Ябай конкурс түгел был. Унда ҡатнашыусы һәр ғаилә баһаның иң ҙурына лайыҡ. “Иң яҡшы алыштырыусы ғаилә - 2019” республика конкурсының муниципаль этабында быйыл дүрт ғаилә ҡатнашты. Уларҙың һәр береһендә кәмендә биш бала тәрбиәләнә, туғыҙ баланы бер тиң, үҙенекеләргә һәм тәрбиәгә алғандарға бүлмәй, ҡараусылар ҙа бар.
Конкурста ҡатнашыуға йөрьәт иткән ата-әсәләрҙе ҡояшҡа тиңләһәк, балалар – йондоҙсоҡтары. Йырлайҙар, бейейҙәр, шиғырҙар яҙалар, хатта кескәй бәлеш бешереү оҫталары бар араларында. Был юлы сәхнәлә балалар менән әсәйҙәр ине. Наҙға, күңел йылыһына сарсаған балаларҙың һәр хәсрәтен йөрәге аша үткәргән көслө рухлы заттарҙан улар. Үҙ белгәнен барыһын өйрәтәләр, ә иң мөһиме – яҙмыш тарафынан бик иркәләтелмәгән балаларҙа ғаилә, туғанлыҡ төшөнсәһен тәрбиәләйҙәр. Балалар йортонда быларҙың барыһын биреп еткереп булмай шул.
Һәр ғаилә лайыҡлы сығыш яһаны, һәләттәрҙең төрлөһө менән таң ҡалдырҙы. Муниципаль районда бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкәләтле йәмәғәтселек ярҙамсыһы Рәзилә Бәхтийәрова рәйеслек иткән жюри ағзалары ла бик урынлы бер фекергә килде – һәр ғаилә айырым бер номинацияла еңеүгә лайыҡ, кемдер беренсе, икенсе тип тороу был осраҡта һис килешмәй ине.
Шулай итеп, бер туғандар Евгения һәм Александрҙы, Константин һәм Викторияны, Эльза, Элиза һәм Леонидты тәрбиәләүсе Рәмилә Сафарованың ғаиләһе “Ғаилә – дәүләт нигеҙе” номинацияһына лайыҡ булды. Ә иң ижади тип Рәйфә Алсынбаеваның ғаиләһе танылды. Башҡорт, татар, рус милләтле биш бала үҫкән был ғаиләлә һәр кем бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап тора. “Эшкә маһир ғаилә – ырыҫлы йорт” номинацияһында еңеүселәр ҙә күптәребеҙгә таныш. Түбәнге Әрметтән Фәнүзә Горбунова һәм уның дәртле, һәләтле биш “бөртөгө” ғаиләләге һәр эште йырлап, күмәкләп башҡара.
- Олоһонан кесеһе күрә, өйрәнә, бер беренә терәк, ярҙамсы булып үҫәләр. Конкурсҡа тип кенә махсус әҙерләнмәнек, ҡыҙҙарым һәм улдарым әүҙем, дәртле, сәхнәлә үҙҙәрен ҡыйыу күрһәтеп килә. Беҙҙең ише ғаиләләрҙең ошолай бер майҙанға сығыуы, тормошобоҙ асылын күрә, баһалай белеүҙәре дәртләндерә, көс өҫтәй, - тип уртаҡлашты Фәнүзә ханым.
Быйыл конкурстың республика этабында муниципаль район данын яҡлау бурысы иһә – Александра Смирнова һәм уның 8 балаһы иңендә. Тап ошо ишле ғаилә “Ата-әсә һөйөүендә тәрән аҡыл” номинацияһында еңеүсе булды.