Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2019, 02:00

"Дусар ителгәндәр" (повесть)

1
Һыуыҡ. Ҡайһылай ҙа һыуыҡ. Бар тирә-яҡ ҡышҡы селлә хаҡимлығына буйһо-ноп шыҡыйып ҡатҡан. Күктәге берәм-һәрәм тоҡанған йондоҙҙар ҙа өшөп ҡалтыр-айҙар төҫлө. Күптән боҙға әүерелгән улар, сөнки түгелгән нурҙарынан да өшән-дергес һалҡынлыҡ бөркөлә. Йондоҙҙарҙың бәғзеләре туңдырыуға сыҙамай сәсрәп ватыла, ҡойроҡло юл ҡалдырып, түбәнгә атыла. Айҙың да ҡап яртыһы кителгән. Былайтһа ул да оҙаҡҡа бармаҫ, ҡойолоп төшөп бөтөр, моғайын.
Әсе ел ойошҡан йөнлө тирене, арыҡ кәүҙәне үтәләй һуға, ҡалтырата. Ҡалтыр-атыр ҙа, нисәнсе көн ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапҡаны юҡ. Файҙаһыҙға ҡала урам-дарын ҡыҙыра, сүп-сар һауыттары тирәһендә темеҫкенә, йомарланған ҡағыҙ киҫәктәре, тәмәке төпсөктәре, буш шешәләрҙән башҡаһы күҙгә салынмай. Эт йөр-өй-йөрөй ҙә ҡабаланып өңөнә ҡайта. Унда, яртылаш тығылған тимер келәт нигеҙенең төбөндә, бер-береһенә һыйынышып- йомарланып көсөктәре көтә. Ула-рҙы арлы- бирле имеҙә лә кире ҡала урамдарына ашыға. Асмәйел көсөктәр әсәһен ебәргеһе килмәй эйәрә, нигеҙ ярығынан сығырға самалай. Эт ырылдай, көсөк-тәрен тешләп ала, мороно менән тегеләрҙе кире эс яҡҡа этә. Ауырттырмай ҡыла-на, ҡурҡытырға маташыуы инде шунда. Аҙыҡ табыуы ауыр. Тамағын хәстәрләп са-быулаһа, ни асыу, имсәгенә һөт төшһөн өсөн ашарға кәрәк, туйғансы ашарға. Кисә урамда уйнаған баланың ҡулынан яңылыш төшөп киткән перәник киҫәгенә уҡтай ташланып эләктереп алғайны ла, бармаҡ башындай ғына нәмә асығыуҙы
баҫманы, киреһенсә оторо ярһытты ла ебәрҙе. Ни тиһәң дә йәй миҙгелендә еңел: халыҡ та урам тулы, көндәр ҙә оҙон, йылы. Ҡыш етһә, һәммәһе туптай кейенеп ала ла бөршәйеп туҡталыштарҙа эркелә. Автобус йә трамвай күренеүе була, шу-нда ябырылалар, ишектәре көскә ябылғансы тығылып ҡайҙалыр китәләр. Йәйрә-тә баҫып, ял итеп йөрөүсене күрмәҫһең. Бигерәк тә сасҡау һыуыҡтарҙа. Халыҡтың да йөҙө төмһәргән, асыулы. Ас кешенең асыуы яман, тигәндәй, уларҙың күптәрен-ең көнитмеше шәптән түгелдер. Элгәрге тормошто бөгөнгөгә сағыштырып бул-май, күк менән ер араһылай айырма. Сүплектә йәйен-ҡышын ҡара ҡарғалар, бер-әҙәк эттәргә ҡатарлашып, ҡулдарына шыптыр моҡсай тотҡан ҡарт-ҡоро бутала. Өҫ-баштарында алам-һолам уҡ булмаһа ла, иҫке йоҡа пальтолар йә сепрәк курт-калар. Ҡыш сығып ҡара, шуларҙы кейеп. Йөҙҙәрендә хәсрәт. Араларында миҙал-дарын бишмәт тышына уҡ тағып алған асҡаҡ әҙәм йыш осрай. Тимер киҫәгеңде ҡаҡ маңлайыңа беркетеп ҡуйһаң да күрмәйәсәктәр, бел уны! Әҙәми заттарҙың күҙҙәре тондо һуңғы осорҙа, берәүҙәренең - юҡлыҡтан, икенселәренең - өҫтәренә бушлай яуған байлыҡтан. Мөйөш һайын теләнселәүсе, ҡый һауыттарында соҡон-оусы хәйерселәр күбәйҙе бөгөн. Үҙҙәре уҫал, үҙҙәре ҡырағай кейектәй яһил килеп тороп. Үткәндә сүп-сар араһынан килеп сыҡҡан бер түтәрәм икмәк өсөн ике ҡарт һуғыша яҙғансы талашҡайны. Ҡарауы ҡурҡыныс, күҙҙәренә ҡан һауған, таяҡтар-ын болғап, хәтәр һелтәнәләр. Шунан аҙаҡ унда барыуҙан ни фәтүә. Замана... Нәҫ баҫты йәшәйеште, кешеләр бөлә, шуғалырмы бер-береһен ашап алып баралар. Яҡындағы ашхананан тәмле еҫ тарала. Үтеп-һүтеп йөрөгәндәр уны тоймайҙыр ҙа әле, уны һиҙер өсөн эт булырға кәрәк. Ас эт...
Кәнтәй ҡый һауытының ҡаҡлан еренән ел өрмәгән яғына сығып бөгәрләнеп ятты ла моронон сатына йәшереп, тәпәйҙәре менән ҡапланы. Былай йылыраҡ. Ау-ыҙына ҡара һыу эркелде, ҡалтырауҙан тештәре шаҡылданы, тамаҡ төбөнән өрөү-гә тартым «Ы-ы-ы-ыһ...», тигән өн сыҡты. Өрөүҙе онотто күптән. Кемгә өрәһең, һаҡлар хужаң, ҡурсалар мөлкәтең бармы? Хәтерләй, көсөк сағында әле килеү-селәрҙең ҡотон алып ҡаршыларына абалап сыға торғайны. Күҙҙәре яна, ҡойроғо юғарыға сөйөлгән, ҡурҡытырға теләп, тырнаҡтарын батырып, туҙанды сапсып-сапсып алған була. Шөрләйҙәр, ҡапҡа төбөндә икеләнеп туҡталалар, өйҙәгеләргә
һөрәнләйҙәр. Хужаһы баһаһын белеп, ашыҡмай ғына сыға ла уға өндәшә: «Аҡ-бай, тыныслан, марш ояңа, минең дуҫтарҙы танымай башланыңмы?» Уға шул һүҙ ҙә еткән, бара һалып хужаһының итек ҡуңыстарына ышҡына, мөлдөрәтеп юғар-ыға ҡарай, ҡунаҡты мөрхәтһенмәүен күрһәтеп, шикле ырылдап ҡуйырға ла онот-май. Тиҙҙән сеүәтә сығарасаҡтар, тоҙлоҡло һурпаны ялап кинәнгәндән һуң, күҙ-ҙәрен йомоп, кетерҙәтеп татлы һөйәк кимерәһең. Бәхетле көндәр гел генә шулай дауам итер һымаҡ ине лә бит...
Бер көн өйҙәгеләр, ҙур машиналар килтереп, әйберҙәрен тейәргә кереште. Аҡ-бай инеп-сығып йөрөгән таныш түгел әҙәмдәргә өрөп маташҡайны-маташыуын, һуңынан ҡаршылашыуҙың файҙаһыҙлығын төшөнөп күләгәгә барып һуҙылып ят-ты. Тигенгә түгел был: ошоғаса гел өйгә ташы ла хәҙер килеп көтмәгәндә шулай ҡылан. Сәйер. Аҙыраҡтан һиҙенде - күсенәләр. Кешенең тинтәклегенә, тапҡанына ҡәнәғәтәләнә белмәүенә иҫе китә. Хужаһы ла бит бик оҙаҡ ҡайҙалыр юғалып тор-ғандан һуң ҡайтып инә лә тырышып-тырмашып өйөнә нимәләрҙер ташырға кере-шеп китер ине. Алып ҡайтҡаны ғына етмәйме икән ни? Ана бит ихатала ла аяҡ баҫып торорлоҡ урын ҡалманы, тыңҡыслап тултырҙы һәммәһен. Сит-яттар күр-мәһен, тигәндәй, донъяһын бейек таҡта ҡойма тартып уратып, урыҫ ҡапҡаһы эш-ләп ҡуйҙы. Бына хәҙер шул йыйған мөлкәтен туҙҙырып китә. Бәхетһеҙ булып ки-тә... Алтын тауҙар эҙләп, донъя ҡыуып китеүселәр биниһая. Ниңә шул саҡлы нәф-селеһең һин, кеше? Ҡасан да булһа тапҡаныңа риза булып, ҡапҡаныңа шөкөрана ҡыла белерһеңме икән? Ишеткәне бар Аҡбайҙың, эттәр араһында ла бар икән ундайҙар. Бүреэт тиҙәр ундайҙарҙы, бүре лә түгел, эт тә түгел, урман менән кеше йәшәгән торлаҡ араһын ҡыҙырған йән эйәләре инде шунда. Бүреэткә ҡайҙа көн итһә лә барыбер, тамағы ғына туйһын. Уның шыпа ла ошо йортто, үҙҙәренән өс-дүрт өй арыраҡ йәшәгән Һорланды ташлап, ҡайҙалыр урманға олаҡҡыһы кил-мәй. Бында урман юҡ-юҡлыҡҡа. Ҡола яланда уларҙың ауылы. Уның ҡарауы, оҙон торбалары күккә олғашып төтөн бөрккән, төрлө машиналар мыжғып торған, төндәрен диңгеҙҙәй уттарын балҡытҡан ҙур ҡала эргәлә генә. Барып урағанда мәр-әкә булыр ине, тип уйлап та ҡуя ҡайһы саҡ. Тыйыла. Уға көнө-төнө ят күҙҙәрҙән ошо өйҙө һаҡларға кәрәк. Уның төп бурысы шул.
Бына хужа мәшәҡәттәрен осланы ла ҡалғандар машиналарға ултырышып бөт-кәс, эргәһенә килде. Шуны ғына көтөп ятҡан Аҡбай уға һырпаланды. Тегеһе иркәләп ҡолаҡ һыртын тырнаны, арҡаһынан һыпырҙы, муйынсаһынан эләктерҙе.
— Ҡуҙғалайыҡ, китәбеҙ бит. Ни хәл итәһең... Рәсимә бында ҡала.
Аҡбай етемһерәп торған өйгә, бушап ҡалған ихатаға, йәйге эҫелә аунарға яратҡан солан ышығына, тиҫтерҙәре менән ҡыуышып уйнаған урам буйына ҡайырылып ҡараны... Һәм ҡапҡалары ауыҙында уның яғына мөлдөрәп ҡарап ултырған Һор-ланды күрҙе. Барыһын да һуңғы тапҡыр күреүе бит уның, көн дә арҡырыға-буйға йүгергеләгән тыуған ерендә һуңғы тапҡыр баҫып тороуы. Аҡбайҙың тәне зым-бырҙап китте, йөрәге әрнене. Ул ырылдай-ырылдай тартҡылаша башланы, тимер-ҙәй ҡаты бармаҡтар муйынсаны ыскындырмағас, янтайып йөнтәҫ беләкте теш-ләне.
— А-а-ай, инәңде! Аҫыраған эт эйәһен тешләй!..
Бушаңҡыраған ҡулдан ысҡынған Аҡбай бар көсөнә картуф баҡсаһы яғына ҡарай сапты.
2
Эт тороп ултырҙы. Ҡараңғы. Күктәге йондоҙҙар бутҡаһы тағы ла ҡуйыра тө-шкән, ҡыйыҡ ай ҙа бирешмәгән, тап көмбәҙ уртаһына күтәрелеп, һары майҙай баҙыҡланып, нурҙарын һибә. Үткән-һүткәндәрҙең аяҡ тауыштары әллә ҡайҙан шығырҙап ишетелә. Эт утлы тәҙрәләре мыжғып торған күп ҡатлы йорт яғына өм-өтләнеп төбәлде. «Кисә лә күренмәгәйне, бәлки, бөгөн сығыр...»
Һуңғы сиккә етеп асыҡҡанда ошонда килә Аҡбай, юлы уңғанда теге һылыуҙы тап итә. Ҡыҙҙың ҡулында телемдәр араһына май яғылған, тәмле колбаса киҫәге ҡыҫтырылған икмәк була. Хуш еҫ бөркә, тәме һуң! Телеңде йоторлоҡ. Урталағы, ул төбәлгән подъездың ишеге асылды. Унда ҡыҙҙың таныш шәүләһе күренде.
Эт ҡойроғон болғай-болғай уға ҡаршы китте. Ҡыҙ ҙа уны шунда уҡ шәйләне, исемен әйтеп ҡысҡырҙы:
— Аҡбай, Аҡбайчик, кил әле, - төҫө аҡ булғанғалыр, тәүге көндән үк исемен
дөрөҫ әйтте. - Уныһы яҡынлағас, иркәләргә тотондо. - Ҡәҙерлем, матурҡайым минең, ҡайҙа йөрөйһөң улайтып юғалып? Үҙем дә ике көн өйҙә булманым шул. Ғәфү ит, йәме? Мә, ашап ал. - Ҡулындағын эттең ауыҙына ҡаптырҙы. – Өшөнөң-мө? Йәшәргә урының юҡлығын беләм. Тик бик теләһәм дә, ярҙам итә алмайым. Икебеҙ ҙә эт типкеһендәбеҙ... Аҡбайчик, миңә юлды онотма. Бында һинән дә яҡ-ыныраҡ, тоғрораҡ бер кемем дә юҡ.
Эт ризыҡты күҙ асып йомғансы һоғаланып йотоп та ҡуйҙы.
— Әйҙә, мине әҙерәк оҙатып ҡуй. - Ҡыҙ алдан төштө. Улар ҡала урамдарынан оҙаҡ барҙы. Ғәҙәттәгесә йәйәү генә атланылар.
Ҡаршыла уттары балҡыған, алдында халҡы мыжғышҡан ҙур йорт пәйҙә булды.
Ҡыҙ эйелде:
— Килеп еттек минең эш урынына. Бар кит, ары ярамай, унда бысраҡ, әшә-келек. - Аңлаңҡырамай ҡарап торған этте еңелсә этте. - Бар инде, иртәгә тағы килерһең.
Гөлсөм майҙан арҡыры үтте лә сауҙа йортоноң уттары сағыуыраҡ балҡыған еренә баҫты, урам менән йортто айырып торған бетон кәртәгә янтайҙы.
Куртка кеҫәһенән затлы сигарет сығарҙы, шартына килтереп буялған ирен-дәренә ҡымтыны, йыбанып ҡына тирә-яғын байҡағандан һуң ҡабаланып үтеп ба-рыусы егеткә өндәште:
— Парень, огонька не найдется?
Егет ҡарһаланып кеҫәһен ҡапшай-ҡапшай шырпыһын эҙләп тапты ла, ут тәҡ-дим иткәс, башын баҫып ары атланы, исмаһам, күтәрелеп ҡараһасы. “Мәжнүн, эшкинмәгән...” Төтөн үҙәк буйын әсетеп үтте, ауыҙына тәмһеҙ көйөк тәме та-ралды, күңеле болғанды. Атып бәрергә ине лә, ярамай, шулай кәрәк.
Арыраҡ уның һымаҡ уҡ берәү баҫҡан. Егерме биш-утыҙ йәштәр самаһындағы, сәстәрен ерәнгә буяған, ат һымаҡ ҙур кәүҙәле, тирмәндәй осалы, мул түшле ҡат-ынды йыш осрата. Ерәндең дә урыны ошо, тик кәсебе төшөмһөҙ. Уҡаһы ҡойола башлағандың кемгә генә хәжәте булһын. Үткәндә уны ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ике тапҡыр «алдылар». Икеһе лә ҡойто ғына кейенгән берәҙәккә тартым әҙәмдәр ине. Ерәнмәйенсә нисек итеп ундайҙарҙы ҡабул иткәндер. Ике ҡыҙ сиратты дауам итә.
Мәктәп партаһынан да сығып өлгөрмәгәндәрҙер. Йүнләп биҙәнә лә белмәйҙәр. Иғтибарҙы йәлеп итер өсөн саманан тыш ҡысҡырып һөйләшәләр, шарҡылдап көләләр: боҙоҡ боҙорға әҙерләнгән шуҡ балалар, тиерһең.
«Ә мине Луиза тиҙ өйрәтте... Уның мәктәбе...»
Ерән, мыймылдата баҫып, Гөлсөмдөң эргәһенә килде лә зәһәр ыҫылданы:
— Эй, кобыла, больше предупреждать не стану, это моя территория!
Гөлсөм ҡылъяймаған төҫтә тороуында булды, сигаретын һурып, төтөнөн ерән-дең битенә өргәс, төпсөгөн ситкә быраҡтырҙы, йөҙөнә һауаланыу билдәләре сығарып, теш араһынан һыҡты:
— Пошла отсюда, капуста!
— А я тебя, стерва, кислотой плесну.
— Не пугай, меня пасут.
Ерән ян-яғына ҡаранды ла кире урынына барып баҫты. Шөрләне булыр.
Гөлсөм тертләп китте: йөрәге дарҫлап типте, эсенә һалҡынлыҡ йүгерҙе. Әле һибелмәгән кислотанан һаҡланырға теләгәндәй йөҙөн ҡапланы. Ҡурҡыныс! Ал-дашып торған була, уны кем генә һаҡлаһын да кем генә яҡлаһын. Был шаулап торған миллионлы ҡалала ул япа-яңғыҙы бит. Луизаның өйрәткән һүҙҙәрен, хәрәкәттәрен ҡабатлап тороуы, ә бар булмышына өркәк ауыл ҡыҙы йәшеренгән.
Эргәгә иномарка килеп туҡтаны, тәҙрәһенең быялаһы асылды, эстән ярым ҡараңғылыҡтан ҡалын тауыш гөрөлдәне:
— Девушка, покатаемся:
— Два часа прогулки стоит пять кусков!
–– В рублях, или зелененькими?
–– Это завасит от вашей щедрости…
–– Почему так дорого?
–– Тариф соответствует уровню…
— Садись.
Урамдарҙан йә уңға, йә һулға ҡайырылып, машина оҙаҡ барҙы. Рулде ҡулында уйынсыҡтай уйнатҡан айыуға тартым кәүҙәле әҙәм юл буйы һөйләшмәне, бор-олоп та ҡараманы, әйтерһең дә, һарыҡты һуйырға һатып алды ла ҡул-аяғын бә-
йләп тунарға китеп барыуы.
Бына, ниһайәт, ҡала ситендәге бер ҡатлы йорт янына килеп туҡтанылар. Маш-инаның мороно төртөлөүен генә көтөп торғандарҙыр, ҡапҡа шылып, тауышһыҙ ғына асылып китте, ентекләп ҡары көрәлгән ихатаға үттеләр.
Машина ишеген көмөрөһө ныҡ беленеп торған ҡураныс кәүҙәле кеше асты ла ялағай шыйылданы:
— Добрый вечер, Феликс Андреевич!
Сәләм алынманы. Айыу кәрәҙле телефондан ҡайҙалыр шылтыратҡас башын ҡалҡытмай ғына һораны:
— Күңел асалармы?
— Уларҙың кәйеф-сафа ҡороу ҡайғыһы китте. Һеҙҙе көтәләр.
— Бала-саға, һе-һе-һе... - Айыу көлһә лә, йөҙө көлмәне, үҙгәрешһеҙ ҡалды. - Бына нимә, йомошоң булһа, эскә үҙең генә инерһең, башҡаларға шаулама. Батя-ның ҡолағына төшөрөүҙәре бар, уның был мәсьәләлә ҡырыҫлығын беләһең. Минең менән! – Бойороҡ тонында бойорҙо Айыу.
Айыу машинанан сығып өй яғына ҡарай атланы. Гөлсөм дә ҡабаланып уның артынан юрғаланы. «Бойороҡҡа буйһонған эт һымаҡ екереүгә эйәреп китеп бар инде. Эстә дәрттәре ҡыҙышҡан хәшәрәттәр көтә...» Ул һиҙгәйне - унда күмәктәр. Теләктәрен, фантазияларын тормошҡа ашырыуҙы талап итәсәктәр, береһе икенсеһен уҙҙырырға теләп шашасаҡтар.
Өй бер ҡатлы булһа ла, хан һарайындай иркен бүлмәләрҙән тора. Уларҙа гәл-сәр ташлы, төрлө ҙурлыҡтағы ҡиммәтле люстралар балҡый, оҙон коридорҙың буйынан-буйына йомшаҡ келәм түшәлгән, сит ил йыһаздары күренә. «Йәшәй бе-ләләр... Барыһын да хәләл аҡсаларына һатып алмағандарҙыр...»
Төпкө залдан сит ил музыкаһы ағыла, инеүгә уртала мул ризыҡ, шешәләр тулы оҙон өҫтәл артында ултырған икәү күренде, өсөнсөһө ситтәрәк торған крес-лоға сумған да ҡулындағы идара итеү пультына иғтибарһыҙ ғына баҫҡылай, мөйөштәге телевизор кадрҙары йыш алмашынғанға унда нимә күрһәткәндәрен дә айырырлык түгел. Ныҡ төтәткәндәрҙер, өҫтә шыйыҡ томандай күкһел пәрҙә тир-бәлә.
— О-о-о, кемде күрәм! - Инеүселәрҙе креслола ултырған әҙәм күрҙе, ҡулында-ғын ситкә ырғытып, аяғүрә баҫты. - Филя беҙгә тигәнде килтергән дә! Шуның хөрм-әтенә тотайыҡ! - Ул коньяк шешәһенә үрелде.
Төнәп ултырыусы икәү ҡымғырлағандай иттеләр ҙә алдарындағы тулы рюмка-ларға тексәйҙеләр.
Айыу ҡулындағын ауыҙына түңкәрҙе, сытырайманы ла. Курткаһын һалып ыр-ғытҡас, креслоға сумды, грушаға тартым башының өҫкө өлөшөнә йәбешкән күҙ-ҙәрен оятһыҙ тексәйтеп Гөлсөмгә ҡаҙаны, ҡалғандар ҙа уға ҡушылды.
Бөтә тәнде ҡапшаған оятһыҙ ҡараштарға күптән күнеккәйне Гөлсөм, бында ла ҡойолоп төшмәне, тыныс ҡына тора бирҙе.
“Был өсәүҙең һәр ҡайһыһына 15-20 йәштәр самаһылыр. Буй-һындары ла шыйыҡ, иҫерткес эсемлектәрҙән бәлйерәп төшкәндәр. Көҙгө әтәстәр... Айыуҙан сәләмәтлек рухы аңҡый, кәүҙәһе беше, ныҡ. Ул хәлле, оҙаҡ йонсотасаҡ. Тәжри-бәле фәхишәләй фекер йөрөтәм, батҡаҡлыҡ ҡайһылай тиҙ һурып алды...”
— Һылыу... – “әтәстәр”ҙең берәүһе телгә килде.
— Цыц! - Айыу ҡәтғи туҡтатты. - Исемең нисек?
— Гуля.
— Таҙаһыңмы?
— Эйе.
— Бына нимә, Гулечка, әгәр мине, шул иҫәптән быларҙы бысратһаң, ер аҫты-нан булһа ла табып, бысаҡҡа ултыртасаҡмын, ҡалала бәйләнештәрем яйға һалын-ған. Был минең рәсми киҫәтеүем.
— Борсолмағыҙ.
— Ярай... - Айыу ҡабаттан Гөлсөмдө баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. - Вовик, һылыу тинеңме? Момент тикшерәбеҙ уны. Сисен!
Гөлсөм быға тиклем бындайға тап булмағанлыҡтан баҙап ҡалды.
— Кемгә әйтәләр, стриптиз! - Бая ҡаршы алыусы әҙәм уғата теремекләнде, тулҡынланыуҙан тауышы сыйылдап сыҡты.
Әмерҙе үтәүҙән башҡа сара ҡалманы. Өҫкө кейемдәрен ишек төбөндә ҡа-лдырҙы, уртаға үтте, ағастай ҡатҡан бармаҡтарын көскә хәрәкәтләндереп, блуз-
каһын, юбкаһын һалды, инде ҡәнәғәтләндеңме, тигәндәй, Айыуға төбәлде.
— Дауам ит, бөтмәнең дәһә!
Бына ул шыр-яланғас. Өшөүҙән, әллә тартыныу-ҡурҡыуҙан ҡош тәне ҡалҡып сыҡты, ҡырын боролоп, йоморосай түштәрен боҫормаланы.
— Шәп! - Өлкәндең баһаһы шул булды, “әтәстәр” тетрәнеп телһеҙ ҡалды. - Мин былар халҡын һайлағанда һирәк яңылышам. Ә хәҙер бүлмә буйлап йөрө! Шулай... шулай... - Ҡыҙыша барған Айыу өҫтөндәге кейемдәрен йолҡҡослап, унда-бында ырғыта башланы, һуңғы эс кейеме ситкә осҡас, Гөлсөмгә яҡынланы, уның осаһын, түштәрен ауырттырып матҡыны. Ыңғырашыу ишетелде. Был Айыу өсөн һөжүмгә ташланыуға сигнал булды шикелле, ул ыҡсым кәүҙәне еңел генә күтәреп алып, күрше бүлмәгә атланы, үҙе ярһып үкерҙе:
— Иң тәүҙә ҡарап тороп өйрәнегеҙ, шунан һуң ғына сиратҡа баҫырһығыҙ.
Дауыл, Гөлсөмдө эләктереп алып, һауаға сөйҙө, шунан зыңҡылдатҡансы ҡаты ергә бәрҙе, иҫәңгерәгән тәнен иҙҙе, тапаны, бары ҡошсоҡтай йөрәге тере ҡалды. Ул асырғанып, бер һүҙҙе тылҡып һулҡылданы: “ Был мин түгел ... мин түгел... Был минең гөнаһлы тәнем генә… йәнем саф, уға ҡағыла алмайҙар…”
Урамдарҙағы уттар һүрәнләнгән. Фаралар, төн ҡараңғылығын йырта-тураҡлай йорттарҙы табып, уларҙы ут телдәре менән ҡапшап-теүәлләп барҙы-барҙы ла бер яҡ ситкә янтайып туҡтаны. Айыу рулгә башын терәне.
— Арыным, - тине ул, үҙ алдына һөйләнгәндәй. - Кемдер артымдан өҙлөкһөҙ эҙәрлекләй төҫлө. Маңлайым прицелда, бөгөн булмаһа, иртәгә... Ҡайҙа йәшәй-һең, Гуля?
— Ошонда сығам, күп ҡалманы, ары йәйәү атлайым.
— Шпаналарға эләгеүең бар.
— Ҡурҡмайым. Улар ҙа һеҙҙән ары китмәгәндер.
Айыу бумажнигынан ҡағыҙ аҡсалар сығарҙы:
— Мә, килешелгәнде ал, ләкин ғәфү ит, яңғыҙ булманым, шуға йәшелдәрҙән бирәм, һин һораған “ағас” түгел, былар долларҙар.
Гөлсөм һонолғанды йомарлап, кеҫәһенә тыҡты ла сығырға ынтылды.
— Гуля, бәлки, бөгөн дә осрашырбыҙ, ә? Минең менән генә, әлбиттә. Һеҙ миңә
оҡшанығыҙ.
— Ә һеҙ миңә бөтөнләй оҡшаманығыҙ!
– О! Һеҙ бик тә ҡыйыу һәм тәүәккәл ҡыҙ күренәһегеҙ. Әлеге көндә күптәр
минең яҡлауға һәм мәрхәмәткә мохтаждар…
– Мин һис ҡасан, һис кемдең ярҙамына һәм ярлыҡауына өмөт итмәйем.
– Шулай уҡмы?!
– Эйе, шулай уҡ! Пока!
Өтөп барған елле ҡараңғы төн ҡыҙҙы үҙ ҡосағына алды.
3
Таң яҡынлаһа ла, күҙенә йоҡо төйөлмәй Гөлсөмдөң. Карауатында әйләнә-ту-лғана, йә ҡараңғылыҡ һарылған түшәмгә төбәлеп онотолоп ята. Тышта ел тағы ла көсәйгәндәй, ул услап-услап ваҡ ҡар бөртөктәрен тәҙрә быялаларына килтереп бәрһә ҡаҡ стенаға борсаҡ бәргән тауыш ишетелә, һыҙғыра-һыҙғыра мөйөштәрҙәге һыу һарҡыу өсөн беркетелгән торбалар буйынан йүгереп үтә, тимер ҡурылдай хәтәр геүләргә керешә: “У-у-ууу...”
Таныш тауыш. Ҡышҡы кистәрҙә буран олоуына шомлана торғайны шулай, юрғанын башынан аша уҡ тартып бөркәнә лә йомғаҡтай йомарлана, сөнки ел сер-ек, яртылаш ергә һеңгән өйҙө күтәреп алып бара. Өләсәһе мейескә арҡаһын терәп ултырған да өҫтәлгә ҡуйылған лампаның тоноҡ нурҙары аҫтында йөн иләй: иҙән боҙҙай һалҡын булғанға, табанлы быймаларын кейеп алған, яурынында ҡыш оҙоно өҫтөнән төшмәгән ҡыҫҡа итәкле, еңһеҙ бишмәте. Аҡ яулығының ситенән сал сәс шәлкеме күренә. Биреште өләсәһе, биреште һуңғы йылдарҙа, танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Йәш сағында әтмәләп ингән өйө менән ҡуша ҡартайҙы. Элеккеләй өҙә баҫып йөрөмәй хәҙер, быуындары һыҙлауға йыш зарлана, кәүҙәһе лә көйәнтәләй бөкөрәйҙе, битендәге, маңлайындағы йыйырсыҡтары яҙылмаҫлыҡ булып һеңеп батты. Ғүмере буйы һауынсы булған, көндәлек ауыр эш ни ҡуйһын. Әле иҫ белгәндән үк күреп үҫте, өләсәһе ҡара таңдан кискә тиклем шул ферма-һында юғалып тора ла, йөҙө һурылып арып-талып ҡайтып инә.
рға килгән автоколонна шоферҙарының береһенә тағылып, ҡайҙалыр сығып олаҡҡан. Хәбәрһеҙ, ҡомға һеңгән тамсылай юғалған. Яңғыҙ балаһын йәлләмәй нисек итеп ташлап ҡасты икән? Әсәһе бик һылыу булған, тиҙәр. Уның һымаҡ. Үҙенең сибәр-леген яҡшы белә ҡыҙ. Мәктәпте быйыл ғына бөтә, ә егеттәр артынан өйөрө менән йөрөй. Кис клубҡа барһа, тишә яҙып ҡарап ултыралар, ҡайтырға сыҡһа, артынан эйәрәләр, ҡайһылары ҡапҡанан индермәй йөҙәтә. Күптәрен күҙгә лә элмәй, ике-нселәрен уҫаллашып өркөтә, шулайтмайынса ҡотолорһоң уларҙан! Әрһеҙлә-шкәндәрҙең араһында оҡшағаны юҡ шул. Күңеле - арғы урамда йәшәгән Барыйҙа. Унан бер класҡа алда уҡыған егет 9-сыны осланы ла шоферҙар курсында уҡып ҡа-йтып, бүлексәнең һөт машинаһында эшләп йөрөй. Үҙе лә әллә ниндәй инде: ба-ш-ҡаларға оҡшамаған, серле лә, һөйкөмлө лә. Төҫ-башы, буй-һыны ла иҫ кит-мәле түгел: ҡолғалай һонтор кәүҙәле. Оҙонсараҡ бите, йоҡа ирене йөҙөнә ет-дилек һыҙаттары өҫтәй. Ҡаштары ҡалын, ҡуйы, тоташып тиерлек тора, күҙҙәре ҡуңыр. Юҡ, уның күҙҙәре тураһында айырым әйтергә кәрәк: уларға донъяның бөтә матурлығы һыйған, уларҙан сафлыҡ, изгелек, йылылыҡ бөркөлә. Уға ғына шулай күренәме - белмәҫһең. Башҡалар ише бәйләнсек тә түгел. Күңел өсөн оҙат-ып ҡуйырға ынтылып ҡарағаны ла юҡ, исмаһам. Шуға сәмләнеп, түбәнһенеп тә ҡуя. Клубҡа килә лә мөйөшкәрәк ултырып, йәштәрҙең уйынын күҙәтә, йә булма-һа, сәхнә артындағы бүлмәгә үтеп, кис буйы шахмат уйнай. Күҙле бүкән булып ултырырға иткәс, килмәһен, шахмат мәсьәләләрен өйөндә лә сисә ала. “Аҡ бейеү” иғлан итеүҙәре була, анау һауынсы Сәлимә әрһеҙләшеп, Барыйҙы бейергә саҡыра һала, көтөп кенә торалыр, моғайын. Өҫтәүенә, өҙлөкһөҙ ниҙер лыбырҙай, башын егеттең яурынына терәп-терәп алған була ишшү. Гөлсөм шуларҙы ҡарап ултыра ла ғәрлегенән шартлай яҙа, төнө буйы илап мендәрен еүешләп бөтөрә. Тикмәгә ҡуштанланмай, яҡын күрмәгән кешеңә улайтып булалыр шул! Яурынына башын һалыу түгел, ҡулдары ҡулға тейһә лә, иҫтән яҙып йығылыр ине әле. Барыйҙың ма-шинаһына ферма ҡыҙҙары йыш тейәлеп йөрөй. Сәлимә бигерәк тә. Ул әрһеҙ-ләшеп кабинаға тығыла, хәләл ире менән шәхси машинаһында барғандай ҡылана Һары бөрсә, ҡамыт аяҡ! Һылыумын тип йөрөйҙөр инде үҙенсә! Барый ҙа мәмәй.
Ҡыҙҙар көсләп тағылмаһа, иҫе лә китеп бармай. Быҙау, туң йөрәк! Атаһы Бакир ағайҙай ҙа була алмай. Ул, исмаһам, яйы сыҡҡан һайын Гөлсөмгә һүҙ өндәшеп үт-ергә тырыша, хәлен һораша. Ферма, мәктәп юлы ауылға инәрәк киҫешә, йыш тап булышалар. Яҙ байрамы алдынан шулай ҡыуып етте лә, атын йәнәш атлатып, яғымлы өндәште:
— Ултыр эргәмә, көңгөр-ҡаңғыр гәпләшеп ҡайтайыҡ.
Тегеһе күндәм генә сананың ҡанатына һаҡты.
— Хәлдәрең нисек, Гөлсөм?
— Һәйбәт, - тине ҡыҙ, үткер ҡарашын силос һутын һеңдереп шымарып бөткән куфайка, тубыҡтарына ямау һалынған ҡалын салбар, ҡуңыстарына һыйыр тиҙәге һылашып ҡатҡан резина итек кейгән иргә һирпә.
— Мәслихәт, әләйгәс, - Бакир йоран бейәләйҙәрен ҡултығы аҫтына ҡыҫтырҙы. Махорка төрә башланы. Тырыша, бик кәрәк эште башҡарғандай ҡылана. Тоҡан-дырғас, ләззәтләнеп һурҙы, сыбыҡланып тырпайған сәстәрен баҫып ялпашҡан кә-пәсен ҡырын этте, ел ярғылап ҡайын ҡайырыһына әүерелгән ҡул һырты менән йәшкәҙәгән, ситтәренә эрен ҡатҡан күҙҙәрен һөрттө, урттары эскә тартылған, ҡырылмаған шырт сикәләрен ыуҙы.
Сибәр, ғәйрәтле була торғайны ла баһа Бакир ағай. Әүәле урамға һыймай текә баҫып үтеп китер ине: пинжәк төймәләре ысҡынған, иҙеүе асыҡ, сәстәре бөҙ-рәләнеп ҡабарған, ғәҙәттәгесә ҡыҙмаса. Биттәре, ҡулдары бысранып, урам саң-ында соҡонған бәләкәй ҡыҙҙы абайлау ҡайҙа, күреү ҡайҙа! Хәҙер ҡара инде!
— Әсәйеңдән хат киләме? - Оҙаҡ өндәшмәй барған Бакир һүҙ ялғаны.
Әсәһен хәтерләр кеше бар икән дә баһа ауылда, һирәк-һаяҡ әрләп телгә алғ-ан өләсәһе генә икән тиһә. Гөлсөмдөң ҡолағында әрнеүле ҡарғыш яңғырағандай итте: “Ваҡытынан алда ҡартаяһым юҡ, тип ауыр эштән ҡасып китте әсәйең. Уҡыуҙан да алдыра алманы, һыйыр еленен тартырға ла теләмәне. Уйнаштан һине тапты ла еңел тормош эҙләп китте. Кәнтәй!” Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен төшөнмә-гәндә әллә ни түгел ине, үҫә төшкәс, сикәһен ялландыра сапҡандай тәьҫир итә. Аҙғын әсәһе йәл түгел уға, уйнаштан тыуыуы ғына йәнен кимерә.
— Әсәйем юҡ минең! - Үпкәләгәндәй иткән ҡыҙ һырты менән боролдо.
— Булмай тағы! Донъяла һәр йән эйәһенең ата-инәһе була.
— Ә мин... — Гөлсөм “уйнаштан тыуғанмын”, тип саҡ ысҡындырманы, - елдән яралғанмын! - Сананан төштө, һалам кәбәге йәбешкән күлдәк итәген һыпырҙы.
— Тр-р-р-р... - Бакир дилбегәне тартты. - Ҡыҙым, рәнйемә, һине үпкәләтерлек һүҙ әйтмәнем дә. - Шунан, уңайһыҙланғандай ҡыймылдап, куфайкаһының төймә-һен ысҡындырҙы, һаҡ ҡына түш кеҫәһенән матур зәңгәр яулыҡ тартып сығарҙы. - Байрам етеп килә, мә, минән бәләкәс кенә бүләк.
Матур! Бакирҙың ҡулына зәңгәр күк остоғо кителеп төшкән, тиерһең.
Ҡыҙ, үҙе лә аңғармаҫтан, бүләкте эләктереп алды ла гөлтләп янған биттәренә тигеҙҙе. Шунан рәхмәт әйтергә лә онотоп, өйҙәренә ҡарай йүгерҙе.
5
Өләсәһенән йәшереп, ул булмағанда көҙгө алдында әйләнгеләп, ебәк яулығын тиҙерәк иңенә һалып сығырға хыялланған ҡыҙҙың ынтылыштарын һиҙгәндер яҙ, быйыл бигерәк тә ашҡынып-ярһып килде. Апрель баштарында наҙлы йылыта башлаған ҡояш, аҙна-ун көндә тау биттәрен ҡарҙан әрсене лә, һыяны уйпы-уйраларға тултырып, түбәнгә ҡыуаланы, Һаҡмарҙың боҙон ҡумшытты. Боҙ ҡуҙға-лыуы Байгилде ауылы халҡы өсөн көтөлгән тамаша, йәше-ҡарты ҙур яңылыҡ әйт-кәндәй бер-береһенә һөйөнсөләп йөрөй:
— Ишеттеңме, Һаҡмарҙың боҙо Әлмөхәмәт шаршыһына килеп тығылған, ти.
— Һе, ашыҡҡан икән, ашыҡҡан, кисә генә ҡубып, сатнап ята, тип ишеткәйнем. Әйтәм бит, боҙ әприлдең ун биштәренән ҡалмай китә, быйыл бигерәк тә иртәлә-гән.
Шундайыраҡ һөйләшеүҙәр менән ауыл сыр-сыу килеп тора.
Гөлсөм мәктәптән сыҡты ла, иптәш ҡыҙҙарына ҡушылып, шаяра-көлөшә урам буйлап атланы, өйҙәренә боролған тыҡрыҡ ауыҙына еткәс, сыуаҡ көн наҙынан ай-ырылғыһы килмәй аҙымдарын әкренәйтте, арғы остан был яҡҡа табан елдергән һөт машинаһын күргәс, бөтөнләй туҡтаны, эйелде, сәбәпһеҙгә ҡулындағы сумка-
һында соҡондо, үҙе ҡаш аҫтынан ҡарап, машинанан күҙен алманы. “Кабина тулы ҡыҙҙар тейәлгәндер әле, йә һары бөрсә Сәлимә йәнә эргәһенә һаҡҡандыр... Саманан ашҡан әрһеҙҙең әрһеҙе инде…”
Машина шәрене сәсрәтеп килеп туҡтаны.
— Гөлсөм, һаумы...
— Һаумыһығыҙ! - Ҡыҙ турайҙы ла, ҡуйы керпектәрен елпеп, оялсан ҡарашын асыҡ кабина тәҙрәһенән яртылаш кәүҙәһен сығарып, уға ҡарап ултырған егеткә төбәне, ыңғайы бер «ҡыйыуланған бөгөн», тип уйлап ҡуйҙы.
— Һаҡмарҙа боҙ ҡуҙғалған!
— Китсе... - Гөлсөм мәктәптә үк ишетһә лә, аптырап киткән булды.
— Әйҙә барып ҡарайбыҙ! Минең дә бөгөнгә эш бөттө, машинаны гаражға ап-арып ҡуяйым да.
— Әлләсе... Беҙ бөгөн бөтә класс менән барырға йыйынғайныҡ та, имти-хандарға әҙерләнергә ҡушып, етәксе апай ҡаршы төштө. Өләсәйем дә сырхап то-ра, өй тирәһендә мәшәҡәттәр ҙә етерлек.
— Оҙаҡ йөрөмәбеҙ. Аҡтау ҡаяһына күтәрелербеҙ ҙә.
Ҡыҙҙың бите уттай тоҡанды. Ул артыҡ иҫе китмәгәнен белдерергә теләптер, бер ни тип тә яуап ҡайтармай ҡырт боролдо ла китеп тә барҙы.
— Ҡыҙҙар тауында көтәм, Гөлсөм...
«Ярар, ярар...», тип күкрәк ситлеген дөбөрҙәтте ярһыу йөрәге. Күңелендә урғыл-ған шатлык күктәргә ашыра, аҙымдары еңел, ниндәйҙер илаһи көс етәкләй уны.
Өйҙөң ишеген асыуға, камфара майының, төрлө ыуыныу дарыуҙарының ҡыр-ҡыу еҫе танауға бәрелде. Гөлсөм сумкаһын түр яҡта торған карауатҡа ырғытып, ишек төбөндәге мейескә ҡушарлатып эшләнгән урындыҡҡа бер аҙ хәл алырға тип ятҡан өләсәһенә өндәште:
— Привет, өләсәй! Хәлдәрең нисек?
— Һаумы, балам! Хәлдәргә килгәндә минең йәштә ығырлап-шығырлап инде. - Әсмә әбей йонсоу йөҙөн сирылтып йылмайғандай итте, бихисап тапҡыр ҡабатл-аған һорауын бирҙе. - Нисә тейәп ҡайттың күстәнәскә?
— Беренсе кластағылай билдә ҡуймайҙар беҙгә, уҡыу аҙағы бит, имтихандарға
әҙерләнер ваҡыт етте.
— Ҡуй инде, үткән ғүмер, ал таҫмаңды елпелдәтеп кисә генә мәктәпкә илткән кеүек инем. Шунан беҙ ҡартаймай кем ҡартайһын?.. - Әсмә өҫ кейемен һалып ташлап, күлдәк һайлаған ҡыҙының нәфис буй-һынына, беше күкрәктәренә, йомро балтырҙарына һоҡланып ҡараны. – Сөбхәналла, күҙ тейә күрмәһен инде ҡыҙыма! Ҡайҙалыр йыйына ла башланың түгелме? Ҡапҡылап ал тәүлә, мейес эсендәге таб-ала ҡурылған картуф бар, самауырҙың да ҡапҡасын ҡырын баҫҡанмын, борхот-һаң, хәҙер ҡайнап сығыр.
— Өләсәй, Һаҡмарҙа боҙ ҡуҙғалған, шуны ҡарарға барабыҙ, бөтә класс менән... - Хәбәренә алдаҡ ҡушып һөйләүенә оялғандай, йөҙөн ситкә борҙо.
— Ана тағы! - Был юлы Әсмә әбей үҙе яратҡан «үткән ғүмер» һүҙен өҫтәмәне. - Былай булғас, күгүләнгә лә килеп еттек, көҙгә саҡлы бирешмәбеҙ, Алла бойорһа.
Уның хисабы ҡарттарса: бер нисә йыл алға ҡараш ташламай, миҙгелдәрҙе теүәлләһә, шуныһына риза, ҡышты имен-аман сыҡһам инде, тип ығырҙап-шығырҙап йөрөй ҙә, яҙ етһә, иркен һулап ҡуя. Әйтерһең дә, уны бөгөр ауырыуҙар ҡайҙалыр алыҫ йонсоу көҙгә сигенә.
Әсмә әбей, ейәнсәренә эйәреп Һаҡмарға барырға дәртләнгәндәй, тороп ултыр-ҙы, туҙған сәстәрен рәтләштерҙе, яулығын ябынды, аяҡтарын урындыҡтан һалын-дырып, торорға ынтылды ла тубыҡтарын ыуалап ҡул һелтәне.
— Ҡана һуң барып әйләнгәндә! Һауынсы булғанда, күп тапалды Һаҡмар туғ-айҙарын, ултырған ерҙән үтә күрәм һәр ағасын, һәр ҡыуағын. Быуындар ебәрмәй, ҡәһәрең, ыуған дарыуҙарҙың да сихәте самалы.
Уңарсы булмай кейенеп-яһанып өлгөргән Гөлсөм өләсәһенең алдына тып итеп килеп тә баҫты. Ҡупшыға кейә торғандары өҫтөндә, яурыны аша әлеге зәңгәр яул-ыҡты һалған, еңелсә ярһыған.
— Өләсәй, мин йөрөп киләйем, йәме? Оҙаҡламам.
— Һе, бутты рөхсәт итмәһәм, бармай, йәнәһе. Ҡуҫтарланғанһың бит инде, бар йүгер. – Йыйырсыҡтар сыбарлаған һалынҡы сикәһенән үбә һалып, урамға ат-лыҡҡан ҡыҙҙың артынан ҡысҡырып ҡалды. - Яҙғыһын ҡумшып ятҡан яр шыуа торған, абай булығыҙ. Йәнә Ҡоҙоҡ битенән барығыҙ, ул һырт иртәрәк асыла.
Оздой, ашаманы ла...
6
Барый Ҡыҙҙар тауында көтә ине инде. Батмустай яланғас ҡалҡыулыҡта әллә ҡайҙан суҡайып күренә. Гөлсөмдө шәйләгәс, ҡаршыһына йүгерә-атлай килеп ет-те.
— Киттекме?!
— Киттек!
Тәүҙә ҡарҙан асылған тау битләүенән йәнәш атланылар. Егеттең йөҙө моңһоу. Ҡыҙҙың да башында билдәһеҙ һорауҙар ташҡыны: «Ни булған уға бөгөн? Күҙенә лә элмәйенсә ғазаптарға һалды-һалды ла әле килеп үҙе осрашыу тәҡдим итте. Ти-кмәгә түгел, әйтер һүҙе барҙыр. Яратам, тип әйтеп ҡуйһа...» Ул сағында өнө илерткес төшкә әүерелер. Шуғалырмы, ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтырға теләгә-ндәй аҙға ғына күҙҙәрен йомоп туҡтап ҡала, еүеш маңлайына йәбешкән сәс бөҙ-рәләрен төҙәтә, унан ҡарашын юғарыға сөйөп, төпһөҙ зәңгәр күккә баға.
— Арыныңмы?
Гөлсөм, Барыйға бәхетле йылмайып, һирпелеп кенә ала, «арыманым», ти ҡа-рашы.
Егеттең дә иләҫ-миләҫ сағы, аяғы аҫтына иғтибар ҙа итмәй.
— Барый, һыяға төшәһең бит.
— Диңгеҙ тубыҡтан булғанда, һыя нимә генә!
Абайламағанға һалышып, яйын килтереп етәкләшеп алдылар. Муйыллы туғ-ай аша үткәндә лә, Аҡтау ҡаяһына күтәрелгәндә лә ҡулдар ысҡынманы. Бына ул иң бейек түбә, ошо ерҙән бар тирә-яҡ ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Әллә ҡайҙан борғаланып, Һаҡмар аға - торғаны диңгеҙ инде, диңгеҙ: боҙ ҡапсығын ярҙарына сығарып быраҡтырған, урыны-урыны менән уйһыулыҡтарҙы тултырып йәйрәп ята. Ҡомло утрауҙы бөтөнләй йотоп уҡ ҡуйған, тирәктәре генә бил быуарҙан һыуға батып тора. Ҡаяға һыйынып ҡына ҡуш ҡайын үҫкән. Йылымыс ел уның әл-егә яланғас тәлгәштәренән бөрө еҫен һыпырып алып, танауға килтереп бәрә.
Һандыҡланып ятҡан таш өҫтөнә ултырҙылар. Һүҙҙәр онотолған. Кәрәкмәй. Былай ҙа рәхәт уларға.
— Гөлсөм...
— Әү.
— Мин армияға китәм. Кисәге почта менән повестка килтерҙеләр. Машинам-ды тапшырам да иртәнән һуңға юлға.
Ҡыҙҙың хыял диңгеҙендә йөҙгән күңеле тайҙай тулап китте. Ниҙер әйтергә уҡ-талды ла нишләптер тыйылды, егеткә мөлдөрәп ҡарап ҡуйыуҙан ары китмәне.
— Йәштәрҙе йыйып, кисә үткәр, ти ҙә ул минекеләр. Теләк юҡ, урынһыҙ шау-шыуҙы яратмайым. Йөрөп ҡайтҡас, күрергә килерҙәр.
«Барый китә... Унһыҙ нишләрмен? Ауыл урамдары, йәштәр менән лыҡа тулы клуб бушап ҡалыр бөтөнләй... Тормошомдоң бер мөйөшө кителер, йәшәүҙең ҡы-ҙығы, мәғәнәһе китер, бүҫкәреп ҡалыр…». Гөлсөмдөң тамағына әсе төйөр килеп тығылды. Ул, илап ебәреүҙән ҡурҡып, урынынан торҙо ла тауҙан түбәнгә табан атланы.
— Гөлсөм, туҡта әле, мин бит әйтеп бөтмәнем. - Артынан эйәрә төшкән Барый ҡабаланып ҡыҙҙың ҡаршыһына баҫты:
— Ни... миңә хат яҙып торорһоңмы?
Тегеһе башын ғына һелкте.
— Гөлсөм... Мин һине яратам... Ысынлап...
Тал сыбыҡтай бәүелеп торған ҡыҙ башын егеттең яурынына терәне. Барый ҡы-йыуһыҙ ғына Гөлсөмдөң сәстәренән һыйпаны, шунан янып барған битенән үбеп алды. Аһ!.. Эргәлә генә ҙур, көслө йөрәк «яратам, яратам» тип ярһып тибә, ҡуш ҡайынға ҡунып, ниндәйҙер ике ҡошсоҡ сырҡылдашып ҡыуана, иреү тупраҡ, тул-ышҡан бөрө еҫенән баш әйләнә, юғарыла, бик бейектә зәңгәр сатыр балҡый. «Көтмәгәндә башҡа ишелеп төшкән бәхет тигәндәре ошолор...» Гөлсөмдөң мейе-һен урыҡ-һурыҡ уйҙар йыбырлата ла йәнен-тәнен иреткән йылы ағымға ҡушылып юҡҡа сыға.
Ике көндән Барый армияға китте. Иптәштәре, һауынсы ҡыҙҙар гармунға ҡуш-ылып йырлап, ауыл урамынан автобус туҡталышына йүнәлгән мәлдә Гөлсөм,
ҡапҡа артына боҫоп, һөйгәнен күҙ яҙлыҡҡансы күҙәтеп торҙо ла өйгә инеп мен-дәренә ҡапланды ла күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы.
Мәктәпте тамамлағас, уҡырға ҡайҙа барырға тип аптыраманы Гөлсөм. Бала саҡтан уҡ күңелендә йәшереп йөрөткән хыялы бар - актриса булырға теләй ул. Теләй генәме, ул уның тормош хыялы, ынтылған йәшәү мәғәнәһе. Һылыулығын, башҡа ҡыҙҙарҙан айырылып торғанлығын да белә, Хоҙай Тәғәлә һәләттән дә мәхр-үм итмәгән уны. Шулай булмаһа, мәктәптә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап ҡуйылған концертта класс етәксеһе Айһылыу апай уның сығышынан һуң юҡҡа ғына күҙ йәштәрен һөртөп ултырған тиһеңме! Былай үҙе лә Муса Йәлилдең «Вәх-шәт» шиғырын һөйләгәндә тауышы ҡалтырап китә: сабыйын ҡосаҡлап, үлемен көтөп, соҡор ситендә баҫып торған ҡатынды күҙ алдына килтерә, уларҙы бына-бына шартлаясаҡ атыуҙан ҡурсаларға теләгәндәй, ҡулдарын һоноп алға уҡтала... Премьеранан һуң ул, арыған ҡиәфәттә, ләкин сикһеҙ бәхетле йылмайып, сәхнә түрендә тора, башҡа артистар ситтәрәк, юғарынан төшкән ут көлтәһе төп ролде башҡарыусыны ғына яҡтырта, ҡосағы тулы аҫыл сәскә гөлләмәләре... Ә улар тамашасылар яғынан яуа ла яуа... Тик ошо әкиәти хыялын тормошҡа ашырыу юлын ғына белмәй: кем уҡытһын, ниндәй аҡсаға? Шулай бошаланып йөрөгәнендә бер көн иртәнге сәйҙе эскәс, өҫтәл тирәһен йыйыштырып сығырға ғына боро-лғайны, урынынан ҡуҙғалырға ашыҡмаған өләсәһе уға яратып ҡарап ипле генә итеп өндәште:
— Тотҡарлан әле аҙыраҡ, тормош мәшәҡәттәренә бирелеп һөйләшкәнебеҙ ҙә юҡсы ошо арала. - Ейәнсәре, урындыҡҡа ултырып, башын баҫҡас, дауам итте. - Нишләп балтаң һыуға төшкәндәй шымтайып йөрөйһөң әле ошо арала?
— Юҡсы, бөтәһе лә һәйбәт.
— Бала күңеле далала икәнен яҡшы аңлайым. Оянан осор мәлең еткәнен һиҙеп эсем һыҙа. Сәйнәп икмәк ҡаптырып, кәзә һауып эсереп терелттем һине, шау һөйәктән, ҡоро тиренән генә торған сибек кенә бәпес инең. Әсәйең, үлә барыбер, тип уйлағандыр, ә мин Хоҙай ярҙамына инанып тырыштым үҙемсә. Бирешмәнең, үҫтең, үҫеү генә түгел, аҡҡошҡа әүерелдең. Өйрәк бәпкәһеләй ғүмер буйы эргәмдә йөрөһәң ине лә бит... Иғтибар итмә алйыған әбей фәлсәфә-
һенә, һеҙгә үҫергә, беҙгә сүгергә... - Әсмәнең төҫһөҙ күҙҙәрендә тәрән моңһоулыҡ сағылды, аҫҡы ирене тартышҡандай дерелдәне. Ул яулыҡ осо менән ауыҙын ҡап-ланы ла, һағышын баҫырға теләгәндәй, күңелле мәлде хәтерләп кеткелдәп ебәрҙе. - Яңы атлап йөрөгән сағың, ҡапыл һыуға батҡандай юғалдың да ҡуйҙың. Күрше-күләнгә йәүкәләп бөттөм, таба алмайым, илайым килеп тороп. Кисҡырын шифо-ньерҙы асып ебәрһәм, шунда ятаһың йоҡлап. Эргәңдә ҡағыҙ өйөмө, кәнфит һурып, ектән ҡарап тик ултырғанһың, төнәп киткәнсе.
Көлөшөп алдылар.
— Һине ташлап ҡайҙа ғына барайым. - Гөлсөм аҡланғандай әйтте.
— Улай тимә, йәшәремде йәшәгәнмен, тышау, һалыҡ булып ултырғым килмәй.
Әсмә туйтаңлап ҡалҡынды, ыңғыраша-тыһылдай ҡатҡан быуындарын ыуып мәшәҡәтләнде, быялаһы бер нисә урындан сатнаған, бер яғының ҡолаҡҡа ятыр ҡулайламаһы өҙөк күҙлеген эҙләп табып кейҙе лә, урындыҡ мөйөшөндә торған бәләкәй ҡумтаны алып, соҡонорға тотондо. Таушалып бөткән һаҡлыҡ кенәгәһен килтереп сығарҙы.
— Бына, балам, книжкә. Һине уҡытам тип ғүмерем буйына туплаған аҡсам ошонда, артыҡ күп булмаһа ла, тәүге осорҙа ярап ҡалыр.
— Ниндәй яҡшы кеше һин, өләсәй! - Гөлсөм, ырғып тороп, әбейҙе ҡосаҡланы.
Уныһы ах та ух килде:
— Ойпалама улайтып, билемде ауырттыраһың, ен, Алла, Алла, былай ҙа туб-ыҡтарым һыҙлай. - Үҙе ейәнсәренең ҡыуанысынан ҡәнәғәтлек кисерәлер, кинән-еп көлә.
Гөлсөм тышҡа йүгерҙе. Сығышлай почта йәшнигенә ҡыҫтырылған гәзиттәрҙе алып һелкеткәйне, араһынан өсмөйөш штамп һуғылған хат килеп төштө. Ул хатты үбеп алды.
7
Аҡбай өйгә эңер төшкәс кенә ҡайтты. Тәҙрәләрҙән йәнде йылытҡан яҡтылыҡ
һибелмәй. Ихата бушап ҡалған, күсенгәндән аҙаҡ була торған болалыҡ һиҙелә: алып китергә яраҡһыҙ ваҡ-төйәк әйберҙәр вайран булып сәсрәгән, ҡағыҙ киҫәк-тәре елдә туҙырай. Шуларҙың араһында ҡул-аяҡтары ботарланған, бер күҙе сыҡ-ҡан ҡурсаҡ ята. Таныш нәмә. Хужаның ҡыҙы Рәсимәнең ҡурсағы. Оҡшаш яҙмыш-лылар. Етлекмәй тыуған зәғиф бала бер аҙ йәшәргә лә өлгөрмәйенсә үлеп кит-кәйне бит. Хужа аҙналап ситтә йөрөп эшләне, ҡайтҡас, шул ҡәҙәре өйөндә була ла тағы юғала. Ҡатыны Мәрфуға - клубта мөдир, уның эше, ғәҙәттә, кис башлана ла төн уртаһында бөтә. Шуға ла иптәш булһын типтер, күрәһең, Аҡбайҙы эйәртә. Уға күнегәһе түгел, өйрәнгән, клуб күтәрмәһенең аҫтында сабыр ғына көтә, тәҙрә-ләрҙә ут һүнеп, һуңғы аяҡ тауышы ишетелдеме, егәрлеләнеп хужабикәһенең ал-дынан төшә. Килештерә, унда-бында сабыулап өрөп алған була, күҙҙәрен яндыр-ып, төнгө һунарға сыҡҡан бесәйҙәрҙе пыр туҙҙырып ҡыуалай.
Өйҙә оҙаҡ ваҡыт бала тауышы ишетелмәне. Шуғалырмы, өй тирәһе ҡойто күренә. Яңы әйберҙәр, ҡаралты һатып алыуҙамы бәрәкәт, йәме, йылыһы булмағас донъяның. Икеһенең дә сырайы йәмрәйгән, күләгәле. Ҡотһоҙ, шатлыҡ-ҡыуаныс-һыҙ йәшәп ятҡан саҡтарында хужа йөрәкһенеп йөрөй башламаһынмы! Сәбәбен тиҙ төшөндө Аҡбай - хужабикәнең ҡорһағы бүртә, шул үҙгәреш быларҙың йә-шәүенә мәғәнә бирә, көйләй-яйлай икән. Буласаҡ әсәнең дә йөҙөнә нур ҡайтты, хәрәкәттәре лә эләккеләй орҙо-бәрҙе түгел, һаҡ ҡына, эсен дә бик йыш наҙлы итеп һыйпап ҡуя. Ваҡыт үтә торҙо, быларҙың үҙ ғәме, үҙ хәстәре.
Хужа вахтанан төндә һуң ҡайтҡайны, иртән иртүк магазинға бара һалып, эреле-ваҡлы төргәктәр күтәреп тә сыҡты. Ундай һатып алыуҙар был өй өсөн ғәҙәти күренешкә әүерелде инде, кемуҙарҙан ташыйҙар.
Дәртле аҙымдарға ҡатарлап, Аҡбай ҙа кинәнеп юрғаланы. Ҡаршыға һыуҙан ҡайтып килеүсе Һорландың хужабикәһе осраны.
— Фәнил, һаумы. Ырамлы баҫаһың, төшөрөп алдыңмы, был төргәктәр кемгә?
— Төшөрөү ҡайғыһы юҡ әле. - Хужа һаулыҡты алмай ғына үтеп китергә йый-ынды, Нәзирәне өнәп бөтөрмәгәнлеге күренеп тора.
— Тиҙҙән артаһығыҙ инде. - Көйәнтә юлға арҡыры ҡуйылып, юл быуылды. Малай көтәһеңме, әллә ҡыҙмы?
— Миңә барыбер. Иң мөһиме - сәләмәт булһын.
— Шулайын шулай. Кемгә оҡшар икән тыуыр балаң?
— Кемгә булһын, миңә! - Фәнилдең йөҙө һағайҙы.
— Ҡарыулы егеттәр клубта етерлек... Кис етһә, ярһыуҙарына сыҙаша алмай йөрөгәндәрен күрәһең.
Яндырай, шырпылай тоҡанырға әҙер иргә етә ҡалды, ҡыҙарҙы-буҙарҙы, аҫтыр-тын йылмайып торған Нәзирәгә башҡаса һүҙ ҡатманы, кинәт боролоп, магазинға йүнәлде. Унан төргәктәрен ҡалдырып, араҡы ҡыҫтырып сыҡты, ауылдан алыҫ тү-гел күренеп торған тау битләүендәге сауҡалыҡҡа ҡарай атланы, Аҡбай эйәрергә иткәйне, зәһәр ыҫылданы:
— Пшёл!
Сара юҡ, Аҡбайға ҡайтып китергә генә ҡала. Ҡурҡып, ниндәйҙер хәүеф көтө-ргә кереште, күр ҙә тор, ғауға ҡубасаҡ өйҙә. Бәләкәй ҡапҡа эңер төшөр алдынан ғына шығырланы. Фәнилдең сәстәре туҙған, йөҙө аларған, ҡарауы ҡурҡыныс. Ла-яҡыл иҫерек. Болғаңлап өйгә инергә иткәйне, бер аҙҙан аҡырған, шунан илаған тауыштар ишетелде. Ишек асылды, ир ҡатынының сәсенән матҡып алған. Сыҡты ла ҡоласын киреп, тупһанан елтерәтте. Бисара таһыр-тоһор түбәнгә тәкмәсләне.
— Уйнаш!
Апаруҡ бейектән осоп, аяҡтарын имгәткән ҡатын йөгөнөкләп торорға маташ-ты.
— Яңылышаһың...
— Кемдән?
— Һинән!
— Ниңә улайһа урам төрлө хәбәрҙәргә тулған?
— Хоҙай алдында ант итәм, ғәйбәт...
Ҡайтарып булмаҫлыҡ гонаһ ҡылынасағын һиҙгән Аҡбай, үҙен-үҙе онотоп ырылдап, хужаһының итек ҡунысына барып йәбеште, ҡат-ҡат өрҙө, бәлки, аңлар:
— Ялған... ялған... ялған... р-р-р-р-р...
— Кит бынан!
Ҡаты кирза осо ныҡ ҡына эләкте. Икенсе тибеү ҡатындың ҡорһағына тура
килде.
— А-ааа-аһ! - Үҙәк өҙгөс иңрәү һауаны ярҙы, Мәрфуға эсен ҡосаҡлап йәнәсыҡҡа тәгәрәне-тәгәрәне лә тынып ҡалды.
Ир ҡылған эшенә баһа бирерлек хәлдә түгел ине шикелле. Тупһа күтәрмә-һенә ултырҙы, ныҡ эсеүҙән миңрәүләнгән йөҙө таш һымаҡ ҡатып ҡалды.
Мәрфуға ҡуҙғалғандай итте, юҡ, итәге аҫтында нимәлер йыбырлай икән дә баһа. Нәҙек кенә, бесәй сыйылдағандай өн ишетелде.
Фәнил утҡа бешкәндәй һикереп торҙо. Ҡарағусҡыл быжыр йөҙө ҡағыҙҙай ағарҙы. Ул, ике ҡулын алға һоноп, ҡатынына яҡынланы, күҙ асып йомған арала ба-шын томалаған араҡы шауҡымы ҡайҙалыр сығып осҡайны.
— Бисәкәй, кит улайтып ятма, тор. Холҡомдо беләһең дә, ҡурҡытыр өсөн генә ҡыланғайным.
Уныһы иҫһеҙ-оҫһоҙ ята бирҙе, итәк аҫты яңынан ҡыймылданы, сыйылдау ҡабатланды, туҙанды юлаҡлап, сат араһынан ҡан һарҡып сыҡты.
Фәнил ергә тубыҡланды:
— Мәрфуғам!..
Яуап булмағас, өтәләнеп ҡайҙалыр сығып йүгерҙе. Сыр-сыулап күрше ҡатын-дар килеп инде, аҡ халатлы кеше күренде, артынан носилка тотоп эйәргәндәр. Бә-ләкәй генә беләк буйындай ҡыҙыл нәмәне аҡ биләүгә биләнеләр.
Фәнил өлтөрәп йүгергеләне:
— Әйттем, ауыр күтәрмә тип, мунса яғырға мәшәҡәтләнеп йөрөгәнендә йығылған.
Ошо көндән йәштәрҙең тормошо кирегә тәгәрәне. Әсә менән бала оҙаҡ ваҡыт ҡайтманы, хужа кеше үҙ хужалығында ғына яңғыҙы мөштөрҙәй. Күләгәләй кәртә-ҡура тирәһендә йөрөштөрә лә өйөнә инеп бикләнә. Аҡбайға ла ашау һирәк тәтей, уныһы ла ҡатҡан-ҡотҡан икмәк һынығы. Ашау нимә, ул больницала ятҡан Мә-рфуғаны, етлекмәй тыуған ҡыҙ баланы йәлләй. Һиҙә, ныҡ ауыр уларға. Төндәрен өңөнән сыға ла күктә йондоҙҙар диңгеҙендә ғәмһеҙ йөҙгән тулған айға төбәлеп үкһеп-үкһеп иларға тотона:
— У-у-ууу-ы-ы... У-ууу-ы-ы-ы…
Фәнил дә йоҡламай икән, тышҡа сығып, эргәһенә килеп сүгәләне:
— Аҡбай, хәлдәрең нисек? Илайһыңмы? Миңә лә ҡыйын, үтә ҡыйын. Барыр ерем, батып үлер күлем юҡ... - Ирҙең күҙҙәренән һаран йәштәр һығылып сыҡты ла шырт биттәре буйлап түбәнгә тәгәрәне.
Иртән эшенә китеп барған Нәзирә ҡапҡа аша баҡсала соҡонған Фәнилгә ҡысҡырҙы:
— Этеңде аттыр, төнө буйы шомға һалып олоп сыҡты. Эт олоуы тигенгә түгел, йортҡа бәлә-ҡаза килә.
— Этте түгел, һине атырға кәрәк, ҡара йылан!
— Атаҡ-атаҡ, олоуҙың ырымға килешмәгәнен генә әйтеүем, тормошоғоҙға ни ҡыҫылыш. Абышҡамдың Мәрфуғаң менән йәш саҡтарында ғишыҡ-мишыҡ тотоу-ҙарында мин минауат штули.
— Күҙемдән юғал, йыбытҡы!
— Атырға йыйына! Атырһың атмай ҙа. Участковый Таһирға барып, ғариза яҙам әле. Алдан белеп торһон. Ишшу бында...
Мәрфуға больницанан көҙ еткәс кенә сыҡты. Һылыу йөҙө һурылған, ҙур көләс күҙҙәре һүнгән. Ҡулындағы биләүҙәге бала тызылдап иланы ла иланы. «Донъяға ваҡытынан алда тыуҙырыуҙарына үпкәләнеме, әллә тибелгән ере ауыртамы икән?» Аҡбай ҡыҫҡа эт аҡылы менән шулай уйланы.
Фәнил ирәбеләнеп ҡалһа ла, тиҙҙән был икәү яңынан оҙаҡҡа юғалып торҙо. Ҡайттылар, тағы киттеләр. Шулай ҡыш буйына. Йәй еткәс, хәлдәре арыулана төштө. Йыш ҡына кистәрен өсәүләп баҡса буйындағы ултырғысҡа сығып ултырыр булдылар. Рәсимә (баланың исеме шулай ине) әсәһенең алдында, кәүҙәһе ҡурсаҡ-тай ғына, бөтөнләй үҫмәгән. Балаларға хас ҡыҙыҡһыныуы ла тойолмай, атаһы шалтыратҡан төрлө уйынсыҡтарҙа ғәме лә юҡ, һәммәһенә битараф ҡарап тик ултыра. Рәсимәнең тыуған көнөнә ҙур ҡурсаҡ һатып алып бирҙеләр.
Көтмәгәндә өйҙә йәнә шау-шыу ҡупты. «Әллә тағы ҡаңғыралармы? Хужаһы һаман да аҡылға ултырмаған әләйгәс…» Яңылышты, өй янына тәреле машина ки-леп туҡтаны, табип ҡатын ҡабаланып инеп китте. Был юлы машина бер кемде лә алып китмәне. Инеүсе яңғыҙ сыҡты, йөҙө борсоулы ине. Аңланы Аҡбай, йөнтәҫ
йөн араһына боҫҡан күҙҙәренән йәштәре субырҙап аҡты.
Фәнил күренде, кәүҙәһе саманан тыш бөкөрәйгән, яурындары ауыр йөк күтәр-гәндәй һалынҡы. Ҡулында әлеге ҡурсаҡ, аяҡтарын көскә һөйрәп, рәшәткәгә бар-ып һөйәлде.
— Кемгә тип йыйҙым был тиклем мөлкәтте, ә? Нимәгә кәрәк?! Бер кемем дә юҡ минең, бүтән булмаясаҡ та! Ҡәһәр һуҡҡыры яҙмыш!.. - Ҡурсаҡты йән асыуына яҡындағы мунса стенаһына бәрҙе лә бөгөлөп төштө. Илауға көйләнгән ҡурсаҡ һуңғы тапҡыр сеңләп алды: «Э-э-э-эң-ә-ә-ә...» Резина менән тоташтырылған ҡул-аяҡтар тирә-яҡҡа һибелде...
Йылы донъялары туҙҙы Фәнил менән Мәрфуғаның. Һуңғы сиктә күсеп кит-теләр ана. Уңырҙармы ситтә? Бер Хоҙай ғына белә...
Аҡбай ихатала темеҫкенде лә ашар ризыҡ тапмағас, ояһына инеп бөгәрләнеп ятты. Төн шомло. Яңғыҙың булғанға шулайҙыр. Йылы, яҡты, хужалы өйҙө генә һаҡлауы күңелле, кәрәк мәлдә ашатыусың, ҡурсалаусың барлығын беләһең.
Өрөү ишетелде. Бәй, Һорланы бар ҙа баһа уның, бөтөнләй онотоп ебәргәнсе. Тауыш биреп, Аҡбайҙы саҡырып ултырыуылыр әле. Шул яҡҡа ҡарай сапты. Ҡапҡа ауыҙында ултырған дуҫына барып һырпаланды, моронон яланы. Тегеһе лә ҡыуанып китте. Ҡабырға терәшеп төн уҙғарҙылар. Иртәнсәк биҙрәһен беләгенә элеп, һыйыр һауырға сыҡҡан Нәзирә һимеҙ өйрәктәй байпаңлата баҫып, улар эргәһенә килде лә күҙҙәрен секерәйтеп, оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң, Аҡбайҙы танығас, сәрелдәп ебәрҙе:
— Ах, емтек, ҡарун киткәс, беҙгә эйәләгән! Зөфәр, Зөфәр, тим, сыҡ әле.
Арттан бисәһенән ике башҡа оҙон, мыҡты кәүҙәле, күрмәлекле булһа ла, күп эсеүҙән шешенеп бөткән ир күренде.
— Нимәгә мыжыйһың таң тишегенән? Былай ҙа баш ярылып бара, уфф...
— Әҙерәк эс! Нисә көн кипкәнең юҡ шул самогондан. Һиңә донъя ла кәрәк-мәй, бисә лә. Ана, ҡарауһыҙ өйгә берәҙәк эттәр эйәләй.
— Был Фәнилдең эте ләһә. - Зөфәр иҫе лә китмәй ауыҙын алаптай асып иҫнәп алды.
— Шуныҡы булмай... Яңы кетәккә ингәйнем, тоҡомға ҡалдырам тип йөрөгән
сыбар әтәс юғалған, йөндәре генә боролдап ята, ошо ашағандыр. Ас эт мал-тыу-арға ҡанығыусан. - Нәзирә күрәләтә алданы. - Ауыҙыңды асып ултырһаң, аҙна-ун көндән тауыҡтарың ҡалмаҫ әле.
— Ҡаңғыртма, һиндә әтәс ҡайғыһы. - Зөфәр ғәмһеҙ ҡул һелтәне лә кире инеп китте.
— Ырауанъян, түшәктә рәте, тормошта ғәме булмаған ирҙе аҫырап үтте ғү-мерем заяға. Мин булмаһам, был нимә эшләр ине икән, ҡыутомшоҡ! - Нәзирә ти-реһенә һыймай туҙынды-туҙынды ла Аҡбайға таш алып тондорҙо. - Кит бынан, инде килеп йөрөһәң, йәнеңде алам!
Аҡбай, ҡойроғон бот араһына ҡыҫып, урамға сығып һыпыртты.
8
Гөлсөм ҡаты итеп ишек шаҡыуға тертләп уянды. Ырғып тора һалды ла кеҫ-әһендәге аҡсаның яртыһын яҫтыҡ аҫтына тыҡты, көҙгөгә һирпелгәндән һуң ғына ишектең биген асты.
Бүлмәгә Луиза инде. Өҫтөндә атлас халат, ғәҙәттәгесә ентекләп биҙәнгән, сәс-тәрен лакка ҡатырырға өлгөргән, ҡабарып тора. «Тутыйғош...»
— Оҙаҡ йоҡлайһың, һылыуҡай.
— Һуң ҡайттым.
— Беләм. Тимәк, бушҡа йөрөмәгәнһең. Күпме эшләнең?
Яуап булмағас, иркен атлап төпкә үтте, тартыныуһыҙ ҡыланып, эленеп торған куртканың кеҫәләрен тикшерә башланы. Эҙләгәнен тапты.
— Оһо, валюта! Молодец! - Аҡсаны тотошлай йомарлап, кеҫәһенә тыҡты. - Тотонорлоҡ аҡсаң бар, һиңә артығы кәрәкмәй. Былай барһа, бик тиҙ бирәсәгеңде түләп бөтөрәсәкһең. Шунан һуң дүрт яғың ҡибла. Ысынлап әйтәм. - Йолҡолған нәҙек ҡаштар ҡыйылып, юғарыға сөйөлдө, матур күҙҙәр хәйләкәр көлдө.
«Алдай...»
Кәрәген алғас, бында ҡалыуҙы урынһыҙ һанаған Луиза, сығыу яғына йүнәлеп, боролмай ғына әйтте:
— Бына нимә, клиенттарыңды бында килтерә алаһың. Шарт - урам берәҙәк-тәрен түгел, тәрбиәле, аҡсалыларҙы саҡыр. Тик таксаны юғарыраҡ ҡуй. Квартпла-та. Был аҙнала медосмотр үтергә икәнен дә онотма.
Ишек ябылды. Гөлсөм таш һындай һеңгәҙәп ултырыуында булды. Ҡайҙа килеп эләкте һуң ул? Был тоҙаҡтан ысҡына алмаясаҡ...
Сәнғәт институтына уҡырға инеүе еңел түгел икән. Бигерәк тә ауылдан килгән-дәргә. Махсус әҙерлеклеләргә өҫтөнлөк бирелә, мәктәп партаһынан сығып тәүәк-кәлләүселәр һирәк, юҡ кимәлендә. Өҫтәүенә, сәнғәт кешеләренең балалары күп. Телевизорҙан ҡарап һоҡланған билдәле артистар, мөгөҙһөҙ һыйырҙай, бала-ларын етәкләп, кабинеттан-кабинетҡа инеп-сығып йөрөп ятҡан көндәре.
— Баймырҙина, әҙерлән!
Тәҙрә төбөнәрәк баҫып, сиратын көткән Гөлсөм турайҙы. Былай ҙа ентекләп үтекләнгән арзан күлдәгенең итәген тартыштырҙы, тирләгән маңлайын ҡулъяу-лығы менән ҡоротто, бар әҙерлеге шул булды. Ҙур ишекте асып, эскә үтте. «Ниңә шул ҡәҙәрем ауыр итеп яһағандарҙыр, ябылыу белмәҫ класс ишеге бигерәк еңел була торғайны...»
Күҙ йүгертте. Оҙон өҫтәл артында комиссия ағзалары ултыра. Алдарына янып торған роза сәскәләренән күркәм гөлләмә ҡуйылған. «Сәхнәгә генә түгел, бында ла килтергәндәр». Олпат иргә ҡараны ла иҫе китте. Халыҡ һөйөүен яулаған билдәле артист уның алдында ултыра. Тылсымлы, мөғжизәле донъянан килгән тиерһең, төҫө лә, үҙен тотошо ла башҡа.
— Һаумыһығыҙ...
— Үт, үт, һеңлем. - Ир мөләйем өндәште, һылыу ханымдар сәләмде алманы, йәшерәге хатта ҡаштарын ризаһыҙ төйөп, ауыҙын ослайтты.
«Баштан уҡ оҡшаманым...»
— Аллаға тапшырайыҡмы, Баймырҙина? - Халыҡ артисы уртаға баҫып, ҡулдарына урын таба алмай ыҙаланған Гөлсөмдө уңайһыҙ хәлдән ҡотҡарырға теләгәндәй, ипле мөрәжәғәт итте. – Тәүҙә бейеп күрһәт!
Бер яҡ ситкә тәҙрә төбөнә ҡуйылған магнитофондың төймәһенә баҫты. Унда бейеү көйө урынына “Шайморатов генерал” йыры ҡуйылған икән дә баһа. Бер ни
аңламағандай урынында тыбызыҡланы, теге ағайға ҡарап алды, баш күтәрмәй алдарындағы ҡағыҙҙарында соҡонған теге ҡатындарға һирпелде.
Халыҡ артисы көлөмһөрәне:
– Ниңә бейемәйһең?
– Бейеү көйө түгел бит. Һеҙ кассеталарҙы бутанығыҙ шикелле...
– Бер нимәне лә бутаманым. Артист халҡы көтөлмәгән хәлдәрҙә юғалып ҡал-
ырға тейеш түгел. Бына әле ошо йыр көйөнә килештереп бейеп китһәң ул һинең файҙаға ғына булыр ине. Сәхнәлә аптыранып ҡалған артисты тамашасы аңламай, ҡабул итмәй. Ә хәҙер яратҡан берәй шиғырыңды һөйләп күрһәт!
— Мостай Кәрим. «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа».
Гөлсөмдөң тауышы ҡалтырап сыҡты, тамағын ҡырып алды:
Өсөнсө көн епшек ҡар яуа,
Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн
Әрней минең иҫке бер яра...
Аяҡтары аҫтында ер убылып барғандай тойолдо. «Был тиклем дә тулҡынла-нғаным юҡ ине...» Тамам. «Килеп сыҡманы, образға инә алманым. Их, ауыл сәхнә-һендә булһам, сатнатыр инем, билләһи...»
— Баймырҙина... - Уйланып торғандан һуң, ир телгә килде. - Тәрән драматик әҫәр һайлауың хуплауға лайыҡ, ләкин уны ошолайыраҡ уҡырға кәрәк.
Артистың тауышы сыңлап китте, күк күкрәнеме ни! Сыңланы ла шиғырҙың серле ҡапҡаһын һаҡ ҡына асып, уның донъяһына алып инде: ҡар яуған йонсоу көн дә эргәлә генә, шағирҙың ҡорос йөрөткән иҫке яраһының һыҙлауы ла йөрәккә үтерлек. Китсе, мәктәп китабындағы шиғырҙы яттан белһен инде!
Йәш ханым йәнә өнһөҙ ризаһыҙлығын белдерҙе.
«Быға бер нәмә лә оҡшамай. Ултыра нишана, күҙле бүкән булып... Йөрөйһ-өңдөр шунда эләк-һаҡ, аяҡлы имгәк булып сәнғәт донъяһында. Бөгөн һинең ише талантһыҙҙар менән донъя тулған! Шәп булғасың, тор ҙа һөйлә!»
— Аңланыңмы инде? - Ир кире урынына ултырҙы. - Сәнғәт институтына инеү өсөн төҫ-баштың килешле булыуы тәүшарт түгел. Юрий Никулинды ғына алай-ыҡ, уны ла уҡырға алмай йөҙәткәндәр икән, йәнәһе лә, сәхнәгә яраҡһыҙ. Кергән
тәки тырышып. Әгәр шунда хата китһә, сәнғәтебеҙ ниндәй талант эйәһен юғалтыр ине. Ярай, ситләштек. Баймырҙина, һинең сәнғәт юлын һайлауың ҡыуаныслы хәл, әлбиттә, сөнки сәнғәт - ул матурлыҡ, нәфислек, гармония иле, серле мөғжизәләр утрауы. Уны һайлағандар дан-шөһрәт ҡаҙанырға килмәй унда, ә тамашасы күңе-ленә игелек орлоғо сәсергә, уны яҡтыға, юғарыға әйҙәргә, уға фиҙакәр хеҙмәт ит-ергә килә. Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тип әллә ҡасан әйтелгән һүҙҙәр бөгөн дә бик актуаль яңғырай. Шуға ла унда ҡабаланып керергә ашыҡма. Ныҡлап әҙерлән, икенсе йыл ҡабаттан килерһең. Килерһең бит?
«Тәрбиәле икән, рәнйетмәй генә кире ҡаҡты ла ҡуйҙы».
Гөлсөм тыңлаулы бала һымаҡ баш ҡаҡты.
— Бына килештек тә. Һау булып тор.
Теге йәш ҡатын йөҙөнә тантана, һауаланыу билдәһен сығарҙы, ул уның имти-ханды үтә алмауына өнһөҙ ҡыуана ине шикелле.
Гөлсөм шаулы урамға сыҡты ла, ҡайһы яҡҡа атларға белмәй, икеләнеп туҡтап ҡалды. Тормошона мәғәнә биреүсе, хыялдарын төйнәүсе ниндәйҙер ҡәҙерле әй-берен юғалтҡандай тойҙо үҙен. Бар тирә-яҡ бушап ҡалғандай, уйҙары ла иләҫ-миләҫ, тарҡау. Халыҡ мыжғып торған ҡалала япа-яңғыҙы, хәленә инеүсе, аңлаусы булһасы...
Ҡаршылағы паркка табан атланы, эскәмйәләрҙең береһенә ултырҙы. Салт аяҙ көн яҡтыһы ла һүрәнләнер икән. Күңелһеҙ.
— Абитуриентка бошонамы? - Ҡараһа, эргәһенә һылыу ғына ҡатын килеп ултырған, имеш. - Бирешмә, йәшәү дауам итә!
Ҡатындың өҫтөндә модалы күлдәк, көнөн матурлыҡ салонында ғына үткәр-гәндер, ентекләп биҙәнгән, ҡул тырнаҡтарын игәп-осларға ла биниһая ваҡыты ки-ткәндер әле. Гөлсөм абайламаҫтан һорай һалды:
— Апай, һеҙ ҙә ошо институтта эшләйһегеҙме?
— Эшләүен эшләмәйем. Әммә теләһә ҡайһы ваҡытта иркенләп инеп сығырға мөмкинлегем бар, күп уҡытыусылар - яҡын таныштарым, теләһәң, һиңә лә ярҙам итә алам.
— Нисек итеп, бөгөн үкме? - Ауыл ҡыҙын әүрәтергә күп кәрәкме инде, эргә-
һендә ултырыусыға ышаныс менән төбәлде.
— Бөгөн үк булмаҫ. Һөйләшергә, яйларға кәрәк.
— Улайһа, мин көтөргә риза.
— Көтөгөҙ. Иртәгә ошо урында осрашырбыҙ. Кәрәк була ҡалһа, адресымды ҡалдырам. - Ҡатын бәләкәй генә ҡул сумочкаһынан ҡағыҙ киҫәге сығарып сый-маҡланы ла китергә йыйынды. - Әйткәндәй, йәшәргә урының бармы һинең?
— Ҡунаҡханала туҡтағайным.
— Нимәгә ҡунаҡхана! Минең фатир иркен, яңғыҙмын, иптәш булырһың. Бер бүлмә тотошлайы менән һиңә!
Бер ҡатлы ҡыҙ таныш түгел ҡатындың артынан эйәрҙе.
9
Акбайҙың етем тормошо көйһөҙ-яйһыҙ ғына үтә торҙо. Өйгә ҡайтыу юлын онот-то, унда яттың ни ҙә, урам ҡыҙырҙың ни, айырма юҡ. Асығыуҙан да бигерәк яңғыҙ-лығыңды тойоуы ауыр. Ҡайһы ҡапҡаға боролһаң да таш бәреп, ҡыуалап сығара-лар.
Тәбиғәт үҙенекен итә шул, мәле еткәс, Аҡбай ҙа, бар донъяға үс иткәндәй, ярты ауылдың эттәрен талаштырып, ярһып-шашып өйөктө лә, тынысланғас, Һо-рланға эйәреп ҡайтты. Яһил Нәзирәгә етә ҡалды, сарылдап өйөнә инеп китте. Ар-тынан: “Туҡта, кәнтәй, һинән ҡотолоу юлын тиҙ табырмын!” - тигән янау ише-телде. Аҡбайҙың иҫе лә китмәне, бисә башы менән ни ҡылыр тиһең! Уның ҡарауы, Зөфәр күрһә лә, өндәшмәне. Ҡыуманы, тимәк, килеүенә ҡаршы түгел. Ишек ауы-ҙында Нәзирә күренде, ҡулына ҡайраҡтай икмәк һынығы тотҡан.
— Кил, Һорлан, бәйләп ҡуяйым әле, - тине Нәзирә, ҡасып өлгөрөр аралыҡта ятҡан Аҡбайға ҡулындағын ырғытты. - Мә, тығын, үләт!
“Нишләп һыныҡты уртаға бүлмәне икән, Һорлан да асыҡҡандыр”.
Шулай ҙа аслыҡ ни ҡуйһын, Аҡбай ризыҡты һоғаланып йотто ла Нәзирәгә төбәлде, тағы бирмәҫме. Тегеһенең ҡапыл ҡулына эләктереп ырғытҡан ҡаҡ утыны аяғына килеп тейҙе.
— Бар, ҡайтып дөмөк, әтеү бында кәкерәйһәң, мәшәҡәт яһарһың.
Аҡһай-аҡһай сығып сапҡан Аҡбай башта уны-быны тойманы. Ауыҙы кипкәс, ауыл эргәһенән генә ағып ятҡан шишмәгә төшөп һыу эсте лә, аяҡтарының хәлһеҙ-леген тойғас, бейек ҡапрыҡ араһына инеп ятты. Арыу бөтә кәүҙәһен солғаны, ағзалары суйындай ауыр, таралып бара, эсе яндырып ауырттыра башланы, күңеле болғанды, күҙ алдары ҡараңғыланды. “Ағыу, ағыу!..” тигән уй мейеһен ярып үтте. Ҡабаттан йылғаға яҡынлап теләмәһә лә көсләп һыу яларға тотондо. Бик тыр-ышып оҙаҡ яланы. Шунан быуылып-быуылып ҡоҫорға тотондо, ҡоҫҡолоғонан сыҡҡан тонсоҡторғос һаҫыҡ ағыу еҫе тирә-яҡҡа таралды. Шишмәгә табан шыу-ышты, эсенең яныуын баҫырға теләп, яңынан һыуға йомолдо, тағы ҡоҫто. Үлмәне. Уны эт йәнлелеге, йәшәүгә булған ынтылышы ҡотҡарҙы. Ләкин ашалған ағыуға ҡушылып, Нәзирәгә ҡарата асыу, унан үс алыу тойғоһо аңына һеңде. «Хужамдың тормошон емергән өсөн, миңә ҡылған яуызлығың өсөн яуап бирерһең, алама бисә... Барыбер эләктерәм мин һине…»
Бер нисә көн рәттән Нәзирәнең эшенә барыу-ҡайтыу юлын күҙәтте. Ул ауыл-дан алыҫ түгел урынлашҡан ырҙын табағындағы келәттә эшләй. Эшенә төш ауыу-ға барһа ла, өйөнә һуң ғына, ҡараңғы төшкәс, кеше аяғы һил булғас ҡайта. Ике ҡулына ла көс етмәҫлек ауыр сумкалар тота.
Аҡбай Нәзирә тапаған һуҡмаҡтың үҙгәрмәҫенә инанғас, һөжүмгә ташланыу өсөн һилерәк урын эҙләне. Иң ҡулай ер - ырҙын яғынан ауылға ингән тыҡрыҡ ауыҙы, кискәре унан кеше лә һирәк йөрөй, эҙ яҙлыҡтырыуы ла еңел буласаҡ. Эңер төшкәс, бер мөйөшкә боҫто ла көтә башланы. Ниһайәт, келәт ишегенең өҫтөнә бе-ркетелгән сағыу лампочка һүнде. Бер аҙҙан тумалаҡ ҡарасҡы, тышылдай-тышыл-дай йылға үрен күтәрелеп тыҡрыҡ ауыҙына яҡынланы. “Ул!...” Аҡбай йәшерен-гән еренән уҡтай атылып сыҡты ла уны-быны аңғарып өлгөрмәгән ҡорбанының өҫтөнә ырғыны, тырнаҡтары һимеҙ битте матҡыны, тештәре йомшаҡ беләктәрен ярып ебәрҙе, алғы тәпәйҙәренең осло тырнаҡтары ҡорһаҡ тапҡырындағы буҫтау-ҙы шыпырҙатып йыртты. Ауыҙына йылымыс ҡан тулды. Ҡан тәме ҡырағай дәртен оторо ҡуҙғытып ебәрҙе. Беләкте ысҡындырҙы ла ырылдай-ырылдай сираҡ һөйә-генә йәбеште.
Нәзирә ҡотолорға теләп, аңғармаҫтан ҡапҡанға эләккән кейектәй сәбәләнеп тартҡылашты.
Эт уның һайын ярһып, таланы ла таланы. Ниһайәт ҡорбаны һөжүмгә сыҙ-амай йығылып китте лә дүрт тағанлап торорға маташты. Ҡайҙа инде! Аҡбай яҫы арҡаға менеп-ҡунды, һимеҙ елкәне тешләне, дүрт аяғын бер юлы көсәргәндереп ебәреп арҡа буйын тырнаны
–– Ах, ҡәһәр һуҡҡыр, үсен алды тәки, - тип ыңғырашты Нәзирә.
“Таныны... Инде ауылда ҡалырға ярамай, үлтерәсәктәр!”
Аҡбай ҡорбанынын ысҡындырҙы ла алыҫта емелдәгән ҡала уттарына ҡарай йүнәлде. Ҡасманы, яйлап атланы. Күңелен ике кисереш иләҫләтте: яманһыулау һәм ҡон ҡайтарыуҙан ҡәнәғәтләнеү тойғоһо.
10
Гөлсөм, ҡатынға эйәреп, бик бай йыһазландырылған фатирға инде. Бында бөтә нәмә замана зауығына тап килтереп урынлаштырылған. Бәләкәй генә ауыл өйөнән килгән йәш ҡыҙға былар барыһы ла әкиәт һарайындағылай тойолдо, шуғалырмы, ингәс тә юғалып ҡалды, ишек төбөндә тапанып тороуында булды. Ҡатын, ванна бүлмәһенә инеп, һыуҙы шаптырҙатып асып ебәрҙе, кухняға үтеп, газ плитәһенә сәй ҡуйғас, яғымлы ғына тауыш менән ҡыҙға өндәште:
— Тартынма, үт, хәҙер ваннаға һыу тулһа, йыуынып алырһың. Был бүлмә һи-нең ҡарамаҡта. - Уң яҡтағы бүлмә ишегенә күрһәтте.
Гөлсөм тартынып ҡына түргә үтте.
Ҡатын өҫтөндәге күлдәген һалып ташланы, борғаланып-һырғаланып трюмо алдында әйләнгеләргә тотондо: кәүҙәһен ентекләп тикшерә, ҡояшҡа янып һорғ-олт төҫкә ингән тығыҙ, шыма тәнен тотҡолап ала. Ҡәнәғәт ҡалғас, массаж тарағын алып тарап, сәстәрен ялпылдатып ебәрҙе, ҡолаҡ һырттарына хушбуй ышҡыны, ирендәрендәге помаданы яңыртты. Һылыу икән!.. Урамда иғтибар ҙа итмәгән дә баһа.
— Апай һеҙ артисткамы?
— Мине, Луиза апай, тиген. Артистка уҡ булмаһам да, улар араһында йөрөй-өм заманында.
Сәй эскәндән һуң Гөлсөм ваннаға инде лә эстән бикләнгәс кенә сисенә башла-ны. Стенаға беркетелгән ҙур көҙгөлә һыны сағылды, Луиза ише борғоланып алған булды, шул ыңғайы пырх итеп көлөп ебәрҙе. Ваннаға йәнәшәләп ҡуйылған тумб-очка өҫтө эреле-ваҡлы крем, аллы-гөллө шампунь һауыттары менән тулған.
Ул еҫле һабынды ғына алырға баҙнат итте. Йылымыс һыуҙа йәне ирегәндәй то-йолдо, рәхәтлектән күҙҙәрен йомдо.
Ишек шаҡынылар.
— Һылыуым, нишләп бикләнеп ултыраһың, бында икебеҙ генә бит. Ас, арҡаң-ды ышҡыйым.
— Кәрәкмәй, мин үҙем генә.
— Ас инде, ас, оялма.
Луиза ингәс, яланғас ҡыҙҙы баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе:
—Бына һин ниндәй икәнһең... Йөҙөң генә түгел, кәүҙәң дә бынамын тигән, бе-шкән еләктәйһең, өҙ ҙә ҡап. Һинән файҙа сығасаҡ!
Гөлсөм яңы урында аҙна самаһы йәшәһә лә, Луиза уны бөтөнләй борсоманы, Хатта уның барлығын онотто ла шикелле. Йоҡоһон туйҙырып сығып китә лә кис һуң ғына кемделер эйәртеп ҡайтып инә. Гөлсөмдөң яттарҙың шәхси тормошонда ни эше бар, ҡыҙыҡһынмай ҙа. Аҙыҡ-түлек артынан да магазиндар ҡыҙыраһы түг-ел, һыуытҡыс тулы ризыҡ. Кеше елкәһендә йәшәп ятыуы уңайһыҙ һымаҡ булға-нға, йоҡоһонан тора ла былай ҙа ялт итеп торған бүлмәләрҙе йыйыштырырға керешеп китә, шунан һуҙылып ятып, көнө буйы китап уҡый. Барыйға, өләсәһенә хат яҙып һалды, кире адресын ғына яҙманы, оҙаҡҡа килмәне бында. Ә Луиза апа-һы әллә нишләп уҡырға индереү тураһында башҡаса һүҙ ҡуҙғатманы. Шул тура-ла һүҙ ҡуҙғатҡайны, өҙөп кенә яуап бирҙе:
— Ундай сетерекле мәсьәлә тиҙ генә хәл ителмәй, яйын тура килтерергә кәрәк.
Бер мәл, шәмбе көн кис, ике йәш егетте эйәртеп ҡайтып инде хужабикә. Егет-тәрҙең ҡулында шешәләр, төрлө һый-ниғмәттәр тултырылған пакеттар.
— Бөгөн тыуған көнөм, ҡунаҡтарымды бергә алып килдем, - тип ҡыҫҡа ғына
аңлатты Луиза.
Күркәм, мул итеп табын әҙерләшкәс, Гөлсөм бүлмәһенә инде, ят егеттәрҙең араһында ултырырға тартынды.
Артынан уҡ Луиза күренде:
— Артыҡтарҙы саҡырманым, ултырма улайтып, мә, бынау күлдәгемде кей ҙә...
Бойороҡҡа тартым өндәшеүгә ҡаршы килә алманы ҡыҙ. Һонолған күлдәкте йәһәт кенә кейә һалды, сәстәрен рәткә килтерҙе лә көҙгөгә күҙ һалды. Китсе, нин-дәй хәлдә тора һуң ул, итәк тубығынан күпкә юғары, иҙеүҙән дә күкрәктәренең яртыһы тиерлек күренә.
— Апай, ҡуй...
— Тартынма, бына тигән, класс! Артистка булырға бөгөндән өйрән!
Егеттәр ҡыҙмаса булып та алған. Мыйыҡлыһы, үҙен Альфред тип танышты-рғаны, Луизаның эргәһенә килеп һыйынды, ҡулын тартыныуһыҙ-ниһеҙ уның ба-лтырына һалды. Луизаның иҫе лә китмәне, шулай ултырырға ризалыр, күрәһең. Йәшерәге Гөлсөм тирәһендә һырпалана, теле телгә йоҡмай, комплименттар әйтә, алдына ашамлыҡтар ҡуя, өҙлөкһөҙ бейергә саҡыра.
Луиза көлөп кенә ҡуйҙы:
— Артур, с тебя двойная цена, за свежие фрукты платят дорого...
Сираттағы бейеүҙән һуң Артур, фужерҙарға шарап тултырып, алдындағыһын юғары күтәрҙе:
— Предлагаю тост за прекрасных дам... - Ул бөгөлөп-һығылып оҙон-оҙаҡ бәйләнешһеҙ телмәр тотто, һүҙ ыңғайы ҡулын Гөлсөмдөң биленә һалды, һыйпа-ғандай итте. Ҡыҙ ситкәрәк шылды.
— Дон-Жуан, как ты красиво говоришь, после таких слов трудно отказаться... — Луиза кешәнәп көлөп ебәрҙе, Гөлсөмдөң ҡулына фужер тотторҙо. - Эсәбеҙ түңкәргәнсе!
— Мин эсмәйем.
— Ихтирам итмәйһеңме, тостың яртыһы минеке бит.
— Эскәнем юҡ шул.
— Ошоно ғына бөткәнсе йот та башҡаса ҡыҫтамайбыҙ.
Ысынлап та, нимәгә тартынып тора әле, ике-өс йотомдан иҫермәҫ, моғайын.
Эсемлек үҙәк буйын хәтәр яндырып төшөп китте, йылымыс ағым ҡан там-ырҙары буйлап аҡты, биттәренә ялҡын бөрктө, кәйефе күтәрелде, бүлмә эсе лә яҡтыраҡ, уны уратҡан кешеләр ҙә һөйкөмлөрәк күренде.
Табын кыҙҙы, Гөлсөм әҙәп һаҡлаһа ла, ҡалғандар магнитофондан ағылған көйҙө баҫырға теләгәндәй ҡысҡырып һөйләшә, шаулайҙар, тотанаҡһыҙ ҡылана-лар. Луиза пары менән ҡосаҡлашып ултырыуы етмәгән, асыҡтан-асыҡ оҙаҡ итеп үбешә башланы.
Фужерҙарға тағы мөлдөрәмә тулы шарап, араҡы ҡойолдо.
— Әйҙәгеҙ, Гуля һылыуҡайҙың яҡты киләсәге өсөн әсәбеҙ. Унан бөйөк актриса сығасаҡ! - тип ҡысҡырҙы Альфред.
Гөлсөм был юлы ялындырып маташманы, уға изгелек теләп әсәләр ҙә баһа.
Башы әйләнеп китте. Бүлмәләге йыһаздар ҙа зыр әйләнеп бейей төҫлө. Бигер-әк килешле итеп әйләндерә вальста Артур, ысын кавалер! Бая йөҙөнә иғтибарлап ҡарамаған да, баҡтиһәң, Барыйға оҡшаған икән.
Луиза: «Уҡырға керетеүҙе иртәгә үк хәл итәм», - тип ебәрҙе. Төп күтәрә эсте-ләр. Альфред әллә ҡайҙан фотоаппарат сығарҙы. Күмәкләшеп тә, парлашып та фотоға төштөләр. Хәҙер инде Артурҙың алдында ултырырға ла тартынмай Гөл-сөм, әрһеҙ ҡулдарҙы ла этәрмәй. Иң аптыратҡаны - фотоаппараттың әҙер фотолар эшләп сығарыуы. Көтөп йөрөйһө лә түгел, ҡыланып төш тә һүр-әттәреңде ҡарап кинән. Ҡыҙыҡ.
Иҫерткес эсемлектәрҙе тәүгә ауыҙына алған Гөлсөм мәжлес аҙағына бөтөнләй бәлйерәне. Артур, ҡыҙҙы күтәреп, бүлмәһенә алып инде, карауатына һалды ла биттәренән, муйынынан үбергә тотондо, ҡыпһыуырҙай ҡаты ҡулдары иҙеүгә тығылып, күкрәктәрен иҙҙе.
— Нимә эшләйһегеҙ һеҙ, кәрәкмәй! - Гөлсөм, бөтә көсөн йыйып, ҡаршылаш-ырға маташты, иламһырап ҡысҡырып ебәрҙе. - Луиза апай...
Тәмәке, араҡы еҫе аңҡыған һаҫыҡ ирендәр уның ауыҙын томаланы. Ярҙам итмәҫтәрен тойған ҡыҙ ярһып иларға тотондо. «Ай!..» Ниндәйҙер тупаҫ ауыртыу тәнен өттө, йәне ҡара упҡынға осто...
Гөлсөм ауырлыҡ менән күҙҙәрен асты. Башы шаулай, теле аңҡауына йәб-ешкән, үҙен аяуһыҙ туҡмалғандай хис итә, бөтә кәүҙәһе ауырта. Бүлмә эсен күҙҙән үткәрҙе. Яҡтырған. Бөтә нәмә үҙ урынында, тик уның эске кейемдәре, теге затлы күлдәк иҙәндә ята. Йөрәген һыҙлатып, кисәге мәхшәр иҫенә төштө. Бүлмә ишеге асылды, ярым-яланғас Луиза күренде, ҡулында рюмка.
— Нисек йоҡланың?
«Оятһыҙ, белмәгән булып ҡылана!..»
— Кисә саманан арттырыңҡырап ташланыҡ шул. Мә, ошоно эсеп ебәр, еңел-әйеп китерһең.
Гөлсөм стена яғына боролдо.
— Һе, һөйләшкең дә килмәйме? - Луиза өҫтәл эргәһендәге ултырғысты тартып ултырҙы, рюмкаһын өҫтәлгә ҡуйғас, килешле итеп фильтрлы сигаретын тоҡан-дырҙы.
Гөлсөм асыуынан ырғып торҙо ла ҡабаланып кейенә башланы, сумкаһына барлы-юҡлы әйберҙәрен тултырып, ишеккә табан уҡталды.
— Ашыҡма. - Луиза тыныс ҡына элекке хәлендә ултыра. - Паспортыңды алырға оноттоң түгелме? Ә ул миндә.
Тәүәккәл ҡыланған ҡыҙҙы шаңҡытты был яңылыҡ. Ул әкрен генә боролоп, инәлеп һораны:
— Бирегеҙ...
— Бирәм, әлбиттә. Шуныһы - ҡайтып етеүеңә бынау фотолар артыңдан барасаҡ: ауыл Советына, мәктәп директорына. Участковыйға ебәрергә мөмкин. Улар бит һинең һымаҡ фәхишәләрҙе иҫәпкә алырға бурыслылар. Табында төшкән фотолар иҫ китерлек түгел-түгелдеккә, ә бына донъяғыҙҙы онотоп, мөхәббәт диңгеҙендә йөҙгән мәлегеҙ бигерәк шәп... - Луиза елпеүес һымаҡ тотҡан фотоларҙы уға һондо.
Быныһы инде тамам һеңгәҙәтте Гөлсөмдө. Ул хәлһеҙләнеп иҙәнгә сүкте:
— Апай, харап итмәгеҙ мине, ҡайтарығыҙ.
— Аллам һаҡлаһын, харап итеү түгел, һиңә сирткәнем дә булманы, минең иҫәптә нисәмә көн йәшәйһең, һуҡыр тин аҡса һораныммы? Юҡ! Кисә Артур
менән булған хәлгә лә үҙең генә ғәйепле. Хәйер, ғәйепләргә мин прокурор түгел. Бөгөн йәштәр енси мөнәсәбәткә бик иртә инә, сексуаль революция осоронда, ци-вилизациялы дәүләттә йәшәйбеҙ бит.
«Фәхишәләр фәлсәфәһе, боҙоҡтар, шаҡшы күңеллеләр психологияһы...» - тип эстән генә яуап бирҙе ҡыҙ, әммә ҡысҡырып әйтә алманы. Телгә бөткән, йышылған был ҡатынды һүҙ көрәштереп еңеп булмаҫы көн кеүек асыҡ. Өҫтәүенә, Луиза унан күп яҡтары менән юғарыраҡ: йәше менән дә, тормош тәжрибәһе менән дә, уңа-йлы ҡала фатирында рәхәтләнеп йәшәүе менән дә. Ошоға тиклем ул сафлығы, күңел бөтөнлөгө менән унан күпкә өҫтөнөрәк тойола ине, ә хәҙер... Кешенең йәнен үлтереү, уға бысраҡ яғыу тиҙ, күҙ асып йомғансы икән дә баһа. Әле кәүҙәһе бөтөн, ағзалары теүәл һымаҡ, әммә йәненән яҡты уй-фекерҙәре, юғары хыялдары ҡасҡ-ан, күңеле китек.
Луиза рюмкалағы араҡыны сытыраймай ғына йотоп ҡуйҙы, артынан төтөн һурҙы ла Гөлсөмдөң янына килде, яурындарынан тотоп торғоҙҙо, карауатына ултырырға ярҙамлашты ла ҡаршыһына баҫты:
— Тыныс ҡына хәл итәйек, илау-һыҡтау, истерика ярҙам итмәйәсәк. Ҡайттың да икән, ти, ауылда ни бар һиңә? Һауынсынан да перспективалыраҡ эш таба алма-ясаҡһың. Быныһы көн кеүек асыҡ. Ярай, эшләнең дә икән, ти, хәйерсе тиндәренә бил бөгөп, 5-10 йылдан һуң кемгә әүерелеүеңде күҙ алдына килтер! Бында бөтә ҡулайлыҡтары булған ҡала, талантыңды асыу өсөн мөмкинлектәр киң. Вәғәҙәм көсөндә ҡала, институтҡа инергә ярҙам итәсәкмен. Уның өсөн аҡса кәрәк, күп аҡса. Бөгөн бит абитуриенттар белемдәрен күрһәтеп түгел, кәрәкле кешегә мәмәй төртөп уҡырға инә.
Һөйләшкеһе килгән мәлелер, тауышын күтәреңкерәп, йәнә дауам итте:
— Мин фәхишә, уны бер кемдән дә йәшермәйем, ә эш урынын файҙаланып, кеҫә ҡалынайтыусылар кем? Төҫтәрен үҙгәртеп, демократ булып, түрәлектә ҡалған элекке коммунистар һуң? Бөйөк державаны кем хәйерсе хәленә ҡалдырҙы? Батып барған караптан кем нисек теләй, шулай ҡотола, мине гөнаһтарымда ғәйепләргә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Йылғырҙар, дәүләт милкен һатып, байып ҡалырға тыр-ыша, ә минең һатыр нәмәм - матур йөҙөм дә йәш тәнем. Олоғайһам, ул тауарҙың
да хәжәте ҡалмаясаҡ. Фәхишә булыуыма ғәйепле түгелмен, бел уны, мине ҡатын-ҡыҙ итеп аҫырай алмаған, түбәнлеккә этәргән дәүләт ғәйепле! Беләһеңме беҙҙең илдә кем иң төп бур? Дәүләт! Ул һәр беребеҙҙе өҙлөкһөҙ талай, түбәнселеккә төшөрә, хәйерсе хә-ленә ҡалдыра. Беҙҙе бит өҙлөкһөҙ алданылар һәм алдайҙар. Ҡайҙа вәғәҙәләгән яҡты киләсәк, коммунизм, юғары эш хаҡы, әҙәмсә йәшәү шарттары, ғәҙел йәм-ғиәт? Улар бөтәһе лә буш һабын ҡыуығы!
Луиза ярһый төштө, һүнгән сигаретын атып бәрҙе, икенсеһен тоҡандыра алмай аҙапланды. Тоҡандырҙы. Бүлмә буйлап ары-бире йөрөп алды, ултырғысты тар-тып, кире өҫтәл янына ултырҙы, терһәкләнеп, сәстәрен бармаҡтарына араланы.
— Ә бит мин өмөтлө генә пианистка инем, абруйлы конкурстарҙа ла ҡатнаш-тым. Ғаиләмдең дә булыуы ихтимал ине. Уларҙың береһе лә ҡалманы инде бер ҡасан булмаясаҡ та. Пианисткамын, ә бүлмәмә музыка ҡоралы ҡуйылмаған. Пара-доксмы? Сөнки уны үҙемде һатҡан һымаҡ һаттым, тормаһын күҙ көйөгө булып тинем. Бөгөн мине теләгәнсә уйнаталар, ха-ха-ха... - Әсе көлөү яңғыраны.
Йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап, оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы. Шунан сәстәрен төҙәткәндәй итте, тороп көҙгө ҡаршыһына баҫты. Йөҙө әүәлгесә битлек хәленә ҡайтҡайны. Нервыһы, мускулы һелкенмәгән шыма, матур битлек.
— Әле минең эмоциональ һөйләгәнде, саманан аштырып хискә бирелеүҙе лирик ситләшеү тип ҡабул ит, - Луиза Гөлсөмгә сифатлы тауарға ҡарағандай текә-леп торҙо. - Ҡала ерендә һинең һылыулыҡ менән аҡса эшләүе ҡыйын булмаясаҡ. Мә, кисәге өсөн гонорар. - Карауатҡа ҡағыҙ аҡсалар ырғытты, ҡырыҫ әйтте. - Хәтереңә һеңдереп ҡуй, Баймырҙина, тапҡан аҡсаңдың яртыһы һәр ваҡыт минеке буласаҡ! Йәнә төрлө фокустарҙы яратмайым, улар файҙаһыҙ. Алдағы көндәреңде белгең килһә, шуны әйтә алам, аҡыллы ҡыҙға оҡшағанһың, һинән ниндәй хеҙмәт талап ителгәнен аңланың шикелле. Бына ошолай ике йыл эшләйһең дә уҡырға керетәм, теләмәйһең икән, дүрт яғың ҡибла, мин һине белмәйем, һин мине, тигә-ндәй. Һөнәрҙең серҙәренә килгәндә, уныһына өйрәтермен, тәүге сирҡанысты алдың бит инде, күҙ аҫтарың тикмәгә генә күгәреп тормайҙыр. Ҡыҙлыҡһыҙ ҡыҙ булмай, бөгөндән һин йәш ҡатын, ә йәш ҡатындың вазифалары ла икенсерәк. Кү-негерһең, айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр.
Гөлсөм һеңгәҙәп оҙаҡ ултырҙы. Иртәнге ҡояш бүлмә эсен яҡтыртты, тәҙрә рамдарының шәүләһе иҙәнгә төштө. «Шәүләләр рәшәткәгә оҡшаған… Бикһеҙ төрмәгә килеп эләктем, былай булғас...» Форточканан яңылыш осоп ингән күбәләк тышҡа, иреккә сығырға ынтылып, ҡанаттарын быялаға бәрҙе лә бәрҙе...
11
Аҡбай ҡала тормошона үтә лә ауыр күнекте. Унда-бында өҙлөкһөҙ елгән ма-шиналар ағымынан ҡотолормон тимә. Төндә лә туҡтамайҙар, исмаһам. Әллә нишләп шул машиналарҙан ҡурҡа, аңламай, хәлбүки ниндәйҙер эт һиҙемләүе оло юлдан йырағыраҡ йөрөргә ҡуша. Бөтә төр техниканан таралған һөрөм, оҙон торбаларҙан болоттай булып асманға һуҙылған, бер өлөшө томандай ер өҫтөн яп-ҡан төтөнгә болғанып, ауыр, тонсоҡторғос еҫ хасил итә. Ҡар ҙа аҡ түгел бында, ни-ндәйҙер ҡара ҡоромға уҡмашҡан бысраҡ һоро төҫтә. Иң үҙәккә үткәне - ашарға аҙыҡ табып булмауы. Ауылда, исмаһам, темеҫкенеп йөрөһәң, мөнйөрлөк һөйәккә булһа ла юлығаһың, ҡыш һуғым һуйған осорҙа бигерәк тә муллыҡ. Бында ни ул һөйәктәрҙе ҡайҙа ташлай торғандарҙыр, әллә бөтөнләй ит ашамай микән ҡала халҡы? Ҡайҙа ҡарама, тимер-томор ҙа, ҡайҙа баҡма һалҡын таш стеналар. Ҡала-ла шуныһы ғына һәйбәт: һине белеүсе лә, күреүсе лә, иғтибар итеүсе лә юҡ, таш та бәреп тормайҙар. Әйҙә үҙ көнөңдө үҙең күр!
Бик асыҡҡан мәлдәрендә ҡала ситендәге сүплеккә барып килә лә ҡалған ваҡы-тын ҡала ҡыҙыра, ашханалар тирәһендә урала, артҡы ишек төбөн өңдөһәң, ҡаб-ырлыҡ ризыҡ сыға барыбер.
Сатнама һыуыҡтар башланғас, ниндәйҙер ҙур тимер келәттең аҫтына өң хәстәрләне. Бында тимер һалҡыны бәреп торһа ла, әсе елдән ышыҡ. Ята торған урынын түңәрәкләп соҡоно, аҫтына ян-яғынан ҡоро сүп-сар тартты, эс йөнөн йолҡоп шунда һалды. Ҙур ҡош ояһына тартым өң ғәләмәте әҙер. Тиҙҙән әсә була-сағын һиҙә Аҡбай, ана бит ҡорһағы ныҡ бүлтәйеп, кәүҙәһе ауырайып, имсәктәре һөткә тулышып китте. Шуға ла яҡындағы ашхана тирәһендә генә урала, йә теге миһырбанлы ҡыҙҙың ҡулынан аҙыҡ көтә, сүплеккә барырлыҡ хәле юҡ.
Буранлы төндә тулғаҡ ғазаптарын кисереп, көсөктәрен тыуҙырҙы. Инде бәлә-кәй генә дүрт йән эйәһе көнө-төнө имсәктәрен һура. Ас көйөнсә ниндәй генә һөт төшһөн?! Тәнен генә түгел, йәнен дә һуралар төҫлө. Ни генә тимә, әсә хөкөмөнә инеү, үҙеңдең кәрәклегеңде тойоу - татлы ғазап. Аҙна самаһы көсөктәрен ҡосаҡ-лап ятҡас, артабан сыҙамы ҡалманы Аҡбайҙың, аҙыҡ эҙләп сығып китте.
12
Еңел машина тормоздарының әсе һыҙғырғаны ишетелде. Ерән осаһын бәүел-дереп ҡаршы китте, асылған тәҙрәнән эскә башын тыҡты ла шундуҡ кире алды, ризаһыҙлығы күренеп тора. Эстән көньяҡ акценты менән өндәштеләр:
— Эй, һин, кил бында!
Гөлсөм аңламайынса тороуында булды.
— Һиңә әйтәм, ҡыҙым!
Кабинаға инеп ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы, эргәһендәге әҙәмгә күтәрел-еп тә ҡараманы ҡыҙ, бында бер теләк менән генә киләләр, бөтәһе лә бер ҡап та бер һап.
Урамдар буйлап әйләнгеләнеләр ҙә таныш ҡунаҡхана янына туҡтанылар.
— Килеп еттек! - теге әҙәм юл күрһәтеп алдан атланы, хатта тупһанан күтәрелгәндә ярҙамлашҡандай беләгенән тотто, ишекте асып алдан үткәрҙе.
Номерға инделәр. Ир курткаһын, кәпәсен һалды ла ҡунаҡсыл, йылы ғына ҡар-аш ташлап ҡыҙға өндәште:
— Тартынып торма, түргә уҙ!
Тартынмай Гөлсөм, уның шөғөлө шул. Килешле генә тышҡы кейемдәренән ҡотолоп, матур ғына атлап төпкә үтте, көҙгө ҡаршыһына баҫып, бит-йөҙөн күҙҙән үткәргәс, былай ҙа ҡыҫҡа юбкаһын тағы ла төпкәрәк тартып, ҡыҙғылт колготкалы аяҡтарын юғарыға сөйөп ишеп ике ҡәнәфиҙең береһенә ултырҙы ла ҡыйыу ҡар-ашын һыуытҡыстан һыйҙарын алып, өҫтәлгә теҙгән иргә йүнәлтте.
Ир 50-55 йәштәр тирәһендә, әҙерәк бөкөрәйеңкерәп торған мыҡты кәүҙәле. Ыҫмалалай ҡара бөҙрә сәстәренең сикә өлөшөнә, ыҡсым һаҡал-мыйыҡ остарына
һиҙелер-һиҙелмәҫ сал ҡунған. Был уның йөҙөн аса, олпатлыҡ өҫтәй. Танауы итләс, тумжыҡ, соҡорайып торған ас яңаҡтары уны бигерәк тә айырып күрһәтә. Йәмерә-йеңке ҡаштары аҫтына аҡыллы ҡуңыр күҙҙәре йәшеренгән. Киң, яҫы маңлайы уның зиһенендә тәрән аҡыл ятыуына ишаралай.
— Табынға яҡынла, ҡыҙым.
Тегеһе ҡымшанмағас, Һаҡалтай ҡулынан тотоп, уға ҡалҡынырға ярҙамлашты, ҡәнәфиҙәрҙе ашамлыҡтар ҡуйылған бәләкәй өҫтәлгә яҡынайтты:
— Инде ултыр, бына ошолай яйлы булыр. Кем тип өндәшәйем?
— Гуля.
— Мосолман исемеңде әйт.
— Гөлсөм.
— Матур исем, ә һин уны ят телгә ауҙарып, боҙоп ултыраһың. Ауылданмы?
— Эйе.
— Шулайҙыр тип уйлағайным да. - Бәләкәй рюмкаларға конъяк тултырҙы. - Эсәйек.
— Рәхмәт, мин эсмәйем.
— Бөтөнләйме?
— Бер тапҡыр булды, шунан башҡа ауыҙыма ла алғаным юҡ.
— Дөрөҫ эшләйһең. Элек мосолман ҡыҙҙары иҫерткес эсемлектәргә яҡынлау түгел, йөҙҙәрен дә сит-яттарға күрһәтмәгән.
Гөлсөм ирекһеҙҙән аяҡтарын төшөрҙө лә юбкаһын көслөк менән аҫҡа ҡарай тартты, иҙеүен матҡып түштәрен боҫормаланы, тик һатырға тәғәйенләнгән ағза-лаларын йәшерә генә алманы.
Һаҡалтай төп күтәрә эсте лә тын да алып тормай икенсеһенә ҡойҙо. - Ә мин эсәм, ҡыҙым, ҡайғынан эсәм.
Кәүҙәһен йомшаҡ ҡәнәфигә сумдырып, ҡарашын билдәһеҙлеккә төбәне. Ма-ңлайында, ҡаш остарында артыҡ беленмәгән һырҙары тәрәнәйҙе, күҙҙәрендә хәс-рәт сағылды. Онотолоп ултырғандай итте лә бер-бер артлы ике рюмканы тағы ауыҙына оҙатты.
— Мин һине нишләп бында алып килдем, беләһеңме?
— Кистәрен яңғыҙ ҡалыуы ҡурҡыныс, шуға иптәш кәрәк булды. Зыяным тей-мәҫ, борсолма. Былай отолмайһың бит, һалҡында ҡатып торғансы, йылыла улт-ыр, һораған хаҡынды түләрмен. – Ишек төбөнә эленгән курткаһына ымланы. - Шуның түш кеҫәһендә портмоне бар, аҡса күпме кәрәк шунса ал. Ысынын ғына әйткәндә аҡса кәрәкмәй миңә. Башҡалар шул аҡса өсөн әҙәм балаһының күҙҙәрен соҡоп алырға, ас бүреләй боғаҙын сәйнәп өҙөргә әҙер, ә мин ул дәүләт билдәһе һуғылған ҡағыҙҙарға битараф. Күңел асыу өсөн бисә кәрәкһә, анау Ерәнде кил-тергән булыр инем.
Ир күҙҙәрен йоммай ғына ҡайҡайҙы, йоҡлай тиерһең. Бына ул, башын ҡал-ҡытып, Гөлсөмгә үткер ҡарашын ҡаҙаны:
— Әйт әле, һиңә ошо илдә йәшәүе ҡурҡыныс түгелме? - Аҙыраҡтан үҙе үк яуап бирҙе. - Миңә ҡурҡыныс, бик ҡурҡыныс, сөнки мин яңғыҙмын, ғаиләм дә, илем дә юҡ минең. Туҙҙырҙылар... Кеҫәһенә тығылды. - Тартырға мөмкинме?
— Мәйелегеҙ.
Төтөнгә эйәреп, Һаҡалтайҙың күңелен өйкәгән, кемгәлер һөйләнергә тейешле йөрәк сере тышҡа урғылды.
— Сығышым менән Кавказданмын. Хәйер, ҡиәфәтемә ҡарап та яңылышмаҫҡа мөмкин. Бәләкәйҙән тәбиғәткә ғашиҡ булып, һүрәт төшөрөргә әүәҫләнеп үҫтем. Беҙҙә, Кавказдағы ожмах мөйөшөндә, рәссам булмау мөмкин түгел. Тыуған яғым-да сәнғәт институтының графика факультетын тамамланым, өйләндем. Һөнәремде камиллаштырырға теләү тойғоһо тәүҙә Ленинградҡа алып килде, шунан - Мәскәүгә. Бер ай өйҙә торһам, ике-өс ай ситтә. Европа илдәрендә, үҙебеҙҙә күргәҙ-мәләрем ойошторолдо. Былар үҫеш кимәлемде билдәләгән ваҡиғалар булды. Янып, сәмләнеп ижад иттем. Һуңғы йылдарҙа тормошом артҡа тәгәрәне. Сәбәбе - Кавказ ваҡиғалары. Тәүҙә уларға артыҡ әһәмиәт бирмәнем, ҡайтып киткән саҡ-тарымда ла тыуған ҡалам тыныс ине әле. Өҫтәүенә, телевидение ла ундағы ваҡиға-ларҙы шымартып күрһәтеп, тынысландырып торҙо. Хәлдәр ҡапыл ҡырҡыулашып киткәс, ҡайтыр юлым быуылды. Ҡырҡ михнәт менән ҡайтыуыма өйөбөҙ емерелгән, урынында тауҙай кирбес өйөмө генә ята. Ҡатынымды, ҡыҙымды күпме
генә эҙләһәм дә, таба алманым. Белеүсе лә, күреүсе лә юҡ, шулай булмай, һәр кемдең үҙ ҡайғыһы башынан ашҡан: өйҙәр яндырылған, емерелгән, урам тулы мәйеттәр, ундай саҡта кеше ҡайғыһымы! Ҡулыма ҡорал тотторҙолар, күрмәй-һеңме, һин түгел, ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр көрәшә, үсеңде ал, тинеләр. Тау хал-ҡында ҡанлы ҡон ҡайтарыу йолаһы бар, әммә һуғышыуҙан баш тарттым. Ышан миңә, ҡурҡаҡлыҡтан түгел. Кеше ғүмерен ҡыйғандан һуң, нисек итеп ҡулыма бумала, буяуҙар алайым, картиналар яҙайым? Ижад менән ҡан йәнәш йәшәй алмай. Ояһы туҙҙырылған ҡоштай ҡаңғырып йөрөнөм-йөрөнөм дә кире Мәскәүгә киттем.
Унда ла көн бөттө: махсус иҫәпкә ҡуйҙылар, ҡабат-ҡабат тикшерҙеләр, кәрәк-кән-кәрәкмәгәнгә саҡыртып ҡына торҙолар, үҙем менән ҡорал-маҙар йөрөтмәйем-ме лә нәҫел-нәсәбем террорсы түгелме, йәнәһе. Аптыратҡастары, бында күсеп килдем. Күсеүем дә шартлы инде, сумаҙанымды ҡосаҡлап, ҡунаҡханала йәшәйем. Ялланып һүрәт төшөрәм, мәҙәниәт һарайҙарын биҙәйем.
Һаҡалтай өндәшмәй ултырҙы, яңынан тәмәкеһен тоҡандырҙы, конъяк һалып эсте.
— Һөйөклө ҡатыным, яратҡан ҡыҙым күҙ алдымдан китмәй. Бумала йә ҡәл-әмгә тотонһам, улар ҡаршыма килеп баҫа, беҙһеҙ нисек ижад итә алаһың, тип әйтәләр төҫлө. Ғаиләм ярты йәнемде алып китте, күңелемдә ҡайҙан ғына илһам тыуһын. Ялланып эшләп ҡулдарым ҡатты, трафаретҡа тартым һүрәттәрҙән артығын булдыра алмайым. Эштәремде маҡтайҙар, заявкалар күп. Аптырайым, зауығы самалы, ялтырауыҡҡа ҡыҙыҡҡан, ярлы күңелле, ижадты аңламаған быуын үҫеп еткәндер, моғайын. Мода артынан ҡыуалар, ә ысын сәнғәтте, матурлыҡты аңламайҙар. Һәммәһен аҡса хәл иткән болалы осорҙа йәшәйбеҙ. Илде ҡайғырт-майҙар, кеҫә ҡайғырталар, бөгөнгө көн менән генә йәшәйҙәр. Үҙгәртеп ҡора торғас, бөйөк державанан сит илдәр мыҫҡыл иткән бахыр дәүләт тороп ҡалды. Шул ил инде һуңғы сиктә һылыулығын һатып, аҡса тапҡан фәхишәләй тәбиғәт байлыҡтарын ситкә оҙатып көн күрә. Тағы ла бер нисә йылдан беҙҙән нимә тороп ҡалыр? Ил тигәнем дә яҙғы боҙ киҫәгеләй ҡырҡҡа ыуалырға тора. Тауҙарҙа тер-рорсыларға ҡаршы көрәш һылтауы менән халҡымды ҡыралар. Үҙ халҡын
үлтергән дәүләт үҙ тамырҙарына балта саба, уның киләсәге юҡ. Шул ябай хәҡ-иҡәтте лә аңламайҙар микән ни?! Халыҡты мәғәнәһеҙ сәйәсәт күптән туйҙырҙы, уға эш, икмәк, йәнә киләсәккә өмөт кәрәк. Кешенең өмөтөн һүндерһәң, ул мар-гиналға әүерелә: милләтсе лә, йәшәр ере лә, һөнәре лә, патриотик тойғоһо ла булмаған маргиналға. Беҙ маргиналдар! Ҡурҡыныс! Ҡурҡыныс ҡына түгел был ил фажиғәһе, милләт ҡазаһы.
Һаҡалтайҙың һүҙҙәре Гөлсөмдө тетрәтте, уның да башында уйҙар ҡайнаша, тик әйтә генә алмай. Тәжрибәһеҙ ҡыҙ сәстәренә сал ингән, ҡайғыһынан алйыған ирҙе нимә тип кенә йыуатһын. Ул ҡыйынһынып ҡына:
— Китәйем инде... — тине.
— Юҡ! - Һаҡалтай ҡырҡа әйтте. - Ултыр әле, ашыҡма. Миллионлы ҡалала эс серемде һөйләр кеше булмағанға алып килдем һине. Үтеп барышлай ҡарайым - һин өшөп тораһың... Минең ҡыҙым да һылыу, ҡыйыу, ут бөрсәһеләй булды. Исеме Фатима ине... Эсемдәген бушатҡас, нисектер еңел булып ҡалды, юғиһә, аҡ-ылдан шашырға мөмкин. Тыңланың, рәхмәт. Ҡабатлап әйтәм, насарлыҡ ҡыл-мам, ҡурҡма. Бик йоҡоң килһә, бынау карауатҡа башыңды төртөп тор. Ә мин бында ғына...
Һаҡалтай шешә төбөндә ҡалған конъякты йотто ла өндәшмәй ултырҙы. Бер аҙҙан өнө лә, төшө лә буталған был яңғыҙ әҙәм ыңғыраша-һаташа йоҡоға талды.
13
Гөлсөм почта йәшниген асҡайны, унан хат килеп төштө. Ауылдан. Ҡабаланып асты. Бар яңылыҡтарҙы тәфсилләп теҙгән өләсәһе, бик ныҡ һағыныуын яҙған, эштән һорап ҡайтып урауын үтенгән. «Эштән һорап...» Ҡыҙҙың йөҙөнә әсе йылмайыу сыҡты. Хаттың аҙағын уҡыны: «...Һин ошоғаса белмәгән серҙе асайым инде, Бакир атайың була, ә Барый - атай яғынан ағайың...»
Гөлсөм башын һалҡын стенаға терәне. Йөрәгендә йөрөткән иң ҡәҙерле өмөт сатҡыһы ла һүндеме шулай? Тормош, ниңә шулай аяуһыҙһың, йәшәй ҙә башла-мағанмын, ҡаныҡтың да баһа... Артыҡ кешеменме әллә?!.
Фатирына инде лә, бүлмәһенә үтеп, сисенеп тә тормаҫтан карауатына салҡан ауҙы, биттәренән ҡайнар күҙ йәштәре тәгәрәне.
...Ҡайтыр ине лә, юлдары быуылған шул. Ауылда күренһә, өләсәһе ейәнсәренең ниндәй кәсептә йөрөгәнен шундуҡ аңлар төҫлө. Белмәүе хәйерле, фабрикала өйрәнсек булып эшләй тип уйлаһын әйҙә. Бысраҡ аҡсаларға ҡағыл-дырғыһы килмәһә лә, һуңынан почта аша уларын да һалды. Пенсияһына ғына көн итеүе ауыр өләсәһенә. Һағынды ауылды, өҙөлөп һағынды, ҡаҙ бәпкәләре йөр-өгән һуҡмаҡтан үтергә, Аҡтау, Олотау түбәләрен гиҙергә, миңле, тәлгәшле ҡайын-дарҙы ҡосорға, Һаҡмарҙың ебәктәй йомшаҡ, яңы һауған һөттәй йылымыс тулҡы-ндарында рәхәтләнеп йөҙөргә ине. Ҡайтып, класташтарын күреп һөйлә-шкеһе килә. Күптәре уҡырға кергәндер ҙә әле. Уның иң ҡурҡҡаны - таныштарын ос-ратыу. Кистәрен йәнен усында тотоп тора. Тап булғандары юҡ әлегә... Бакир ағай - минең атайым... Бына ни өсөн яйы сыҡҡанда һөйләшергә, һүҙ ҡушырға ынтылған икән. Зәңгәр яулыҡ та бүләк итте бит әле... Барый Гөлсөмдөң ағаһы була. Уның һуңғы өмөт утрауы... Бәлки, хат яҙыуын туҡтатып дөрөҫ тә эшләгән-дер. Улар тиң түгел, фәхишәнең мөхәббәткә хаҡы юҡ. Барый... Барый... Барый ағай...
Гөлсөм ята торғас, ойоп китте.
...Бәй, Барый армиянан ҡайтҡан икән дә баһа. Ана, ул ауылға ла инеп тормай тура Аҡтау ҡаяһына күтәрелгән. Ҡаяла аяҡтарын һалындырып ултырған да йылғаның арғы яғында торған Гөлсөмгә ҡулын болғай: «Гөлсөм, кил бында, бында йылы...» Барыйға йәнәш өләсәһе баҫҡан. Ул да йылмая. Шәбәйеп киткән өләсәһе, быуындарым һыҙлай тип мыжыһа ла, ҡаяға үрмәләргә хәле еткән. «Йә, менә һал, көтәбеҙ ҙәһә...» Гөлсөм ҡурҡа-ҡурҡа буръяҡланып, ажғырып ятҡан Һаҡмарға төштө. Һыуы бигерәк һалҡын, төбөндәге мәте аяҡтарын һура. Һыу биленә етте, күкрәгенә, муйынына. Бата, тонсоға башланы. «Барый, өләсәй... Ҡотҡарығыҙ, батам бит...» Ә улар ишетмәй ҙә, йылмайышып, ҡояш нурҙарына биттәрен ҡуйып тик торалар. Кемдер ҡулын һондо. Ҡараһа, теге Һаҡалтай ярҙам итергә ынтыла. Гөлсөм уны ла һыуға тартып төшөрҙө. «А-а-а-ааа!..»
Гөлсөм ҡара тиргә төшөп уянды. Биҙгәк тотҡандай дер-дер ҡалтырай.
Луиза күренде, йөҙө ғәҙәттәгесә тыныс. Оҙаҡ һынамсыл ҡарап торғандан һуң:
— Эшкә китергә ваҡыт, әллә ҡасан ҡараңғы төштө. Кисәгенән минең өлөштө бир!.. - тине иҫе китмәй генә.
Һыуыҡ. Үҙәккә үтмәле һыуыҡ. Халыҡ араһынан һомғол буйлы ҡыҙ атлай. Уға йолҡош эт эйәргән.
— Акбай, эйәрмә инде. Ары ярамай... - Гөлсөм эттең башынан һыйпай, - Көсөктәрең көтә торғандыр, өшөгәндәрҙер.
Эт аҡыллы күҙҙәре менән уға төбәлде.
- Бар инде, ҡайт, бар!
Аҡбай-теләр-теләмәҫ кенә китергә ыңғайланы, юл уртаһына еткәс, кире ҡайырылды.
— Тапалаһың бит, нишләп тораһың?!
Тик һуң ине инде. Эт ике яҡҡа ла юғары тиҙлектә елдергән машиналар араһында буталды.
— Аҡбай!
Сыйнаған тауыш һауаны ярҙы. Гөлсөм юлға йүгерҙе, тәгәрмәс аҫтында ҡалған этте ситкә һөйрәне.
— Аҡбай! Нимә эшләнең! Әйттем бит, эйәрмә, тип. Һинһеҙ көсөктәрең нимә эшләр... - Гөлсөм эйелеп йәнһеҙ эттең башын усына алды, үкһеп илап ебәрҙе.
— Дорогая, ты не плачь из-за какой-то паршивой собаки!
Гөлсөм күтәрелеп ҡараны. Эргәһенә ниндәйҙер фырт әҙәм килеп баҫҡан.
— Поедем со мной, не пожалеешь...
— Һеҙ... һеҙ... этте тапаттығыҙ!
— Ну и что? Таких тварей сейчас на каждом шагу.
— Һеҙ үлтереүсе!
— Ну, ну, красотка, не забывайся- Машина китеп барҙы.
— Гөлсөм!
Ҡыҙ таныш тауышҡа һиҫкәнеп китте. Юлдың икенсе яғында ҡултыҡ таяғына аушайған ниндәйҙер һалдат тора ине.
— Гөлсөм! Был мин, Гөлсөм...
Ҡыҙ байтаҡ шаңҡығандай торҙо ла, ҡорт саҡҡандай сәбәләнеп, ҡулдарын бол-
ғап ҡысҡырып ебәрҙе:
— Барый!.. Барый ағай, яҡынлама миңә! Ярамай! Мин әшәке, бысраҡ кеше...
— Гөлсөм, нимә һөйләйһең һин?
— Яҡынлама, тим! Кит...
— Һине эҙләп килдем бына. Таптым. Ҡайтайыҡ.
— Барый ағай, ғәфү ит мине... Барығыҙ ҙа ғәфү итегеҙ. Буталдым, аҙаштым... Хушығыҙ!..
Гөлсөм икеләнгәндәй бәүелеп торҙо ла юлдан ҡаршыһына елгән ут көлтәһенә уҡталды...
Тынлыҡ. Юғарыла, бейектә осоуы ҡайһылай күңелле. Ысынлап та, ул елдән яралған булғандыр. Аҡбай, осоп килеп, аяғына һырылды. Түбәндә, юлда, ҡыҙҙың йәнһеҙ кәүҙәһе ҡанға туҙып ята. Өҫтөнә башын ҡуш услап Барый эйелгән. Уларҙы тирәләп халыҡ өйкөлөшкән. Уттарын ялпылдатып яман олоп, тәреле машина ярҙамға ашыға. Һуңланың...
Йәне мамыҡтай еңел, шыйыҡ томандай үтә күренмәле, таҙа, керһеҙ, кинәнеп ос та ос. Юғарыла, бик бейектә күҙҙе сағылдырғыс яҡтылыҡ. Ожмах ҡапҡаһылыр. Еңел булғас, унда елдәй елеп инеп китергә мөмкин.
Гөлсөм менән Аҡбайҙың йәндәре ожмахҡа ашырға теләмәне, күҙ йәштәре түгеп илаған ғәрип Барыйҙы, тимер келәт аҫтында сыйнаған ас көсөктәрҙе, алыҫта, бик алыҫтағы ауыл ситендәге мунсалай ғына бәләкәй өйҙә ауылдаштары тарафынан онотолоп, һуңғы көндәрен күргән ауырыу әбейҙе йәлләп, һоро ҡар менән ҡапланған ер өҫтөндә әйләнде лә әйләнде...
Фото: интернет.
Читайте нас: