Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2019, 02:00

Яҙмыш елдәренә һынмайҙар

Тормош кешене көтөлмәгән ҡаршылыҡтары менән һынай. Хатта уйламаған ерҙә донъя түңкәрелгәндәй тойола. Берәүҙәрҙе ул һындыра, икенселәрҙе, киреһенсә, нығыта ғына.

Тормош кешене көтөлмәгән ҡаршылыҡтары менән һынай. Хатта уйламаған ерҙә донъя түңкәрелгәндәй тойола. Берәүҙәрҙе ул һындыра, икенселәрҙе, киреһенсә, нығыта ғына.
Үрге Әрметтән Раушания менән Руслан ӘБСӘЛӘМОВТАР ҙа яҙмыштың ҡаты һынауҙары аша үтә. 2001 йылда өйләнешеп, бербар артлы балалар тыуҙырып, бына тигән итеп йәшәп ятҡанда, уйламаған ерҙә өйҙәрендә ут сыға. Йәш ғаилә бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡала. Балалар менән ҡайҙа барырға? Ваҡытлыса әле бер, әле икенсе ерҙә йәшәп, 2016 йылда әсәлек капиталына өй һатып алалар. Был һынау ғаиләне сыныҡтыра ғына. Бөгөн Әбсәләмовтарҙың яңынан ҡорған донъяларынан ҡот бөркөп тора. Ғаилә башлығы Стәрлетамаҡҡа йөрөп эшләй. Раушания иһә урындағы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре. Шуға ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй, үҙе генә түгел, улдарын да сәнғәткә ылыҡтырып үҫтергән. Малайҙарҙың һәр ҡайһыһы һәләтле. Радмир Стәрлетамаҡ һөнәрселек техник колледжында белем ала, бейей, волейбол менән шөғөлләнә, ауыл Советы данын яҡлап ярыштарға ла сығып китә. Данил да футбол, волейболды оҫта уйнай, шулай уҡ сәхнәнән төшмәй. Иң кесеһе Динар ҙа ағайҙарынан өлгө алып үҫә.
- Бер-бер артлы өс малайҙы үҫтереүе ауыр түгелме? - тигән һорауға Раушания һис икеләнеүһеҙ:
- Әлдә малайҙарым бар, тип шатланам. Минең ҡайтыуыма йорт тирәһендәге бер эште лә ҡалдырмайҙар. Иҙән, һауыт-һабаны ла йыуып ҡуялар хатта, - ти бәхетле әсәй.
Хеҙмәт яратҡан, спорт менән дуҫ, аҡыллы ошондай егеттәр үҫтергән был ғаиләгә афарин тип әйтергә генә кәрәк. Йәш әсәнең тағы ла бер яғына һоҡландыҡ. Ауырып киткәс, ҡәйнәһен үҙ ҡарамағына алған. Уфтанмай, сабыр ғына итеп бына шулай донъя йөгөн тарталар. Ауыр һынауҙар ҙа Раушанияның күңелен ҡатырмаған, оло йөрәкле, изге күңелле булып ҡалған.
Яҙмыш ҡуйған кәртәләрҙе түҙемле генә итеп үтә белеүҙә, киләсәккә өмөттө юғалтмауҙа ла сағыла бит йәшәү мәғәнәһе!
Фото: автор.
Читайте нас: