Өлгөр баҡсасылар, ҡар һыуы бөтмәҫ элек тип, тиҙерәк кишер сәсеп ҡалырға ашыға. Уны сәсеү буйынса формалашҡан ваҡыт бар. Береһе – май башы һәм икенсеһе – 10 – 15 июнь. Йәйгеһен ашау өсөн тамыраҙыҡты – яҙғыһын, ҡышҡылыҡҡа һаҡлау өсөн йәй башында ултырталар. Иртә сәскән кишерҙе ҡышҡылыҡҡа һаҡларға ҡалдырып булмай, ул серей. Шуға күрә ике срокта сәселә. Кишерҙең ҡышҡыһын яҡшы һаҡланыуы ҡасан сәселеүенә бәйле. Сәсеүгә "Шантанэ", "Несравненный", "Витаминная 6", "Канада", "Лосиноостровская", "Нантская", "Московская зимняя", "Самсон" сорттары яҡшы. Был тамыраҙыҡ йомшаҡ тупраҡты ярата. Иң элек ерҙе ҡаҙып, яҡшы итеп йомшартырға кәрәк. Һуңынан түтәлдең 1 кв. метрына 3 – 4 кило серетмә индерегеҙ. Шулай уҡ ашлама өҫтәргә лә мөмкин. 1 кв. метрға 80 г суперфосфат, 40 г мочевина, 200 г көл индерәләр. Калийлы, азотлы, фосфорлы ашлама урынына ҡатнаш ашлама һибергә лә мөмкин (40 – 50 г нитрофоска йәки нитроаммофоска). Түтәлдең төньяҡтан көньяҡҡа эшләнеүе яҡшы. Орлоҡ 2,5 см тәрәнлеккә төртөлә. Сәсер алдынан бураҙнаға һыу һибегеҙ. Был дымланған тупраҡҡа "Агрикола" тип аталған препаратты һибеү ҙә файҙалы. Ул органик ашлама һанала. 10 л һыуға 2 – 3 ҡалаҡ һалып иретәләр. Орлоҡ һирәк сәселһен өсөн уға ҡом йәки көл ҡушығыҙ. Кишер үҫентеләрен беренсегә һирәкләгәндә, аралары 2 – 3 см ҡалдырыла. 10 көндән һуң тағы ла 4 – 5 см ҡалдырып һирәкләйҙәр. Йәшелсәне өс мәртәбә туҡландыралар. Кишер себене булмаһын тиһәгеҙ, эргәһенә бәрхәт сәскә ултыртығыҙ.