Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2019, 02:00

Юбилейың менән, Рамазан ағай!

Ошо көндәрҙә данлыҡлы яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яҙыусы, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Рамазан Нурғәли улы ҠОТОШОВ 95 йәшлек юбилейын ҡаршыланы.

Ошо көндәрҙә данлыҡлы яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яҙыусы, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Рамазан Нурғәли улы ҠОТОШОВ 95 йәшлек юбилейын ҡаршыланы.
Ҡарайған ауылында тыуып үҫкән егет, Өфөгә эвакуацияланған Севастополь зенит артиллерияһы училищеһын тамамлап, Бөйөк Ватан һуғышына офицер званиеһында алына. Орел-Курск дуғаһында яуҙарҙа ҡатнашҡанда уға ни бары 19 йәш була. 24-се зенит-артиллерия дивизияһының 1349-сы полкы составында Белоруссия, Украина, Польша ерҙәрен фашистарҙан азат итеүҙә ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ике тапҡыр яралана, береһендә контузия ала. Еңеүҙе уға Берлинда ҡаршыларға яҙа. Тик 1947 йылда ғына демобилизацияланған яугир зенитсы полковник дәрәжәһендә тыуған ауылына ҡайтып төшә.
Өфөгә күсенгәндән һуң, БАССР Юғары Советы Президиумында, партия органдарында, республика гәзиттәре редакцияларында, Башҡорт китап нәшриәтендә эшләй. Ҡыҙыл Йондоҙ, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Варшаваны ҡотҡарған өсөн” ордендары һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн егерменән ашыу миҙал менән наградланған Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының һигеҙ китабы донъя күргән. Башҡорт энциклопедияһындағы байтаҡ статьялар авторы ла ул.
Әлеге көндә Рамазан Нурғәли улы Өфөлә Асия ҡыҙы ғаиләһендә хөрмәт, хәстәр тойоп йәшәй. Әҙип бер ваҡытта ла тыуған районы, тыуған ауылы менән бәйләнеште өҙмәй. Уҙған йыл Ҡарайғанда ойошторолған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына ла дәртләнеп ҡайтҡайны Рамазан ағай. 95 йәшен көр күңел менән ҡаршылаған ветеран тыуған ауылы тарихына, абруйлы кешеләренә бағышланған китап өҫтөндә эшләй. “Ҡарайған” китабын ҡулына алып, яҡташтарын һөйөндөрөргә яҙһын уға.
Оло юбилейы уңайынан Өфөлә әҙипте республика кимәлендә ҙурлап тәбрикләнеләр. Районыбыҙ хакимиәте, яҡташтары исеменән ҡотлау хаты улар араһында иң көтөлгәне, ҡәҙерлеһе булыуына шик юҡ.

Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: