Был сара беҙҙең районда ла йәнле бара. Аҙна башында “Сәләмәтлек поезы”ның тәүге туҡталышы Маҡар ауылында булды. Күсмә ФАПтар, флюорографтар, Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалаларынан Сәләмәтлек үҙәге автомобилдәре маҡарҙарға, алыҫ ара йөрөмәй, үҙҙәрендә генә кардиограмма эшләтеү, күҙҙәрҙе ентекле тикшертеү, шәкәр һәм холестеринға ҡан тапшырыу һәм башҡа медицина тикшереүҙәре үтеү мөмкинлеге бирҙе. Шунда уҡ терапевтың һығымтаһы ла эшләнде.