Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2019, 02:00

«Ҡалдырма, әсәй!» (повесть)

Беҙҙең атайҙан да шәп кеше юҡтыр ул донъяла. Берәүгә лә ауыр һүҙ әйтмәй, әрләшеп-талашып та бармай. Уның менән бергәләшеп өйгә эште эшләйбеҙ. Йәй еттеме — атайыбыҙ менән урмандан ҡайтышмайбыҙ. Ул бәшмәген йыябыҙ, туйғансы еләген ашайбыҙ, биҙрә-биҙрә көртмәлеһен алып ҡайтабыҙ. Хатта бер саҡ атай беҙгә боландарҙы ла күрһәтте!
Бынан дүрт йыл элек әсәйебеҙ мәрхүмә булды. Атайым ете бала менән тол тороп ҡалды. "Балаларыңды хөкүмәткә тапшыр, ә үҙең яңынан ҡатын ал. Былайтып үҙеңде бөтөрмә, Ғиззәт, самый йәшәй торған мәлең бит әле!" — тиеүселәр ҙә булғыланы.
"Быларҙы аяҡҡа баҫтыра алмаясаҡһың, әйҙә детдомға бир", тинеләр. Әммә атай уларҙы тыңламаны. Килеүселәргә яуабы ҡаты ине:
— Балаларҙы кеше ҡулына бирер өсөн тыуҙырманыҡ. Үҙем иҫән-һау саҡта уларҙың башынан бер сәсе лә төшмәйәсәк!
Шулай итеп атайыбыҙ менән бергә донъя көтөп ятабыҙ. Тик ниңәлер ул һуңғы йылдарҙа йыш ауырый башланы. Беҙгә әллә ни һиҙҙерергә тырышмай, әммә уның күҙҙәре лә хәҙер насар күрә шикелле. Ә ҡулдары минеке һымаҡ нәҙе-е-ек кенә булып ҡалды. Инде йылға яҡын кәртәнән ары сыҡмай. Нимә булды атайға — аңламаҫһың. Әсәй үлгәндән һуң төндәрен йоҡламаны. Кемдеңдер килеүен көткәндәй тәҙрә төбөндә тик ултыра. Бер саҡ төнөн тиргә батып уянып киттем. Ҡараһам, атай әсәйҙең ҙур фотоһын ҡулына алған да, текәлеп тик ултыра. Нимә уйлағандыр, миңә ул ваҡытта ҡараңғы ине...
Әле ике ағайым һәм апайым ҡалала училищела уҡып йөрөй. Алһыу менән Әлиә апайҙарым, мин һәм Зөлфирә һеңлем атай менән йәшәйбеҙ, мәктәпкә йөрөйбөҙ. Һуңғы арала ғәзиз кешебеҙ үҙе аш бешерә алмай. Шуға ла бишенсе класта уҡыған Әлиә апай ҡамыр баҫырға, аш бешерергә, хатта икмәк һалырға оҫтарып алды. Әлиәнең күмәстәре үҙебеҙ кеүек бәләкәй генә килеп сыға. Беҙ уға, әсәйебеҙҙеке кеүек булһын, тибеҙ.
— Ҙур икмәккә ҡамыр баҫыр өсөн көсөм етеңкерәмәй, — тип аҡлана апайыбыҙ. — Бына саҡ ҡына үҫеп алайым да, шул саҡта ҙу-у-ур итеп бешерермен, яраймы.
Яҙғы аяҙ көн ине. Ҡар ҙа күптән иреп бөттө. Болонда тәүге сәскәләр ҙә күренә башланы. Урамда шул хәтлем рәхәт! Тик атай ғына тышҡа сыға алмай, көнө буйына түшәктә ята.
— Улым, кил әле яныма, — тип саҡырып алды.
— Эйе, атай...
— Бына хәтеремде яңыртып алдым әле. Үткәндәр ниңәлер иҫкә килеп тик тора. Ошондай сағыу көндә әсәйегеҙҙе осратҡайным. Хәҙер инде күпме һыуҙар аҡты, күпме йылдар үтте, ә Гөлнурымды осратҡан минуттарҙы бөгөнгөләй хәтерләйем. Ул көндә әсәйегеҙгә яңы ғына сыҡҡан умырзая сәскәләрен бүләк иткәйнем. — Атай бер аҙға тынып ҡалды. Башын ситкә бороп, уйланып ятты ла, һүҙен дәртле тауыш менән дауам итте. — Улым, туғайға барып кил әле. Быйылғы умырзаяны күргән юҡ бит. Берәй гөлләмә йыйып алһаң, ҡалай шәп булыр ине. Ә мин уны карауатым янына ҡуйырмын. Шәп буласаҡ, ивет?!
— Хәҙер, атай!
Баш һелктем дә, йүгереп сығып та киттем. Иң матур сәскәләрҙе йыйып алып ҡайттым. Өйҙә хуш еҫ таралды. Атайымдың да кәйефе күтәрелеп китте, ҡараңғы бүлмә лә яҡтырғандай тойолдо. Ғәзиземде ҡыуандыра алғаныма көнө буйы шатланып йөрөнөм.
Йоҡлар алдынан атай йәнә саҡырып алды.
— Һин хәҙер барыһын да аңлайһың, улым. Бына мин һис ҡасан да ҡартайырмын тип уйламағайным. Бөтәгеҙҙе лә аяҡҡа баҫтырып, уҡытып, гөрләтеп туйҙар үткәрергә хыялландым. Хәлемде үҙең күреп тораһың. — Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, әллә нисек ҡыйын булып китте. Атай һөйләүен дауам итте. — Донъяны белеп булмай шул. Әгәр ауырып, балнисҡа ятып китһәм, берәй нисек минһеҙ йәшәп тораһығыҙ инде. Юҡҡа-барға ыҙғышмағыҙ, татыу булығыҙ! Тормошта ауырлыҡтар күп була ул, тик һин бирешмә. Атай балниста ята, эргәбеҙҙә юҡ тип уҡыуыңды ҡалдырма. Апай-һеңлеләреңде ҡарап йөрө, йәме. Хәҙер һин балта ла тота беләһең, йорт тирәһен ипләп тор. Әле һине эргәмә саҡырыуым буштан түгел. Ғүмер буйына минең иң ҡәҙерле әйберем булды. Шуны мин һиңә бирергә уйланым. — Шул саҡ атай быуылып-быуылып йүткерә башланы. Ә был бик оҙаҡҡа һуҙыла икәнен беләм. Йүткергәндә янындағы биҙрәгә әллә ниндәй ҡара төҫтәге шыйыҡсаны төкөрә. Аҙаҡ хәле бөтөп, оҙаҡ ҡына ята бирә. Бына әле лә, нимәнелер бирергә уйланым тип һөйләй башланы ла, сәсәп алып китте.
— Ярай, улым, был һөйләшеүҙе иртәгәгә ҡалдырайыҡ, — тине ул бер сама хәл ингәндәй булғас. — Баш әйләнеп киттесе яман.
Атай ауырығас, һәр ваҡыт уның менән бергә ҙур карауатта йоҡлай торғайным. Төнөн уға һыуын да, дарыуын да алып бирәм. Тик бөгөн атайға нимәлер булған.
— Улым, мин бөгөн яңғыҙым ғына ятып йоҡлайым әле, — тине.
Башҡа урында йоҡлай алмайым, был карауатҡа күптән өйрәнгәнем, тип киреләнеп маташһам да, ул үҙ һүҙендә торҙо.
Әлиә апайым менән көн дә мәктәпкә бергә барабыҙ. Шуға ла иртән иртүк торабыҙ. Ә минең бер хәйләм бар. Уянам да, йылы юрған аҫтынан сыҡмайым, Әлиә тороп, сәй ҡайнатҡанын, аш йылытҡанын көтөп ятам. Тәмле еҫ танауҙы ҡытыҡлай
башлаһа ғына урынымдан торам. Был юлы ла шулайтырға булдым. Әһә, апайым торҙо. Йыуынып алды. Бер аҙҙан сәйнүк шыжлай башланы. Һауыт-һабаның сыңлауы ишетелде. Ә мин шым ғына, йоҡламышҡа һалышып, тыңлап ятам. Ғәҙәттә, атай беҙҙең менән иртән бергә сәй эсә. Шуға Әлиә тәүҙә уны өҫтәлгә саҡырҙы:
— Атай, атай, һиңә сәй яһаным.
Яуап булманы.
— Сәйең һыуына, атай... — тиһә лә апайым, атай урынынан торорға ашыҡманы. Аптырағас, Әлиә янына барып уятырға булды.
— Ата-а-й! Ат-та-ай! — Йән өҙгөс тауыштан һикереп торғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Әлиәнең йөҙө ап-аҡ ине. Ҡото осҡан, үҙе һикерәңләп миңә нимәлер аңлатырға тырыша, ҡулы менән әллә кемде ҡыуырға маташҡандай һелтәнә. Апайҙың анау хәтлем ҡысҡырыуына башҡалар ҙа уянды.
— Атайыбыҙ үл-гә-ән! Ҡот-ҡар-ығыҙ! Үл-гән! — тип йәнә һөрәнләне.
Тәнем зымбырлап китте. Нисек инде атай үлгән!? Ошо уй мейемде телеп үтте. Быуындар ҡалтырай башланы. Тын алыуы ауырлашты. Нимә эшләргә белмәй, шаҡ ҡатып ҡалдым. Ней илай алманым, ауыҙымды асып һүҙ ҙә әйтеп булмай.
Әле беренсе класта уҡыған иң кесебеҙ Зөлфирә нәҙек тауышы менән сеңләп илап ебәрҙе. Ул ауаз әле булһа ла ҡолаҡ осонда сыңлай. Әйтерһең дә, көсөктө инәһенән тартып алғандар, ә ул ярҙам һорап һөрәнләй. Алһыу апайым да үҙәк өҙгөс илауы менән уға ҡушылды.
Өй үкһегән тауыш менән тулды. Һәр беребеҙҙән сөбөр-сөбөр тамған күҙ йәштәрен тыйып булмаҫтай... Ошо мәлдә бөтә ер сөм-ҡара төҫкә буялған кеүек тойолдо миңә.
Дүртәүләшеп атай мәйете алдында оҙаҡ ҡына илап торҙоҡ. Бәлки, беҙҙе йәлләп, терелер, тип уйлағанбыҙҙыр.
— Атайым, уян инде, илатма беҙҙе! — тип иң кесебеҙ уның ҡулынан да тартып ҡараны. Ә ул хәрәкәтһеҙ тик ята. Күҙҙәре лә йомолмаған. Үлгән кешенең күҙе йомоҡ була ла инде! Бәлки, атай шаярталыр? Күмәкләшеп уның ҡулдарын һелкетергә тотондоҡ, һеңлебеҙ сәсенән дә тартҡылап ҡараны. Етмәһә, атай ҡулына нимәнелер ныҡ итеп ҡыҫҡан да, ысҡындырырға ла теләмәй. Абайлабыраҡ ҡараһам — ғаиләбеҙ менән төшкән фото. Арабыҙҙа әсәй ҙә бар. Их, булған шул бәхетле саҡтар! Атайыбыҙ әле булһа ла шул кәртишкәгә ҡарап ята кеүек.
Аҙаҡ нисек урманға барып сығыуымды әле лә төшөнә алмайым. Бейек ҡарағайҙар араһында йөрөп, үҙемде тынысландырырға тырышҡанымдыр, күрәһең. Төшкә табан ғына өйгә ҡайтым индем. Ҡапҡа шар асыҡ тора ине. Кәртә тулы халыҡ, бөтәһенең дә күҙе йәшкә мансылған.
Ололар бер-береһе менән һөйләшкәндә шундай һүҙҙәр ишетелеп ҡала:
— Их, бахырҡайҙар. Бигерәк бәләкәйҙәр шул.
— Ней алып ҡалырға яҡын туғандары юҡ.
— Оләсәй-олатайҙары иҫән булһа бер хәл...
Апайҙарымдың, һеңлемдең биттәре ҡыҙарып, күҙ төптәре шешеп бөткәйне. Атайҙы өй уртаһына һалып ҡуйғандар. Ап-аҡ тауарға урағандар. Әбейҙәр ҙә, бабайҙар ҙа беҙҙе тынысландырырға тырыша:
— Ә-ә-әй, донъяла берәү ҙә мәңге йәшәмәй...
— Ҡуй инде ҡуй. Алла бирһә, аяҡҡа баҫырһығыҙ әле.
— Тик күп иламағыҙ. Күҙ йәшегеҙ мәрхүмдең ҡәберенә тулыр ҙа, атайығыҙ һыуҙа ятыр.
Кискә табан ҡаланан апай-ағайҙар ҙа килеп төштө. Кемдер уҡыуҙарына шылтыратып әйткән, күрәһең.
Йола буйынса үлгән кешене бер төн өйөндә тоталар икән. Мәйетте көтөргә күрше-тирәлә йәшәгән бабайҙар йыйылды. Беҙҙе иһә ҡаршылағы ағайҙарға алып китергә булдылар. Мәйет ятҡан өйҙә бала йоҡларға тейеш түгел, тинеләр.
Ә шулай ҙа мин күршеләргә бармаҫҡа булдым, сөнки атайҙың үлеменә әле һаман ышанып бөтмәй инем. Уның эргәһендә ултырғы килде.
— Ярай, ир балаға ҡалырға була ул, — тине бабайҙар.
Төнө буйына атайҙың үле кәүҙәһе алдында ултырҙым. Керпек тә ҡаҡманым. Бер ваҡыт ул тын алып ебәрмәһенме!
— Атай тере, ҡарағыҙ! Ул әле генә тын алды! Атайым үлмәгән! — тип ҡысҡырҙым да ултырғыстан һикереп төштөм. Шунан битен һыйпап ҡараным. Элек кешеләрҙән ишеткәнем бар ине. Берәүҙе үлгән, тигәндәр, ә уның йөрәге саҡ ҡына туҡтап торған икән. Ул уянып киткән дә, бөтәһен дә шаҡ ҡатырған. Тимәк, минең атайым да үлмәгән!
Ололар тертләп китте:
— Бала арыған, йоҡларға алып барығыҙ, — тинеләр. Иртәгәһенә кеше өйөндә уяндым.
* * *
Атайымды ауылда "апа" тип йөрөттөләр. Русса әйткәндә, "дядя" була инде. Беҙҙең яҡта атайыңдан оло ир затын шулай атайҙар. Ауылдың аҡһаҡалы булһынмы, барыбер атайыма ҡустым тип өндәшмәй, ә апа ти. Бындай исем биреүҙең сәбәбе лә бар. Атайым техниканы шул хәтлем яҡшы белде. Тракторҙы бер көн эсендә вис һүтеп, иртәгәһенә "һә" тигәнсе яңынан йыйып ҡуйыр ине. Ярҙам һорап килгәндәргә лә һис ҡуй тип әйткәне булманы. Тракторҙың тауышынан ҡайһы урыны насар эшләгәнен белә ине. Хатта берәүҙәр аҙналар буйына йүнәтә алмаған "тимер атты", атайыбыҙ бер көндә "теҙгенләй" торғайны.
Бер заман колхоз гөрләп торған осорҙа "апаны" баш механик итеп ҡуйғандар. Ул ап-аҡ күлдәк кейеп эшкә килгән. Ҡараһа, йәш тракторист нимәнелер ремонтлап маташа. Атайым ҡайһы ерен сисергә, нисек нығытырға кәрәклеген өйрәтеп киткән. Төштән һуң тегенең эргәһенә барһа, ул һаман соҡона икән. Атайым йәне көйөп, үҙе ремонтларға тотонған. Эштән ап-аҡ күлдәге мазутҡа буялып ҡайтҡан. Ә бит баш механиктың бурысы башҡа. Иртәгәһенә колхоз етәкселегенә барған да:
— Кире тракторист итеп ҡуйығыҙ. Кешегә аҡыл өйрәткәнсе үҙем эшләйем! — тигән.
Ябай һәм ярҙамсыл булғанға ауыл халҡы уны хөрмәтләп "апа" тип йөрөттө. Ә мине "апаның улы" тиҙәр ине...
...Атайҙы өйҙән алып сыҡтылар. Урам кеше менән тулды. Яңы ғына аңлай башланым: атай бит башҡаса бер ҡасан да был өйгә ҡайтмаясаҡ. Уның яғымлы тауышын да ишетмәйәсәкбеҙ. "Балаҡайым, тор инде", тип уятыусы ла булмаҫ.
Класташтарға атайым шуны алып бирҙе, быны алып бирҙе, тип хәҙер маҡтана алмаҫмын. Урманға ла еләк ашарға кем менән йөрөрбөҙ икән?
Зөлфирә һеңлебеҙ, атайҙың кәүҙәһен алып сыҡҡанда, йәнә нәҙек тауышы менән сеңләп ебәрҙе:
— Атайҙы алып китмәгеҙ. Өйҙә ҡалдырығыҙ!
Әлиә апайым да илауҙан туҡтай алманы:
— Үҙем дә үләм. Атайһыҙ беҙ нисек йәшәрбеҙ!? — Уға Алһыу ҙа ҡушылды.
— Һеҙ ҙураймайынса ташлап китмәйем, тигәйне бит!
Зыярат алдында мулла доға ҡылды. Шунан атайҙы тәрән соҡор янына алып килделәр.
— Һуңғы тапҡыр атайығыҙға ҡарап ҡалығыҙ, — тине ауыл аҡһаҡалы. — Уның кеүек яҡты йөҙлө, изге күңелле булып үҫегеҙ. Үлгән артынан үлеп булмай инде. Йыш илап, атайығыҙҙың йәнен тулатмағыҙ, йәме.
Шул саҡ атайымдың йөҙөнә һуңғы тапҡыр ҡараным. Һуңғы тапҡыр...
Аҙаҡ атайҙы ипләп кенә ҡәбергә төшөрҙөләр.
— Атай, атай! — тип йөрәгем ярылырҙай булып ҡысҡырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Беҙгә өсәр ус тупраҡ ташларға ҡуштылар.
— Атайҙы күммәгеҙ! — тип Зөлфирә һеңлем үкһей-үкһей көрәк тотҡан ағайҙарҙы туҡтатырға маташып, алға ынтылды. — Күммәгеҙ инде. Китегеҙ бынан. Һеҙ насар кешеһегеҙ. Анау тапҡыр әсәйҙе лә шулайттығыҙ! Ә мин беләм — унан кире ҡайтмайҙар. — Һеңлебеҙ нәҙек ҡулдары менән көрәккә барып йәбеште. Тыпырсына торғас, саҡ соҡорға төшөп китмәне. Ололар уны көскә тотоп алып ҡалды. Тиҙ арала атайҙы күмеп тә ҡуйҙылар. Ҡәберен уратып, өс рәт бура ла һалдылар.
— Хоҙайҙың был бәндәһе донъяла нисек йәшәне? — тип һораны башҡаларҙан мулла.
— Яҡшы! — тинеләр бер тауыштан. Шунан һәр кем үҙ һүҙен әйтте.
— Апа кешелекле булды, кешелекле.
— Йәне йәннәттә булһын, инде!
— Ауыр тупрағы еңел булһын!
— Ҡараңғы гүре яҡты булһын!
— Ярай, туған-тыумасалар. Мәрхүмдең урыны ожмахта булһын. Тик зыяратта оҙаҡ торорға ярамай, әйҙәгеҙ, ҡайтыу яғына сығайыҡ, — тине иң аҙаҡтан мулла.
Ә беҙ етәүләшеп зыяраттан сығырға ашыҡманыҡ. Ҡалала уҡып йөрөгән ике ағайым һәм апайым шаҡ ҡатып илап тик торҙо. Зөлфирә лә тыныслана алмай, бер урында оҙаҡ тыпырсынды.
— Нисек атайҙы ҡалдырып китәйек бында? — ти иң кесебеҙ. — Уға бит бында ҡыйын, ҡурҡыныс. Йүткерһә, кем дарыу бирер? Мин атайҙы ҡалдырмайым. Әйҙә, уны кире өйгә алып ҡайтайыҡ. Унһыҙ нисек йәшәрбеҙ?!
Беҙ оҙаҡ атай ҡәбере янында торҙоҡ.
— Атай, мин һине сикһеҙ яратам! Донъяла һинән дә ҡәҙерлерәк кеше юҡ, — тип ҡәберен ҡосаҡлап уға әйткем килде. Ҡысҡырһам да, был һүҙҙәрҙе атай ишетмәҫ шул.
Беҙ элек иртәнсәктән кискә тиклем шау-гөр килгән өй тынып ҡалды. Йорттағы телевизор ҙа, ялтырап торған һауыт-һабалар ҙа моңһоу күренә ине. Мин алып килгән умырзая гөлләмәһе лә һулыған...
Атайҙы ерләгән көндә үк өсөн уҡытырға булдылар. Әбейҙәр ҡаҙан аҫып, аш әҙерләгән. Бөтәһе лә зыяраттан ҡайтҡас, аят ашына өҫтәл артына ултырғанда ғына өйөбөҙгә милиционер һәм ике һары сәсле ҡатын килеп инде. Милиционер училищела уҡыған апайыбыҙҙы янына саҡыртып алды. Шунан уның ҡолағына ниҙер шыбырланы. Милицонер нимә тип әйткәндер белмәйем, әммә апайымдың шундуҡ йөҙө ағарып китте.
Өйгә ҡайтҡы килә...
Милиционерҙың өйөбөҙгә элек килгәне юҡ ине. Шуға ла уны күргәс, ҡурҡып ҡалдыҡ! Ике апайҙы эйәрткән. Уларҙы күргәс, аят ашына йыйылғандар ҙа һағайҙы.
Ят ағай оло апайымды саҡырып, ниҙер шыбырлағас, ул тәүҙә аптырап ҡалды, шунан килешмәгәнлеген белдерҙе ахырыһы, башын сайҡаны. Аш-һыу әҙерләшеп йөрөгән Гөлнара исемле күрше апай тегеләрҙең нимә бышылдағанын ишетте, күрәһең, өндәшмәй түҙә алманы:
— Бынағайыш, ул ниндәй эш?! Әле генә зыяраттан аталарын ерләп ҡайттыҡ, ә һеҙ кеше башын ҡаңғыртып йөрөйһөгөҙ! Тапҡанһығыҙ ваҡыт!
— Әйҙәгеҙ, көйөшмәйек, — тине милиционер, бүтәндәрҙе тынысландырырға тырышып. — Беҙ һеҙҙең башығыҙҙы бутарға килмәнек. Иң өлкән апайҙарына ҡусты-һеңлеләренең кейемдәрен йыйышһын тигәйнек.
— Аһ, аһ! Бына һиңә мә! — Аш әҙерләүсе апай ҡыҙа төштө. — Нишләп әйберҙәрен йыяйыҡ, ти. Улар үҙ өйөндә. Һеҙҙән йоҡларға урын һорап йөрөймәйҙәр, шикелле. — Бәхәсте туҡтатырға тырышып, ҡаланан килгән теге русса һөйләшкән апай ҙа һүҙгә ҡушылды.
— Мин етем ҡалған балалар эше буйынса белгес, — тине ул яғымлы тауышы менән. — Аталары үлеүе хаҡында хәбәр алғас, бында килергә булдыҡ.
— Исмаһам, күңел яраларын уңалғанын көтһәгеҙсе.
— Бөтә ғиллә шунда иптәштәр, — тине теге белгес. — Ата-әсәһе булмағас, балалар хәҙер хөкүмәт ҡарамағында. Шуға ла уларҙың артабанғы яҙмышын беҙ хәстәрләргә тейешбеҙ.
— Эйе, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмайыҡ. — Милиционер күҙе менән йүгертеп беҙҙе ҡараштырҙы. — Әйҙәгеҙ, кейемдәрен йыйышығыҙ.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, тәнем зымбырлап китте. Беҙҙе ҡайҙалыр алып барырға уйлайҙар! Ҡараһам, Әлиә апайымдың да йөҙө ҡасҡан. Иң кесебеҙ ҙә бына-бына илап ебәрергә тора.
Өҫтәл артында ултырғандар ҙа зыҡ ҡупты ла китте:
— Кит, оятһыҙҙар! Бәлә өҫтөнә бәлә өҫтәп...
— Исмаһам, һуңғараҡ килһәләр нимә булған?
— Бала күңелен уйлау ҡайҙа инде ул...
Ахырҙа иң оло апайым һүҙ ҡушты:
— Туғандарымды бер ҡайҙа ла бирмәйем. Бик тә кәрәк булһа, уҡыуымды ҡалдырып торам да, уларҙы үҙем ҡарайым.
— Улай ғына булмай шул, һеңлекәш. — Белгес үҙенекен дауам итте. — Беренсенән, әле үҙең дә аяҡҡа баҫмағанһың. Икенсенән, мотлаҡ эш урының, етерлек килемең булырға тейеш. Етмәһә, һылыуҡай, һин кейәүгә лә сыҡмағанһың. Яңғыҙыңа дүрт баланы хөкүмәт нисек тапшырһын ти!? Улай булмай. Әйҙәгеҙ, кейемдәрен йыйырға ярҙам итегеҙ. Ваҡытты һуҙмайыҡ.
— Бер ҡайҙа ла бармайбыҙ! — тип Әлиә апайым урынынан һикереп торҙо.
— Өйөбөҙҙән бер ҡайҙа ла китмәйбеҙ, — тинем мин дә.
— Ҡурҡмағыҙ беҙҙән, — тәртип һаҡсыһы йылмайған булып, минең эргәмә килеп баҫты. Егеттәрсә ҡулымды ҡыҫты. — Мәйтәм, әйҙәгеҙ беҙҙең менән ҡалаға берәй сәғәткә барып килегеҙ. Унда табип һеҙҙе тикшерә лә кире ҡайтара. Апайығыҙ менән йәшәрһегеҙ шунан.
Ҡалай шәп булып сыҡты был милиционер. Ә теге мәрйә апай ул ярамай, быны хөкүмәт ҡушмай, тигән буласы.
— Һуң бөгөн аят бит. Аш та әҙер. Иртәгә тикшертерһегеҙ әле. — Аш әҙерләүсе Гөлнара апай нисек тә булһа беҙҙе ебәрмәҫкә тырышты.
— Юҡ, юҡ, имынны бөгөн. — Милиционер үҙ һүҙендә ныҡ торҙо. — Балалар ҙур стресс кисергән, психолог ярҙамы кәрәк. Быны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ҡустым, һинең ҡалаға барғың килә бит? — тип башымды һыйпап алды.
Бик әҙәпле, яғымлы тойолдо ағай. Апайым, ағайҙарым ҡаршы булһа ла, тегеләр беҙҙе алып китергә тәким күндерҙе. Бер сәғәттән кире өйөбөҙгә алып киләбеҙ, тигәстәр, әллә ни кәзәләнеп торманыҡ. Машинаға индереп ултырттылар ҙа, унан һуң өйгә инеп, әйберҙәребеҙҙе алып сыҡтылар. "Тимер ат" яйлап ҡына урынынан ҡуҙғалды. Ауылды сығып киткәнсе, ҡарашым өй яғында ине...
Ҡалалағы дүрт ҡатлы балалар дауаханаһына алып килделәр. Эскә ингәс тә беҙҙе ишек төбөндә ултыртып ҡалдырҙылар. Ә теге апайҙар кабинетта ниндәйҙер ҡағыҙҙар тултырҙы. Милиционер ағай ғына яныбыҙҙан бер аҙымға ла ситкә баҫманы. Бер аҙҙан алсаҡ йөҙлө, аҡ халатлы ҡатын кабинетынан сыҡты.
— Ҡарағыҙсы, ниндәй матур балалар. Ҡурҡмағыҙ, бында һеҙгә бер кем дә теймәйәсәк. Дүртегеҙҙе лә бер палатаға урынлаштырабыҙ. Иртәнсәк тәмле бутҡа ашарһығыҙ, төшкә кәтлит бирәләр. Йоҡлар алдынан көн дә кефир эсерәләр.
Мин берсә табипҡа, берсә милиционерға ҡарап алдым. Беҙгә бит бер сәғәткә генә ҡалаға алып барабыҙ, тигәйнеләр. Ә табип киреһен әйтә. Алданғаныбыҙҙы аңлағас, Әлиә апай ҙа шунда уҡ киреләнергә тотондо:
— Беҙ бында ҡалмайбыҙ. Һеҙ бит бөгөн кире өйөбөҙгә алып барабыҙ, тинегеҙ!
— Эйе, һеҙҙең бутҡағыҙ ҙа, кефирығыҙ ҙа кәрәкмәй, — тинем.
— Өйгә ҡайтам. Сығарығыҙ беҙҙе. — Зөлфирә аяғы менән тыпырсынып илай башланы. — Ата-ай, һин ҡайҙа. Алып ҡайт беҙҙе!
— Тынысланығыҙ, зинһар! — Табип та эштең ниҙә икәнен аңланы. Күрәһең, ваҡытынан алда теге һүҙҙәрен ысҡындырып ташлаған. — Һеҙҙе, ысынлап та, тикшерергә кәрәк. Әгәр һау икәнһегеҙ — иртәгә үк ҡайтарабыҙ. Әйҙәгеҙ, дүртенсе ҡатҡа күтәреләйек, палатағыҙҙы күрһәтәм.
— Юҡ, бер ниндәй ҙә палатаға бармайбыҙ!
— Беҙҙе кире ҡайтарығыҙ!
— Етәр һеҙгә киреләнергә! — Милиционер асыуланып китте. — Һеҙҙең алдығыҙҙа инәлеп торорға малаймындыр шул!
— Һеҙ бит үҙегеҙ бер сәғәткә генә тип әйттегеҙ. Хәҙер өйҙә апай-ағайҙарыбыҙ борсолалыр. Ҡайтарығыҙ инде беҙҙе, ағай. — Әлиә беҙҙең арала иң олоһо булғанғалыр, яҡларға тырышты.
— Етәр, башымды ҡаңғыртмағыҙ! Итәк, күп ваҡытымды алдығыҙ! — Шунан милиционер минең менән Әлиәнең ҡулынан ныҡ итеп тотто ла, өҫкә һөйрәп тигәндәй алып китте. Сараһыҙҙан, илай-илай артыбыҙҙан Алһыу менән Зөлфирә эйәрҙе. Палатаға урынлаштырғас та беҙҙе бикләп ҡуйҙылар.
* * *
Быға тиклем ят ерҙә ҡунырға әллә ни тура килмәгәйне. Шуға ла дауаханала йоҡлай алмай төнө буйына ыҙалап сыҡтым. Таң атыр-атмаҫ борон бер үк ваҡытта Әлиә апайым да уянды. Палатала эҫе, етмәһә, әллә ниндәй һаҫыҡ дарыу еҫе аңҡып тора.
— Нисек йоҡланың, апай? — Тәүге һорауым шул булды.
— Уй-й, бында бер көн дә торғом килмәй. Төнө буйына һаташтым. Әллә ниндәй ҡурҡыныс төштәр күреп бөттөм. Шайтандар аяҡты ҡытыҡлай кеүек...
— Мин дә насар йоҡланым. Ә беҙҙе бөгөн ҡайтарырҙар микән?
— Әллә инде. Бында балаларҙы оҙаҡ тоталар, тиҙәр ҙә һә, — Әлиә уфтанып ҡуйҙы.
— Юҡ, юҡ. Ҡасып булһа ла ҡайтам!
— Минең дә ҡайтҡы килә лә ул. Ауылға тиклем йыраҡ бит. Билет алырға аҡсабыҙ ҙа юҡ...
Эйе, аҡсаһыҙ беҙ нисек кире ҡайтабыҙ инде. Етмәһә, дүртәүбеҙ. Ә өйгә шул тиклем ҡайтҡы килә. Үҙемдең карауатымды ла, баҡсабыҙҙы ла, урамды ла шул тиклем һағындым. Ниңә генә мин ҡошҡа әйләнә алмайым икән!? Анау әкиәттәге кеүек, ауылым янына осор ҙа китер инем. Туғандарымды ла үҙемә ултыртып, ишегебеҙ алдына ғына илтер инем. Ниңә генә атайыбыҙ үлде икән? Әгәр ул яныбыҙҙа булһа, ошолайтып беҙҙе ҡалдырыр инеме?!
Атай менән һуңғы тапҡыр һөйләшеп ултырғаным иҫемә төштө. Туҡта әле, туҡта... Нимә тигәйне шул мине саҡырып янына? "Ғүмер буйына минең иң ҡәҙерле әйберем булды. Шуны һиңә бирергә уйланым..."
— Нимә уйланып киттең, Ильяс?
— Беләһеңме, апай, миңә атай бер нәмә бирәм тигәйне.
— Нимә һуң?
— Әлләсе. Ул нәмә минең өсөн иң ҡәҙерлеһе тине.
— Шунан уны ҡайҙа иттең?
— Кисен үҙе янына саҡыртып шул хаҡта һөйләй башлағас, ныҡ итеп йүткереп алып китте. Ярай, был һөйләшеүҙе иртәгә ҡалдырайыҡ тигәйне. Ә иртәгәһенә... — Үлде, уянманы тигән һүҙҙәрҙе һис тә генә әйтке килмәне. Былай ҙа атайҙы иҫкә төшөрһәң, күңелгә шул тиклем ауыр булып китә.
Ипләп кенә палатаның ишеге асылды. Иҙән йыуыусы ингән икән. Апайым менән һөйләшеп ултырғаныбыҙҙы күргәс, аптырап китте.
— Ниңә йоҡламайһығыҙ, балаҡайҙар? — тине шыбырлап ҡына.
— Өйөбөҙҙә йоҡлар инек тә ул, ә бында ниңәлер ҡурҡыныс төнөн. — Әлиә лә шым ғына яуапланы.
Минең шундай ғәҙәтем бар: яғымлы тауышлы, асыҡ йөҙлө кешене күрһәм, һүҙ ҡушырға әҙер торам. Был юлы ла шулайттым.
— Апай, табип булыуы ауырмы?
— Әлләсе, улым. Табип булмағасым әйтә алмайым.
— Нисек? Һеҙ бит аҡ халатта. — Төпсөнөүемде дауам иттем.
— Бында бөтәһе лә аҡ халатта. Ябай ғына санитаркамын. Иҙән йыуып, палаталарҙы йыйыштырам.
Һүҙгә Әлиә ҡушылды:
— Апай, ә беҙҙе ҡасан ҡайтарырҙар икән?
— Әй-й, балаҡайҙар. Кемгә ҡайтырға уйлайһығыҙ һуң? Яҙмыш тигәндәре лә бигерәк мәрхәмәтһеҙ икән. — Санитарка һөйләнә-һөйләнә иҙән йыуа башланы. — Хәҙер һеҙгә берҙәм булырға кәрәк. Детдомда ла бер-берегеҙҙе йәберләтергә бирмәгеҙ.
"Детдом" һүҙе ҡолаҡҡа салынғас, ҡойолдом да төштөм. Элегерәк был һүҙҙе ишеткәнем бар, ундағы тормош хаҡында һөйләүҙәр буйынса ла беләм. Атай-әсәйем ауырығанда , үлеп фәлән китһәләр, детдомға ғына алып китмәһәләр ярар ине, тип эстән генә теләй инем. Ә бөгөн килеп санитарка әллә нимә һөйләп торасы.
— Нимә-ә?! Ниндәй детдом? — Әлиәнең йөҙө үҙгәреп китте, бына-бына күҙ йәштәре бәрелеп сығыр төҫлө. Үҙемде иң көсһөҙ кеше итеп тойҙом шул мәлдә. Эйе, көсһөҙ. Алдағы көндәремде, ҡайҙа йәшәйәсәгемде, кем менән аралашасағымды үҙем билдәләй алмайым бит. Ҡайҙалыр өҫтән берәү һинең менән идара итә кеүек.
Санитарка бер ни булмағандай һөйләнде.
— Ҡайһы детдомға һеҙҙе алып барыуҙарын белмәйем. Әммә табиптарҙың ауыҙынан үҙем ишеттем. Әле бына һеҙҙең һаулыҡты тикшерәләр ҙә, һуңынан шунда алып китәсәктәр.
Апайым урынынан уҡтай атылып килеп торҙо. Санитарканың ҡулына йәбеште лә иларға тотондо:
— Апай, апай, һеҙ алдамайһығыҙмы? Детдомға барғыбыҙ килмәй. Әйтегеҙ әле шуларға, беҙҙе өйгә ҡайтарһындар. Ап-пай! — Әлиәнең йәшкә тулған күҙе ярҙам һорағандай, санитаркаға төбәлгәйне.
Мин дә түҙә алманым. Быны күреп иҙән йыуыусының да күңеле ҡырылды. Уның йөҙөндә йыйырсыҡтары күбәйгәндәй тойолдо. Ул бер нисек тә беҙгә ярҙам итә алмай. Шуғалыр ҙа нимә әйтергә белмәй. Ахырҙа, үҙенән дә тамсылаған йәштәрен һөртә-һөртә, палатанан сығып китте.
Әлиә апайым менән һөйләшмәй генә оҙаҡ илап ултырҙыҡ. Элек күҙгә сүп инһә лә, илаһаҡ, баштан һыйпап йыуаталар ине. Ә хәҙер түгелеп илаһаң да тынысландырыусы, йылы һүҙ әйтеүсе кеше юҡ ине яныбыҙҙа. Бына шунан да ауыры юҡтыр ул...
иреккә сығыу кәрәк икәнен яҡшы аңлайым. "Ҡасырға, бөгөн үк ҡасырға!" — тигән уй мейемде телеп үтте.
— Әйҙә, апай, бөгөн ауылға ҡасайыҡ. Урманға йәшенһәк, унда беҙҙе берәү ҙә тапмаҫ. Өйҙә лә һағынғандарҙыр. Атай миңә бирәм тигән әйберҙе лә эҙләп ҡарарбыҙ. Берәй тартмала яталыр...
— Әллә инде... Юл алыҫ бит...
— Беҙгә автовокзалға тиклем барып етергә кәрәк, ә артабанғы юлды мин беләм. Әгәр иртәрәк сыҡһаҡ, кискә тиклем ҡайтып етербеҙ.
— Ильяс, беҙҙе кем тышҡа сығарһын ти. — Апайымдың ҡалтыраулы тауышы йөрәкте семетеп алғандай итте.
— Бына бит көн тәртибе эленеп ҡуйылған. — Ишеккә эске яҡтан йәбештерелгән ҡағыҙға төбәп күрһәттем. — Сәғәт көндөҙгө 11-ҙән 12-гә тиклем саф һауала йөрөргә рөхсәт ителә. Ә тышҡа сыҡҡан булабыҙ ҙа — һыпыртабыҙ!
Тауышыбыҙҙы ишеткәс, Зөлфирә һеңлебеҙ ҙә уянып китте. Күҙен асып та өлгөрмәне, иларға тотондо:
— Апай, әйҙәгеҙ өйгә ҡайтайыҡ. Бында насар, ҡурҡыныс... — Әлиә шул саҡ илауын онотоп, һеңлебеҙҙе йыуатырға тотондо:
— Илама, бәләкәсем, илама. Бөгөн үк ҡайтабыҙ өйгә. Тик һин илама, йәме!
— Ярай, иламам, тик, апай, тиҙерәк өйгә ҡайтайыҡ.
Шулай итеп, бөгөн үк сәғәт 11-ҙә табандарыбыҙҙы ялтыратырға килештек. Тәүҙә мин Алһыу менән тышҡа сығам, аҙаҡ Әлиә апайым Зөлфирәне етәкләп яныбыҙға киләсәк. Ҡасырға йөрөгәнебеҙҙе белмәһендәр өсөн еңелсә кейенергә кәрәк. Бөтә алып килгән әйберҙәребеҙ ҙә палатала ятып ҡаласаҡ. Әй, кәрәге лә юҡ ул сепрәктең! Ҡайтһаҡ ҡына ярар ине. Дүртебеҙ ҙә тышта булһаҡ, күҙебеҙ ҡайҙа ҡарай, шунда сабасаҡбыҙ. Ә инде дауахананан алыҫыраҡ китһәк, автовокзалдың ҡайҙа икәнлеген табырбыҙ әле. Бына күрерһегеҙ, ҡараңғы төшмәҫ элек өйҙә сәй эсеп ултырасаҡбыҙ...
* * *
Барыһы ла беҙ уйлағанса килеп сыҡты. Дауахананан сыҡҡас та, күп ҡатлы йорттар араһына инеп күҙҙән юғалдыҡ. Хәҙер бына тотоп ҡараһындар! Кешеләрҙән юлды һораша торғас, автовокзалға барып сыҡтыҡ. Ул ҡаланың ситендә урынлашҡан. Был ерҙә элегерәк булғаным бар ине, шуға ла артабанғы юлды яҡшы беләм. Ауылыбыҙға тиклем яҡынса утыҙ километр ара бар. Юл да бормалы ғына, бер нисә тауҙы менеп төшөргә кәрәк.
Автовокзал янында машина туҡтатып маташыуыбыҙ юҡҡа булды. Дүртәүбеҙгә бынан ултырып китеүе еңелдән түгел шул: йә урыны юҡ, йә теләге. Аптырағас, йәйәү китергә булдыҡ.
Көндөң аяҙ тороуы кәйефте күтәреп ебәрҙе. Ҡояшҡай шул хәтлем шаян булып сыҡты. Беҙҙең менән уйнай, битте ҡытыҡлай. Машиналар елдереп үтеп тора, уларҙан һуң саң ғына туҙып ҡала. Ә беҙ, дүртәүбеҙ, татлы уй-хыялдарға сумып, ауылыбыҙ яғына табан атлайбыҙ.
Күпме барғанбыҙҙыр, белмәйем. Ҡояш апай ҙа шаярыуҙан туҡтаны, беҙҙән алыҫлашты. Алға барған һайын атлауы ла ҡыйын. Арығас, юл ситенә ултырып ял итергә булдыҡ. Тауыш килгән яҡҡа ҡараһам — милиция машинаһы! Йөрәк жыу итеп ҡалды. Моғайын, беҙҙе генә эҙләйҙәрҙер. Ярай әле алыҫтан күреп ҡалдым. Әтеү әллә нимә эшләтерҙәр ине беҙҙе! Иң кесебеҙҙе ҡулыма алдым да, күмәкләшеп ҡуйы урман араһына инеп йәшендек. Үҙебеҙ ситтән генә күҙәтеп торабыҙ. Уф, ярай әле милиция беҙҙе күрмәй үтеп китте.
— Апай, әйҙә юлдан бармайыҡ. Тотоп алһалар, — тинем ҡурҡып.
— Мин дә шулай уйлайым, Ильяс, — тине Әлиә. — Ярай әле ҡасып өлгөрҙөк. Тотһалар, шунда уҡ детдомға алып китерҙәр ине. Ҡыйын булһа ла, урман эсенән барайыҡ инде. — Ысынлап та, атлауы ауыр булып сыҡты. Йә ботаҡҡа эләгем йығылаһың, йә үтә алмаҫлыҡ ҡыуаҡлыҡтары осрай. Нисек кенә ҡыйын булмаһын — юлға сығырға ярамай. Түҙгәнгә — түш, тиҙәр бит. Бына хәҙер ошо тауҙың түбәһенә генә менеп етһәк, аҙаҡ атлауы еңел буласаҡ.
— Апай, арыным! — Ошо һүҙҙәрҙе Зөлфирә илап, йыш ҡабатлай башланы. Тәүҙә мин, арыһам — Әлиә уны елкәһенә ултыртып алып бара. Текә тауға күтәрелә башлағас, үҙебеҙҙең дә хәл бөттө. Һеңлебеҙ нисек кенә мыжымаһын, уны күтәреп йөрөтөү хәлдән килмәй ине.
— Әлеү! — тип урманды яңғыратып ҡысҡырып ебәрҙе Алһыу. — Бүтән атлай алмайым, аяғым ауырта. — Ҡасҡанда, бүтәндәр алдында шик тыуҙырмаҫ өсөн еңелсә кейенгән инек. Алһыу аяғына сепрәк тапочка ғына эләктергән. Ул юлда таушалып, йыртылып бөттө. Ауыртһа ла, беҙгә әйтмәй түҙеп килгән икән. Ҡарап ебәрһәк — табаны ярылып бөткән, унан ҡан тамып тора. Әлиә үҙенең күлдәгенең аҫҡы өлөшөн шарт итеп йыртып алды ла, юл япрағын һалып, Алһыуҙың яраһын бәйләне.
Хәҙер инде күпкә яйыраҡ атлайбыҙ. Кесебеҙ илауҙан туҡтамай:
— Атай, һин ҡайҙа? Атай, мин арыным. Килеп ал беҙҙе...
Элек атай менән урманға барырға ашҡынып тора инек. Ә бөгөн киреһенсә, ағастар шығырлауы, тумыртҡаның туҡылдауы күңелгә шул хәтлем шом һала.
— Ҡар-р-р! Ҡар-р-р! Ҡар-р-р! — Ошо йөрәкте өтөп алырҙай тауыш беҙҙән ҡалышмай. Ҡайҙан килеп сыҡҡандыр был ҡарға? Етмәһә, үҙе ҙур, ҡап-ҡара төҫтә. Беҙ барған ерҙә ағас башына менә лә ҡарҡылдарға тотона. Ул яҡшылыҡҡа түгел, тиҙәр ине ауылда. Шуға ла ҡарға иң ҡурҡҡан ҡошобоҙ. Ә ул беҙҙән ҡалышырға уйламай ҙа.
— Ҡар-р-р! Ҡар-р-р! — тип баш осонан өйрөлә лә өйрөлә.
— Апай, мин ҡурҡам! — ти Зөлфирә туҡтауһыҙ илауҙан ҡалтыранып. — Ул килеп күҙҙе суҡыр, аҙаҡ мине урлар. Ҡурҡам, унан ҡурҡам! Атай, ҡотҡар инде! — Беҙ уны тынысландырырға тырыштыҡ.
Тау башына менеп еткәндә генә, кинәт көн боҙолдо ла ҡуйҙы. Әллә ҡайҙан ҡара болоттар килеп сыҡты, тирә-яҡ та ҡараңғылана төштө. Тәнде өшөтөп һалҡын ел иҫте. Күк күкрәп, ямғыр яуа башланы. Ә йәшене шул хәтлем ҡотора: йә алдан, йә арттан салт-солт итеп ҡала. Уның дөбөрләүенән бөтә донъя һелкенеп ҡуя кеүек. Элек йәшен ваҡытында беҙ юрғанға төрөнөп, ҡурҡып ҡына ята инек. Ә бында бит ышыҡланырға урын да юҡ. Тиҙ арала лыс һыуға баттыҡ.
Эт көсөктәре инәһенә һырынған кеүек, беҙ ҙә йыуан ҡарағай төбөнә ышыҡландыҡ. Бер-беребеҙҙе йылытырға тырышып, дүртәүләшеп ҡосаҡлашып ултырҙыҡ. Ирендәр күгәреп бөттө, тештәр тешкә теймәй, тән туҡтауһыҙ ҡалтырай. Әлиә, Алһыу һәм мин ауыр булһа ла, иларға тырышмайбыҙ. Ә Зөлфирә һыҡтап илай ҙа илай. Шуға ла тауышы ла бөтә башланы, бахырҙың.
Тәнебеҙҙә ҡоро урын ҡалманы. Исмаһам, йәшене бер аҙға тынһасы! Ана ҡалай утлы ҡылысы менән уйнай! Беҙҙән йөҙ метр самаһы алдараҡ бер ҡайын дөбөр-шатыр итеп ергә ауҙы. Унан осҡондар сәсрәп киткәндәй булды.
— Хәҙер беҙҙең ағасты ла йығасаҡ! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Алһыу.
Ҡурҡышыбыҙҙан юлға йүгереп сыҡтыҡ. Бәхетебеҙгә күрә, ошо мәлдә машина килеп туҡтаны. Эсендә ир менән ҡатын ултыра ине. Дүртәүләшеп, машина тап булыуына ышанып бөтә алмай, йәһәт кенә артҡа ултырҙыҡ. Тештәр-тешкә теймәй ҡалтыранышып ултырғанбыҙҙы күреп, тегеләр төпсөнөп торманы. Ҡайһы урамда йәшәүебеҙҙе һорап, өйөбөҙҙөң алдына уҡ килтереп ҡуйҙылар.
— Ярай, башҡа улай урманда яңғыҙ йөрөмәгеҙ, — тине ағай. — Һау булып тороғоҙ.
Ауылыбыҙҙа ямғыр булмаған. Өйҙө күргәс, күҙҙән йәштәр бәреп сыҡты. Туған йортобоҙҙан да ҡәҙерлерәк урын юҡ икән. Бүтән өйөбөҙҙән айырмаһалар ярар ине — бар теләгем ошо булды.
Йортобоҙ бикле, тимәк, туғандарыбыҙ ҡалаға уҡыуға киткән. Ҙур йоҙаҡты бер нисек тә аса алмағас, беҙҙе ҡалаға ебәрмәйем, тип ҡыр талашҡан Гөлнара апайға барҙыҡ.
— Уй-й, балаҡайҙарым. Килдегеҙме? Һеҙҙең турала уйлана-уйлана йөрәгем ҡалманы, — тине күрше беҙҙе тупылдатып һөйөп. — Әйҙә, юрғанға төрәйем әле һеҙҙе. Өйрәк ите менән аш бешергәйнем. Хәҙер ашап алырһығыҙ.
Көнө буйы ризыҡ күрмәгәс, өҫтәлдәге һый-хөрмәттән ирендәремде супылдатып ялап алдым.
— Ә беҙҙекеләр ҡайҙа ул? — тип белештем апай-ағайҙарым хаҡында.
— Бөгөн иртәнсәк кенә ҡалаға уҡырға киттеләр. Уҡыу йылы тамамланырға тора бит. Имтихан бирергә кәрәк тинеләр. Улар ҡайтҡансы үҙем һеҙҙе ҡарап торормон әле. Шөкөр, ризыҡ етерлек...
Тамаҡты туйҙырып, йылынып, тәнгә бер аҙ хәл кергәс, өйгә ҡайтырға булдыҡ. Йоҙаҡты Гөлнара апай үҙе асып бирҙе. Мыҡты кәүҙәле күрше күп уйлап тормай, йоҙаҡты һурҙы ла ташланы.
Өйҙөң йәне була тиҙәр, шул дөрөҫтөр. Балҡып торған йортобоҙҙо алыштырғандармы ни! Стеналар ҙа, мейес тә, карауаттар ҙа моңһоуланған кеүек. Беҙҙең сыр-сыу тауышыбыҙҙы ишетмәгәнгә әйберҙәр ҙә күңелһеҙләнәләр микән?
Элеккеләй өйҙө аҫтын-өҫтөнә әйләндереп, шарҡылдап көлөп уйнағы ла килмәне. Йорт эсендә генә түгел, күңелдә лә ҙур бушлыҡ ине.
Зөлфирә һеңлем өйҙә урынлашҡан тынлыҡты боҙҙо:
— Атай, әсәй, беҙ ҡайттыҡ, — тине стеналағы уларҙың фотоһына ҡарап. Шунан башын беҙҙең яҡҡа бороп. — Әйҙәгеҙ, әсәйҙе лә, атайҙы ла алып ҡайтайыҡ. Улар ҙа беҙҙе һағынған инде. Иртәгә үк алып ҡайтайыҡ, яраймы...
Һәр беребеҙ үҙ урынына йоҡларға ятты. Ә иртәгә таң менән тороп, туғайға барасаҡбыҙ. Унда беҙҙе берәү ҙә тапмаҫ. Детдомға алып китәм тип килгән кешеләр ул яҡты белмәй ҙә. Атай менән әсәйҙе лә ныҡ һағындырҙы, ауыл осондағы зыяратҡа ла барырбыҙ. Таң ғына атһын әле! Шул хаҡта уйланып ята торғас, татлы йоҡоға талғанмын.
* * *
...Атай ниндәйҙер эш буйынса таң атмаҫ элек ҡалаға китергә булды. "Иртә бит, атай! Һуңғараҡ юлға сығырһың әле", тип тә ҡараныҡ, ә ул тыңламаны. Бәлки, шулай кәрәк булғандыр. Ҡайһы саҡта шул тиклем мөһим эштәр була бит.
— Ярай, үҙегеҙҙе тәртипле тотоғоҙ. Юҡҡа-барға талашмағыҙ. Һеҙҙең өсөн кеше алдында миңә оят булмаһын, йәме. — Атай һәр кемебеҙҙең башынан һыйпаны ла, тышҡа сығып китте.
Иң кесебеҙ әле йоҡлай ине, юғиһә ул атайҙы бер ҡайҙа ла ебәрмәйем тип, зыҡ ҡуптара. Мәктәпкә тиклем әле өс сәғәт самаһы ваҡыт бар. Тышта ла ҡараңғы. Тимәк, кәм тигәндә ике сәғәт серем итеп алырға була. Кинәт кенә мине йоҡо баҫты...
"Туҡ-туҡ-туҡ" тигән тауышты йоҡо аралаш ишетеп ятам. Бәй, кемдер тәҙрәбеҙгә шаҡый түгелме? "Туҡ-туҡ-туҡ"... Ә-ә-й, был бит атайыбыҙ ҡайтҡан! Кире боролоп килгәндер инде. Тәҙрәгә сиртеү дауам итте. Нимәне ҡарап ятам һуң әле ишекте асмайса, — тип уйлап та өлгөрмәнем, һиҫкәнеп уянып киттем. Тәҙрәгә, ысынлап та, кемдер сиртә. Йоҡомдан һаман айный алмай тәҙрәгә уҡталдым. Ә атайыбыҙҙың үлгәне иҫемдән сыҡҡан. Ҡорғанды шәп кенә астым да, тышҡа баҡтым. Баҡсаға инеп, тәҙрә төбөндә баҫып торған милиционерҙы күреп, артҡа тәгәрәп киттем. Ул шул хәтлем ҡурҡыныс итеп туп-тура күҙемә ҡараны, шөрләүемдән ҡулдарым тартышып китте. Бөттө былай булғас!
— Хәҙер үк ишекте асығыҙ! Һеҙгә әйтәм. — Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, йөрәк дөпөлдәп тибә башланы. Тиҙ генә Әлиәне уяттым. Ни эшләргә белмәй, беҙ мейес артына йәшендек. Икәүебеҙ бер ни һиҙмәй йоҡлай ине.
— Күрҙем бит һине, малай! Ас әле ишегеңде. Милиция менән ҡаршылашырға ярамай!
Бүренән ҡасҡан ҡуяндар кеүек боҫоп ултырҙыҡ. Беҙгә нисек тә булһа ишекте асмаҫҡа кәрәк. Ә улар китһә, ш
Тағы дүрт детдомовский...
Өйгә килеп ингәс тә, милиционерҙың ауыҙы йырылып китте. Алан-йолан тирә-яғын ҡараштырып алды. Шунан һыуытҡысты асып, эсен ентекләп тикшерҙе. Ятып йоҡлаған урыныма ла барып, нимәлер эҙләгәндәй булды.
— Әйҙә, йоҡлағандарын уятайыҡ та, апайыңа киттек, — тине ул Әлиәгә. — Кейемегеҙҙе йыйығыҙ!
Был һүҙҙәр беҙгә етә ҡалды. Әйберҙәребеҙ дауаханала ҡалғайны бит. Шуға булған бер нисәһен генә шунда уҡ йыйып алдым. Әлиә лә үҙенекен, һеңлемдекен сумкаға тултырҙы.
Милиционер килеп ҡалай шәп итте әле тип эстән генә ҡыуандым. Бына хәҙер бер нисә сәғәттән туғандарыбыҙ янында ултырырбыҙ. Бергәләшеп йәшәрбеҙ шунда. Детдомдың кәрәге лә юҡ. Шуға ла йәһәт булырға кәрәк. Әтеү, милиционер кире уйлап ҡуйыр ҙа, беҙҙе алып бармаҫ.
"Һә" тигәнсе әйберҙәребеҙҙе йыя һалып, машинаға сығып ултырҙыҡ. Ә шулай ҙа өйҙән китеүе шул тиклем ҡыйын ине. Бында кире киләсәгебеҙҙе белгәнгә, әллә ни борсолманыҡ. Әммә барыбер күңелдә ниндәйҙер шом инеп ояланы.
— Минең өйҙән китке килмәй. Бүтән ерҙә насар! Бер ҡайҙа ла бармайым! — тип ҡаршылашты Зөлфирә.
— Юҡ, бәләкәсем, ҡурҡма! — тиеп тынысландырҙы Әлиә.
Машина ҡуҙғалып китте. Күҙҙән юғалғансы бар ҡарашым өйөбөҙҙә ине. Ауыл осондағы зыяратты үтеп барғанда, кинәт атай иҫкә килеп төштө. Ауыр һулап ҡуйҙым.
— Оноттом! — тип ҡысҡырып ебәрҙем.
— Нимәне? — Әлиә апайым аптырап китте.
— Атай миңә бирергә уйлаған әйберҙе. Иҫләйһеңме, был турала һиңә һөйләгәйнем.
— Эйе шул. Ә ниңә ҡараштырманың һуң, Ильяс?
— Кисә арып йоҡлағаным да киткәнмен. Ә бөгөн ағай ҡабаландырғас, баштан сыҡҡан. Шунда берәй кәштәлә яталыр. Әлиә, бәлки, кире боролайыҡ?
Милиционер ыңғай яуап бирмәне. "Тегендә һеҙҙе түҙемһеҙләнеп көтәләр. Ваҡыт ҡыҫығыраҡ", — тип яуапланы ул.
Үҙемде эстән генә шул тиклем әрләнем. Был хаҡта ниңә онотҡанмын икән? Моғайын, атай уны әллә ҡайҙа йәшереп ҡуймағандыр. Гел шулай кәрәкле саҡта хәтерем юғала ла ҡуя. Хәҙер ул нәмәгә нимә булыр икән? Минең өсөн иң ҡиммәтлеһе ул тигәйне бит атайым. Әгәр берәйһе үҙенә алып ҡуйһа? Юҡ, атай миңә бирәм тигәс, ул әйбер барыбер ҡулыма килеп эләгергә тейеш. Ярай, ауылыбыҙға ҡайтабыҙ бит әле, шунда табырмын.
Юл ғәләмәт оҙон икән дәһә. Әллә күпме тауҙы үттек, ул теҙелешеп ятып ҡалған ауылдарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Әллә нисә тапҡыр йоҡоға талып, уянып өлгөрҙөк. Берҙе туҡтап та алдыҡ. Шулай күпме барғанбыҙҙыр, белмәйем, әммә ары киткән һайын түҙемһеҙлек арта барҙы.
Бына бер ауылға килеп индек. Ауылдың үҙәгенән тау башындағы урамға күтәрелә башланыҡ. Әллә ҡайҙан балҡып торған ике ҡатлы кирбесле йортҡа килеп туҡтаныҡ.
— Килеп еттек, — тине милиционер беҙгә ҡарап.
— Ағай, беҙҙең апайыбыҙ ҡалала уҡый бит. Ә һеҙ беҙҙе ауылға алып килдегеҙ, — Әлиәнең йөҙө үҙгәреп китте. Быны күргәс, миндә лә ниндәйҙер шик тыуҙы.
— Борсолмағыҙ! — Беҙҙе алып килгән ағай төлкө кеүек тойолдо шул саҡ. — Бында бөтәһе лә һеҙҙеке, туғандарығыҙ ошонда. Әйҙәгеҙ, артымдан.
Йортҡа ингәс тә, шундағы ултырғысҡа ултырттылар. Милиционер төптәрәк урынлашҡан кабинетҡа юлланды. Машинанан үҙе менән бик күп ҡағыҙҙар алып килде. Беҙҙе шунда уҡ сыр-сыу килешеп, балалар уратып алды. Йән-яҡтан беҙгә ҡарайҙар, үҙ-ара көлөшәләр, нимәлер тип шыбырлашҡан булалар. Үҙҙәре беҙҙән көлгән булалар, ә өҫтәрендә йүнле кейем булһасы. Берәүһе ямалған ыштан кейгән, икенсеһенең ойоғо
тишек, ә бер малайҙың футболкаһы ҡайышланып, бысрап бөткән. Ниңә әсәләре ҡарамай икән уларҙы? Бәлки, шуға башҡа балаларҙы күргәс, ошолай ҡыланалар. Анау һары ҡыҙыҡай минең йәштәр тирәһелер — тик йүнләп сәсен тарамаған, уныһы ойошоп бөткән. Ә бынау малай, күренеп тора, һуғыш суҡмары — күҙе күгәргән. Бите тырналып бөткән ҡыҙ ҙа талашырға яраталыр. Былар ниңә иҫтәре китеп беҙгә ҡарай икән? Етмәһә, яйлап ҡына яҡынлашалар. Әллә танышырға уйлайҙар инде? Юҡ! Ауылыбыҙҙағы дуҫтарым былар кеүек түгел дә ул. Былар менән күрешке лә килмәй, әллә ниндәй тәртипһеҙ күренәләр.
Тыҡ-тыҡ-тыҡ... Аяҡ тауышын ишеткәс, беҙҙе уратып алған малай-ҡыҙҙар шунда уҡ ситкәрәк китте. Коридорҙың теге яҡ осонда һары сәсле апай күренде. Яҡыная биргәс, уның өҫ-башы күҙгә салынды. Сәстәрен ҡыҙыҡ ҡына итеп үргән ул — әйтерһең дә, башынан кәбән йығылып бара. Ә былай ипле генә кейенгән, теге балалар кеүек түгел. Костюмы ла ялтырап тора, бармаҡтарында әллә нисә алтыны бар. Муйынына ла ниндәйҙер затлы биҙәүес таҡҡан. Өҫтө матур ҙа ул, тик ниңәлер йөҙөндә йылмайыу юҡ. Ҡоралай кеүек тыһылдата баҫып, теге апай туп-тура беҙгә килде.
— Һаумыһығыҙ, — тинек бер тауыштан.
— Һаубыҙ, — тип кенә сикләнде ул. Әллә был апайҙың кәйефе юҡ инде? Кеше менән ипләп һөйләшмәй, буғай. Ҡырт киҫеп яуапланы. Хатта дауаханала табиптар беҙгә йылмайып һүҙ ҡуша ине. Шунан теге апай беҙгә ҡарап торған балаларҙы әрләргә тотондо:
— Нимә йыйылышып киттегеҙ бында, ас ҡарғалар? Берәй ят кеше күренһә, элмәндәшеп килеп етәһегеҙ! Бөтәһен белергә, күрергә кәрәк һеҙгә! — Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, тегеләрҙең бер нисәүһе ҡасып өлгөргәйне. Әммә һары сәсле апай ҡысҡырыуын дауам итте:
— Ну ялҡыттығыҙ һеҙ мине, ну хәлемде бөтөрҙөгөҙ. Сәстәремде лә ағартыусы бары һеҙ генә. Тағы һеҙгә нимә етмәй, ә? Төркөмөгөҙҙә генә ултырһағыҙ нимә була? Ҡарға кеүек темеҫкенеп тик йөрөйҙәр. Марш бынан!
Уның "марш" тигәнен ишеткәс, башы эйелә төшкән малай-ҡыҙҙар тиҙ арала таралышып бөттө. Беҙ ҡайҙа килеп эләктек икән? Теге милиционер ағай ҙа төпкә инеп китте лә, юҡ булды. Тиҙерәк китергә кәрәк бынан, тиҙерәк! Ҡысҡырыуын тыңлап торғас, ҡолағым сыңлап китте.
— Апай, һеҙ кем булаһығыҙ? — Әлиә ҡыҙыҡһыныуын йәшермәне.
— Директор! Мәүлиҙә Нурғәлиевна исемем. Ярай, етәр! Миңә һорау биргәнде яратмайым. Киттектәр артымдан.
Оҙон коридор буйлап атлайбыҙ. Шунан уңға боролдоҡ, йәнә тура барҙыҡ. Күп тә үтмәй, дарыу еҫе аңҡып торған кабинетҡа килеп индек.
— Бына беҙгә тағы дүрт йолҡош килде, — тине Мәүлиҙә Нурғәлиевна беҙгә төбәп.
Шәфҡәт туташы директор ингәс тә урынынан тора һалып, уның янына килде. Етәксеһенең һүҙен ҡеүәтләгәндәй, башын һелкте. Һары сәсле апай һөйләүҙән туҡтаманы:
— Сәйҙә, бынауҙарҙың башын ҡарап сыҡ әле. Беттәре барҙыр ул! Әтеү бүтән балаларға йоғор.
— Хәҙер, Мәүлиҙә Нурғәлиевна, хәҙер!
— Уф, ошо йыйын алкаштарҙың мәхлүктәрен кеше итәм тип ғүмер үтер инде. Хөкүмәткә нужа итеп ниңә табаларҙыр ул, аптырайым. Шунан ошо йолҡоштарҙы дөрөҫ юлға баҫтырам тип күпме нервы бөтә. Бына былар ҙа әле генә шым күренә: тамаҡтары туйһа — шашырҙар әле...
— Апай, ниңә улай әйтәһегеҙ, — тип ризаһыҙлығымды белдермәйенсә түҙә алманым.
— Уй, шымып тор әле, маңҡа, — тине ҡаты тауышлы етәксе.
Был апайҙың да балалары бармы икән? Булһа, мин уларҙы йәлләмәйем. Нисек түҙәләр икән? Беҙҙең әсәй улай түгел ине...
Фотоаппарат тотоп, медпунктҡа ниндәйҙер ағай килеп инде.
— Дүртәүһен дә теҙеп фотоға төшөр. — Мәүлиҙә апай уға бойороҡ бирҙе. — Бер нисә йылдан кеше булып китһәләр, шашына башлайҙар. Ҡайҙан килгәнен, ниндәй ҡиәфәттә булғандарын оноталар. Тамағы туйһа, өҫ-башы йүнле әйбер күрһә, шулай ҡылана улар. Ә беҙ шул саҡ иҫенә төшөрөр өсөн фотоһын күрһәтербеҙ, эйе бит! — тип көлгәс, ирендәре йәйелеп китте. Теге ағай шалт-шолт итеп беҙҙе фотоға төшөрҙө лә юҡ булды.
Шәфҡәт туташы кабинетына күҙлек кейгән йыуан ғына апай килеп инде. Беҙҙе күргәс, көлөп ебәрҙе.
— Таныш булығыҙ — Рәйфә апайығыҙ. Ул һеҙҙең тәрбиәсе, — тине директор. Беҙ иҫәнләштек...
— Ата-әсәләре ҡайҙа йөрөй икән, Мәүлиҙә Нурғәлиевна?
— Үлгәндәр...
— Ә-ә-ә!? Нимә булған икән?
— Әлләсе. Шуртым белһен. Туймаҫтай булып эскәндәрҙер...
— Улай түгел! — Әлиә быларға ҡаршылығын белдерҙе. — Һеҙ беҙҙең атайҙы ла, әсәйҙе лә белмәйһегеҙ. Шулай булғас, ниңә улайтып әйтәһегеҙ?
— Уй, Мәүлиҙә Нурғәлиевна, былар менән эшләүе ауыр булыр ул. Бынау ҡыҙҙың теле бик үткер күренә.
— Улай тимәгеҙ апайыма! Сығарығыҙ беҙҙе, өйөбөҙгә ҡайтабыҙ, — тинем.
— Аб-бау! Кәкре аяҡлы малай ҙа шул сама. Апаһы менән килешкән. Ярай мин уларҙы тәртипкә өйрәтермен. — Рәйфә апай тигәндәре шулайтып киҫәтеп ҡуйҙы.
— Рәйфә, һин быларҙы төркөмгә алып бар. Аҙаҡ тағы һөйләшербеҙ әле.
— Ярай, Мәүлиҙә Нурғәлиевна.
Тәрбиәсе беҙҙе икенсе ҡатҡа алып китте. Рәйфә апай бүлмәләр менән таныштырып йөрөгәндә, беҙгә бер ҡыҙыҡай осраны.
— Апай, тағы дүрт детдомовский өҫтәлдеме? — тип һораны тәрбиәсенән.
— Кит бынан, йөрөмә юлда! — Рәйфә апай теге ҡыҙҙы ҡыуып ебәрҙе.
"Детдомовский" һүҙе ҡолағымды йыртып индеме ни! Бер-беребеҙгә аптырап ҡарап алдыҡ. Әлиәнең йөҙө ҡасты. Башым әйләнеп китте. Йәшен атҡандай тойолдо.
— Бында ҡалмайбыҙ, сығарығыҙ беҙҙе! — Апайым илап ишек яғына ынтылды.
— Беҙ өйгә ҡайтабыҙ! — тине Алһыу.
— Әсәйемә әйтәм, әйтәм! — Зөлфирә лә ҡысҡырып илай башланы.
Һеңлемде ҡулынан тотоп алдым да сығыу яғына дүртәүләп йүгерҙек. Әммә ишек бикле ине. Типкеләп тә ҡараныҡ, ә ул асылманы...
Сараһыҙҙан түҙә алмай, иҙәнгә ултырып түгелеп иланыҡ. Ишек төбөндә беҙ оҙаҡ ҡына шулай үкһеп ултырҙыҡ. Беҙ бөгөндән — детдом балалары...
Әсәйемдең йыры
"Детдом балаһы" тигән һүҙгә яйлап күнә лә башланыҡ. Урамда китеп барғанда кешеләрҙең бер-береһенә ҡарап:
— Ана, детдом балаһы йөрөп ята. Берәй нәмәңде сәлдереп ҡуймаһын! — тиеүҙәренә лә аптырамайбыҙ. Балалар йортонда йәшәһәк тә, ауыл мәктәбенә йөрөйбөҙ. Халыҡ детдомдыҡыларға бер төрлөрәк ҡарай. Малайҙарҙың береһе эш ҡылһа: "Эй шул детдомдыҡыларҙан яҡшыны өмөт итмә инде", — тиҙәр ҙә ҡуялар.
Балалар йортона килгәс тә, иң кесебеҙҙе бүтән төркөмгә урынлаштырҙылар. Детдомда йәмғеһе биш төркөм бар һәм балаларҙы йәшенә ҡарап бүләләр. Беренсе төркөмдә әле саҡ атлай башлағандары, ә бишенсеһендә — юғары кластарҙа уҡығандар. Зөлфирәне беҙҙән айырыуҙары үтә лә ҡыйын булды, сөнки һеңлемдең хәлен беләм тип теләгән ваҡытында барып булмай — ундағы график буйынса ғына. Ә был йортта тәртиптәр ҡаты — һин шуға буйһонорға тейешһең. Ҡайһы саҡта һеңлебеҙ йәшәгән төркөмгә барһаҡ — уның бите тырналған йәиһә ҡулы күгәргән осраҡ та булғылай. Баҡтиһәң, йә малайҙар уға ҡул күтәрә, йә тәрбиәсе шулайтып "уҡытып" маташа. Балалар йортондағы тормош ошондайыраҡ һынауҙарҙан башланды.
Үҙебеҙҙә йәшәгәндә урамға сығыу ҡыйын түгел ине. Ә бында тик тәрбиәсе рөхсәт итһә генә оло бәхет тәтей. Әгәр төркөмдәштәрҙән берәйһе мәктәптән "икеле" алып ҡайтһа, язаһын бөтәһе лә татый. Күмәкләшеп дәфтәр-китапҡа ғына текәлеп көнө буйына ултырырға тейешбеҙ.
Теләгән нәмәңде ашатмайҙар. Колбаса, кәнфит, ҡаймаҡ тигәндең нимә икәнен дә оноттоҡ. Бик күп ризыҡтарҙы бында ашарға ярамай. "Санэпидемстанция рөхсәт итмәй" тиҙәр ҙә ҡуялар. Уныһы кемдер ул, белмәйем.
Ярты йылға яҡын бында йәшәп, шуны аңланым: балалар ҙа, тәрбиәселәр ҙә төрлө икән. Беҙҙең төркөмдә ике тәрбиәсебеҙ һәм улар бер-береһенән шул тиклем айырылалар. Рәйфә апай уҫалыраҡ тойолһа, Хәкимә апай, киреһенсә, һәр саҡ алсаҡ йөҙлө.
* * *
Был байрамды бала саҡтан түҙемһеҙләнеп көтөп ала инем. Быйыл да ошо көндә ниндәйҙер мөғжизә булыр, күптәнге хыялдарым тормошҡа ашыр тип ышандым.
Яңы йылға тиклем ике аҙна ҡалғас та, бер нисә малай-ҡыҙҙы тамаша залына йыйып алдылар. Уларҙың араһында мин дә бар. Ундай сараларҙа элек өйҙә йәшәгәндә лә ҡатнаштым. Әле балалар йортонда ла һәләтемде күрһәтермен, тип уйланым.
— Балалар! — тип башланы һүҙен байрамды ойоштороусы апай. — Иң күркәм байрамға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Шуға ла беҙ ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, бөгөндән үк эшкә тотонорға тейешбеҙ. Әйҙәгеҙ әле, беҙ бүтәндәрҙе иҫ киткес тамаша менән ҡыуандырайыҡ!
— Әйҙәгеҙ! — Алғы рәттә ултырғандарҙың күҙҙәре балҡып китте.
— Шуға иң һәләтлеләрҙе йыйып алдым да инде. Беҙ әкиәт сәхнәләштерербеҙ. Имеш, Кащей исемле яуыз зат Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы үҙендә бикләп тота! Ә Ҡуян, Төлкө, Айыу һәм башҡалар байрамыбыҙҙың төп ҡунаҡтарын ҡотҡарырға тейеш. Ҡыҙыҡмы әкиәт?
— Эйе-е! Ҡыҙыҡ! — тип кемуҙарҙан ҡысҡырҙыҡ. Күңел күтәрелеп китте. Бына хәҙер Айыу буласаҡмын һәм Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡотҡарасаҡмын.Үәт, шәп була!
Ойоштороусы ролдәрҙе өләшә башланы. Тик ниңәлер урман йәнлектәрен уйнарға бүтәндәргә бирҙеләрсе.
— Ә миңә? — тинем аптырам.
Ойоштороусы көлдө лә:
— Һин, Ильяс, Кащей булаң, — тине. — Быны һин генә булдырасаҡһың.
— Ниңә улай, апай! Мин насар, ҡурҡыныс нәмәне уйнағым килмәй, бүтәндәр минән көләсәк.
— Юҡсы, туғаным. Һиңә иң яуаплы бурыс йөкмәтелде. Был бит ысынында түгел, ә әкиәтте күрһәтеү генә.
— Нимәңде мыжып тораһың унда! — тигән тауышҡа боролоп ҡараһам, артымда тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай тора. Ул тамаша залына беҙҙең эш нисек барыуын ҡыҙыҡһынып ингән икән. Уны күргәс тә, башым түбән эйелде. Ә Рәйфә апай һөйләүҙән туҡтаманы:
— Әй, ошо Ильясты! Үҙенә күрә түгел — әллә кем булып ҡылана ул. Гелән йә артист, йә яҙыусы булам ти ҙә йөрөй, йә ғалим булам тип аптырата. Ә үҙенең кәкре аяғы хаҡында уйлап та бирмәй. Һиңә Кащейҙы уйнайһың тип әйткәндәр бит, тимәк, булаһың!
Тамашаны ойоштороусы мине яҡларға тырышты:
— Ильяс ризалашты ул. Беҙ уның менән аңлашырбыҙ. Был бит бары әкиәт кенә.
— Шунда уҡ ризалашырға тейеш ине. — Күҙлеген һөртә-һөртә һөйләнде Рәйфә апай. — Ыңғайына торһаң, елкәңә менеп ултырырҙар. Күҙеңде соҡорҙар. Һин, һеңлем, әле яңы ғына бында эшләйһең, шуға быларҙың холҡон белеп бөтмәйһең. Мин бында егерме йылдан артыҡ сәс ағартам. Ә бына Ильясты Кащей итеп ҡуйып — бик шәп иткәнһең! Ул бит Кащейҙың һыңары. Уға костюм тегеп этләнергә лә кәрәкмәй,
футболкаһын сисһә — ҡабырғалары үтә күренеп тора. Нәҙек ҡулы, кәкре аяҡтары... Һуйған да ҡаплаған Кащей!
Кемдән көлөргә генә белмәй ултырған малай-ҡыҙҙар шарҡылдашырға тотондо:
— Ха-ха... Ильяс — Кащей!
— Нәҙек бармаҡ...
— Кәкре аяҡ.
Ғәрлегемдән сыҙай алмай, күҙҙәрем йәшкә тулышып, сығып ҡастым...
Нисек кенә теләмәһәм дә, Яңы йыл кисәһендә яуыз герой ҡиәфәтендә уйнарға тура килде. Байрамға тиклем, бик күп шиғырҙар ҙа ятланым, сөнки бының өсөн Ҡыш бабай тәмле-татлы бирәсәген яҡшы беләм. Ә бында, детдомда, ундай тәмлекәстәр күберәк иң яҡты төштә генә осрай.
Ысынлап та, тырышлығым юҡҡа сыҡманы. Ике кеҫәм дә кәнфит-печеньелар менән тулды. Яңы йыл етеүгә һанаулы сәғәттәр ҡалғас, беҙҙең төркөм йәнләнеп китте. Үҙебеҙ эшләгән төрлө биҙәүестәрҙе бынан бер нисә көн элек урынлаштырып бөткәйнек. Әле иһә бөтәһе лә аш бүлмәһенән сығышмай. Байрам хөрмәтенә билмән бешерәләр. Бында ҡыуанырлыҡ нимә бар тиерһегеҙ? Мин өйҙән айырылғандан бирле уның тәмен дә онота башланым. Бында йылына бер генә тәтей икән ошо бәхет.
— Рәйфә апай, билмән бештеме икән?
— Көтөп тороғоҙ саҡ ҡына! Хәҙер бешә тинем бит...
—Уның еҫе сыҡҡан да инде. Күптән әҙерҙер, — кемдер ныҡыша бирә.
— Тайығыҙ бынан, ас ҡарғалар! Йөрөйһөгөҙ эргәмдә темеҫкенеп. Һалһам — башымды ашарһығыҙ, билләһи! — Ҡоштарҙы ҡыуған кеүек ҡулы менән һелтәнде. — Бешһә лә ултыра бирһен, әйҙә. Сәғәт 12 тулыр саҡта ғына һоғонорһоғоҙ!
Танһыҡ ризыҡҡа алданып йөрөһәк тә, күңел төбөндә моңһоулыҡ бар. Их, әгәр хәҙер атайым да, әсәйем дә тере булһа... Рәхәтләнеп йәшәр инек. Билмән тиеп аш бүлмәһе янында өйөрөлөп йөрөр инемме? Юҡ! Атай үҙе һәр беребеҙгә уйынсыҡ алып бирә. Беҙ яңы ғына өйрәнгән йырҙы уға ишеттерәбеҙ... Хәтирәләр, хәтирәләр.
Рәйфә апай саҡырғас, бөтәбеҙ ҙә өҫтәл артына ултырҙыҡ. Ап-аҡ шәшкеләргә сәй яһалды, һәр беребеҙгә унышар билмән һалынды. Мандарины ла, кәнфите лә, төрлө һуты ла бар ине өҫтәлдә. Тик һаман ниҙер етмәгән кеүек. Әллә ата-әсәйебеҙ булмағас, өҫтәлдең йәме юҡ инде.
Рәйфә апай ҡотлап телмәр тотто:
— Балалар, һеҙҙе ошо байрам менән ихлас ҡотлайым! Беҙҙең тормошта төрлө хәлдәр ҙә булғылай: ҡайһы саҡта һеҙҙе әрләп тә алам. Әммә быны мин тик торғандан эшләмәйем. Һеҙ йүнле кеше булһын тип тырышам. Мәктәптә яҡшы уҡығыҙ һәм беҙҙе тыңлап йөрөгөҙ. Әйҙәгеҙ, тормошобоҙ йәмле булһын!
Сәғәт даң-доң ун икене һуға. Элек өйҙә саҡта ошо мәлдә теләк теләй инек. Хәҙер ҙә шуны эшләргә кәрәк.
Янымда ултырған Әмилә исемле класташымдан ҡыҙыҡһынып ҡуйҙым:
— Һинең ниндәй теләгең бар?
— Алла бирһә, әсәйем беҙҙе килеп алһын ине. Детдомдың нимә икәнен ддә онотормон. Ә һинеке, Ильяс?
мдең яңынан терелеүен теләй алмайым, сөнки был мөмкин түгел. Ҡасандыр балаһын ташлап киткән әсәй генә уны кире үҙ ҡосағына алыуы ихтимал. Ниңә генә минең әсәйем дә төрмәлә ултырмай икән?! Ҡайтыр ине бит бер заман. Их, көнләштем шул саҡ Әмиләнән. Өмөтһөҙлөктән ҡыйын булып китте. Туҡта әле, туҡта! Миңә бит атайым нимәлер бирәм тигәйне! Әммә ул нимә икәнен һис кенә лә белмәйем. Атайым өсөн ғүмере буйына иң ҡәҙерле булған әйберҙе берәй ҡасан ҡулға алһамсы, тип уйлап ҡуйҙым. Ошо теләктең булыуы ла күңелде бер аҙ күтәреп ебәрҙе.
Шул саҡ телевизорҙан бик шәп концерт күрһәтә башланылар. Уларҙы беҙ иғтибар менән ҡарап ултырабыҙ. Бына экрандан Валентина Толкунова күренде. Әсәйемдең иң яратҡан йырсыһы бит! Ниңәлер шул оҙон сәсле апайҙың тауышын яратып тыңланы ул. Үҙемде белгәндән алып таныш йыр ҡолағымды иркәләне:
...Буду любить тебя всегда,
Я не могу иначе...
— Рәйфә апай, мөмкинме саҡ ҡына телевизорҙың тауышын өҫтәргә! — тинем.
— Кит, ҡолағың ишетмәйме әллә! Юҡ! — Тәрбиәсе гелән шулай яуаплай. Был юлы ла ғәҙәтенә тап төшөрмәне. — Йоҡларға һалып ҡуймағанға рәхмәт әйт әле!
— Апай-ай! Ул бит минең әсәйемдең яратҡан йыры... Мөмкинме? Зинһар өсөн...
— Юҡ, тинем, юҡ! Әсәйең яратҡан, ә минең йәнем һөймәй ул йырҙы. Шул йырсыны күрә алмайым. Исмаһам, йүнле прическа ла эшләй белмәй. Етмәһә, гел мөхәббәт тураһында йырлай ҙа йөрөй. Вообще һүндерегеҙ телевизорҙы, марш йоҡларға! Һеҙ тип байрамымды байрам итмәй йөрөп ятам. Һеҙҙән башҡа ғаиләм юҡтыр шул. Хәҙер үк ятығыҙ йоҡларға! Йөҙөгөҙ һытылып — кәйефемде боҙмағыҙ әле. — Рәйфә апай асыуланып телевизорҙың шнурын шарт итеп йолҡоп алды ла, беҙҙе бүлмәләргә ҡыуырға тотондо.
— Чтобы иртәгә тиклем берәүегеҙҙе лә күрмәйем!
Минең теләгем арҡаһында Яңы йыл байрамы шулай тамамланды. Бүлмәмә йүгереп килеп индем дә, карауатыма ауҙым. Битте эҫе күҙ йәштәре өтөп алды. Күҙ алдымда алсаҡ йөҙлө, һомғол буйлы әсәйемдең һыны тора. Ә теге йыр һаман ҡолаҡта сыңлай:
Буду любить тебя всегда,
Я не могу иначе...
Ҡалдырма, әсәй!
— Әсәй, ниңә беҙҙе иртә ташлап киттең? Бында ҡыйын. Һине уйламаған көнөбөҙ юҡ. Ишетәһеңме мине, әсә-ә-әй!
— Сеү, илама улым. Күҙ йәштәрегеҙ ҡәберемә һыу булып тула. Белһәгеҙсе ни хәтлем йәнем өҙгөләнгәнен... Анау көндә тәрбиәсегеҙ асҡыс менән һинең башыңа һуҡҡанын күрмәне тиһеңме, улҡайым? Эй, әрненем шунда! Тик ярҙам итә алмайым, шуныһы үкенесле...
— Теге донъяла рәхәт, тиҙәр. Был дөрөҫмө?
— Йән киҫәккәйҙәремдән айырылғас, ожмахтың да тәмен һиҙмәйем. Һеҙҙең менән хушлашҡан һуңғы минуттарҙы иҫкә төшөрәм дә һыҡтайым. Ә һин унда үҙеңде ҡыйыу тоттоң, улым.
— Ул көндө мин бөгөнгөләй хәтерләйем. Бөтә халыҡ Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә ине. Ә һин шул көндә, ғәҙәттәгесә, ауырының. Әсәй, нисек түҙҙең икән шул хәтлем һыҙланыуҙарға? Өс йыл яттың бит тормайынса. Дауаханаға ла ниңәлер ашыҡманың.
— Әле булһа ла үкенәм, балам. Табиптар, операцияға ят тип, мине күпме өгөтләне. Әгәр унан баш тартһаң, был шештең ҙурайыу ихтималлығын да иҫкәрттеләр. Береһенән-береһе бәләкәстәремде яңғыҙын ҡалдыра алманым. Атайығыҙ көн һайын эштә. Дауаханаға бер мәл ятырға булғайным да ул, өс кенә йәшлек Зөлфирәбеҙ итәккә килеп йәбеште лә иларға тотондо. "Әсәй, ташлама инде беҙҙе, ташлама", ти. Уның артынса һеҙ өсәүләшеп мине һырып алдығыҙ. Һәр кемегеҙҙең күҙендә — йәш. "Ҡалдырма, әсәй" тиһегеҙ. Мөлдөрәп төбәлгәнегеҙҙе күреп, нисек дауаханаға китмәк кәрәк. Ҡалдым шул. Ә аҙаҡ инде һуң булды. Табиптар яман шеш тапты... Ҡабат аяҡҡа баҫа алманым.
— Һуңғы айҙа ауылдағы фельдшер Хәнә апай һиңә аҙна һайын укол ҡаҙай торғайны. Ул ауыр ғына сумаҙанын тотоп килеп инә лә баш осоңа ниндәйҙер шешә менән дарыу ҡуя, аҙаҡ шуны ҡулыңдағы ҡан тамырыңа ебәрә. Шунан һуң кәйефең күтәрелеп китә. Тик һуңғы көндәрҙә беҙгә йышыраҡ килә башланы фельдшер. Әллә күпме укол яһай ҙа ҡайтып китә. Ә унан ҡалған шприц-фәләндәрҙе мейестә яндыра. Яңы йылды ҡаршылар көн бигерәк һыҙландың шул. Ниндәйҙер ҡурҡыныс тауыштар сығарып ыңғыраштың. Быны күреү беҙгә лә ауыр ине. Атай ҙа үҙенә урын таба алмай. Бер тышҡа сыға, бер инә. Туҡтауһыҙ тәмәке көйрәтә. Бүтән көндәге кеүек беҙҙең менән уйнаманы ла. Ә һинең хәлең яҡшы яҡҡа үҙгәрмәне. Ахыр сиктә атай беҙҙе Хәнә апайға ебәрҙе. Яйлап йөрөмәгеҙ, ти, әсәйегеҙҙең хәле хөрт. Үҙе һине өйҙә яңғыҙыңды ҡалдыра алмаған, күрәһең. Беҙ йән-фарманға фельдшерҙың өйөнә йүгерҙек.
Хәнә апай беҙҙе күргәс тә эштең нимәлә икәнен аңланы шикелле. "Байрамға һанаулы ғына сәғәттәр ҡалды, әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ", — ти. Апайым менән икебеҙ өҫтәл янына ултырырға ашыҡманыҡ. Һинең тиҙерәк килеп укол яһауҙарын һыҙланып көтөп ятыуыңды беләбеҙ бит. Шулай ҙа фельдшер күндерҙе. Ҡабаланып ҡына берәр шәшкене "түңкәрҙек" тә кейенә башланыҡ. Беҙҙең өҙгөләнеүебеҙҙе күреп, Хәнә апай ҙа башҡаса көсләшеп торманы. Ғәҙәттәгесә, дарыуҙар менән тулы ҙур сумаҙанын алып, беҙҙең яҡҡа атланыҡ.
Тышта ап-аҡ ҡар яуа. Белһәңсе, әсәй, шул ваҡытта минең нимә теләгәнемде! Әсәйем тиҙерәк йүнәлһен тигәйнем... Тик ул теләк барыбер тормошҡа ашманы. "Хәнә апай, берәй яҡшыраҡ дарыуығыҙ юҡмы? Әгәр булһа, бирегеҙсе уны әсәйемә. Мин ҙурайһам, һеҙҙең алдығыҙҙа буш ҡалмам", — тип үтенгәйнем шунда. Фельдшер бер һүҙ ҙә әйтмәне, бары ауыр ғына һулап ҡуйҙы. Ул шул көндә һиңә тағы ла укол яһаны, һуңынан ҡағыҙға ҡултамғаңды ҡуйҙыртты. Яңы йыл етеүгә ике сәғәт ҡалды тигәндә, хәлең яҡшырғандай тойолдо. Тик барыбер өйҙә байрам кәйефе юҡ.
Хәнә апай изге бурысын үтәгәс, атайҙы оҙатып сығыуын һораны. Кәртәлә икәүләшеп нимәлер хаҡында оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙолар. Күпмелер ваҡыт үткәс,
атай инде. Ҡаштары төйөлгән, йөҙөндә ниндәйҙер моңһоулыҡ сағыла. Быны һин үҙең дә һиҙҙең бит, әсәй. Етмәһә, фельдшер нимә хаҡында әйтте, тип атайҙан ҡат-ҡат һораның. "Бер нимә лә тимәне, Гөлнурым, оҙаттым ғына", — тине ул. Тағы бер сәғәт ваҡыт үтте. Беҙ, дүрт бала һәм атай, һинең яныңда ултырабыҙ. Ике ағайым менән апайым был мәлдә ҡалала уҡыуҙа ине.
Нисек ете балаға ғүмер бирергә ҡыйыулыҡ таптың, әсәй? Ауыр булғандыр һиңә. Яңы йылға һанаулы ғына минуттар ҡалды. Ниңәлер байрамға әҙерлек тә булманы өйҙә, атайҙың да мәшәҡәте етерлек. Эстән генә киләһе йыл бары һаулыҡ, өйөбөҙгә именлек килтерһен тигән теләгемде әллә күпме ҡабатланым.
"Утты һүндерегеҙ, зинһар", — ти башланың бер заман. Ятҡан ереңдән йә һул яҡҡа, йә уңға башыңды борғоларға тотондоң. Атай беҙҙе икенсе бүлмәгә алып инде. Ә һинең шул уҡ һүҙҙәрең йәнә ҡабатланды: "Утты һүндерегеҙ, утты!" Ыҙалауыңды бәләкәстәрем күрмәһен, тинеңме? Әллә беҙҙе ҡурҡытмайым, тип уйланыңмы? Ошо төндә беҙҙең йөрәк нисек типкәнен белһәңсе?! "Әсәй үлергә йыйына, шикелле" тип хафаға ҡалды Әлиә апай. Быны ишеткәс, күмәкләшеп иларға тотондоҡ. Егет кеше күҙ йәшен түгергә тейеш түгел, тигәйнең бит. Мин әйткәнеңде үтәргә тырыштым. Һиҙмәҫтән, өҫ кейемемдәге төймәмде лә өҙгәнмен икән. Иламаҫ өсөн аҙаҡ уны тешләп алдым. Шул тиклем көсәнгәнмен, хатта алғы тештәреп сатнап киткән. Ҡыҙҙар туҡтауһыҙ илай, күпме тырышһам да, мин дә күҙ йәшемде тыя алманым.
Ҡыҙарып бөткән атайыбыҙ беҙҙе һин ятҡан бүлмәгә алып сыҡты. Карауатың алдына теҙелеп баҫтыҡ. Аҙаҡ тын ғына, нимә әйтергә лә белмәй торҙо ла: "Балаларым, әсәйегеҙ һеҙҙе яратҡан кеүек, уны ла яратығыҙ әле", тине. Шунан беренсе булып һинең маңлайыңдан үпте. Беҙ ҙә үптек, ә һинең йәштәрең туҡтауһыҙ аға. Нимәлер әйтергә лә тырышып ҡараның, тик хәлең юҡ ине. Был беҙҙең һуңғы тапҡыр һине үбеүебеҙ булды. "Әсәйгә бит ҡыйын, әйҙәгеҙ аяғын ыуайыҡ", тине лә Әлиә апай, үҙенсә хәлеңде еңеләйтергә тырышты. Барыбыҙ ҙа илашабыҙ, атай ғына күҙ йәштәрен күрһәтергә тырышмай. Ярҙам итә алманыҡ шул һиңә. Һин күҙҙәреңде йомдоң, тын алыуҙан да туҡтаның... Их, шунда үҙем табип булһам. Бер көн эсендә аяҡҡа баҫтырыр инем!
— Етәр, балам, ауыр хәтерҙе яңыртмасы. Былай ҙа күңелем тулы һағыш-хәсрәт. Һеҙгә еңел булмағанын беләм. Атайығыҙ ҙа ғүмеренең һуңғы көнөнә ҡәҙәр һеҙҙе ташламаны...
— Эйе, әсәй, атайға ла әсе нужа һурпаһын күп һемерергә тура килде. Һине ерләгәндән һуң аҙна ла үтмәне, силсәвиттән, мәктәптән етәкселәр килә башланы. "Өсәүһе ярай ҡалала уҡый, ә бәләкәй генә дүрт балаңды аяҡҡа баҫтырыу еңел булмаҫ, әйҙә детдомға бир", тиҙәр. Атайыбыҙ бирешмәне, үҙ һүҙендә ҡаты торҙо. Ҡаланан да, ауыл советынан да йыш килделәр. Асыуы килгәс, иҫән сағымда балаларымды кеше ҡулына бирәһем юҡ, тине лә атай көтмәгән ҡунаҡтарҙы һүгеп сығарҙы. Һин беҙҙең менән булмағас, мәктәптең ҡайһы бер уҡытыусылары ла уҫаллана төштө. Һорауға дөрөҫ яуап бирһәң дә, "ике" ҡуйырға торалар. Һуңынан, аталары балаларын ҡарай алмай, уҡыуҙары хөрт тип ҡалаға ялыу яҙалар. Тамам аптыратып бөттөләр инде — уларҙың бар теләге беҙҙе балалар йортона ебәреү ине. Ҡатыны булмағанға, Ғиззәт мул ғына пенсия ала, шуға ла балаларын дәүләт ҡарауына бирергә ашыҡмай, тигән хәбәр ҙә таратыусылар табылды. Ауыл хакимиәтендә атайға "Һинән дә бай кеше юҡ. Бигерәк
бәхетлегә әйләндең" тигән бер ахмаҡ. Ул түҙмәйенсә, йәне көйөп шул мәхлүкте бәреп осорған. Һин киткәс яман ҡайғырҙы шул атай. Төндәрен йоҡламай сығыр ине. Йыл самаһы үткәс, ул да йыш сирләй башланы. Тракторҙа эшләгәндә үпкәһенә һыуыҡ үткән. Туҡтауһыҙ уйланды бит, шуға ла ауырығандыр. Һин үлгәндән һуң өс йыл үтте тигәндә атайыбыҙ ҙа яҡты донъя менән хушлашты. Ә беҙҙе бында, балалар йортона, алып килделәр.
— Һеҙгә төшкән өлөштө, Хоҙай дошманыма ла күрһәтмәһен...
— Иҫләйһеңме, әсәй, миңә ҡаланан туфли алып ҡайтҡайның. Шул тиклем яратып кейҙем уны. Һин үлгәс тә ташларға ашыҡманым. Гелән шуны кейәһем килеп тик торҙо. Башҡаһын да алып бирҙеләр аҙаҡ, тик ниңәлер быныһы шул тиклем ҡәҙерле ине. Иҫкереп бөтһә лә, нәҡ шуны мәктәпкә кейеп йөрөнөм. Йүнлерәк нәмәң юҡмы, тиһәләр ҙә класташтарым, мин ғорурланып "быны әсәйем һатып алды" тиер булдым. Һин иҫән саҡта әсәйҙәр хаҡында йыр өйрәнгәйнем, хәтереңдәлер. Шуны 8 Март байрамында мәктәптә йырлауымды һоранылар. Сәхнәгә сыҡтым.
"Әсәй, әсәй, ҡәҙерлем
Мәңге йәшә донъяла..." —
ошо һүҙҙәргә килеп еткәс, тамағыма төйөр килеп тығылғандай булды. Ҡаушауымдан һүҙҙәремде лә оноттом. Күҙҙәремдән йәш аға, тыңлап ултырғандар быны күргәс, ҡул сабырға тотондо. Ҡабат сәхнәгә сыҡмаҫтай иттем шунда.
Әсәйһеҙ йәшәү шул тиклем ҡыйын икән. Бында беҙҙе бөтәбеҙҙе лә алкаш балалары, тиҙәр. Ә мин беләм үҙ әсәйемдең кем икәнлеген. Иҫән булһаң, ике "Әсәлек даны" миҙалын тағып килеп, күрһәтер инең тәрбиәселәрҙең уҫалына кемдең кемлеген! Бында күбеһенең атаһы-әсәһе эскәнлеге арҡаһында эләккәндәр, шуға ла бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалалар. Беҙҙең кеүек үкһеҙ етемдәр һирәк был йортта.
Яңыраҡ Әлимә исемле ҡыҙға әсәһе төрмәнән посылка ебәргән. Кәнфит-печеньелар һалған. Улары ла юлда килгәнсе ҡатып бөткән. Әлимә һәр кемгә берәр таш кеүек ҡаты күстәнәсен өләшеп сыҡты. Уның әсәһе кеше үлтергән икән, ә ҡыҙы уны маҡтап тик йөрөй. Әсәйем посылка ебәрҙе, тип теше ҡойолғансы һөйләр хәҙер. Бөтәһенә лә маҡтанып бөттө.
Кисен йоҡларға ятһаҡ, киләсәк хаҡында һөйләшәбеҙ. Фәнил исемле малайҙың ата-әсәһе айырылышҡан. Шунан әсәһе эскелеккә бирелеп, Фәнилде һеңлеһе менән детдомға тапшырған. Ул әсәйем алкашка тип һис әйтмәй. Бына ул бер аҙ йөрөр ҙә, эшкә урынлашҡас, беҙҙе килеп ала, ти. Һеңлем менән икебеҙгә зоопаркты күрһәтәсәк тип эсте һыҙҙыра. Көнләшәм мин уларҙан.
Ауыл үҙәгендә баҙар бар. Малайҙар шунда мәктәптән һуң кәнфит-фәлән урлашырға йөрөй. Мине лә бер көн саҡырҙылар. "Әсәйем көйәсәк, бармайым" тинем дә ҡуйҙым. Был һүҙҙе ишеткәс, тегеләр аптырашта ҡалды. Барыбер һин беҙҙе күреп тораһың кеүек. Һине ҡайғыртаһы килмәне. Әйтерҙәр, Гөлнурҙың балаһы ас ҡарға кеүек урлашып йөрөй, тип. Бына шулай, беҙҙең хәлдәр, әсәкәйем. Үҙең яныбыҙҙа булмаһаң да, йылыңды тоябыҙ кеүек. Насар ҡылыҡтарға юл ҡуймабыҙ.
— Дөрөҫ эшләйһең, балам. Мин һәр саҡ һеҙҙе ҡурсалармын...
— Көндәлегемдәге яҡшы билдәләремде күрһәңсе, әсәй. Бында ни тиклем беҙҙе күберәк йәберһетәләр, шул тиклем йүнле кеше булыу теләге лә арта. Шуға яҡшы уҡырға тырышам. Ҡайһы берәүҙәргә өйгә эшен дә эшләшәм. Улар миңә шуның өсөн ҡайсаҡ алма бирә. Тик барыбер һин булмағас, бик ҡыйын. Әгәр яңынан терелһәң, көн һайын һиңә йырҙар йырлар инем. Болондағы иң матур сәскәләрҙе лә, әсәкәйем, һиңә бүләк итер инем. Карауаттан тормай ятҡан сағыңда һыу бирә торғайным бит һиңә. Теләһәң, һыуҙы туҡтауһыҙ ташырға әҙермен. Ҡайтсы, әсәй! Зинһар! Бирмә беҙҙе башҡаларҙан туҡматырға!..
— Был донъянан кире ҡайтып булмай шул. Түҙегеҙ инде, күгәрсенкәйҙәрем...
Ҡапыл кемдеңдер күкрәгемә ауыр сумка ташлауына тертләп уянып киттем. Тәрбиәсе Рәйфә апай ине.
— Нимә һаман йоҡлап ятаһың?! Аш бүлмәһендә дежур икәнеңде оноттоңмо әллә. Һеҙҙең өсөн һауыт-һаба йыуырға — әсәйегеҙҙер шул мин.
Ҡалдырма әсәй! - 3 Новости » Слово автору
Үлмәҫһең әле!
Үлтерә инде был теш мине, үлтерә! Һыҙлауҙан да яман нәмә юҡтыр донъяла! Ниңә генә ҡулымда тылсым таяғы юҡ икән? Һыҙланып, эт кеүек ыҙаланып та тормаҫ инем. Шунда уҡ бөтөрөр инем был сирҙе. Үҙемдән генә түгел, ер йөҙөнән ҡыуып ебәрер инем. Оноторҙар ине кешеләр теш һыҙлауҙың нимә икәнен.
Кисәгенән бирле һыҙлай тешем. Эй ыҙалата, эй илата ул. Көндөҙ тымып ҡалған була ла, кис еттеме — үҙенең яуыз эшенә тотона. Хет түбә таҡтаға һикер, йә бүре булып айға ҡарап оло... Тешеңде көнөнә йөҙ тапҡыр таҙартырҙай булаһың ошо мәлдә. Тик ниңәлер уны хәстәрләү йоҡоһоҙ төндәрҙә генә иҫкә төшә шул.
Төн йоҡлай алмай сыҡҡас, иртә менән үҙебеҙҙең шәфҡәт туташы Сәйҙә апайға барҙым. Балалар йортонда медпункт бар. Еңелсә яраланһаң, һыуыҡ тейҙереп ауырып китһәң, температураң күтәрелһә, тәү сиратта Сәйҙә апайға йүгерәһең. Кәрәкле дарыуҙарын бирә, кәңәштәрен дә йәлләмәй. Бөгөн дә уның эшкә килеүен түҙемһеҙләнеп көттөм. Сәғәт туғыҙ тула тигәндә медпункт алдында баҫып тора инем.
— Һаумы, Ильяс! Нимә булып китте? — тине ул мине күреү менән йылмайып.
— Апай, теш һыҙлай. Йоҡлай алманым бөгөн.
— Әй-й, Аллам! Тешегеҙҙе көнөнә ике тапҡыр таҙартығыҙ тип күпме әйттем? Ярар, ин, әйҙә, кабинетҡа.
Үҙемдең Сәйҙә апай алдында ғәйепле икәнемде тойоп, бер һүҙ ҙә өндәшмәнем. Һыуыҡ карауатҡа ултырҙым да апайҙың өгөт-нәсихәттәрен тыңлауҙы дауам иттем.
Шунан:
— Ҡана, ауыҙыңды ас әле? Ҡайһы тешеңде үсектергәнең икән? "А-а-а" тиген...
Туташ оҙаҡ ҡына ауыҙымды ҡараштырҙы ла башын уңға-һулға сайҡап ҡуйҙы.
— Дә-ә-ә... Аҙау тешең серей башлаған икән. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына уны ямарға кәрәк. Ә бының өсөн ҡалаға барырға бит инде... — Сәйҙә апай ошо саҡ эш өҫтәле артына ултырҙы ла, уйланып китте. Берсә тәҙрәгә ҡараны, берсә журналын аҡтарҙы. — Һеҙҙең өсөн директорҙан әрләнеп бөттөм инде. Үҙемде хәстәрләп йөрөйөммө ни! Берәүҙең ҡолағы һыҙлаһа ла, ашҡаҙаны ауыртһа ла машина таба алмаған булалар.
Берҙән-бер "Жигули"йы эшләй, уныһы ла тик Мәүлиҙә Нурғәлиевна өсөн. Ә автобусты һинең өсөн ҡыуалап тормаҫтар. Ильяс, әйҙә былайтайыҡ. Мә һиңә дарыу, ошоноң яртыһын һыҙлаған тешеңә һал. Баҫылыр. Ҡыйын булһа ла, үҙең директорға әйтеп ҡара, ҡалаға алып барһындар тип. Кисә генә унан әрләнеп сыҡтым. Теш — уйын эш түгел. Әгәр рөхсәт итһә, бөгөн үк ҡалаға табипҡа барырбыҙ, — тине лә өс төймә дарыу бирҙе. — Әлегә бүлмәңә барып ятып тор, баҫылһын бер аҙ.
Былтыр беҙҙең балалар йортона яңы ғына автобус бирҙеләр. Әй, ҡыуандыҡ шунда. Концерт-фәлән була ҡалһа йә конкурста ҡатнашырға барырға итһәк, — шатланышабыҙ. Ап-аҡ ҡына автобус, тәгәрмәстәре лә ялтлап тора. Тағы ла гаражыбыҙҙа йәшел төҫтәге "Жигули" ҙа бар. Тик ул машинаға беҙҙе ултыртып бармайҙар. Директорыбыҙ Мәүлиҙә Нурғәлиевна йөрөй уның менән. Көн һайын тигәндәй ҡалаға бара. Бөгөн дә эштәре буйынса шунда юл тотасаҡ, бәлки, үтенеп һораһам, бер ыңғай мине лә алыр. Ошо хаҡта уйлап ята бирҙем дә, бар ҡыйыулығымды йыйып, директор кабинетына киттем. Ишек төбөнә килеп еткәс, инергәме-юҡмы тип икеләнеп торҙом. Әммә кире боролоуҙан файҙа юҡ, теште тиҙерәк дауаларға кәрәк.
— Һаумыһығыҙ, Мәүлиҙә Нурғәлиевна! — тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына өндәштем. Ул һөҙөп алырҙай ҡараш ташланы:
— Нимәңде ҡарап йөрөйһөң бында мәктәпкә бармайынса!
— Апай, теш һыҙлай бит...
— Бәлә һалып тик йөрөйһөгөҙ. Һин генәме ни бында, бәләсник?
— Алдашмайым, бына кисә...
Директор әйтеп бөтөргә лә ирек бирмәне:
— Беләм мин һеҙҙең хәйләгеҙҙе. Шул ҡаланы күрәм тип йөрөйһөгөҙ инде. Берәүҙең, имеш, эсе ауырта, икенсеһенең мейеһенә нимәлер булған, өсөнсөһөнөң күҙе насар күрә... Һәр кемегеҙҙе ҡалаға балнисҡа апарып йөрөр тиһеңме?! Шиш! Маңҡаларға алданып йөрөмәҫмен әле. Бына һинең дә, исмаһам, битең дә шешмәгән, ә тешем һыҙлай тип алдашаһың!
— Апа-а-й, төнө буйы йоҡламай сыҡтым. Сәйҙә апайға күрһәттем, ул тешең серей башлаған, тине.
— Минең бөгөн ронола мөһим эштәрем бар. Һеҙҙең менән эйәртенешеп йөрөмәйем. Ана, дарыу ашаһаң бөтә ул... Әйт Сәйҙәгә, директор күберәк анальгин бирергә ҡушты, тиң...
— Һуң ул дарыу оҙаҡҡа баҫмай бит...
— Кит, эргәмдә мыжып торма. — Ҡулындағы ручкаһын шап иттереп өҫтәленә бәреп ебәрҙе. — Әле бер кем дә тештән үлмәгән! Марш мәктәпкә!
Башымды түбән эйеп, сығыу яғына боролдом. Ниңә хәлемә инмәй икән ул? Бәләкәй саҡта әллә үҙенең теше һыҙлағаны булманымы икән? Их, ирекле ҡош булһам, бында инәлеп тә тормаҫ, ҡалаға осоп сығыр ҙа китер инем. Директорҙан ауыр һүҙ ишеткәндән һуң һыҙланыуым көсәйгәндәй тойолдо. Артымса директор эйәреп сыҡты.
— Ҡара һин уны! Еңмешләнеп маташа, мәхлүк! Аҡылға ултыртырмын әле, — тип тамаҡ төбө менән ҡысҡырып ҡалды.
Эй, ҡыйын булды шул саҡ. Исмаһам, һыҙланғанда йылы һүҙ ишетермен тиһәм, киреһенсә, күңелемде төшөрөп, әрләп сығарып ебәрҙе.
Беҙҙең балалар йортонда биш төркөм бар. Мин — дүртенсеһендә. Һәр төркөмдә яҡынса егерме бала иҫәпләнә. Ике көндөҙгө тәрбиәсе һәм ике төнгө "няня" беҙҙе хәстәрләй. Бөгөн иртәнсәктән Хәкимә апай эшләй. Ярай әле Рәйфә апай түгел, юғиһә эт ялҡауы, дәрес ҡалдырыр өсөн шулай ҡыланып йөрөйһөң, тип тетмәмде тетер ине. Шулай ҙа яңғыҙым бүлмәлә ни эшләп ятайым, тинем дә, китап-дәфтәрҙәремде алып, мәктәпкә киттем.
Көскә түҙеп ултырҙым. Тәнәфес етеү менән тышҡа йүгереп сығам да ҡар ашарға тотонам. Тештең ауыртыуы тынғандай була. Үҙем менән дә класҡа ҡар йомарлап алып индем. Шуны тешләйем дә, "ауыртыу бына бөтәсәк" тип, үҙемде йыуатҡан булам. Ахырҙа уҡытыусым, быны күреп, түҙмәне:
— Мөхәмәтов! Ыҙаланып ултырма. Тешеңде тиҙерәк дауалау хәйерлерәк, — тип ҡайтарып ебәрҙе.
Ап-аҡ ҡарҙы услам-услам ашай-ашай балалар йортона табан атланым. Төшкө аш ваҡыты яҡынлаша.
Йортҡа инеү менән Сәйҙә апай тап булды.
— Һыҙлаймы һаман?
— Баҫылырға уйламай ҙа...
— Ильяс, иртәгәгә тиклем түҙәһең инде. Әле Мәүлиҙә Нурғәлиевна менән һөйләштем, һине стоматологҡа алып барырға күндерҙем. Әйҙә, тағы ла дарыу бирәйем, түҙгәнгә — түш, тиҙәр бит.
Артыҡ һорау биреп торманым, шым ғына Сәйҙә апай артынан эйәрҙем. Әйтеүе генә еңел — түҙ. Ә һыҙланған теш менән төн үткәреү — йыл ваҡыт үткәндәй һуҙыла бит.
Кисен тешем тағы ла нығыраҡ үлтереп һыҙлай башланы. Хәҙер инде анальгиндың яртыһын ғына түгел, тотош берәүһен ашаһаң да ярҙам итмәй. Быны күреп, "няня" Флүрә апай ҙа нишләргә белмәй йүгереп йөрөй.
— Мәле, ошолайтып һул ҡулыңа һалһаң, һыҙлауын һурып аласаҡ, — тип аңлата-аңлата һул яҡ тешем ауыртҡанға күрә, шул яҡ ҡулыма туралған һарымһаҡты һалды. — Дауаһы тейә ул. Тик артыҡ тегендә-бында йөрөмә, тик кенә ят. Шунда бөтөр ул. Ул теш һыҙлауҙан да этлерәк нәмә юҡ бит...
— Шулай, апай...
— Ҡытайҙар кемгәлер ныҡ асыуланһа, теше һыҙлауын теләйҙәр икән. Ярай, бар, ятып ал, — тине лә бүтән бүлмәләр буйлап китте.
Бына һиңә һарымһаҡ! Йүткереүҙән дә ярҙам итә, хәҙер иһә теш ауыртыуын да баҫа икәнлеген белдем. Тик таңғы алты тирәһендә теге теш йәнә аптырата башланы. Күп шашырға ҡалманы уға. Бөгөн ҡалаға барһам, таҙарттырып, дауалатып ҡайтырмын әле. Бөтәһе лә мәктәпкә киткәндә, фойела директорҙың бүлмәһенән сығыуын көтә инем. Машина ла ишек төбөндә генә тора. Хәҙер елдерәсәкбеҙ ҡалаға...
Ниһайәт, ауып барған кәбән кеүек үргән һап-һары сәсле Мәүлиҙә Нурғәлиевна сыҡты. Уны күреү менән, ултырған урынымдан һикереп килеп торҙом.
— Һаумыһығыҙ! — тинем, йылмайырға тырышып.
— Һаубыҙ, мунса япрағы! Тәким теш һыҙлай тиһең инде. Сәйҙәне лә күптән ялҡытып бөткәнһең, күҙеңде һытып йүгерәһең дә уға бараһың...
— Ауыртҡас, ҡалайтайым һуң...
— Бөгөн конференцияла ҡатнашасаҡмын, кисһеҙ бушамайым. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдирен дә күрәһе бар. Сәйҙә менән икегеҙҙе алып барһам, шунан көт сәғәт буйы. Йо-оҡ, улайтып ваҡытымды бушҡа уҙғараһы түгел. Һәр минутым ҡәҙерле.
— Түҙеп булмай бит, апай!
— Ике көн көткәндә, тағы бер көн түҙерһең әле! Әйтәм бит, тештән әле берәү ҙә үлмәгән, — тине лә бейек үксәле туфлиҙары менән тыҡ-тыҡ атлап сығып китте. Ике яҡ сикәмде ҡыҫып, ни эшләргә лә белмәй диванда ултырып ҡалдым. Сараһыҙлыҡтан, күңелемде ниндәй уй-хис сорнап алғанын аңлағанһығыҙҙыр. Их, ҡанаттарым юҡ шул... Өмөтһөҙләнеп, кире бүлмәгә киттем.
* * *
Класташым Әмилә мәктәптән ҡайтты ла минең бүлмәгә инде. Унда яңғыҙым ултырам.
— Ильяс, тешең һаман да һыҙлаймы?
— Эйе, — тинем теләр-теләмәҫ кенә, сөнки күптәр юрамал ошо һорауҙы биргән кеүек. Күрмәйҙәрме ни!
— Әгәр директор иртәгә лә ҡалаға һине алмаһа, нишләйһең?..
— Әллә...
— Һинең башың бармы шул, юҡмы?! Хәҙер һин бала түгелһең бит, етенсе класс уҡыусыһы булып йөрөйһөң, етмәһә! Былтыр икенсе төркөмдән теге һары башлы малайҙы нишләтеп ҡуйҙылар? Иҫләйһеңме? Һине лә шул уҡ көтә.
Эйе, был хәлде яҡшы хәтерләйем. Өсөнсө класта уҡыған йоморо ғына малайҙың да теше бер мәл һыҙлағайны. Ваҡытында алып барманылар ҙа, аҙаҡ һуң булды. Эренләп киткән икән. Операция яһап, битен ҡырҡтылар. Элек гел ауыҙы йырылып йөрөгән малай, бүтән йылмаймаҫ булды. Йөҙөн боҙоп, әле лә тегелгән урындары күренеп тора.
— Минеке лә һыҙларға итә шикелле, — тип дауам итте Әмилә. — Һиңә бер нәмә әйтәм, тик бүтәндәр белмәһен!
— Ә нимә һуң? — Өмөтһөҙлөккә тулған күңелем елкенеп китте, буғай. — Әйтә һал инде...
— Әйҙә иртәгә, — әйтергәме-юҡмы тигәндәй тынып ҡалды. — Әйҙә ҡасайыҡ. Мәктәпкә тип киткән булабыҙ ҙа, шылабыҙ ҡалаға. Стоматологияның ҡайҙа икәнен беләм.
— Юҡ... Директор, иртәгә алып барам, тине бит. Бөгөн дә алыр ине, тик ниндәйҙер конференцияла ҡатнаша. Шуға ғына алманы.
— Һәр һүҙгә ышанып бараһың, әй! Кәрәк инең һин уға. Әтеү беренсе көн бындаһың. Мәүлиҙә Нурғәлиевна бөгөн "эйе", иртәгәһенә "юҡ" ти.
— Уйларға кәрәк, Әмилә. Бының өсөн баштан һыйпамаҫтар. Үҙең беләһең.
— Кит, ҡурҡаҡ. Барғың килһә, бараһың инде. Былай һинһеҙ ҙә китә алам ул. Үҙең ҡара. Аҙаҡ мин әйтмәне тимә...
Бер аҙ уйлана торғас, ризалаштым. Завуч кабинетында һаҡланған бушлай йөрөү өсөн билетыбыҙҙы ла һорамай алдыҡ. Әмилә, завучҡа инеп, дәфтәр кәрәк тигән булып, документтар ятҡан шкафта соҡондо. Ә мин был ваҡытта әүрәтеп, хәбәр ҡуша инем.
Тырышҡас — килеп сыҡты. Документтар беҙҙең кеҫәлә. Үҙебеҙсә план ҡорҙоҡ. Иртәгә иртүк ҡалаға һыпыртасаҡбыҙ. Рәхмәт төшкөрө, ярай әле Әмилә кеүек ҡыҙҙар бар беҙҙә. "Проездной билет" та күптән кеҫәлә ята.
Әй, шәп ҡыҙ ҙа инде ошо Әмилә. Һәр кемдең хәленә инеп, ярҙамға килергә ашығып тора. Беҙ бергә уҡыйбыҙ. Үҙе ауан, бирешеп бармай. Дөрөҫлөк тип үлә инде. Башҡалар кеүек тәрбиәселәрҙән әллә ни ҡурҡып та бармай. Ни тиһәң дә, ҡала балаһы бит.
Тағы кис етте. Яңынан һул ҡулыма һарымһаҡ һалып ҡараным да ул, әммә ниңәлер дауаһын тойманым. Бөтәһе лә йоҡларға ятты күптән, мин генә иҫәр кеүек ниҙәр генә уйлап табайым, тип баш ватам. Бәләкәй тәҙрәне асып, башымды тығып ҡараным. Еңел булып ҡалды ла ул, тик өшөттөрә шул.
Аптырағандан, һаҡсы ултырған бүлмәгә төштөм.
— Тәмәке тартып ҡарайһыңмы? — тине балалар йортоноң һаҡсыһы, шешеп бөткән яңағымды күреп.
— Тартҡаным булманы ла ул, ағай.
— Һе-е... Исмаһам, һыҙлауы баҫылыр. Мә, һурып ҡара, — тип ҡуйы төтөн сығарған сигаретын һуҙҙы.
Төтөндө эскә һурыуым булды, сәсәп, йүткерә башланым.
— Әй, шуға ла эшкинмәйһең. Күптән өйрәнергә ваҡыт. Яйлап һур, — тине "уҡытыусым".
Йәнә һурып ҡараным. Юҡ, бармай, сәсәтә икән был нәмә...
Әл дә Әмиләне тыңлағанмын. Иртәнсәк "Жигули"ҙың ватылыуы тураһында хәбәр итте тәрбиәсем. Эй, емерелһен дә! Барыбер, директорҙың ишек төбөнә барып, инәлеп тораһы түгел. Бүтәндәр беренсе дәрестә саҡта, беҙ Әмилә менән автобуста елдерә инек.
* * *
Бына мин теш табибы кабинетында ултырам. Килеп ингәс тә йүләр кеүек, эстән ҡыуанып ҡуйҙым. Ап-аҡ халатлы ағай, аҡ өҫтәл, йыһаздар ҙа сафлыҡ төҫөндә. Хәүеф ҡатыш шатлыҡ күңелде биләп алғайны. Ауыртһа, әйҙә, ауыртһын. Исмаһам, һыҙланыуым бөтөр. Күпме көттөм, күпме түҙҙем быға тиклем. Тешем яман ныҡ һыҙлағас, мине сиратһыҙ үткәрҙеләр. Әмилә коридорҙа ҡалды.
Табип аҙау тешемде оҙаҡ ҡына ҡараштырҙы ла энә кеүек осло әйбер менән уны соҡой башланы. Шунан дырылдап торған нәмәне ҡулына алды.
— Әлеү-ү...
Йәшен бәргәндәй булды, ауыртыуҙан урынымдан һикереп киттем. Үҙемдән-үҙем табиптың ҡулын этәп ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
— Ипләп, малай. Түҙ инде. Әтеү, яңылыш телһеҙ ҡалырһың, — тип киҫәтеп ҡуйҙы. — Машинка әйләнеп тора бит...
Әй, зыр килтерә инде! Йөрәк жыу итеп ҡала. Шунан ҡабат тештең үҙәгенә тейһә, кинәт ҡысҡырып ебәрәһең. Ә халатлы ағай ни, түҙ ҙә, түҙ, тигән була. Теште шул өрөлөп торған нәмә менән таҙартҡанда, ауыҙҙан һоро төҫтәге төтөн килә генә. Әйтерһең дә, серек дүңгәкте типкеләйҙәрме ни. Ул төтөндән үҙем тонсоға ла башланым һымаҡ.
Уф, теге энә өрөлөүҙән туҡтаны. Табип тешемә һыу һиптерҙе.
— А-а-а...
— Инде шул һыуҙы бына ошонда төкөр, — тип һул яҡтағы һауытҡа күрһәтте.
— Булдымы шул? — тинем, түҙемһеҙләнеп.
— Ҡарале, ҡустым. Был тешеңде таҙарттым, хәҙер дарыу һалам. Унан һуң тешеңдәге нервыңдың ҡаплай торған ҡатлам барлыҡҡа киләсәк. Шунан иһә пломба һалабыҙ ҙа, вәссәләм!
— Бөгөн ҡуяһығыҙмы пломбаны?
— Юҡ. Бөгөн ярамай шул. Дарыу һалғандан һуң өс көн үтергә тейеш. Тимәк, дүрт көндән килерһең. Ваҡытын да билдәләп ҡуяйыҡ, — тип табип теге инструменттарын рәтләп һалырға тотондо.
Һуңғы һүҙҙәрҙе ишеткәс, нишләргә лә белмәй ҡалдым. Нисек инде дүрт көндән һуң! Әле ҡасҡан өсөн нимә эшләтерҙәр икән? Тышҡа ла сығармаясаҡтары билдәле. Ә инде ҡалаға йәнә теш табибы тип ауыҙымды ла астырмаҫтар. Йөрө шунан һыҙланып.
— Мин ҡабаттан килә алмайым, хәҙер үк эшләгеҙ ҙә ҡуйығыҙ...
— Ярамай, малай. Ашыҡҡан — ашҡа бешкән, бит. Тәртибе шулай. — Аҡ халатлы табип, инде бөгөнгә хуш тигәндәй, миңә ымланы. Эште осона сығармайынса, ҡайтыу юҡ. Бында ҡабаттан килтермәүҙәренә шикләнмәйем. Кабинеттан сығырға ашыҡманым.
— Улайһа, һурып ташлағыҙ... — тип ҡырт киҫтем.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, табип аптырап китте.
— Бәй, ашыҡма. Бына дүрт көндән килһәң, уны яңыртабыҙ. Эшкингән теште нишләп улайтайым әле...
— Һурып ташлағыҙ, зинһар. Бүтән килә алмайым мин...
— Ҡафтау аръяғында йәшәмәйһеңдер? — тине, көлөңкөрәп.
Әллә нисә көн буйына бында килә алмай этләнгәс, ысынлап та, шул яҡта йәшәйемдер, тип уйлап ҡуйҙым.
— Һурығыҙ, ағай, һурығыҙ, зинһар! — Ирекһеҙҙән күҙҙән йәш тәгәрәне.
Табипты уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙым шикелле, тик ҡалайтаһың, бүтәнсә әмәл юҡ. Оҙаҡ уйланып торҙо ла асыуланыбыраҡ ҡараш ташланы.
— Зинһар, ағай...
Табип тәҙрә янына барып баҫты ла тышҡа баҡты. Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, ул минең эргәмә килде. Шунан өҫтәлдә ятҡан йыһаздарын ҡараштырҙы. Тартманы асып, шприц сығарҙы.
— Һурырға, тәк, һурырға! Ас ауыҙыңды, укол һалам! — тине. Тештең итенә шап иттереп энә ҡаҙалды.
Биш минут самаһы ваҡыт үткәс, ауыҙым туңдырылғандай булды. Тел дә һиҙелмәй. Әйтерһең, ауыҙ минеке түгел. Күрәһең, ауыртыуҙы баҫыр өсөндөр.
Табип ҡасауға оҡшаған әйберҙе ҡулына алды. Быны күргәс, йөрәк йәнә дөп-дөп тибә башланы.
Аҙау теш ҙур бит ул. Былай ғына сығарырмын тимә!
— Һиңә әле нисә йәш? — тип ҡыҙыҡһынды табип. Был хаҡта уйланып та өлгөрмәнем, ул ҡасауы менән теште тартып ебәрҙе!
— Әлеү-ү...
Суҡынсыҡ теш! Ҡайһылай ныҡ тора бит. Һурылырға ла уйламай. Аҡ халатлы ағай уфтанып ҡуйҙы. Йәнә тартып ебәрҙе. Теге теш шытырҙап китте.
— А-а-а... — Йәнә яңғыратвп ҡысҡырып ебәрҙем. Тештең яртыһы сыҡҡан икән, ә икенсе өлөшө ярылып, үҙ урынында ҡалған. Ауыҙҙан ҡан аға башланы. Ҡасау йәнә теге тешкә ынтылды...
— Төкөр ошонда, — тине табип.
Ауыҙ ҡан менән тулған. Исмаһам, төкөрөп тә булмай, ҡан шул хәтлем ҡуйы. Ауыҙҙан оҙон бау шикелле өҙөлмәй аға.
— Ҡулъяулығың да юҡмы әллә? Мә! — Хәстәрлекле табип ап-аҡ марляны һуҙҙы.
Рәхмәт тигәндәй бары башымды ғына һелктем. Һөйләшеп булмай. Шулай итеп һыҙлаған теш менән хушлаштым.
Мине ишек төбөндә Әмилә түҙемһеҙләнеп көткән икән. Тик ул стоматологҡа инергә ашыҡманы. Поликлиниканан сығыу яғына ымланы.
Ауыҙымдан туҡтауһыҙ сыҡҡан ҡуйы ҡанды һөртә-һөртә автовокзалға табан юл тоттоҡ. Әле ауыҙымды асып Әмилә менән һөйләшә алмайым. Шуға юлдашымдың һәр әйткәненә бары баш һелкеп кенә барам.
— Ильяс, һыҙланыуың бөттөмө?
Эйе, тигәндәй ишара яһаным.
— Ә беләһеңме нимә, — тип дауам итте ул. Ҡарашымды уға төбәнем.
— Минең бит тешем һыҙламаны. Алданым, — тине лә көлөп ебәрҙе. — Һине йәл, Ильяс. Апайың барыбер ҡаланы белмәй. Ә Мәүлиҙә Нурғәлиевнаны үҙең беләһең. Яҡшы кешеһең бит, өйгә эшемде лә эшләшәһең.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, күңелгә еңел булып китте. Ҡайһылай һәйбәт класташым бар икән! Рәхмәтемдең сиге юҡ Әмиләгә. Күп уйлап тормай, тоттом да ҡосаҡланым уны! Урамда китеп барыусылар был ҡылығыма сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы.
"Проездной" буйынса сәғәт дүрткә билет алдыҡ. Әле сәғәт өс. Мәктәптән ниңә һуң килдегеҙ, тип һорарҙар балалар йортонда. Йыр түңәрәгенә ҡалдыҡ, тиербеҙ. Икебеҙҙең дә йырларға яратҡанды беләләр бит. Бының өсөн яу ҡуптарып тормаҫтар әле.
Ҡорһаҡта "бүреләр олой" башланы. Иртәнсәк теш һыҙлағанға күрә, икмәк валсығын да ҡапмай сыҡҡайным. Ярай, ҡайтып еткәнсе түҙермен. Үлмәҫмен әле. Иң мөһиме — теге тештән ҡотолдом. Әмилә ошо хәйләне уйлап тапмаһа, аҙағын күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
Әй, был йоҡо тигән нәмәләре! Ниндәй ғәжәп, илаһи күренеш! Бер нисә көнгә һинән мәхрүм булып йөрөгәс, ҡәҙереңде нығыраҡ белдем. Шул тиклем татлыһың бит. Автовокзалдағы шау-шыуға, ҡаҡ эскәмйәлә ултырыуыма ҡарамаҫтан, йәнә үҙеңә солғап алдың бит. Рәхмәт һиңә...
— Автобус килде, — тип мөғжизәүи донъянан һурып алды Әмилә. — Әйҙә, сығайыҡ. Иғлан иттеләр.
Ысынлап та, платформала беҙҙең Сәлмән ауылына барған йәшел автобус тора. Халыҡ әллә ни күп түгел. Билетыбыҙҙы тикшереп тороусыға күрһәттек тә, артҡы рәттән урын алдыҡ. Шул тиклем йылы ла инде автобуста. Ә тышта көн хөртәйергә итә. Һепертмә буран булмаҡсы.
Бындағы йылылыҡтан Әмилә менән икебеҙ иҙерәп йоҡлап киткәнбеҙ...
Серек булмағыҙ!
— Уянығыҙ әле, килеп еттек... — күҙемде асһам, алдыбыҙҙа ҡара мыйыҡлы ағай баҫып тора. Мин ҡайҙа икән, тип аптырап киттем. Тирә-яғыма ҡарандым, бер ҙә таныш ергә оҡшамаған. Ә беҙ бит автобусҡа ултырғайныҡ. — Был һуңғы туҡталыш, һеҙ ҡайҙа сығырға тейеш инегеҙ?
Ҡурҡып киттем. Әмилә лә уянды. Беҙҙең ауыл маршруттың уртаһында бит. Ә мыйыҡлы ағай, һуңғы туҡталыш, ти. Тимәк, ауылыбыҙҙы үтеп киткәнбеҙ?! Боҙланып бөткән тәҙрәне йылы усым менән иретеп ҡараным. Тышта дөм-ҡараңғы... Йөрәк туҡтауһыҙ дөпөлдәй башланы.
— Ҡайһы ауылдан һеҙ? — тип һораны шофер.
— Сәлмәндән, — йоҡоһонан уянған Әмилә яуап бирҙе.
— Ҡайҙа китеп барыш? — ағай төпсөнөүен дауам итте.
— Сәлмәнгә. Шунан тип әйттек бит, — тип ҡырт киҫте юлдашым.
— Нис-се-ек?! — ағайҙың ҡаштары төйөлөп китте, аптырашы йөҙөнә сыҡты.
— Беҙ шунда йәшәйбеҙ. Өйҙә беҙҙе ата-әсәйебеҙ көтә. Ҡалаға эш буйынса килгәйнек, шунан юлға билет алдыҡ та, ошонда ултырҙыҡ. Йылыға йоҡлап киткәнбеҙ. — Был балалар нишләп үҙҙәре генә йөрөй икән, моғайын, берәҙәктәр тип милицияға һөрән һалмаһын тип уйланымы, Әмилә алдаштырып һөйләп һалды. Имеш, беҙҙе өйҙә һөйөклөләребеҙ көтә. — Ә ниңә, әллә беҙ ауылды үтеп киткәнбеҙме?
Шофер ауыр тын алды.
— Шайтандар! Күҙегеҙ бармы һеҙҙең?! — тип екеренде ағай. Беҙ бер ниҙә тимәнем. — Һеҙ бит бөтөнләй икенсе маршрут буйынса, ҡапма-ҡаршы яҡҡа китеп барағыҙ!
Йөрәк табанға төшкәндәй булды. Өҫтөмә боҙло һыу түктеләрме ни!
— Икенсе яҡ-ҡа? — Әмилә, ауыҙын асып, тын да алмай торҙо ла ҡысҡырып илап ебәрҙе. — Бөттө улай булғас баш, бөттө!
Мин дә илап ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ни өсөн шулай икән?! Хәҙер беҙҙе детдомда ни эшләтеп ҡуйырҙар. Күҙ алдыма ауыҙын ослайтып, гелән генә әрләшкән Мәүлиҙә Нурғәлиевна, ҡулында бер ус асҡысы менән башҡа һуғырға ғына торған Рәйфә апай килеп баҫты... Харап булабыҙ икән, былай булғас!
— Етәр һыҡташырға. Әле машиналар йөрөп тора. Ҡул күтәрһәгеҙ, ҡалаға тиклем апарырҙар. Илау менән бер ни ҙә эшләй алмаҫһығыҙ. Ваҡытты зәрәгә һуҙмағыҙ — юлға сығығыҙ ҙа машина тотоғоҙ, — "йә инде, йә, сыға һалығыҙ" тигәндәй ҡулы менән ишара яһаны ағай.
Детдомда бер кемдән дә ҡурҡмаған класташымды алыштырҙылармы ни? Туҡтауһыҙ илай, етмәһә, күңелгә шом һалырҙай итеп һөйләнә:
— Рәйфә апай нишләтер икән беҙҙе?! Ҡалайтырға беҙгә, Ильяс? Нимә шым тораһың?! — Миңә лә ҡушылып ила тигән кеүек, терһәге менән төрттө.
— Ваҡытымды алмағыҙ. Гаражға һуңлатаһығыҙ бит!
Һеҙгә әйтәм! — Шофер беҙҙән ҡотолорға ашыҡты.
— Аға-ай, беҙҙе ҡалаға тиклем апармаҫһығыҙмы икән? Сәлмәнгә берәй нисек ҡайтырбыҙ әле, — тинем ҡалтыранған тауыш менән.
— Хәлдән килһә ине лә ул, хөкүмәт транспортын нисек анау хәтлем араға ҡыуалайым ти, — мыйыҡлы ағай ҡулын тирә-яҡҡа һелтәп дауам итте. — Һеҙҙең өсөн шелтә алаһы түгел. Иғтибарлы булырға кәрәк ине. Был хәтлем бензинды ҡайҙан алайым мин. Өйҙә ғаиләм көтә. Ваҡытымды алмағыҙ, зинһар! Юл буйында торһағыҙ, берәй машина ултыртыр.
— Ағай, әгәр... — һүҙемде әйтеп тә бөтмәнем.
— Аңлағыҙ мине, ҡыҙҙар-егеттәр! Бара алмайым, алмай-йым, — тине лә автобустың двигателен ҡабыҙҙы. — Һау булығыҙ. Гаражға өлгөрөргә кәрәк.
— Тәгәрмәсең тишелһә ярар ине! — Әмиләнең йән асыуынан сыҡҡан һүҙҙәре ине был. Автобустың ишеге ябылды. Ул беҙҙе таныш булмаған ерҙә ҡалдырып китеп тә барҙы.
Ниндәйҙер ауыл янында торабыҙ хәҙер. Ә бына был — оло юл. Беҙҙе ҡалаға илтер юл ул. Шөкөр, ҡараңғыла аҙашып ҡуймайым тигәндәй, фараларын яҡтыртып, машиналар елдерә генә. Әллә ни күп тә түгел улар, шулай ҙа ултыртып алырҙар әле. Ана бит, көн ни хәтлем насар. Әсе ел үҙәккә үтә генә! Мәктәпкә тип бер ҡат кейгән ыштан эсендә был һыуыҡ уйнай ғына. Тиҙерәк берәйһе туҡтаһа ярар ине.
Әмилә менән икәүләшеп үткән һәр машинаға ҡул болғап торҙоҡ. Туҡтарға уйламайҙар шул. Ә ҡул өшөй. Беҙгә йылға бер бирелә торған бет тиреһеләй бирсәткә менән алыҫҡа барырмын тимә. Бармаҡтар бер ни тоймай башланы. Аяҡ та өшөнө. Сараһыҙҙан урындан һикерәнләп тә алдыҡ. Жыу-у... Жыу-у... Жыу-у... Дүрт тәгәрмәсле "тимер аттар" елдерә генә, әммә туҡтарға ашыҡмайҙар.
— Ильяс, әйҙә ҡала яғына атлай торайыҡ. Бер ыңғайҙан ҡул болғап барырбыҙ. Улар беҙҙе юл уртаһында күрһә, алырҙар әле, — тине Әмилә.
— Әйҙә һуң...
— Тик ҡулды алмашлап күтәрәйек. Әтеү ҡулдарым бөтөнләй өшөп бөттө. Һин ҡул болғағансы, мин кеҫәмдә йылытырмын. Шунан һин. — Ысынлап та, бигерәк башлы шул Әмилә. Әтеү икебеҙ ҙә бер юлы ҡулыбыҙҙы күтәреп, икебеҙ ҙә өшөйбөҙ ҙә баһа. Ә былай иһә алмашлап кеҫәлә ҡулыбыҙҙы йылытып була.
— Әмилә, һинең яратҡан һаның нисә?
— Дүрт.
— Бына күр ҙә тор. Нәҡ дүртенсе машина туҡтаясаҡ. — Класташымды шулай өмөтләндермәксе иттем.
— Була күрһен...
Дүртенсеһе генә түгел, бәлки, дүртенсе тиҫтәһе лә беҙҙең яндан геүләтеп үтеп киткәндер. Тик... Автобус беҙҙе ҡалдырған ауылдан да йыраҡ ҡына ара үткәнбеҙ. Кире
боролоу ҙа мөмкин түгел. Ә елдә бер ҙә мәрхәмәтлелек юҡ — ҡотора ғына! Ҡар йә ауыҙға, йә танауға бәрә. Ҡоторған әсе ел битте Рәйфә апай кеүек семетеп ала. Һыуыҡ ине тышта. Хәйер, урамда ғынамы ни! Бөтә донъяны һалҡынлыҡ ялмап алғандай тойолдо. Машиналар ҙа һирәгәйә төштө. Ҡараңғылыҡ баҫа. Ел дә шашынғандан-шашына. Тын алыуы ла ауырлашты, атлауы ла ҡыйын була башланы. Аяҡтар тыңламаҫҡа итә кеүек... Һалҡынлыҡ, ҡараңғылыҡ беҙҙе сорнап алды.
— Ильяс, башҡа түҙер хәлем ҡалманы. Туңырбыҙ...— Әмилә ҡалтырана-ҡалтырана был һүҙҙәрҙе көскә әйтте. Шунан йәнә илап ебәрҙе. — Минең бармаҡтарым ҡатты. Күҙ йәшемде һөрт әле, Ильяс... — Әлимәнең күҙ йәштәре битендә бәләкәй генә боҙ тамсыларына әүерелгәйне. Уларҙы ипләп кенә битенән айырып алдым. Үҙемдең дә керпектәр боҫланып, бер-береһенә йәбешеп бара. Һыуыҡ.
Бар ғаләм һалҡын. Их-х, әсәкәйем юҡ шул янымда. Үҙенең йылы ҡосағына алыр ине лә, бөтөн Ер шары уның наҙынан иреп китер ине...
— У-у-у... У-у-у... — Ҡот осҡос тауышты ишетеп, дерт итеп ҡалдыҡ. Әмилә ҡарға ултыра төштө.
— Бү-р-р-е — Һуңғы ижекте шул тиклем ҡаты итеп, йылан ыҫылдағандай әйтте ҡыҙыҡай.
— У-у-у... У-у-у... У-у-у... — Йөрәкте аҡтарып сығарырҙай тауыш яҡында ғына ишетелә. Шул тиклем үҙәккә үткес олоу. Элек бүреләр тураһында кешеләрҙең һөйләгәнен ишеткәнем бар ине. Шом көсәйә бирҙе.
— Тора һал, йүгерҙек... — Юлдашымды торғоҙорға тырыштым.
— Тор-ра ал-ма-йым. Аяҡ тың-лаш... — Әмилә илап, миңә йәбешеп алды. — Таш-ла-маа-а...
Үлге килмәй бит, әй. Нисек инде бүреләргә ризыҡ булайыҡ, ти. Хоҙай ундай бәләгә юл ҡуймаҫ бит. Ә бүреләр беҙҙе тыңлап та тормаҫ, ата-әсәйебеҙҙең юҡ икәненә лә ҡарамаҫ, детдом балалары тип тә аптырамаҫ. Көтөүе менән килеп сығалар ҙа ташланалар, ти, кешеләргә. Атай мәрхүм һөйләгән ваҡиға иҫкә килеп төштө...
Төнөн шулай бер ир менән ҡатын ауыл осонда машинанан төшөп ҡалған, ти. Оло юлдан ауылға тиклем арыу ғына ара. Бына шулай китеп барғанда, юлдарына бүреләр килеп сыҡҡан. Ҡатынын ир эргәләге ҡайындың йыуан ғына ботағына ултыртҡан. Йәнәһе, бүреләр тейә алмаһын! Ә үҙенә, бахырға, бүреләр ташланған! Ҡатынының күҙе алдында ирен өҙгөләп ташлағандар. Иртәнсәккә тиклем шул ботаҡта ултырған теге апай. Кешеләр уны өйөнә алып ҡайтҡан. Шул хәтлем ҡот осҡос йыртҡыслыҡты күргән ҡатындың сәсе ап-аҡ төҫкә ингән. Өҫтәүенә, бөтөнләй телдән яҙған...
Атайым һөйләгән ошо хәл кинәт тәнемде өтөп алды. "У-у-у... У-у-у"... Олоу дауам итте. Тыным быуылды, быуындарым да тотмай башланы. Мин дә ирекһеҙҙән ҡарға тубыҡландым.
— Әс-сәй! Ат-тай! Ҡот-ҡа-ры-ғыҙ! — Берҙән-бер ярҙамсыларым булғандай, уларҙың исемен бышылданым. Әмилә лә ҡатып ҡалған. Мин дә ней илай алмайым, ней ҡысҡырып та булмай. Үләбеҙ, былай булғас. Беҙҙе бер кем дә тапмаясаҡ! "У-у-у... У-у-у" — был тауыш инде яҡында ғына ишетелә...
Юлда ут яҡтыһы күренде. Йә, Хоҙайым, машина килә түгелме! Һаҡлай күр инде, Аллам, зинһар өсөн. Алыҫтағы фарҙың яҡтылығы көсәйгәндән көсәйҙе. Тағы ла үтеп
китмәһә ярар ине. Был бит беҙҙең һуңғы өмөтөбөҙ! Бар көсөмдө йыйып аяҡҡа баҫтым да юл уртаһына сыҡтым... Машиналағы кеше мине күрҙе шикелле, әммә тиҙлеген кәметергә уйламай ҙа. Юҡ, туҡтамаҫ инде. "Тимер ат" үтеп китте... Һуңғы өмөт, һуңғы!
— Ан-на, — Ҡарҙа тубыҡланып ултырған Әмилә ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ымлаған яҡҡа боролдом. Йә, Хоҙай, туҡтаған бит! Машина беҙҙең яҡҡа арты менән килә.
Унан оло йәштәге бабайҙың башы күренде:
— Йәһәтерәк ултырығыҙ!
Әмиләгә торорға ярҙам иттем. Артҡы ишекте астыҡ та ултырғысҡа ҡабалана-ҡабалана ултырҙыҡ. Хоҙай бар икән дәһә!
Бабай өндәшмәй генә барҙы. Күрә бит— тештәр-тешкә теймәй, дер ҡалтыранабыҙ. Шунан, беҙҙең йылына төшкәнде һиҙеп, һүҙ башланы:
— Оло юл уртаһында был ваҡытта йөрөймө ни кеше? — Уның һүҙҙәрендә олатайҙарса хәстәрлек тә тойолдо. — Йүнле әҙәм был буранда этен дә тышҡа сығармай. Ҡайҙан булаһығыҙ?
— Сәлмәндән.
— Һо-о-о. Ә бында нисек юлыҡтығыҙ? — Әмилә шул тиклем ҡурҡҡан, һөйләшерлек тә хәле юҡ. Шуға ла үҙемә бар һорауға яуап бирергә тура килде.
— Ҡаланан үҙебеҙҙең ауылға ҡайтабыҙ тип, яңылыш икенсе автобусҡа ултырғанбыҙ. Уянып китһәк — был яҡҡа барып сыҡҡанбыҙ. Ә шофер төшөрҙө лә ҡалдырҙы. — Яуабымда теге мыйыҡлы ағайға үпкә лә бар ине.
— Бына бит. Ә ҡалаға бер үҙегеҙ нишләп килдегеҙ? Ата-әсәйегеҙ нимә ҡараған?
Ата-әсә һүҙен ишеткәс, тымып ҡалдым. Шулай ҙа дөрөҫөн әйтергә кәрәк.
— Беҙ — детдомдан. Теште дауаларға килгәйнек. Үлтереп һыҙлай ине шул серегән нәмә. Ә ҡалаға әпкилеүсе булманы. Шуға ҡасырға булдыҡ...
— Әә-ә. Улай икән... Минең дә бер детдомдан танышым булды. Тик йәшләй гүргә инде шул. Һаҡлай белмәне үҙен, мәрхүм. — Бабай уйланып китте. Шунан һөйләүен дауам итте. — Бигерәк ҡыйыу икәнһегеҙ. Әгәр тешеңде ваҡытында таҙартһаң, бындай хәл булмаҫ ине лә бит?
— Эйе, — ғәйепле башым эйелә төштө.
— Донъя шулай, улым. — Бабай тамағын ҡырып алды. — Серек тештең зыяны ҙур ул. Уны дауалауы ла ауыр. Һурып ташлап ҡына ҡотолоп була. Үҙегеҙ ҙә шул серек теш кеүек булһағыҙ, йәмғиәткә һеҙҙән зыян ғына киләсәк. Кәрәгегеҙ ҙә, ҡәҙерегеҙ ҙә булмаҫ. Шуға, улым, серек булмағыҙ!
— Кеше бит теш түгел, нисек серек булһын инде, — тинем, аптырап.
— Ҙурайғас, аңларһың әле. — Ул тәмәкеһен тоҡандырҙы. — Мәйтәм, бәхетегеҙ бар икән. Мин как раз баш ҡалаға китеп барам. Сәлмән аша үтәсәкбеҙ. Йортоғоҙға индереп уҡ ҡалдырырмын. Әлегә йоҡлап алығыҙ...
Ҡайҙа инде ул йоҡлау! Саҡ бүреләр тотоп ашаманы! Йөрәк һаман дөп-дөп тибә. Кеше серек буламы икән тигән һорау ҙа тынғылыҡ бирмәне...
Машина ике ҡатлы балалар йорто алдына килеп туҡтаны. Быны күреп, һаҡсы ла килеп сыҡты:
— Килдегеҙме ҡасҡалаҡтар? Барығыҙ төркөмөгөҙгә! — тип киҫәтте беҙҙе күргәс тә. Теге бабай уға нимәлер һөйләп бирҙе.
— Һау булығыҙ! Ҡабат ҡаса күрмәгеҙ, йәме! — тине ул, хушлашып. Бабай ҡуҙғалып китте. Балалар йортона ингәндә, ишек төбөндә төнгө тәрбиәсе Флүрә апай баҫып тора ине. Ваҡыт төн уртаһына ауып бара. Ул Әмилә менән икебеҙҙе төркөмөбөҙгә алып китте. Тәүҙә аш бүлмәһенә алып инде. Плитәлә тиҙ генә йылыта һалып, һөтләп сәй яһаны. Сепрәк сумка эсенән ауыл икмәген сығарҙы. Флүрә апай шулай йыш ҡына өйөнән килтереп, тәмлекәстәр менән һыйлай беҙҙе.
— Рәхмәт, апай, яман ныҡ асыҡҡайныҡ. Һеҙһеҙ нишләр инек, — тинем ҡыуанып.
— Их, бөтәһе лә һеҙҙең кеүек һәйбәт булһа ине, — әйткәнемде ҡеүәтләп, Әмилә лә ҡушылды. — Иртәнсәктән бирле ризыҡ күргән юҡ.
— Ҡасҡалаҡтарға ней, ашамаһа ла була, тип Рәйфә апайығыҙ өлөшөгөҙҙө бүтәндәргә биргән икән. — Ашағыҙ, әйҙә, оялмағыҙ тигәндәй, Флүрә апай икмәкте алдыбыҙға яҡыныраҡ ҡуйҙы. — Һеҙ мәктәптән ҡайтмағас, Мәүлиҙә апайығыҙ ҙур ғауға ҡуптарған. Шылтыратмаған ере ҡалмаған... Уй, белмәйем инде, нимә булып бөтөр. Һеҙ, ярай, сәйегеҙҙе ҡабаланмай ғына эсегеҙ ҙә йоҡларға ятығыҙ. Хоҙай түҙемлек бирһен. Иртәгәһен яҡшыға юрайыҡ, балаҡайҙар...
Тамаҡ ялғап алғас, шым ғына аяҡ осона баҫып, бүлмәләребеҙгә киттек... Уф, теге бүре олоуы һаман ҡолаҡта ишетелгән кеүек. Иртәгә беҙҙе нишләтерҙәр икән? Ошо һорау ҙа оҙаҡ ҡына йоҡларға ирек бирмәне.
Төштән һуң бөтәбеҙгә лә тамаша залына йыйылырға ҡуштылар. Биш төркөмдән дә балалар этешә-төртөшә шунда ашҡынды. Бер-береһен уҙышып, күңелле итеп һөйләшәләр:
— Тамаша була, тамаша!
— Тиҙерәк урын алып өлгөрәйек!
— Ниҙәр булыр икән?
— Әллә, бөгөн байрам түгел шикелле...
Минең генә аяҡтар тартмай. Унда нимә буласағын күҙаллайым инде. Әмилә лә үҙ бүлмәһенән сыҡмай ултыра. Мәктәптә булғанда Әлиә апайыма нисек ҡасыуыбыҙҙы, ҡайҙа юғалып йөрөүебеҙҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәйнем. Ул бының өсөн мине әрләмәне. Нисек теш менән ыҙалағанымды күрҙе бит.
— Яуап бирергә тура килә инде. Киттек залға, — тип алға ымланы апайым.
— Бармайым. Ҡасҡаныбыҙ өсөн бөтәһе алдында әрләйҙәр, ә минең унда ҡыҙарып торғом килмәй.
— Һуң һеҙ инмәйенсә башламаясаҡтар бит. — Әлиә мине күндерергә тырышты. — Киттек, әтеү икебеҙгә лә эләгәсәк.
— Ҡыҙыҡ ҡынаһың, апай! Бер туған ҡустыңды тота килеп шунда барырға көсләйһең. Аңламайым бер ҙә һине. Бармайым, тинем бит! — Йәнем көйҙө лә китте. Былай ҙа бөтәһе лә иртәнән бирле Әмилә менән беҙгә әллә нисек ҡарай. Көлмәгән кешеһе ҡалманы. Ҡасҡалаҡ та, ҡасҡалаҡ тип үсектерәләр.
Шул саҡ бүлмәгә атылып Рәйфә апай килеп инде.
— Бына ҡайҙа йәшенеп ултыралар, ҡәбәхәттәр. Тиҙ булығыҙ залға! — "Зал"ға тип ҡысҡырғанда ауыҙынан төкөрөктәре сәсрәп китте. Апайыма ҡарап әрләшеүен дауам итте. — Һин дә ҡустыңды яҡлайым тип ултыраһың инде. Ничего, аҡылға ултыртырмын әле. Күҙҙәрегеҙҙе таҫрайтып ҡарамағыҙ миңә! Воо-н!
Тағы ла әллә ниндәй асыулы һүҙҙәр менән ҡысҡыра-ҡысҡыра Әмиләнең бүлмәһенә инеп китте. Унда инеүе булды, шау-шыу ҡупты. Шунан класташымдың башын төйә-төйә уны алып сыҡты.
Апайым, мин һәм Әмилә Рәйфә апайҙың артынан эйәрҙек. Тамаша залына барып еткәнсе башыма ниндәй генә уйҙар килмәне. Ниндәйерәк яза бирәсәктәр, тип борсолдом. Башҡа инмәгән уй ҡалманы.
Зал тулы. Балалар ҙа, тәрбиәселәр ҙә тамашаның башланыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Ингәс тә буш урын табайым тип йән-яҡҡа ҡараштырҙым.
— Ана, өс кешелек урын бар — шунда ултырайыҡ, — тинем апайыма.
— Ҡайҙа киттең! Һеҙҙең урын түрҙә! — Рәйфә апай ҡулымдан елтерәтеп алды ла, сәхнәгә һөйрәп тигәндәй алып китте. Әмилә лә минең арттан атланы. Ә апайым иһә мин ултырырға ниәтләгән ерҙән урын алды.
Балалар йорто директоры Мәүлиҙә Нурғәлиевна беренсе рәттә ултыра ине. Беҙҙе күргәс тә уның йөҙө кинәт үҙгәрҙе, әйтерһең дә, ҡан дошманын осратҡан. Икебеҙҙе лә сәхнәгә баҫтырғас, Рәйфә апай ләззәтләнеп китте. Мөһим эш башҡарғанмы ни!
— Бына! — тине ул көлөңкөрәп. — Господин ҡасҡалаҡтар килде. Башҡалар кеүек ябай түгел улар — махсус саҡырыуҙы көтөп ултырғандар.
Бөтәһе лә көлөргә тотондо. Бары тик апайымдың ғына ҡыҙарып ултырыуын, әллә иламаҫҡа тырышып иренен ҡымтыуын күрҙем.
— Йә, һөйләгеҙ! Кемегеҙ ҡотортто? Нимәгә ҡалаға барҙығыҙ? Беҙ тыңлайбыҙ. — Тәрбиәсебеҙ туҡтауһыҙ һорау яуҙырҙы.
Әммә беребеҙ ҙә яуап бирергә ашыҡманы. Бының менән Рәйфә апайыбыҙҙың йәнен көйҙөрҙөк кенә. Ул түҙмәне, килеп минең ҡолағымдан эләктереп алды:
— Һөйлә тинем, нимә тораһың шымып, һарыҡ?! — Ныҡ иткәнсе ҡолағымдан тартһа ла, ауыртыуын белгертмәнем. Шунан ул Әмиләне елтерәтергә тотондо:
— Ә һин — шайтан алғыры, нимә ауыҙыңды йомоп тораһың? Ваҡытты алма, тинем, һөйлә! — Рәйфә апай нисек кенә "һынап" ҡарамаһын, беҙ — ләм-мим.
Мәүлиҙә Нурғәлиевна ла урынында ултырып түҙмәне. Бына хәҙер минең сират етте, эргәләренә барыуым ғына көс, шунда уҡ һөйләп бирәсәктәр, тигәндәй ҡыйыу ғына аҙымдары менән сәхнәгә күтәрелде.
— Өндәшмәҫкә һүҙ ҡуйыштығыҙмы? — Директор берсә миңә, берсә Әмиләгә уҫал ғына ҡарап алды. — Бик яҡшы! Һеҙҙең кеүектәрҙе тәүгегә осратмайым. Ундай ҡылыҡтарығыҙ өсөн колонияға ебәрһәм, әллә нимәләр һөйләрҙәй булырһығыҙ ҙа ул...
Колония һүҙен ишеткәс, йөрәгем жыу итеп ҡалды. Юҡ, былар беҙҙән һөйләтмәйенсә тынысланмаясаҡтар. Тик кемебеҙ һүҙ башлар? Уйлап ҡараһаң, Әмиләнең бер ниндәй ғәйебе юҡ. Ул бары миңә ярҙам итте бит. Ә хәҙер шуның өсөн Әмиләгә лә эләгәсәк. Нимә булһа ла булһын, үҙем һөйләп бирергә тейешмен, тигән уйға килдем.
— Ҡарағыҙ әле был оятһыҙҙарға! Директорҙы ла һанға һуҡмайҙар ҙаһа. — Рәйфә апай утҡа май ҡойорға тырышҡандай, "тамашасыларға" ҡарап өндәште.
— Тимәк, колонияға ебәреүҙе һорайһығыҙ... — Мәүлиҙә Нурғәлиевна әкиәттәге уҫал һәм хәйләкәр йылан кеүек, һөйләтергә тырышты. Детдом етәксеһенең был һүҙҙәре тәнемде өшөтөп алды, ни сәбәпле ҡасыуыбыҙҙы аңлатырға мәжбүр итте.
— Апай, беҙҙе бер ҡайҙа ла ебәрмәгеҙ. Үҙем һөйләп бирәм... — Ҡалтыраулы тауыш ҡына ҡурҡыуҙы белгертте.
— Бик яҡшы. Әйҙә, һөйләп бир. — Директор әйткәнемде ишетеп, ҡәнәғәтләнгәндәй итте.
— Теш һыҙлауына түҙә алмайынса, үҙем ҡалаға барырға булдым. Ә бит мин ул яҡты белмәйем. Шунан Әмиләгә әйткәйнем — ул ризалашты. Тешемде һурҙырғас, ҡайтырға тип автовокзалға киттек. Тик яңылыш икенсе автобусҡа ултырып киткәнбеҙ. Әллә ниндәй ауылға барып сыҡтыҡ. Аҙаҡ бер бабай беҙҙе бында тиклем алып килде...
— Тота ла ошо теш тип һылтана! Шунан, әгәр бер-ике көн көтһәң — үлер инеңме? Шул хәтлем шаштырҙым һеҙҙе — һәр кемегеҙгә нимәлер кәрәк. Яман ауырыуға һалыштығыҙ түгелме? Һеҙ йөҙәү — ә мин бер үҙем! — Мәүлиҙә апай ҙа ҡыҙа төштө. — Һинән һорайым, Ильяс, үлер инеңме?!
— Һуң... Һыҙланы бит... Түҙерлек түгел ине.
Әмилә лә шымып ҡалманы. Үҙҙәренең ғәйебен танымай, беҙгә генә япһармаһындар тигәндәй, ҡаршылашырға тотондо:
— Мәүлиҙә Нурғәлиевна, һеҙ кеше теш ауырытыуынан үлмәй тиһегеҙ. Ә бит икенсе төркөмдәге малайҙың битен ҡырҡтылар. Уны ла бит теш табибына ваҡытында алып барыусы булманы...
— Жаб! — тип ҡысҡырып ебәрҙе директор. Ауыҙыңды йом тигәнде аңлата был һүҙ. — Ҡарале һин уны, минең менән телләшеп маташа, хәстрүш! Алкаш балаһы икәнеңде онотма! Директор менән ҡаршылашырға сүп кенәһең әле!
Нисек ҡыҫылырға белмәй торған Рәйфә апай ҙа, мөмкинлектән файҙаланып ҡалды:
— Үҙе ҡотортҡандыр әле, атаманша! Серек баш! Үҙаллы өйгә эшеңде лә үтәй белмәйһең бит. Гел Ильяс һиңә ярҙам итә. Уны ҡалаға ҡасырып, бурысыңды ҡайтарырға иткәнһеңдер, бездарь!
— Кешенән көлөргә ярамай, апай. Бөтәһе лә отличник була алмай. Теге малай кеүек Ильяс та шрамлы йөрөмәһен тип уйлағанға ғына...
— О-һо, ҡалай мәрхәмәтле булып сыҡтың әле! Минең өсөн хәл итә башланың түгелме, маңҡа? Улай булғас, әйҙә, детдомға директор итеп ҡуяйыҡ. Бөтәһен дә ашат, кейендер... — тип үртәләнде Мәүлиҙә апай.
— Һуң, Мәүлиҙә Нурғәлиевна, төрөмщиктең балаһынан нимә өмөт итәһең инде. Әмиләнең ниндәй ғаиләнән килгәнен яҡшы беләһегеҙ бит. — Тәрбиәсебеҙ ҙә директорҙан ҡалышмай, ауыртҡан ерҙән "семетергә" тырышты.
— Минең әсәйемә ҡағылмағыҙ! — Ҡыҙарған класташымдың күҙҙәренән йәш бөрсөктәре бәреп сыҡты. — Бөгөн үк уға хат яҙасаҡмын. Беҙҙән нисек көлгәнегеҙҙе вис һөйләйем!
— Ҡарале, Рәйфә, бынау ҡасҡалаҡ етмәһә беҙҙе ҡурҡытып маташа. Шулай инде: бүре балаһын күпме ашатма, ә ул урманға ҡарай. Әсәйең йүнле бисә булһа, кеше үлтермәҫ ине. Һине барып алғанда, өйөгөҙҙә бер тәғәм дә икмәк булмаған. Бар байлыҡ — буш шешәләр. Башың бетле икәнен дә берүк онотма! Ә кейгән кейемең ҡортлап бөткәнен хәтерләмәйһеңме? Ошолар һиңә еткәнме? Әллә тағы ла иҫеңә төшөрәйемме.
— Алдашмағыҙ. Бетле түгел инем...
Был ҡасыуыбыҙ шул хәтлемгә килтерер тип уйламағайным. Директор үҙенә саҡырып ҡына әрләр ҙә, берәй төрлө шелтәһен бирер, тип иҫәп тотҡайным. Ә бына бөгөн бөтәһе алдында ла оятҡа ҡалдырҙылар. Әмиләнең, ана ҡалай, йөҙөн йырттылар. Уның әсәһе кеше үлтергәне хаҡында белмәгәйнем бит. Бәлки, балалар йортона алып килгәндә бете лә булғандыр. Тик ниңә һуң әле был хаҡта сәхнәнән һөйләргә кәрәк булды. Үҙем өсөн дә, Әмилә өсөн дә ҡыҙғаныс ине был хәл. Ярай, әле халыҡ алдында рисуай иттеләр, ти. Язаны ла икебеҙгә бирәсәктәр — быныһы көн кеүек асыҡ. Уйлап ҡараһаң, бөтәһе лә минең арҡала башланды.
— Мин бөтәһе алдында ла ғәфү үтенәм, — тинем ғәйепте үҙемдә танып. — Бүтән бер ҡасан да ҡасмаясаҡмын. Был эштә үҙем генә ғәйеплемен. Зинһар, Әмиләгә бер нәмә лә эшләмәгеҙ.
— Рыцарь булып ҡыланма, икегеҙҙең дә ғәйебе бар! Нимә, әллә һине беренсе көн беләмме? Мине директор итеп ҡуйыр алдынан ҡалала һеҙҙең кеүектәр менән эш иткәйнем. Шуға ла балаларҙың ниңә бында эләгеүҙәрен белеп торам. Әсәйегеҙ йүнле булһа ҡырҡ йәшендә үлмәҫ ине. Моғайын, араҡы менән дуҫ булғандыр. Артынса атайығыҙ ҙа вафат булды. Йүнле кеше оҙаҡ йәшәй ул. Етмәһә, күп итеп бала тапҡандар бит — хөкүмәткә тамаҡ яуы итеп ҡалдырырғалыр...
— Беҙҙең әсәйебеҙ улай булманы! — тип асыуланып берәү ҡысҡырғанға, әрләүҙән эйелә барған башымды күтәрҙем. Әлиә апайым ине. Ул күҙ йәштәрен һөртә-һөртә ата-әсәйебеҙҙең ниңә үлеүен һөйләргә тотондо. Кесе йәштәге төркөм балалары араһында ултырған Зөлфирәбеҙ ҙә иларға тотондо. — Белгегеҙ килһә, әсәйебеҙҙең миҙалы ла бар ине. Әгәр иҫән булһа...
Директор Әлиәгә әйтеп бөтөргә лә ирек бирмәне:
— Етә-әр! Бында һеҙҙе ата-әсәйегеҙҙе маҡтатырға йыйманым. Кем балаһы икәнегеҙҙе күптән беләбеҙ. Балалар! Белеп ҡуйығыҙ: кем дә кем ҡаса, йәиһә эш боҙа — башынан һыйпамаясаҡбыҙ. Ҡабатлап әйтәм — ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ. Әмилә менән Ильясты буш ҡалдырмабыҙ: бөгөндән алып тышҡа сыҡмаясаҡтар. Бер ай дауамында. Мәктәпкә генә барырға рөхсәт ителә. Әлегә был уларға үтә йомшаҡ яза.
Күңелгә бер аҙ еңел булып китте. Тимәк, директор беҙҙе колонияға ебәрмәйәсәк. Ҡурҡмаҫ та инем был әйткәненә. Былтыр берәүҙе ебәрҙеләр бит. Мәүлиҙә Нурғәлиевна һүҙен дауам итте:
— Һуңғы арала бигерәк шашып киттегеҙ. Ундайҙарҙың ҡойроғон ҡыҫҡартырға кәрәк. Беҙҙә элек-электән олораҡтар кеселәрҙе ҡарауыллап йөрөй ине. Хәҙер ул эш һүлпәнәйә төштө. — Залдағылар араһынан кемделер табырға тырышып, рәттәрҙе барлап сыҡты. — Даян бындамы әле ул? Ҡайҙа, күрен әле...
Ике ҡулын кеҫәһенә тыҡҡан һонтор егет баҫты. Һипкел битле, ялбыр сәсле Даян минән дүрт йәшкә ҙурыраҡ. Шулай булһа ла, беҙҙән бер класҡа ғына юғарыраҡ уҡый. Тәрбиәселәр ҙә, башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә уның менән еңел уртаҡ тел таба. Башҡаларға сәс үҫтерергә ҡушмаһалар ҙа, уға ғына — аҡ юл. Берәй нәмә булһа, гелән Даян да Даян тип тораларсы. Директор ҙа Даяндың һәр теләген иҫәпкә алып тора. Уның өсөн кейемде лә махсус алалар. Шулай булмай ни, детдомда бит ул беҙҙең "вышка". Тәрбиәселәр ҙә тыңлата алмаған баланы ул шунда уҡ урынына ултырта. Уның алдында бөтәһе лә "Даян ағай" тип кенә йөрөй.
— Тыңлайым һеҙҙе, Мәүлиҙә Нурғәлиевна.
Ҡарағыҙ әле, үҙен әллә ниндәй мөһим кеше кеүек тота бит. Имеш, директор уның менән генә иҫәпләшә. Кейгән әйбере лә затлы күренә бит. Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә кейемдәребеҙ бер төрлө, бары ул ғына айырылып тора.
— Даян, был ниндәй эш? — Директор беҙгә ҡарата бармағы менән күрһәтеп. — Тәртип аҡһай бит, малай. Теләһә — ҡалаға сығып китәләр. Тәртип тә, режим да юҡ. Мине бар тип тә белмәйҙәр. Былай эштәр бармай. Кстати, был бәндәләр менән һөйләшеп ал әле... Әтеү, теҙгендән ысҡынғандар!
— Аңланым. — Даян оло ҡәнәғәтлек менән башын һелкте. Мәүлиҙә Нурғәлиевна сәхнәнән төштө лә, бейек үксәле туфлиҙәре менән тыҡылдатып сығыу яғына ыңғайланы. Бөгөнгө "тамашаны" ла ул ябып ҡуйҙы:
— Ярай, төркөмдәрегеҙгә барығыҙ. Һеҙ ҙә ҡабат ошолайта күрмәгеҙ. Ҡасҡалаҡтарға йәлләү юҡ, — тип көлөп сығып китте.
Балалар үҙ төркөмөнә йүгереште. Бәләкәсерәктәре лә үсекләшергә генә тора. Директорҙың һүҙҙәре уларға етә генә ҡалған:
— Ха-ха, ҡасҡалаҡтар, — ти берәүһе.
— Вот исмаһам, атаманша!
— Бетле баш, бетле баш.
— Ҡара, рыцарь, имеш.
Әмилә, апайым һәм мин төркөмөбөҙгә киттек. Өйгә эште бөтөрөп ҡуйырға кәрәк ине.
* * *
Киске аштан һуң беҙҙең төркөм малайҙары ҡар таҙартырға сыҡтыҡ. Саф һауала эшләүе лә еңел — майҙан ни тиклем ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ҡарҙы тиҙ арала тау итеп өйөп тә ҡуйҙыҡ. Башҡарған эшебеҙ менән ҡыуанып, хәл алырға ултырҙыҡ. Шул саҡ үҙе менән өс малайҙы эйәртеп алған һонтор кәүҙәле Даян күренде. Ул туп-тура беҙгә килә. Минең эргәмә еткәс, ул мыҫҡыллы итеп һүҙ башланы:
— Һай, беҙҙең ҡасҡалаҡ бында икән дәһә! Һине генә күрге килеп тора ине.
— Минең үҙ исемем бар.
— Ярай, тешләшмә. Телһеҙ ҡалғың киләме, ә? — тине Даян күркәләнеп.
Ысынлап та, уның менән ипле һөйләшеү хәйерлерәк. Тик ниндәй зыян эшләгәнмен һуң уға? Үҙемде һис тә ғәйепле итеп тоймайым. Шулай булғас, нишләп һуң мин уның алдында аҡланырға тейеш. Бәлки, ул хәҙер ниҙер өсөн башымды эйермен тип көткәндер. Әммә үҙ урынымда ҡаты торорға булдым.
— Тиктомалға кешегә бәйләнеп йөрөйһөң, — тинем асыуланып. — Мин һиңә нимә эшләнем?
— Нимә тинең, салага?! Мә һиңә телең өсөн! — Һиҙмәҫтән генә ҡолаҡ төбөмә килеп тондорҙо. Шул саҡ башым әйләнеп китте.
— Даян ағай, нимә эшләйһең ул? — Төркөмдән малайҙарҙың берәүһһе мине яҡламаҡсы ине. Был һүҙҙәр "ағайыбыҙҙы" асыуландырҙы ғына шикелле.
ән. Һеҙгә лә берәрҙе еппәрәйемме әллә? — Даяндың шашып ҡысҡырыуынан ҡурҡышып, башҡалар юҡ булды. Бары тик мин, Даян һәм уның менән килгән өс малай тороп ҡалдыҡ.
— Һаман да ғәйебеңде танымайһыңмы? — тине тағы ла йоҙроҡтарын төйөп детдомдың "башлығы".
Танымайым тигәндәй ишара яһаным.
— Улай булғас, мә, тағы берәйҙе! — Көслө итеп тибеүенән ергә тәгәрәп киттем. Уның эргәһендәге теге малайҙар Даяндың фарманын алып, ташланырға ғына торалар ине.
— Ағай, әйҙә шул бирәнде типкеләйек тә ташлайыҡ.
— Эйе шул, нимәгә уның менән һөйләшеп торорға ти!
— Юҡ! — тип бүлде Даян. — Ниндәйерәк яза бирәсәгебеҙҙе күптән уйлап ҡуйғанмын. Ха-ха, ҡасҡалаҡ. Әйҙә, маңҡаға батып йәлләүҙе һора!
Мин өндәшмәнем. Даян тағы битемә килтереп типте. Танауҙан ҡан аға башланы.
— Тәртип өсөн яуаплы икәнемде яҡшы беләһең. Ә һин, шайтан алғыры, юрамал ҡасырға булғанһың. Бының өсөн директорҙан Даян ағайың әрләнер тип уйламаныңмы? Бөгөн үҙең ишеттең, залда мине Мәүлиҙә Нурғәлиевна торғоҙоп нимә тине? Балалар йортонда тәртип аҡһай ти... Һинең кеүек һарыҡтар өсөн шулай тип әйтә. Был ҡылығыңа, беләһеңме, ни эшләтәсәкмен? — Тамағы ярылырҙай итеп миңә "һабаҡ биргән" Даян бер аҙға тымып ҡалды, шунан теге өсәүгә яҡыныраҡ килегеҙ әле тигәндәй, ымланы. — Ҡасҡалаҡтың ботинкаларын сисегеҙ әле!
— Нимә эшләйһегеҙ ул, сисмәйем тинем!
— Ә беҙ һинән һорап тормайбыҙ. Мин уны тотам, ә һеҙ, малайҙар, аяғынан ботинкаһын һыпырып алығыҙ, бер ыңғайы нәскейен дә сисегеҙ.
— Етәр, улайтмағыҙ. Кәрәкмәй! Аяғым өшөй бит! — Даян ҡаты ҡулдары менән тотоп торҙо, ә теге "көсөктәр" ботинкамды, носкиҙарымды ла тартып алдылар. Һыуыҡ ҡарға ялан аяҡ баҫҡас, аяҡтарым зымбырлап китте. — Бирегеҙ ботинкамды, аяғым туңа бит!
Тегеләр бары ҡыуанды ғына.
— Шул тиклем данлыҡлы ҡасҡалаҡ үҙ көсөн күрһәтһен әле! — ти Даян. — Һиңә детдомды урап йүгерергә тура киләсәк. Ә беҙ ваҡытты һанайбыҙ. Әгәр ҙә өс минут эсендә берҙе урап өлгөрмәһәң, яңынан йүгерәсәкһең!
— Аяҡ өшөй, йүгермәйем! Бирегеҙ ботинкамды!
— Әйҙә, малайҙар, һеҙ уны баҫтырып барығыҙ, ситкә ҡаса күрмәһен, ә мин ошонда ваҡытты һанап торормон. Нимәңде ҡарап тораһың, йүгер! Ҡасҡаның өсөн яуап бирер кәрәк.
Һыуыҡ ҡарҙан йүгереүҙән бүтән сара юҡ ине. Ирендәремде ҡымтып, алға саптым. Малайҙар арттан килә. Түҙ инде саҡ ҡына, түҙ тип үҙемде тынысландырам. Ер шул тиклем туң икән. Табандарымды өшөттөрә генә. Һыуыҡлыҡ һөйәктәргә тиклем үтеп инә. Әммә мин туҡтарға тейеш түгелмен, өс минут эсендә өлгөрөргә кәрәк. Бына мин гаражға етеп киләм. Бәй, унан нисек үтергә икән? Водителдәр бит уның алдында гел машина йыуа, һәм унан аҡҡан һыу боҙға әйләнә. Ысынлап та, гараж алды боҙ ине. Тимәк, миңә шуның аша үтергә кәрәк... Бер аҙға туҡтап ҡалдым. Тегеләр ҡысҡырыша,
арттан йүгерә ине. "Өс минутта өлгөр!" — тиҙәр улар. Нимә булһа — булһын, тинем дә алға йүгерҙем. Һеҙ берәй ҡасан боҙҙан яланаяҡ көйөнсә атлағанығыҙ бармы? Хәтерләге лә килмәй инде, ҡот осҡос минуттарҙы. Боҙҙан бер нисә аҙым атлағас та, осло сөйгә баҫҡандай тойолдо. Аяҡтар йәбешә, ә мин алға барам. Ҡырт-ҡырт-ҡырт... Бер аҙға ғына туҡталғайным, уң табаным, боҙло ергә ҡуша йәбешеп өлгөрҙө. Мин уны йән көсөмә тартып алдым. Артабанға һәр аҙымымдан ҡанлы эҙ ҡала ине...
Даянға барып етергә күп тә түгел. Гараж да артта ҡалды. Әммә түҙерлек хәл юҡ. Аяҡтарымды ла тоймайым. Әйтерһең дә, мин ҡарҙан йәиһә боҙҙан түгел, ә мамыҡтан йүгерәм. Башҡа ла эҫе булып китте. Күҙ алдым томанланды. Бына мин еңел генә итеп ҡарға ауҙым шикелле. Әммә ауыртыуҙы һиҙмәйем...
— Берәй ереңде ауырттырҙыңмы, балаҡайым?
— Әсәй! Әсәкәйем! Мин һине ныҡ итеп һағындым. Ниңә беҙҙе ҡалдырып киттең, ә? Бында һинһеҙ ҡыйын...
— Тыныслан, күгәрсенкәйем. Үҙем дә һеҙҙең янығыҙҙа булмағас, йәнемә урын тапмайым. Бына бөгөн дә шул тиклем рәнйенем. Иҫән булһам — берәүҙән дә ауыр һүҙ ишеттермәҫ инем. Ҡалайтайым икән, Хоҙайым?! Аяғың ауыртмаймы, улым?
— Юҡ, әсәкәйем. Бер ҙә ауыртмай. Ниңәлер, баяғы ҡарҙан яланаяҡ йүгергәндә йылы мамыҡҡа баҫып барғандай тойолдо.
— Һин мамыҡҡа баҫып барманың, Ильясым, ә минең... устарыма. Йәнкиҫәгемдең аяҡтарын өшөтмәйем тип баҫҡан урыныңа үҙемдең устарымды ҡуйып барҙым...
— Рәхмәт һиңә, әсәкәйем. Һине шул тиклем яратам. Килеп ал инде беҙҙе, зинһар...
— Булмай шул, ғәзизем! Әммә мин һәр саҡ һеҙҙең менән. Хәлемдән килгәнсе ҡурсаларға тырышырмын. Тик бер үк яуыз эшкә юл бирмәгеҙ, йәме. Һеҙҙең өсөн аҙаҡ миңә ҡыҙарырға тура килмәһен. Ярай, хуш, балаҡайым. Онотма — мин һәр саҡ янығыҙҙа...
Бәй, мин төшөмдә генә әсәйем менән һөйләшкәнмен икән! Уянып киткәндә, медпунктта ята инем. Медсестра Сәйҙә апай ҙа, бер-ике тәрбиәсе лә, директор ҙа янымда баҫып тора ине.
— Оһо-һо, ҡалай ҡотто алдың, Ильяс! — тип йылмайып ебәрҙе Мәүлиҙә Нурғәлиевна. — Кем ҡушҡан ул Даянға шулай итеп ҡыланырға! Бына күр ҙә тор — иманын уҡытырмын. Аяғың ауыртмаймы һинең?
Битемә йылы күҙ йәштәре тәгәрәне. Балалар йорто етәксеһенең һорауына яуап та бирге килмәй.
— Борсолорға урын юҡ, — ти шәфҡәт туташы. — Әгәр ҙә саҡ ҡына оҙағыраҡ урамда торһа — эштәр хөрт булыр ине. Әле беҙ спирт менән ыуҙыҡ. Йылыта торған мазен да һөрттөм...
Был һүҙҙәр директорҙы тынысландырҙы шикелле. Бәлки, үҙенең ниндәйҙер кимәлдә ғәйебен дә танығандыр.
— Ильяс, теләйһеңме һиңә яңы ботинка алабыҙ? Ошо көндәрҙә Өфөгә юл төшөргә тора — әйҙә баш ҡаланы күрһәтеп алып ҡайтам...
Мәүлиҙә апай башымдан һыйпарға ынтылды. Әммә ул ҡулдар миңә шул тиклем ят ине. Әгәр әсәйем ошоно күрһә, нимә тип әйтәсәк. Директорҙың ҡулы ҡағылыуын
теләмәүемде белдереп, башымды ситкә борҙом. Уларҙың яңы кейеме лә, ҡалаһы ла миңә кәрәкмәй.
Ошо ваҡытта берәүҙе лә үҙемдең алдымда күрергә теләмәнем, сөнки шул тиклем һыҙлана инем. Юҡ, тешем дә, аяғым да түгел... Күңелем һыҙлай ине. Ә бит уны теш кеүек һурып ташлап ҡына ҡотолоп булмай. Күңел һыҙлай, күңел! Донъяла шунан да ауырыраҡ нәмә бармы икән!?
Балыҡсылар
Яҙғы аяҙ көндә класташым менән мәктәптән ҡайтып киләбеҙ. Балалар йорто янында йәшәгән әбейҙең өйөн үтеп барғанда, Фәрит кинәт туҡтап ҡалды.
— О-о-о, ниндәй тәмле еҫ! Әбекәй балыҡ ҡура. — Класташым асыҡ тәҙрә яғына табан боролдо ла, шул тиклем дә танауҙы ҡытыҡлағыс еҫте һулап ебәрҙе. — Эх, хәҙер миңә бер таба ҡуйһалар ҙа, ялп иттерер инем.
Ысынлап та, ниндәй тәмле еҫ килә! Күптән балыҡ ашаған юҡ ине. Мин дә бындай танһыҡ ризыҡтан баш тартмаҫ инем.
— Ә беләһеңме, Фәрит, минең әсәйем балыҡты шул тиклем шәп иттереп ҡура ине. Онға манып ебәрһәме! Билләһи, телеңде йоторһоң. — Әсәй ҡуйынында булған саҡтар нисектер ошо татлы еҫтән һуң иҫкә төштө лә ҡуйҙы. — Их, әсәкәйем дә, атайым да иҫән түгел шул, былай итеп кеше тәҙрәһе төбөндә шайығымды ағыҙып тормаҫ инем. Теләһәм, көндә бешереп бирерҙәр ине.
— Шулай шул. Детдомда балыҡты гелән бирмәйҙәр шул, — тип ауыр көрһөндө Фәрит.
Шул саҡ тәҙрәнән ҡарсыҡ үҙе күренде.
— Ошо дитдум балаларын! Әллә берәй нәмәмде һелтәргә тораһығыҙмы? Бар, китегеҙ бынан. Өйөм янында темеҫкенеп йөрөмәгеҙ! — тине лә асмалы тәҙрәһен шап иттереп ябып ҡуйҙы. Беҙ ары киттек. Фәрит тә, мин дә әбейгә бер һүҙ әйтмәнек. Нимә тиһең инде оло кешегә?..
Фәрит ыҙғышып йөрөгәндәрҙән түгел. Үҙен ипле тота. Яңыраҡ ҡына детдомға килде ул. Әсәһе үлгәндән һуң, атаһы үҙе тапшырған. Беҙ Фәрит менән бер бүлмәлә йәшәйбеҙ, бергә уҡыйбыҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен бик яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөрҙө. Матур итеп һүрәт төшөрә. Әйтерһең дә, шуның өсөн генә тыуғанмы ни!
Шиғырҙар ҙа яҙа класташым. Әллә ниндәй бәләкәй нәмәнән дә мөғжизә күрә белә. Шуныһы аптырата. Ташып аҡҡан гөрләүектәргә ҡарай ҙа: "Ана, улар ҙа яҙ килеүенә шатланып туя алмай", ти. Йә сағыу нурҙарын өләшкән ҡояшҡа төбәп: "Беҙҙе ҡояш апай ярата, шуға ла уға рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Күҙ алдыңа килтер әле, Ильяс, бер тәүлеккә ул юҡ булһа, нишләрбеҙ?" — тип башты ҡатыра. Үҙе зирәк инде. Бына әле лә ул бик шәп идея бирҙе.
— Беләһеңме, Ильяс, һиңә бер нәмә әйтәм, тик бүтәндәр белмәһен. Хәҙер ҡайтып ашап алабыҙ ҙа, Иҙел буйына балыҡ ҡармаҡларға барабыҙ! Һин ризамы?
— Мин риза ла ул, тик ҡармаҡ юҡ бит...
— Әй, тапҡанһың бәлә. Йылғаға яҡыныраҡ йәшәгән берәй малайҙан һорап торорбоҙ.
— Ярай улай булғас.
Икебеҙ ҙә шатланышып ҡул ҡыҫыштыҡ та детдомға табан атланыҡ. Ашағандан һуң, кеҫәбеҙгә бүтәндәрҙән артып ҡалған икмәк телемдәрен дә һалып алдыҡ. Ярай, тәрбиәселәрҙән бөгөн Хәкимә апай эшләй ине. Ул шул тиклем алсаҡ. Балалар менән әрләшеп тә, талашып та бармай. Уның йомшаҡлығынан беҙ файҙаландыҡ та.
Иҙелгә яҡынлаша биргәс, шул тирәлә йәшәгән малайҙан ҡармаҡ һорап торҙоҡ. Болонда ятҡан бүрәнәләрҙе тәгәрәтеп, селәүсен дә табып алдыҡ. Күп тә үтмәй Иҙелдең тымығыраҡ урынына ҡармаҡ ташлап ултыра инек. Ә йылға быйыл ғәләмәт ташҡан. Аръяҡ менән тоташтырыусы ағас күперҙе бына-бына ағыҙып китергә итә. Ярҙарына һыймаҫтай булып ҡайҙа ашҡына икән? Һыуға оҙаҡ ҡарап торһаң, баш әйләнеп китә хатта.
— Ильяс, һин ҡармағыңды ташлағанда селәүгә төкөрөп теләк әйттеңме?
— Уныһы тағы нимәгә?
— Йолаһы шулай. Әгәр улайтмаһаң, балыҡтар емде урап үтәсәк. Йә шуға әйтәм бер ҙә ҡапмай. Сығар ҡармаҡты.
Фәрит яңы селәү эләктерҙе лә, эстән генә нимәлер һамаҡлап алды. Шунан йәнә ташланы.
— Бер һорау бирһәм буламы? — тинем Фәриткә.
— Әйҙә.
— Ә һине атайың балыҡҡа йөрөтә торғайнымы?
Фәриттең йөҙө үҙгәреп китте. Бер һүҙ ҙә әйтмәй ултыра бирҙе. Шунан һүҙ башланы:
— Ҡайҙан! Атайым минең менән уйнағаны ла булманы. Көнө буйына дуҫтары менән әллә ҡайҙа йөрөп тик ятты. Шунан кисен иҫереп ҡайта ла, һуғышырға тотона. Хатта ҡыш көнө тип тормай беҙҙе урамға ҡыып сығара ине. Бер тапҡыр шулай һуң ҡайтты ла, аш таптырырға тотондо. "Утын юҡ бит, нисек бешерәйем һуң?" — ти әсәйем. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, атай тамам ҡоторондо. Йәне көйөп тышҡа атылып сыҡты ла, ҡайҙандыр йыуан ғына ағас тотоп инде. "Утын юҡ тип һылтанаһыңмы, кәнтәй!? Мә, һиңә утын!" — тип әсәйҙе туҡмарға тотондо. Беҙ әсәйебеҙҙе яҡлап ҡараныҡ та ул, атай үҙебеҙҙе осора һуҡты. Һыуыҡ тип тә уйлап бирмәне, әсәйҙе йылы кейемһеҙ ҡыуып сығарҙы. "Мин һеҙгә яҡшы әсәй алып ҡайтам", — ти үҙе. Таңға ҡарай ғына хырылдап йоҡлап китте. Беҙ һеңлем менән ишекте астыҡ. Әсәй соланда ҡалтырап ултыра ине. Шунан һуң һөйөклөм йыш ауырыны. Төндәрен туҡтауһыҙ йүткерә. Хатта тын ала алмай башланы. Бер нисә айҙан һуң әсәйебеҙ... үлде. — Ғаилә фажиғәһен бәйнә-бәйнә һөйләп ултырған дуҫым, устары менән битен ҡаплап, илап ебәрҙе. Ирендәре лә туҡтауһыҙ ҡалтырай. Фәрит илағас, миңә лә ҡыйын булып китте.
— Тыныслан инде, Фәрит. Мин һине аңлайым. Балыҡтарҙы ҡурҡытып ебәрмәйек, — тинем дуҫымды йыуатып. — Ә һеңлең әле ҡайҙа? Һеҙ бер туғанмы?
Фәрит күҙ йәштәрен туҡтата алмай, һыҡтай-һыҡтай, өҙгөлө тауыш менән һөйләүен дауам итте.
— Эйе, бер туған һеңлем бар ине. Тик ул кемдә икәнен үҙем дә белмәйем. Атайым Наҙгөлдө сиғандарға һатып ебәргән. Быны миңә үҙе иҫерек саҡта әйтте.
— Китсе! Уйынсыҡтар ғына һатыла бит. — Ғәжәләнеүемде йәшерә алманым.
— Ауылда сиғандар әйбер һатып йөрөгән. Атайым һеңлемде эйәртеп тышҡа сыҡҡан булған. Шунан тегеләр был тиклем һылыу баланы һат тигәндәр. Ә атайым, һармаҡ, Наҙгөлдө һатҡан да ебәргән. — Фәрит йәнә ҡысҡырып иларға тотондо.
Шул саҡ ҡармаҡтың ебе ныҡ итеп тартылды. Күрәһең, арыу ғына балыҡ килеп эләккән.
— Фәрит, ҡаба бит, ҡаба! Тарт тиҙерәк! — Көтөлмәгән ҡыуаныстан урынымдан һикереп торҙом. Класташым да илауын онотто. Ҡармаҡты тартып ебәргәйне-е-е — ҙур балыҡ килеп сыҡмаһынмы!
— О-о-о, булды былай булғас!
— Суртан ашайбыҙ бөгөн, Ильяс!
Әле генә күңелһеҙләнеп, илап ултыра инек, хәҙер беҙҙән дә нығыраҡ шатланған кеше юҡтыр. Шулай булмай ни! Балыҡтың да ниндәйен эләктерҙек бит. Үәт, туясаҡбыҙ, исмаһам... Ә балыҡ ярҙан һикрәндәй, һис тә генә ҡулға бирелергә уйламай.
Ҡыуанысыбыҙҙан көлөшөп, һикерәнләгән арала ағас күпер янына ҙур ғына ҡара машина килеп туҡтаны. Унан матур, ҡап-ҡара костюм кейгән бер ағай сыҡты. Галстугын да таҡҡан, моғайын, ҙур кешелер. Иҙелкәй бына-бына ағыҙырға тейеш иҫке ағас күперҙе оҙаҡ ҡарап торҙо ла, беҙгә табан атланы.
— Сәләм, малайҙар!
— Һаумыһығыҙ! — тинек бер тауыштан.
— Нисәнсе класта уҡыйһығыҙ?
— Алтыла.
— Ташҡын мәлендә йылғаға яҡын барырға ярамай тип уҡытыусыларығыҙ әйтмәнеме?
— Әйттеләр ҙә ул, — тинем мин. — Тик балыҡ ашағы килә бит.
— Бәй, ә ниңә ата-әсәйегеҙ һатып алмай? — Ҡара костюмлы ағай һорауҙар биреүен дауам итте.
— Беҙ — детдомдан, — тип һүҙгә Фәрит тә ҡушылып китте. — Бына ниндәй балыҡ тоттоҡ! Теләйһегеҙме, һеҙҙе лә һыйлайбыҙ! Суртан барыбыҙға ла етәсәк...
— Тимәк, детдомдыҡы тиһегеҙ. Әйҙәгеҙ, улай булғас машинаға ултырығыҙ. Йортоғоҙға тиклем алып барып ҡуям. Ташҡын ваҡытында йылға буйында йөрөүе хәүефле.
Машинаның артҡы ишектәрен йәш кенә водитель асып бирҙе. Беҙ ултырҙыҡ. Машина еңел генә урынынан ҡуҙғалды. Теге костюмлы ағай беҙгә берәр кәнфит тотторҙо. Шунан исемебеҙҙе һораны. Үҙе блокнотҡа барыһын да яҙып барҙы. "Һә" тигәнсе детдомға ла килеп еттек. Хушлашҡанда теге ағай, бик етди генә ҡараны ла:
— Башҡаса улайтып йөрөмәгеҙ, — тип бармағы менән киҫәтеп ҡуйҙы. — Директорығыҙға минән сәләм еткерегеҙ.
— Кәнфитегеҙ өсөн рәхмәт, ағай!
— Ярай, һау булығыҙ, балыҡсылар, — тине лә ҡуҙғалып китте. Беҙ Фәрит менән ҡул болғап тороп ҡалдыҡ.
Теге балыҡ харап тәмле булып сыҡты. Ашхананан май һорап алдыҡ та, төркөмөбөҙҙөң аш бүлмәһендә ҡурҙыҡ. Һәр кемгә теүәл өлөш сыҡты. Хәкимә апайҙы
ла һыйларға онотманыҡ. Йоҡларға ятҡанда ла, күптән танһыҡ ризыҡты ауыҙ итә алыуыбыҙға шатланып бөтә алманыҡ.
Тик бер һорау ғына тынғылыҡ бирмәй ине. Теге ҡара машиналағы ағай кем булды икән?
* * *
Өсөнсө дәрес ваҡытында класҡа мәктәп завучы килеп инде. Күҙлеген ипләй биреп, парталар буйлап күҙ йүгертеп алды ла уҡытыусыға ҡарап:
— Ғәфү итегеҙ, Ильяс менән Фәрит кәрәк ине. Срочно ғына детдом директоры саҡырта, — тине. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, йөрәк жыу итеп ҡалды. Тағы ниндәй эш боҙҙоҡ икән тигән уй телеп үтте.
— Тиҙерәк булығыҙ, малайҙар! Һеҙҙе директорығыҙ түҙемһеҙләнеп көтә. — Дәресте өҙгәне өсөн завуч уҡытыусы алдында уңайһыҙланып:
— Ғәфү итегеҙ инде, детдом директорына әйтеп ҡараным, дәрес бөткәс ҡайтарырбыҙ тип. Юҡ, һис тә генә түҙмәй. Өтөп алып бара!
Бер яҡтан дәрестән иртә ҡайтыуыбыҙға эстән шатланһаҡ, детдомда нимә көтәсәге шомдо арттырҙы ғына. Әллә берәй кем нимәлер тип ошаҡлаштымы икән? Улай тиһәң, тәртип боҙғаныбыҙ булманы. Мәктәптә яҡшы уҡыйбыҙ. Ярай, нимә булһа булһын тип, ҡул һелтәнек тә, йортобоҙға киттек.
Детдомдың ишеген асып ингәс тә, вахтала ултырған һаҡсы, туп-тура директор кабинетына барығыҙ, тине.
Ошо Мәүлиҙә Нурғәлиевнаның кабинетына етә башлаһам, ниңәлер аяҡтарым ебей ҙә төшә. Был юлы ла шулай булды. Балалар йортонда Фәриткә ҡарағанда күберәк йәшәйем. Шуға ла ишекте үҙем шаҡып астым:
— Һаумыһығыҙ, инергә буламы?
— Ә-ә-ә, бәрәндәр, килдегеҙме! Тиҙерәк үтә һалығыҙ, аснәҡәттәр. — Директорыбыҙҙың йөҙөнә ҡарағанда кәйефе насар икәнлеге асыҡ сағыла ине. Шуғалыр ҙа инеп тә өлгөрмәнек, сәсрәп беҙҙе әрләй башланы. — Бына бөгөн коллектив менән йыйылып, һеҙҙе генә көтөп ултырабыҙ. Башҡа эшебеҙ юҡ, шуға тип уйлайһығыҙмы?
— Эйе, беҙ бит уйнауҙан, туйғансы әҙер ризыҡты ашауҙан, йоҡлауҙан башҡаһын белмәйбеҙ бит, — тине көлөмһөрәп тәрбиәселәрҙең береһе. — Һеҙ, балалар, эшләйһегеҙ, ә беҙ — уйнайбыҙ. Шулаймы, Ильяс, Фәрит?!
Нимә булған? Беҙгә ашарҙай булып ҡарайҙар. Етмәһә, һәр төркөмдөң тәрбиәсеһе лә бында килгән. Тотош коллективтың директор кабинетында ултырыуы юҡҡа түгелдер.
— Тәк, кисә ҡайҙа булдығыҙ? — тип текләнде Мәүлиҙә Нурғәлиевна.
— Балыҡҡа барҙыҡ, — тинем.
— Һай, һай. Бигерәк ҡыйыу һөйләшәһең түгелме, маңҡа! Тәрбиәсенән һорамай-нитмәй бындай ташҡын мәлендә балыҡҡа барғандар, етмәһә, геройлыҡ күрһәткәндәй ауыҙ асып тора. — Директорҙың асыуы көсәйә бирҙе. — Нимә, ас йөрөйһөгөҙмө әллә?
— Балыҡ ашағы килгәйне. — Бығаса шым торған Фәриттең яуабы ине был.
Ошо һүҙҙәр өнһөҙ ултырған тәрбиәселәргә етә ҡалды.
— Кит, был мәсекәйҙәргә күпме ашатһаң да етмәҫ!
— Әйтмә лә, беҙҙең балалар күрмәгән ризыҡты һоғоналар бит!
— Бүре балаһын күпме ашатма, ул һәр саҡ урманға ҡарай тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән.
— Ҡуй инде, ҡуй. Ошо йыйын алкаштарҙың балаларын кеше итәм тип ғүмер үтте инде.
Беҙгә ҡырын ҡарап ултырған директор ҙа һүҙгә ҡушылды:
— Шунан, кемде күрҙегеҙ унда?
— Бер ағайҙы. Ул ҡара костюм кейгән ине. Аҙаҡ беҙҙе машина менән алып килде.
— Эйе, берешәр кәнфит тә бирҙе, — тине Фәрит.
— Беләһегеҙме һеҙ кем — убырҙар! Ғөтдәгеҙҙе ашарҙай булып йөрөйһөгөҙ шунда, мәңге туймаҫтай. Ҡорһағығыҙ ярылғырҙар. Ә һеҙ ул ағайҙың кем икәнен беләһегеҙме?! — тине төкөрөгөн сәсә-сәсә Мәүлиҙә апай.
Юҡ тигәндәй баш һелктек.
— Алдашмағыҙ. Һеҙ бөтәһен дә беләһегеҙ. Минең исемемде һатыр өсөн юрамал эшләгәнһегеҙ. Күп булмаһа, директорыбыҙ шулай ҙа былай тип янына үҙегеҙ барғанһығыҙҙыр әле. — Мәүлиҙә Нурғәлиевна миңә асыулы ҡарап. — Кәкре аяҡ, кил әле бында. Бына ошо китаптағы фотоға ҡарале. Уның аҫтында нимә тип яҙылған? Әйҙә, ҡысҡырып уҡы!
Бәй, кәртешкәлә беҙҙе алып килгән кисәге ағай ҙаһа! Эйе, эйе! Мин яңылышмайым. Галстугы ла шул уҡ. Фотоһын да аҡрайтып китапҡа баҫҡандар икән. Шунан аҫтағы яҙыуға текләндем:
— Райондың хакимиәт башлығы... — тип ҡысҡырып ошо һүҙҙәрҙе генә уҡығайным, тәнемә эҫе булып китте. Быны ишеткәс, Фәрит тә аптырай төштө. Тимәк, теге кәнфит менән һыйлаған костюмлы ағай ҙур кеше булып сыҡҡан! Ә беҙ уны ҡайҙан беләйек...
Директор өҫтәл тартмаһынан гәзит сығарҙы ла, уны бөтәһенә лә күрһәтеп, ҡулында һелкетеп алды:
— Бына ҡороп киткерҙәр, беҙҙең исемде нисек һаталар! Ҡарағыҙ әле! Район гәзитендә балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә ҡарау юҡ, ташҡын ваҡытында Иҙелгә йөрөйҙәр тип яҙылған. Иртәнсәк глава үҙе шылтыратты. Ильяс менән Фәрит исемле малайҙарығыҙ бигерәк сос икән, ти. Ваҡланып та тормайҙар, Иҙелдә бындай ташҡында суртанды ғына тоталар тигән була. Мин аптырап киттем. Әллә шаяртыумы икән тип уйланым. — Мәүлиҙә апай теге гәзитте сәрт иттереп өҫтәлгә бәрҙе. — Нимә, хәҙер тәртип булһын өсөн һәр ауылдың йылға буйын йөрөп сығайыммы, тип ҡаҙалды башлыҡ. Шелтә бирһендәр өсөн мәғариф идаралығына ла еткерәм тине. Уф, был хәтлем дә игелекте белмәгән балалар булыр икән донъяла. Әҙәм мәсхәрәһе бит, тик торғанда ошо ике туймаҫ тамаҡ өсөн исемең һатылһын әле!? Был хаҡта радионан да һөйләгәндәр, ти. Ауыртмаҫ башҡа тимер таяҡ булдығыҙ инде, ҡәбәхәттәр!
Их, балыҡ тотоуҙың да былай бөтөрөн кем уйлаған! Теге ағай ҙа бының өсөн директорыбыҙҙы әрләр тип кем белгән? Ә ағай үҙе ипле генә күренә, беҙҙең менән дә тыныс ҡына, йылмая биреп һөйләшкәйне.
— Тәк, иптәштәр, быларҙы нишләтәбеҙ? — Директорҙың һорауы ҡаты яңғыраны.
— Спецколонияға ебәрәйек. Аҡылға ултырырҙар, исмаһам.
— Юҡ, әйҙә ай буйына детдомда иҙән йыуһындар!
— Яңы кейем бирмәйек. Йөрөһөндәр иҫкеһендә.
— Эйе, шашып китмәһендәр әле. Йүнле әйбер кейеп үҫкәндәй ҡыланмаһындар.
— Йәшелсә-емешен бүтәндәргә бирергә кәрәк.
— Әйтмә лә, туйған эт хужаһын тешләй тиеүҙәре ошолор.
— Даянға әйтәйек. Бер аҙ саңдарын ҡағып алһын...
Тағы ла әллә күпме тәҡдимдәр яңғыраны. Ишеткәндәрҙән ҡыҙарып-бүртенеп бөттөк. Теге ваҡыт табала ҡыҙарып бешкән суртан кеүек ине битебеҙ.
— Дөрөҫ әйтәһегеҙ, иптәштәр. Барыһын да яза итеп бирһәк тә, әҙ булыр, — тине өҫтәл артынан сығып Мәүлиҙә Нурғәлиевна. — Бына хәҙер йәйгегә яңы кейемдәр бирәсәкбеҙ. Әйҙә, был йолҡоштар йөрөһөн иҫкеһендә. Улар беҙҙең исемде һатам тип ашҡынғанда, ниңә бирәндәрҙе йәлләргә ти! Ашатҡанына, кешесә йоҡлай алғандарына шөкөр ҡылһындар әле. Хөкүмәткә аҡса яуы булып торалар. Ә үҙҙәренән бер тинлек тә файҙа юҡ. Даянға әйтергә кәрәк тигән фекер ҙә дөрөҫ. Әйҙә, иманын уҡытып алһын быларҙың. Әтеү, бауҙан ысҡынған эт кеүек ҡоторалар. — Шунан беҙгә үгеҙҙәй һөҙә яҙып ҡараны ла: — Ә хәҙер — марш мәктәпкә! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Беҙ кабинеттан сығып барғанда йәнә ҡаты тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы:
— Йәйгегә футболка, носки тип ауыҙығыҙҙы ла асмағыҙ!
Бүлмәнең ишеген шартлата тибеп Даян килеп инде. Фәрит менән китап уҡып ултыра инек.
— Эй, ботаниктар, китабығыҙҙы алып тороғоҙ мин булғанда! — Үҙе йоҙроҡтарын төйөп, әллә беҙҙе ҡурҡытырға теләп, ишеккә берҙе һуғып та алды. Барыбер йәш үҙенекен итә икән. Беҙҙән күпкә олораҡ булғас, көрәктәй ҡулдарын улға-һулға һелтәргә оҫта. Мәктәптә лә ауыл балалары менән йыш һуғышып китә. Һин ғәйепһеҙ булып та, һонтор ағай килеп танауыңды тиктомалдан ҡанға борхотоп китһә лә, уға "ҡуй" тип әйтеүсе юҡ. Әле лә Даяндың бүлмәбеҙгә килеп инеүе тиктомалдан түгел.
Кисәге директор кабинетында булғанда "Даянға әйтәйек. Бер аҙ саңдарын ҡағып алһын" тигәйнеләр бит.
— Һеҙ ниңә минән һорамай-нитмәй балыҡҡа барҙығыҙ? — Ирендәре ослайып, Даян миңә яҡынлашты.
— Һин беҙҙең төркөмдөң тәрбиәсеһе түгелһең бит, — тинем.
— Молчать! Ас ҡарғалар. Гел проблемалар һеҙҙән сыға. Һеҙҙең өсөн беләһегеҙме миңә нисек эләкте! Директорҙан шелтә алып тороуы ла рәхәт түгел. Етәр, күп шаштығыҙ! Балыҡ күрмәгәндәй ҡыланып... Мин дә һеҙҙе буш ҡалдырмам.
— Шунан балыҡҡа барған өсөн ер ишелеп төшмәй бит. — Фәрит үҙенсә "башлыҡ" алдында аҡланырға тырышты.
— Һин әле телләшәңме? Мә һиңә! — Фәриттең ҡолаҡ төбөнә шаҡ итеп ҡалды. — Шунан миңә боролдо ла. — Һиңә лә кәрәкме? Бына һиңә! — Йоҙроғон һелтәгәйне, саҡ эйелеп өлгөрҙөм.
— Һеҙҙең кеүек ҡарғаларҙы туҡмап, ҡулымды бысратҡы килмәй. Белеүемсә, һеҙ бик яҡын дуҫтар бит инде. Астан үлерҙәй булып, балыҡҡа ла бергә барғанһығыҙ. Детдомдың исемен юрамал һатып йөрөйһөгөҙ. Директор икегеҙҙең дә кәрәген бирергә
ҡушҡайны. Ә мин ошолайтырға булдым. Бөгөн киске сәғәт һигеҙҙә спортзалға төшәһегеҙ. Башҡа малайҙарҙы ла саҡырам, әйҙә, күрһендәр. Һеҙ бер-берегеҙҙе ҡанға батырғансы туҡмарға тейешһегеҙ. Ысын дуҫлығығыҙ шунда күренер. Кем дә кем еңелә, шуны үҙемә шестерка итеп алам. Ул минең кейемемде йыуасаҡ, бүтән йомоштарҙы үтәйәсәк, әйткән ергә йүгереп барасаҡ. Аңлашылдымы!?
— Мин һуғышмайым, — тинем. Ниңә әле беҙ Даян ҡушты тип бер-беребебеҙҙе күрәләтә ҡанға батырырға тейеш!
— Беҙ һуғышмаясаҡбыҙ. — Фәриттең дә һүҙҙәре минең әйткәнде ҡеүәтләне.
— Тыңламай ғына ҡарағыҙ. Ул саҡта барлыҡ детдом малайҙары һеҙҙе типкеләйәсәк. Шунан икегеҙ ҙә минең ҡолдарым булаһығыҙ инде.
— Туҡмалһаҡ — туҡмалырбыҙ, тик шестерка булмаясаҡбыҙ, — быны әйтмәй булдыра алманым.
Даян нимә тиергә лә белмәй торғас:
— Үҙ һүҙле булып сыҡтығыҙ. Әле минең менән ҡаршылашҡандары осрамағайны. — Башын тырнап, уйланып алғас:
— Ярай, улайһа ҡотолоуҙың икенсе юлы ла бар. Минең кәнфит яратҡанымды беләһегеҙҙер. Әгәр һуғышырға теләмәһәгеҙ, миңә кәнфит алып килегеҙ. Ҡайҙан табырға икәнен әйтәйемме? Ана, ауыл уртаһында баҙар бар. Шунда икәүләшеп барығыҙ ҙа, берәй килоһын сәлдерегеҙ. Бының өсөн һеҙгә теймәйәсәкмен. Башҡа төрлө эш тә ҡушмам. Килештекме?
Яуап булманы.
— Ярай, уйлағыҙ. Һеҙгә һайларға ирек бирәм. Тәүгеһе, икегеҙ ҙә туҡмалып, шунан минең иҙән һөртөүсе сепрәктәрем булаһығыҙ. Икенсеһе иһә, кәнфит урлайһығыҙ ҙа, минән ярлыҡау алаһығыҙ. Кискә тиклем ваҡыт бирәм. — Ялбыр сәсле, һонтор кәүҙәле Даян ишекте шапылдата ябып сығып та китте.
Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Оҙаҡ шым ултырғандан һуң Фәрит һүҙ башланы.
— Ильяс, шунан нимә эшләйбеҙ?
— Әлләсе.
— Урлашып йөрөү насар һымаҡ бит ул.
— Эйе. Әгәр әсәйем күктән ошоно күреп торһа, нимә тиер! Улым исемемде һатып йөрөй тип ғәрләнерме икән? Һуғышҡы ла килмәй бит, Фәрит. Дуҫтар бер-береһен ҡанға батырырға тейеш түгел.
— Яман шашына ошо Даян. Үҙ башына булһа ярар ине! Берәй заман үҙен типкеләп китһәләр ине. Мәйтәм, Ильяс, әллә баҙар яғына барып урайыҡмы?
— Урлашырға тиһеңме?
— Юҡсы. Барып ҡарайыҡ әле. Бәлки, берәй нәмә уйға килер.
Класташыбыҙға барып килергә кәрәк тип тәрбиәсенән һораныҡ та, ауылдағы баҙарға һыпырттыҡ. Ундағы барлыҡ тәм-томдарға ҡыҙығып, әллә нисә тапҡыр урап сыҡтыҡ.
Һатыусылар беҙҙе күргәс тә:
— Малайҙар, һеҙгә нимә кәрәк? — тип һорай.
— Кәнфит. Тик аҡсабыҙ ғына юҡ шул, — тигән булабыҙ.
— Буштың атаһы үлгән! — Ауыҙын йырып, шарҡылдашып көлөп ҡала ҡайһы берҙәре. Шул саҡ күңелгә бик ауыр булып китә.
— Фәрит, мин ҙурайғас, һатыусы булам. Күпме теләйһең, шунса кәнфит ашайһың, ивет. Һине лә һыйлармын әле...
Дуҫым быны ишетеп, шунда уҡ шиғыр сығарып, һамаҡлап ҡуйҙы:
— Тра-та-та, тра-та-та,
Ильяс кәнфит ярата.
Үҫкәс һатыусы булыр,
Кеҫә аҡсаға тулыр.
Шағир дуҫымдың һүҙҙәрен ишеткәс, ҡыуанып киттем. Шул саҡ, бер һатыусы апай, ҡул болғап беҙҙе саҡырып алды.
— Баянан бирле ҡарап торам, нимәгәлер өмөт итеп йөрөйһөгөҙ. Минең эргәнән дә әллә күпме үттегеҙ. — Бер ҡатырға йәшниккә күрһәтеп. — Һеҙгә йомошом бар ине. Бына ошоларҙы иҫке клуб артына сығарып яндыра алмаҫһығыҙмы? Буш итмәм.
— О-о, беҙгә ул бер ни тормай. — Фәриттең ауыҙы йырылып китте. — Булдырабыҙ уны, апай!
Клуб артында төрлө ҡағыҙ-ҡоғоҙҙарҙы яндырыу урыны бар. Шунда дүрт буш йәшникте тиҙ генә яндырып та ҡуйҙыҡ. Бының өсөн теге апай өсәр һум аҡса тотторҙо. Йәшәйбеҙ былай булғас! Күңел дәртләнеп китте. Шунан икенсе һатыусыға барҙыҡ:
— Апай, берәр төрлө ярҙам кәрәкмәйме? — Тағы бер нисә йәшник көлгә әйләнде. Ләззәтләнеп киттек. Кеҫәгә сыңлап тороп инеп ятҡан һәр тәңкә күңелгә май булып яғылды. Әле өсөнсөһөнә, дүртенсеһенә, бишенсеһенә шулай ярҙам иттек. Ҡараңғы төшкәнсе баҙарҙа йүгергеләнек. Ялҡынға керпектәр ҙә өтөлөп бөттө. Ҡағыҙ яндырғанда көслө ялҡын сәскә лә бәрелде. Ул төтөн еҫенә һеңеп бөтөүебеҙҙе әйтәһе лә түгел. Шулай ҙа беҙ сикһеҙ шат инек. Инде һатыусылар ҡайтырға ғына йыйынғанда, кеҫәләге бар тәңкәләргә кәнфит һатып алдыҡ. Бер төргәк кәнфит килде лә ҡуйҙы! Үәт, исмаһам, шәп булды! Эшкә бирелеп китеп, киске ашты ла онотоп киткәнбеҙ. Тимәк, иртәгә иртәнсәк кенә ризыҡ күрәсәкбеҙ. Әммә былар барыһы ла кәйефте ҡырманы. Беҙ бит тәү тапҡыр үҙ көсөбөҙ менән аҡса эшләнек. Шуға кәнфит алдыҡ. Эйе, һатып алдыҡ, ә Даян ҡушҡанса урлашманыҡ.
Шат йылмайып, тау башындағы ике ҡатлы йортобоҙға ҡайтып та киттек. Үҙебеҙ кәзә бәрәстәре кеүек һикрәнләйбеҙ. Күптән бындай кәнфитте күргән юҡ ине. Шуға ла берәрҙе тәмләп ҡарарға булдыҡ. Их, шул тиклем дә татлы икән! Был хәтлем дә телеңде йоторлоҡ тәмлекәсте тәүгә ауыҙға алыуым.
Ҡалғанын иһә Даянға алып барып бирҙек. Кәнфит тулы төргәкте күргәс, "башлыҡ"тың ауыҙы йәйелеп китте. Һуҙылып ятҡан карауатынан һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
— Ну шәп иткәнһегеҙ. Хәҙер урлашырға һеҙҙең дә ҡулдан килә! — Ирендәрен сап иттереп яланы ла, шунда уҡ бер нисә кәнфитте һоғоноп та ҡуйҙы...
Фәрит менән мәктәптән ҡайтып киләбеҙ. Детдом янында йәшәгән әбейҙең өйөнә барып еткәс, таныш еҫ йәнә танауға килеп бәрелде. Күрәһең, әбей балыҡ
на баҫты. Ниңәлер ошо мәлдә үҙемде ауға килеп эләккән балыҡтай тойҙом.Тамаҡҡа төйөр килеп тығылды.
— Тиҙерәк китә һалайыҡ бынан, — тинем дә, эре-эре аҙымдар менән балалар йортона табан атланыҡ.
Тартып алынды
Тәүге дәрестән бирле Әмилә үҙенә урын таба алмай. Уның бер уйы — нисек тә булһа иртәрәк мәктәптән ҡайтыу. Бының сәбәбе лә бар.
— Ильяс, бөгөн кейем бирәләр, — тине ауыҙы йырылып ул. — Төшкә ҡарай өләшә башлайҙар, шуға тиҙерәк ҡайтырға кәрәк.
— Ә һин ҡайҙан беләһең?
— Башҡа ҡыҙҙарҙан ишеттем. Хәтәр шәп кроссовкалар алып килгәндәр икән, яңы костюмдар ҙа бар, тиҙәр. — Был хаҡта һөйләгәндә класташымдың йөҙө балҡып китте.
— Һәйбә-әт! Миңә лә берәй йүнле кейем эләкһә ярар ине...
— Шуға ла һиңә әйтәм бит. Белеп ҡуй — ауыҙыңды асып йөрөһәң — бер нимәһеҙ ҡалырһың. Хәҙер үк дәрестән һорап ҡайтырға кәрәк. Складҡа тәрбиәсебеҙ менән барабыҙ, беренсе булып сиратҡа баҫабыҙ. Шунан үҙеңә тап килгәнен һайлап алаһың.
— Шулай ҙа ул. Тик уҡытыусы ебәрмәҫ...
— Ебәрергә тейеш. Нисек булһа ла, алдан өлгөрөргә кәрәк. Әтеү йүнлеһен һайлап бөтһәләр, ҡалыр шунда йә ҡыҫҡаһы, йә оҙоно. Йөрө шунан кеше көлдөрөп. Анау тапҡыр кроссовки алғанда эләкте инде миңә. Ат башындай ҙуры ғына ҡалғайны. Башҡаһы булмағас, алдым инде. Аҙаҡ көлмәгән кешеһе ҡалманы. Анау көндө физкультура дәресендә кроссовки аяғымдан төшөп ҡалды. Юҡ-юҡ, хватит! Инде йүнлеһен, үҙемә ярағанын генә эләктерәсәкмен.
Бына ҡыңғырау зыңғырланы. Биология дәресе башланды. Мин үҙемдең яҡын дуҫым, бер бүлмәлә йәшәгән Фәрит менән ултырам. Беҙҙең класта өс детдом балаһы уҡый: мин, Әмилә, Фәрит. Уҡытыусы яңы тема аңлатҡанға күрә, дәфтәремде алып, барыһын да яҙып барҙым.
Тик Әмилә генә һаман үҙенә урын тапмай, тегеләй-былай борғалана. Миңә ҡағыҙ ташлай ҙа, уға ҡараһаң, "әйҙә, һорайыҡ та ҡайтайыҡ" тигәндәй ымлай. "Юҡ, һорамайым", тигәндәй башымды сайҡайым да, яҙыуымды дауам итәм.
— Апай, мөмкинме беҙгә ҡайтырға, — тине ахырҙа Әмилә. — Детдомға медкомиссия килергә тейеш, тәрбиәсебеҙ дүртенсе дәрестән һорап ҡайтырһығыҙ тигәйне.
— Юҡ! Дәрес ваҡытында ниндәй медкомиссия ти.
— Улай булғас, яҙмайым да, уҡымайым да.
— Етәр, Әмилә. Һин бит хәҙер бала түгел. Ана, ҡарале малайҙарға. Бөтәгеҙҙә бер йортта йәшәйһегеҙ, ә холоҡтарығыҙ төрлө. Бына мин Ильяс менән Фәритте өлгө итеп ҡуйыр инем. Дәрестә тып-тыныс ултыралар. Өйгә эште ваҡытында үтәйҙәр, уҡытыусы менән телләшмәйҙәр ҙә. Ә һин ҡыҙ башың менән насар ҡыланаһың. Әйҙә бүтән улайтма, йәме!
— Ой-ой-ой! — Әмилә ауыҙын остайтып, көлөп ебәрҙе. — Улар шулай күренә генә, ә үҙҙәре... Бына Фәрит йоҡосоноң йоҡосоһо. Ә Ильяс — эт ялҡауы. Исмаһам, үҙенең кейемен дә йыуа белмәй — гелән апаһынан йыуҙыра.
— Үҙең һин йоҡосо! — Фәрит тә шымып ҡала алманы.
— Кешенән көлөргә тиһәң, Әмиләне ҡуш инде, — тине кластағы ҡыҙҙарҙың береһе.
Шуны ғына көткән Әмилә урынынан һикереп торҙо:
— Нимә тинең, сүмес баш? Һин ниңә ҡыҫылаһың, ә? Күптән кәрәгеңде алғаның юҡмы? Минең менән булышҡансы, ана, оҙон танауыңды ҡыҫҡартыр инең. — Теге ҡыҙ ҙа шымып ҡалманы:
— Мин "икеле" тоҡсайҙары менән һөйләшмәйем, — тине лә алдына боролдо.
— Ах, һин, заучка! Хәҙер кәрәгеңде алаһың! — Асыуы ташҡан Әмилә класташыбыҙҙың сәсенә барып йәбеште.
— Әлеү-ү! Ебәр тинем!
— Инде белерһең кем менән телләшергә!
Парта ҡолап китте. Ултырғыстар йән-яҡҡа осто. Оло йәштәге уҡытыусы уларҙы нисек кенә тынысландырырға маташмаһын, барыбер килеп сыҡманы. Ҡыҙҙар бер-береһенең сәсенә йәбешкән дә, ебәрергә уйламайҙар ҙа. Башҡалар ҙа урынынан торорға баҙнат итмәй. Әмиләнең холҡон улар яҡшы белә — аҙаҡ үҙҙәренә эләгеүе бар.
Фәрит менән икебеҙ Әмиләне айырырға булдыҡ. Бәхәс беҙҙең арҡала башланды бит.
— Әмилә ебәр уны, — тинем тынысландырырға тырышып.
— Етәр, һинең өсөн беҙҙән көләләр бит, — ти Фәрит. — Былай ҙа гел детдомдыҡыларҙың эсен сәйнәйҙәр.
Шул арала теге ҡыҙ Әмиләнең ҡулын тешләп алды.
— А-а-а! Ҡулымды-ы-ы!
— Ә мин һиңә ебәр тинем бит! — Ҡыҙ ҙа тешләүенең сәбәбен аңлатмаҡсы итте.
Ҡыҙарып киткән Әмилә йәнә тегегә тондорҙо. Тас та тос һуғыш китте. Дәфтәр, ручкалар тирә-яҡҡа осто. Теге ҡыҙыҡай иҙәнгә ҡолап китте. Беҙ уларҙы айырабыҙ тип, үҙебеҙгә лә "өлөш" алдыҡ.
Әмилә сап иттереп Фәриттең битен тырнап алды, шунан мине лә осора төртөп ебәрҙе. Ҡысҡырышыуҙарҙан класс яңғырап тора.
— Етәр! Етәр! Етә-ә-әр тинем! — Уҡытыусы түҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрҙе. Бөтәһе лә тымып ҡалды. Апай асыулы итеп беҙгә ҡараны. — Хәҙер үк кластан сығығыҙ! Дәресте бүлеп юрамал ҡыланаһығыҙ инде!
Әмилә шунда уҡ дәфтәр-ручкаларын йыя башланы. Фәрит менән мин генә сығырға ашыҡманыҡ.
— Барығыҙ, барығыҙ, барығыҙ! Тиҙерәк күҙемдән юҡ булығыҙ тигәндәй, уҡытыусы ишек яғына күрһәтте. Әмиләнең артынса беҙ ҙә сыҡтыҡ. Ул ишек төбөндә көтөп торған икән. Класта ғауға ҡуптарғаны өсөн уның менән һөйләшке лә килмәй. Ә ул бер ни булмағандай йылмая ғына.
— Үпкәләмәгеҙ миңә, —тигән була.
— Юҡ, башҡа һинең менән һөйләшмәйем. — Бите тырналған Фәрит шулай яуапланы.
— Ярай көймә инде. — Әмилә юхалана бирҙе. — Анау осло танауға йәнеп көйҙө лә китте. Ул үҙе детдомдыҡылар тураһында һөйләнергә ярата. Ә дөрөҫөн әйткәндә, мин юрамал талаштым.
— Нисек инде юрамал? — тип аптыраштыҡ.
— Ә бына шулай. Уҡытыусы ҡайтырға тәүҙә үк рөхсәт итмәгәс, нисек тә булһа һыпыртырға кәрәк тип ултыра инем. Шунан кемдер менән булһа талашыр кәрәк тип уйлап ҡуйҙым. Ә теге ҡыҙ минең ҡорбаным булды ла ҡуйҙы. — Һәйбәт иттем, ивет?
— Әллә инде... Детдомға уҡытыусыбыҙ шылтыратып әйтмәһә ярар ҙа ул, — тинем.
— Әйтһен дә, әйҙә! Берҙе әрләрҙәр ҙә оноторҙар. Ә бына бөгөн матур кейем алһам, үәт, исмаһам, шәп буласаҡ. Малайҙар, һеҙгә костюмды үҙем ҡарап бирәсәкмен. Шөкөр, кейемдә мин вкусым бар ул. Тик һеҙ миңә асыуланмағыҙ, йәме!
Бергә уҡып, бер йортта йәшәгән кешегә оҙаҡ үпкәләп буламы инде?! Әмилә лә шул хәтлем мауыҡтырғыс һөйләүгә әүәҫ. Ғәйебе булһа ла, уны танып, йәтеш кенә итеп аҡлана белә. Бына әле лә класта ғауғаның сығыуы шул иртәрәк ҡайтыу хәстәрләүенән икән тине.
— Ярай, Әмилә, бүтәнсә улайтма. Белгең килһә, аҡыллы ҡыҙҙар һуғышып, талашып йөрөмәй. — Оҙаҡ шым барғандан һуң Фәрит телгә килде.
Әмилә был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡыуанып китте:
— И-и-и, минең аҡыллыларым! Бүтәнсә улайтмам, әммә ҡаршы сыҡһалар — шымып ҡалмам!
Балалар йортонда күпселек ыҙғыш шул кейемгә бәйле. Йөҙ балаға бер юлы әйберҙәр алып киләләр ҙә, шунан тараталар. Өйҙәге кеүек һәр кемде кейендерер өсөн айырым баҙарға йөрөтмәйҙәр. Гелән бөтәһенә лә бер үк төҫтә әйбер алына. Аяҡ кейеме лә, костюм да, куртка ла, шапка ла, бирсәткәләр ҙә — бөтәһе лә бер иш! Игеҙәк кеүек йөрөйһөң шунда! "Ана, инкубаторҙар урамға сыҡҡан!" — тип мыҫҡыллай ауылдан ҡайһы берәүҙәр. Әй, ғәрләнәм шул һүҙҙәрҙе ишетһәм. Ошо сепрәк-сапраҡтарҙы һаҡлап кейә белеү ҙә — ҙур оҫталыҡ. Берәүҙең бирсәткәһе тишелһә, икенсенекен урлай ҙа ҡуя. Ә һин минеке тип әйтеп ҡара! Бөтәһе лә бер иш бит! Бик һирәк кенә бүтән төҫтәге бер нисә кейем килә. Бына шул өлөшкә эләгәйем тип хыяллана ла инде Әмилә.
— Бына мин ҙурайһам, теләгән кейемде һатып аласаҡмын. — Фәрит татлы хыялдары менән уртаҡлашырға тотондо. — Балаларыма ла, ҡатыныма ла бүтәндәрҙә булмағанын һайлармын. Һеҙгә лә иң затлыһын бүләк итермен, йәме?!
Класташыбыҙҙың йомартлығынан йылмайып ебәрҙек. Эй, хыялланырға ярата ла инде Фәрит! Беҙҙә эшләгән Флүрә апай, әгәр ныҡ теләһәң — хыялдарың тормошҡа аша, ти. Фәриттең дә, минең дә, Әмиләнең дә уйлағандары ысынға әйләнһә ярар ине.
Бөгөн төркөмөбөҙҙә Хәкимә апай эшләй. Беҙҙең иртә ҡайтыуыбыҙға аптырап ҡуйҙы.
— Әй, уҡытыусы ауырып киткән, — тип яуапланы Әмилә.
Беҙ мәктәп кейемдәрен алыштырғансы, сос ҡыҙыҡай келәт яғын урап өлгөргән. "Хәкимә апай, унда хәҙер кейем бирәләр. Әйҙәгеҙ, шунда барайыҡ", — тип Әмилә һорағас, тәрбиәсебеҙ теге "хазина"ға алып китте.
— Ур-ра, беҙ беренсе! — Әмилә шатлығынан һикереп ебәрҙе. — Уңдыҡ былай булғас. Малайҙар, тәүҙә миңә һайлайбыҙ ҙа, шунан үҙем һеҙгә ҡарап бирәм, йәме.
Ҡалай класташыбыҙ сос икән! Ысынлап та, бер нисә бүтән төҫлө кроссовки, костюмдар ҙа килтергәндәр. Бүтәндәрҙән айырылып торған кейемдә йөрөйәсәгемде күҙ алдыма килтергәс, күңелгә йылы йүгерҙе. Фәрит тә ҡыуанысынан ҡайҙа баҫырға белмәй.
Бына Әмилә үҙенә оҡшағанын һайлап алды. Башы күккә тейерҙәй булып ҡыуана инде.
Шунан беҙгә һайлашырға тотондо:
— Тәк, Ильяс, быға тиклем ҡыҫҡа еңле костюмда йөрөүеңде онот! Хәҙер шартына килтерәбеҙ. Бына быныһын үлсәйек әле.
— Киңерәк шикелле, Әмилә.
— Улай булғас, быраҡтыр ситкә! — Тәрбиәсе ишетмәгәндә ҡолағыма шыбырланы. — Икенсеһен ҡарайыҡ.
— Ныу, Ильяс, ҡалай шәп быныһы! — Ситтән ҡарап торған Фәрит һоҡланыуын йәшермәне. Тиҙҙән уға ла килешкәнен һайланыҡ. Был юлы тап килгән кроссовкаларҙы ла алдыҡ. Бына, исмаһам, шатлыҡ.
Һуңлап килгәндәргә бындай бәхет тәтемәне. Уларҙы быйыл да "инкубаторҙар" тип эләкләйәсәктәре көн кеүек асыҡ. Ә беҙгә улай тип әйтмәйәсәктәр. Үәт!
Беҙ быларҙы кемгә генә маҡтанып күрһәтмәнек. Төркөмдәштәр бына исмаһам көнләште! Ярай әле башлы Әмиләбеҙ бар! Мәктәптә лә иғтибар үҙәгендә булдыҡ.
— Бына ҡарағыҙ әле — ниндәй кейем алып бирҙеләр! — Класташыбыҙ шундуҡ өйрөлөп тә күрһәтә. — Детдомдыҡы булғас та беҙҙе мәхрүмештәр тип уйламағыҙ!
Ауыл балалары ла быға һоҡланып ҡуя:
— Оһо! Бигерәк килешә һиңә, Әмилә!
— Йылы тәнеңдә туҙһын...
— Ә һеҙ ана Ильяс менән Фәриткә ҡарағыҙ әле! — Ул беҙгә бармағы менән күрһәтә. — Үҙем һайлап бирҙем. Бына, исмаһам, джентельмендар хәҙер!
Инде беҙҙең өҫ-башты тикшерә башланылар. Матур кейемдә булғас, уҡыуы ла еңел икән. Үҙем генә бөгөн ике "бишле" алдым. Әмилә лә "бишле"не эләктерҙе.
Бөгөн бөтә дәрестәр ҙә һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Тиҙерәк киләһе уҡыу көнөнөң етеүен теләп, ҡайтырға сыҡтыҡ.
— Шәп иттек, ивет малайҙар!
— Эйе, рәхмәт һиңә, Әмилә!
Шатлығыбыҙҙың сиге булмаҫ кеүек ине...
Мәктәптән ҡайтҡас та детдом директоры кабинетына саҡыртып алды.
Мәүлиҙә Нурғәлиевна беҙҙе күреү менән, төкөрөктәрен сәсә-сәсә һөйләнә башланы:
— Күҙегеҙ түпәгә менерҙәй итеп күп шаштығыҙ! Мәктәптә лә, бында ла эш боҙоп ҡына тораһығыҙ. Кисәге генә дәрестә һуғыш ойошторғанһығыҙ икән. Ә тәрбиәсегә ҡайтып, уҡытыусы ауырый тип алдағанһығыҙ. Хәкимә апайығыҙ, етмәһә һеҙгә кейем дә келәттән алып биргән. Юҡ-ҡ... Бындай рәхмәтһеҙ балаларҙы шаштырырға ярамай.
Хәҙер үк быйыл алған бөтә кейемдәрегеҙҙе лә кире тапшырығыҙ! — Директорҙың һүҙҙәренән әллә нисек булып китте. Класташтарымдың да башы эйелде.
— Апай, дөрөҫөн әйткем килә... — тип һүҙ башлағайны ғына Әмилә, Мәүлиҙә Нурғәлиевна шунда уҡ уның ауыҙын япты:
— Етәр-р! Ишеткем дә килмәй тауышығыҙҙы! Күҙемдән юғалығыҙ һуғыш суҡмарҙары! Ә хөкүмәт әйберҙәрен хәҙер үк тапшырығыҙ! Марш бынан әремтамаҡтар!..
Яңы костюм, ялтлап торған кроссовки кейеп бүтән йөрөй алманыҡ. Улай ғына булһа ине лә ул! Йыл башында алған футболканы ла, свитерҙы ла, бүтән кейемдәрҙе лә тартып алдылар...
Эшләй белмәй
Көҙ — беҙҙең өсөн ҡыҙыу миҙгел. Быйыл бигерәк тә, сөнки картуф һәләк уңған икән. Тәрбиәсебеҙ Рәйфә апайҙың баҡсаһы ғәләмәт ҙур. Бына шунда көн дә эшләйбеҙ ҙә инде. Картуф алырға барасағыбыҙҙы алдан әйтеп ҡуя. Ял етһә, көнөбөҙ шунда үтә.
Бөгөн дә үҙе детдомда эш урынында ятып ҡалһа ла, алты баланы өйөнә ебәрҙе.
— Көндәр боҙолорға тора, бөгөн эште бөтөрөгөҙ инде, — тине беҙҙе оҙатҡанда.
Рәйфә апайҙың баҡсаһындағы ер яман ныҡ ҡаты, шуға унда ҡаҙыуы ла ауыр. Анау көндә ҡулға сөйәл сығып бөттө, бил дә төнө буйына һыҙланы. Етмәһә, апай үҙе өйҙә булмаһа, уның ире беҙҙең хужабыҙ кеүек ҡылана. "Ярай, ҡайтып ашап килегеҙ", — тип, төш етһә детдомға ҡайтара. Тәрбиәсебеҙ төшкө аштан һуң йәнә үҙенә ҡыуа. Тәмләп өйөндә сәй эсереүҙәре һирәк кенә булғыланы.
Кисәге төркөмөбөҙҙә төнгө "няня" булып эшләүсе Флүрә апай үҙенә ҡунаҡҡа саҡырғайны.
— Тәмле итеп аш бешерермен, ҡоймаҡ ҡойормон. Мунса ла яғырбыҙ әле, — тине мөләйем апай. Төшкә тиклем Рәйфә апайҙа бил бөктөк тә ул, тик детдомға килеп ашағандан һуң кире барғы килмәне. Арыным, шул картуфын күрге лә килмәй. Фәрит тә әллә ни атлығып тормай.
— Фәрит, әйҙә, Флүрә апайға барайыҡ. Ул кисә саҡырҙы бит, — тинем бүтәндәр ишетмәгәндә.
— Ысынлап та. Ҡара әле онотоп та торамсы. Әйҙә, барайыҡ...
Төшкө аштан һуң алтауыбыҙ Рәйфә апайҙың ҡушыуы буйынса баҡсаһына киттек.
— Малайҙар, бөгөн өлгөртөр кәрәк... — тип йәнә ҡабатланы тәрбиәсебеҙ.
Детдомдың ҡапҡаһынан сыҡҡас та Фәрит менән икенсе яҡҡа һыпырттыҡ. Малайҙарға был турала өндәшмәҫкә ҡуштыҡ.
— Беҙгә лә күстәнәс алып килһәгеҙ, Рәйфә апайға әйтмәбеҙ, — тине "эшселәрҙең" береһе. — Уның ире лә өйҙә юҡ шикелле. Моғайын, һиҙмәҫтәр.
— Рәхмәт һеҙгә. Алып килербеҙ...
Йылғаға яҡын ғына матур өй бар. Ошо булыр Флүрә апайыбыҙҙың йорто. Ана, баҡсаһы тулы сәскә, әллә ҡайҙан балҡып тора.
— О-о-о, ниндәй ҡунаҡтар! — Хужабикә беҙҙе күреү менән йылмайып ебәрҙе. — Әйҙүк, әйҙүк. Бына ашым да бешә. Кисәге генә һарыҡ һуйғайныҡ.
Тәмле еҫ өйгә таралған. Их, ҡалай танауҙы ҡытыҡлай ул! Күптән ундай ашты ашаған юҡ ине.
Флүрә апай шыж да пыж итеп ҡоймаҡ ҡоя, үҙе беҙҙең менән һөйләшә:
— Улымды былтыр әрмегә алғайнылар — күңелһеҙ булып китте әле. Чечняға эләккән бәләкәсем. Ә ағайығыҙ эштә. Мин көнө буйы өйҙә яңғыҙым. Бына һеҙҙе күргәс, өй яҡтырып китте.
Эҫе генә ҡоймаҡтарҙы ҡаймаҡлап алдыбыҙға ҡуя.
— Хәҙер ошоно бөтөрәйем дә, аш эсербеҙ, йәме... — ти яғымлы тауышы менән.
Был турала Флүрә апайға әйтергәме-юҡмы тип оҙаҡ уйлап ултырҙым. Шунан әсәләй яҡын күргән кешегә барыбер еткерергә булдым:
— Беҙ бит Рәйфә апайҙан ҡастыҡ, — тинем.
— Бәй! Нисек инде ҡастыҡ?
Һүҙгә Фәрит тә ҡушылды:
— Бөгөн уның баҡсаһында эшләнек. Анау көндә картуфын ала башлағайныҡ. Бөгөн бөтөрөгөҙ, ти ҙә ҡуя. Былай ҙа төшкә тиклем хәл бөттө. Яңынан үҙенә ебәргәс, дүртәүбеҙ уға китте, ә беҙ Ильяс менән һеҙгә һыпырттыҡ.
Флүрә апай уйға батты.
— Дә-ә-ә, улай икән. Шул Рәйфә апайығыҙ үҙенең ике балаһы булып, гел һеҙҙән эшләтә. Ҡышын уға һыу ташып йөрөгәнегеҙҙе лә беләм.
— Эйе шул.
— Малайҙарҙы малын ҡарарға ҡушҡанын, һарайын таҙартырға ебәргәне хаҡында ла ишеткәйнем. Ҡыҙҙарҙан өйөн йыйыштырырға, иҙәнен йыуырға ҡуша икән.
— Дөрөҫ, апай...
— Ә бына һеҙҙең мине яҡын күреүегеҙҙе өнәп етмәй Рәйфә. "Балаларҙы шаштырма, үҙеңдән алыҫ тот" тигән була. Анау тапҡыр һеҙгә йыуаса алып килеүемде лә оҡшатманы. Ҡыҙыҡ ҡатын инде ул.
Шунан апай эҫе генә аш һалды, күпереп бешергән икмәген дә өҫтәлгә ҡуйҙы. Ҡоротлап аш бигерәк тәмле икән! Бындай һөтлө сәйҙе лә күптән эскәнебеҙ юҡ ине. Уңған да инде беҙҙең Флүрә апайыбыҙ!
Туйып алғас, урамға сығып, күрше малайҙар менән уйнап та алдыҡ. Аҙаҡ мунса индек. Ошо мәлдә үҙемдең балалар йортонда йәшәүем хаҡында онотоп та киткәнмен. Бында бит бөтә нәмә өйҙәгесә. Шуны ярамай, быны ашарға хөкүмәт ҡушмай, тегендә бармағыҙ, унда йөрөмәгеҙ тиеүсеһе лә юҡ.
"Няня"быҙ ҙа үтә яғымлы, изге күңелле. Мунсанан һуң тағы баллап сәй эстек.
Көндөң кискә ауышыуын һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Флүрә апайҙа нисек кенә яҡшы булмаһын, беҙгә детдомға ҡайтыр кәрәк. Әгәр һуңлаһаҡ — Рәйфә апайыбыҙ тетмәбеҙҙе тетәсәк! Флүрә апай күп иткәнсе тәмлекәстәрҙе, бөгөнгө ҡоймағын да һалып бирҙе.
— Барыһына ла минән сәләм әйтегеҙ. Иртәгә күрешербеҙ, йәме! — тип оҙатып ҡалды. Беҙ ҡыуанышып, ҡоралай кеүек һикерә-һикерә, ҡайтып киттек.
— Бына үҙемә шундай матур өй төҙөйәсәкмен! — тигән була дуҫым. — Унда бөтәһенә лә урын етәсәк. Һин дә, Ильяс, шулай гел ҡунаҡҡа килеп йөрөрһөң.
— Рәхмәт. Мин дә Флүрә апайҙарҙыҡы кеүек йорт һаласаҡмын.
— Әйҙә, Ильяс, ҡул ҡыҫып ант итәйек — балалар йортонан сыҡҡас, матур итеп үҙебеҙгә донъя ҡорабыҙ ҙа, дуҫ, татыу ғаиләбеҙ менән аралашып йәшәйбеҙ...
— Әйҙә! Ант итәм...
Рәйфә апай беҙ бүлмәгә ингәнде һиҙмәй ҙә ҡалды. Теге малайҙар арып ҡайтҡан, карауатта һуҙылышып яталар. Күстәнәс тулы пакетты күргәс, кемуҙарҙан уратып алдылар.
— Бар ҡыҙҙарҙы ла саҡырығыҙ әле! Флүрә апай бөтәһенә лә теүәл бүлергә ҡушты, — ти Фәрит.
Тиҙҙән ҡыҙҙар ҙа бүлмәгә йыйылды. Һәр кемгә икешәр ҡоймаҡ, берәр ус кәнфит эләкте. Бындай бәхеттән тегеләр ҙә арығанын онотто шикелле.
— Картуфты алып бөттөгөҙмө? — тинем.
— Уй-й, ҡайҙан... Әле тағы бер көнлөк эш бар.
— Эйе шул, ике көнлөк булмаһа.
— Етмәһә, ире ҡайҙандыр ҡайтып инде лә һеҙҙе таптыра.
— Ә һеҙ нимә тинегеҙ? — Фәрит урынынан ҡалҡына бирҙе.
— Бер нимә лә тимәнек. Барыбер Рәйфә апайға шылтыратып әйтәсәген беләбеҙ бит.
Шул саҡ бүлмәгә Рәйфә апай килеп инде. Йөрәк жыу итеп ҡалды.
— Ҡайҙа йөрөнөгөҙ, бездарҙар? — Тәрбиәсе тәүҙә Фәриткә килде лә, башына асҡыс менән шаҡ итеп һуғып ебәрҙе. — Кемегеҙ ҡотортто?
Яуап биреүсе булманы. Апай тапочкаһын сисеп, табаны менән минең дә башына шаҡылдата һуҡты. Башым әйләнеп китте. Бүлмәбеҙгә йыйылған малай-ҡыҙҙар сығып ҡасырға уйлағайны ла, Рәйфә апай шунда уҡ туҡтатты:
— Берәү ҙә урынынан ҡуҙғалмай тинем! — Шунан беҙҙе һөҙөрҙәй итеп ҡарап алды. — Был бәндәләргә таянырға ярамай! Ҡалай сос булып сыҡтылар әле! Ничего, кәрәгегеҙҙе бирермен әле. Һеҙ булмағас — бүтәндәр эште бөтөрә алмаған. Ә иртәгә ҡар яуып ҡуйһа? Хоҙайҙан яҡшы көндө теләгеҙ, көн боҙолһа — башығыҙҙы ашайым. Шул Флүрәлә йөрөнөгөҙмө?
Бер һүҙ ҙә әйтмәнек. Рәйфә апайҙың асыуы ҡабарҙы ғына:
— Һеҙҙе кәнфит менән әүрәтеп үҙ эшен эшләтәлер әле.
— Беҙ эшләмә... — әйтеп бөтөргә лә ирек бирмәне.
— Шым! Ауыҙыңды аса күрмә. Йән көйгәндә йә тәҙрәнән алып ырғытырмын... — Бүтәндәр ҡоймаҡ тотҡан көйөнә ҡатҡан да ҡалған. Быны Рәйфә апай ҙа күреп ҡалды.
— Хәҙер үк аш һыуы биҙрәһен алып кил әле, — тине ҡыҙҙарҙың береүһенә.
Теге ҡыҙ етеҙ генә алып килде лә, бысраҡ биҙрәне бүлмә уртаһына ултыртты.
— Ҡулығыҙҙа нимә бар — ошо биҙрәгә ташлағыҙ! — Быны ишеткәс, балалар бер-береһенә ҡарашты. Ҡоймаҡты күптәре онотҡанда бер күрә. Кемдер хатта уны берҙе тешләп, тәмен татып та өлгөргән.
— Апай, тағы берҙе тешләһәм буламы? — тине кемдер арабыҙҙан.
— Никаких! Хәҙер үк ташлағыҙ. Беренсенән, санэпидстанция ундай аҙыҡты ашатырға ҡушмай. Икенсенән, бүтән Флүрәнең ҡулынан берәй нәмә алып ҡарағыҙ әле!
Кемдер илап та ебәрҙе. Ашай ғына башлаған ҡоймағын да, кәнфиттәрҙе лә биҙрәгә ташлап, күңелдәре төшөп, бүлмәнән сығып киттеләр.
— Ну был Флүрә теңкәмә тейҙе генә! Ул педагог түгел, белеп ҡуйығыҙ шуны, — тип апайҙы әрләргә күсте. — Балалар менән бөтөнләй эшләй белмәй. Һеҙҙең режимды боҙоп, үҙенә саҡырған кешене башы бар тип әйтеп буламы? Уның был ҡылығын мин, юғары белемле педагог, аңлай алмайым. Ошо турала Мәүлиҙә Нурғәлиевна менән һөйләшергә тура киләсәк.
* * *
Флүрә апай аҙнанан ашыу күренмәне. Уға нимә булған икән тип, борсолоп бөттөк. Бәлки, ауырыйҙыр, бына төҙәлер ҙә, эшкә сығыр тип уйланыҡ. Һәм бер көндө Флүрә апай төркөмгә килеп инде. Ниңә көндөҙ эшкә килгән, тип аптырап та ҡуйҙыҡ. Яратҡан апайыбыҙҙы сыр-сыу килеп шунда уҡ һырып алдыҡ. Уға бер-бер артлы һорауҙар яуҙы:
— Һеҙҙе һағындыҡ, апай! Ҡайҙа булдығыҙ?
— Әллә ауырынығыҙмы?
— Хәҙер һеҙ көндөҙ ҙә эшләйһегеҙме?
Тик ниңәлер "няня"быҙҙың кәйефе юҡ. Ҡулына документтар тотоп алған. Бер аҙ шым торғандан һуң, йылмайырға тырышып беҙгә яуап бирҙе:
— Рәхмәт, балаҡайҙар! Миңә бер ни ҙә булманы. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән йыш осраша алмаясаҡбыҙ. Шулай килеп сыҡты инде. Әммә өйөмдөң ишеге һеҙҙең өсөн һәр саҡ асыҡ. — Флүрә апай һәр беребеҙҙең башынан һыйпаны ла, сығыу яғына ыңғайланы.
Бынан һуң ул балалар йортона бүтән килмәне...
Өҙөлгән өмөт
Март айының башы ине. Балалар йортоноң "башлығы" Даян киске аштан һуң Фәрит менән мине бүлмәһенә саҡырып алды. Нимә булды икән? Бер эш тә ҡылманыҡ шикелле. Тәртип боҙһаҡ, тәрбиәселәр уға "саңыбыҙҙы ҡағырға" ҡушҡанын беләбеҙ ҙә ул. Шулай ҙа...
— Һеҙгә бик мөһим задание бар, — тине ялбыр сәсле Даян. — Белеп тораһығыҙ, 8 Март яҡынлашып килә. Байрамға һөйгән ҡыҙыма бүләк алырға аҡса кәрәк. Шуның өсөн һеҙҙе саҡырттым да инде. Сос икәнегеҙҙе беләм. Ике көн генә ҡалды. Икәүләшеп миңә илле һум табып килтерегеҙ...
— Ә беҙ уны ҡайҙан алайыҡ? — тинем аптырап.
— Уныһы һеҙҙең эш: һорап тораһығыҙмы, урлайһығыҙмы, эшләп алаһығыҙмы... Ике көн эсендә илле һум булмаһа, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Ярай, ошоноң менән һүҙем бөттө, хәҙер үк эҙләй башлағыҙ, — тине лә карауатына һуҙылып ятты. — Барығыҙ, барығыҙ!
Ошо Даянды... Ул беҙҙән шуға көслөрәк. Шуның менән файҙалана ла. Ә уҡыуы әллә ни яҡшынан түгел. Күпме балаларҙан көлгәне бар уның. Анау тапҡыр миңә лә эләкте. Бына хәҙер аҡса таптыра. Был турала тәрбиәсегә әйтһәң, үҙеңә генә насар эшләйәсәкһең. Ошаҡлашып йөрөйһөң тип кәрәгеңде биргәнсе туҡмар. Башҡа малайҙарҙы ла һиңә ҡаршы ҡотортор әле.
Ул тиклем аҡсаны ҡайҙан табырға! Беҙгә ул хәтлемде берәү ҙә биреп тормаҫ. Ишшеү, урлағыҙ тигән була! Юҡ, утта яндырам тиһәләр ҙә, ҡулымды кеше кеҫәһенә тыҡмам!
Иртәгәһен мәктәптән һуң магазин янына барҙыҡ.
— Берәйһенән һораһаҡ, бәлки, бирерҙәр, — тине Фәрит.
Кешеләр инеп-сығып тора. Тик "аҡса биреп тороғоҙ әле" тип теләнселәү яман уңайһыҙ. Шулай магазин эсендә оҙаҡ ҡына әйбер ҡарап торған булдыҡ. Үҙәк урамда йәшәгән апай бына инде икенсе тапҡыр магазинға килде. Йәнә беҙҙе күргәс, аптырап китте.
— Баяғы тоҙ алырға онотҡайным, шуға килдем әле, — тине ул һатыусыға. — Бынау малайҙар һаман тораларсы.
— Әллә инде. Торһондар — миңә ҡамасауламайҙар.
Теге апай беҙҙән төпсөнөргә тотондо:
— Кемде көтәһегеҙ, балаҡайҙар?
— Бер кемде лә... — Кәштәлә ятҡан тәмле-татлыларға тексәйеп ҡарағаныбыҙҙы күргәндер инде. Кеҫәһенән ун һум сығарҙы ла, беҙгә һондо.
— Мәгеҙ, бөгөн йома бит! — тине йомарт апай. — Шунан тоҙ һатып алды ла, сығып китте.
Ҡулыбыҙға ун һум аҡса эләккәс, шатлығыбыҙҙан ни эшләргә белмәнек. Тағын ҡырҡ һум тапһаҡ, Даянға бирәбеҙ ҙә ҡотолабыҙ. Детдомға ҡайтып барышлай юлдан тағы ике һум табып алдыҡ. Хәҙер 12 һум кеҫәбеҙҙә ята.
— Ҡояш беҙҙең яҡта. — Фәрит аҡсаларҙы йәнә һанап ҡуйҙы. — Бына бит, дуҫым, беҙ ниндәй бәхетле.
— Эйе, иртәгә тырышһаҡ, иллегә тултырырбыҙ ул...
Иртәгәһенә теге магазинға инеп торманыҡ, һатыусы алдында уңайһыҙ ине. Ҡыйыулыҡ табып, берәүҙән ваҡ аҡса һорап ҡарағайныҡ, ул ағай үҙебеҙҙе оялтып китте.
— Ҙурайһам, берәүҙән дә аҡса һорамаясаҡмын, — ти Фәрит. — Үҙем күп итеп эшләйәсәкмен. Әгәр ҙә кемдер һорап килһә — биреп торормон.
Магазин алдында тапана торғас, Фәрит бик шәп тәҡдим яһаны:
— Ильяс, өҫкө урамдарҙа юл ҡарҙан асыла башлаған бит. Әйҙә, шул яҡтарға йөрөп киләйек. Әгәр кемдеңдер кеҫәһенән тәңкә төшөп ҡалһа, ул ҡар ирегәс күренә бит.
Бигерәк башлы шул дуҫым. Тау башындараҡ урынлашҡан урам яғына юлландыҡ.
— Кемдер урамдан китеп бара, шунан ошо тайғаҡ урында ҡолай. Аҙаҡ кеҫәһенән аҡсаһы ҡойола. Ә ул шуны белмәй, тора ла, юлын дауам итә. — Ваҡ аҙымдар менән Фәрит шулай үҙенсә һөйләнеп алға бара. Уныңса булыуы ла мөмкин. Был боролош яман ныҡ тайғаҡ шул. Тимер аҡса табырмын тип иғтибар менән юлымды ҡарап барҙым.
— Ҡара, Ильяс, ҡара! — Класташым тамаҡ ярып ҡысҡырып ебәрҙе. — Илле тин таптым, илле тин! Ур-ра!
Ҡараңғы төшкәнсә урам буйлап йөрөһәк тә, бүтән табышҡа юлыҡманыҡ. Кеҫәлә ни бары 12 һум да 50 тин...
Детдомға ҡайтыуыбыҙҙы Даян түҙемһеҙләнеп көткән. Беҙҙе күреү менән бүлмәһенә саҡырып алды.
— Илле һумды һалығыҙ усыма, — төлкөләй хәйләкәр ҡарашына эстән генә асыуланып ҡуйҙым. — Һалығыҙ, һалығыҙ! — Табылған аҡса Фәриттә ине. Ул барыһын сығарҙы ла, Даянға һондо.
Бер нисә тәңкәне күргәс, "башлыҡ"тың йөҙө боҙолоп китте.
— Был нимә ул! Көләһегеҙме әллә минән?
— Бүтән табып булманы. — Фәрит ҡалтыраулы тауыш менән яуапланы.
— Знать не знаю. Нимә, аңлайышлы әйтмәнемме әллә?! Һеҙҙән һорайым!?
— Ике көн буйына эҙләнек, — тинем аҡланып. — Йөрөмәгән еребеҙ ҡалманы.
Даян йоҙроҡтарын төйөп, шкафҡа шаҡ иттереп һуғып ебәрҙе.
— Үҙегеҙгә үпкәләгеҙ тигәйнем. Мин үҙ һүҙемдә торам. Бөгөн Фәрит һинең менән, ә иртәгә Ильяс менән һөйләшеп алырға тура килер. — Йыйған аҡсабыҙҙы кеҫәһенә һалды ла, беҙҙе бүлмәһенән ҡыуып сығарҙы.
Күп тә үтмәй, Даян үҙ бүлмәһенә башҡа төркөм малайҙарын йыйҙы. Шунан һәр саҡ уға йомошсо булып йөрөгән малай Фәритте саҡырып алды. Хәҙер "башлыҡ" уның менән нимәлер эшләйәсәк. Иртәгә миңә сират етә тине бит. Даян менән беҙҙең бүлмә йәнәш, шуға берәй тауыш-тын ишетелмәҫме икән тип, һаҡ ҡына тыңлап торам. Әгәр дуҫымды туҡмай башлаһалар, тәрбиәсене барып саҡырырмын ул. Күп тә үтмәне, тышта нимәлер дөбөр-шатыр итеп ҡалды.
— А-а-а, башы-ы-ым! — Йән өҙгөс тауыш ишетелде. — Үл-лә-әм! Үлә-ә-әм!
Тәҙрәгә уҡталдым! Ҡараһам, Фәрит ерҙә аунап ята. Уның янына йүгереп сыҡтым. Класташым түҙә алмай тегеләй-былай тулай. Барыһы ла шунда уҡ аңлашылды: Фәритте тумбочка эсенә ултыртҡандар ҙа, икенсе ҡаттан ырғытҡандар. Ҡар иреп, боҙға әйләнгән ҡаты урынға ғына килеп төшкән. Ипләп ҡараһам, дуҫымдың башынан шабырҙап ҡан аға. Быны күреп, ҡалтыранып киттем, үҙем дә күҙ йәштәремде тыя алманым. Урамда йөрөгән башҡа малайҙар Фәритте индерешергә ярҙам итте. Медпунктҡа алып барҙыҡ, башын бинт менән уранылар. "Туйға тиклем төҙәлерһең", — тине шаяртып шәфҡәт туташы.
Шул көндә Фәрит төнө буйына йоҡлай алмай сыҡты. Берсә карауатында туланы, берсә аяғына баҫып атларға ла маташты. Ыҙалай-ыҙалай таңды аттырҙы. Уның йөҙө ап-аҡ ине. Хатта иртәнсәк ашағыһы ла килмәне.
Даян дөрөҫөн әйтмәҫкә киҫәтеп ҡуйҙы. "Әгәр берәй кемгә һөйләһәгеҙ, көн күрһәтмәйәсәкмен", — тине ул беҙгә. Шулай ҙа мин Рәйфә апайға һөйләп бирергә булдым.
— Юҡты һөйләйһең. Гел шул Даян тураһында ошаҡлашалар ҙа йөрөйҙәр. Ышанмайым, — тип үҙемде пыр туҙҙырып әрләп ташланы.
Фәрит мәктәпкә барманы. "Башым әйләнә, Ильяс, тора алмайым", — тине ул йәшләнгән күҙҙәрен һөртә-һөртә.
Тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай уны тыңларға ла теләмәне:
— Мәктәпкә бармаҫ өсөн юрамал ҡылана инде. Үҙе шалҡан кеүек. Әй, хәйләкәр ҙә ошо йолҡоштар!
Бер нисә көн үтте. Һәр саҡ йылмайып, ҡыуанып йөрөгән дуҫымды алыштырҙылармы ни! Йүнләп ашамай ҙа. Бер ике ҡалаҡ ҡаба ла, тәрилкәһен ситкә этә. Баш ауырыуҙан дарыу биреп, уны көсләп мәктәпкә лә йөрөргә ҡуштылар. "Суштылар. "С
ы тыңлаусы ғына булманы.
Ул ҡәһәрле көндән теүәл бер аҙнаға яҡын үтте. Нисек кенә көсләһәләр ҙә, дуҫым мәктәпкә ҡабат бара алманы. Көнө буйына бер кем менән һөйләшмәйенсә карауатында тик ятты. Мин уның янында ултырҙым, кәрәкһә, һыуын да килтерҙем.
Бер ваҡыт Фәрит һөйләшә башланы. Әллә төҙәлергә итә инде!
— Ильяс, һин миңә ҡунаҡҡа киләһеңме?
Аптырап киттем. Быны нисек аңларға кәрәк!? Беҙ бит әле бер йортта, бер бүлмәлә йәшәйбеҙ.
— Ана, туп-тура ҡарале, — ти ятҡан көйөнә бармағы менән күрһәтеп. — Күрәһеңме, минең матур өйөмдө. Алдында машинам да тора...
Билләһи, Фәрит хыялыйға әйләнгән шикелле. Әллә нимә һөйләгән була. Имеш, өйө тора, машинаһы бар. Тиҙ генә шәфҡәт туташын саҡырттым. Тәрбиәсебеҙ ҙә бүлмәгә атылып килеп инде. Ә Фәрит һаман да ниҙер һөйләй ҙә һөйләй. Шәфҡәт туташы тиҙ арала ҡалаға шылтыратып "ашығыс ярҙам"ды саҡырҙы. Күп тә үтмәй, класташымды дауаханаға алып киттеләр. Фәриттең йөҙө күм-күк ине...
Бер ай үтеп тә китте, тик Фәрит кенә дауахананан ҡайтманы.
— Апай, дуҫым ҡасан ҡайта? — тип көн дә һорашып торҙом.
— Тотаһың да һорайһың да йөрөйһөң. Уға кендегең йәбешкәнме әллә? Ҡайтмай ул! — тине ҡырт киҫеп Рәйфә апай. — Уны бүтән детдомға күсерҙеләр...
Өҫтөмә боҙло һыу һипкәндәй булды!
Нисек башҡа детдомға? Фәрит ризалашмаҫ ине ул. Балалар йортонан сыҡҡас та, дуҫ булып йәшәрбеҙ тип ант бирешкәйнек бит. Ул Флүрә апайҙыҡы кеүек йорт һалам тигәйне. Аҙаҡ ғаиләбеҙ менән ҡунаҡҡа йөрөшөрбөҙ тигәне лә хәтерҙә. Фәрит үҙ магазиным була тип хыялланды. Әгәр Рәйфә апай әйткәне дөрөҫ икән, тимәк, элекке уртаҡ хыялдар юҡҡа сығасаҡ. Ҡайҙан эҙләп табам мин уны? Тәрбиәсемдең был хәбәренән һуң оҙаҡ шаңҡып йөрөнөм. Ышанмайым. Үҙҙәре ҡотолоу өсөн әллә ҡайҙа көсләп ебәргәндәрҙер...
Уҡыу йылы тамамланыуға күп тә ҡалманы. Көн шул хәтлем аяҙ. Ҡояш битте ҡыҙҙыра ғына. Класта бындай мәлдә ултырып түҙеп булмай. Бына ҡыңғырау зыңғырланы. Бөтәбеҙ ҙә инеп ултырыштыҡ. Уҡытыусы бөтәбеҙҙе лә барлайым тигәйне, журналды алырға онотҡан икән.
— Мөхәмәтов, бар уҡытыусылар бүлмәһенән класс журналын алып кил әле, — тине миңә.
Уҡытыусының ошолай ышаныс белдереүе беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Икенсе ҡатҡа күтәрелеп, уҡытыусылар бүлмәһенән журналды барып алдым.
Уҡыу йылы аҙағы бит инде. Кемгә сиреккә ниндәй билдә ҡуйыласағын шул тиклем белге килә. Берәү ҙә күрмәгән саҡта, тәҙрә төбөнә барып, журналды ҡарай башланым. Ниңәлер Фәриттең исеме һыҙып ташланған ине. Ҡыҙыҡһынып, һуңғы биттәрҙе ҡараштырҙым. Бәлки, ҡайһы балалар йортона күсеүе хаҡында яҙылғандыр. Барыбар дуҫымды табасағыма өмөтөм ҙур. Әһә! Таптым ул битте. Бында ваҡ итеп яҙғандар — танымаҫһың да. Шулай ҙа яҙмаға нығыраҡ тексәйҙем: "Выбыл из школы. Основание: свидетельство о смерти № ХР–10252". Был яҙыуҙы уҡығас, шаҡ ҡаттым.
Ирендәрем ҡалтырап китте. Нимә? Фәрит үлгән?! Тәнгә эҫе булып китте. Тын алыуы ҡыйынайҙы. Башым зыр әйләнеп китте лә, иҙәнгә йығылдым...
Ҡунаҡ ҡаршылайбыҙ
Ял көнө һайын балалар йортонда йыйылыш үтә. Бөтә төркөмдө бер рәткә теҙеп ҡуялар ҙа, үткән аҙнаға "баһа" бирәләр. Тәүҙә директорыбыҙ һөйләй. Һуңынан завуч, аҙаҡ — тәрбиәселәр... Кем мәктәптә тәртип боҙа, кем насар уҡый — ошонда тетмәһен тетәләр. Аҙнаның иң тәртипле төркөмөн дә бында атайҙар. Ҡайһы берәүҙәр ҡырын эш эшләгәнен белә күреп, йыйылыштан ҡасып ҡалырға маташа. Кемдең шунда әрләнеп торғоһо килһен инде?! Ә был юлы берәү ҙә йыйылыштан ситтә тороп ҡалманы. Хатта кемдер бүлмәһендә йоҡлағанға һалышып, йәшенеп ҡалырға уйлағанын да саҡыртып алдылар. Ҡайһы бала ниндәй этлек ҡылған, кем үҙен тәртипһеҙ тота тип тикшереп торманылар. Күрәһең, ниндәйҙер унан да мөһимерәк яңылыҡ бар.
— Балалар! Беҙҙең ваҡытыбыҙ бик ҡыҫҡа — шуға ла башҡа мәсьәләләргә бөгөн артыҡ туҡталып тормайым, — тип башланы һүҙен Мәүлиҙә Нурғәлиевна. — Эш шунда — иртәнән һуң Өфөнән ҙур ҡунаҡтар киләсәк.
— Ҙу-у-ур? — Иң кескәйҙәр төркөмөнән ҡыҙыҡай аптырап һорап ҡуйҙы.
— Эйе, бик ҙур кешеләр. Улар тиктомалға йөрөп ятмайҙар. Беҙҙең ниндәй шарттарҙа йәшәүебеҙҙе, тәрбиә эшенең нисек барышын тикшерәсәктәр. — Шунан тамағын ҡырып, тик кенә тороғоҙ тигәндәй бармағы менән янаны ла һүҙен дауам итте. — Хәҙер һөйләгәнемде ҡолаҡ төбөнә киртеп ҡуйығыҙ. Бөгөндән үк бөтәбеҙ ҙә ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ, бөтә бүлмәләрҙе лә аҫтын-өҫтөнә әйләндереп йыуабыҙ. Келәттән бөгөн үк яңы кейемдәр аласаҡһығыҙ. Аҙаҡ, кеше килгәндә, минең шуным юҡ, минең быным юҡ, тип мейемде серетеп йөрөмәгеҙ. Тағы ла шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: килгән ағай-апайҙар менән әллә ни һөйләшеп бармағыҙ. Нисек йәшәйһегеҙ тип һораһалар, бер үк ошаҡлаша күрмәгеҙ. Улар килер ҙә китер, ә һеҙгә бында йәшәргә кәрәк. Ярай, хәҙер тәрбиәселәрҙе тағы йыйып һөйләшеп алырмын. Ә һеҙ, тиҙ генә эшкә тотоноғоҙ!..
Ҡунаҡтар килә тигәс, бер хәл иҫкә төштө әле. Ярай әле яҙ мәле, әтеү үткән йылдағы кеүек этләнербеҙ.
Сентябрь аҙағы ине. Ҡайҙандыр ҡунаҡтар килергә тейеш. Директор ҡушҡанса, көнө-төнө әҙерләндек. Һәр мөйөш, һәр бүлмә ялтлап тора. Бына иртәгә ҡунаҡтар килә. Ә беҙ күптән әҙербеҙ. Тик кискә ҡарай көн һыуытты ла ҡуйҙы.
— Мәүлиҙә Нурғәлиевна, төнөн ҡырау төшөргә итә шикелле, — тип директорҙы хафаға һалды тәрбиәселәрҙең береһе.
Быны ишеткәс, Мәүлиҙә апайыбыҙ үҙенә урын таба алманы. Тегеләй сапты, былай йүгерҙе:
— Нисек инде ҡырау булһын?! Бынау йәм биреп торған сәскәләр һулый бит улайһа...
— Апай, һуң көҙ булғас һулый инде, — тинем уны-быны уйламайса. Ошо һүҙҙәр уны ҡотортоп ебәрҙе.
— Кит, телеңдән алғыры. Һулыһа — ҡунаҡтарға инәң башын күрһәтәбеҙме? Ҡырау төшһә — төшһөн, әммә беҙ бынау баҡсалағы сәскәләрҙе һулытырға бирмәбеҙ! Кәңәш һорап шылтыратмаған кешеһе ҡалмаған тиҙәр. Ниһайәт, әмәлен тапты.
Балалар йорто алдында ҙур баҡса бар. Унда беҙ төрлө-төрлө сәскәләр үҫтерәбеҙ. Килгән ҡунаҡтар һәр ваҡыт шуға иғтибар итә лә. Балаларға ҡалай шәп тәрбиә бирәһегеҙ, тип маҡтап та ебәрәләр икән. "Матурлыҡ аша донъяға һөйөү тыуҙырағыҙ, афарин" тип әйтеүҙәрен үҙем дә ишеткәнем булды.
Иртәгә лә ҙур кешеләр килерҙәр. Әгәр төнөн ысынлап та ҡырау һуҡһа — директорыбыҙ нимә күрһәтер? Быға Мәүлиҙә Нурғәлиевна юл ҡуймаҫ... Олораҡ кластарҙа уҡыған малайҙар был төндә йоҡламай сыҡты. Тәүҙә сәскә түтәлдәрен иҫке сепрәк-сапраҡ менән ябып сыҡтыҡ. Шунан түтәлдәрҙе уратып усаҡ яҡтыҡ. Һәр малайға үҙенә "һаҡлау" өсөн түтәл бүлеп бирелде. Сәскәләрҙе ҡырауҙан алып ҡалыу өсөн иртәнсәккә тиклем ут яғып, утын ташып бер булдыҡ.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршылағанда директорыбыҙҙың кәйефе шәп ине. Инде ауылда бөтәһенеке лә шиңеп бөткәндә, беҙҙең генә сәскәләр һулымаған. Ә килгәндәр, ошо һалҡын көндә лә беҙҙең сәскәләрҙең баҙлап ултырғанына һоҡланып туя алманы...
Булыр-булыр, әммә был тиклем дә әҙерлекте элек бер ҡайҙа ла күргәнем юҡ ине. Шул уҡ көндә сағыу сәскәләр төшөрөлгән ҡорғандар эленде, детдомдағы ингән урындан алып директорҙың кабинетына тиклем, ашхана яғына, һәр төркөм бүлмәләрендә өр-яңы келәмдәр түшәлде. Тәҙрә төптәренә матур вазалар ҡуйҙылар, хатта ҡайһы бер урындарҙа иҫке люстралар ҙа алыштырылды. Бының менән генә бөтмәне әле яңылыҡтар. Гел генә сатнаған, йә тотҡаһы ярылған шәшкенән сәй эсә инек, ә бөгөн уныһы ла ниндәйҙер илаһи ҡөҙрәт менән матур ғыналарына алыштырылды. Бер булһа була икән дә ул. Һәммәбеҙгә лә яңы нәскей, күлдәк, ыштан бирҙеләр. Эй, ҡыуандыҡ, эй һикергеләнек ҡыуанысыбыҙҙан. Әллә ысынлап та ҙур кешеләр киләме икән, тип шыбырҙаштыҡ. Элек ниңә йышыраҡ килмәнеләр инде! Гел ошолай матур йәшәр инек.
Тәрбиәселәр ҙә, бүтән хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙенә урын тапмай ине. Йә тегендә, йә бында утҡа баҫҡан бесәй кеүек сабыулайҙар. Директорыбыҙ ҡабат-ҡабат төркөмөбөҙгә инеп сыҡты. Ахырҙа, тағы нимәне бында яҡшыртайым тип тамам хәле бөттө шикелле.
— Тәк, Рәйфә, бынау сәскә атҡан гөлдө кеше ингән урынғараҡ ҡуйығыҙ, ә бынау кибә башлағанын ниңә һерәйтеп бында ҡуйғанһығыҙ. Хәҙер үк берәй урынға йәшереп тороғоҙ! — тигән була. Аҙаҡ Мәүлиҙә Нурғәлиевна беҙҙән "имтихан" алырға тотондо.
— Ҡунаҡтар килеп инһә нимә эшләйбеҙ?
— Әллә, — тине аптырап Әмилә. Быны ишеткәс, директор ҡобараһы осҡандай булды. Кинәт туҙынды ла китте:
— Нисек инде әллә?! Урында йәйелешеп ултырмайбыҙ — баҫабыҙ ҙа һаулыҡ һорашабыҙ. Йылмайырға ла онотмағыҙ. Әтеү ауыҙығыҙ ослайышып, өңрәйеп торорға тиһәң — һеҙҙе ҡуш!
"Аңланыҡ" тигәндәй баш һелктек.
— Ә бына берәй ҡунаҡ һеҙҙең эргәгеҙгә килеп хәлегеҙҙе һорашһа, нимә тиерһегеҙ? — Директорҙың был һорауына яуап ҡайтарыусы булманы. Мәүлиҙә апай тағы "тоҡанып" китте.
— Ух, ошо бәрәндәр! Шуныһы насар, быныһы ҡыйын тип мыжып торһағыҙмы — үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: "Рәхмәт һеҙгә. Минең барыһы ла яҡшы. Бында миңә оҡшай, үҙемде өйҙәге кеүек тоям" тип әйтерһегеҙ! — Инде сығыу яғына ыңғайлағанда ғына, ҡарашы бер малайға төбәлде. Ул яңы ғына бирелгән ыштанын кейем алған ине. — Ах, бынау сусҡа! Ыштанын да бысратып өлгөргән! Кем һиңә әле үк кейергә ҡушты, ә? — Ен кеүек тегенең ҡулынан тотоп алды ла елтерәтә башланы. — Һыйырға септә япһаң шулай була инде. Хәҙер үк йыуып таҙарт. Әтеү башыңды серетәм. Бер ыңғайы бөтәбеҙҙе лә әрләп алды ла китте. Шунан бейек үксәле туфлиҙары менән тыҡылдата баҫып, сығып китте.
Өфө ҡунаҡтары килер көндә ашатыуҙары ла шәп булды. Төшкөгә билмән дә бешергәндәр! Алмаһын да, кәнфитен дә күрҙек был көндә. "Ҙур кешеләрҙе" ҡаршылап, тамаша залында улар хөрмәтенә концерт ҡуйҙыҡ. Мин дә унда йырланым. Килгән ҡунаҡтар ҙа телмәр тотто.
— Бындағы шарттарҙы күреп иҫем китеп йөрөйөм әле, — тисе һомғол кәүҙәле, ҡуйы ҡара сәсле апай. — Бынау хәтле затлы балаҫтан кемдең балаһы атлай әле? Күп өйҙәрҙә бындай нәмә юҡ! Тағы ла ҡайһы өйҙә көн дә билмән ашайҙар? Һеҙгә ҡарайым да һоҡланып бөтә алмайым — ҡалай тәтәй кеүек кейенгәнһегеҙ! Шуға йөҙөгөҙ ҙә шат, кәйеф тә көр. Әлбиттә, Хөкүмәтебеҙ һеҙҙең көнкүрешегеҙҙе яҡшыртыу менән бихисап ҡарарҙар ҡабул итә, дәүләт аҡсаһын да йәлләмәй. Өйөгөҙ шуға ла гөл-баҡса кеүек балҡып ултыра. Был тиклем дә хөрриттә йәшәп тә, насар уҡыһағыҙ оло гонаһ булыр ул! Әйҙәгеҙ, балалар, тырышып-тырмашып белем тауына үрмәләгеҙ, үҫеп еткәс, илебеҙгә файҙалы эштәр башҡарығыҙ. — Шуның менән был апай телмәрен тамамланы.
Алдан өйрәтелеп ҡуйылғанса, беҙ һәр кемдең сығышынан һуң гөрләтеп ҡул саптыҡ. Тағы ла бер нисә бала йырлап алғандан һуң, күптән көткән ҡунаҡтар ҡатнашлығындағы тамашабыҙ тамамланды. Уларҙы директор ашханаға алып китте. Өфөнән килгәндәр директор артынан эйәреп залдан сығып китте, тик ҡунаҡтарҙың берәүһе генә әллә ни ашыҡманы. Мөләйем апайҙы шунда уҡ уратып алдыҡ. Ул кеҫәһенән сығарып кәнфит өләште. Шунан сәхнәлә торған пианино артына ултырып, дәтле көйҙәрҙе лә уйнап ишеттерҙе. Был апай башҡаларға ҡарағанда бигерәк алсаҡ булып сыҡты. Һәр беребеҙҙең исемен һораша, нисек уҡыуын белешә.
Мин ситтән генә барыһын да күҙәтеп тик торҙом. Шунан теге апай балалар менән бер аҙ һөйләшеп ултырҙы ла сығыу яғына ыңғайланы. Нисектер ул апай минең яҡҡа боролғайны, ҡараштарыбыҙ тура килде лә ҡуйҙы. Теге апай минең янға килде.
— Һаумы, туғаным. Ә һин ниңә ситтә тораһың? — тине ул йылмайып.
— Ммм... — нимә тип яуап бирергә әйтә алмай, тотлоғоп ҡалдым.
— Ниңә шул тиклем ҡаушаның да киттең?
— Ммм... Юҡсы...
— Улай булғас, әйҙә танышайыҡ. Мин — Гөлшат Әмировна булам. Ә һин?
— Ильяс.
— Ҡалай исемең матур. — Апайҙың һүҙҙәрен ишеткәс, иренем дә киттем. Рәхмәт тигәндәй йылмайып ҡуйҙым. — Бына, Ильяс, йөҙөңә ҡарайым да ниңәлер һинең өсөн борсолам. Кемдән шул хәтлем өркәһең. Яурындарың да төшөп киткән, күҙеңдән дә хәүефеңде күрәм...
— Юҡ, апай. Минең барыһы ла яҡшы. Бында үҙемде өйөмдә кеүек тоям, — тинем директор өйрәткәнсә.
— Бик шәп улай булғас. Әйҙә үҙеңдең йәшәгән бүлмәңде күрһәт әле. — Боҙло һыу менән ҡойҙолармы ни! был апай ниңә шул тиклем минең менән ҡыҙыҡһына икән? Әллә директор юрамал мине һынап ҡарарға ҡушҡанмы? Ошо уйҙар оҙаҡ тынғылыҡ бирмәне. Ни тиһәң дә шул тиклем дә ихлас һөйләшкән, йөҙө ҡояш кеүек балҡып торған апайға ҡуй булмай бит инде. Бүлмәмдә башҡа малайҙар юҡ ине, икәүләшеп кенә һөйләшеп ултырҙыҡ.
Бөгөн беҙгә килгән ҡунаҡтар ысынлап та ҙур ғына етәкселәр икән. Һәр кеше яуаплы урында эшләй. Ә Гөлшат апайҙы, абруйлы йәмәғәт эшмәкәрен, хөрмәт иткәнгә күрә үҙҙәре менән алғандар.
— Һин, Ильяс, борсолма. Мин һине яҡшы аңлап торам. Таныш булмаған кеше менән һөйләшеп ултырғанға директорың әрләр тип уйлайһыңдыр. Мәүлиҙә апайығыҙға үҙем аңлатырмын. Оҙаҡ йылдар балалар менән эшләгән кеше булараҡ, һинең һағыш тулы күҙҙәреңде күргәс, урап үтә алманым. Әллә берәй төрлө ярҙам кәрәкме? Әйт, оялма...
— Рәхмәт, апай. Бер ниндәй ҙә йомошом юҡ.
— Ильяс, һин нисәнсе класта уҡыйһың әле?
— Бына тиҙҙән туғыҙынсыны бөтәм.
— Ә уҡыуың нисек?
— "Өс"тәрем юҡ. Ике "дүрт"ем генә бар. Уныһы ла физкультуранан һәм химиянан.
Яҡшы уҡыуым хаҡында ишеткәс, Гөлшат апай арҡамдан һөйөп алды. Аҙаҡ ҡайҙа уҡырға теләүемде лә белеште.
— Педучилищеға барырға уйлайым, — тинем.
— Юҡ-юҡ-юҡ... Был тиклем уҡып та училищеға барып тормаҫһың. Һинең урының — университетта. — Гөлшат Әмировнаның был һүҙҙәрен ишеткәс, аптырап киттем. Әйтеүе генә еңел бит ул. Ә һин унда инеп ҡара! Әле педучилищеға барам тип тәрбиәсемә әйткәнгә, ул көлөмһөрәп ҡуйғайны.
— Унда уҡый алмаҫмындыр. Университет бит ул.
Әңгәмәсем минең был уйҙарымды юйҙырырға ашыҡты.
— Нисек инде уҡый алмаҫһың? Уҡыйһың. Йөҙөңдән күреп торам — һин булдыраһың. Бына тигән кеше булып китерһең әле.
Гөлшат Әмировна менән һөйләшеп ултырғанда үҙемдә шул хәтлем ышаныс артҡандай тойолдо. Бөгөндән университетҡа барырға әҙер инем. Хыялымда үҙемде шунда уҡып йөрөйөм тип хис иттем. Ошо осрашыуҙа был мөләйем апай иҫтәлеккә ручка ла бүләк итте. Шул саҡ бүлмәгә Мәүлиҙә Нурғәлиевна килеп инде. Берсә мине һөҙөрҙәй итеп ҡараны, берсә Гөлшат апайға йылмайырға тырышты. Миңә ҡарата булған нәфрәте йөҙөнә сыҡҡан ине.
— Ильяс, ниңә кешенең ваҡытын алаһың. Улар былай ҙа алыҫ юлдан арыған, — тине ул. — Гөлшат Әмировна, әйҙәгеҙ, сәй эсергә.
— Ҙур рәхмәт һеҙгә, әммә мин бында сәй эсер өсөн килмәнем бит.
— Әйҙәгеҙ, беҙ һеҙҙе генә көтәбеҙ. Сәй һыуына...
Ахырҙа, әңгәмәсем урынынан торҙо ла, сығыу яғына ыңғайланы. Шунан бер аҙға туҡтап ҡалды, миңә боролдо.
— Ильяс, мин әйткән һүҙемде онотма! Һин булдыраһың. Бәлки, Өфөлә күрешербеҙ ҙә... — Тағы ла ниҙер әйтергә теләне ул, әммә Мәүлиҙә Нурғәлиевна ашыҡтырғас, ҡабаланып хушлашты ла сығып китте.
Ҡараңғы төшкәс кенә ҡунаҡтар ҡайтыр юлға йыйынды. Беҙ ҙә уларҙы оҙатырға сыҡтыҡ. Улар килмәһә, ошо яңы кейемдәр беҙгә тәтер инеме? Детдом да танымаҫтай итеп үҙгәрер инеме?
Улар машиналарға ултырғансы Мәүлиҙә Нурғәлиевна ҡунаҡтар менән нимәлер хаҡында һөйләшеп көлөштө, һәр кеше менән ҡосаҡлашып хушлашты. Ә беҙ, еңелсә генә кейенгән көйөнсә, ишек алдына сығып ҡул болғап ҡалдыҡ.
Машиналар күҙҙән юғалғас, директорыбыҙ ауыҙы йырылып, оло ҡәнәғәтлек менән детдомға инде. Балалар ҙа уның артынан эйәрҙе. Тик Мәүлиҙә апайҙың эскә үтеүе булды, ҡорт саҡҡандай асыуланды ла китте:
— Уф, ошо ҡороп киткерҙәр! Ғүмерендә балаҫ күрмәгәстәр — шулай инде. Тапап, бысратып та өлгөргәндәр. Хәҙер ҡорғандарҙы ла йыртып бөтөрҙәр! Шунан тағы ҡунаҡтар килә ҡалһа... Юҡ,былай булмай! Шунда уҡ матур келәмдәр ҙә юҡ булды, ҡорғандар ҙа иҫкеһенә алыштырылды, төркөмдәге вазалар ҙа, яңы сынаяҡтар ҙа кире келәткә тапшырылды. Беҙгә бирелгән әйберҙәрҙе лә, һеҙҙең тиҙ туҙҙыра торған ғәҙәтегеҙ бар, тип кире йыйып алынды...
Министрға хат
Ҡунаҡтар ҡайтып киткәне бирле үҙемә урын таба алмай йөрөнөм. Башымда бары бер уй — университет! Тик унда нисек уҡырға инәләр икән? Ниндәй имтихан тапшырырға кәрәк? Ошо туҡтауһыҙ һорауҙарыма яуап табыр өсөн китапханала әллә нисәмә журналды аҡтарып сыҡтым. Башҡаларҙан һорар инем — оялам. Әллә ысынлап та шунда инергә йыйындыңмы, һине ҡушҡуллап көтөп торалар тип көлөрҙәр.
Шулай итеп, төпсөнә-соҡсона торғас, аҙмы-күпме нәмәне белдем. Тик ундағы бер шарт ҡына мине хафаға һалды. Университетҡа ун беренсенән һуң ғына уҡырға алалар икән. Ә мин әле 9-ҙа уҡыйым. Был ҡағиҙәне кем уйлап сығарҙы икән?
Тағы ла ике йыл уҡып, аҙаҡ Өфөгә барыр инем дә ул. Мин белгәндән әле берәүҙе лә детдомда 11-се класҡа ҡалдырғандары булманы. Туғыҙҙы бөтөү менән йә һөнәрселек училищеһына, йә техникумға ебәрәләр.
Нимә эшләргә? Гелән шул хаҡта уйлайым. Анау тапҡыр Өфөнән килгән Гөлшат Әмированың әйткәне һаман да ҡолаҡ төбөмдә сыңлап торғандай: "Һинең урының — университетта. Һин булдыра алаһың..."
Балалар йортонда хәҙер мин бирешкәндәрҙән түгел. Ни тиһәң дә, туғыҙынсы кластамын. Элек кенә ул ҙурҙар беҙҙе юҡ-барға дөмбәҫләй ине. Хәҙер улары китеп бөттө. Тәрбиәселәр ҙә ҡул күтәрә алмай. Бәлки, директорҙан һорап, тағы ике йылға ҡалырғалыр? 11-се класты тамамлайым да, туп-тура университетҡа барасаҡмын. Әгәр детдомда ҡалдырмаһалар? Әйҙә, берәй ПТУ-ға индерәбеҙ тиһәләр?! Йо-о-оҡ! Ул саҡта туғыҙҙы бөтөү менән, аттестатымды алам да, үҙемдең тыуған ауылыма ҡайтырмын.
Унда үҙебеҙҙең өйөбөҙ бар бит инде. Шунда йәшәп торормон тағы ике класты бөткәнсе. Ә аҙаҡ инде — Өфөгә! Көндәрҙең береһендә Мәүлиҙә Нурғәлиевна саҡыртып алды. Беҙ бишәү инек.
Директорыбыҙҙың шундай холҡо бар: кеше менән һөйләшкәндә, бер ҡасан да әңгәмәсенең күҙенә ҡарамай. Ә ҡайҙалыр өҫкә, түбәгә, йә тәҙрә яғына ҡарап һөйләшә. Был юлы ла шулай итте.
— Беҙгә Өфөгә тиҙ генә отчет ебәрергә кәрәк, — тине ул ауыҙын ослайтып. — Шуға һеҙҙе йыйып алдым. Бына шулай ваҡыт үтә лә китә, хәҙер һеҙ ҙә детдомдан китәһегеҙ. Ҡайһы баланы ниндәй уҡыу йортона урынлаштырырға йыйынғаныбыҙҙы һорайҙар. Моғайын, тәрбиәселәрегеҙ ошо турала һеҙгә әйтеп ҡуйғандыр. Әйҙәгеҙ, теләгегеҙҙе әйтегеҙ. — Һөйләп бөткәс, беҙҙең яҡҡа ҡараны.
— Минең рәссам булғы килә, —тине өсөнсө төркөмдәге ҡыҙ. — Быға сәнғәт училищеһында уҡыталар тиҙәр.
Директорыбыҙ бер аҙға шымып ҡалды. Шунан ултыра бирҙе лә шарҡылдатып көлөп ебәрҙе.
— Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, тиҙәр, — тине көлөүенән туҡтай алмай. Һинең рәсемдән генә "бишле" бит, ҡалғандары шыр "өслө". Һинең арҡала, Өфөгә барып, комиссия алдында оятҡа ҡалғым килмәй.
— Апай, миңә уҡытыусым да шунда уҡырға кәңәш итте. — Ҡыҙҙың йөҙө ҡыҙарып, үҙенең теләген "аҡларға" тырышты.
— Юҡ-юҡ-юҡ! — Мәүлиҙә Нурғәлиевна урынынан һикереп торҙо. — Әллә ҡайҙа йәһәннәмдә уҡығансы, ана, үҙебеҙҙең райондағы ПТУ-ға бар. Әгәр һүрәт төшөрөргә яратаһың икән, әйҙә, малярға уҡы. Маляр менән рәссам араһында бер генә лә айырманы күрмәйем.
Шулай итеп, дүртәүҙең ҡайҙа уҡыясағы билдәләнде. Ниңәлер уларҙы район үҙәгендәге училищенан арыраҡ ебәрергә ашыҡманы директор.
Миңә лә сират килеп етте.
— Йә, Ильяс, һин ҡайҙа уҡырға теләйһең?
Нимә тип яуап бирергә лә ҡыймай тик торҙом. Ул һүҙ тел осонда ғына торған кеүек, тик әйтергә тотлоғам.
— Телеңде йоттоңмо әллә? — тине Мәүлиҙә Нурғәлиевна ручка менән өҫтәлгә таҡылдатып. — Хыяллана торғас, башыңды юғалттыңмы?
— Юҡ, — тип саҡ әйтә алдым.
— Шунан, ҡайҙа барам тиһең? — Башҡаларҙың да ҡарашы миндә генә ине. Күҙҙәренән күреп торам — һәр кем нимә тип әйтеремде түҙемһеҙләнеп көтә.
Бөткән баш бөткән тинем дә бөтәһе алдында әйтергә булдым:
— Университетҡа, — тинем саҡ ишетерлек итеп кенә.
Быны ишеткәс, директорыбыҙ тәүҙә ауыҙын асып, нимә әйтергә лә белмәй тора бирҙе. Берсә тиҫтерҙәремә, берсә миңә ҡараны.
— Кит, хәстрүш! Кеше ишетә күрмәһен! Бот сабып көләсәктәр бит! — Өҫтәлдәге дәфтәрҙәрен шапылдата һалды ла ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Шунан туҡтаны. Уҫал ғына итеп әйтеп, мине күндерергә тырышты. — Һеҙҙең теләгегеҙҙе һорайбыҙ тигәс тә, ул
тиклем ҡоторорға тимәгән. Һинең кеүектәрҙе Өфөлә көтөп торҙолар, ти! Икенсенән, беҙ берәүҙе лә 11-се класҡа ҡалдырмайбыҙ. Һин дә хан балаһы түгел.
— Әтеү, аттестатты алғас, үҙ ауылыма ҡайтам. Шунда ике йыл уҡырмын да...
Мәүлиҙә Нурғәлиевна әйтеп бөтөргә лә бирмәне:
— Шулайтҡан, имеш. Аҙаҡ һинең өсөн яуап бир. Анау көндә педучилищеға барам тип тәрбиәсеңә әйткәнһең. Хәҙер килеп оялмай ҙа университет тип тораһың.
— Һеҙ бит үҙегеҙ теләгемде һоранығыҙ — шуға әйттем.
— Быны мин түгел — мәғариф министры үҙе талап итә. Шуға оҙаҡҡа һуҙмай исемлекте ебәрергә кәрәк. Ә һин тораһың бында, ваҡытты алып. — Төкөрөгөн сәсеп директор әрләшә бирҙе. — Шунан, теләк тигәндәй, һин бит хәлеңдән килерҙәйен әйтергә тейешһең. Әйҙә, университет тигәнде онот, икенсе берәй техникумға урынлаштырайыҡ. Бына электрик һөнәрен алайыҡ, насармы?
— Насар түгел дә ул... Тик миңә ул оҡшамай.
— Оҡшамаһа — оҡшар!
Күмәкләшеп директорҙың кабинетынан сыҡтыҡ. Берәүҙең дә кәйефе юҡ ине.
Был көндән башлап бөтөнләй тынғылым юғалды. Әгәр ысынлап та директор шунда уҡырға ебәрһә! Ә документтарымды ҡулыма тоттормаясаҡ та!
Тик нисек кенә булмаһын, Мәүлиҙә апайҙың әйткәне менән һис тә килешә алманым. Нисек инде яратмаған һөнәр буйынса эшләргә була? Ярай, уҡып диплом алырмын, ти. Ә аҙаҡ нимә? Күңел ятмай бит, күңел...
Бер төндә, шулай йоҡлай алмай ятҡанда, башҡа уй килде әле. "Был отчетты мәғариф министры үҙе талап итә!" тигәйне бит директор. Ул министр ниндәйерәк кеше икән? Моғайын, уның да йөрәге барҙыр. Әллә министрҙың үҙенә хат яҙырғамы?
Мәктәпкә барғас, уҡытыусыларҙан уның тураһында белештем. Шунан адресын да таптым. Хатты яңғыҙым бүлмәлә ҡалған мәлдә яҙҙым. Быны берәү ҙә белергә тейеш түгел бит.
Тәүҙә үҙем менән таныштырып үттем. Ҡайһы мәктәптә, нисек уҡыуымды яҙҙым. Ниндәй фәндәр оҡшағаны хаҡында ла уртаҡлаштым. Яҡшы уҡығас, университетҡа инергә теләгем барлығын яҙҙым. Тик директорҙың быға ҡаршы килеүен, ауылыма ла ебәрергә теләмәүен белдерҙем. "Мәктәпте тамамлағас, үҙ көсөм менән университетҡа инәсәкмен, тик һеҙ миңә 11-се класта уҡып бөтөүҙә ярҙам итегеҙ", — тип үтендем.
Бер ай ҙа үтмәне Өфөнән министрлыҡтың вәкиле килде. Мине директорҙың кабинетына саҡыртып һөйләштеләр.
— Ильяс шул хәтлем уҡырға теләй икән, әйҙә, уҡыһын, — тине шул апай. — Әйҙәгеҙ уның был теләгенә ҡаршы килмәйек. Бәлки, булдырыр ҙа...
Бынан һуң мине детдомда ҡалдырҙылар. Ә башҡалар 9-сы кластан һуң сығып китте. Тик министрға хат яҙғаным өсөн, әллә күпме эләкте миңә.
Тыуған нигеҙҙә...
Бөгөн мин иртә уяндым. Көнөм нисек булыр? Шуны уйлап, төнө буйына йоҡлай алмай сыҡтым. Ысынлап та, бик тулҡынландырғыс минуттар көтә алда. Тыуған ауылыма ҡайтам бөгөн. Беҙ тыуып-үҫкән йорт ни хәлдә икән? Ауылдаштарым мине танырмы? Күрше-күлән иҫән-һаумы икән? Милиционер беҙҙе апайыбыҙға алып барам
тип алып киткән көндө әлегеләй хәтерләйем. Күп кенә йылдар үтте. Хәҙер ул ваҡытта ҡалала уҡыған ике ағайым да, оло апайым да үҙаллы ғаилә ҡорған. Улар беҙҙең хәлде белергә йыл һайын килеп торҙолар.
Балалар йортонан Әлиә менән Алһыу ҙа 9-сы класты бөтөп сығып китте, хәҙер һөнәр үҙләштерәләр. Зөлфирә менән мин генә ҡалдыҡ. Йылдар үткән һайын бөтә нәмә үҙгәрә икән. Элек беҙгә берәйһе ауыр һүҙ әйтһә, илап ебәрә инек. Хәҙер ундай күренештәргә күнеп бөткәнмен. Хатта атайым менән әсәйемде иҫкә алғанда ла күҙ йәштәрем сыҡмай. Белмәйем, бәлки, ағыр йәштәр ағып бөткәндер ҙә. Шөкөр, быйыл имен-аман 11-се класты тамамланым. Бер нисә көндән университетҡа уҡырға инер өсөн Өфөгә алып барасаҡтар. Алыҫ яҡҡа юлланмаҫ элек, атай нигеҙенә барып килергә булдым. Хәҙер мин үҙаллы тиһәм дә була. Ҡасандыр теш һыҙлағанда, уны һурҙырам тип Әмилә менән ҡасҡайныҡ. Ундай замандар артта ҡалды. Әмилә лә туғыҙынсы кластан һуң училищеға уҡырға инде. Тегенсегә уҡып йөрөй. Хат алышып торабыҙ. Гелән беҙҙе ыҙалатҡан Даян да күптән балалар йортонан сығып китте. Уны техникумға урынлаштырғандарын беләм. Детдомдан киткәндән һуң уның тураһында хәбәр ишетелмәне.
Тәрбиәсебеҙгә әйттем дә, иртә менән юлға сыҡтым. Автостанциянан детдомдыҡыларға бирелә торған "проездной" менән ҡалаға тиклем билет алдым. Бына мин ҡала автовокзалында ултырам. Ә унан минең ауылыма күп тә ҡалмай.
Кассаға барып, тыуған ауылыма тиклем барған маршрутҡа билет алдым. Автобус килергә әле ярты сәғәт бар. Автовокзал эсендә шул хәтлем эҫе, шуға ла тышҡа сыҡтым.
Автобус тиҙерәк килһә ярар ине. Ошо көндөң һәр минуты ҡәҙерле тойола башланы. Тиҙҙән тыуған ауылымда буласаҡмын. Быға әле һаман ышанып бөтмәйем. Тулҡынланыуҙан йөрәк дөп-дөп тибә. Күңелдә шул хәтлем шатлыҡ хистәре тулышҡан. Етмәһә, көнө лә сағыу бит.
Кемдәрҙер шар ҙа шор талашҡанға артыма боролдом. Ҡараһам, ике бомж сүп-сар һауыты эргәһендә ыҙғыша. Берәүһе буш шешәне ҡулына ныҡ итеп тотҡан, ә икенсеһе шуны тартып алырға маташа.
— Бирмәйем, — тип ҡысҡыра ҡартырағы. — Мин уны алдараҡ таптым. Ә һин үҙеңә икенсе урындан эҙлә.
— Бир тинем, әтеү кәрәгеңде бирәм!
Шешәне тартып алырға тырышҡан әҙәмде ҡайҙалыр күргәнем бар һымаҡ та. Өҫтөндә бысраҡ футболка, ыштаны ла йыртылып бөткән. Күрәһең, туҡтауһыҙ эсеүҙән бите лә туп кеүек шешенгән. Күҙ төбөндә күге лә бар. Был кеше йыл буйына ҡырынмағандыр ул! Ғүмеремдә беренсе тапҡыр асарбаҡты осратам. Тик уны ҡайҙалыр күрҙем шикелле. Бәлки, танырмын тип уның яғына табан бер-ике аҙым яһаным. Бәй, был бит Даян! Эйе, эйе, ана маңлайында миңе лә бар. Мине ҡарҙан яланаяҡ йүгерттергән, Фәрит дуҫымды икенсе ҡаттан тумбочка эсенә ултыртып ташлаған Даян бит был! Ерәнгес булып китте. Танып ҡалмаһа ярар ине тип, икенсе яҡҡа боролдом. Ә ул һаман шешә өсөн талаша ине...
Ауылыма килеп төшкәс тә, зыяратҡа барҙым. Бында минең иң ҡәҙерле кешеләрем ята. Атайымдың да, әсәйемдең дә һуңғы төйәге ошонда. Уң аяғым менән зыяратҡа индем. Ниңәлер быуындарым шул хәтлем ҡалтырай. Йөрәк тә дөпөлдәп
тибә. Тиҙ генә яҡындарымдың ҡәберҙәрен таптым. Атайым да үлеп киткәс, бүтән йәшәй алмаҫбыҙ тип уйлағайным. Ҡыйын булһа ла, уларһыҙ йәшәргә өйрәндек. Тик ата-әсәбеҙҙе бер минутҡа ла онотманыҡ. Улар беҙҙең менән һәр саҡ бергә кеүек тойолдо. Ғәзиздәремдең ҡәбере лә тәрбиәләнгән, сәскә лә ултыртылған. Тимәк, туғандарым килеп ҡарап торалыр.
— Рәхмәт һеҙгә! — тинем эстән генә. — Атай, һин әйткәнсә, беҙ һәр саҡ бергә булдыҡ. Балалар йортонда ла бер-беребеҙгә ярҙам иттек. Әсәй, һине лә онотҡаным юҡ. Һинең яҡты йөҙөң һәр саҡ күҙ алдымда... — Шул саҡ әсәмдең фотоһүрәте миңә йылмайғандай булды. Йылы ғына ел иҫте. Әйтерһең дә, бала сағымдағы кеүек әсәй баштан һыйпай. Зыяратта торғанда ниндәйҙер тыныслыҡ күңелемде биләп алды. Ҡәҙерлеләрем менән эстән генә һөйләшеп алғас, сығыу яғына ыңғайланым.
Беҙ йәшәгән өйгә хәтлем һанаулы ғына аҙымдар ҡалды. Хәҙер ошо боралыҡҡа етәм дә, беҙҙең урам башлана. Ни хәлдә икән өйөбөҙ? Барыһы ла яҡшы булһа ярар ине, тип эстән теләп барҙым.
Тыуған йортобоҙҙо оҙаҡ таный алмай торҙом. Ҡапҡаның төҫө күптән уңып бөткән. Тәҙрәләр ярыҡ... Кәртәгә индем. Быны күргәс, шунда уҡ кәйефем төштө. Шулай ҙа өйҙәге әйберҙәр үҙ урында ҡалғандыр, тип уйланым. Ҡараһам — ишек шар асыҡ тора. Һаҡ ҡына өйгә индем. Индем дә, күргәнемә шаҡ ҡаттым. Өйҙә бер әйбер ҙә юҡ. Хатта мейестең йүшкәһен дә, плитәһен дә ҡутарып алғандар. Бары иҫке генә тимер карауат ҡалған. Уныһы ла күңелде бошороп, ярыҡ тәҙрәнән иҫкән елгә шығырлап тора. Бә-әй! Әйтерһең дә бында бер кем дә йәшәмәгән дә, берәү ҙә донъя ҡормаған. Ғаиләбеҙ менән төшкән фотобыҙҙы ҡарап алырмын тип уйлағайным. Был хыялым да селпәрәмә килде. Өйҙә имен бер нимә лә ҡалмаған. Ҡасандыр атай миңә нимәлер бирәм тигәйне, уныһын да мәңге таба алмаҫмын инде. "Минең өсөн ғүмер буйына иң ҡәҙерле нәмәм булды", — тигәйне атай. Балалар йортонда йәшәгәндә бик ауыр саҡта ла түҙҙем. Тыуған йортома ҡайтып, шул нәмәне барыбер табырмын тип өмөтләндем. Ошо өмөт миңә яҡшы уҡырға сәм бирҙе, атай әйткәнсә, үҙемде тәртипле тоторға этәргес булды. Ә бөгөн килеп ошо хыялым юҡҡа сыҡты. Сараһыҙҙан, тупһаға ултырып иланым...
Зыярат ҡылдым, тыуған йортомдо күрҙем — хәҙер кире балалар йортона барыр кәрәк. Иртәгә мине Өфөгә алып барырға тейештәр. Шуға бөгөн һуңға ҡалмай детдомда булыр кәрәк. Урамға сығып килгәнгемде күргәс, эргәбеҙҙән китеп барған бабай туҡтап ҡалды.
— Әллә күҙемә күренә инде, — тип оҙон һаҡалын һыйпап ҡуйҙы бабай. — Ғиззәттең кесе малайы тип торамсы.
— Эйе. Иң кесеһе булам, — тинем янына барып.
— Вай, вай, вай! — Ҡартлас ҡосағын киреп шат йылмайып ебәрҙе. — Һине лә күрер көнөм бар икән дәһә. Хоҙайға рәхмәт, Хоҙайға! — Бабай мине ҡосаҡланы ла, арҡамдан тупылдатып һөйөп алды. Күҙҙәренән йәштәре лә күренде. — Ә мине таныйһыңмы?
Уңайһыҙланып, бер ни әйтә алманым. Был бабайҙы мин танымайым шул, ә ул мине белә.
уылдың иң оло кешеһе. Һеҙ бәләкәй инегеҙ бит, хәтерләмәйһеңдер ҙә. Атайыңа ясинды уҡығайным. Мәрхүмде тәрбиәләп, үҙем һуңғы юлға оҙатҡайным. Их, иртә китте шул, иртә...
Уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп, баш һелктем.
— Әйҙә әле беҙгә барайыҡ, минең һиңә бирер әйберем бар. — Бабай таяғына таянып алға атланы. Мин уның артынан эйәрҙем.
Өйгә ингәс, бабай ултырғыс бирҙе лә, үҙе һандығынан нимәлер эҙләй башланы. Үҙ алдына һөйләнә биреп ҡуя:
— Эй, хәтер тигәнеңде! Ошонда ғына һалғайным шикелле, ҡайҙа ята икән, ә?
Нимәне эҙләй икән Рамаҙан бабай? Һандыҡҡа һалғас, моғайын, кәрәкле әйберҙер. Бабай оҙағыраҡ эҙләнә бирҙе, ә минең ҡыҙыҡһыныуым артты ғына.
— Әт-тә-тә! Таптым! Таптым!
Бабай шатланып яныма килеп ултырҙы. Теге нәмәне усына йомған да күрһәтергә ашыҡмай.
Һүҙҙе "алыҫтан" башланы ул.
— Әле нисәнсе класта уҡыйһың әле, улым?
— Ун берҙе бөттөм. Бына университетҡа инергә йөрөйөм.
— О-о-о! Бик шәп, бик мәслихәт. Атайығыҙ мәрхүм булғанда, бигерәк кескәй инегеҙ шул. Ғиззәттең хәле насар икәнен ишеткәс, уға инеп сыҡҡайным. "Һаулыҡ самалы, — тигәйне ул. — Әгәр минең менән берәй хәл була ҡалһа, ошо әйберҙе кесе улыма — Ильясҡа бирерһең", тине. Күп тә үтмәй ул донъя ҡуйҙы. Ә мин уны һиңә тапшырып өлгөрмәнем — һеҙҙе детдомға алып киткәндәр. Яңғыҙым тороп ҡалғас, һине күреп өлгөрмәйенсә үлеп китермен тип борсолғайным. Бына бит Хоҙайҙың мәрхәмәтлелеге. — Бабай туп-тура күҙемә ҡараны ла, миңә ҡулын һуҙҙы. — Мә, улым, атайыңдан ҡалған ҡомартҡыны ҡабул ит.
Ҡараһам, бабайҙың усында бетеү! Атайым ошоно миңә бирергә булған икән. Ипләп кенә, ҡалтыранып бетеүҙе ҡулыма алдым.
— Бер үк ҡәҙерләй бел уны, Ильяс, — тине Рамаҙан бабай. — Был ябай әйбер түгел. Ул бик тарихи ҡомартҡы. Уның менән олатайың һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Эйе, эйе — ошо бетеү Европаны урап ҡайтҡан. Аҙаҡ донъя ҡуйыр саҡта уны атайыңа тапшырған. Бына хәҙер Ғиззәттең васыяты буйынса һиңә бирәм.
— Рәхмәт һеҙгә, мең рәхмәт!
Шатлығымды йәшерә алмай, ҡартласты ҡосаҡлап алдым.
— Олатайың да, атайың да һәйбәт кешеләр булды! Уларҙы тотош ауыл халҡы хөрмәт итте. Һин дә, ошо бетеүгә тоғро ҡалып, яҡшы йәшә, игелекле бул йәме. Һинең ҡылыҡтарың өсөн ата-бабаң рухына рәнйергә тура килмәһен.
— Эйе, бабай, аңланым. — Рамаҙан ҡарт өгөт-нәсихәттәрен әйтә бирҙе.
— Увенисерға, әй әттәгенәһе, дөрөҫ әйтә алмайым шуны.
— Университетҡа, — тинем төҙәтеп.
— Эйе, эйе. — Бабай үҙе лә йылмайып ҡуйҙы. — Үәт шунда уҡырға инергә тырыш. Былай ҙа һеҙҙең турала район гәзитенән уҡып, ҡыуанып торҙоҡ. Детдомда үҫеп, тыуған йортоңа килеүең бик хуп. Һинең тормошоңда былай ҙа имтихандар күп булғанын,
уныһын белеп торам. Шөкөр, һынауҙарға бирешмәгәнһең. Өфөлә лә имтиханыңды уңышлы бирерһең тип ышанам...
Рамаҙан бабай шыжлатып сәй ҡайнатып ебәрҙе. Кескәйҙән таныш ине шишмәбеҙҙең тәмле һыуы. Сәй эскәндә мин бала сағыма урап килгәндәй булдым. Бер аҙ тамаҡ ялғап алғас, юлға сыҡтым.
— Улым, бетеүгә тап төшөрмә! — тип киҫәтеп, ҡул болғап ҡалды бабай.
Имтихан
Алыҫ юлға кистән үк әҙерләндем. Келәттән аҙыҡ-түлеген дә алдым. Икешәр кило дөгө, ҡарабойҙай, макарон үлсәп бирҙеләр. Берәр кило шәкәрем, кәнфитем дә бар. Аҙаҡ яңы нәски, яҙып-һыҙырға дәфтәр, ҡәләмен дә тотторҙолар. Элек мәктәпкә кейеп йөрөгән ҡыҫҡа еңле костюмды, күлдәгемде лә алдан уҡ йыуып ҡуйғайным. Тик барлыҡ ошо ашамлыҡтарҙы һәм кейемдәрҙе һалып алырға юл сумкаһы табылманы.
— Ана, шәкәрҙән ҡалған тоҡтар донъя беҙҙә, — тинеләр. Башҡаһы булмағас, бар "мөлкәтемде" шул тоҡҡа һалып алдым.
Тыуған ауылым булмаһа ла, был ерҙәр миңә шул тиклем ғәзиз. Ошо төбәктә үҙемә яҡшы дуҫтар таптым, мәктәбендә үҙем өсөн донъяның күп серҙәрен астым. Уҡытыусыларыма айырыуса рәхмәт! Кеше айырыу тигән күренеш бында ят. Ябай ғаиләнән булһынмы, әллә детдомданмы — улар өсөн тип-тиң. Барыһына ла талаптар бер. Бәлки, шуғалыр ҙа унда уҡыуы еңел бирелде. Шуға улар алдында баш эйәм.
Мин хәҙер элекке Ильяс түгел. Үҙемдең һәр ҡылығыма яуап бирә алам. Ә бит балалар йортона килгәндә күҙе асылмаған бесәй кеүек инем. Рәйфә апай ҙа, "няня"быҙ Флүрә лә, дуҫ-иштәрем дә — барыһы ла күҙемде асырға ярҙам итте. Уларҙың һәр ҡылығына ҡарап һығымта яһаным, кәрәк икән фәһем алдым.
"Хөкүмәт әйберен кире ҡайтар", "хөкүмәт ашын ашайһың" тип элек ишетһәм, аптырашта ҡала инем. Кем һуң ул хөкүмәт? Әле генә шуны аңланым, хөкүмәт иҫәбе — ул барлыҡ халыҡтан йыйылған ҡаҙна икән. Ә мин уны берәй бай кеше икән тип уйлап йөрөнөм. Оҙонмо, ҡыҫҡамы, йоҡамы кейгән әйберҙәр өсөн мин хөкүмәткә рәхмәтлемен. Хөкүмәткә, тимәк, халыҡҡа. Атай-әсәйем үлеп киткәс, ошо халыҡ беҙҙе урамда ҡалдырманы, аяҡҡа баҫтырҙы. Бының өсөн мин бөтәһенә лә бурыслымын.
Өфөгә килеп еткәнсе ошо хаҡта уйланып барҙым. Был уйҙар әллә ҡайҙан килә ул?! Йәнемә яҡын ауылдан алыҫлашҡас, күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ кеүек.
Баш ҡалаға директорыбыҙ Мәүлиҙә Нурғәлиевна ла барҙы. Юл буйына ул миңә бер һүҙ ҙә ҡушманы. Өфөгә етеү менән тәүҙә ниндәйҙер ҙур бина алдына барып туҡтаныҡ.
— Ошоно ал әле, — тине лә директор ҡулыма ауыр ғына йәшникте тотторҙо. Быны юлға сығыр саҡта детдом келәтенән алғайнылар. Эсендә берәй төрлө ҡағыҙ-ҡоғоҙ ятһа, еңел генә булыр ине. Үҙе лә ике пакет тотоп алды. Әммә ул пакеттарҙа тәмлекәстәр икәнлеген шундуҡ күреп ҡалдым.
Директор ҡушҡанса уның артынан эйәрҙем. Ҙур ишекте асып, эскә индек. Был бинаның эсе ғәләмәт матур икән дәһә. Аҙым һайын кабинеттар. Моғайын, бында етәкселәр ултыраларҙыр. Икенсе ҡатҡа күтәрелеп тормайынса, һул яҡҡа боролдоҡ.
Коридорҙың осона барып еткәс, тимер ишек алдында Мәүлиҙә Нурғәлиевна туҡтап ҡалды. Әле генә ауыҙы остайып барған директорыбыҙҙың кабинетҡа еткәс, йөҙөндә йылмайыу күренде. Ул бүлмәлә оло йәштәге апай ултыра ине.
— Хәйерле көн, остазыбыҙ, — тине инеү менән Мәүлиҙә Нурғәлиевна. Бә-әй, беҙҙең директорыбыҙ матур итеп иҫәнләшә лә белә икән! Тәүгегә ишетеп торам.
— Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, — тине күҙлеген сисеп теге ханым.
— Матурҙарҙан-матур, аҡыллыларҙан-аҡыллы, педагогтарҙың-педагогына таулы райондан ҡайнар сәләм алып килдем әле. — Директорыбыҙҙың был хәтлем һөйләшә белеүенә хайран ҡалдым. — Бына һеҙгә кескәй генә күстәнәсебеҙ ҙә бар.
Өҫтәл артында ғына эре ултырған апайҙың күҙҙәре ялтлап китте.
— Рәхмәт инде һеҙгә, — тине ул берсә йәшниккә, берсә миңә ҡарап. — Бына һеҙҙе һәр ваҡыт бүтән балалар йорто директорҙарына үрнәк итеп ҡуям. Алыҫ ара тип тормайһығыҙ, Өфөгә йыш киләһегеҙ. Һәр саҡ эҙләнеү юлындаһығыҙ.
Мәүлиҙә Нурғәлиевна оялғандай, ҡул һелтәп ҡуйҙы.
— Тырышҡан булабыҙ шунда...
— Әйткәндәй, Мәүлиҙә Нурғәлиевна һеҙҙе кисекмәҫтән дәүләт наградаһына тәҡдим итер кәрәк. Был мәсьәләне үҙем хәстәрләйәсәкмен. — Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, директорыбыҙ иреп төшкәндәй булды. Балаларса ҡыуанып, уның алдында мине лә һөйөп ебәрҙе. Мәүлиҙә апайыбыҙ балаларҙы ярата ла белә икән! — Әле ниндәй уйҙар менән янаһығыҙ? — тип ҡыҙыҡһынды оло йәштәге апай.
— Кандидатлыҡ диссертацияһы яҙырға булдым әле. Ни тиһәң дә, тәжрибәм етерлек.
— О-о, бик мәслихәт. Уңыштар ғына теләйем. Ә был егет кем була?
— Балаларымдың береһе, — тип Мәүлиҙә Нурғәлиевна яһалма йылмайырға маташты, шунан башымдан һыйпап ҡуйҙы. — Университетҡа нисек тә булһа индерергә уйлайым. Унан ҙур кеше сығыр ул. Университетҡа индермәһәм — исемем Мәүлиҙә булмаҫ!
— Һеҙҙең киң күңеллелегегеҙгә һоҡланмау мөмкин түгел. Ысын педагог шулай эшләргә тейеш тә.
Шунан директор мине коридорға сығарҙы ла, үҙҙәре оҙаҡ ҡына нимәлер хаҡында һөйләште. Мәүлиҙә апайҙың юлы уңды, күрәһең. Кәйефе көр ине. Сығып машинаға ултырҙыҡ та ҡайҙалыр киттек. Ә мин тиҙерәк теге университетты күргем килә.
— Апай, ҡасан университетҡа барабыҙ? — тинем оҙаҡ шым бара торғас.
— Әй, әттәгенәһе! Ошо ҡойроҡ хәҙер башымды ҡаңғыртыр инде. Туҡтат әле машинаны, — тип һуҡрана-һуҡрана шоферға бойороҡ бирҙе. — Килеп еттек, сыҡ, әйҙә!
— Ә ҡайҙа һуң университет!
— Ашыҡма. Тыңла мине! Бына һинең документтарың. Аттестатың да, справкаларың да ошонда, — тип ҡаты ғына папканы һуҙҙы. — Бына һиңә йәшәргә 500 һум аҡса. Ипләп тотонһаң, етә ул. Уйлап ҡараһаң, бер икмәк 15 һум ғына тора, тимәк, был аҡсаға туйғансы ашай алаһың.
— Ә университетҡа мине алып бармайһығыҙмы ни? Мин юлды белмәйем бит...
— Бахырға һалышма! Министрға минең өҫтөмдән яла яғып хат яҙғанда үтә лә сос инең! Телең оҙон икәнен яҡшы беләм. Үәт! Шулай булғас, университет ҡайҙа икәнен дә
табырһың! — Директор машинаға ултырып, ишекте шап иттереп япты ла, ҡуҙғалып та киттеләр.
Ҙур ҡалала мин тәүге тапҡыр. Бында таныштарым да, туғандарым да юҡ. Ә теге университетҡа нисек барып етергә икән? "Ҡала советы" тигән туҡталышта оҙаҡ шаңҡып торҙом. Етмәһә, миңә бөтәһе лә тексәйеп ҡарай. Әллә тоҡ аҫҡан кешене тәүгегә күрәләр инде!?
Былай ауыҙыңды асып троһаң, кис тә етер. Тиҙерәк ҡыбырлар кәрәк. Их, ҡаланың картаһы булһа... Киоскта, моғайын, барҙыр. Барып илле һумға шунан Өфөнөң картаһын һатып алдым. Унда юғары уҡыу йорттарының адресы ла, нисек барырға икәнлеге лә күрһәтелгән. Үәт шәп булды, исмаһам! Ә мин һайлаған университет Телеүҙәк янында икән. Бигерәк алыҫ шул. Аҡса йәлләп йәйәү атлаһаң, көнө буйына ла барып етмәҫһең. Юл аша сығып, автобусҡа ултырҙым.
Бына, мин күптән күрергә хыялланған уҡыу йортондамын. Буласаҡ уҡытыусылар ошонда белем ала икән. Ҡабул итеү комиссияһына барып, кәрәк документтарҙы тапшырҙым, ғаризаһын да яҙҙым. Ҡултамғамды ҡуйҙырып, документтарымдың күсермәһен алып ҡалдылар.
— Имтихан көнөндә килерһегеҙ. Әлегә хуш булып тороғоҙ, — тине бындағы белгес. Әммә мин кабинеттан сығырға ашыҡманым. Ҡайҙа барырға һуң миңә? Имтихан көнөнә тиклем урамда йөрөмәйем бит инде. Ахырҙа, ул апайға барыһын да аңлатым бирҙем.
— Борсолма, хәҙер студенттар профсоюзына барабыҙ ҙа мәсьәләне хәл итәбеҙ, — тине апай тынысландырып. — Етемдәргә ятаҡта йәшәү бушлай. Әйҙә, эйәр артымдан.
Бер сәғәттән һуң ятаҡтың өс кешелек бүлмәһендә ял итә инем. Юлда шул хәтлем арытҡайны. Изге кешеләр сит тарафта ла бар икән, тип ҡыуандым.
Шөкөр, баш ҡалаға килеп, университетҡа документтарымды тапшырҙым, ятаҡҡа урынлаштым. Хәҙер бар маҡсатым — имтихандарҙы уңышлы биреү.
Урамға әллә ни сығып йөрөмәнем. Яҡындағы магазинға барам да, кире бүлмәгә ҡайтам. Көнөн дә, төнөн дә китапты ҡулдан төшөрмәнем. Миңә еңелгә һалышырға ярамай. Әгәр илке-һалҡы йөрөп, уҡырға инә алмаһам, әҙәм мәсхәрәһе буласаҡ. Мәүлиҙә Нурғәлиевна ла рәхәтләнеп көлөр, бүтәндәр алдында исемемде һатыр. Юҡ, бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай! Нисек кенә булмаһын, университетҡа уҡырға инергә тейешмен! Ҡайһы саҡ китап тотҡан көйөнә йоҡлап китәм. Шулай итеп аҙнанан ашыу ваҡытым, уҡыған материалдарҙы ҡабатлау, яҙыу-һыҙыу менән үтте.
Ике имтиханды ла "бишле"гә бирҙем. Шатлығым эсемә һыйманы. Әммә уның менән уртаҡлашыр кешем юҡ шул янымда. Бүтәндәрҙең ата-әсәһе һөҙөмтәһен көтөп, ишек алдына тора. Шатлыҡты ла уртаҡлашыр кеше юҡ, быныһы үтә лә ҡыйын ине. Урыҫ теленән диктант, туған телдән инша яҙыу әллә ни ҡыйын түгел. Ә бына тарих менән саҡ ҡына ауырлыҡтар бар. Етмәһә, күп уҡый торғас, башым да әйләнеп бөттө. Иртән иртүк һуңғы имтиханды бирергә барам. Быуындар ҡалтырай. Берәй һанды ғына яңылыш әйтмәһәм ярар ине. Бетеүҙе усыма һалып, эстән генә белгән доғаларымды ҡабатланым:
— Эй, Хоҙай, зинһар өсөн, ярҙам ит инде. Минең шул хәтлем юғары белемле кеше булғым килә. Үтенесемде ишетһәң ярар ине...
Имтиханда бөтәбеҙгә лә һорауҙар яҙылған ҡағыҙҙар таратып бирҙеләр. Шунда дөрөҫ яуапты яҙып тапшырырға тейешбеҙ. Һуңғы имтихан үтә лә ҡыйын булып сыҡты. Һорауҙарҙа күберәк икеләнә башланым. Әллә күп уйланғанға шулай тойола. Ә профессор парта араһынан йөрөй, унда-бында ҡарай. Күсереп ултырған бер егетте ҡыуып та сығарҙы. Уф, йөрәгем атылып сыға хәҙер!
— Ваҡыт үтте, тапшырығыҙ! — тине имтихан ҡабул итеүсе. — Иртәгә ошо аудиторияға йыйылығыҙ. Һөҙөмтәләрен әйтәсәкмен!
Шул ваҡыт арауығы йылдан оҙағыраҡ тойолдо. Төнө буйына йоҡлай алмай сыҡтым. Башҡа ниндәй генә уйҙар инмәне! Әгәр насар бирһәм, нимә булыр? Улайһа, хуш хыялдарым! "ПТУ-ға урынлаштырам тигәндә ризалашманың, хәҙер инәл миңә" — тип мыҫҡыллар директорыбыҙ. Ғәрлегеңдән ят та үл! Иртә менән барып, университет алдында оҙаҡ тапандым...
Әйтелгән ваҡытҡа аудиторияға инеп ултырҙым. Профессор ҡағыҙҙар тотоп килеп инде. Янында факультеттың деканы ла бар ине. Декан тигәндәре бында дәү генә етәксе икән.
Декан имтиханды уңышлы биргән абитуриенттарҙың, дөйөм һөҙөмтә буйынса уҡыуға ҡабул ителгәндәрҙең исемен уҡый башланы. Әле береһе, әле икенсеһе үҙ исемен ишеткәс, баҫып рәхмәтен әйтә. Шатлығын йәшерә алмай ҡул сабып, урынынан һикергәндәре лә осрай. Ун туғыҙ кешенең исеме аталды. Шатлығынан илап ебәргәндәре лә бар ине. Унауҙан ашыуҙың күңеле төштө.
Минең исем яңғыраманы... Барлыҡ хыялдарым селпәрәмә килде. Бөттө былай булғас! Хәҙер кейемдәремде йыйырға ла, килеп алыуҙарын һорап, детдомға шылтыратыр кәрәк. Кеҫәмдә, исмаһам, аҡсам да ҡалманы. Уҡытыусыларымдың күҙенә нисек күренермен? Балалар йортонда ҡалған Зөлфирә һеңлем дә минең өсөн оялып йөрөр хәҙер.
— Иғтибар! — тине шатлығынан шаулашҡандарҙы тынысландырып декан. — Ғәфү итегеҙ, мин берәүҙең исемен әйтергә онотҡанмын. Ильяс Мөхәмәтов атлы егет бындамы ул? — Исемемде ишеткәс, ҡулдарым ҡалтырап китте. Яуап бирергә телем дә әйләнмәй.
— Б-ба-ар! — тотлоға-тотлоға яуапланым да, көскә аяғыма баҫтым.
— Ҡотлайым! Һеҙ ҙә "биш"кә бирҙегеҙ! Университетыбыҙҙың ишектәре бөгөндән һеҙҙең өсөн асыҡ!
Шул һүҙҙәрҙе ишеткәс, аңлатып бирә алмаҫлыҡ хистәр солғап алды. Шатлығымдан күктең етенсе ҡатына ғына түгел, меңенсе ҡатына күтәрелгәндәй хис иттем үҙемде.
Автор тураһында белешмә
Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов 1988 йылда Белорет районының Абҙаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Үкһеҙ етем ҡалғас, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. Санкт-Петербург дәүләт политехник университетында махсус курс үтә. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы. "Башҡортостан" гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләй.
Фото: интернет.
Читайте нас: