Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2019, 02:00

ҺАУМЫ, ИСТАНБУЛ!

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан бөгөн беҙ күп шәхестәребеҙҙе барлайбыҙ. Кинофильмдар төшөрәбеҙ, сәхнә әҫәрҙәре ҡуябыҙ, роман-поэмалар ижад итәбеҙ. Һәр кем был тарихи ваҡиғаға үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ә беҙ, ишембайҙар, Башҡортостан Республикаһының тәүге юлбашсыһы Әхмәтзәки Вәлидиҙе тыуҙырған төбәк булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан бөгөн беҙ күп шәхестәребеҙҙе барлайбыҙ. Кинофильмдар төшөрәбеҙ, сәхнә әҫәрҙәре ҡуябыҙ, роман-поэмалар ижад итәбеҙ. Һәр кем был тарихи ваҡиғаға үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ә беҙ, ишембайҙар, Башҡортостан Республикаһының тәүге юлбашсыһы Әхмәтзәки Вәлидиҙе тыуҙырған төбәк булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ошо иҫтәлекле көндәрҙә Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге начальнигы Айгөл Разамасова менән урындағы телевидение директоры вазифаһын башҡарыусы Динә Мурзина, бөйөк яҡташыбыҙҙың исемен күтәреп, уның балалары төйәк иткән алыҫ Төркиәгә барып, Иҫәнбикә ханым һәм Субиҙәй бей менән осрашты. Бөгөн беҙ, оҙон сәфәрҙән ҡайтҡан хеҙмәттәштәребеҙҙе “Торатау” гәзите редакцияһына саҡырып, улар менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.



- Ҡыҙҙар, был идея һеҙҙә нисек тыуҙы?


АЙГӨЛ:


- Мин былтыр беренсе тапҡыр сентябрҙә Истанбулға барғайным. Шул саҡта уҡ Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡәберен барып күрергә теләк ҙур ине. Сәфәремдең һуңғы көнөндә булһа ла ниәтемде тормошҡа ашырҙым. Интернеттан ғалим ерләнгән зыяраттың ҡайҙа урынлашҡанын таптым. Ул ваҡытта төрөксә бик үк яҡшы ла белмәй инем. Шулай ҙа зыярат етәкселегенә аңлата алдым, Вәлидиҙең фотоһын күрһәткәс, араларындағы берәү мине ҡәберлеккә алып барҙы. Бөйөк шәхестең һуңғы төйәге янында баҫып торғанда нимәләр кисергәнемде белһәгеҙ икән! ...Бына бында минең яҡташым ята, Көҙән ауылынан сыҡҡан башҡорт балаһы. Ниндәй һикәлтәле юлдар үтеп, бөтә донъяға танылған ғалим дәрәжәһенә еткән яҡташым. Мин уның исемен йөрөткән гимназияла уҡыным, уның рухында белем һәм тәрбиә алдым. Һәм бөгөн килеп бөйөк шәхестең ҡәберен таба, уның алдында баш эйә алыуым менән ғорурмын... Ошондай тойғолар биләп алғайны мине ул саҡта. Киләһе йыл мотлаҡ тағы барасаҡмын тип һүҙ бирҙем үҙемә. Истанбулдан алып ҡайтҡан тәьҫораттарым йыл буйы ташламаны. Тағы ла барырға форсат сыҡһа, Вәлидиҙең балалары менән осрашып булыр инеме икән, тигән уй тынғылыҡ бирмәне. Шулай бер ваҡыт эш бүлмәһендә Динә менән һөйләшеп ултырғанда, ул республиканың 100 йыллығына яңы проект уйлап табырға ине, тип әйтеп һалды. Телевидение хеҙмәткәрҙәренең райондан сыҡҡан мәшһүр кешеләр тураһында интернетта бәләкәй генә роликтар эшләргә тигән тәҡдимдәре бар ине. Ә ниңә әле уны Әхмәтзәки Вәлидиҙән башламаҫҡа, тинек тә Истанбулға барып ҡайтырға булдыҡ. Беҙҙең идеяны хакимиәт башлығы Азамат Абдрахманов та хупланы. Һис көтмәгәндә бағымсы ла табылды. Шулай итеп, Динә менән икәүләп оҙон юлға сыҡтыҡ. Беҙҙең алда ни тиклем ҙур яуаплылыҡ ятҡанын аңлап, сәфәребеҙ алдынан Вәлидиҙең тормошон, сәйәси һәм ғилми эшмәкәрлеген тағы ла бер тапҡыр ентекләп өйрәндек.


- Иҫәнбикә менән Субиҙәйгә алдан хәбәр иткәнһегеҙҙер бит?


ДИНӘ:


- Әлбиттә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аша уларға аталарының тыуған яғынан вәкилдәр киләсәк, тип хәбәр иттеләр. Беҙ айырыуса Башҡортостандың ТӨРКСОЙҙағы элекке вәкиле, филология фәндәре кандидаты Әхәт ағай Сәлиховҡа бик рәхмәтлебеҙ. Тап ул был тарихи осрашыуҙы ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтте.


- Тимәк, һеҙҙе ҡаршы уҡ алдылармы?


АЙГӨЛ:


- Юҡ, юҡ. Тәүге көн беҙ Истанбул буйлап сәйәхәт иттек. Уның урамдарын ҡыҙырҙыҡ.


- Улай булғас, әйҙә, Вәлиди эҙҙәре ҡалған был мөһабәт ҡала буйлап беҙ ҙә үтәйек!


- Истанбул - боронғо Рим, Византия һәм Осман империяларының баш ҡалаһы, бөгөнгө көндә 20 миллионға яҡын халыҡ йәшәй. Йылына бөтә Ер шарынан 15 миллион тирәһе турист килә. Халыҡтың кеме генә юҡ та, ниндәйе генә юҡ. Шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙлек яғынан бөтә нәмә уйланылған, бөтәһе лә юғары кимәлдә. Аҙым һайын жандармдар, сауҙа үҙәктәренә, метроға, баҙарға ингәндә аэропортҡа ингән кеүек үтәһең. Һәр урамы, һәр бинаһы – үҙе бер тарих. Бөтә нәмә кеше өсөн, йәмәғәт транспорты заманса һәм уңайлы, ҡаланың ҙурлығына ҡарамаҫтан, транспорт системаһы сәғәт кеүек эшләй. Бында аҙашам тиһәң дә, аҙашмаҫһың, ҡайҙа ҡарама - күрһәткестәр. Урамдары таҙа, шау сәскә. Төрөктәр туристарға ҡарата бик алсаҡ, ярҙамсыл. Үҙҙәренсә һөйләшһәң, бигерәк шатланалар. Телдәрен, илдәрен ныҡ яраталар. Үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттәләр, урамда үтеп барышлай бер-береһенә матур теләктәр теләп китәләр. Телмәрҙәрендә ике һүҙ һайын Аллаһ исемен ҡабатлайҙар. Егәрлеләр, шул уҡ ваҡытта тормоштоң йәмен күреп йәшәй беләләр. Кафеларҙа һыра түгел, сәй эсәләр, хатта ирҙәр ҙә, компаниялар менән килеп, сәй эсә-эсә оҙа-аҡ әңгәмәләшеп ултыра. Әйтеп бөтөргөһөҙ романтика бында! Ике диңгеҙ (Ҡара һәм Мәрмәр), Босфор боғаҙы, Алтын Мөгөҙ ҡултығы, караптар, аҡсарлаҡтар, бик күп мәсеттәр һәм аҙан тауышы...


- Айгөл, шундай ҡыҙыҡтырғыс итеп һөйләнең, һәр кем Истанбулды үҙе барып күргәндәй булғандыр валлаһи! Уйлап ҡараһаң, уйылып китерлек. Әхмәтзәки Вәлиди нәҡ ошо ҡалала асылына тап килгән мөғәллимлек эше менән шөғөлләнә. Төрөк донъяһының тарихын яҙа. Күпме шәкерттәре уның бында йәшәй, бөйөк ғалимдың эшен дауам итеүселәр бар. Тимәк, уның тураһындағы иҫтәлекте бик күп төрөктәр күңел түрендә йөрөтәлер...


ДИНӘ:


- Бының шулай икәнен беҙ беренсе көндә үк тойҙоҡ. Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡәберенә барғанда уның янында мөләйем йөҙлө ҡарт йөрөй ине, ул был урынды тәрбиәләп, йыйыштырып тороусы икән. “Кешеләр йыш килә, төрлө илдән вәкилдәр булып, сәскәләр һалып тора”, - тип һөйләне беҙгә. Беҙ ҙә яҡташыбыҙҙың ҡәберенә сәскәләр ултырттыҡ, рухына доға ҡылдыҡ. Репортаж эшләнек. Истанбул университеты майҙанында Зәки Вәлиди исемендәге парк бар, ошонда уҡ бюсы тора, икенсе көндө шуны барып таптыҡ, йәнә репортаж эшләнек.


- Ә Иҫәнбикә һәм Субиҙәй менән ҡасан осраштығыҙ?


ДИНӘ:


- 3 көндән Ҡоролтайҙан, һеҙҙе көтәләр, тип хәбәр иттеләр һәм Иҫәнбикә ханымдың йорт адресын яҙып ебәрҙеләр. Был хәбәрҙе алғас, төнө буйы йоҡламай сыҡтыҡ. Шул тиклем ныҡ тулҡынландыҡ. Беҙҙе нисек ҡабул итерҙәр, әңгәмә килеп сығырмы, тип ҡайғырып бер булдыҡ. Камераны ғына ла 25 тапҡыр тикшереп ҡарағанмындыр ул.


АЙГӨЛ:


- Осрашыуға метрола китеп барабыҙ, беҙҙе ғәжәпләндергәне шул булды: тотош вагон, йәшенә, социаль хәленә ҡарамай, дәүләт гимнын йырлай: Йәшә, Мостафа Кемаль Паша, йәшә! - тип Ата Төрөккә һөйөүен, ихтирамын күрһәтәләр. Һәм беҙ ошо патриотик рухта Иҫәнбикә ханымдың фатирына барып керҙек. Ул үҙәктән йырағыраҡ яңы районда матур элиталы йортта йәшәй. Стенаһына алтын хәрефтәр менән ТОGAN фамилияһы яҙылған. Өйө тыштан да, эстән дә ап-аҡ, яҡты. Фатирҙа зиннәтле йыһаздар юҡ, ләкин бөтә нәмә зауыҡ менән алынғаны, урынлаштырылғаны күренеп тора. Интерьерын бер нисә башҡорт сувениры биҙәй. Радионан талғын ғына боронғо төрөк йырҙары ишетелә... Борсолоуҙарыбыҙ юҡҡа булған, бер туғандарын күргәндәй ҡаршы алдылар. Беҙҙең менән осрашыуға Субиҙәй бей Анкаранан килеп еткән! Уларға күстәнәскә башҡорт балы менән үҙебеҙҙең ялан болондарында үҫкән боланут сәйе алып барғайныҡ. Шатланып ҡабул иттеләр.


ДИНӘ:


- Апалы-ҡустылы был икәүҙең араһындағы туғанлыҡ хисенең ни тиклем көслө булыуы һоҡландырҙы. Бер-береһенә шул тиклем ихтирамлылар, иғтибарлылар. Субиҙәй атаһын ғалим булараҡ күҙ алдына баҫтырһа, Иҫәнбикә иһә кеше булараҡ, ғаилә башлығы булараҡ һүрәтләне. “Атайым гелән ғилми эш менән мәшғүл булды. Кабинетына кереп китер алдынан: “Миңә ҡамасаулап йөрөмәгеҙ”, - тип иҫкәртер ине. Беҙ ҡустым менән был турала онотоп, янына йүгереп барып инһәк, үҙе һис асыуланмаҫ, беҙҙең менән ихлас уйнар ине. Ҡайҙа ғына барһа ла, һәр саҡ мине үҙе менән йөрөттө...”, - Иҫәнбикә башҡортса бер ни тиклем аңлай, хатта һөйләшә лә. Шуға уның менән аралашыуы еңелерәк булды. Субиҙәй телде белмәй. Уның ҡарауы, Айгөл төрөксә апаруҡ ҡына һупалай. Ул тәржемәсе ролен үтәне лә инде.


АЙГӨЛ:


- “Һеҙ үҙегеҙҙе ниндәй милләт кешеһе тип һанайһығыҙ?” – тигән һорауға яуап бирер алдынан Субиҙәй бей оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы ла былай тине: “20-се быуат башында төрки илдәрҙә һуғыштар йыш булған, шул сәбәпле күп кенә кешеләр төрлө республикаларҙан Төркиәгә эмиграцияға килеп, яңы тормош башлаған, әммә улар береһе лә ул һуғыштар тураһында, тыуған илдәре тураһында балаларына һөйләмәй ине. Атайыбыҙ ҙа беҙгә уларҙы һөйләмәне. Башҡортостанға беҙ беренсе тапҡыр 1990 йылда килдек, шул саҡта ғына атайыбыҙҙың тыуған ерен күреп белдек. Милләттәштәребеҙ, туғандарыбыҙ менән осраштыҡ. Төрөк менән башҡорт ҡаны аға беҙҙең тамырҙарҙа”. Субиҙәйҙең бөтә булмышында төрөк менталитеты ярылып ятһа ла, ул үҙенең иплелеге, тыйнаҡлылығы, сабыр күҙ-ҡарашы менән барыбер башҡортҡа тартым. Ҡан хәтере йоҡламай, күрәһең. Хушлашып ҡайтырға сыҡҡанда, Иҫәнбикә менән Субиҙәй өсөн шатландыҡ: икеһе лә ҙур дәрәжәләргә эйә профессорҙар, фән өлкәһендә исемдәре бөтә донъяға билдәле. Атайлы, тимәк, арҡалы булып үҫкәндәр. Һәр нәмәне көрәш аша яулаған Вәлиди улы менән ҡыҙына тулы бәхет, тормошта йөҙөп йәшәрлек мөмкинселек биргән. Шуға һөйөндөк.


ДИНӘ:


- Беҙ генә түгел, улар үҙҙәре лә күп нәмә тураһында һорашты. Торатауҙы телгә алдылар, Көҙән ауылы, ғөмүмән, Ишембай менән ҡыҙыҡһындылар. Башҡортостан халҡына, күп һанлы туғандарына сәләм әйттеләр. Маҡар ауылынан ҡустылары Мансур Вәлиевҡа айырым сәләм еткерҙеләр. “Беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ был, атайыбыҙҙың тыуған яғынан килеп, хәлебеҙҙе белгәнегеҙ өсөн рәхмәт”, - тинеләр.


АЙГӨЛ:


- Бер-ике сәғәт ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Беҙ, ошо яуаплы миссияны атҡарып сыға алыуыбыҙға шатланып хушлаштыҡ был йәмле йорт һәм уның ифрат һөйкөмлө хужалары менән. - Республикабыҙҙың 100 йыллығын үткәргән көндәрҙә ошондай шәхестәребеҙ менән күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшеү, уларҙың бөгөнгө хәле менән яҡташтарыбыҙҙы таныштырыу ҙур маҡтауға лайыҡ. Рәхмәт һеҙгә, ҡыҙҙар!




Фото: Динә Мурзина менән Айгөл Разамасова архивынан.
Читайте нас: