Башҡортостан эҙәрмәндәре менән бергә Ишембайҙан «Казак» отряды активистары ҡатнашты. 17 апрелдән 9 майға тиклем барған эҙләнеү эштәрендә Ленинградты һаҡлаусы 30 һалдаттың һөлдәһе табыла, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың исемдәре асыҡлана. Хәҙер уларҙың туғандары олатайҙарының, атайҙарының ҡайҙа, ҡасан һуғышҡанын белә ала.