Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2019, 02:00

"Аҡсәскә" (әкиәт)

Бынан күп йылдар элек ут күрше булып ике ил йәшәгән. Улар оло бер даръяның ике ярында йәйрәп ятҡан. Бер ил – Яуызхан ханлығы, ә икенсеһе Уңғандар иле тип аталған. Яуызхан алһыҙ-ялһыҙ яу сапҡан, бүтән илдәрҙе талаған. Хан үҙе лә, уның ғәскәре лә хеҙмәткә иренеп ҡараған, һуғыштан башҡа һөнәр белмәгән. Был ханлыҡта әсирлеккә төшкән төҙөүселәр һарайҙар һалған, әсир баҡсасылар баҡса ултыртҡан, хатта хандың табиптары ла әсирҙәр, ти. Шулай уҡ ҡол шағирҙар ханды данлап йыр сығарған, китап яҙған...

Икенсе яҡ, Уңғандар иле, бының ҡапма-ҡаршыһы икән. Был илдә, таң һарыһынан тороп, мал тәрбиәләгәндәр, гүзәл баҡсалар үҫтергәндәр. Икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙа туҡ башаҡтар тирбәлгән. Илдең һауаһы саф, һыуҙары шифалы, кешеләре төҫкә бик матур, ти. Хатта Яуызхан да был илгә һөжүм итеүҙән тыйылып торған. Тиккә генә түгел икән шул, бында Аҡсәскә тигән һылыу, тылсым эйәһе ҡыҙ донъяға килгән. Тәү ҡарашҡа Аҡсәскә башҡа ҡыҙҙарҙан әллә ни айырылып та тормаған. Уңғандар иленең ҡыҙҙары зифа буйлы, ап-аҡ йөҙлө булған. Ә бына Аҡсәскә гөл һабаҡтарына һаҡ ҡына ҡағылһа, гөлдәр сәскә атып ебәргән, ажғырып торған ҡырағай йәнлектән дә ҡурҡмаған ҡыҙ – уларға ҡағылһа, йәнлектәр иркә, йыуаш көсөк һымаҡ ҡойроҡ болғай башлаған. Яумайынса үтеп барған ямғыр болотона ҙур күҙҙәрен тултырып, ялбарып ҡараһа, ямғыр күнәкләп ҡойған, ти. Бына ниндәй булған ул Аҡсәскә. Айҙар, йылдар үтә. Аҡсәскә үҫеп, еткән ҡыҙ булып китә.

Яуызхан илендә лә йәш егет үҫеп еткән: ул хан улы Саҡматаш икән. Саҡматаш йылғыр, етеҙ, ҡурҡыу белмәҫ, ҡаты бәғерле булған. Ул атаһынан да былайыраҡ аяуһыҙ, ти. Яуызхан бик ҡартайған, яу саба алмай башлаған, ханлыҡты улына тапшырған. Саҡматашҡа шул кәрәк тә – күрше батшалыҡтарҙы туҙҙыра, талай, ҡыра башлай.

Бер мәл, яуҙар тынып торған арала, Саҡматаш үҙе генә һунарға сығып китә. Егет бер болан осратып, уның артынан төшә. Әммә, болан да тилбер: ажғырып ятҡан даръяға ташлана ла аръяҡҡа йөҙә. Саҡматаш та күп уйлап тормай, һыуға ташлана. Аръяҡҡа килеп сыҡҡас, егет боланды юғалта. Күкрәп сәскә атҡан туғайҙа болот сәстәрен иңбаштарына таратып, аҡ күлдәкле бер гүзәл сәскә йыя, ти. Башында сәскәләрҙән үрелгән таҡыя, күҙҙәрендә төн серлелеге, ҡаштары – ҡыйылып осҡан ҡарлуғас, керпектәре – елп-елп осҡан күбәләк ҡанаты, йөҙө – гөлйемеш сәскәһе, ирендәре ысыҡҡа мансылған тау бөрлөгәне төҫлө, имеш... Егет күпме торғандыр, билдәһеҙ.

- Эй, һылыу ҡыҙ, - тип һүҙ башлай йәш батша, - һеҙ был гүзәллегегеҙ менән билдәһеҙ болонда ябай ялан сәскәләре йыйып йөрөргә тейеш түгел. Мин һеҙҙе үҙ илемә алып ҡайтам. Һеҙ аҫылташтар тағып, затлы кейемдәр кейеп, минең һарайымда балҡырға тейеш.

Ҡыҙ, егеттең ярһыу толпарына, зиннәтле кейем-ҡоралдарына ҡарап ала ла:

- Һеҙҙең кем икәнлегегеҙҙе белмәйем бит әле, - ти.

- Мин күрше батшалыҡтың хакимы Саҡматаш, артыҡ һөйләп тороуҙың кәрәген тапмайым, - ти хан улы.

- Аһ... Һеҙ ҡанэскес Саҡматашмы ни? Мин һеҙҙең талап йыйған аҫылташ, ынйы-мәрйендәрегеҙҙе тағып, талап алған затлы кейемдәрегеҙҙе бер ҡасан да кеймәйәсәкмен, шулай уҡ ҡәһәрле һарайығыҙға ла аяҡ баҫасаҡ түгелмен, - тип уҫал яуап бирә һылыуҡай.

- Мин, әллә нисә илде үҙ алдында теҙ сүктергән батша, бер үҙ һүҙле ҡыҙ алдында туҡтап ҡала буламмы? Һинең менән һөйләшмәй, һорап та тормай алып китә алам бит инде, - ти Саҡматаш ажарланып.

Ҡыҙ, моңһоу күҙҙәрен күккә төбәп:

- Тыуған еркәйем, һиндә бер үлән булып ҡалһамсы, - тип ҡысҡырып ебәрә. Шунда уҡ ҡыҙ юҡ була, ул баҫып торған ерҙә елгә елберләп аҡ тажлы сәскә үҫеп сыҡҡан, ти.

Ярһыған егет, алан-йолан ҡаранып:

- Юҡ, сәскә булып та илеңдә ҡала алмаҫһың, - тип аҡ сәсәкәне өҙөп ала.

Сәскәне өҙөп алыу менән егеткә әллә нәмә була: асыу-ярһыуы юҡҡа сыға, уны бығаса ят тойғо – моңһоулыҡ, юҡһыныу солғай. Саҡматаш аҡ сәскәне ҡәҙерләп кенә ҡуйынына тыға ла иленә юл тота. Йәш хаким һөйгәнен юғалтҡан ябай ғашиҡ егеткә әйләнә. Уның Аҡсәскәне нисек юҡһыныуын һөйләп тә, яҙып та аңлатырлыҡ түгел. Ул яу сабыуҙан ваз кисә, күп ҡолдарын азат итә. Үҙе халыҡҡа: “Тыныс тормош, аңлы хеҙмәт менән йәшәргә!” тигән фарман сығара. Ҡороған сәскәне гәлсәр ҡумтаға һалып ҡуя. Бик ауыр булып киткән саҡтарҙа шул сәскәгә ҡарап, еңеллек ала. Ул, ҡылған ҡылыҡтары, артабанғы ғүмере менән үҙенең һөйгәненә лайыҡ булырға тырыша.

Аҡсәскә йөрөгән болонда икенсе яҙға аҡ сәскәләр үҫеп сыға. Был ябай, алсаҡ сәскәләр Аҡсәскә тигән ҡыҙҙың иленә булған сикһеҙ һөйөүен иҫбатлап, яҡындағы болон, туғайҙарҙы ҡаплап ала. Һин ул сәскәләрҙе күрһәң, иленә хыянат итмәйенсә, сәскәгә әйләнгән ҡыҙҙы иҫеңә төшөр, йәме?





Фото: интернет.




Читайте нас: