Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2019, 02:00

УРАҘАЛАР ҠАБУЛ БУЛҺЫН!

Ҡала һәм ауылдарыбыҙҙа мәсеттәр эшләүе, уларҙан халыҡтың өҙөлмәүе - кешенең иманға тартылыу билдәһе. Изге Рамазан айын да Ишембай мосолмандары матур итеп уҙғарҙы. Халыҡ дәррәү иман йорттарына йөрөнө, унда ифтар мәжлестәре ойошторолдо.

- Барлыҡ мосолмандарҙы Ураҙа байрамы менән ҡотлап, ураҙаларыбыҙҙың ҡабул булыуын теләйем. Аллаһ Тәғәлә ифтар мәжлестәрен ҡабул итеп, әжер-сауаптарын бирһен, - тине Ишембай районының имам-мөхтәсибе Илшат хәҙрәт Хафизов. - Һуңғы йылдарҙа халыҡтың дингә тартылыуы һиҙелә. Мәсеткә яңы кешеләр килә. Был йәһәттән ифтар мәжлестәре лә ярҙам итә. Мәҫәлән, әхирәтенә эйәреп мәсеткә ифтарға килеүселәр араһында намаҙға баҫыусылар бар. Йәнырыҫ, Яр-Бишҡаҙаҡ һәм башҡа мәсеттәрҙә башланғыс дини белем алыу мөмкинлеге лә ғилемебеҙҙе арттырыуға булышлыҡ итә.
Йәмғиәтебеҙҙә иманды нығытыу, әхлаҡты күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған ауыл мәсеттәре имам-хатиптарының йыйылыштары ла даими уҙғарылып тора. Июнь айында имамдарҙың йыйынын Кинйәбулатта уҙғарыу ниәтләнә.
Фото: автор.
Читайте нас: