Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Май 2019, 02:00

Маҡарҙа һәйкәл асылды

Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын Маҡар ауылы халҡы ҙур тарихи ваҡиға менән ҡаршыланы - 500-ҙән ашыу дошманды юҡ иткән легендар снайпер Әхәт Абдулхаҡ улы Әхмәтйәновҡа һәйкәл асылды.

Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын Маҡар ауылы халҡы ҙур тарихи ваҡиға менән ҡаршыланы - 500-ҙән ашыу дошманды юҡ иткән легендар снайпер Әхәт Абдулхаҡ улы Әхмәтйәновҡа һәйкәл асылды.


Һуғыштан һуң район мәғәриф бүлеген, тыуған ауылы мәктәбен етәкләгән яугирҙың балалары, туғандары, барлыҡ ауылдаштар тулҡынланып көтөп алды был көндө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙҙәре иҫән саҡта бик күп батырҙарыбыҙ лайыҡлы наградаһын ала алмаған. Әхәт ағай менән дә шулай була. Рәсми документтарҙа исем-шәрифе дөрөҫ яҙылмауы арҡаһында Герой исеме бирелмәй ҡала. Бынан бер нисә йыл элек тарихсы Фәрит Назар улы Вәхитов башлап ебәргән эҙләнеү эштәре ҡаһарман яҡташыбыҙҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн танытты.


Һәйкәлдең авторы ла үҙебеҙҙең егет, сығышы менән Ҡалыу-Айыры ауылынан Илнур Салауат улы Ильясов. Яугир Әхәт Әхмәтйәновтың тарихын йөрәгенән үткәреп, тәүҙә бер ниндәй ярҙамға өмөт итмәй башлай ул был эште. Бер йыл тигәндә һәйкәлде тамамлап та ҡуя.


Район хакимиәтенең рәхмәт хатын, маҡарҙарҙың оло рәхмәтен ихлас ҡабул итте ижадсы. Һәйкәлде ҡойоуҙа, урынлаштырыуҙа ярҙам иткән ауылдаштар ҙа ошо ҙур, изге эштә ҡатнашыуҙарын ғорурланып һөйләй ала.


Һәйкәлдәр үлгәндәр өсөн түгел, тереләр өсөн кәрәк тибеҙ. Илде һаҡлап ҡалған атай-олатайҙарыбыҙ хаҡында хәтер мәңгелек , белемдәребеҙ тәрән, рухыбыҙ ныҡ булһын!


Тулы мәҡәләне "Торатау"ҙың киләһе һанында уҡып буласаҡ.











Фото: автор.
Читайте нас в