Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2019, 02:00

Юбилейың менән, хөрмәтле уҡытыусыбыҙ!

Күптән түгел Әрметрәхим ауылының хөрмәтле уҡытыусыһы, тыл һәм хеҙмәт ветераны Кәлимуллина Ғәниә Ғабдулғани ҡыҙының 90 йәшлек күркәм юбилейы булып үтте.

Оҙон ғүмерле инәй-бабайҙар ауылдың ғорурлығы, йәш быуын өсөн батырлыҡ һәм сабырлыҡ өлгөһө. Өлкәндәрҙең ғүмер юлы еңел генә үтмәгән. Бөйөк Ватан һуғышы килтергән ауырлыҡтар, яҡындарын юғалтыу, таңдан төнгә тиклем колхоз эшендә эшләү - былар барыһы ла 80, 90 йәшен тултырған ауылдаштарыбыҙҙың башынан үткән һынауҙар.


Күптән түгел ауылыбыҙҙың хөрмәтле уҡытыусыһы, тыл һәм хеҙмәт ветераны Кәлимуллина Ғәниә Ғабдулғани ҡыҙының 90 йәшлек күркәм юбилейы булып үтте. Юбилярға Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Фәрит улы Абдрахмановтың бүләген һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау открыткаһын тапшырҙыҡ.


Ғәниә апай 30 йыл үҙебеҙҙең Әрметрәхим ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләне. Аҡыллы, ҙур ихтирамға лайыҡ уҡытыусыбыҙ беҙҙең. Бөгөн Ғәниә апайыбыҙ төпсөк малайы Марат һәм килене Альбина тәрбиәһендә донъя көтә. Ҡалған балалары, ейән-ейәнсәрҙәре хәл белергә, ярҙам итергә ҡайтып торалар.


Ғәниә апай! Һеҙҙе тағы бер мәртәбә оло юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын Һеҙгә!




Йәмилә ФӘХРИЕВА,

Әрметрәхим ауылы старостаһы.
Фото: автор.
Читайте нас: