Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2019, 02:00

ЕР УЛДАРЫ ЕРҘЕ ХӘСТӘРЛӘЙ

Районыбыҙҙың “Правда” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сәсеү эштәрен һуңғы гектарҙарҙа барлай. Хужалыҡтың агрономы Әхнәф Әмир улы МӨХӘМӘТЙӘНОВ менән яҙғыбаҫыу эштәре барышы, киләсәккә маҡсаттар тураһында һөйләштек.

Районыбыҙҙың “Правда” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сәсеү эштәрен һуңғы гектарҙарҙа барлай. Хужалыҡтың агрономы Әхнәф Әмир улы МӨХӘМӘТЙӘНОВ менән яҙғыбаҫыу эштәре барышы, киләсәккә маҡсаттар тураһында һөйләштек.



- Иң элек сәсеүлек майҙандары, яҙғы эштәргә әҙерлек хаҡында бер аҙ һөйләп үтегеҙ әле.
- Беҙҙең хужалыҡтың сәсеүлек майҙаны 1802 гектар ерҙе тәшкил итә. Шуның 1030 гектарында иген культуралары сәселгән, 350 гектарҙы көнбағыш биләй, 180-ендә - рапс, бер йыллыҡ үләндәр 62 гектарҙы тәшкил итә, 180 гектар - парға ҡалдырылған ерҙәр. “Правда”ның етәксеһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Нәжип Сынтимер улы Шаһиев хәстәрлеге, тырышлығы менән хужалыҡ алға ҙур маҡсаттар ҡуйып эшләп килә. Сәсеүгә әҙерлек алдан уҡ алып барылды, орлоҡ әҙерләнде. Бойҙай, арпа, рапс, көнбағыштың элиталы сорттары алынды. Башҡа йылдарҙағынан айырмалы рәүештә, быйыл бындай яҡшы сифатлы орлоҡтар күберәк күләмдә сәселә. Бынан тыш, ерҙе туҡландырыу өсөн 80 тонна минераль ашлама алып ҡайттыҡ. Был да былтырғынан ике тапҡыр күберәк. Яғыулыҡ-майлау материалдарын әҙерләп, булған техниканы ремонтлап, ер өлгөрөү менән баҫыуҙарға төштөк. Беҙҙә файҙаланылмай ятҡан ерҙәр юҡ, барыһын да тәрбиәләп ҡарайбыҙ. Пай ерҙәрен ҡуртымға биреүселәр алдында ла бурысыбыҙҙы үтәп киләбеҙ. Мәҫәлән, былтыр уңыш йыйып алынғас, һәр пай ере хужаһына 2-шәр центнер бойҙай бушлай тараттыҡ. Бынан тыш, пайсыларҙың ер өсөн һалымын да ваҡытында түләп киләбеҙ. Биләмә бәләкәй түгел, Кинйәбулат, Байыҡ, Байғужа пайсыларының ерҙәрен ҡуртымға алғанбыҙ.
- Күренеүенсә, хужалыҡта сәсеү тамамланған тиерлек, ләкин баҫыуҙа эш тынмай бит?
- Эйе, эш сәсеү менән генә туҡталмай. Бөгөнгө көндә сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү бара. Әле яҡынса 100 гектарҙа көнбағыштың рәт аралары эшкәртелде, был - планлаштырылған майҙандың яҡынса 30 проценты. Ошо көндәрҙә сүп үләндәренә ҡаршы химик эшкәртеүгә төшөргә торабыҙ. Сәскән культуралар шытып сыға башланы. Һуңғы йылдарҙа рапсҡа иғтибар бирәбеҙ – көнбағыш майҙанының бер өлөшөн рапсҡа алмаштырабыҙ. Был культура ерҙе йомшарта, уның сифатын яҡшырта. Уңышын һатҡанда ла отолмайбыҙ.
- Әйткәндәй, быйыл ужым нисек ҡышланы?
- Былтыр 500 гектарҙа ужым сәскәйнек, шуның 160 гектары һәләк булды. Уның урынына ярауай бойҙай һәм арпа сәстек. Ужымдың ҡышлай алмауына һауа торошо тәьҫир итте. Ҡышын ер ныҡлап туңмағас, арыш тонсоҡто, бойҙайға ла кире йоғонто булды - апрелдә, ҡар асылып үҫенте үҫә башлағас, һауа температураһының 12-14 градусҡа тиклем түбәнәйеүе зыян итте.
- Ҡара таңдан баҫыуҙарҙа эшләүсе хеҙмәт батырҙарына һәр заманда ла һоҡланып ҡарайбыҙ. Хужалыҡтың механизаторҙары тураһында ла әйтеп үтегеҙ әле?
- Беҙҙең хужалыҡта оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле механизаторҙар ҙа, йәштәр ҙә бар. Тупраҡты эшкәртеүҙә Рәйес Үмәрбаев, сәсеүҙә Әлхәт Мөхәмәтйәновтың звеноһы тырышып эшләй. Техника етмәгән саҡта, ауыл халҡы ла үҙенең шәхси тракторҙары менән ярҙам итә. Кинйәбулаттан Рафаэль Бәширов, Уразбайҙан Фәнис Нәбиуллин, шулай уҡ Арлар ауылынан да егеттәр бар. Ауыл халҡы менән шулай бергәләп эшләйбеҙ.
Хеҙмәт кешеһенә төрлө уңайлыҡтар ҙа булдырырға тырышабыҙ. Апрель айынан уҡ ашатыу ойошторолдо. Көнөнә ике тапҡыр ҡайнар аш менән тәьмин итәбеҙ, эшселәргә баҫыуға алып барабыҙ.
- Әхнәф Әмир улы, үҙегеҙ ҙә ауыл хужалығында байтаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле агроном бит әле. Һеҙҙең Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеүегеҙ билдәле. Һеҙҙә был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан килә?
- Агроном булып 1998 йылдан эшләйем. Был һөнәрҙең нескәлектәренә “Ударник” колхозында өйрәнә башланым. Ә 2004 йылдан алып Нәжип Шаһиев етәкләгән хужалыҡтамын. Эшләй-эшләй эштең белмәгән яҡтарын да белеп бөттөк. Был һөнәргә ҡыҙыҡһыныуым нәҫелдән дә киләлер. Атайым ғүмер буйы механизатор булып эшләне. Бер туған ағайҙарым да ошо һөнәрҙе үҙ итте. Шуға мине лә ер тартты, тип әйтә алам.
- Алға маҡсаттарығыҙ?
- Тағы ла һәйбәтерәк эшләргә һәм юғарыраҡ уңыш алыуға өлгәшергә. Уңыш яҡшы булһа, хеҙмәткәрҙәргә лә һәйбәт. Ләкин ауыл хужалығында беҙҙең тырышлыҡтан ғына тормай, күп нәмә һауа торошона ла бәйле. Яҙ матур ғына килде, аҙыраҡ ямғыр яуып алыуы ла файҙаға. Артабан да тәбиғәт ыңғай торор, матур уңыш алырбыҙ, тип өмөтләнәм.
- Өмөтөгөҙ аҡланһын!

Фото: автор.
Читайте нас: