Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2019, 02:00

"Ҡара донъя, аҡ донъя" (повесть)

Август төндәрен йылдың башҡа төндәре менән һис тә сағыштырып булмай. Күкте күп йылдар күҙәтеп шундай фекергә килгәнмен. Башҡа айҙарҙа йондоҙҙар шул тиклем дә баҙламай, шул тиклем дә атылмай. Улар бал ҡорто күсе һымаҡ ҡайнаша төҫлө. Алыҫта янған күк есемдәренән күҙемде һис айырып алып булмай. Уларҙан минең ҡараңғы донъяма яҡтылыҡ, арыҡлап бөткән тәнемә көс-ҡеүәт ағылған кеүек. Үҙемә генә билдәле булған йыуан тал төбөндә, Әй ярында ултырам. Ошо тал, төпһөҙ ғаләм минең серҙәштәрем, үҙенә тартып торған төйәгем. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙан башҡа дуҫым да, күңел асҡысым да юҡ. Май башында һандуғастар шашып һайрап, кәкүк саҡыра башлағас, бар тәбиғәт хыялый бер хәләткә сумғанда ла ошонда киләм. Күпереп атҡан муйыл, шунан балан, гөлйемеш сәскәләрен мөлдөрәп торған емештәр алыштыра. Йәшел япраҡтар бурҙат-ҡыҙылға, сағыу һарыға буяла. Тәбиғәт гел үҙгәрештә. Мин генә үҙгәрмәйем. Ауыр мәлдәремдә, донъям ҡап-ҡараға сумғанда ошонда килеп йығылам. Ожмах булһа, был шуның бер мөйөшөлөр. Бында гел дә гүзәллек, яҡтылыҡ хөкөм һөрә. Ә минең күңел донъямда гел ҡараңғы, һағыш, күңелһеҙ бушлыҡ. Тамуҡ шулай булалыр ул тип уйлайым. Әйтерһең, йөҙйәшәр ҡарсыҡмын. Сөнки минең йәшемдәге ҡыҙ-ҡырҡындың минең һымаҡ уйланыуы мөмөкин түгел. Улар яҡты йөҙлө, шаттар, матур кейенергә, ир-егеттең иғтибарын яуларға ынтылалар. Ә мин үҙемә ҡарата шундай битарафмын. Ни бары егерме өс йәштәмен генә бит әле. Ҡасандан алып шулаймын һуң? Кинәт һуңғы ваҡытта иҫемә алмаған ваҡиғалар ташҡындай ябырылып, сибек юнысҡылай үҙ өйөрмәһенә алып инеп китте.
Ана ул ун өс йәшен тултырған нәҙек-өҙөк кенә ҡыҙ бала күҙҙәрен йондоҙҙай балҡытып ҡарап тора. Ул ҡараштар шатлыҡ, өмөт менән тулы.
Ҡалай бәхетле булғанмын. Үҙәгемде өҙөп, йөрәгемде телгеләп атайым иҫемә төшә. Уртансынан тәпәш буйлы, ҡаҡ ҡына кәүҙәле атайым теп-тере булып күҙ алдыма килеп баҫа. Уның бар матурлығы ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ оҙон керпекле янып торған ҡара-ҡуңыр күҙҙәрендә. Ҡуйы ҡыйғас ҡаштары, киң маңлайы йәнә лә йәм өҫтәй. Ҡаҡса яңаҡтары һәр ваҡыт ялтыратып ҡырылған, нескә ирендәре ҡыҫылған. Ул эстән генә ниҙер уйлай, план ҡора. Уйлаған нәмәһе килеп сыҡһа, күҙҙәре тоҡанып китә. Ҡул аҫтында ғына тотҡан ҡағыҙ биттәренә чертеж, биҙәк һыҙғылап ҡуя һала. Атай гел дә хәрәкәттә. Мин белгәне бирле ул йорт һалыу мәшәҡәте менән мәшғүл. Әле кескәй генә сағымда олатайымдан ҡалған ике бүлмәле бәләкәйерәк кенә өйҙә йәшәй инек. Атайым менән әсәйем уйлана, план ҡора торғас, ҡышлаған малдар һатып эре ҡарағай бүрәнәләр алғаны иҫемдә. Унан һуң уларҙың эше гел дә бәхәс, ығы-зығы менән барҙы. Әсәй егәрле, етеҙ, әсе телле, шул уҡ ваҡытта һыҡмыр кеше. Бөтә эште йүгереп йөрөп эшләй, башҡаларҙы ла өтөп алып бара. Әкренлеге өсөн атайҙы тетә генә.
- Ай алла, аҙыраҡ уйланырға ирек бир. Йорт һалыу аласыҡ ҡороу түгел, бөтә нәмәне алдан уйлап, иҫәпләп эшләү кәрәк, - тип атайҙың йәне көйөп китә.
Бура бурашырға атайҙың алыҫ туғанын саҡырҙылар. Әсәй, мөмкин булһа, бер кемде лә әйтмәҫ ине. Эре-эре бүрәнәләрҙе хәл итеү яңғыҙ кешенең ҡулынан килә торған эш түгел. Ике тапҡыр өмә лә яһанылар әле. Әсәй оҫталарға аҡса түләү тиһәң, шартлай яҙа. Шулай иллә-алла менән ҙур йорт буралды, күтәреп мүкләнде. Бер йыл баҫылһын тип тоттолар. Иҙән түшәме түшәлгәс, әсәйҙең түҙемлеге шартланы:
- Етте кеше әйтеү. Артабанына үҙеңдең дә көсөңдән килә.
Атай ҡулында бөтә ҡоралдар уйнап ҡына тора инде ул. Ул, заманында шул һөнәргә уҡып, аҙаҡ колхозда ла төҙөлөш бригадаһын етәкләгән
кеше. Әсәйем менән училищела уҡып йөрөгәнендә танышҡан. Ашнаҡсыға уҡып йөрөгән һары сәсле тилбер ҡыҙҙы оҡшатып, тиҙ үк ҡауышҡандар. Күберәк әсәйҙең етеҙлеге арҡаһында инде. Атай ҙур итеп һалынған өйҙө бүлмәләргә бүлеп, эске яҡтан сын-яһау итеп биҙәп-буяп бөткәс яңы нигеҙгә күсендек. Ах, шундай рәхәт ине ул саҡтар! Бер үҙемә ҡояш нурҙары уйнап торған бүлмә. Әле тейешле йыһаз ултыртылып бөтмәгән. Ләкин, барыбер, күңелле, йәмле бында. Аҙаҡтан оло-оло бүлмәләрҙе заманса ҡупшы, зауыҡлы йыһаз менән тултырыу өсөн күпме тырышырға тура килде уларға. Ләкин эш бының менән генә бөтмәне. Атайым йорттоң тышҡы яғын селтәрләп биҙәкләргә тотондо. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: яҙғы ҡайын япрағы төҫөндәге йәм-йәшел йорт. Уның кәрниздәре, тәҙрә йөҙөктәре семәр-селтәрҙәр менән биҙәлгән. Был биҙәктәр ағастан түгел, нескә ебәк ептәрҙән селтәрләп бәйләп ҡуйылған тиерһең. Алыҫтан ҡараһаң, әкиәттәге бер торлаҡ кеүек, өрһәң, осоп китер һымаҡ. Тәрән траншеялар ҡаҙып өй эсенә һыу индереү, торбалар менән йылытыу кеүек эштәр атай елкәһенә генә төштө. Бар яҡлап ҡала уңайлыҡтары барлыҡҡа килтерҙе ул. Биҙәү-һырлау эштәрендә лә, буятҡанда, траншеялар ҡаҙып канализация үткәргәндә лә уның өсөн янып йөрөүсе, көсөм еткән тиклем ярҙам итеүсе бары мин генә. Әсәйем минән байтаҡҡа кесе энекәшем, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡош-ҡорт, баҡса, мал-тыуар менән мәж килә. Ашау-эсеү әҙерләү, йорт ҡарау ҙа бар бит әле. Был бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр атайымды сығырынан-сығара башлауын тоям. Исмаһам, ярты көн генә лә ял иткәне юҡ бит. Гел бер төлө мәшәҡәт, аралашҡан кешеһе лә юҡ. Таҙалығы хөртәйә барған һымаҡ. Былай ҙа ҡаҡса ғына кеше бигерәк һурылып китте. Эш араһында атайҙың әкренләп араҡы йотҡолағанын һиҙеп йөрөйөм, йәлләп әсәйгә әйтмәйем. Ололар бала кеше һүҙен тыңламағанын баштан кисергәнмен, атай ҙа ул йәһәттән мине тыңламай ине. Ул ял итергә, һыу буйында шым
ғына балыҡ ҡармаҡларға, балыҡ һурпаһын ҡырын ятып һемерергә теләй. Ләкин ҡайҙа инде. Ул турала ишетеү менән әсәй сығырынан-сыға. Эшен табып тора, уның теләк-маҡсаттарының сиге юҡ. Әсәйемдең хәтәр шәп иномарка алаһы килә. Әле арыу ғына йөрөп ятҡан “Жигули” бар-барын. Ҡайҙа инде уның менән туҡтап ҡалыу. Яҡшы машинаға аҡсаһы ла кәрәк. Әсәйем уныһын да хәл иткән. Күрше ауылда яңы ғына йорт бөтөргән кеше биҙәкләткеһе, семәрләткеһе килә икән. Хатта һөйләшеп үк ҡуйғандар. Киске сәй ваҡыты ине. Шул хаҡта һүҙ ҡуҙғалғас, атай алдындағы сынаяғын этеп ебәреп тороп уҡ китте:
- Эх, Мәликә, Мәликә! Бер үҙем нисәмә йылдар шул йорт тип булашам. Ал-ял күргән юҡ. Хәлдән тая башлағанды күрмәйһеңме ни?
- Эш бөттө тип тик ятырға итәһеңме? Рәсүл бисәһе инде нисәмә йыл иномаркала елдерә. Мин кемдән кәм? Шул һаҫыҡ “Жигули”йың күңелгә тейеп бөттө ләһә!
- Донъя малы тип минең башты ашамай туҡтамаҫһың, ахрыһы. Миңә күп кәрәкме ни? Әҙәм тигәнең шашты тамам. Көнө-төнө телевизоры ла шуны тылҡығас ни, - атай ауыр көрһөндө лә сығып китте.
Әсәй үҙ алдына байтаҡ туҙынды. Уны тыңламаҫ өсөн ҡустымды етәкләп урамға сыҡтым. Шул көндән башлап атайым үҙгәрҙе. Аҙ һөйләште. Күп ваҡытын оҫтахана итеп ҡулайлаштырып алған келәттә үткәрә. Әллә ни ваҡ-төйәк эштәр менән дә булашмай. Күҙен бер нөктәгә текләп үҙе яһап алған бәүелсәкле креслоһында ултыра. Әкрен генә моңло көй көйләп ебәрә, ниҙер уйлана. Шым ғына һалғылап ултырғанын да һиҙәм. Ҡайһы ваҡытта ашарға ла инмәй. Әсәйем пыр туҙа ғына. Уның туҙыныуҙары стенаға борсаҡ һипкән шайы ла түгел. Атай битараф ҡала килә. Бер көн кискһен мин әсәйемдең туҙыныуына ҡарамаҫтан, атайыма ашарға индерҙем. Ул, ғәҙәттәгесә, көйләп саҡ ҡына бәүелгәндәй итә.
- Үтәһең дә ғүмер, ай, үтәһең...
Башын күтәреп ҡараны, мине күреп саҡ ҡына йылмайғандай итте.
Йөҙөндәге хәсрәт-һағышы кәмегәндәй булды.
- Рәхмәт, балам. Ултыр әле, бәпесем.
Эшкәртелеп ҡуйылған таҡта өйөмөнә терәлдем.
- Ҡыҙым, мөмкинселегем булғанда һөйләшеп ҡалайыҡ.
Әллә ниндәй ҡотолғоһоҙ хәл буласағын һиҙенеүҙән йөрәгемдең хәле китте.
- Һин үҫкәнһең инде, аңлап ҡалырға тырыш. Минең донъяға булған ҡарашым һиңә аңлашылып та етмәҫ. Шулай ҙа тыңла. Үҫкәс аңларһың әле. Әҙәм балаһына тереклек итеү өсөн аҙ, бик аҙ кәрәк тип уйлайым мин. Бәлки, мин диуанамындыр, ләкин бер юлы ике ултырғыста ултырып булмай бит. Әсәйең шуны аңламай. Әгәр йәшлегемә кире ҡайтһам, сыйырсыҡ ояһындай йорт ҡороп, шуның ишек алдында гөл-баҡса үҫтереп йәшәп тик ятыр инем. Бер-ике алма, ҡарағат, сейә ҡыуаҡтары ултыртырға була. Улары ла күп кәрәкмәй. Артығы ҡойолоп әрәм буласаҡ, - әҙерәк туҡтап тын алды ла дауам итте. - Мин көньяҡта хеҙмәт иттем. Ундағы рауза гөлдәрен күреп хайран ҡала инем. Ҡайтҡас үҫтерермен тип хыялландым. Тик әсәйеңдең наҙлы гөлдәр менән мәшәҡәтләнгеһе килмәне. Эйе, ул да гөл үҫтерә. Тик кесәрткән һымаҡ әрһеҙҙәрен генә һайлай. Рауза сәскәләре иғтибар, наҙ ярата шул. Уйланып ултырам: ҡулымдан килһә, һине лә иркә гөл һымаҡ үҫтерер инем. Эх, һуңланым шул, һуңланым...
Ул тынып ҡалды. Мин ҡурҡып өнһөҙ ҡалам, йөрәгем генә даулап сығып бара. Атай тағы ла хәл йыя.
- Донъя байлығын ғына аҡсаға һатып алып була. Күңел байлығын бына мин алда әйткән һымаҡ өфөлдәтеп үҫтерергә, көндән-көн тәрәнәйтә барырға кәрәк ине лә. Еңелдем, йомшаҡлыҡ күрһәттем шул, - ул күҙен сырт йома, ике бөртөк һаран йәше яңағы буйлап тәгәрәй.
- Атай, һиңә ярҙам кәрәкме? Ни эшләргә? - үҙемде еңеп уға яҡын барам, һыйынам. Күптән уға шулай яҡын килгәнем юҡ ине.
- Рәхмәт, балам. Әле миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Кәрәк ваҡыты уҙған инде. Ауырыйым мин, ҡыҙым, - ул сигарет ҡабыҙып, тәрән итеп һурып тарта башлай. Хәҙер йыш тартҡанын күреп йөрөйөм. Эштәре менән мәшғүл булғанда тартыуын бөтөнләй онота ине.
- Улай күп тартма, атай.
- Эй, бала, тәмәке тартмау ғына ҡотҡармаҫ мине. Ә бына хәҙерге хәлемде бер аҙ еңеләйтә төшә.
Миңә уның бер ҡасан да шулай яҡын, ҡәҙерле булғаны юҡ ине.
- Атай, врачтарға ниңә бармайһың?- мин асырғанып һорайым.
- Балаҡай, һуң инде хәҙер. Бынан бер йыл элек үк ауырый башлағайным инде. Шул эште тамамлайым, быныһын бөтөрәйем тип йөрөп, үҙемде бөтөрҙөм.
Үкһеп илап әсәйем янына йүгерҙем. Ул өйҙә юҡ ине, үҙенең бөтмәҫ мәшәҡәттәре менән йөрөйҙөр. Энем генә мышнап йоҡлап ята. Ул шулай иртә йоҡлай ҙа, беҙ һыйыр һауғанда уҡ килеп тора. Әсәйем көтөүҙән һыйыр ҡаршылап йөрөгән. Мине күгәс асыулы йөҙ менән:
- Исмаһам, ниңә көтөү ҡаршылашмайһың? Мәшәҡәтем аҙҙыр шул, - тип һөйләнә башланы.
Ғәйепле ҡиәфәт менән шым ғына үҙемдең йәш һыйырым Аҡбашты һауа башланым. Уныһы ла үс иткәндәй ҡойроғо менән бер туҡтауһыҙ биткә-күҙгә һыҙырҙы.
- Туҡта, мин себендер шул. Ниңә уларҙы түгел, мине туҡмайһың?- тип һөйләнәм.
Ике һыйыр миңә, икәү - әсәйгә. Иртәле-кисле шулай. Иртән торорға ныҡ йоҡо килә, кис себен талай. Минең тиңдәштәр быйыл дискотекаға йөрөй башланы. Ә минең өлөшкә һыйыр ҡойроғо менән көрәшеү генә. Киске мәшәҡәттәр бөтөп, ятыр саҡта ғына уйлап йөрөгән хәбәрҙәрҙе әсәйемә еткерҙем. Уның арыған-талған, йоҡоһо күҙенә төйөлгән ваҡыты. Минең һүҙҙәрҙе ишетеү менән сәсрәп китте.
- Эш атайыңдың елкәһенә до того тейҙе инде. Ғүмер буйы уны һөйрәп арыным, хәлдән тайҙым. Мин дә арыйым, бар ағзаларым тала. Миңә мәшәҡәт аҙ төшәме? Шул барыһы ла әҙәмсә булһын тип тырышам да инде.
- Ике һыйыр ҙа етер ине әле. Күмәк тә түгелбеҙ. Өй ҙә һалынып бөттө.
- Һин дә атайың һүҙен һөйләйһеңме, йән көйөгө? Уның һүҙе, теләге менән йәшәһәк, һаман олатайыңдың мал өйө кеүек йортонда йәшәп ятыр инек. Тартып-этеп йөрөгән мин булдым. Уның оҫталығы бүтәндә булһа, серегән бай булыр ине. Эшләгәненә аҡсаһын да тейешенсә һорамай бит ул. Етер, баш ҡатырып йөрөмә, - әсәй шулай ҡыҙып-ҡыҙып һөйләнде лә ята һалып тиҙ үк йоҡоға китте.
Иртән торғас был һөйләшеүгә кире ҡайтманы, хатта аралашыуҙан ҡасҡан төҫлө ине. Ул арала бесән етте. Атайҙың башҡа йылдағыса мотоблок менән сабырлыҡ хәле юк ине инде. Шау һөйәк кенә булып, ашауҙан ҡалып барғанын әсәй ҙә күрә инде. Уртын сәйнәп өндәшмәй ҡара янып йөрөй. Күрше ауылдан бесән сапҡысы булған кешене саҡырҙылар. Беҙҙең ишле малға тәғәйен сабынлыҡты трактор көн буйы тиерлек сапты.
Атайым күп ваҡытын түшәктә үткәрә. Аш-һыу бүлмәһенең төп яҡ мөйөшөндә бер бәләкәй генә бүлмә бар ине, шунда үҙенә урын-ер әмәлләп алды. Ныҡ һыҙлана, буғай. Һиҙҙермәҫкә тырышып, араҡы эсеүен дауам итә. Әсәйем һиҙмәй буламы һуң инде?
- Иркенләп эсеп ятам тип, ауырыуға һалышты, - тип ҡыҙып ала ул.
Ә минең башҡа һыймай, аптырап бушамайым. Юҡ, эсеп ятыр өсөн ауырыманы, әсәйемә өйләнгәне бирле гел үҙенең хыялдарынан, теләктәренән баш тартып йәшәгәнгә сиргә һабышҡандыр ул.
Көндәр аяҙ тора, эҫе. Күләгәлә лә томра хатта. Беҙ әсәйем менән бесән йыйырға йөрөйбөҙ. Кис кенә әлһерәп ҡайтып инәбеҙ. Атайым бишенсе
йәшенә киткән Ильяс менән өйҙә. Беҙҙең ҡайтыуға хәленсә ашарға әҙерләп торорға тырыша. Асыҡҡас вермишель төшөрөлгән аш та, ҡыҙҙырылған макарон да бата, ҡабыҡлы картуф та артмай.
- Ҡара уны, баланы күҙҙән ысҡындырма, - тип әсәй туҡып ҡына тора.
Юғиһә, Ильяс шуҡ ул. Һыу буйына ысҡынырға ғына тора. Былтыр бата яҙғанын онотҡан инде. Ашап алғас, мал тәрбиәләргә, һыйыр һауырға керешәбеҙ. Йәшелсәләр ҙә һыу һорай. Арманһыҙ булабыҙ. Түтәлдәрҙә еләк сереп ята. Кеше ни тиклем уңған булһа ла, машина түгел шул.
Бер көн кисен әсәйемдән һуңғараҡ ҡалып инеп килә инем, атайымдың үҙенә хас булмағанса ҡаты, хатта уҫал итеп һөйләшкәнен ишетеп, туҡтап ҡалдым.
- Минең башыма етеп барыуыңды төшөнмәйһеңме ни? Хәҙер ошо баланы харап итмәксе булаһыңмы? Бесән эше ир кешеләрҙең быуынын ала әле ул. Бесән йыйғыс саҡыр, өйөп тә бирһендәр. Әйтер кешеһе лә бар бит. Бала менән нисә айға һуҙғың килә тағы? Көнө лә гел аяҙ тормаясаҡ. Аҡса тип ҡапландың да баһа. Минең был донъя кешеһе түгеллегем һаман сепрәк башыңа барып етмәйме? Ике һыйырҙы хәҙер үк кәмет. Оҙаҡҡа һуҙма, тере сағымда уҡ эшлә быныһын. Минең йыназам өсөн аҡса кәрәк булыр. Кәфенлек-фәлән әҙерләй тор.
Был йән өҙгөс һүҙҙәргә әсәйем дә аптырап ҡалды. Ни ғәжәп, атайым үләсәгенә ул һаман ышанмай. Шулай ҙа:
- Йә, иртәгә бәләкәй ҡултыҡты Мөнирә менән бөтөрәйек тә, - тип әйтеп ҡуйҙы. - Шунан Оло төбәк яланына бесән йыйғыс саҡыртып, өйөр өсөн өмә яһармын, - ғәҙәттәгесә сәсрәп китмәй ыңғай ғына һөйләште. - Атаһы, бөтөрөнмә улай, бер аҙ сырхап алһаң да, терелеп китерһең, алла бирһә, - тип һүҙен ослап ҡуйҙы.
Иртән, ғәҙәттәгесә, һыйыр һауып, һөт йыйыусыға тапшырҙыҡ. Велосипедттарыбыҙға ултырып бесәнгә киттек. Уңыһы рәхәт, икебеҙҙеке
лә бар. Был көн минең тормошомдоң аҫтын-өҫкә килтерә торған көн булырын белһәм, “үлтерәм” тиһәләр ҙә сығып китмәгән булыр инем. Әсәйем нимә генә тимәһен, тыңламай өйҙә ҡалыр инем.
Бесәнлеккә килеп етеп, йәһәт кенә эшкә тотондоҡ. Ваҡ-ваҡ итеп күбәләр өйәбеҙ. Оҙаҡламай ташып алырға булһа, шулай уңайлы ла. Ҙур кәбән һалыу икебеҙҙең ҡулдан килә торған эш түгел. Бар булған көсөбөҙҙө һалып, үҙебеҙҙе аямай эшләй бирәбеҙ. Ауыр эштән, эҫелектән баш тоноп ҡалған төҫлө. Төш яҡыная. Ныҡ асыҡтырҙы. Һыуҙы үҙебеҙ менән йөрөтөп эсеп торабыҙ инде. Ҡасан ғына ашап алабыҙ тип кенә йөрөйөм. Шаурап кипкән бакуйҙарҙы иҙеп, беҙҙең яҡҡа йүнәлгән автомобилде күреп, икебеҙ ҙә туҡтап ҡалабыҙ. Әсәй әрләшергә тип асҡан ауын ябырға ла онотто. Машина беҙгә ҡыя ғына йәшәгән Әсләм ағайҙыҡы ине. Тимәк, нимәлер булған. Йөрәк дөп-дөп тибергә кереште. Әсәйем дә көл төҫөнә инеп баҫып тора. Ағай машинанан төшөп тормай ғына беҙгә ултырырға ымланы. Үҙенең йөҙө ҡара янған, туҙанлы битенән юл-юл тир эҙҙәре һуҙылған.
- Тиҙ, тиҙерәк булығыҙ.
- Ниңә, ни булып китте?
Ағай күҙенең ағы менән яман ҡарап:
- Ултырың тиҙәр бит, - тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Тыныс холоҡло кеше тиккә генә шулай ҡыланмайҙыр. Тырма-һәнәктәрҙе ҡыуаҡ араһына ырғытып, ах-вах инеп ултырҙыҡ. Ағай бер һүҙ генә әйтте:
- Янғын, - шунан машинаһын йән-фарман ҡыуа башланы.
Мин әсәйгә ҡарап ҡаттым, ул да таш һынға әйләнгән. Бәлки, шул ваҡытта уны һелкетергә кәрәк булғандыр. Алты-ете саҡрым араны күҙ асып йомғансы ҡайтып еттек. Геүләп янған йорт тирәләй кешеләр ҡайнаша. Бәләкәй генә ауылыбыҙҙың йөрөй алырлыҡ бөтә кешеләре лә
хәленсә ут менән көрәшә. Тик колонканан биҙрә менән ташылған һыу төкөрөк менән бер. Әсәй машинан эләгә-йығыла сығып утҡа ҡарай йүгерҙе.
- Ильяяяс балам! - ул ҡоторған кешегә оҡшап киткән: күҙе аларған, тауышы олоу һымаҡ.
Әсләм ағай уны көс-хәл менән тотоп ҡала алды, уға ярҙамға икенсе кеше йүгерҙе. Уны еңерлек түгел һымаҡ. Мин баҡсалағы һыу сығара торған ергә йүгерҙем. Бәләкәй насос менән ер аҫтынан һыу сығарып, шланг менән баҡсаға һибә инек. Был һыу ағымы ла шаҡтай көсһөҙ.
- Иркәм, өйгә ярҙам итеп булмай. Ҡайҙа, ут кәртә аша буйламаһын.
- Их, янғын һүндергес ниңә һаман килеп етмәй икән?
Ут һүндереүселәр һаман килмәгәс, өр-яңы ҡоймаларҙы ашығып аҡтарып ташланылар. Кисә генә балҡып, бар кешене үҙенә йәлеп итеп ултырған йорт ҡара торонбашҡа әйләнгәс, янғын һүндереү машинаһы килеп, байтаҡ маташҡас ҡына, һыу һиптерә башланы.
Артабанғы хәлдәрҙе һөйләп килештерерлек тә түгел. Йортта янғын сығыуын төрлөсә фараз итһәләр ҙә белә алманылар. Бөтә электр ҡорамалдары, үткәргестәр өр-яңы ине. Мин эстәге уйымды бер кемгә лә әйтмәнем. Атай беҙ өйҙә булмағанлыҡтан файҙаланып, күберәк һалып ташлаған булырға тейеш. Тәмәкеһен дә ҡабыҙғандыр. Хәлһеҙ кеше түшәккә ятып китһә, төпсөгөн ҡайҙа һалғанын да белмәгәндер. Тап шул сәбәп менән ут сыҡҡан. Ҡустымды сығып китмәһен тип, ишекте эстән бикләп ҡуя торғайны. Улар икеһе лә йорт эсендә һәләк булғайны.
* * *
Тормошомдоң, йәшәүемдең аҫты-өҫкә килде. Үҙемде былай ҙа бәхетле бала тип тоймай инем. Сөнки төҫкә-башҡа ла, холҡом менән дә ҡойоп ҡуйған атайым. Әсәйемә был оҡшап етмәне, әйләнгән һайын:
- Был тиклем дә атаҡас булмаҫһың , - тип кенә тора ине.
ым тыуҙы. Ул әсәйемә шул тиклем оҡшағайны, шуғамы икән бик һөйөклө бала булды. Ҡустымды юғалтыуҙы әсәйем күтәрә алманы, аҡылға еңеләйҙе.
Хәҙер шул ваҡытты хәтерләһәм, тәндәрем семерҙәм китә. Үҫмер генә көйөмә нисек сыҙағанмын? Хоҙай мине шундай түҙемле итеп яратҡанмы? Әллә бала кеше шулай шулай сыҙамлы буламы икән? Шулайҙыр, тип ҡуям.
Ун дүрт йәшлек ҡыҙыҡай алдына иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәсьәләләрҙе хәл итеү килеп баҫты. Минең бәхетемә, шул уҡ ихата эсендәге олатай йорто иҫән ҡалғайны. Уны бейегәйеп ҡуйырып бөткән муйыл, балан ағастары уратҡан. Шул ағастар ут ипкене бәрелеүҙән һаҡлаған. Йәй көндәре бында гел һалҡынса, хатта боронғо йыһаз да алынмаған көйө. Йәшәп китер өсөн һауыт-һаба, түшәк-яҫтыҡ бөтә бар. Был нәмәләрҙе тар-мар итер өсөн әсәй күптән яҫҡына, ләкин эш күп булғас, һаман ҡулы теймәй килде. Икенсе мәсьәлә, әлбиттә, беҙҙең ҡурала йәшәгән дүрт һыйыр, ҡышлағандар, быҙау, һарыҡтарҙы хәл итеү. Әсләм ағай был йәһәттән дә миңә оло ярҙам күрһәтте. Йәй уртаһы, ит кәрәк ваҡыт. Районда ит менән сауҙа итеүсе әрмән кешеләре менән һөйләшеп, мал-тыуарҙы һатып ебәрҙе. Иң һөтлө һыйыр Аҡбашты ғына үҙенә алды. Ҡулға ингән аҡсаны ла район үҙәгенә ултыртып алып барып, банкка минең исемгә һалдырҙы. Шул тиклем ваҡытын, көсөн йәлләмәй ярҙам иткәне өсөн күп хаҡ та һораманы әле ул. Бер быҙауҙы уға тәҡдим итергә нисек башыма еткәндер.
Бына әсәй менән эштәр шаҡтай ҡатмарлы булып сыҡты. Ауыл хакимиәте хәл иткәнсә, мин балалар йортона, ә әсәйем психик ауырыуҙар больницаһына ебәрелергә тейешбеҙ. Бындай ҡарарға минең ҡотом осоп, йөрәгем ярылып китә яҙҙы. Үҙемдең бар көс-егәремде йыйҙым. Атайым менән икебеҙ эш менән мәшғүл булғанда ул ниҙер
һиҙенгән төҫлө:
- Ҡыҙым, донъя хәлен белеп булмай, бөтә нәмәгә әҙер булып тор, - тигәненә шомланып, хатта үпкәләп киткәндәрем иҫемә төштө.- Бөтөн нимәне өйрәнеп, белеп үҫеүең яҡшы. Әҙәм ҡулына ҡалып, ялынып, кешегә бойондороҡло булып йәшәү бик ауыр ул. Шөкөр, әсәйең уҫал булһа ла, ҡатын-ҡыҙ эшен бөтә өйрәтә. Бына мин һиңә, ябайҙарын булһа ла, ир-ат эштәрен дә өйрәтәйем.
Хәтеремә ҡып итеп атайымдың ошо һүҙҙәре килеп төшә. Был фекерҙәр атайымдың васыяты булған бит. Эйе, үҙем донъя көтә алырлыҡ хәлдәмен. Аш-һыу бешерә лә, керен йыуырға ла, сүкеш-ҡаҙау тоторға ла беләм. Ауылымдан, өйрәнгән ерҙәремдән айырылып ҡайнап торған ете ят кешеләр араһына барып ингем килмәй. Әгәр китһәм, әсәйем менән ғүмерлеккә айырыласағымды бөтөн күңелем менән һиҙемләйем. Торонбаштар өйөлөп ятҡан ихатамдан, аҡылдан яҙған әсәйемдән башҡа үҙем дә аҡылдан яҙасаҡмын.
Әле килеп уйлайым да бик бирешеп китмәҫкә балалығым ярҙам иткәндер тим. Оло кеше һымаҡ төбөнә төшөп уйлай белмәүем дә, ҡурҡмауым да, алдағы ҡаршылыҡтарҙы еңергә тырышыуым да ҡотҡара килде. Теге ваҡыт беҙҙе айырмауҙарын шул тиклем үтенеп һораным. Һынау өсөн ҡалдырырға ризалашҡайнылар, хәҙер ун йыл үтеп китте бит. Урындағы хакимиәт әһелдәренә бер төрлө лә мәшәҡәт һалмағас, хатта хәтерҙән сығарған кеүек булдылар. Йәш булһам да шуға төшөндөм, иҫтәренә төшөрөп, күҙҙәренә күренеп тормаһаң, бер кем дә үҙ белдеге менән ҡыҙыҡһынмай. Ә мин мөмкин тиклем үҙебеҙҙең барлыҡты һиҙҙермәҫкә тырышам, сөнки әсәйҙе юғалтыуҙан ҡурҡам. Әгәр больницаға ебәрһәм, унда уға йоҡлатҡыс, йә булмаһа берәй хәрәкәтһеҙ ҡалдыра торған укол ҡаҙап һалырҙар ҙа ҡуйырҙар ине тип уйлайым. Бәлки, шундай тормоштан үлгән дә булыр ине.
Төшөнөп киткәнсе ныҡ йонсоном, аяҡтан йығыла ла яҙҙым. Сөнки йоҡламай тиерлек уны ҡарауыллай инем. Унан төшөнөп алдым: айҙың билдәле генә көндәрендә уның ауырыуы сыға. Юҡ. Ҡәҙимге ай түгел, ә күктәге ай менән бәйле. Төнгө күк есеме тула башлаһа, тынысһыҙлана башлай, ашауҙан яҙа, йоҡламай. Тәүҙә бер нөктәгә төбәлеп ҡатып ҡала. Ҡарашында ҡот осоу, дәһжәт сағыла. Унан :”Ильяяяс, балам!”- тип ҡысҡырып ебәрә. Тороп йүгерә.Кемдер шул ваҡыттары етә башлаһа, бәйләп һалырға өйрәтеп маташҡайны. Мин ытырғанып китеп, өйрәтеүсене тыңлап та торманым. Нисек инде уны бәйләп ҡуйып, бәргеләнеп үҙен имгәткәнен ҡарап торайым. Уның сығып йүгереүе, хәрәкәтләнеп бар булмышын биләп алған шомло ярһыуҙы үткәреп ебәреүе яҡшыраҡтыр. Шашҡан әсәй йүгерә, унан ҡалмаҫҡа тырышып мин йүгерәм. Ауылдан ныҡ алыҫлаша башлаһаҡ, нисек тә алдына сығып, етәкләп алам, һалмаҡ ҡына түңәрәк яһап, әкренләп кирегә борам. Был ваҡытта ул арымай-талмай оҙаҡ йүгерә. Ҡотороноп ҡысҡырып илауы кәмей бара, бер аҙҙан тамам туҡтай. Ҡайтып йығылғанда инде хәлдән тайған була. Ҡайһы саҡта уянмай, тәүлектән ашыу йоҡлап ҡуя. Берәй аҙна йүгереү менән уҙып киткәс, өнһөҙ-тынһыҙ ултырыуға күсә. Был ваҡытта йөҙөндә бер уй сағылмай, күҙҙәре теле асылмаған сабыйҙыҡындай саф. Фажиғә килгәндә уға утыҙ дүрт йәш ине. Хәҙер шул ваҡиғаларға ун йыл үтеп киткән. Мин дә ун дүрт йәшлек ҡыҙ баланан егерме дүрт йәшлек оло ҡыҙға әйләндем. Тиңдәштәремдең институт бөткәндәре уҡыуҙарын тамамлап, эшләп йөрөй, ғаиләлеләре бер-ике бала үҫтерә. Кешеләр тәүҙә шомланып, ҡурҡып ҡарай ине. Хәҙер иғтибар итмәйҙәр, сөнки уларға бер тамсы ла зыян һалмайбыҙ. Тик, барыбер, ситләшәләр, йыраҡтан уҡ ситкә тайпылғандары бар. Яҙмышыма күнмәй сарам юҡ. Хатта икенсе төрлө йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй башланым. Әле йәшмен, көслөмөн. Баҡса ҡарайым, бер
бөртөк кәзә, уның бәрәстәрен, унлап тауыҡ тәрбиәләйем. Әсәйем тыныс булһа, буш ваҡытым байтаҡ ҡала әле.
Уҡытыусым, элекке класс етәксем Сания Сәғитовнаға рәхмәтем ҙур. Уның кәңәше менән уҡыуымды дауам итә алдым. Математика, рус теле, тарих, география, биология кеүек фәндәрҙән айға ике тапҡыр килеп, дәрес биреп китәләр. Ә мин улар килеүгә дәрестәрҙе уҡып, өйрәнеп зачет бирә барам. Зирәклегем бар инде. Шулай урта мәктәпте бөтөрөп аттестат ала алдым. Минең хәлдәге кешегә уҡыу кәрәк тә түгел һымаҡ. Ләкин донъяға белемле, аңлы кеше күҙе менән ҡарау үҙе бер уңыш, һөйөнөс.
Телевизор алманым. Шулай ҙа компьютер алырға булдым. Әкренләп үҙләштерҙем, аңламаған ерҙәрен мәктәпкә барып, математика уҡытыусыһынан өйрәндем. Унан күп нәмәгә өйрәнеп була икәненә төшөндөм. Хатта дистанциялы уҡыу менән баҡса дизайны тигән һөнәр үҙләштерҙем. Диплом яҡлау өсөн ҡалаға барыу кәрәк ине, уныһына ирешеп булманы. Белгән тиклеменә лә бик шатлана инем. Янған өй урынындағы торонбаштар, бүрәнә ҡалдыҡтары түгелеп тигеҙләнгәйне. Шул майҙанда әкренләп-әкренләп атайым хыялын – гөл баҡсаһы үҫтереүҙе тормошҡа ашыра инем. Хәҙер нисә йәй маташам инде. Бер ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән генә шаҡтай ауырға төшһә лә, маҡсатыма ирештем, буғай. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: киҫелгән ҡыуаҡтар менән уратылған түңәрәк майҙан. Уға газон үләндәре сәсеп, гел тигеҙләп сабып торам. Иң түрҙә альпинарий урынлашҡан. Унда йәй буйы тәпәш кенә үҫемлектәр бер-береһен алыштырып сәскә ата. Ташҡа ҡытлыҡ юҡ. Нигеҙ матур тигеҙ ҡомташтарҙан тора ине. Майҙан аша бөгөл-бөгөл һуҡмаҡтар һалынып, таш түшәлгән. Бер бөгөлдә бәләкәй күл урынлашҡан. Уныһы ла йорттан зыян күрмәй ҡалған ваннанан яһалған. Төбөнә ҡом, күл балсығы түшәп томбойоҡ, һыу үҫемлектәре ултыртҡанмын. Ҡыуаҡтар
эргәләтеп төрлө-төрлө гөлдәр үҫә. Иртә яҙҙан крокус, тюльпан, иристар, нәркәстәр сәскә ата башлай. Шулай дауам итә: берәүҙәренең ғүмере бөтөүгә, икенселәре гөрләп үҫә. Атайымдың хыялы булған биш ҡыуаҡ наҙлы раузалар ҙа бар. Аҡлан уртаһына бер бөртөк алмағас ултыртыуҙан башлағайным. Ул ҙур ағасҡа әйләнеп бара. Шунда ҙур булмаған өҫтәл менән ҡупшы эскәмйә яһап аҡҡа буяп ҡуйҙым. Был да үҙенсәлекле бер матурлыҡ бирә. Бар буш ваҡытымды шундағы эштәргә бирәм. Икенсе яҡта йәшелсә лә үҫтерәм, ул түтәлдәрҙе лә билдәле бер тәртип менән яһап матур итеп тоторға тырышам. Шаҡтай оҫтарғанмын инде. Был эштә Әсләм ағайҙың ҡатыны Мәрфуға апайға ярҙам итәм. Ауыр нәмәләр күтәрешергә, таш менән эш иткәндә уларҙың улдары ун дүрт йәшлек Асҡар менән ун алтынсы йәшкә сыҡҡан Йәғәфәр булышып китәләр. Улар менән ығы-зығы килеү күңелле булып ҡала.
Тыныс ваҡыттарында әсәйем дә эскәмйәгә сығып ултыра торған булып китте. Балҡып ултырған сәскә түтәлдәренә ҡарап уйға сумған төҫлө тынып ҡала. Белһәң ине, ниндәй уйҙар ҡайнай икән уның башында? Бер Хоҙай үҙе генә беләлер.
Минең хәҙерге йәшәүем эске һиҙемләүгә ҡоролған. Нисек итһәң дөрөҫ, ҡайһылай яҡшы булыр, үҙемдең яңылышыуымды ла тоям.
Ваҡыт һуң булып китте. Бөгөн ниңә шул тиклем хәтерләүҙәргә бирелдем әле? Йыш-йыш үткәндәремә әйләнеп ҡайтыу минең яңғыҙлығымдан киләлер ул. Ҡайтайым булмаһа. Һалҡынайтып та ебәрҙе. Йәнә лә күккә бағам, йыраҡта емелдәгән яҡтылыҡ сығанаҡтарына ҡарап һушым китеп торам. Ана Аҡҡош йондоҙлоғо. Муйынын һоноп ҡанаттарын йәйгән ҡош шау ғына булып күҙ алдына килә. М хәрефенә оҡшағаны – Кассиопея. Башҡортса исеме нисек икән? Йондоҙҙар арһына инеп аҙашһаң ине...
Кинәт янымда бер һын пәйҙә булды. Етеҙ бармаҡтар арҡама ҡағылып
үтте, йәбешкәк тирле ҡул ҡулымды тотто. Мин ҡуҡманым, хәрәкәттәр өркөткөс, һөмһөҙ түгел ине. Күҙемде киң асып төнгө ҡунаҡты сырамытырға тырышам. Танауыма оҙаҡ туҡтамай эскән кешенең һаҫығы бәрелде. Ә-ә, Хәбир ағай бит был. Хәҙерге ваҡытта ауылда йәшәгән сағыштырмаса йәш кеше. Уның армия хеҙмәтенән ҡайтҡаны бирле эске менән шөғөлләнгәнен беләм. Хәрби бурысын үтәгәндә фажиғәғә тарыған. Нимә эшләгәнен теүәл генә белмәйем, ләкин һул яҡ яңағындағы яра эҙҙәре шул хаҡта һөйләй. Уң яҡ бите - ҡәҙимге, һул яҡтан ҡараһаң, тетрәндергес. Күҙ ҡабағы бешеүҙән тартылып ҡалған. Минән шаҡтай олораҡ та ул. Моғайын утыҙға яҡындар. Был донъяның бәхетһеҙе бер мин генә түгелдер, күрәһең, тип уйлап ҡуям. Уның күптән һыу күрмәгән ҡулдары ҡыйыуһыҙ ғына тәнем буйлап шыуыша, ҡосаҡлап алырға ла иткән кеүек.
- Һин дә, мин дә яңғыҙ, әйҙә, донъяның рәхәтен татып ҡарайыҡ, булмаһа, - уның һаҫығынан ҡоҫорға етешһәм дә, тора бирәм. Үҙемә шундай битарафмын. “Тейһә, тейһен дә ҡуйһын. Был эштең нисек булғанын аңлармын. Ҡыҙ булып үлергә тимәгән...”
Тик тороуҙы ризалыҡ тип уйлап, ҡыйыулана бара. Әммә минең саф ҡыҙ булмышым баш күтәрә : “ Һин нимә? Ғүмерҙә бер була торған нәмәне ҡаҙ көтөүе йөрөгән ергә ятып, һаҫыҡҡа батҡан әҙәм менән атҡармаҡ булаһыңмы?”
- Туҡта! - ике тос йоҙроғомдо күкрәгенә терәп этеп ебәрәм. - Мин бик үк ҡаршы ла түгелмен ул, - үҙемдең һүҙҙәргә үҙем аптырап дауам итәм, - тик һин бөгөн бысраҡ бит әле. Иртәгә ошонда көтөрмөн. Бар, әлегә ҡайт, таҙарын, йыуын, - йәнә этәреп ҡуям.
Ул ҡыҙып китмәне, йыртҡысланманы, айнып киткәндәй тойолдо.
- Алдамаҫһыңмы?
- Юҡ, ана, йондоҙҙарға ҡара. Улар шаһит.
Ул башын юғары сөйҙө, аптырағандай булды, йәнә миңә өңөрәйҙе.
- Ысҡын тим дә инде. Бар, һаҫығыңды бөтөр, - шулай тинем дә етеҙ атлап китеп тә барҙым.
Ҡайҙалыр хыялый әтәс ҡысҡырып ҡуйҙы. Йоҡо аралаш эт ләңкелдәне. Нимә эшләнем? Юҡ, үкенерлек эш ҡылманым әле. Тиҙ тынысландым. Донъя йәнә тынлыҡҡа сумды. Шым ғына өйгә индем. Әсәй тигеҙ генә тын алып йоҡлай ине. Шунан солан төпкөлөндәге үҙемдең мөйөшөмә индем. Ут яҡтыртып стенаға эленгән көҙгөгә баҡтым. Күптән үҙемде күргәнем юҡ, юғиһә. Ә былай бер ҙә йәмһеҙ түгелмен икән дәһә. Ҡуңыр йөҙөм йәп-йәш, шыма, оҙон керпектәрем ҡуйы-ҡоңғорт күҙҙәремде ҡаймалап, күләгәләп тора. Уларҙа моңһоулыҡ, һағыш ҡатып ҡалған. Танауым саҡ ҡына көмрөрәк, нескә, ирендәрем тулы, сағыу. Кеше ҡарамаҫлыҡ түгелмен. “Бер иҫеректең иғтибар итеүенә лә елкенеп киткән булдыңмы, бахыр”, - тип үҙемде мыҫҡыл итергә тырышам, әрләп маташам, ә күңел үҙенекен ҡуймай. Кейемдәремде барлап сығам: район үҙәгенә барғанда кейә торған йүнлерәк джинсы менән кофтанан башҡаһы алам-һалам. Йорт тирәһендә кейгән төҫөн юғалтҡан спорт ыштандары, иҫке футболкалар, йоҡо күлдәктәре... Яңыһын алмағанға биш былтыр. Кеше алдында кейерлек күлдәк юҡ. Ауыл магазинының бер мөйөшөндә кейем-һалым эленеп торғаны иҫемә төштө. Иртүк барып килергә кәрәк. Шунан тиҙ генә яттым да йоҡлап та киттем...
... Иртән күҙемде асҡас, мөһим эш барлығы иҫемә төштө. Йәһәт кенә йыуынып, әсәйгә әҙерләп ашата һалдым. Ул ҡайһы ваҡыт ашауҙы бөтөнләй иҫенә төшөрмәй. Ҡалаҡлап ҡаптырырға кәрәк. Уның әле тынысланып ҡалған ваҡыты. Тәҙрәгә ҡарап бәүелеп тик ултыра.
- Әсәй, мин хәҙер килермен, йәме. Һин тик кенә ултырып тор.
Ул баш ҡаға. Шулай ҙа ишекте тыштан бикләргә кәрәк. Мин ҡапҡа төбөнә сыҡтым. Кеше әҫәре күренмәй. Ауыл бөтөп бара инде. Магазин
ябылғанға ла биш былтыр. Әле атай иҫән саҡта ғына гөрләп торған ауыл әкренләп юҡҡа сыға. Ана беҙгә ҡыялап, тауҙай ҡалҡып Әсләп ағайҙың йорто тора. Ул әле сағыштырмаса йәшерәк. Түбән яҡ оста Хәбир ағайҙың йорто арыу, бирешмәгән. Ҡалған хужалыҡтарҙа яңғыҙ әбейҙәр ҡалған. Биш йорт бөтөнләй ҡутарып кителгән. Нигеҙҙәренә кесерткән генә хужа. Бер аҙ уйланып торғас, үҙебеҙҙән өс саҡрым алыҫлыҡтағы Йосопҡа юл тоттом Унда магазин, фельшер пункты, инде туғыҙ йыллыҡҡа ҡалған мәктәп. Елдереп атлап китеп барғанда күңелемдә яралған тойғоға иғтибар итәм. Ул тойғо электән, бойҙай бөртөгө саҡлы ғына булһа ла, булған. Хәҙер уның тамыр ебәрергә маташыуына аптырай төштөм. Шул бәләкәй генә яралғы, өмөт ярсығы мине иртәнге ысыҡ ярып икенсе ауылға йүгерергә мәжбүр итә...
Бәхеткә ҡаршы, магазинда кеше юҡ тиерлек. Мин танымаған бер ҡарсыҡ ҡына сығып барған еренән өрәк күргән һымаҡ ҡарап алды ла, юҡ булды. Бер яҡ мөйөштө кейем-һалым биләгән икән, элек иғтибар итмәгәнмен. Ҡарашымды ҡайһы нәмәгә туҡтатырға белмәй аптырап ҡалдым. Һатыусы Әлфиә апай ярҙамға килде:
- Ниндәй кейем кәрәк? Ҡупшығамы, көндәлеккәме?
- Кейеп ҡарарға ине.
Һатыусы ишекте эстән шартлатып бикләп алды, кейеп ҡарар өсөн айырым урын бында юҡ ине.
- Шортик-маҙар кеймәйһең инде. Бына лосины, футболка. Кей.
Лосины тәнгә һылашып ҡына тора икән. Минең ҡаҡса, оҙонса кәүҙәмә бик килешә. Түшенә күбәләктәр төшөрөлгән ал футболка ла оҡшаны.
- Бына был юбканы ҡара.
Аҡ биҙәктәр төшөрөлгән ҡара ебәк юбка билде ҡыҫып ҡына тора, итәге өйөрмәле. Уны ап-аҡ, йылтыр мәрйендәр менән биҙәлгән, муйына асыҡ топик менән кейҙем. Барыһы ла таман, килешле. Аяҡҡа балетка тигән
тәпәш үксәле ҡупшы ғына туфли ҙа алдым. Йәнә лә помада, ҡара ҡәләм, ҡулға, биткә кремдар алдым. Яҡшы кәнфит, виноград, алма кеүек емештәр ҙә онотманым. Шөкөр, аҡсаға аптырамайым. Әсәйемә арыу ғына пенсия килә, тотолоп та бөтмәй. Артҡанын кенәгәгә һалам. Уйлаһаң, аҡса яҡшы уҡ йыйылды. Бала саҡта һатылған мал да капитал булып йыйыла бара. Уны ҡайҙа итермен тип уйлап та ҡуям.
Алған әйберҙәремә ҡәнәғәтлек кисереп, ашҡынып ҡайтып киләм. Әле минең кейенгем, көҙгөгә ҡарағым да килмәй ине. Хатта үҙеңде аңлауы ҡыйын. Ә әсәйемдең боҙолған аңында нимәләр ҡайнағанын ҡайҙан төшөнөргә? Ул тын ғына үҙ мөйөшөндә ҡыштырҙай. Сепрәктәр менән уйнаған һымаҡ тойола. Төрә, тағата, бөкләп һала. Арып китеп ятып ала. Уға күҙ һалып алғас, соландағы бүлмәмә инеп киттем. Яңы әйберҙәремә һөйөнә-һөйөнә кейеп ҡарайым. Ҡайсы теймәгән сәстәремде тараттым, улар билгә етеп тора. Ғөмүмән, әсәй мине яҡшы формала тота. Кәүҙәм спортсменкаларҙыҡы кеүек нескә, килешле. Лосины менән футболка һылыулыҡты асып ебәрә. Ҡаштарым саҡ ҡына ҡалыныраҡ, ирендәрем тулы, оялсан. Ҡаҡса яңаҡтарым көнгә янған, бер тапһыҙ, шыма. Күҙҙәремә тырышып һөрмә тарттым, иренемә помада тейҙерҙем. Билдәһеҙ ҡыуаныс көҫәгән йөрәгем ярһып типте. Үҙемдән оялып, ишек алдына сыҡтым. Тауыҡтарға ем һибеп, кәзәмде баҡса артына алып барып арҡанлағас, эшем дә бөткән төҫлө. Ваҡыт үткәрергә теләп бәрәңге араһындағы сүптәрҙе йолҡтом. Сәскәләрем араһында йөрөйөм. Астра менән георгиндар шау сәскәлә, ҡырау ҙа төшөргә ашыҡмай әле. Гөл түтәлдәре араһына тар һыҙат итеп ултыртып, махсус ҡағылған кәртәләргә үрмәләгән ҡыярҙар ҙа һалынып, ҙур бер әкиәт емештәрен хәтерләтеп ултыра. Ҡуйы йәшел япраҡтар үрелеп стена яһаған. Гөлдәр араһында йөрөп тыныслана төштөм. Уйҙар тулҡыны ташҡынында ҡайнаған бер бәләкәй юнысҡы һымаҡ кирегә – баласаҡ иленә алып китә.
Бәләкәй ауылда йәшәгәс Хәбир ағайҙы белеп, күрә йөрөнөм бит инде. Мин башланғыс синыфта уҡығанда ул өлкән егет ине инде. Спортсы, ярыштарҙа еңеүсе булараҡ линейкаларҙа маҡтап телгә алалар. Улай ғына ла түгел, район гәзите биттәрендә тыуған яҡ, тәүге саф хистәр хаҡында шиғырҙары ла баҫылып тора. Бына шул шәп егет, ата-әсәһенең өмөтө, армиянан харап булып ҡайтҡан. Уның ауылға ҡайтҡан ваҡытын хәтерләмәйем, сөнки үҙ ҡайғым баштан ашҡан ваҡыт. Аҙаҡ ҡына уның хаҡта, тәне генә түгел, йәне лә имгәнгән кеше булып ҡайтыуын аңланым. Үҙ башынан ҡайғы-хәсрәт үткәргән кеше бүтәндәр хәлен тиҙерәк төшөнәлер ул. Ул инде байтаҡ йылдар ата-әсәһе менән йәшәй. Йорт тирәһен бер үҙе алып бара тиһәң дә була. Бесән-утын эшләй, бәрәңгеһен ултырта, ҡаҙа. Малын да көтә. Был мәшәҡәттәр гел генә эске менән аралаша. Ауыр эш ваҡытында атаһы үҙе лә алып бирә, аталы-уллы табындаш булып та китәләр. Ә тикәй ваҡытта улдары үҙ йүнен үҙе күрә. Ауыл тотошо менән оло кешеләрҙән торғас, йомошо-эше табылып тора. Үҙе үк кемгә ни кәрәген белеп барып инә, эшен эшләй. Хаҡы билдәле инде. Холҡо тыныс булғас ата-әсәһе күнеп ҡараймы, бүтән юлын тапмайҙармы? Ниңә дауаларға тырышмайҙар икән? Хәбирҙән өлкән туғандары күптән башлы-күҙле, ҡаларҙа йәшәйҙәр. Һирәкләп кенә ауылға ла ҡайтып китәләр.
Кәзәмде алып ҡайтайым тип барһам, уның янынды һәнәк мөгөҙлө хәтәр тәкә баҫып тора. Мине күргәс һыңар тояғы менән ергә тыпылдатып тибеп-тибеп алды. Күкшел йөнлө сибәр тәкә-егет. Мамыҡлы нәҫел булырға тейеш. Ҡайҙан килде икән? Беҙҙең ауылда кәзә миндә генә. Бынан ике йыл элек күрше ауылға барып ҡасырып алып ҡатҡайным. Былтыр ҡул етмәне. Былар янына яҡын барырлыҡ түгел. Буш ҡаййтып киттем.
Эңер төшә. Әсәйҙе ихатаға сығарып саф һауала йөрөттөм. Ул
Оҙаҡ ҡына гөл-сәскәләргә күҙен киң асып ҡарап тора, һоҡланалыр. Өйгә индереп ятҡырам, дарыуын ҡаптырам. Ул мышнап йоҡлап китә. Икенсе уйҙар менән баш ватыуыма үҙемде хыянатсы һымаҡ хис итеп ҡуям. Мөйөшөмә инеп яңы кейем кейҙем. Үҙемсә төҙәндем, һөртөндөм. Кистәр һалҡынса, джинсы курткамды яурыныма һалдым. Егерме дүрт йәшемдә тәүге тапҡыр ир-егет менән осрашырға барам. Йөрәгем дөпөлдәй, быуыным бушаҡ. Йәнә иҫерек булһа, ни эшләрмен?
Ул мине көтөп тора ине инде. Мине танып талпынды, күкрәгенән иңрәүгә оҡшаш өн сыҡты. “Уффф...”- тине буғай. Йөҙгә-йөҙ туҡтап ҡалдыҡ. Айныҡ... Хатта одеколон еҫе бөркөлдө. Уттай янған ҡулдары минең ҡулдарҙы тотто. Ә мин, киреһенсә, туңып китеп, тешем-тешкә теймәй дерелдәп ҡуйҙым. Торабыҙ. Өндәшмәйбеҙ. Ул да минең хәлдә.
- Ниндәй матур кис, - тинем мин.
- Эҫе, - эҫе һулышы миңә бөркөлдө, - килмәҫ был тип уйлағайным. Килдең... Рәхмәт.
Әкренләп яр буйлап киттек, юлға төшөп Урта тау битләүенә күтәрелдек. Бер аҙналыҡ тирәһе ай урағы ҡалҡты. Һанһыҙ йондоҙҙар беҙҙе күҙәтте. Мин, ғәҙәтемсә, башымды сөйөп күккә баҡтым. Бер генә миҙгел йондоҙҙар араһынан барам һымаҡ тойолдо. Тәүге ҡыйынһыныу, оялыу үтеп китте, шикелле.
- Кисә һинең эргәңдән ҡайтҡас уҡ төндө-төн тимәй мунса яғырға керештем, - тип һөйләп китте юлдашым.- Тәнемә генә түгел, хатта күңелемә йыйылған шаҡшылыҡты тир менән ағыҙырға тырыштым. Иртән әсәйем һыйыр һауып инеп киткәс кенә урыныма инеп яттым. Йәшәү рәүешем шул тиклем ялҡытты. Үҙемә-үҙем ытырғаныс булып китәм. Айныһам, тормоштоң мәғәнәһеҙлеге тағы эскегә этәрә. Шулай һиҙелмәй генә хәтһеҙ ваҡыт үтеп киткән, - ул күңел төпкөлөнән сыҡҡан хәбәрҙәрен тоноҡ ҡына тауыш менән бәйән итә. Мин бүлдермәйем. - Аңларҙай,
хәлеңде төшөнөрҙәй әҙәм генә юҡ. Ваҡытлыса шешәләш булып алғандары күптән әҙәм сифатын юғалтҡан бәндәләр. Мин улай түгел инем, - уның күкрәгенән әрнеүле иңрәү артылды.
- Атай менән әсәй миңә ҡул һелтәнеләр, шикелле. Тәүҙәрәк аҡылға килтерергә, ҡайҙа булһа ла урынлаштырырға тырышалар ине. Хәҙер инде өндәшмәйҙәр. Олоғаялар бит, ауырыуҙары күбәйҙе. Ниндәй генә булһам да, ауыр эштәрҙе мин башҡарам. Атай миңә шешәләш булып та ала. Әсәйҙең ене ҡотора. Кешене тиргәп кенә әҙәм итеп булмағанын ниңә аңламай икән?
Ҡайҙалыр саҡ-суҡ ҡысҡырҙы ла артынан ел иҫеп ҡуйҙы. Йәнә тып-тын булып ҡалды. Бар донъяла икәү генә һымаҡ.
- Беләһеңме, - тип дауам итә ул, - мин һине ҡарай йөрөнөм. Дөрөҫ, һирәк күрә инем, күрһәм, ҡасырға тырышам. Буй еткеһеҙ күрендең. Сибәрһең, йәшһең.
Йә Хоҙай! Миңә һоҡланыусы ла булған икән.
- Әйҙә, мин һине сәй эсергә саҡырам.
- Әсәйең?
- Ул күптән йоҡлай, - үҙем дә һиҙмәҫтән уны етәкләп алдым. Әйтерһең, янымда күптәнге танышым.
Ишекте асып, уны үҙ мөйөшөмә үткәрҙем, ут яҡтырттым. Ул күҙен сылт-сылт йомоп алып, миңә текәлде. Һоҡланыуын, иҫе китеүен ул һис кенә лә йәшермәне.
- Ҡалай һылыуһың. Йәшәгән ерең дә үҙең кеүек ыҡсым, ҡупшы. Егеттең ҡарашы бәләкәй көршәктәге шау сәскәлә ултырған гөлдә туҡталды.
Мин сәй ҡайнатып алам. Тәм-томдарҙы алдан уҡ сығарып ҡуйғайным. Сәй бешерәм, сынаяҡтарға ҡоям.
- Әйҙә, сынаяҡты ал, етеш булғанына.
- Киләсәктә шулай аралашырға яҙһын йәме, Мөнирә, - Хәбир ағай сәйен уртланы, - ах тәме лә тәме. Бындай тәмде күптәнән тойғаным юҡ.
Мин күберәк өндәшмәй торһам да, ул аптырамай, хәбәргә һыуһаған кешеләй һүҙен табып һөйләй бирә. Минең йөҙөмдә сағылған мәғәнәгә ҡарап аңлап торған һымаҡ. Шулай оҙаҡ ултырып ташланыҡ. Үҙе тураһында байтаҡ һөйләне ул. Ваҡыт бик тиҙ үтте. Сәғәт төнгө өс ине инде.
- Йә, булмаһа, хуш итәйек, - тинем.
- Йә, әләһәң, ул тиклем әрһеҙләшеү ярамаҫ, - ул китергә ҡуҙғалды.
Уны оҙатырға тышҡа сыҡтым. Ҡараңғыла ҡыйыуланып китеп, ҡосағына алды.
- Һинән һис кенә айырылғым килмәй, - мине үҙенә ныҡ итеп ҡыҫты. Миңә рәхәт тә, ҡыйын да. Шулай ҙа ситкә тартылдым.
“Аралашыр өсөн алда көндәр күп”, - тип әйтергә теләгәйнем, тыйылдым. Ул көрһөндө.
- Иртәгә лә осрашырбыҙ бит, - тине.
- Ярар, - тинем бер аҙ көттөрә биреп.
Ул китеп барҙы. Урыныма инеп яттым. Бар булмышым йырлай. Яҡтырыр алдынан ғына йоҡлап киттем. Ғәҙәттәгегә ҡарағанда һуңлап килеп торҙом. Әсәйем тороп йөрөп ята. Уның уйһыҙ тыныс йөҙөнә ҡарап алғас, үҙемә лә рәхәт булып китте. Уны еңелсә ашатып алғас, кәзәмә йүгерҙем. Малҡайым рәхәтләнеп көйшәп ята, егете юҡ булған. Янына ҡуйған һыуын оҙаҡлап эсте, шунан үлән семеткеләй башланы. Минең көн ғәҙәттәге юлына төшөп дауам итә, әйтерһең, бер ни ҙә булмаған. Әсәйемде йөрөтөп килергә булдым. Ниңә уның сығып йүгергәнен көтөргә. Башта баҡса артына сығып, тар һуҡмаҡ аша бер һыҙат таллыҡты үтәбеҙ. Йырын аша нәҙек кенә һыу сөптөрҙәй.Уны аша сыҡҡас ҙур, оҙон болон башлана, уртаһынан юл һуҙылған. Элек бесәнлеккә шул юл менән бара инек. Әле лә шул юлдан йөрөйбөҙ. Таллыҡ ситтәрендә гөлйемеш ҡыҙыл-һары емештәрен балҡыта. Берәй көн йыйып алырға кәрәк булыр. Бөгөн көн болот, һалҡынса еле бар. Бер аҙҙан әсәйем
йонсоп китте, ҡайтыу яғына боролдоҡ. Байтаҡ киткәнбеҙ икән. Ҡайтыу менән сәй эсеп ятып торҙоҡ. Саҡ ҡына серем итеп алдыҡ. Төшөмдә яныма ул килеп баҫҡан һымаҡ тойолдо. Һикереп торҙом. “Бер-ике күреп һаташа ла башланыммы?” - тип үҙемде тиргәнем.
Август бик тиҙ үтеп бара. Хәбир менән көн дә осраштыҡ. Ул да, мин дә бер-беребеҙҙе тыуғандан бирле белгән кеүекбеҙ. Бында дөрөҫлөк тә бар. Ни генә тимә, бер ауылда йәшәп, бер үк һыуҙы эсеп, бер үк тупраҡтан йөрөп, уның биргәненән туҡланып үҫкәнбеҙ. Хәбирҙең һүҙгә, фекергә бай булыуы һоҡландыра.
- Күңелеңде, йөрәгеңде асып бирә алған кешенең булыуы иң ҙур бәхет икән, - ти ул. - Һин мине нисек бармын, шулай ҡабул итәһең.
Был тап шулай. Бар булмышын миңә асып һалыуы әсир итә. Үҙем дә әкренләп асыла барам. Көтөп алыуымды йәшермәйем. Һөйләмәгән нәмә ҡалмай. Тик бер нәмәне һаман урап үтәбеҙ, ә эстән шул хаҡта уйлайбыҙ бит инде.
Осрашҡан саҡта ҡосаҡлашыу, бер-береңде наҙлау, үбеп алыу кеүек нәмәләр ғәҙәти күренешкә әйләнде. Ул ҡайтып китер саҡта минән айырыла алмай ыҙа сигә. Тик һуңғы сикте боҙоуҙан һаман тыйыла, мин ҡатын-ҡыҙ булараҡ әҙәп һаҡлайым.
- Бынан алдағы йәшәү ниндәй мәғәнәһеҙ, ғүмерҙе бушҡа уҙғарыу булған, - ти ул. - Тегендә, Чечняла, БМП эсендә дуҫтарым янып үлеп, бер үҙем ҡалғас йәшәү енәйәт һымаҡ тойола ине. Улар – юҡ, ә мин бар. “Ниңә, ниңә ҡалдым”,- тип өҙгөләндем. Ә, киреһенсә, донъяһына үс итеп, улар өсөн дә йәшәргә кәрәк булған бит. Бына һин йәшәйһең, сабый ғына көйө күп нәмәләрҙе еңеп сыҡҡанһың. Һине осратҡас ошо хаҡта аңланым.
- Мин әллә ни аңлы рәүештә тырыша белмәнем дә ул. Шулай тейеш и бөттө. Төпкә китеп уйлаған тиһеңме? Ә-ә, бер нәмә һорайым әле, быға тиклем ғашиҡ булманыңмы?
- Мәктәптә уҡығанда булды инде. Тик телдән дә әйтелмәй, аңлашмай ҙа ҡалдым. Өлгөрөрмөн һымаҡ тойола ине. Армиянан яралы күңел, йәрәхәтле йөҙ менән ҡайтҡас, ҡыҙҙарға ҡарарға баҙнат та итмәнем, - Хәбир көрһөндө. Яурынымдан алып үҙенә ҡыҫты. - Күктән төшкән бәхет кеүек булдың. Көтмәгән ерҙән һине таптым. Хатта ышаныуы ла ҡыйын. Хоҙай һине минең өсөн һаҡлағандыр, - уның тауышы ҡалтыранып китте.
Ир кеше булһа ла, һуғыш-үлем күһә лә миңә ҡарағанда нескәрәк күңелле. Уны бар йәнем менән аңлайым. Уға һеңдем, йөрәгенә инеп барлыҡ һағыш-зарын һыпырып алғым килде. Юҡ, ул бөгөн ҡайтып китмәне. Мине күтәреп алды ла тупһанан эскә атланы.
Мин ныҡ ҡурҡып ҡалтыранһам да, барыһы ла яҡшы килеп сыҡты. Ул наҙлы һәм һаҡ тотондо. Тәүге минуттарҙан уҡ икебеҙ бер бөтөндөң ике яртыһы икәнлегебеҙгә төшөндөк. Был хәл күңелдәребеҙҙе шатлыҡ, бәхет менән тултырҙы.
- Рәхмәт, ҡәҙерлем, миңә йәшлегеңде, сафлығыңды бүләк иттең. Инде өмөт итмәгән ерҙән ожмах ҡапҡаһын астың. Минең ғүмеремдә һинән ҙурыраҡ бүләктең, бәхеттең булыуы мөмкин түгел, - ти ул күңел төпкөлөнән сыҡҡан тауыш менән, үҙе өҙлөкһөҙ сәстәремдән һыйпай.
Мин тынып ҡалғанмын. Бер аҙ һыҙланыу ҡушылған тыныслыҡ, иҙерәп ҡалыу хисе йәнемде-тәнемде солғаған.
- Бынан ары ни эшләрбеҙ икән?
- Көҙгө эштәр бөтһөн, картуф ҡаҙылһын, бесәнде лә ташып бөтәһе бар. Мал-тыуар ҡураға ингәс ЗАГС-ҡа ғариза яҙып, никах уҡытырбыҙ, Алла бирһә.
- Нисек? Мин әсәйемде бер нисек тә ташлай алмаясаҡмын.
- Төп эш никахлы ир һәм ҡатын булыуҙа. Миңә ике яҡта ла йөрөргә тура киләсәк. Атай-әсәйгә ярҙам итеп торорға ла, һиндә йәшәргә була.
Шулай төн буйы һөйләштек.Хәбир таң һыҙылғас ҡына китергә
йыйынды.
- Мөнирә, мөмкин булһа һинең яныңдан һис кенә китмәҫ инем. Һуңғы ваҡытта бары һинең менән, һинең өсөн генә йәшәйем, - ул мине күкрәгенә ҡыҫып оҙаҡ ебәрмәй торҙо. Мин һаҡ ҡына этәреп, уны китергә мәжбүр иттем. Шунан ғына иҫенә килеп, китеп барҙы.
Көндәлек эштәремде осоп йөрөп эшләп ташланым. Әсәйемдә был арала үҙгәреш һиҙәм. Күҙҙәре нисектер аңлы, уйлы ҡарай. Ҡайһы саҡ аптырап та киткән төҫлө. Ул бөтөнләй тыныс, һалмаҡ. Үҙен ҡарай башланы. Тороп йыуына, ашана. Сәй ҙә ҡуйып эсә, йомортҡа бешерә. Өҫ-башына иғтибар итә.
Көҙгә мәшәҡәттәр өйөлдө. Кәзә йәшәгән аласыҡты һыларға кәрәк. Йәшелсәләрҙе йыйып, картуф ҡаҙыу ваҡыты еткән. Әсәйҙе йөрөтөп килтереү, артып алыу мөһим. Юҡһа, әллә ҡайҙа китеп юғалыр. Уйланып йөрөгәндә картуф ҡаҙыу үҙенән-үҙе хәл ителде лә ҡуйҙы. Төндәр айлы тороуҙан файҙаланып, Хәбир бөтә баҡсаны ҡаҙҙы ла ташланы. Мин көндөҙ сүпләп, ҡояшта киптереп алдым. Һөйгәнем тоҡлап ташып та ҡуйҙы. Мин аҙна-ун көнгә һуҙа торған эш ике көндә осланды. Һатып алынған утынды ла лампочка яҡтыһында япма аҫтына өйөп ҡуйҙыҡ. Парлап донъя көтөү ҡалай рәхәт икән. Аптырайым да, һөйөнәм дә. Хәҙерге бәхетем һағайтып та ҡуя. Шатлыҡҡа иҫереп йөрөгәндә әллә ниндәй бәхетһеҙлек менән алашыныр һымаҡ тойола. Бына бөгөн дә күҙ бәйләнеү менән Хәбир һаҡ ҡына ишек шаҡыны. Әсәйемде, ғәҙәттәгесә, тәрбиәләп бөтөп, уны көтөп йөрөгән сағым. Йүгереп сығып һөйгәнемдең ҡайнар ҡосағына ташланам. Бәхеткә, яратышыуға сарсаған йәндәр һөйөүҙәрен ҡандыра алмай ғазаплана. Эйе, беҙҙең мөнәсәбәттәр ҡай саҡта интегеүгә оҡшай. Бына тап ошо мәл бергә булыуҙың һуңғы минуттары һымаҡ тойолоп китә.
- Көндәр һыуыта, соланда ҡауышыуҙар мөмкин булмай башлар, - ти
һөйгәнем.
- Миңә һинең менән һалҡын ҡыштар ҙа һыуыҡ булмаҫлыҡ.
- Йүләрләнмә, мин һине һаҡларға, яҡларға тейешмен. Сөнки берҙән-берем бит һин, - уның тауышы шул тиклем йомшаҡ, йөрәгемә үтеп инә. - Көҙгө эштәр бөттө бит инде. Иртәгә үк атай-әсәй менән һөйләшергә, никахлашырға, мөнәсәбәттәрҙе асырға кәрәк. Оҙаҡҡа һуҙып бур кешеләрҙәй ҡыланыуҙан фәтеүә юҡ.
Мин өндәшмәйем, ризалығымды белдереп уға һыйынам.
* * *
Никахлашырға килешеп айырылышҡан көндөң икенсе кисендә Хәбир килмәне. Мин уны төн буйы көттөм. Һәр өнгә ҡолаҡ һалып уяулы-йоҡоло яттым. Үҙемде төрлөсә йыуатырға тырыштым. Тышҡа ҡат-ҡат сығып индем. Һөйгәнем һаҡ ҡына баҫып артҡы баҡсанан киләлер кеүек тойолдо. Хатта һауалағы йондоҙҙар ҙа һорау менән ҡарайҙар һымаҡ : “Ни булды? Ни булды?” Юҡ бит, юҡ. Төн үтте. Ҡәҙимге көн килде, юҡ-бар мәшәҡәт менән йәнә үтте.
Әсәйем һуңғы ваҡыт бөтөнләй тынып ҡалған төҫлө. Үҙенсә урынын рәтләп йыйып ҡуя. Алмаш кейемдәрен йә матурлап бөкләп һала, йә тарата. Нимәлер эҙләгән һымаҡ итә. Үҙенсә ҡыланһын инде тип өндәшмәйем. Икенсе кис етте, Хәбир һаман күренмәне. Бар донъя тынып ҡалған, йөрәгемдә һағыш уҡмашты. Юҡ, таралмай ҡайғы, бар булмышым өнһөҙ илай. Әллә ниндәй тынысһыҙ йоҡоға сумам да, тертләп уянам. Йылдай оҙон тойолған төн йәнә үтә. Инде ысынлап тороп өмөтһөҙлөккә бирелдем. Шулайҙыр инде, бәхет өсөн яралмағанмындыр, күрәһең. Тик уға рәнйеш һиҙмәйем. Ни булғанын белмәйем бит әле. Ҡолағымда һаман уның эскерһеҙ тауышы: “Мин тик һине генә көтөп йәшәгәнмен, һинең менән күктең етенсе ҡатындамын.”
Үҙ уйҙарыма бирелеп өйҙә арлы-бирле мыштырҙағанда һаҡ ҡына ишек
шаҡынылар. “Ул!” Мин ишеккә йүгерҙем. Тик соланда Әсләм ағайҙың ҡатыны Мәрфуға апай тора ине. Көҙгә һалҡын соланға бер ҡат ситса халат менән сыҡһам да, ул инмәне. Уртаға бөкләнгән бер бит ҡағыҙ тотторҙо ла һөйләп китте:
- Хәбир ата-әсәһенә һиңә өйләнергә теләүен белдергән икән. Фәриха апай шундуҡ туҙынып киткән. Быларҙы һиңә еткереүе миңә рәхәт түгел, тик әйтмәй ҙә булмай. Шул. Егетеңдең әсәһе, шул Чечняңда ғына ҡалһаң, бер ҡайғы булыр инең, исмаһам, тип ысҡындырған. Шуның арҡаһында күҙ терәп кенә торған таянысыбыҙҙан яҙҙыҡ, тип туҙына, ҡәһәрләй. Йә, илсегә үлем юҡ, - Мәрфуға апай китеп тә барҙы.
Һалҡынды ла һиҙмәй иҫем китеп тора биргәс, кереп киттем. Шунда ғына түшемә ҡыҫҡан ҡағыҙ киҫәге иҫемә төштө. Ашығып күҙ йүгертәм.
Мөнирә!
Ғәфү ит мине. Хәҙерге ваҡытта һине лә, үҙемде лә яҡларлыҡ бәндә түгелмен. Аңларһың тимен, һин бит төшөнә торған кеше. Тик шуны белеп йәшә: һин донъяла берҙән-бер һәм ҡәҙерле кешем. Һине өмөтләндергәнем өсөн тағы ла бер ғәфү ит. Шулай ҙа өмөттө үлтермәйек. Мин киләсәктә һиңә лайыҡлы булырға тырышырмын. Ауыҙ тултырып, бар ғаләм алдында: “Мин уны яратам, мин уға ғына өйләнәм”, - тип әйтә алғанға тиклем тырышырмын. Тик күпме ваҡыт үтер, уныһын бына әйтә алмайым. Хуш, берҙән-берем.
Һинең Хәбирең
Был хат мине тынысландырып ебәргәндәй итте. “Көтөрмөн, йөрәккәйем”, - тип шыбырҙаным. “Көт”, - тигәс көтәм инде. Өмөтөм һүнмәне, бер осҡон булып йөрәк түренә йәшенеп, боҫоп ҡалды. Сабыр итергә, түҙергә өйрәнгәнмен бит инде. Бер кемдән бер нәмә өмөт итмәй, тик үҙемә генә ышанып, фәҡәт үҙ көсөмә таянып йәшәмәнемме ни? Өс айға яҡын бәхет даръяһында гиҙҙем, һөйҙөм, мине лә һөйҙөләр. Ғүмер
буйы уйлап, һағынып йәшәр иҫтәлек ҡалды, исмаһам. Минең өлөшкә, бәлки, шул да етәлер. Шулай хәл иттем, үҙемде ғазапламаҫҡа, әллә нимәләр уйлап хыялланмаҫҡа бойорҙом. Йәшәү мәғәнәһе йәнә йән аҫырауға ҡайтып ҡалды. Шулай ҙа тормошомдоң ыңғай яғы ла асылды. Әсәйемдең ярһыуҙары баҫылып, бөтөнләй шымып ҡалды. Тынысландырғыс дарыуҙар бирмәй башланым. Шулар арҡаһында артыҡ ҡаңғырып ултыралыр тип уйлап ҡуям. Әсәйем теремекләнә төшкән кеүек. Миңә ярҙам итергә теләүе күренә. Сынаяҡ, һауыт-һаба йыуа. Мин бушамай баҡсамда йөрөгәндә, иҙәнде таҙалай, урынын ҡупшы тоторға тырыша. Ул миңә ҡарағанда бөхтәрәк тә икән әле. Тормош бер яҡтан мәхрүм итһә, икенсе яҡлап бүләкләп тә ҡуя икән. Тағы бер сәйер хәл: әсәй бәпәй уйнай. Берәй ҙур таҫтамалды йомарлап алып шәлъяулығына төрөп ала. Шуны ҡомаҡлап, көйләп ултыра. Һағышлы моңо үҙәккә үтерлек. Әллә Ильяс туғанымды шулай һағынамы? Юҡ, һорарға йөръәт итмәйем. Иң мөһиме - уның тынысланыуы. Ана, әле лә хәстәрлекле, мөләйем ҡиәфәткә инеп шым ғына йырлай, бәпес бәүелтә. “Әйҙә, әсәй, әҙерәк саф һауала йөрөп киләйек”, - тимәһәң, сығырға уйлап та бирмәй.
Уның яңы ғәҙәтенә төшөнгәндәй булдым. Нимәлер һиҙҙерә, киҫәтә бит. Үҙемдең иҫәүәнлегемә аптырап китәм. Ноябрь башы бит. Сентябрҙән бирле айлыҡтарым булмаған да баһа. Мин ауырлы булып сығам түгелме? Хәлемде әсәйемә берәй серле көс аңлатамы, үҙе һиҙенәме? Аптырап хайран булып йөрөйөм. Бөтөнләй иҫ китте. Әсәйем шулай тынысланып ҡалһа, бәпес ҡарау мөмкин буласаҡ. Көндән-көн һөйөнөсөм үҫә генә бара. Минең дә балам – киләсәккә йәшәү маҡсатым, өмөтөм, таянысым булыр. Хәбиргә рәхмәтле генә булырға тейешмен. Хәйер, уға асыуым да килмәй, йөрәк кенә сикһеҙ һағыныуҙан әрней.
Һуңғы арала Мәрфуға апай менән яҡын дуҫтар булып киттек. Ул да өйөндө күп ваҡыт бер үҙе. Ире эш тип саба, балалары үҫеп бөткән инде.
Апай йыш-йыш ҡына минең хәлде белешә. Ире өйҙә булмаһа, берәй тәмлекәс бешереп өйөнә саҡыра. Әсәйҙе лә эйәртә башланым. Ул һөйләшмәй генә йөрөһә лә, ҡәнәғәт икәнен күрәм. Кеше менән аралашыу күңелде күтәрә, эс бошоуҙарын баҫа икән. Күңел күтәрелә, осоп тигәндәй йөрөйөм. Токсикоз тигән нәмә бөтөнләй борсомай, бөтөн булмышым донъяға тыуасаҡ балам өсөн йәшәй, уны көтә, һөйөнә. Был тойғоно ябай һүҙҙәр менән аңлатып та булмай, бары кисереп кенә булалыр. Шулай ҡанатланып йөрөп ҡышҡа индем. Хәбиргә булған хистәремде ҡайҙалыр төпкә йәшерҙем, баҫырып һалып ҡуйҙым. Юҡҡа ла сыҡманы ул, һағынып та йонсомай башланым. Миндә бит уның кескәй генә өлөшө йәшәй. Шул тыныслыҡҡа өндәй, тыя булалыр. Хәлемсә яҡшы ашарға тырышам, әсәйем менән оҙаҡ итеп саф һауала йөрөйбөҙ. Ул күндәм, тыңлаусан. Шуға ифрат та һөйөнәм. Ҡыҫҡаһы, бәхетлемен. Үҙемде белгәндән алып шундай саф күңел, болотһоҙ ҡыуаныс менән йәшәгәнем юҡ ине. Ҡыш башында кәзәм бәрәсләп бирҙе. Был да үҙенә ҡарата шатлыҡ, бәхет. Тыуасаҡ сабыйым ырыҫлы булыуға юраным. Шулай төрлө уй-хыял, өмөт менән йәшәп ятҡан көндәрем.
Бер көн көтмәгәндә Мәрфуға апай килеп инде. Өйҙө йылы итеп яҡҡанмын, өҫтөмдә йоҡа ғына ситса күлдәк. Апай ишек төбөнән уҙып китмәгән көйө миңә ҡарап ҡатты. Уның ҡарашынан һурылып китеп, тиҙ генә әсәйемдең иҫке джемперын алып ҡапландым.
- Таҡта кеүек була торғайның. Был арала ҡалай йомроланып киткәнһең ул. Әллә... ниме? - тип һуҙҙы ул.
Урында шым ғына ултырған әсәйемә күҙ һирпеп ҡарап алдым да:
- Мин әле тышҡа сығырға йөрөй инем бит, һин көт, - тип ләпелдәгән булдым.
Кейенә һалып алдым да, һауаға сыҡтыҡ.
- Ҡыҙыҡай, һиңә фельдшерға күренергә, карта тултырырға, анализзда
- Ваҡытынан алда кешеләрҙең белеп ҡалыуҙарын теләмәйем. Ике ауылды бер итеп сәйнәйәсәктәр. Былай ҙа күҙҙәренә өрәк кеүек күренәм. Мине почтала, магазинда осратһалар, эргәмдән тиҙерәк китә һалалар.
- Табырға ҡарар иткәс, иҫәптә торорға, даими тикшерелергә кәрәк. Ул-был хәл булһа, кемдер яуаплы булырға тейеш тә инде.
- Ул-был бумаҫына ышанам. Шул тиклем еңел йөрөп ятам. Бер ҡыйын яғын да күрмәйем, - мин үҙемдекен һөйләй бирәм.
- Ә әсәйең ни эшләй?
- Ул ныҡ тынысланып ҡалды. Үҙең күреп тораһың.
- Әсәйең кеүек кеше менән йәшәп, уның нәҫеленән бала табырға яраймы икән? Уйла, һуңға ҡалма.
Мин тертләп киттем. Ҡотом осто, сикһеҙ рәнйеш тыуҙы. Алдан белә-күрә йөрөп шулай тисе! Ул шулай тип әйткәс, ете ят врачтар ни тип әйтерҙәр?
- Апай, һин дә шулай тигәс инде! Әсәйем иҫәр булып тыумаған, ундай хәл нәҫелендә булмаған. Ҡот осҡос хәлдәр уны ошо көнгә төшөргәнен белеп тораһың даһа! - тауышым өҙөлөп туҡтап ҡалдым. Нисек тә үҙемде тынысландырырға тырыштым.
Мәрфуға апай ҡыйынһынып китте, йөҙө бурҙаттай янды.
- Мин һине буласаҡ бәхетһеҙлектәрҙән ҡурсаларға ғына тырышам бит, туғанҡайым.
- Ғүмер буйы гел генә бәхетһеҙ булырға тимәгәндер. Әҙерәк кенә бәхетле булырға хаҡым барҙыр. Донъя аҡ менән ҡараның сиратлашыуынан тора тиҙәр бит. Әлегә тиклем күргәндәремдән, барыбер, яҡшыраҡ булыр һымаҡ. Бер кемгә лә яманлығым да тейгән юҡ.
- Эй, балаҡай, яңғыҙ башың бала үҫтереүҙе бәхеткә юрап торғас, үҙ көсөңдө ҡарайһың инде. Үҫмер түгелһең, бала ғына көйө ниндәй
хәлдәрҙе йыйып сыҡтың. Йә, йә, үҙең беләһең.
- Апай, минең хәл икебеҙ араһында ҡалһын.
- Нисек теләйһең, шулай булыр.
Мәрфуға апай китеп барҙы.
* * *
Оҙон ҡыш үтте, уны яҙ алыштырҙы. Ҡорһағымды һаҡлап, сығып йөрөмәйем тиерлек. Хәйер, беҙҙең урамда йәшәгән ун бөртөк пенсионер араһында был ҡыйын түгел. Кеше күҙенән һаҡланыр өсөн алдан байтаҡ эш эшләнем. Аҙыҡ-түлекте алдан күпләп йыя барҙым. Бәпескә кәрәк әйбер-ҡаралтыларҙы Әсләм ағай менән район үҙәгенә барып алдан алырға тура килде. Әсәйҙең пенсияһын кенәгәгә күсерҙем. Ай һайын килер килем булмағас, һаҡлыҡта ятҡанын күп кенә итеп алдым. Утҡа Мәрфуға апай артынан биреп ебәреп түләнем. Йортто алдан уҡ йыуып, мейесен ағартып, бөтә ипкә килтерҙем. Мәрфуға апай ҙа булышып китә. Әсәй, рәхмәт яуғыры, бөтөнләй тынысланып ҡалды. Уның был хәленә алты-ете ай була инде. Өй тирәһендә күп кенә эшләй: йорт эсен бөхтә тота, ҡойонан һыу индерә. Ҡыҫҡаһы, бөтөн эште үҙе белеп эшләй тиер инем, аш-һыу янына яҡын бармай, мейес яҡмай. Ут менән бәйле эштәргә ҡыҫылмай. Түтәл ҡаҙҙы, мин өйрәтеп торғанса кишерен-ҡыярын, һуғанын ултыртты. Ишек алдын сәскәгә тултырып булманы инде. Уның ҡарауы күп йыллыҡтары гөрләп ултыра. Күңелем тып-тыныс, рәхәт. Бер нәмә борсомай. Шулай ҙа гел һаҡмын, ҡырағай йәнлек балаһы кеүек өңөмә боҫорға ғына торам. Бер көн тәҙрәгә күҙ төштө: күрше ауылдан оло йәштәрҙәге өс ҡатын еңелсә пакеттарын тотоп үтеп баралар. Бер-бер артлы ике машина үтеп китте. Ят кешеләр, машиналар күренеүе тиккә булмаҫ. Ҡапҡаны ҡыҫып ҡараһам, Хәбирҙәрҙең ҡапҡа төбөндә байтаҡ машина йыйылған. Йөрәгемдең ҡото китте. Ни булған һуң? Мәрфуға апайға барайым әле ни булһа ла.
Апай уйсан ғына ҡиәфәттә төшкөлөккә ашарға бешереп йөрөй.
Хафаланыуым йөҙөмә сыҡҡандыр, аҡыллы мөләйем апай бөтөн торошо менән тынысландырырға саҡыра ине. Тын ғына ултырам. Апай өйрәнелгән хәрәкәттәр менән ҡамыр баҫа, йәйә, әкренләп һүҙ башлай:
- Өләсәйем мәрхүмәне уйлап йөрөйөм әле, - ти ул көтмәгәндә. - Һин мине тыңла, күңелеңә һал.
Мин белгәне бирле дөм һуҡыр ҡарсыҡ ине. Шулай булһа ла, бар яҡлап та үҙен ҡарай. Кеше көнлө булып ултырмай. Биш ваҡыт намаҙ уҡый. Ә ғибәҙәт ҡылған кеше үҙенең өҫ-башын бик саф тоторға тейеш. Уның ике-өс күлдәге, алмаш яулығы, алмаш ыштаны, ҡомғаны, ҙур ғына касаһы (шуның менән ашын да, сәйен дә эсә), ҡалағы – бар мөлкәте. Бөтәһе лә ултырған урынында, ҡул һуҙымында ғына.
Тәһәрәт өсөн һыуҙы ла үҙе йылытып ала, бер генә тамсыһын да түкмәй ҡомғанға ҡоя. Алмаш кейемдәрен үҙе йыуып, киптереп кейә. Намаҙ уҡыуҙан ҡалған ваҡытында беҙгә ойоҡ-бейәләй бәйләй. Ара-тирә: “Ҡыҙым, килсе, бәйләмемдең күҙе төштө”, - тип саҡырып ала. Кәйефе булған саҡтарында матур-матур әкиәттәр һөйләп ала. Һеңлем Мәрйәм менән ыҙғышып-талашып өләсәй эргәһендә йоҡларға тырышабыҙ. Уның йомшаҡ ҡулдарының сәстәребеҙҙе аралап һыйпауы, туп-туп һөйөүе һаман да хәтерҙән сыҡмай. Әгәр яҡшы яҡтарым булһа, унан күскәндер.
Әсәйем һауынсы кеше – бик нескә күңелле түгел, аты-юлы менән һүгенеп тә ебәрә, араҡыһын да иренән ҡалышмай эсеп ташлай. Беҙҙе, бала-сағаны, өтөп алып бара. Асыуы килһә (ул йыш асыулы була), ҡарғанырға ла күп һорамай. Беҙ, ҡайһы ваҡыт уйынға әүрәп, ҡушҡан эштәрен онотоп ҡуябыҙ. Беҙгә ҡыйын саҡта өләсәй ярҙамға килә:
- Килен, ҡарғыш ике башлы таяҡ, - ти ул. - Балаҡайҙарҙы ҡарғай күрмә. Яман теләгең күккә менеп тә, ергә төшөп тә эйәһен эҙләй икән. Тапмаһа, таяҡтың йыуан башы ҡарғаусыһының үҙенә төшә.
Әсәйем тынып ҡала. Асыуы килһә лә тыйыла, телен тешләй. Насар
кеше түгел ине ул. Ауыр эш, өҙөгө-ҡырыйы булмаған йорт мәшәҡәттәре, ваҡ бала-саға үҙәгенә үткәндер. Ниңә уйламаған ерҙән өләсәһен һөйләп ултыра тиһеңдер әле?
- Юҡ, улай тимәйемсе, бик ҡыҙыҡһынып тыңлап ултырам. Бушҡа һөйләмәйһеңдер.
- Эйе, тиккә түгел. Бер ни ҙә тиктән булмағанын йәшәй-йәшәй төшөнәһең. Хәбирҙең әсәһен кисә һыйыр һауған ваҡытта фалиж һуҡҡан.
Мин сәй эсеп ултырған ерҙән сәсәп киттем. Апай елкәмдән ҡаҡҡылап ал ла дауам итә:
- Таң атыуға вафат булып та ҡуйған. Бына шул. Һин тағы үҙеңде ғәйепләп ултырма. Ғәйепле түгелһең. Ул ғәйепле. Сөнки гел һине ҡарғау менән булды. Хәтереңде һаҡлап әйтмәй йөрөнөм. Хәҙер әйтмәй булмай. Йәнәһе, улы сығып китеүгә һин ғәйепле. Ҡарғыш таяғының йыуан башы ҡарғаусыға төшә тиерүҙәре дөрөҫ булғанына инандым. Өс ҡыҙ араһында үҫкән берҙән-бер улын бәхетһеҙ итеүсе Фәриха апай үҙе бит инде. Армиянан ҡайтҡас өйләнергә уҡталып ҡараны. Киләсәк килендән әллә күпме ғәйеп, серкеү табып кире дүндерҙе. Яңғыҙ ир нимә эшләһен? Йәш кешенең һөйөлгөһө лә килгәндер. Артабан эсә башланы. Шулай ҙа бар донъяларын алып барҙы. Айыҡ сағында һыйырын һауа, йылғала керҙәрен сайҡап бирә ине. Апайҙың улына үҙенең генә баш булғыһы килде, ҡайҙа инде килен килтереп кертеү. Хәҙер килеп, Хәбир әсәһен һуңғы юлға оҙата алмаясаҡ. Телефон номерын алыштырған, үҙе лә башлап шылтыратмай. Һине никахламағас ныҡ үпкәләгән икән. Ә Фәриха апай һаман үҙенекен туҡыны: “Бергә итәһем юҡ”, - ти ине.
Мәрфуға апайҙың һүҙҙәрен эсер сәйемде һыуытып, иҫем китеп тыңлайым. Был хәлдәрҙе мин бөтөнләй белмәй йәшәй инем. Апай белһә лә бер ни әйтмәй мине һаҡлаған. Күңел тыныслығы кәрәк ваҡытта нисек аяған ул.
- Рәхмәт, Мәрфуға апай, - ирекһеҙҙән аҡҡан йәштәремде һөртәм.
Фәриха апайҙы ла, барыбер, бик йәлләйем. Ул бит мин яратҡан кешене донъяға тыуҙырған. Икенсе көндө уны ерләнеләр. Хәбир әсәһе менән хушлаша алманы.
* * *
Көдәр үтә торҙо. Ҡоһағым ҙурайҙы инде. Урамға сыҡмайым. Аҡрын ғына йөрөп өй эштәрен эшләйем. Әсәйем ярҙам итергә тырышып тора. Бер ҡараһаң, бөтөнләй һау һымаҡ. Тик беҙҙең элекке тормошто бер ҙә иҫенә төшөрмәй. Атайымды, Ильясты телгә лә алмай. Ул беҙ гел икәү генә йәшәгәнбеҙ тип уйлай. Иҫәйгәс мине ҡыҙы тип тә аңламай ине. Мин “әсәй” тигән һайын һиҫкәнде, унан күнегә башланы.
- Мин ауырыныммы әллә? - тип һорап ҡуя.
- Эйе, әсәй, һин бик оҙаҡ ауырының, - тимен.
- Хәҙер шәбәйҙем инде, - тип һөйөнөп китә ул. - Һиңә кем ярҙам итер ине, юҡһа. Ә кейәү ҡайҙа һуң?
- Ул йыраҡҡа эшкә киткәйне. Хәбәр-хәтере юҡ.
- Һау булһа, ҡайтыр, - маңлайын йыйырып ниҙер хәтерләргә итә. Мин ҡурҡып һүҙҙе икенсегә бора һалам.
Элекке ваҡиғалар иҫенә ҡабат төшмәһен ине. Уның холҡо ла бөтөнләй башҡаса бит. Йыуаш ҡына. Түҙемле генә ҡатын. Хәҙерге хәлемә ҡаршы әсәйемдең арыуланыуы, үҙгәреүе яҡшыға ғына. Теләктәремде Бөйөк Илаһ ишетеп ҡабул иткәндер, ярҙамын ебәргәндер. Тыуасаҡ сабый мәшәҡәте бала саҡтағы хәлдәргә ҡарағанда бәхет кенә буласаҡ. Һәр хәлдә шулай уйлайым.
Ниһәйәт, ул көн дә етте. Иртәнге алтыла билемде бөрөп алып барған ауыртыуҙан уяндым. Аңлап та алдым. Ваҡыт, эйе, ваҡыт. Илаһым, ярҙамыңдан ташлама. Бар нәмәм әҙер инде. Ҡаҙан аҫтына утынына тиклем тултырып ҡуйғанмын. Шырһы һыҙып туҙға төртөп кенә ебәрәһе.
Сәй ҡуйҙым. Ул ҡайнап сыҡҡансы өс мәртәбә ҡабатланды. Көсөм булһын тип сәй эсеп алдым. Сабыйым минең тамаҡ туйҙырғанымды көтөп торған кеүек тойолдо. Киҫеү ебәреп торҙо. Артабан йышая башланы. Көндөҙгө 12 етте. Мин һаман хитланам әле. Бәләкәй мендәрҙе тотоп алғанмын да мөйөшөн тешләйем. Әсәйемә иртән бер ни өндәшмәнем. Ул сәй эсте лә: “ Түтәл утайым әле”,- тип сығып китте. Инде ара ике минутҡа ла тулмай. Тәнемә һыймаҫлыҡ оло бер нәмә килеп кипсәлгән дә күҙ сығарырлыҡ дәрәжәлә һыҙландыра. Ни эшләргә? Барыбер, кемдеңдер ярҙамы кәрәк. Әсәйемә өндәшмәй булмай. Шул ваҡыт инек асылып китте, мөғжизә менән тигәндәй Мәрфуға апай пәйҙә булды.
- Шулай булып тип уйлағайным да. Ә ул өндәшмәй ҙә ята. Ҡарай һалайым, - минең ныҡ тартыныуыма ҡарамаҫтан, ҡарай башланы.
- Аһа, бала тыуымға килеп бөткән дә баһа. Һин һаман ҡыҫылып ята бирәһең. Әйҙә, тәрән инеп тын ал. Киҫкән саҡта көс бир. Әйҙүк, әйҙүк... Ана шулай... маладис, ашыҡмай тор.. Йә, тағы бер.
Үлтергес ауыртыуҙан һуң еп-еңел булып ҡала. Рәхәт, мине битарафлыҡ биләгәндәй итә. Бәпес тауышы хәлде һыпырып ала. Мәрфуға апай әҙер торған тасҡа йылы һыу ҡойоп бәпесте ҡойондороп, төрөп күкрәгемә килтереп һала. Өҫтәлдәге бал, май һауытынана элеп алып бәпескә ҡаптыра. Яңы ғына тыуған бәпес уймаҡтай ауыҙын кәүшәйтеп имергә эҙләгән төҫлө. Шунда ғына иҫемә килеп, ҡапыл:
- Кем? - тип ҡысҡырып ебәрәм.
- Шаулама ул тиклем. Улың бар. Шундай ҙа матур, баһадир егет. Иртән тауыҡ һурпаһы бешергәйнем, килтерә һалайым әле. Хәл инеп китер үҙеңә, - апай өтә баҫып сығып китте.
Апайымдың тәмле һурпа килтереп ашатҡанын урыҡ-һурыҡ иҫләп ҡалам. Шул тиклем рәхәт итеп йоҡоға талғанмын.
Кемдеңдер текләп ҡарауынан уянып киттем. Әсәйем күҙ ҙә йоммай
ҡарап ултыра икән, хатта ҡурҡып ҡалтыранып киттем. Бәпесте берәй нәмә эшләтә күрмәһен.
- Ҡурҡма-ҡурҡма, ҡыҙым, - ти ул бөтөнләй сәләмәт кеше тауышы менән.
Күҙҙәре теремек, улар шатлыҡ сәсеп, нурланып торалар.
- Шөкөр, имен ҡотолдоң, бәпесебеҙ ҙә һау-сәләмәт. Ҡыуанысыбыҙ артты, мин өләсәй булдым, - ул йоҡлап ятҡан сабыйға яратып, һөйөп баға, йылмая. - Ҡайҙа, сәй ҡуйып ебәрәйем. Һин йоҡлағанда ҡоймаҡ ҡойоп алдым. Ҡалҡынма, ята күр. Сәйҙе ошонда ғына килтерермен.
Өнмө, төшмө? Әлбиттә, өн. Эргәмә тәмле еҫтәр бөрккән майлы ҡоймаҡ килеп ултыра. Ҡайһылай тәмле. Әллә әсәй бешергәнгәме? Миңә лә башҡалар һымаҡ тыныс, рәхәт тормош насипмы?
Әсәйем өлтөрәп йөрөй. Әйтерһең дә, бер ҡасан да шашып, сәс-башын туҙҙырып билдәһеҙлеккә сығып йүгермәгән. Әйтерһең, гел шулай ашҡынып донъя көткән. Яратҡан сабыйы кире ҡатҡан тиерһең. Бәлки, шулайҙыр. Донъяның беҙ аңламаған яҡтары аҙмы ни?
Беҙҙең тормош арбаһы алға тәгәрәй. Медиктар килеп бәпесте, беҙҙең йәшәйеште тикшереп киттеләр. Йомортҡанан йөй эҙләгәндәй булдылар. Әсәйемде аҫтыртын ғына күҙәттеләр. Беҙҙең тормоштоң бөхтәлеге, бәпескә кәрәкле бөтә әйберҙәрҙең булыуы күңелдәрен йомшартты. Берәй хәл була ҡалһа, шунда уҡ хәбәр итергә ҡуштылар. Тышҡа сыҡҡас сәскә түтәлдәре янында туҡталып оҙаҡ ҡына һоҡландылар. Килеүҙәре яҡшы булды. Бәпесемдең һау-сәләмәт булыуына инандым. Уның көнләп түгел, сәғәтләп тигәндәй иҫәйә барыуы күңелде күтәрә. Мин күберәк сабый янындамын. Ә әсәйем донъя көтөргә һыуһаған. Өйҙө ҡарай, кәзәне тәрбиәләй, ашарға әҙерләй. Баланың әйберҙәрен йыуа, үтекләй. “Һин ҡырҡ көн үтмәйсә ауыр эшкә тотонма”, - тип кенә тора. Йөҙө алһыуланып киткән. Ниндәй йәш, матур ул. Шулай булмай! Уға ни бары
ҡырҡ биш кенә бит әле. Миңә ҡарағанда донъя эштәренә күпкә оҫтараҡ та әле ул.
Бына ошолай йәшәп ятабыҙ. Бала ваҡытым, атайым тере саҡтар ҡайтҡан кеүек. Ҡайһы ваҡыт ҡапҡа асылып, атай эштән ҡайтып керер һымаҡ. Шундай һил көндәрҙең береһендә, көтмәгән ерҙән, Хәбирҙең атаһы Һибәтулла ағай килеп инде. Мин аптырап, өнһөҙ ҡалдым. Әсәйем генә юғалып ҡалманы. Тиҙ генә сәй ҡуйҙы. Иртән генә бешерелгән ваҡ бәлештәрҙе, кәнфит-ҡайнатма кеүек ризыҡтарын өҫтәлгә теҙҙе. Көтөлмәгән ҡунаҡты алсаҡ йылмайып табынға саҡырҙы. Тәүҙәрәк ағай ҡарашын ҡороп ҡуйған бишектән алмай ине, шунан аптырауҙан хайран ҡалып әсәйемә күҙ ташланы. Был мәлдә үҙен иң тыныс тотҡан кеше лә әсәй ине шул.
- Һибәтулла ағай, сәйгә ултырығыҙ. Эҫе генә көйөнсә эсеп ебәрәйек. Үҙебеҙ ҙә сәйләп алырға тора инек.
Өндәшмәй генә тигәндәй берәр сынаяҡты бушатҡас, ағайҙың теле асылды:
- Ҡыҙым, тел йәшерер саҡ түгел инде хәҙер. Ейән тыуғанға ла байтаҡ булып бара. Бар ҡыйыулығымды йыйып килдем әле бына. Ҡыр типмәҫһегеҙ тигән өмөттәмен. Бәпәйҙе күрергә рөхсәтме?
Мин ни тип әйтергә белмәй, әсәйгә ҡараным.
- Әйҙүк, әйҙүк, - мин уның “ҡоҙа” тип әйтеүҙән саҡ ҡына тыйылып ҡалыуын һиҙҙем. - Тик йәнә бер сынаяҡ эсегеҙ әле. Ҡайнар ашты бора баҫма, тиҙәр ҙә баһа.
- Сәйҙе ни, эсәбеҙ уны. Бөтәһе лә бик тәмле... Бынауындай тәмле бәлештәрҙе күптән ауыҙ икән юҡ ине. Бик хозур, бик күркәм, - ағай маңлайына сыҡҡан тирҙәрен һөртөп алды.
Шул саҡ бишектәге сабый ҙа ауаз һалды. Айы тулып етмәһә лә еүеште белә, шундуҡ хәбәр бирә. Памперстарҙы төнгөлөккә генә ҡуябыҙ. Мин
бәпесте алдым. Кәүҙәм менән ҡаплай биреп кенә йүргәкте алмаштырып, яңынан төрҙөм.
- Исеме кем?
- Морат уның исеме.
- Морат. Бик тә мәғәнәле исем. Кемдеңдер ҙур теләге, маҡсаты икән, - ағай тынып ҡалды.
Һаҡ ҡына баҫып минең эргәгә килде.
- Һо-о , ҡойоп ҡуйған минең улым бит, - тип ысҡындырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.- Ҡыҙым, олатаһын мәхрүм итмә инде. Минең дә ейәнемде ҡулыма алғым килә.
Мин сараһыҙҙан тигәндәй ипләп кенә бәпесте һуҙам. Ағай һаҡ ҡына итеп бәпесте ала, йөҙөнә һоҡланыу, күңел нескәреүе, оло ҡыуаныс билгеләре сыға.
- Һаумы, улым. Мин олатайың булам инде. Бәхетле, тәртипле булып барыбыҙҙы ла шатландырырға яҙһын, - ти ул. - Балаҡайҙар, нисек итеп кенә әйтергә инде, тураһын әйтәм дә ҡуям. Һеҙҙе үҙебеҙгә йәшәргә саҡырып килгәйнем бит әле. Бөтөнләйгә, - бер әйткәндә әйтеп ҡалайым тигән төҫлө ашығып һөйләй башланы. - Тауҙай донъяла бер үҙем. Ҡыҙҙарым да үҙ донъяларын күптән ҡорған инде. Зәлиә менән Хәбирәне әйтәм. Тормош иптәштәре, йәшәйем тиһә – фатирҙары, ҡулға алам тиһә – балалары бар. Тормоштары түңәрәк. Ата-әсә донъяһына өмөт тотомайҙар. Бөтәһе лә Хәбиргә булһын тип кенә торалар. Улар һеҙҙең бәпесегеҙ тыуыуын да белә. Килендең беҙҙә йәшәүен теләп кенә торалар.
- Нисек инде? Кейәүе лә өйҙә булмағас, килен алып ҡайталармы?- Әсәйемдең шулай тип әйтеүе һиҫкәндереп ебәрҙе.
- Нихәл итмәк кәрәк? Хәбирҙән хәбәр-хәтер юҡ. Ни үле, ни тере икәнен белеп булмай. Бер ҡасан да ҡайтмай ҡуйһа? - Ағайҙың тауышы ҡарлыға, - исмаһам, вариҫым ҡала, тип күңелемде йыуатырмын. Йортҡа хужабикә
булып кил, килен. Минең дә таҙалыҡ шәптән түгел ул. Йөрәк шаяра.
- Иләмәгән-һуҡмаған, кейәү һиңә бер ыштан, тигәндәй, - әсәйемдең тауышында элекке төҫмөр яңғыраны. - Һеҙ беҙҙе түгел, үҙегеҙҙе генә уйлап һөйләйһегеҙ түгелме?
- Баланың әсәһе бер һүҙен дә әйтмәне бит әле.
Тертләп киттем. Уларҙың һөйләшеүен сит кеше һымағыраҡ тыңлап торам икән дәһә.
- Мин нимә? Мин... кисерәһе тамуҡтарымды кисереп бөтмәнемме икән? Өлөшөмә гел ғазап сигеү генә яҙылмағандыр. Донъяның аҡ өлөшөн дә күреү тәтейәсәктер. Баламды ҡарау, тәрбиәләү минең өсөн бары кинәнес тип ҡабул итәм.
Ағай кеше аптырап китте:
- Эй, бала, бала! Тормошто, барыбер, белмәйһең әле. Атайһыҙ ул үҫтермә, инәһеҙ ҡыҙ үҫтермә, тип тиккә әйтмәйҙәр ул. Балалар үҫкән ваҡытта аптырап ни ҡылырға белмәгән ваҡыттар күп булды. Бишектә саҡта һөйҙөрә, унан төшһә, көйҙөрә торған ғәләмәттәре бар әле уның.
- Ни генә тимәгеҙ, бала күтәреп һеҙҙең йортҡа бара алмайым. Күрәсәкте күреп өйрәнгәнмен. Хәбир хәҙерге ваҡытта тормошон икенсе берәү менән бәйләгәндер, бәлки.
- Был һуңғы һүҙеңме?
- Эйе.
- Йә, ҡыҙым, көсләшә торған әмәл түгел. Киләсәктә ҡарарың үҙгәреп китеүенә өмөт итәм. Ара-тирә килгеләргә рөхсәт итерһең бит?
- Уныһынан баш тартмайбыҙ, - быныһын әсәйем әйтә.
Ағай хушлашып сығып киткәс, миңә ниңәлер күңелһеҙ булып ҡалды.
- Артыҡ бала барҙыр шул, икебеҙгә бер бөртөк әле, - тип һөйләнде әсәйем.
Мин өндәшмәйем. Ғөмүмән, әсәйем сабый өсөн минән дә былайыраҡ өҙөлөп тора. Хатта хафаға төшөп, күңелемдә тыныслыҡ юғала. Хәҙер
һалып ҡуймаһын тип ҡурҡам.
Бәпес менән ишек алдында күп йөрөйөм. Ул коляскала тын ғына йоҡлай. Мин әкренләп баҡсамды тәрбиәләйем. Бәхет ҡапҡаһы асылған төҫлө: кешеләр йыш килә. Ҡайһылары баҡса, сәскә-гөл үҫтереү хаҡында кәңәш һорай. Киләһе йылға барып миңә гөл баҡсаһы планировкаһы эшләп бир тиеүселәр күп. Хәҙер үк нәмәләр әҙерләп ҡуйырға теләйҙәр. Мин альп таусыҡтары, кескәй быуа, һуҡмаҡтар өсөн ниндәй материалдар әҙерләп ҡуйырға өйрәтеп ебәрәм. Бер көн машина менән күрше ауылға килеп алдылар. Яңы, ҙур йорт һалып ингән йәштәргә ихаталарына план яһап бирҙем. Минең уй буйынса, йорт гөл-баҡсаға сумып, ишек алдында быуа ялтырап, матур һуҡмаҡтар беседкаға, таусыҡҡа алып барырға, ял итергә күркәм эскәмйәләр ҡуйылырға тейеш. Киләһе яҙға үҙем килеп, был эштәр менән етәкселек итергә вәғәҙә алып, килтереп ҡуйҙылар. Хатта минең эшем өсөн хаҡ тәҡдим иттеләр. Мин тәүге эшемә хаҡ алмай торҙом. Бына киләһе йылға килеп эшләргә насип булһа, әлбиттә, түләрһегеҙ тинем. Ә иң шатлыҡлыһы, әсәйемдең һаулығы ине. Ул үҙе район үҙәгенә барып неврологтан, психиаторҙан тикшерелеп ҡайтты. Еңелсә генә тынысландырғыс дарыуҙар яҙып биргәндәр. Ул хәҙер кешеләрҙән айбанмай йөрөй, магазинға бара, Мәрфуға апай менән оҙаҡлап һөйләшеп ултыра. Уға атайым, Ильяс хаҡында һөйләп, күңел яраларын иҫенә төшөрөүсе булмаһа ярар ине тип ҡурҡып ҡына торам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла изге йәнле түгел шул.
Көҙ етеп тә килә инде. Мин ошондай ваҡытта Хәбир менән танышып киткәйнем. Уны уйлап яманһыулап алам да, Моратҡа ҡараһам, барыһы ла онотола.
Ҡыш һиҙелмәй ҙә үтте. Ҡар күп яуҙы, ел-бурандарҙар ҙа булды. Бындай
көндәрҙә өңдәге сысҡандар төҫлө йәшәп алабыҙ. Ҡар артынан сатнап торған һалҡындар булып ала. Беҙҙең бәләкәй ауыл оло донъянан ситтә төҫлө. Һиҙиәт ағай менән Мәрфуға апай ташламайҙар. Ағай ҡыҙғаныс. Быйыл ҡыш ябығып, һурылып китте. Ҡыҙҙары телефондан һөйләшеп, хәл белешеп алыуын алалар. Ләкин яңғыҙлыҡҡа ул ғына дауа түгел. Уның хәленә инеп, айына икешәр тапҡыр булһа ла барып торорға ҡарар иттем. Моратты олатаһына тоттороп, керен йыуып алам. Ағай бөхтә кеше. Иҙәнен тапап, әйбер бысратып ултырмаһа ла, барыбер йыйыштырып, ҡарап тороу үҙенсә бер төрлө йәм бирә бит ул. Ағай шатланып, теремекләнеп китә. Уны атайыма ла оҡшатып ҡуям. Йортонда тартынмай йөрөйөм, әйтерһең, бында күптән йәшәгәнмен.
Яҙ мәшәҡәттәр күп. Морат та ун айҙан тәпәй баҫты. Әсәйем уны күҙ уңынан ысҡындырмай. Мин баҡсала булашам, заказчиктарым да килеп алғылап торалар. Ҡыҫҡаһы, тулы тормош менән йәшәйем тип әйтергә була. Тағы нимә кәрәк инде? Улым ишек алдында йәм-йәшел келәм төҫлө үләнлектә уйнай. Мин яңы сәскә атып ултырған төрлө төҫтөге иристарыма һоҡланам, бына-бына ләләләр ҙә балҡып таждарын асыр. Олатайым ултыртҡан муйылдар сәскә ҡойоп, муйылланып ултыра. Быйыл уларға һалҡын теймәне, емештәре мул булыр. Тап ошондай рәхәт, һил ваҡытта ҡояш байыр алдынан ҡапҡа төбөнә машина килеп туҡтауын ишетеп, йөрәгем дөпөлдәргә кереште. Ни булыр икән, машиналар хәҙер йыш килә бит инде. Алып китәләр, китереп ҡуялар. Үҙ эшемдән ҡәнәғәтлек, ләззәт алам. Хатта район үҙәгенә саҡыра башланылар. Ә был юлы ниңә һиҫкәнеп киттем? Ҡапҡа асылды, унан мин танымаған ят ир-ат килеп инде. Мин ҡурҡа ҡалам. Был кеше миңә берәй ҡот осҡос хәбәр әйтер кеүек. Ул миңә һынап, баһалап ҡарай. Был ҡап-ҡара күҙҙәрҙең ҡарашы аҫтында шиңеп ҡалған төҫлөмөн. Ҡуйы ҡара мыйыҡлы, ҡара ҡашлы, ҙур ғына танаулы был кеше һис тә уҫал түгел
һымаҡ. Уның сырайында мине йәлләү, хәлемә кереү ҙә бар.
- Һаумыһығыҙ, һеңлем. Мин Әнүәр ағайың булам. Бында бер кешенең аманаты алып килде.
- Һаумыһығыҙ, өйгә рәхим итегеҙ.
- Ашыҡмайыҡ. Күреп торам, бында ла бик һәйбәт.
Ул ишек алдындағы эскәмйәгә ултырҙы, ишара менән генә миңә лә ултырырға ҡушты. Һүҙҙе нимәнән башларға белмәгән төҫлө саҡ ҡына уйға ҡалды.
Тиҙ генә улымды ҡулыма алдым, әйтерһең, ул бер ҡалҡан.
- Бигерәк һөйкөмлө бала. Исеме кем һуң?
- Морат.
- Исеме лә мәғәнәле. Кемдеңдер маҡсаты, мораты икән. Төҫкә лә бик таныш.
Мин ғәжәпкә ҡалыуымдан өндәшмәйем.
- Бер кешенән, ошо баланың атаһынан күп сәләм алып килдем.
- Йә Хоҙай! Хәбиргә берәй нимә булдымы әллә?
- Юҡ, барыһы ла бик яҡшы. Һинең башыңды ҡатырып, ҡурҡытып ултырам, шикелле. Хәбир Кавказда минең ҡусты менән хеҙмәт итте. Сит яҡта яҡташың туғаның кеүек яҡын була бит инде. Дембелдән һуң беҙгә килеп киткәне лә булды. Ситкә сығып китергә уйлағас, беҙгә килеп төштө. Как раз минең ялға ҡайтҡан ваҡытҡа тура килде. Мин бик йыраҡ, Магадан яҡтарында эшләп йөрөйөм. Алты айға бер генә ҡайтам. Энекәш тә минең менән. Хәбирҙең водитель праваһы, тракторист һөнәре лә булғас, бергә алып киттек. Шунан бирле бергә булдыҡ. Йылға яҡын ҡайтмай эшләнек. Хәбир һинең хаҡта күп һөйләне. Ир кеше бит, ҡатын-ҡыҙ алдында егетлеген, төшөп ҡалған кеше түгеллеген күһәткеһе килде, буғай. Ниндәйҙер һөҙөмтәгә ирешмәй һиңә хәбәр ебәрмәй түҙҙе. Яҡшы ғына бол йыйҙы.
- Ниңә ҡайтмай, ниңә барыһын да утҡа һала ул? - тауышым өҙөлә яҙып
туҡтап ҡалдым.
- Әйттем бит, һинең янға ул бөтөнләй икенсе кеше булып ҡайтҡыһы килә. Интернет аша йөҙгә операция яһата торған клиникалар эҙләне. Себерҙең ҙур ҡалаларының береһенә барырға булды. Бөгөнгө көндә шунда операция яһатып ята. Пластика тиҙәрме әле. Воот, шулай. Мәшәҡәте оҙайлы ғына булыр инде.
- Миңә телефонын бирегеҙ, зинһар?- үкереп илап ебәреүҙән саҡ тыйылып торам.
- Әллә, бирәйемме икән? Уның бит һиңә сюрприз булып ҡына ҡайтып төшкөһө килә. Йә, йә, бирәм, төҫөңдө боҙма, - ул мине балаһытып һөйләшә, хатта асуым килеп китә.
Ә дөрөҫөндә һис кенә лә асыуланырға тейеш түгелмен. Киреһенсә, бик ҙур рәхмәттәр яуҙырырға ғына тейешмен был изге кешегә. Хәйер, Хәбирҙең ҡайтасағына бер көн дә өмөтөмдө өҙмәнем бит. Ул арала әсәйем ҡунаҡты сәйгә саҡыра. Әнүәр ағай уны күреп аптырап киткән төҫлө була.
- Кемең? - ти ул үҙен ҡулға ала һалып.
- Әсәйем.
- Әсәйең шулай йәшме ни? Апайың түгелме? Вәт әй. Ышанырлыҡ түгел.
Өҫтәл әҙер инде. Ул яҡтан әсәй менән ярышырлыҡ түгел. Ваҡ бәлештәре, ҡоймаҡтары, ҡайнатмалары күҙ яуын алырлыҡ. Ағай саҡ ҡына ҡаушап киткән кеүек булһа ла ҡыҫтатмай ашап-эсеп ултырҙы. Тәүҙә бик ашыҡҡан кеше кеүек ҡыланһа ла, оҙаҡ ҡына ултырып ташланы. Хушлашҡан саҡта хатта китергә теләмәгән төҫлө ине.
- Йә, хушығыҙ әлегә, килеүемдең һуңғыһы булмаҫ һымаҡ, - тине ул бик серле генә итеп. Башҡаса бер нимә лә аңлатманы. Машинаһына ултырып китеп тә барҙы.
Ағайҙы оҙатып өйгә индем. Ул арала Морат диванда тәгәрәп йоҡлап та
киткән. Әсәй ниндәйҙер сәйер ҡиәфәттә ултыра. Ауырыуы кире ҡайттымы әллә тип ҡурҡа ҡалдым.
- Ул уға оҡшаған, - тине ул әллә ниндәй ят тауыш менән.
- Кем кемгә оҡшаған?
- Әле килеп киткән кеше һинең атайыңа оҡшаған.
Тертләп киттем:
- Был ни тағы?
- Күҙ алдындағы ҡорған асылып киткән кеүек булды. Балта менән туҡылдап юнышып торған кешене күрҙем. Уның янында малай етәкләгән үҫмер ҡыҙ. Һин ул. Малай һинең ҡустың. Шулай булғас, мин бик оҙаҡ иҫһеҙ йөрөгәнмен. Мәрткә киткәйнемме ни?
Һаман ҡурҡып та, тикшереп тә әсәйемә ҡарап торам. Юҡ, ул һис тә шашҡан кешегә оҡшамаған. Күҙен көсөргәнешле ҡыҫып, ҡаштарын йыйырып һаман ниҙер иҫләргә тырыша.
- Әсәй, һин иҫеңде юғалтып ауырының.
- Ни өсөн? Ниңә?
- Атайым менән ҡустымды юғалттың, - мин бөтәһен дә әйтеп бөтмәҫкә тырышам.
- Уларға ни булды? Ни эшләп вафат булдылар?
Әсәйем йорт янғанды иҫләмәй әле. Ул турала әйткем килмәй, ҡурҡам.
- Әкренләп кенә иҫеңә төшөргә тейеш. Бер юлы күп яңылыҡтар ярамай.
- Йә, ярар, сабыр итергә тура килер. Ни ғүмер түҙгәнде инде.
Әсәй үҙенең шашып ауырығанын белмәй. Белмәгәне яҡшы...
Уйланым-уйланым да уны докторҙарға күрһәтергә булдым. Был турала әйткәс, әсәй ҡаршылашманы. Такси саҡырып, район үҙәгенә юл тоттоҡ. Психиатр ҡырыҫ сырайлы ир кеше икебеҙҙең һөйләгәнде тыңланы ла ҡыҫҡа ғына итеп:
- Һеҙ хәҙер һау-сәләмәт. Был процесс дауам итәсәк, барыһы ла әкренләп иҫегеҙгә төшәсәк, - тине. Артығын һөйләмәне. - Һеҙгә хәҙер минең
тарафтан бер төрлө лә дарыу кәрәкмәй, - тип кенә өҫтәп ҡуйҙы.
Ә невролог шаҡтай йәш, яғымлы ҡатын. Ул бик ихлас тикшергәндән һуң әсәйемә:
- Һеҙ сәләмәт, ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙар кеүекһегеҙ, - тип ҡыуандарҙы.
Ул мине лә тикшерергә булып китте.
- Ә бына һеҙҙә нервылар ҡаҡшауы күҙәтелә, - тине. Шулай ҙа ҡурҡырға кәрәкмәй, үтер. Витаминдар ҡабул итергә кәрәк тип, күп кенә дауа яҙҙы.
Укол ҡуйырға өйрәнгәйнем инде. Витаминдар ҡаҙау әллә ни ауырлыҡтар тыуҙырмаясаҡ. Магазиндарға йөрөп фрукты, тәм-том алып ҡайтып киттек. Тыныс ҡына бер нисә көн уҙҙы. Мин Хәбиргә шылтыратырға һаман баҙнат итә алмай йөрөйөм. Уның һаулығын, барлығын белеү үҙе бер бөтөнлөк, рәхәтлек биреп тора. Бөгөн кис нисек тә шылтыратырға кәрәк. Шулай уйланып йөрөгәндә йәнә ишек шаҡынылар. Миңә йомоштары булған кешеләрме икән тип уйлап та бөтмәнем, Әнүәр ағай килеп инде. Ап- тырауымды һиҙҙермәҫкә тырышып:
- Әйҙүк, Әнүәр ағай, хуш киләһегеҙ, - тигән булам.
“Тағы ни булып китте икән?”- тип эстән генә уйлайым. Тышта сыр-сыу килгән бала тауыштары ишетелде.
- Улар минең балалар. Гөл-баҡсаңды ҡарап йөрөйҙәр. Ильяс менән Илһөйәр, - ти ағай.
- Ильяс, Илһөйәр, - тип аптырап ҡабатлайым.
Әнүәр ағай ашығырға уйламай, буғай. Ирекһеҙҙән тигәндәй түргә саҡырам. Әсәй сәй ҡуйырға керешә. Ул өй араһында йөрөй башлағаны бирле кеше килһә лә ҡыйын түгел. Гел дә ҡамыр аштары, бауырһағы әҙер тора. Аш бешерһә лә мулдан һала ул. Шуға күрә өйҙән аш-һыу өҙөлмәй. Был юлы ла ҡунаҡ алдында ҡыҙарырға тура килмәне. Әсәйҙең һыйҙарын балалар ҙа яратты.
- Күптән, бик күптән бындай һыйҙан ауыҙ иткәне юҡ ине балаларҙың, -
тип ҡуйҙы ағай аптыратып, - сөнки беҙҙең әсәй күптән вафат. Мин эшкә киткәндә өләсәләре менән ҡалалар. Ул ныҡ оло инде. Һаулығы ла шәптән түгел.
Беҙ аптырап тыңлап ултырабыҙ, ни тиһәң дә ҡыйын һымаҡ. Әнүәр ағай ғына тынып тормай, үҙенең хәбәрен дауам итә:
- Ә дөрөҫөн әйткәндә, мин былай оҙаҡлап ултырырға түгел, һеҙҙе ҡунаҡҡа алырға килгәйнем. Үҙем үк килтереп ҡуйырмын.
- Ә ниңә бармаҫҡа? - ти әсәйем ҡабаланып. Уны танырлыҡ түгел. Күҙҙәре осҡонланып, биттәре алһыуланып киткән. Балаларға, бигерәк тә үҫмер Ильясҡа яратып ҡарап ала.
- Әйҙә, Мөнирә, йыйын. Оҙаҡ көттөрмәйек, - ти ул.
- Һеҙ әҙерләнегеҙ, - күңеле булған ағай ишек алдына сығып китә.
Беҙ хәл ҡәҙәренсә төҙәтенеп, арыу кейемдәребеҙҙе кейеп ҡуябыҙ. Әсәй һуңғы ваҡытта ғына алынған яҡшы ебәк күлдәкте, яңы туфлиҙарын кейгәс, бигерәк һылыуланып китте. Бигерәк зифа кәүҙәле икән, иғтибар ҙа итмәй йөрөгәнмен. Әсәй түгел, апайым һымаҡ күренә ул. Морат та өйҙәге йәнлелекте һиҙеп, үҙенсә ләпелдәп шатланып йөрөй. Әҙерләнеп бөтөп, бөтәбеҙ ҙә машинаға сығып ултырҙыҡ.
Әнүәр ағай беҙгә күрше районда, илле саҡрым самаһы алыҫлыҡта йәшәй. Уның ауылы беҙҙекенән шаҡтай ҙур, тау битләп урынлашҡан. Йорто ауыл уртаһында, кирбестән һалынған, ике ҡатлы. Ағай машинанан төшөп, ҡапҡаһын шар асып тәүҙә беҙҙе индерҙе. Ишек алды ябай ғына, бер яҡ эргәлә - йәшелсә, арт яҡта картуф баҡсаһы, мал һарайы. Йорт, әйткәнемсә, кирбестән, әллә ни ҡыландырмай, ябай ғына итеп һалынған. Ишек төбөнән уҙғас, ҙур ғына зал, бер яҡта кухня, икенсе яғында хужаның бүлмәһе. Кухнянан төптәрәк бәләкәйерәк бүлмә өләсәйҙеке икән. Әле ул бер туған һеңлеһенә ҡунаҡҡа киткән. Юғары ҡатта ҡыҙ менән егет кешенең бүлмәләре. Йәнә лә бер бик ҡупшы бүлмә
– килгән ҡунаҡтар өсөн. Әсәйем бөтөнләй икенсе кешегә әйләнде. Күҙҙәре балҡый, үҙе йәш ҡыҙҙар кеүек осоп ҡына, аяҡ остарында тиерлек йөрөй. Мин уны аңлайым да һымаҡ. Ҙур, матур йортта йәшәргә хыялланды, йәшәй алмай ҡуйҙы, бала юғалтты. Бөтәһе лә иҫенә төшмәгән хәлдә лә, үҙ булмышына ҡайтҡан бит ул. Шуға күрә Әнүәр ағайҙың торлағы уға бик оҡшағаны аңлашыла.
- Үҙем һеҙҙе ҡунаҡҡа алып ҡайттым, аш-һыу хәстәрләмәй ҙә йөрөйөм, - ти ағай кеше.
- Миңә аҙыҡ-түлек алып бирһәгеҙ, үҙем әҙерләгем килә, - ти әсәйем.
- Әҙер, бөтәһе лә бар, - хужа туңдырмай ғына ҡуйған итен, һуғанын алып бирә.
- Кишер ҙә булырмы?
- Бар, бар...
Бөтә кәрәкле нәмәләрҙе әҙерләп алып әсәйем бөтә шартына килтереп былау бешерергә керешә, Илһөйәр уның янында ярҙам итә. Мин Ильяс менән баҡса ҡараға сығып киттем. Йәшелсә баҡсаһы күркәм, бай. Тик сәскәләр генә күренмәй. Йорттоң юл яғында ғына бер нисә төп георгин үҫеп ултыра. Был иркен ихатаны хайран итеп биҙәргә булыр ине. Тик әлегә ғәйәр ҡыҙыл әтәс етәкселегендә бер төркөм тауыҡ рәхәт сигеп йөрөй.
Әнүәр ағайҙың әйтер һүҙе бармы һуң? Ниңә алып ҡайтты? Шомланып китәм, үҙемде йыуатам. Ул арала Илһөйәр йортҡа саҡыра. Ике сәғәт тә үтмәгәндер, мул табын әҙер. Матур булып таралып ҡына бешкән былау тәмле боҫ борҡота. Ҡыяр менән помидор салаты балҡып ултыра. Алмаһы, сейәһе лә күренә. Асыҡҡан Морат “мәм-мәм” тип ашарға һорай. Күңелле генә итеп табын тирәләй ултырабыҙ. Барыһы ла асығып киткән, шым ғына тәмләп ашай башланыҡ. Ниһәйәт, сәй эсеү башланғас, хәбәр ҡуйыра башланы.
- Балалар, һеҙҙең менән һөйләшкәйнек инде, - тип һүҙ алды Әнүәр ағай.-
Мәликә, Мөнирә, әйткәнемә аптырамай ғына тыңлағыҙ. Күреп тораһығыҙ, хужабикәнең, йәғни әсәйебеҙҙең булмауына өс йыл тулып бара. Өйләнергә бер тапҡыр ынтылыш эшләп ҡараным. Уныһын балалар оҡшатманы, үҙем дә ныҡышманым. Әле бына Мәликә апаларын әсәләренә оҡшатып ебәрҙеләр. Риза булһағыҙ, Мәликәнең ҡулын һорар инем, - ағай бер тында һөйләп ташланы.
Барыһы ла шып-шым. Әсәйемә ҡарайым. Ул күҙен күтәрмәй, аңларлыҡ түгел. Йәш ҡыҙ һымаҡ ҡыҙарып сыҡҡан.”Әгәр әсәйем риза булһа, - тип уйлайым, - бер үҙем йәшәй алам бит. Мораттан ярты сәғәткә лә айырылмайым, үҙем менән йөрөтәм. Ул да үҙ аллы уйнарға, йоҡоһо килһә, коляскаһында йоҡлап китергә өйрәнеп бөткән.”
- Әллә инде, бигерәк кинәт бит, - ти әсәйем. Мин инде уның ҡаршы түгеллеген аңлап алам. - Мөнирә ни тиер, сабыйы ла бәләкәй бит.
- Әсәй, барыһы ла һинән тора, мин һинең теләгеңә ҡаршы төшәсәгем юҡ.
- Былай итеп ҡарайыҡ, булмаһа, - тип һүҙгә ҡушыла хужа кеше, - Мәликә бер аҙнаға ҡунаҡҡа ҡалып торһон. Мөнирәнең үҙенә генә йәшәүе ҡыйын булмаһа, әсәһе риза булһа, килешербеҙ ҙә ҡуйырбыҙ.
- Бында тороп ҡалырға алмаш кейем дә юҡ, - тип һүҙ ҡыҫтыра һала әсәй.
- Уныһы инде бик ваҡ мәсьәлә, - ти ағай, - бына Мөнирәне кире алып барғанда алмаш күлдәк алып ҡайтырмын.
Минең хәҙер үк бер үҙем ҡалып, күңелдәге уй-кисерештәремде барлағым килде.
- Йә шулай булһын, улайһа, - тип урынымдан тороп уҡ киттем.- Хәҙер ҡайтып китергә кәрәк ине.
- Ниңә улай ашығып китәһең әле? - әсәйем үпкәләгәндәй итә.
- Шулай кәрәк, бер эш иҫемә төштө.
Әнүәр ағай ҡарышып торманы. Оҙаҡламай ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Юлда
ағай кеше менән артыҡ һүҙ ҡуйыртып торманым, Морат та машина бәүелтеүенә йоҡлап киткәйне. Ҡайтҡас уҡ әсәйемдең иң кәрәк әйберҙәрен пакетҡа тултырып Әнүәр ағайға тотторҙом. Ҡайтҡыһы килеү менән килтереп ҡуйырһығыҙ, тип хушлаштым. Ниһәйәт, үҙ уйҙарым менән генә ҡалдым. Улым шым ғына мышнап йоҡлай, бөгөн оҙаҡ сәйәхәт итте шул. Әсәйем хаҡында уйланмай булдыра алмай инем шул.
Ул һаулығы килеү менән бөтә хужалыҡты үҙ ҡулына алды. Миңә ҡарағанда етеҙ ҙә, бар эштәре минекенән уңышлыраҡ та килеп сыға. Ҡулымда йәш бала булғас уның тилберлегенә шатланы ғына инем. Тора-бара бер аҙ эс боша ла башланы. Сөнки мин башҡарған нәмәләрҙе оҡшатмай, артыҡ төрләндереп ашағыһы килә, йорттоң бәләкәйлегенә йәне көйә. Әнүәр ағайҙың донъяһын ҡалай оҡшатты. Әсәйемдең шунда ерегеп, балаларына эйәләшеп йәшәп китеренә хатта шикләнмәйем дә. Уның бит ҙур матур йортта, мул тормошта йәшәгеһе килә. Элек шулай ине, ҡарашы һис тә үҙгәрмәгән. Бер аҙ йомшағыраҡ күңеллегә әйләнгән. Минең менән шулай еңел генә айырылыша алыуына, әлбиттә, хәтер ҡалмаҫлыҡ түгел. Сабый ғына сағымдан әлегәсә тигәндәй уны йән аямай ҡарауымды бар тип тә белмәй. Хәйер, бар бөтөнлөгө менән төшөнә лә алмаясаҡ. Шулай ҡаңғырып ултыра инем, Мәрфуға апай килеп инде. Күптән күгәнем юҡ ине. Сәй ҡуя һалдым. Ары-бире хәл-әхүәл белешкәнсе сәй ҙә ҡайнаны. Табын янында һөйләшеү еңелерәк буғай. Апай үҙен борсоған һорауҙы бирмәй булдыра алманы:
- Әсәйең күренмәй, берәй ергә киттеме һуң?
Йәшереп тороуҙо кәрәк тип тапманым.
- Уны бер абзый ҡунаҡҡа алып китте.
Мәрфуға апай бер ҙә аптырамай ғына:
- Ҡунаҡҡамы, әллә бөтөнләйгәме? - тип ҡуйҙы. - Шуға ҡара ҡайғыға баттыңмы ни?
- Эс боша инде.
буйһондороп тотто. Киләсәктә, тамам шәбәйеп алһа, һине лә буйһондорасағы көн кеүек асыҡ, - ул бер аҙ уйлана биреп тора ла тағы һөйләп алып китә. - Хәҙерге заманда ата-әсәләрҙән кем балаһы менән йәшәй инде. Донъяға ҡараштары тура килмәй. Айырым булһалар, татыуыраҡ булалар. Унан килеп, ҡоштоң ҡошо ваҡытын еткәс, балаларын айыра түгелме? Йыртҡыс хайуандар ҙа шулай: балаларын һунар итергә өйрәткәс, айыра. Кит, теймәгәнгә көйөп ултырма, тик берегеп йәшәп китергә яҙһын.
Мәрфуға апайҙың һүҙҙәре күңелемде баҫа төштө. Кискә бөтөнләй тынысландым. Хәбир менән һөйләшергә һаман баҙнат итә алмай йөрөй инем. Эйе, артыҡ һуҙырға кәрәкмәй. Ҡалтыранған бармаҡтарым менән һандарҙы йыйҙым. Өс звоноктан һуң эргәмдә генә торғандай Хәбирҙең тауышы ишетелде:
- Алло, алло!
- Алло...- өндәшә алмайым, тамағыма төйөр тығылды.
- Алло, кем булаһығыҙ? - Хәбир менән дуҫлашҡанда минең телефоным юҡ ине. Шуға номер ят инде уға.
- Уф, Хәбир, һаумы, - тигеҙ тын алырға тырышам.
- Мөнирәм, һин бит, - уның ғәжәп йомшаҡ тауышынан йәнем күккә аша, башыма эре йондоҙҙар яуа. Бәй, яңғыҙ түгелмен, эргәмдә – йән һөйгәнем. Туймаҫтай булып һөйләшәбеҙ.
- Бәғрем, мин әлеге көндә больницаламын. Себерҙең ҙур ҡалаларының береһендә. Бар ҡала йоҡоға сумғанда һинең телефоның. Хәйер, бында ҡараңғы ла түгел.
- Ауырып киттеңме? Хәлең нисек?
- Юҡ,йәнем, хәлем бик яҡшы. Мин пластик операция яһаттым бит. Битемдең йөйлө-яралы тиреһен алып ташланылар. Врач бик уңышлы, ти. Хәзер лазер терапияһын үтәм. Операция йөйҙәрен шымарталар. Бик
тә һиңә лайыҡлы булғым килде. Миңә үпкәләмәйһеңме?
- Юҡ, һөйөклөм, һис тә үпкәм юҡ, - мин ашығам, сәсәрҙәй булам. Тын алам да дауам итәм, - Беҙҙең тормошта бик күп үҙгәрештәр бар. Һөйләп килештерә алмам. Ҡайтһаң, бындағы сюрприздарға иҫең китер.
- Яҡшы хәлдәрме, әллә киреһенсәме? - уның тауышында һағайыу.
- Төрлөһө бар. Ҡайтҡас белерһең.
- Әлбиттә ҡайтам. Аҙна-ун көндән бергә буласаҡбыҙ.
- Алла бирһә, тип әйт.
- Алла бирһә...
Шул урында һөйләшеү өҙөлөп ҡалды. Юҡ, Хәбир һөйләшеүҙән туҡтаманы. Бәйләнеш юғалды. Һөйләшкән тиклеме лә бик еткәйне. Алдымда ҙур бәхет тауы тора. Мине яҡты аҡ донъя көтә.

Фото: интернет.
Читайте нас: