15 май – Халыҡ-ара ғаилә көнө
Ҡалала тыуһам да, үҙемде ауыл балаһы тим. Бәләкәйҙән әсәй-атайҙың һәр ялын, аҙаҡ уҡыу каникулдарын гел дә әсәйемдең Хажылағы тыуған йортонда, өләсәй менән олатай янында үткәргәнгә шулай.
Ғәйшә өләсәйемде “өләсәй” тип атауы бер аҙ ят та кеүек, сөнки балалары ыңғайына беҙҙә уға “әсәй” тип өндәшеп үҫтек. Шул тиклем сабыр холоҡло, егәрле, асыҡ йөҙлө ул. Бәләкәй Мәҡсүт (Ҡарлар) ауылынан ун туғыҙ йәшендә Хажыға килен булып төшкән өләсәйем үҙенә 63 йәш тулғансы Миңлеҡәмәр ҡәйнәһе менән бер йортта донъя көтә. Байтимер олатайым яҡын-тирәләге бер нисә ауылға ветеринар, депутат булараҡ, таң менән атын егеп, йышыраҡ көн аҙағына ауышҡанда ғына йортҡа ҡайтып инә. Шуға ла мал аҫырау, йорт эштәре күберәк Ғәйшә өләсәйемдең иңенә төшә. Шулай уҡ ауылдағы урман хужалығы контораһына киста бәйләргә лә йөрөй ул. Балаларына, аҙаҡ инде ейән-ейәнсәрҙәренә эш рәтен өйрәтеп үҫтереүҙәре өләсәйем менән олатайымдың үҙҙәренең ана шул уңғанлығынан, тырышлығынан килә лә инде. Силәгенә күрә ҡапҡасы, тип белеп әйткән халыҡ. Һалабаш һалыу, селек бәйләү, киста тетеү, еләк-баланға йөрөү...
80-де уҙған олатайым, 80-гә аяҡ баҫырға торған өләсәйем быуыны тураһында һуғыш осоро балалары тиҙәр. Икеһе лә аяуһыҙ Бөйөк Ватан һуғышы арҡаһында атайһыҙ етем ҡалғандар. Улай ғына ла түгел, 1940 йылда донъяға килгән Ғәйшә өләсәйем бөтөнләй ҙә үҙ атаһын күреп өлгөрмәгән тиерлек. Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерҙе ҡәҙерләп, ваҡытты ашыҡтырмай ғына доңъя көтөү иһә шул ауыр бала саҡта ҡанға һеңеп ҡалғандыр, күрәһең. Ғаиләһендә берҙән-бер ир-егет булған Байтимер олатайыма әсәһенә лә, Фәниә һеңлеһенә лә терәк-таяныс булырға тура килә. Этҡол мәктәбен тамамлағандан һуң, 1963 йылда Йылайырҙан ветеринар курстарын тамамлап ҡайта. Ошо уҡ йылда Этҡолда мал табибы булып эш башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы әлегесә ғүмерлек һөнәренә тоғро ҡала ул. Тырыш хеҙмәте хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһалана. Тиҫтәләгән маҡтау ҡағыҙҙары шул турала һөйләй. Уның исеме “Башҡортостандың ветеринария тарихы” китабына ла индерелгән.
Өләсәйемә иһә, шул уҡ Этҡол мәктәбен тамамлағас, артабан уҡыу бәхете теймәй. Улар бер-береһен ана шул мәктәп йылдарында уҡ, бәлки, күрә-белгәндәрҙер ҙә, тик йәштәр араһындағы оло һөйөү 1959 йылда ҡабына. Эйе, тормош ҡороп йәшәй башлауҙарына быйыл көҙгә, Алла бирһә, 60 йыл. Хажы ауылының өлгө алырҙай, бәхетле, матур пары ул Ғәйшә менән Байтимер Салауатовтар.
Хәҙер инде ҡартлыҡтарын оло улдары Риф ҡарауында үткәрәләр. Эре мал, аттарын бөтөрөүгә биш-алты йыл самаһы булып бара, шулай ҙа тынғы беләме ни ауыл кешеһе?! Һарайҙарын буш тотмай, ике кәзә алып ҡайтып, уларҙы үрсетеп, үтә лә файҙалы һөтөнән ҡымыҙ яһап эсәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Баҡсаларында үҙҙәренә, балаларына етерлек бәрәңге, йәшелсә-емешен үҫтерәләр. Ҡышын хас та боронғоса усаҡҡа утын яғып өйҙәрен йылыталар. Рәмилә, Гүзәл, Рәйфә, Эльвира ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре әйләнгән һайын әсәй-атай йортона ҡайтып тора.
Ысынлап та, ҡайтыр ерең, көтөр кешеләрең булыуы оло бәхет икән. Быны үҙем дә үҫә килә нығыраҡ төшөнәм. Беҙҙең бәләкәй генә ҡыуаныстарыбыҙ ҙа улар өсөн ҙур шатлыҡ. Аҙна һайын күрешеп торһаҡ та, өләсәй менән олатай беҙҙе һәр саҡ ҡапҡаларын асып, сәйен ҡайнатып, итле аштарын бешереп көтөп ала. Ошо бәхеттең мөмкин тиклем оҙағыраҡ дауам ителеүен теләйем көн-төн.