалып инде лә күңелен баҫҡан шөбһәне еңә алмай мөйөшкәрәк һыйынды, сөнки бәләкәй саҡтан уҡ тәре-нән һипһенеү һәм тартыныу аңына, йәненә һеңгән. Ҡыҙмаса ҡунаҡтарҙың һуҡм-ыш төбәлеүҙәренән боҫһа ла камераның объективынан ҡаса алманы, йылғыр, әр-һеҙ оператор ирештергәндәй ҡыланып яҡындан да, китә биреп тә, сүгеп аҫтан өҫ-кә ҡаратып та уны видеоға төшөрә башланы. “Сәсрәп кенә кит, мәйелең, маташт-ыр әйҙә, һеҙгә бит шау-шыу, шоу кәрәк!” Пинжәгенең төймәләрен элеп, түшенд-әге мәғариф алдынғыһы значогын төҙәтә биреп, яурындарын киреп, түбәтәйен йәтешлеп кейеп, турайып баҫты. Поптың үтә лә тырышып йоланы атҡарыуын, хуш еҫле төтөнө быҫҡыған кадилоны уңлы-һуллы болғауын, монашкаға оҡшатып ҡара күлдәк кейеп ҡара яулыҡ бөркәнгән ҡатынының иң алға баҫып тырышып-ты-рмашып суҡыныуын асы йылмайыу аша екһенеп күҙәтте. Кейемен дә йүнләгән, муйынға таға торған көмөш тәреһен дә тапҡан бит әле! Ысынбарлыҡҡа тиҙ яраҡ-лаша белә шул Ғәлиә, елдең ҡайҙан ҡайһы йүнәлешкә иҫеүен һә, тигәнсе абайлап, шунда уҡ һаҡланыу сараһын күрә һалып та ҡуя. Бөгөнгө алыпһатарлыҡтың асы-лы ла, бәлки, шундалыр, сөнки беренсе урынға мәңгелек ҡиммәттәр түгел, аҡса, килем ҡуйыла. Яйын яйлап, юлдарын табып табышын арттырырға ынтылып ята-лар бөгөнгө алыпһатарҙар, шуғалыр ҙа эргәһендәгеләрҙе тамаҡларға әҙер, күҙҙә-ренә ҡан һауған аяуһыҙ ас бүреләй ҡыланалар. Килем, байлыҡ артынан ҡыуыу әҙ-әм балаһының йөҙ-фиғелен үҙгәртеп унан быға тиклем күрелмәгән яңы йән эйәһе – бүре лә түгел, эт тә түгел, уртасыл кейек «бүреэт»те әүәләне. Бөгөн һәммәһе шул аҡсаны Аллалай күргән мөхиттә әйләнә. Аҡсаның алдатҡыс, әүрәткес нимә икәнлеген иҫбатлау бер ҙә ҡыйын түгел, әхирәткә бит әҙәм балаһы шыр яланғас күсә, фанилыҡта тырышып-тырмашып йыйыған мөлкәтенең осмотон да үҙе мен-ән ала алмай. Шул шайтан ҡуласаһында хәләл бисәһе Ғәлиә лә әйләнә, нисегерәк әйләнә бит әле. Юҡ, юҡ уны һис кенә лә яманларға, кәмһетергә йыйынмай. Өй ти-рәһен ялт иттереп таҙа тота, ҡара эшкә әрһеҙ, аш-һыуға сымры, уның өҫ-башын әрпеш йөрөттөрмәй, ә ир-егет өсөн былар аҙ түгел. Йәнә нисә йыл уртаҡ түшәктә арҡа йылытышалар, бер-береһенә эҫенеп, өйрәнеп бөткәндәр. Тик яратамы һуң ул уны? Әйтә алмай… Ошондай илаһи хисте Фәрзәнә менән дуҫлашҡанда тәү тап-ҡыр кисергәйне: уны күрһә йәне елкенеп, йөрәге дөбөрҙәп бейеп асманға атлыға торғайны. Фәрзәнә лә уға наҙлы итеп, үҙ итеп, яратып ҡарай, тойғолары ла юғары, хатта үпкәләшеүҙәре лә эскерһеҙ. Шул саҡтағы юғары, илаһи хистәрҙе бөгөн генә бар тәрәнлегендә аңланы, мөхәббәт - ул бер-береңә яратып ҡарау ғына түгел, ә бер уйҙа, бер теләктә булып бер йүнәлешкә төбәлеү икән. Ҡыҙ асылып бармаһа ла Ғә-лиулланы ярата ине шикелле, юғиһә институтты тамамлау менән республиканың төнъяҡ райондарының береһендә йәшәп тә уның районына, хатта ауылына йүнә-лтмә алып килмәҫ ине моғайын. Тик бер кистә ерле юҡтан йөй табып ҡылтайыш-ты ла ҡуйҙылар. Дәрестәр әҙерләп, онотолоп дәфтәр тикшереп ултырып ҡыҙ һу-ңлайһы урынға осраш-ыуға ул һуңлағайны, баҙарын төшөрөргә теләмәгән ҡыҙ ҡылтайҙы ла ҡуйҙы. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң ул да булдымы үпкә?! Үтә ғорур булғанлыҡтан береһе икенсеһенә яҡынларға һәм ғәфү һорарға ашыҡманы.
Шул мәлде генә көткәндәй ике уртала Ғәлиә пәйҙә булды. Кис оҙата барғанында Фәрзәнә битенән генә үбергә рөхсәт итһә, был ни шундуҡ, ымһыныулы, серле һы-йҙың мулын һоғондорҙо. Йәш тәндә урғылған теләктән бушанып, ҡырағай дәрте һүрелгәндә рәтләнере рәтләнгән, ҡылыныры ҡылынғайны шул, күлдәк итәге бил-енән юғары күтәрелгән ҡыҙ бүлмә иҙәнендә ҡул-аяҡтарын йыя алмай тырпырап ята ине. Шул минутта үкенеүле үртәлеүҙән янған Ғәлиулла Ғәлиәне ваҡ ҡына киҫ-әктәргә өҙгөсләп ырғытҡыһы килде. Әле генә тәне тартылған ҡыҙ был минутта ҡот-то осорғос ят һәм һөйкөмһөҙ күренде. Тик ҡатын-ҡыҙҙы ҡул менән түгел, һүҙ менән дә ҡыйырһыта белмәгәнгә таш балбалдай һерәйеп тора биргәс, ярһыуынан бүлмә стенаһын йоҙроғо менән төйҙө, уҡтай атылып тышҡа сыҡты, клуб күтәрмә-һенән эләгә-йығыла түбәнгә һикерҙе лә бушлат төймәләрен дә элеп аҙапланмай, кәпәсен ҡулына йомарлап ыжғыр буранға ҡаршы атланы. Әсе ел уны ғәйепләгән-дәй бит-тәрен уңлы-һуллы сикәләргә тотондо, ә яралы күңеле уны хөкөм иткәнд-әй өҙлөкһөҙ бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: “Шул кәрәк аҙғын, шул кәрәк… Һин уҡ-ытыусы түгел, аңһыҙ хайуан, әшәке уйнаш…” Иртәгеһен көнө буйы һәүетемсә мә-шәҡәттәр менән булашып эңер төшөүгә теге, тәүге тапҡыр кисергән тетрәндергес ваҡиғаның йәнде ҡыйған ҡырҙары һиҙелерлек тупарғайны, асыуы тамам баҫылға-йны. Клубта бүлмәһе яғына ҡаш һикертеп саҡырыулы йылмайған Ғәлиәне күргәс йәнендә ҡотортҡос кәр яңынан уйнаны: “Бөгөн генә, һәм… башҡаса барыу юҡ!” Шулай тип күңеле-нән ант итте лә йылан ауыҙына үҙе теләп инеп барған ихтыяр-һыҙ ҡуян ише ымлап саҡырған яҡҡа ыңғайланы. Ғәлиә лә уның уйын һиҙҙе шик-елле, енләнеп яңынан ишек тотҡаһына йәбешкән мәлендә ишетелерлек итеп шы-бырҙаны: “Күшеккән Ғәлиулла һыуҙан ҡурҡмай… Тәм татының бит инде, иртәгә лә килерһең, иртәнән һуңға ла… “ Ике көн үтте, өс көн, унан ары… Шунан сыға алмаҫлыҡ булып Ғәлиәнең ҡуйынына батты. Ауыл ерендә бит бер оста сөскөрһә-ләр, икенсе оста йәрхәмбикалла, тиҙәр, был хәбәр ҙә йүгерек елдәй бик тиҙ тарал-ды. Тырышып таратыусы Ғәлиә үҙе ине. Ғүмере буйы ғәҙел йәшәп унан өлгө алыу-ҙарына күнеккән яндырай холоҡло Фазлетдин ҡарт шырпы бөртөгөләй тоҡанып китеп бил ҡайышына йәбеште, улының уҡытыусылығына ла ҡарап тормай уңлы-һуллы бәргесләп ташланы һәм өҫтәлгә йоҙроҡлап тондороп кире ҡаҡҡыһыҙ ҡар-арын сығарҙы: “Төшөп ҡалған, арҡыры ятҡанды өйөнә ташыған Ҡомаҡ Сәләх ме-нән ҡоҙалашырмын, тип, ике ятып бер төшөмә инмәгәйне, яҙмыш тигәнең шулай бер алдын, бер артын күрһәтә икән ул, ҡәһәрең! Ҡулың менән эшләгәс, иңең мен-ән күтәрә лә бел, киләһе йомала әйттерергә барабыҙ, ә һин, Сәбилә, күлдәк-яул-ыҡтарыңды, мәһәреңде әҙерлә! Тағы шуны өҫтәп әйтәм, Фәрзәнә ҡыҙымды килен итеү хаҡында башҡаса хыялланма, һүҙ ҙә ҡуҙғатма!” Ул өйләнгәс оҙаҡ та үтмәй Фәрзәнә күрше ауылда зоотехник булып эшләгән Фәрискә кейәүгә сыҡты. Аптыр-анды, шаңҡып ҡалды, был мөмкин булмаған, әммә осраҡлы рәүештә тормошҡа ашҡан хәлгә яуап таба алмай ыҙаланды: “Нисек инде улай? Фәрис Фәрзәнәгә лай-ыҡ, уның ире булырлыҡ кешеме? Ул бит… Үҙе һуң, иң яҡын кешеһен кемгә алыш-тырҙы бит әле. Тормош ҡуласа, нисегерәк әйләндереп килтереп баҫты, ҡымшаны-р-лыҡ та түгел”. Осраҡлы ғына урамда тап булышҡайнылар, Фәрзәнә күҙҙәрен мо-ңһоуландырып: “Нимә эшләнең һин, Ғилман, үкенерһең бер килеп…”, тип быш-ылданы. Үкенгән саҡтары булманы түгел, булды, өйләнешеүҙәренең тәүге йылдар-ында, барыһын күтәреп-бәреп башы һуҡҡан яҡҡа сығып китергә йыйынып та ҡу-йғайны. “Өйләнгәсең - йәшә, беҙҙең тоҡомда ҡатындарын йәберләүселәр, ташлау-сылар, айырыусылар булманы һәм булмаясаҡ!”, тип ҡырт киҫте ҡырыҫ атаһы. Ғә-лиулла үҙе лә белә-күрә йөрөй, Ғәлиәһе уның өсөн йән атып, үҙәләнеп бармай, түшәктә сағында ир иркәләүенә ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп бер нисә тапҡыр ҡаға-һуға “ҡәнәғәтләндерә алманың, башҡалар ише түгелһең”, тип тә ысҡындырғыл-аны. Тимәк, ҡатыны уны кем менәндер сағыштыра, сағыштыра һәм тегене унан өҫ-төн ҡуя. Тәүге тапҡыр клуб иҙәнендә аунағандарында ла Ғәлиә ни тиклем генә са-флыҡтан яҙыу ролен шартына тап килтереп башҡарырға тырышмаһын һиҙҙе - ул ҡыҙ түгел ине. Эсенән һыҙһа ла был хаҡта бер тапҡыр ҙа һүҙ күтәреп ғауғалашма-ны, никах бөтөнлөгөн һаҡларға тырышты. Йылдар үтеү менән ғаиләһе ишәйҙе, йәнен өйкәгән ятһыныу, әйтелмәгән, бер тапҡыр ҙа әйтелмәйәсәк үпкә, рәнйеү һүҙе артҡы планға күсеп уның урынына балаларына булған наҙ һәм уларҙы тел-әһә ниндәй мәлдә лә ҡурсырға ынтылыу тойғоһо ғына тороп ҡалды. Ҡатыны ла уны кем менәндер сағыштырыуын бөтөнләй онотоп тормош ғәменә сумды, көнит-меш мәшәҡәттәренә батты, аҡса хисаплауға әүәҫләнеп алды. Билдәле, бер мауығ-ыу икенсеһен бөтөнләй оноттора…
Килтергән бүләктәрҙе һалыр мәл еткәс ике яҡтан да вәкилдәр сығарып иҫәпләү комиссияһы тәғәйенләнде, кәләш менән кейәүҙе теге таҡта иҙәнле урталыҡҡа сығ-арып баҫтырҙылар. Иң беренсе һүҙ Ғәлиулла менән Ғәлиәгә бирелде. Теге саҡ, әй-ттерә килгәндәрендә күпме һалырға кәрәклекте урата-һуҡтыра белешкәйне лә ул, ҡоҙаһы “это уже ваши проблемы”, тип ҡуйыу менән генә сикләнде. Ауыл ерендә ҡалыр йәштәргә һыйыр бирәләр ғәҙәттә, ә быларға ни ҡылырға икәнлекте ҡатыны менән оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң һатыуҙан килгән килемде ҡырып-юнып аҡсала-та һалырға иттеләр. Бүләк үҙҙәренең хисабынса түңәрәк һәм йөҙгә ҡыҙыллыҡ ки-лтермәҫлек тойолдо. Ғәлиулла тулҡынланыуҙан тамағын ҡырып алды, тағы ла бер тапҡыр ҡунаҡтарын теүәлләгәндәй ҡарашын өҫтәл буйлап йүгертте. Йөҙөнә яһал-ма йылмайыуын йәбештергән Ғәлиә өҫтәл аҫтынан уның балтырын бороп семтеп алды ла ишетелер-ишетелмәҫ итеп шыбырҙаны: “Әйт һүҙеңде, һапата, ниңә һен-ағастай һерәйҙең!..” Уйҙарынан тулыһы менән арынып бөтмәгән Ғәлиулланың ҡо-тлауы ҡыҫҡа, хатта ҡайһылыр кимәлдә ҡоро һәм рәсми килеп сыҡты. Уның ҡара-уы Ғәлиәһе килештерҙе: оҙон-оҙаҡ теләктәрен әйткәндән һуң барып кейәүен һәм ҡыҙын “әп”, итеп алды, кире урынына килеп баҫҡас күҙен йәшкәҙәтеп балауыҙ һығып алырға ла онотманы. Иң һуңынан Ғәлиулла пинжәгенең түш кеҫәһенән те-ге төйөрөм конвертты сығарып ундағы хаҡты әйтеп уларҙың яғына һонолған батмусҡа ырғытты. Туғандары бындай йомартлыҡты көтмәгәнлектән аңшайыңҡыр-ап ултырҙылар башта, шунан хуплап кемуҙарҙан ҡул сабып ебәрҙеләр. Ҡаланан килгәндәрҙең иҫе лә китмәне, күҙ ҡырыйы менән шуны ла һиҙҙе, төп ҡоҙаһы түш-әмгә ҡарашын атып мыҫҡыллы йылмайып та ҡуйҙы шикелле. Бына Иван Василье-вич менән Мария Петровна ҡайҡайып ҡалҡындылар. Уларҙың тоҙһоҙ һүҙ сурыты-уҙарының рәт-сүрәте булмаһа ла үҙҙәрен һауалы, эре тотоуҙары күҙгә ташлана. Ҡотлауын тамамлаған ҡоҙа йәштәргә алдан инселәгән фатирҙан тыш малайына ҡиммәтле иномарка, ә килененә үтә лә затлы, сит илгә барып махсус һатып алын-ған шәшке тун бүләк итеүе хаҡында иғлан итте һәм батмусҡа машина асҡысына ҡушып теге кейемдең йәрлеген ырғытты. Ауылдағылар шаңҡып ҡалды, кемеһелер быныса мөлкәтте ғүмер буйы йыйһаң да туплап булмай инде ул, тип хайран ҡал-ып телен шартлатты. Ғәлиулланың кәйефе китте, ғәрсел күңелен “мир алдында мәсхәрәгә ҡалдыҡ”, тигән уй тырнап үтте. Тик түбәнһенеүе алда булған икән әле, бай ҡунаҡтар береһе икенсеһен уҙҙырып бүләктәрен һала башланы, бындағылар килтергәндәрен сығарырға тартынып ауыр хәлдә ҡалған. Күпте күргән, кисергән Ғиндулла ҡарттың ғына был ығы-зығыға иҫе китмәне, түрҙә батшалай ҡуҡрайып һауалы ҡиәфәттә ултырыуында булды. Бына сират уға ла етте. Пинжәген япҡан орден-миҙалдарын сыңлатып тороп баҫты, һүҙ башларҙан әүәл имән ботағылай ныҡ бармағы менән ҡупшы һаҡал-мыйығына ҡағылды. Ошоғаса ҡыҙмасаланып геү килгән туй аҙға ғына тынды.
– Балаларым, - тине ветеран йәштәргә мөрәжәғәт итеп. - Бөгөн һеҙҙең өсөн иң тантаналы көндә әйтелгән бар теләктәргә инәйегеҙ ҙә, мин дә ихлас ҡушылаб-ыҙ. Байлыҡ бер айлыҡ, тигәндәй иң әүәл һеҙгә сәләмәтлек, шунан мөхәббәтле, һө-йөүле-һөйөлөүле йәшәү теләйбеҙ!
– Слушай, старик! - Килгәндәрҙең араһынан ала-сола сәсле, бит-йөҙө буяҡ-тарҙан ғына хасил ҡатын ҡулын болғап сәрелдәне. - Во время взаимного влечения выделяется гормон любви допамин, и этот гормон живет в организме человека в течении 5-6 лет. Исчезает топамин, уходит и любовь. Как врач, ответственно заяв-ляю, нет любви на свете, и никогда не было!
– Нина!.. - Эргәһендәге йоҡа кәүҙәле күҙлек кейгән ир йораты бүлдерергә иткәйне лә, был оторо ярһып китте. - Сиди, чурбан несчастный, ты мне надоел как горькая редька! Так что - горько! – Яһил ҡатын алдындағы аҡ араҡы ҡойолған рю-мканы ауыҙына түңкәрҙе лә ҡомһоҙ ирендәре менән Күҙлектең эргәһендә ултыр-ған ят ирҙең сикәһенә талпандай ҡаҙалды.
Урынһыҙ бәйләнеүсене бүлдермәй тыйнаҡ ҡына тыңлап бөткән Ғиндулла ҡа-рт тамағын ҡырып алды:
– Беҙҙең халыҡта йәштәргә “әсе”, тип ҡысҡырыу хилафлыҡҡа иҫәпләнә, ҡа-йны йортона төшкәндә киленгә ҡаршы сығып бал-май ҡаптыралар, йомшаҡ мен-дәргә баҫтыралар, былар инде татыулыҡ, килешеп йәшәү теләүгә ишара. Ә мөх-әббәткә килгәндә минең фекерем былайыраҡ, ул кешегә һирәк бирелгән һәләт ме-нән бер, кемгә эләгә, ә кемгә юҡ. Бәс, шулай икән, ер йөҙөндә мөхәббәтһеҙҙәрҙең йәшәүенә лә аптырайһы, ғәжәпләнәһе түгел, мөхәббәтлеләр донъяны төҙөй һәм гүзәллек тыуҙыра, ә мөхәббәтһеҙҙәр киреһенсә - емерә. Был, Ер шары үҙенең күсә-рендә туҡтауһыҙ әйләнгән һымаҡ мәңге тамамланмаҫ көрәш…
– Дед, ты же ветеран войны, скажи, за кого воевал? - Йәштәр өҫтәле яғынан ҡысҡырҙылар. - Лучше бы проиграть эту войну, потому что побежденная Герман-ия и Япония сегодня процветают!
– Беҙҙең ҡотлау ҡотлау булманы, һорауҙарға яуап һымаҡ килеп сыҡты. - Ғиндулла ҡарт көлөмһөрәне. - Шулай ҙа яуап бирәм. Беҙ тыуған ер өсөн, уның азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштек. Дошманға һөжүмгә барғанда күҙ алдымда һәр ваҡыт тыуған ауылым, туғандарым һәм яҡын кешеләрем торҙо, мин уларҙы һаҡлап, уларҙы ҡурсып дүрт йыл буйы үлемесле яуҙа йөрөнөм. Им-аным камил һәр һалдат ана шул төшөнсәләр өсөн йән аямай алышҡандыр һәм ҡорбан булғандыр. Ошо яуҙа ҡот осҡос юғалтыуҙарҙан тыш 27 миллионға яҡын кеше башын һалды. Әгәр еңмәһәк бөгөн бына ошолайтып ултыра алыр инекме икән? Юҡтыр. Беҙгә бит Германияның ябай халҡы түгел, ә уның фашистары ҡан дошман ине. Ҡырағай фашизмдың асылын аңлатып тороу кәрәкмәҫ, моғайын да белемле кешеһеңдер, улым. Немец һәм япондар эшлекле һәм эшһөйәр, беҙгә ул-арҙан күп нимәгә өйрәнәһе бар әле. Ә һин әйткәндәр алма беш, ауыҙыма төш, тип ялҡау Емелялай бейес башынан төшмәй буштан килгәнде көтөп ятҡан, хатта бөгөнгө тыныс шарттарҙа ла ил алдындағы изге бурысын үтәп Армияла хеҙмәт ит-әһе урынға ҡасып-боҫҡан булдыҡһыҙҙарҙың нигеҙһеҙ идеологияһы, сафсата һат-ыуы! - Көлөүҙән табын геү итеп ҡалды. - Йәштәргә теләктәр менән бергә бүләк һа-лыу тигән күркәм йола ла бар бит әле. Беҙ батмусҡа Ғиндулла ҡарттың бер айлыҡ пенсияһын һалырға ҡарар иттек.
– Сколько получаешь пенсию, старик, назови сумму! -Баяғы хаяһыҙ егет ең-елергә теләмәй бәйләнә бирҙе.
– Хөкүмәт күпме тәғәйенләгән, барыһы ла беҙҙеке, ә уның теүәл хаҡын пен-сия фондынан барып белеш, сөнки урыны был түгел.
– Значит получаешь минималку!
– Ҡомһоҙланмай булғанына шөкөр итә белеү ҙә аҡыл! – Ғиндулла шулай
тине лә ултырған ыңғайы Ғәлиәнең яғына һирпелде.
Таяҡтың тос осо уның тарафына йүнәлгәнен һиҙгән һиҙгер килен һүҙҙе икен-се йүнәлешкә бора һалды:
– Барына етешеп ултырығыҙ! Милости просим, кушайте, кушайте дорогие гости!
Ҡотлау өсөн урта йәштәрҙәге сал сәсле ир менән мөләйем йөҙлө ҡатын тороп баҫтылар. Килгәндән алып башҡаларҙан айырылырға, үҙҙәрен күрһәтергә тыры-шманылар улар, әле лә ҡыҙмасалар араһында айыҡ һәм һаман да тыйнаҡ инел-әр. Иван Васильевич ашауын ҡуйып тороп баҫты:
– Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Һүҙҙе фән докторы, профессор Андрей Семеновичҡа
һәм уның ҡатыны Татьяна Евгеньевнаға бирергә рөхсәт итегеҙ! Әйткәндәй, Татьяна ла Нина һымаҡ табип.
– Ваня, бында дәрәжә менән маҡтана торған урын түгел бит әле, бөтәбеҙ ҙә
тигеҙ, бөтәбеҙ ҙә байрам тантанаһына йыйылған ҡунаҡтар! - Андрей Семенович
башлап һин әйт, тигәндәй ҡатынына ҡараны.
Тегеһе һүҙҙе ҡыҫҡа тотто:
– Эйе мин табип, кешеләрҙе дауалауҙан башҡа һөнәр белмәйем. Табип
булһам да мөхәббәт юҡ, тип иҫбатлай алмайым, һәм ошо урында тулыһы менән ветеран бабайҙың әйткәндәре менән килешәм. Любовь это ключ от счастья, поэто-му никогда не теряйте этого заветного предмета, желаю здоровья и счастья!
Андрей Семенович өҫтәп ҡуйҙы:
– А американский поэт, публицист Уолт Уитмен говорил: “Мужчина вел-
ик на земле и в веках, но каждая йота его величия выросла из женщины” Будьте всегда вместе, поддерживайте друг друга во всех жизненных ситуациях!
Матур, мәғәнәле башланған ҡотлауҙар тора-бара тоҙһоҙ хәбәр һатыуға әйлән-де, ә сығыш яһаусыны тыңлаусылар үтә лә аҙ ине. Табынды тиҙҙән шешәләр, рюм-калар сыңы, уфылдап, ухылдып, шапылдап ашау тауыштары баҫты.
Эсеүе еткән ҡырҡ йәштәр самаһындағы ир ауырлыҡ менән урынынан ҡалҡып бер аҙ бәүелеп торҙо ла ҡарлыҡҡан тауыш менән хәбәр һалды:
– Я песню вам спою...
Эргәһендәге ябыҡлау ҡатын быны кире ултыртырға маташҡайны ир яралы айы-уҙай ярһып үкерҙе:
– Пошла отсюда, круглая дура! Спою не не про чужую жизнь, а про свою.Вот, уж, двадцатый год живем... Маемся да живем! - Ҡыҫыҡ маңлайындағы тар сикәләрен ҡушуслап бер аҙ онотолоп торҙо. - Как его там... Ээ-ээ... Умом Россию не понять, аршином общим не измерить... - Шулай тине лә ҡан һауған ташбыҡ күҙҙәрен йома төшөп сүместәй йоҙроҡтарын башы өҫтөнә күтәреп һамаҡлап ебәрҙе:
Эх, дубинушка, ухнем!
Эх, зеленая сама пойдет!
Подернем, подернем,
Да ухнем!
Ҡатыны бер яҡтан, теге күҙлекле ир икенсе яҡтан йөнтәҫ беләктәргә йәбешт-еләр ҙә аҫылынып йырсыны сүгергә мәжбүр иттеләр, шунан әллә ҡайҙан килтер-елгән ҡырлы стаканды тултырғансы араҡы ҡойоп алтын тештәр йылтыраған оло ауыҙға терәнеләр. Быға шул ғына кәрәк ине лә, имеҙлек ҡапҡан балалай өнө тығ-ылды ла ҡуйҙы.
Уйындар барышында ползункиҙың балаҡтарына килем-байлыҡтарына маһай-ған, аҡса туҙҙырырға хирес йомарттар тыңҡыслап аҡса тултырҙы, кәләш менән ке-йәү бейегәндә иҙәнгә ауыл халҡының бер айлыҡ эш хаҡы кимәлендәге йәшел куп-юралар осто. Ят ҡорға килеп эләккәндәренә үкенгән ғәрсел сабирҙар һиҙҙермәй генә таралыша башланы, үҙҙәрен ихтирам итмәгәндәр, кимәлдәрен һанламаған-дар, шешә төбөн күҙләүгә әүәҫтәр генә ҡалды. Табында мәжлестәрҙе йәмләгән ҡу-рай моңо ла ишетелмәне, йәнде арбар, булмышты сафландырыр оҙон көй һуҙыу-сы ла, ойота баҫып бейеп күңел асыусы ла табылманы. Кемеһелер телен көрмәлд-ереп бөгөнгө аҡылһыҙ йәшәүҙең моңһоҙ таҡмағын һамаҡларға тотондо:
Аҡ кәзә йөндәре,
Күк кәзә йөндәре,
Эрүмкәләр буш ултыра,
Ҡайҙа хәзәйендәре!..
Түр яҡты биләгән ҡунаҡ ҡатындарға етә ҡалды, һеҙ улай булһағыҙ, беҙ былайыр-аҡ, тигәндәй кемуҙарҙан элеп тә алдылар:
С неба звезда упала,
Прямо милому в штаны.
Пусть бы все там разорвало,
Лишь бы не было войны!
Бының менән генә мөрхәтһенмәне үҙен табипмын, тип таныштырған, эсеүе ет-кән тотанаҡһыҙ яһил, рәбәғәтһеҙ* ҡатын, ул һис тартыныуһыҙ блузкаһын сисеп ташлап, былай ҙа бот төбөн генә ҡаплаған ҡыҫҡа юбкаһын биленә ҡәҙәр тартып күтәреп, күкрәксәгә саҡ һыйған түштәрен бәүелдереп, бот төптәрен ялтлатып бо-лғаңлай-болғаңлай һауыт-бабаны ауҙарып өҫтәл өҫтөнә менеп баҫты. Икенсеһе ер иҙәнгә һибелгән ризыҡты затлы туфлийҙары менән тапап сәпәкәй итеп бейергә тотондо. Аяғында саҡ баҫып торған теге йырсы ир ауа-түнә иҫке өйҙөң ишек тот-ҡаһына барып аҫылынды ла уны бар көсөнә һелкетә тартты, тик бығау-йоҙаҡ һал-ынған ишек ваҡытһыҙ бимазалауға үпкәләгәндәй арҡыры ҡоршау менән нығыты-лған тимергә бәрелеп ауыр сыйнап ҡына ҡуйҙы, ә эс яҡта түшәмдән иҙәнгә саң ҡо-йолоуы ишетелде. Тынсыу өй эсендәге тар карауатта алама юрғанға төрөнөп ятҡ-ан Сәбилә ҡарсыҡ был мәхшәрҙе күрмәне лә, ишетмәне лә, ул мәңгелеккә күҙҙәр-ен йомғайны.
Әҙәм балаһы әхирәткә шаһитһыҙ күсмәй тиҙәр, уны йәнәһе лә был фани дон-ъялыҡтан мәңгелеккә кем дә булһа оҙата килә. Йыраҡтан, арауыҡ аша булһа ла. Мәрхүмәнең күҙҙәрен йомдороусы табылмаһа ла уның үтеп ҡалыуын һиҙгәндәй Маһибәҙәр, ана, ейәне менән ейәнсәрен етәкләп Аҡтау ҡаяһына менеп баҫҡан да тотош ауылды күҙәтә. Аяҡ остарына тиклем төшкән аҡ күлдәге, яҙып ябынған яу-лығы талғын иҫкән елдә елберҙәй, ҡарсыҡ ояһын ҡурсып ҡаяға менеп ҡунған инә бөркөткә оҡшаған. Ул ҡул осо менән башындағы яулыҡ ситенән сығып күренгән сал сәстәренә ҡағылып хуш ҡылғандағылай йыйырсыҡтар сыбарлаған йөҙөн һып-ырғас хафалы ҡарашын башта ҡотһоҙ ауыл өҫтөнән йүгертте, шунан алыҫ офоҡҡа ҡаҙаны. Йоҡа ирендәр доға ятлағандай бышылданылар: “Ямғыр ебәр Аллам, ямғ-ыр… Барлыҡ бысраҡлыҡтарҙы йыу, сарсаған ерҙе һуғар, әҙәм балаһының гөнаһ-лы күңелен таҙарт, сафландыр… Яу, ямғыр, үтенеп һорайым, яу…”
Ҡарсыҡтың ялбарыуын ишеткәндәй әллә ҡайҙан, билдәһеҙ тарафтан килеп сыҡҡан босҡаҡтай ғына болот үҫә барып тиҙ арала тотош күк йөҙөн ҡаплап алды. Шул аҡһыл-ҡарағусҡыл шаршауҙы утлы ҡамсыһы менән ялландырып тартып, ялт та йолт килеп йәшен йәшнәне, ер һелкетеп күк күкрәне, мәгәр көткән ямғыр яуманы, ҡорғаҡһыған, дыңғырҙап ҡатҡан, ярғысланған ер өҫтөнән күҙ йәштәреләй эре тамсылар ғына йүгереп үтте. Донъяны япҡан туҙан да баҫылманы, томра һауа ла сафланманы. Ас кешенең ымһыныуын ҡуҙғытҡан аш быуылай таралған танһыҡ ямғыр еҫен, һөткә тулышҡан елендәй ҡабарған теге болоттарҙы ҡибланан иҫкән ҡыуан ел нисек тиҙ өйөрөп килтерһә шул етеҙлектә тағы ситкә, офоҡта тимгеллә-нгән киртләс тауҙар артына ҡыуаланы. Һоро саңды, сүп-сарҙы күккә ауалатып, ба-ҡса ағастарын, эргәләге урманды шомло шаулатып Сабир ауылының өҫтөнән ҡой-он йүгереп үтте. Йәшәйештә, көнитмештә ҡоторған шайтан туйына төп ҡунаҡ сифатында саҡырылған шыҡһыҙ өйөрмә ерҙе күккә тоташтырып шашып бейей, та-нтана итә. Йылы ямғырға, шифалы дымға сарсаған тәбиғәттә дауыллы ғәрәсәт ҡо-торҙо, ә араҡы йылға булып аҡҡан, тирә-яҡты яңғыратып иләмһеҙ сит ил көйө яң-ғыраған Хәмитовтарҙың ишек алдында туй мәжлесе дауам итте.
Фото: интернет.
Читайте нас: