Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2019, 02:00

Беҙ илебеҙ патриоттары булып үҫтек

Бәхетле бала саҡ йылдарымды һағынып иҫкә алам. Ул ваҡытта кеҫә телефондары ла, компьютерҙар ҙа, планшеттар ҙа юҡ ине. Хатта телевизор ҙа өй һайын булмай торғайны. Беҙҙең буш ваҡытыбыҙ пионер ойошмаһында үтте.

19 май – Пионерҙар көнө



Бәхетле бала саҡ йылдарымды һағынып иҫкә алам. Ул ваҡытта кеҫә телефондары ла, компьютерҙар ҙа, планшеттар ҙа юҡ ине. Хатта телевизор ҙа өй һайын булмай торғайны. Беҙҙең буш ваҡытыбыҙ пионер ойошмаһында үтте.
Иртә һайын “Пионер таңы” тип аталған радиотапшырыуҙың көйө аҫтында, күңелдәребеҙ күтәрелеп уянабыҙ. Ул илдәге пионерҙарҙың тормошо тураһында һөйләй ине. Дәүләт тарафынан да пионерҙарҙың эштәренә иғтибар ҙур булды. Комсомолдар, ата-әсәләр комитеты һәм шефлыҡҡа алған предприятиелар һәм ойошмалар беҙҙең турала хәстәрлек күрҙе. Беҙ үҙебеҙҙе илгә кәрәкле кешеләр итеп тойҙоҡ.
Мәктәпкә форма менән йөрөйбөҙ: көрән төҫтәге күлдәк, ҡара алъяпҡыс, ә байрам көндәрендә аҡ алъяпҡыс кейәбеҙ. Мотлаҡ рәүештә ҡыҙыл галстук тағабыҙ, галстукһыҙ мәктәпкә килһәң, шелтә аласаҡһың.
19 май, Пионерҙар көнөндә, пионер дружинаһы, отрядтарға теҙелеп, борғо һәм барабан тауышы аҫтында урманға йәки Тәйрүк йылғаһы буйындағы яланға бара. Яланды байрам өсөн алдан әҙерләйҙәр. Ҙур йондоҙ һымаҡ итеп кәҫ ҡаҙалар. Уға ҡоро утын, ваҡ ағастар һалалар. Ҙур усаҡ барлыҡҡа килә.
Яланға килгәс, линейка үткәрелә, усаҡ яғыла, пионерҙар, усаҡ тирәләй ултырып, бергәләп йырҙар йырлай: «Взвейтесь кострами, синие ночи! Мы - пионеры, дети рабочих!»…
Беҙ үҙ илебеҙҙең патриоттары булып үҫтек, уның менән ғорурландыҡ, илебеҙ өсөн көрәшергә, кәрәк булһа, ғүмеребеҙҙе бирергә әҙер инек. Пионерия беҙҙе Павел Корчагин, Зоя Космодемьянская, Павлик Морозов, Алексей Маресьев, генерал Карбышев, генерал Шайморатов, Михаил Девятаев кеүек геройҙар миҫалында тәрбиәләне. Беҙ улар менән ғорурландыҡ һәм үҙебеҙ ҙә уларға оҡшарға тырыштыҡ. Йырҙарҙан һуң усаҡта бәрәңге бешереп, уны тоҙлап ашайбыҙ, ҡулдарыбыҙ һәм биттәребеҙ ҡоромға буялып бөтә. Һуңынан төрлө уйындар уйнайбыҙ. “Зарница” уйыны һис онотолмай.
Ҡаланың пионер тормошо менән пионер штабы етәкселек итте. Өлкән пионервожатый Рәйсә Ҡазыхановна булды. Ҡала пионерҙары һәр йәйҙе “Орленок” пионер лагерында уҙғарҙы. Көн һайын “Пионер таңы” көйөнә уянабыҙ. Йыуынып, форма кейәбеҙ ҙә, галстуктарыбыҙҙы бәйләп, теҙелергә йүгерәбеҙ. Пионер ойошмалары музыка аҫтында майҙанда маршта йөрөй. Линейка үтә һәм тантаналы рәүештә лагерь флагы күтәрелә, кисен төшөрөлә.
Пионерға алынған көндө, беренсе тапҡыр һиңә галстук бәйләгән көндә онотоп буламы һуң! “4” һәм “5” билдәләренә уҡығандарҙы 22 апрель – Лениндың тыуған көнөндә пионерға ала торғайнылар. Ҡалған уҡыусыларҙы пионерға Ишембайҙа Киров исемендәге мәҙәниәт һарайы алдында ҡабул иттеләр. Борғо һәм барабан тауыштары аҫтында тантаналы шарттарҙа теҙелеп, бергәләп хор менән пионер антын бирҙек. Ҡаланың өлкән пионервожатыйы командаһы буйынса оло класс уҡыусылары беҙгә галстук таҡты. Ҡояшлы йылы көн. Музыка аҫтында теҙелешеп паркка Александр Матросов һәйкәленә киттек. Унда сәскәләр һалдыҡ.
Пионерҙар йорто Ленин проспектында урынлашҡайны, биләмәһендә ҙур булмаған сквер бар ине. Унда ағастар, сәскәләр үҫә, эскәмйәләр һәм спорт майҙансығы була торғайны. Бөгөн был биләмәлә йорттар һалынған. Ә Пионерҙар йортоноң үҙендә магазиндар урынлашҡан…
Нәилә ФӘХРИЕВА.

Фото: интернет.
Читайте нас: