Күмер токсиндарҙы һәм бысраҡты үҙенә тартып алырға һәләтле, ошо маҡсатта уны тире өсөн дә файҙаланалар.
Активлаштырылған күмерҙән әҙерләнгән битлектәр тирене яҡшы таҙарта. Уларҙы аҙнаһына бер-ике тапҡыр ҡулланырға кәңәш ителә, айырыуса майлы тире өсөн.
Түбәндәге битлек майлы тирегә лә, ҡоро тирегә лә тура килә. Тик ҡулланыр алдынан килешәме-юҡмы икәнен, ҡулығыҙға һөртөп, тикшереп ҡарағыҙ.
Битлек әҙерләү өсөн бер балғалаҡ активлаштырылған күмер, бер балғалаҡ алоэ гөлө геле, бер балғалаҡ һыу, биш тамсы сәй ағасы майы (дарыуханала һатыла), бер семтем диңгеҙ тоҙо кәрәк.
Ҙур булмаған һауытта барыһын бергә бутап, тирегә йоҡа ғына ҡатлам итеп һөртөргә. Кипкәс, йыуып төшөрөргә. Ул тиреләге артыҡ майҙы алып, таҙартып, шымарта.
Ике төймә активлаштырылған күмергә бер балғалаҡ һыу ҡойоп, һыуы һеңгәнсе көтөргә. Һуңынан бер ҡалаҡ алоэ һуты, шул уҡ күләмдә бал һәм шәкәр ҡушырға, яҡшы итеп бутап, биткә һөртөргә. 20 – 30 минут тотҡандан һуң таҙа һыу менән йыуырға.
Активлаштырылған күмерҙе йыш ҡына өй шарттарында һабын әҙерләгәндә ҡулланалар. Кемдәр уны ҡулланып ҡараған, биттәге һытҡылар бөтә, тип раҫлай. Күмерҙән әҙерләнгән һабындың тирегә зыяны юҡ, шунлыҡтан уны ҡурҡмай файҙаланырға мөмкин. Уны әҙерләү ҡыйын түгел, ғәҙәти составҡа активлаштырылған күмер онтағы ғына ҡушырға кәрәк. Шулай уҡ балалар һабынын иретеп, шуға күмер онтағы ҡушып та әҙерләргә була.