Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2019, 02:00

"Көн эҫе бит..."

Бәғзе мосолман ҡәрҙәштәребеҙ, һау-сәләмәт булһа ла, һәр миҙгелдәге төрлө ауырлыҡтарға һылтанып, ураҙа тотмаҫҡа тырыша.

Бәғзе мосолман ҡәрҙәштәребеҙ, һау-сәләмәт булһа ла, һәр миҙгелдәге төрлө ауырлыҡтарға һылтанып, ураҙа тотмаҫҡа тырыша.


Мәҫәлән, көндәрҙең эҫелеген сәбәп итеүселәр булыуы ихтимал. Дөрөҫмө был? Ата-бабаларыбыҙ йыл йәһәттән ниндәй үрнәк күрһәткән?


Улар, Рамаҙан ниндәй генә ваҡытҡа – бесән, ураҡ мәленәме, селләгәме – тура килмәһен, тейешле ғәмәлде мотлаҡ үтәгән. Әҙәм балаһын юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәлә беҙҙең хәлде яҡшыраҡ белә бит: Ул ураҙаны Рамаҙанда фарыз иткән икән, бурысты бер нигә ҡарамай атҡарыу зарур.


Бында, әлбиттә ки, әҙәм балаһы аңлап етмәгән хикмәттәр ҙә барҙыр. Әйтәйек, кеше төрлө ауырлыҡтарға, һынауҙарға әҙер булырға тейеш. Мәҫәлән, асығырға тура килер. Ураҙа тотоп өйрәнгән кеше был һынауға бирешмәҫ, ауырлыҡты бүтәндәргә ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебәрер. Бына шулай ҙур тәрбиә мәктәбе ул Рамаҙан.


Ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, иншаллаһ!




Д. ИШМОРАТОВА әҙерләне.



Фото: pimg.mycdn.me


Читайте нас: