Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2019, 02:00

Изге айҙағы изге эш

Ишембай районының Ураҙбай ауылында “Республиканың 100 йыллығына – 100 мең ағас” тип аталған акция ойошторолдо.

Ишембай районының Ураҙбай ауылында “Республиканың 100 йыллығына – 100 мең ағас” тип аталған акция ойошторолдо.


Атҡарып булмаҫтай ҙур бурыс һымаҡ күренһә лә, халыҡ дәррәү тотонғас, эш ыраны һәм теүәл йөҙ мең ағас ултыртылды.


Акция Маҡар урмансылығы башланғысына ярашлы Этҡол ауылы хакимиәте менән берлектә ойошторолдо. Ҡарағай һәм ҡарағас үҫентеләре ултыртылды.


“Һәр ваҡыттағыса, беҙҙең халыҡ берҙәмлек, егәрлелек күрһәтте. Этҡол, Ураҙбай урта мәктәптәренән 150-гә яҡын уҡыусы, Маҡар урмансылығынан 50-ләп урмансы, шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ирекле янғын һүндереүселәр, ауыл халҡы сыҡты өмәгә. Йәмғеһе 300 самаһы кеше булды, – ти Этҡол ауылы хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпова. – Эш көнө буйы дауам итте. Һарыҡ һуйып, аҙаҡ өмәселәр өсөн табын ойошторолдо. Мәктәп уҡыусылары айырыуса әүҙем булды, йүгереп йөрөп ярҙамлаштылар”.


Ағасты 25 гектар ерҙә – Ураҙбай менән Әсеялан ауылдары араһындағы Баятлы яланында ултыртҡандар. Маҡар урмансылығы етәксеһе Сәлим Хафизов акцияның бик уңышлы үтеүен билдәләне һәм уға башҡа ауылдар халҡын да ҡушылырға саҡырҙы.


Изге айҙа башҡарылған изге эш бәрәкәтле булыр, тигән ныҡлы ышаныста халыҡ.


Әйткәндәй, көндөң ни тиклем эҫе булыуына ҡарамаҫтан, башҡа урындарҙа булмаһа ла, тап ошо яланда ғына төндә шәп ямғыр яуып үткән. Быны ла изге билдә тип ҡабул итә өмәселәр.




Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.




Фото: Светлана Ғарифуллина

Читайте нас: