Ҡан ҡуйы булһа, уның әйләнеше лә насарая. Һөҙөмтәлә эске органдарға кислород етмәй башлай. Өҫтәүенә, тромб барлыҡҡа килеүгә этәргес булыуы ихтимал. Шуға күрә ҡанды шыйығайтыу сараһын күрергә кәрәк. Бының өсөн нимә эшләргә һуң?
Күберәк һыу эсергә. Оло кеше көнөнә, сәй, һут һәм башҡа эсемлектән тыш, 2 – 2,5 л һыу эсергә тейеш. Эҫелә унан да күберәк эсергә мөмкин. Таҙа һыу – тромб барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймаусы иң көслө сара.
Ҡанды шыйығайтыусы аҙыҡтар:
– зәйтүн һәм көнбағыш майы;
– алма һеркәһе;
– һарымһаҡ менән һуған (даими рәүештә һарымһаҡ ашау тромб барлыҡҡа килеү хәүефен 50 процентҡа кәметә!);
– лимон;
– көнбағыш;
– сөгөлдөр;
– какао менән шоколад (ҡара);
– балыҡ һәм балыҡ майы;
– томат, томат һуты;
– һоло бутҡаһы;
– ҡурай еләге, ҡара көртмәле, ҡайын еләге, сейә, һары сейә, мүк еләге ( клюква);
– имбир.
Ошо аҙыҡтарҙың икәү-өсәүһе көн һайын туҡланыу рационында булырға тейеш.
Ҡанды ҡуйыртыусы аҙыҡтар:
– ит һурпаһы;
– колбаса;
– ҡаҡланған аҙыҡтар;
– ҡойҡа;
– аҡ икмәк;
– һөт өҫтө;
– чечевица;
– гөлйемеш;
– ҡара миләш;
– банан, манго;
– үләндәр (һары мәтрүшкә, бесәй үләне (валериана), кесерткән, меңъяпраҡ, ҡымыҙлыҡ һ.б.). Үләндәрҙе туҡтауһыҙ эсергә ярамай, курслап ҡына эсергә кәрәк!
Шулай уҡ ҡандың ҡуйылығын һиҙелерлек арттыра:
– тәмәке тартыу;
– алкоголь;
– тоҙ;
– бәүел ҡыуҙырыусы һәм гормональ препараттар.
Күберәк хәрәкәт итегеҙ, йәйәү йөрөгөҙ, физкультура менән шөғөлләнегеҙ.
Туҡланыу буйынса тәҡдимдәр
Ҡандың ҡуйырыуы уның артыҡ ойошоусанлығын аңлата. Быға күп фактор йоғонто яһай. Мәҫәлән, ҡан тамырҙарының зарарланыуы, бауырҙың эшмәкәрлеге боҙолоуы һ.б. Шулай уҡ ҡандың күҙәнәкле массаһы менән шыйыҡ өлөшөнөң нисбәте үҙгәргән булыуы ихтимал.
Диета, күпләп һыу һәм шыйыҡлыҡ эсеү ҡанды шыйығайта. Шулай уҡ ҡара сәй урынына йәшел сәй, тәбиғи һуттар эсеү файҙалы. Айырыуса ҡыҙыл виноград һуты яҡшы. Уны йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы өсөн бәлзәм тип йөрөтәләр.
Туҡланыу рационы аҡһымдарға, углеводтарға, витаминдарға һәм макро, микроэлементтарға бай булырға тейеш. Ҡан тамырҙары стенкаларының һәм ҡан күҙәнәктәренең мембраналарын тергеҙеү һәм яңыртыу өсөн организм тейешле кимәлдә аминокислоталарға бай аҡһымдар алырға тейеш. Аҡһымдарҙың төп сығанағы – балыҡ, айырыуса диңгеҙ балығында күп. Шулай уҡ һөт аҙыҡтары, аҙнаһына ике тапҡыр йомортҡа, тауыҡ һәм күркә ите ашарға мөмкин. Омега-3 майлы кислотаһына бай булыу сәбәпле, көнөнә берәр ҡалаҡ етен майы эсергә ярай. Ул холестерин кимәлен кәметеп, ҡанды шыйығайтыуға булышлыҡ итә.
Тағы ла биологик актив матдәләргә бай рафинадланмаған зәйтүн майын ҡулланырға тәҡдим ителә. Ҡанды шыйығайтыу өсөн таурин аминокислотаһына бай аҙыҡтар ҙа яҡшы. Улар диңгеҙ продукттарында – кальмарҙа, креветкала, моллюскта күп. Аҙнаһына ике тапҡыр 200 г кальмар ашау ҙа етә.
Даими рәүештә диңгеҙ кәбеҫтәһен туҡланыу рационына индереү ферменттарҙы әүҙемләштерә һәм аҡһымдарҙы, тимерҙе, фосфорҙы үҙләштереүҙе еңелләштерә, ҡандағы насар холестеринды кәметә һәм ҡандың ойошоусанлығын түбәнәйтә.
Сәтләүектәр аҡһымға, минераль матдәләргә (кальций, магний, калийға) бай. Әстерхан сәтләүегендә, миндаль менән кешьюла аргинин аминокислотаһы күп. Тап шул аминокислота ҡандың ойошоусанлығын кәметә. Шуға күрә лә көнөнә 30 г сәтләүек ашарға кәңәш ителә.
Ҡанды шыйығайтыуға яңы өҙөлгән һуған менән һарымһаҡ та ярҙам итә. Өҫтәүенә, улар ҡандағы насар холестеринды кәметеп, яҡшыһын күбәйтә, ферменттар системаһын ирекле радикалдар зарарлауынан һаҡлай. Тик көн һайын уртаса ҙурлыҡтағы һуғандың яртыһын йә бер бүлкәт һарымһаҡ ашағанда ғына һөҙөмтәгә ирешеп була.
С витаминына һәм башҡа биологик актив матдәләргә бай булған татлы ҡыҙыл борос та ҡан тамырҙарының стенкаһын һәм ҡан әйләнешен яҡшырта. Бының өсөн көнөнә бер борос ашарға кәрәк.
Помидор ҙа маҡтауға лайыҡ. Уның составында ҡандың ойошоусанлығын, йәғни тромбоциттарҙың йәбешеүсәнлеген кәметеүсе матдә бар. Шулай уҡ ул томат һутында һәм соусында ла була.
Ҡандың биохимик составы боҙолғанда ҡабаҡ, патиссон, ташҡабаҡ, баклажан, шалҡан, салат, сельдерей тамыры, фасоль, ҡыяр кеүек йәшелсәләр файҙалы. Ҡауын менән имбир ҙа ҡан ағышын шәбәйтеү үҙенсәлегенә эйә.
Ҡан ҡуйы булып, тромб барлыҡҡа килеү хәүефе көсәйгәндә банан ашауҙан тыйылыу зарур. Йогурт, капсулалағы балыҡ майын, япраҡлы йәшелсәне лә әҙерәк ашарға кәңәш ителә.
Иң яҡшыһы – аҙыҡты сей килеш йә парҙа бешереп, быҡтырып ашау.