Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Май 2019, 02:00

Һынау менән ҡаршыланыҡ Рамаҙанды

Изге Рамаҙан айына баҫырға торғанда Кинйәбулат ауылының “Фатиха” мәсетендә сыҡҡан янғынға мосолман яҡташтарыбыҙ ғына түгел, ғөмүмән, күңеле иманға тартылған, мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйланған берәү ҙә битараф ҡалмағандыр. Барыбыҙҙы тетрәндерҙе был ваҡиға.

Изге Рамаҙан айына баҫырға торғанда Кинйәбулат ауылының “Фатиха” мәсетендә сыҡҡан янғынға мосолман яҡташтарыбыҙ ғына түгел, ғөмүмән, күңеле иманға тартылған, мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйланған берәү ҙә битараф ҡалмағандыр. Барыбыҙҙы тетрәндерҙе был ваҡиға. Тап ошондай мәлдәрҙә кешелә көслө, матур сифаттар һынала. Кинйәбулат мәсетенә уҙған шишәмбе ураҙаның беренсе көнөндә ифтарға йыйылыусылар ҙа был фекерҙе ҡеүәтләне.
- Мәсет эсендә янғындың үҙенән-үҙе һүнеүен дә Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте менән бәйләмәү мөмкин түгел. Рамаҙан айын ошолай иңгә-иң терәшеп ҡаршыларға яҙҙы, мәсеткә юлды ябып торорға тырышҡандар, күрәһең, әммә киреһенсә килеп сыҡты - иман йортонан халыҡ өҙөлмәй. Был бер кинйәбулаттарҙың ғына бәләһе түгел, ошоно яҡташтар аңлауын күреп һөйөндөк, - тине ифтарға йыйылғандарға мөрәжәғәт итеп “Фатиха” мәсете имамы Рифат Ғәйнетдинов. – Мәктәп уҡыусылары килеп, янған обойҙарҙы һыҙырышты, олоһо ла, кесеһе лә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә әҙер. Ураҙа ғәйетенә мәсетте ремонтлап сығырға тырышасаҡбыҙ.
Эйе, төҙөкләндерәһе эштәр күп, интернетҡа янғындан һуң һалынған фотоларға тыныс күңел менән ҡарап булмай. Бер нисә тәҙрә эҫенән шартлаған, стеналар, түшәм ҡоромда, йыһаздар, келәмдәр янған. Тикшереү эштәре янғындың ут төртөүҙән сығыуын күрһәтә - иманһыҙ берәүҙең ҡулы күтәрелгән. Әлегә халыҡ намаҙға мәҙрәсә булараҡ хеҙмәт иткән элекке мәсет бинаһына йыйыла. Ифтарҙы күмәкләп ойоштороу йолаһы ла Кинйәбулат мәсетендә йылдан-йыл көсәйә. Йәш ғаиләләрҙең был изге, сауаплы эшкә ҡушылыуы һоҡландыра. Ураҙаның беренсе көн ифтарын үткәреүҙе иһә мәсет шәкерттәре, иман юлында булған ауыл ҡатын-ҡыҙҙары үҙ иңенә алған. Һәр кем үҙенән өлөш индереп, ауыҙ асыу мәленә күркәм дөйөм табын әҙерләнә. Әле лә аҙна-ун көнгә ифтарҙы кемдәр ойошторасағы билдәләп ҡуйылған, теләге булғандар ҡушыла, ғаиләһе исеменән өлөш индерә ала был ғәмәлгә.
Һынауҙар бергәләп күтәргәндә еңеләйә. Янғындан зыян күргән мәсетте төҙөкләндереүҙә ҡатнашырға, ярҙам итергә теләгәндәр Рифат хәҙрәткә - 8-917-44-83-932, Харис Шаһиевҡа - 8-905-356-23-79 һандары буйынса шылтыратып, кәңәшләшә ала.
Фото: интернет.
Читайте нас: