Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 02:00

КАМИЛҒА ЯРҘАМ ИТӘЙЕК!

Ошо көндәрҙә Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары макулатура йыйыу тураһында иғлан итте. Изге эштәре экологик акцияға ғына ҡайтып ҡалмай. Балаларҙың маҡсаты - ошо мәктәптә үҙҙәре менән бергә уҡыған Камил Сөләймәновҡа ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү. 13 йәшлек малайға ҡатмарлы диагноз ҡуйылған.

Ошо көндәрҙә Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары макулатура йыйыу тураһында иғлан итте. Изге эштәре экологик акцияға ғына ҡайтып ҡалмай. Балаларҙың маҡсаты - ошо мәктәптә үҙҙәре менән бергә уҡыған Камил Сөләймәновҡа ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү. 13 йәшлек малайға ҡатмарлы диагноз ҡуйылған.


Күптәребеҙ башын ҡомға йәшергәндәй, бындай мәғлүмәттәрҙән азат булырға тырышһа ла, ҡатмарлы сирҙәргә юлыҡҡан балаларға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә бар ғәләм менән аҡса йыйырға мәжбүрлекте танырға тура килә. Һәм, мөмкин тиклем тиҙерәк. Аңлап торабыҙ, бындай сирҙәргә юлыҡҡанда ваҡыт үтә лә ҡәҙерле.


- Улым 2018 йылдың сентябрендә ҡапыл ауырып китте. Үҙебеҙ Салауатта торабыҙ, Камил менән ҡыҙым Ишембайҙа гимназияла уҡый. Оҙаҡ ҡына дөрөҫ диагноз ҡуя алманылар, - тип һөйләне малайҙың әсәһе Альбина Рәил ҡыҙы. - Мәскәү белгестәре лә дауалау препараттарының тейешле күләмдә тәғәйенләнмәгәнен әйтте. Юғары дәрәжәлә әүҙем аутоиммун гепатиты, бауыр циррозы, 4-се стадиялағы бауыр яман шеше. Быға тиклем сығымдарҙы күтәрергә туғандар менән үҙебеҙҙең хәл етте. Һиндостандың Глобал Хоспитал клиникаһы трансплантацияға ҡабул итергә ризалыҡ биргәс тә, ярҙамһыҙ булмаясағын аңланыҡ - операцияға 2 706 800 һум талап ителә. Был сумма беҙҙең өсөн күтәргеһеҙ, шуға күрә, өмөттө һүндермәй, социаль селтәрҙәрҙә Камилға дауаланыуға аҡса йыйыу хаҡында яҙырға мәжбүр булдыҡ. Эйе, улым һымаҡ ярҙамға мохтаж балалар, өлкәндәр бик күп. Тик улым минең өсөн берәү генә, ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләргә тейешмен, - тип һүҙен дауам итте балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән әсә. – Иң ҡатмарлыһы – донор табыу. Ҡыҙым Ҡәҙриә тәүге минуттарҙан уҡ: “Әсәй, мин була алам бит!” - тине. Шулай килеп сыҡты ла. Был ҡарарға килеүҙең нисек ауыр бирелгәнен аңларһығыҙ, тип ышанам. Тик беҙҙең ил закондары буйынса 18 йәше тулмаған граждандар донор була алмай. 8 июндә Камил Мәскәүҙәге Балалар һаулығы фәнни үҙәгенә планлы тикшереүгә ята. Әммә унда беҙҙең диагноз менән операцияға алмайҙар... Нисек кенә ауыр булһа ла, тап таныш булмаған кешеләрҙең ярҙамы, йылы һүҙе ныҡлыҡ бирә. Ә гимназия уҡыусыларының, класташтарының мөнәсәбәте, рухи ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ҙур. Камил менән аралашып торалар, ҡунаҡҡа килергә рөхсәт һорап шылтыраталар.


Гимназия-интернатта 6В класында һин дә мин дәртләнеп уҡып йөрөгән, ҡояш кеүек яҡты, матур күңелле малайҙың сирләп китеүе хаҡында мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә тиҙ таралды. Әлбиттә, иң тәүҙә класташтары, ата-әсәләр, гимназия коллективы малайға дауаланыу өсөн аҡсалата ярҙам итеүҙе ойошторорға тырышты. Был акция ошо ярҙамдың бер төрө. Кесаҙна көн һанаулы сәғәттә гимназия фойеһы макулатура менән тулды – уҡыусылар бергәләп тотонған изге эшкә бик күп ишембайҙар ҡушылды.


- Старостолар советында акция ойошторайыҡ тигән тәҡдимемде тиҫтерҙәрем ихлас күтәреп алды. Ағайым транспорт менән ярҙам итте. Ҡалалағы «Рудерис» команияһы макулатураны ҡабул итә, унан килгән аҡсаны Камилға ярҙамға тапшырасаҡбыҙ. Беҙҙең иң ҙур теләк – Камил шәбәйеп, гимназияла класташтары менән бергә уҡыһын, шатланып йәшәһен, - тип уртаҡлашты 10-сы А класы старостаһы Азалия Вәлиәхмәтова.


Һиндостандағы клиника трансплантация өсөн түләүҙе өлөшләп ҡабул итергә әҙер. Тәүге этапта 1,5 миллион һум аҡса талап ителә.


- Әлеге көндә 1 миллион һум тирәһе йыйылды. Шуның 568 мең һумы - тап ябай кешеләр ярҙамы. Рамаҙан айында саҙаҡаларын беҙгә ярҙамға тип тапшырған яҡташтарға оло рәхмәт. Аллаһы Тәғәлә бер үк үҙегеҙгә бындай һынауҙар күрһәтмәһен, - тине Камилдың әсәһе. - Тамырҙарыбыҙ Ғафури районында, унда ла атай-әсәйемдең ауылында ярҙам ойошторғандар. Мәсеттәрҙә доғалар ҡылған кешеләр бар. Бик ҙур рәхмәт бөтәһенә лә.


Камилға дауаланыуға ярҙам итергә теләгәндәр социаль селтәрҙә Альбина Рәил ҡыҙы менән бәйләнешкә инһен ине - https://vk.com/id424578856 (Аля Тагирова. Күскән аҡсалар скрины менән тулы мәғлүмәтте Альбина үҙ сәхифәһендә бирә бара). Аҡсаны түбәндәге реквизиттар буйынса күсерергә мөмкин.


5489 9933 5158 6875 - карта Газпромбанка на имя Тагирова Альбина Раилевна (әсәһе).


5469 0600 2877 4211 - карта Сбербанк на имя Сулейманова Кадрия Рустамовна (донор).


Күңелдәрҙе битарафлыҡ еңмәһен, дәүләт ярҙам итер тип тә ҡатылыҡ күрһәтмәйек, яҡташтар. Ҡулыбыҙҙан килә, беҙ күмәк!





Фото: автор һәм ғаилә архивынан.
Читайте нас: