Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2019, 02:00

"Ауырыһам да, ураҙа тотам..."

Ошондай һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Дөрөҫ эшләйме был кешеләр?

Ошондай һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Дөрөҫ эшләйме был кешеләр?


Хәҙер, мәғлүм ки, ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты һәм башҡа сирҙәр киң таралды. Кем дә кем, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы төшөүенә ҡолаҡ һалмайынса асығып йөрөй, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә йә организмына башҡа төрлө зарар килә икән, уның ураҙаһының сауабы булмай, тип аңлатыла дини китаптарҙа.


Ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, әҙәм балаһының был ғәмәлгә тотонмауы хәйерле. Урынына Аллаһ Тәғәләнең ризалығы менән фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала.

Д. ИШМОРАТОВА әҙерләне.



Фото: tabeertours.com


Читайте нас: