Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2019, 02:00

Тәүәккәллек уңыш килтерә, - ти йәш эшҡыуар Илнур Ғиниәтуллин

Әүҙем тормош алып барыусы һәм үҙ эшенә юғары яуаплылыҡ менән ҡараусы, ижади фекер йөрөтөүсе кешеләрҙең һаны йылдан-йыл артыуы шатландыра. Бөгөн республикала иҡтисадта мәшғүлдәрҙең һәр өсөнсөһө бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә эшләй. Йәш эшҡыуар Илнур Ғиниәтуллин - ана шундайҙарҙың береһе.

26 май – Рәсәй эшҡыуарлығы көнө



Әүҙем тормош алып барыусы һәм үҙ эшенә юғары яуаплылыҡ менән ҡараусы, ижади фекер йөрөтөүсе кешеләрҙең һаны йылдан-йыл артыуы шатландыра. Бөгөн республикала иҡтисадта мәшғүлдәрҙең һәр өсөнсөһө бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә эшләй. Йәш эшҡыуар Илнур Ғиниәтуллин - ана шундайҙарҙың береһе.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатын уңышлы тамамлаған йәш егет 2006-20011 йылдарҙа Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының йүнәлтмәһе буйынса Ҡаһирә ҡалаһында «Әл-Әзһәр» халыҡ-ара ислам университетында белем ала. Мысырҙа тәртипһеҙлектәр башланғас, бер төркөм студенттар менән тыуған еренә ҡайтырға мәжбүр була. Буласаҡ эшҡыуар егетте мин ана шул йылдарҙан беләм. Ул ваҡытта Тирмән-Йылға ауылындағы мәсеттә имам хатиб ярҙамсыһы булып эшләп йөрөнө.
Эшҡыуарлыҡҡа Илнур Марат улы 2012 йылда тотона. Атаһы унан алда уҡ ағас эше менән шөғөлләнә башлай. Атаһынан күргән - уҡ юнған, ти халыҡ. Дәртле, сәмсел егет 2012 йылда станоктар һатып ала, яңы цех асып ебәрә, үҙе һымаҡ егәрле, ағас эшен белгән, етди, тырыш егеттәрҙе эшкә саҡыра. Ағасты Маҡарҙан, Һәйеттән алып ҡайтып, диван эшләү эшенә тотона. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул етәкләгән коллектив районда билдәлелек яулай.
- Эшҡыуарлыҡ - минең өсөн иң элек күңел талабы, аҙаҡ ҡына килем сығанағы, - ти Илнур. - Бер ваҡытта ла донъя артынан ҡыумайым. Яратҡан эшем маҡсатыма ирешергә ярҙам ғына итә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә районда ғына түгел, күрше ҡалалар, ауылдар халҡы беҙҙең продукцияны яратып һатып ала башланы. Эш йүнәлешен һайлар алдынан оҙаҡ ҡына баҙарҙы өйрәндек, үҙ мөмкинлектәребеҙҙе барланыҡ. Хәҙерге заманда конкуренцияның көслө икәнен аңлайбыҙ, шуға күрә продукцияны тик сифатлы материалдан ғына етештерәбеҙ. Диван тышлыҡтарын Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан һатып алабыҙ. Башҡа магазиндарҙан айырмалы рәүештә, беҙҙә хаҡтар ҙа тешләшмәй. Дивандың уртаса хаҡы 7 меңдән алып 35 меңгә тиклем. Халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ. Кеше беҙҙең магазинға килеп, дивандың үлсәмен, төҫөн әйтеп, заказ биреп китә ала. Беҙҙә хаҡты бүлеп түләү мөмкинселеге бар. Күрше ҡалаларға мебелде алып барып биреү бушлай, - ти эшҡыуар.
Һүҙ аҙағында киләсәккә уй-маҡсаттары менән дә уртаҡлашты эшҡыуар:
- Предприятиеның абруйын күтәреү, етештергән продукцияның дәғүәселеккә һәләтен арттырыу, һатыуҙы киңәйтеү. Иң мөһиме, беҙҙең магазинға килгән кеше буш ҡул менән сығып китмәһен.
Ҡалабыҙҙың Бульвар урамында урынлашҡан “Юрматы” магазины халыҡты әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Тырыш һәм үҙ маҡсатына ынтылған егеткә артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Фото: автор.
Читайте нас: