Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2019, 02:00

ҺӘЙКӘЛ БУЛЫП ҠАЛҠТЫ УЛАР

9 Май байрамы алдынан Йәнырыҫ, Маҡар, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә һәйкәлдәр асылды. Был сараларҙа Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов та ҡатнашты.

9 Май байрамы алдынан Йәнырыҫ, Маҡар, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә һәйкәлдәр асылды. Был сараларҙа Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов та ҡатнашты.



Исемдәре мәрмәр ташҡа уйылып яҙылған



Йәнырыҫ ауылының мәҙәниәт йорто эргәһен хәҙер өр яңынан эшләнгән ҙур мемориаль комплекс биҙәй. Һуғыш яугирҙары, тыл хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә асылды ул. Йәнырыҫ ауыл Советының ете ауылынан фронтҡа оҙатылған 800-ҙән ашыу яугирҙың исем-шәрифтәре мәрмәр ташҡа уйылып яҙылған.


Сарала халыҡ байтаҡ ҡатнашты. Күптәр Бөйөк Еңеү өсөн көрәшкән яҡындарының фотоһүрәттәрен алып сыҡҡан. Был да тыныслыҡ өсөн ҡан түккән ветерандарыбыҙға ихтирам билдәһе ине.


Тантаналар барышында Ғәлиә Шаһиәхмәтоваға, Әхәт Зөбәйеровҡа “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған юбилей миҙалдары тапшырылды. Яңы мемориаль комплексын төҙөүҙә ярҙам күрһәткән ауылдаштар ҙа тәбрикләнде. Илфат Ниғмәтуллин, Илшат Ниғмәтуллин Ишембай районы хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Тағы ла бер нисә кешегә ауыл хакимиәтенең рәхмәт хаттары бирелде. Билдәле йырсы, Йәнырыҫ егете Илшат Яппаров та тантанала ҡатнашып, сараны матур йырҙары менән биҙәне.



Урман-Бишҡаҙаҡта ла обелиск яңыртылды



Быйылғы Еңеү байрамы Урман-Бишҡаҙаҡ халҡы өсөн дә үҙенсәлекле булды – яңыртылғандан һуң обелиск асылды. Был ауыл Советы биләмәһенән дә байтаҡ ирегеттәр утлы яуға оҙатылған. Барлығы 393 кеше фронтҡа китһә, уларҙың 179-ы һәләк булған, 214-енә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булған. Үкенескә күрә, бөгөнгө көндә бер генә һуғыш яугиры ла иҫән түгел. Улар хаҡында хәтирәләр йәш быуындың күңелендә йәшәй.


Ошо хәтерләүҙәр, яугирҙарыбыҙ ҡаһарманлығы менән ғорурланыу һүҙҙәре аша йәш быуындың күңеленә илһөйәрлек рухы һалына.


Тыуған ил өсөн йәнен аямай көрәшкәндәр иҫтәлегенә сәскәләр һалынды. Батырҙарыбыҙ хаҡында ҡәҙерле иҫтәлек ошолай быуындан-быуынға күсә килә.







Фото: автор.
Читайте нас: