Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2019, 02:00

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Этҡол ауылы мәсетендә Ураҙа ғәйете байрамы уҙҙы. Һәр йылдағыса был күркәм сараға ауылдаштар ихлас күңелдән күмәкләшеп йыйылды.

Этҡол ауылы мәсетендә Ураҙа ғәйете байрамы уҙҙы. Һәр йылдағыса был күркәм сараға ауылдаштар ихлас күңелдән күмәкләшеп йыйылды.
Ураҙа ғәйете уҡылғандан һуң мәсетебеҙҙең имам-хатибы Шәрәфетдин мулла вәғәз һөйләне. Ауыл хакимиәте башлығы Нәсимә Ғайса ҡыҙы ауылдаштарҙы байрам менән тәбрикләп, барыһына ла иҫәнлек - һаулыҡ теләне.
Байрамға башҡорт Вангаһы - Мәликә апай ҙа килгәйне. Ул үҙенең сығышында ниндәй дин тотһаҡ та, Аллаһы тәғәләбеҙ бер, барыбыҙ ҙа дуҫ-татыу йәшәргә тейешбеҙ, тине.
Артабан байрам мул аш-һыу табынында дауам итте. Ураҙа ғәйете өсөн һарыҡ итен һәм емеш-еләкте Уразбай ауылынан Сөләймәнов Ринат ағайҙың Америка Ҡушма Штаттарында йәшәгән Гөлнара ҡыҙы һәм ауылдашыбыҙ Мәхмүтов Рафиҡ бирҙе. Уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Шулай уҡ мәсеттең тауыш колонкалары боҙолоу сәбәпле яңыһын алырға матди ярҙам күрһәткән ауылдаштар - Мәхмүтов Кәрим, Ҡолмурзин Рәмил, Арсланбаев Азамат, Иванов Талип, Өфө ҡалаһынан алып ҡайтып биргән Яҡуп Шәрипов ағайҙарға, тәмле-татлы итеп аш-һыу әҙерләгән апайҙарға ҙур рәхмәт!
Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын! Изге ғәмәлдәр генә ҡылып, бер-беребеҙгә итәғәтле, кешелекле булып ғүмер итәйек.

Фото: автор.
Читайте нас: