Ҡырым ярымутрауын фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә - 75 йыл
Яугир бабайым педагогия хеҙмәте ветераны Хантимер Сәлим улы АҪЫЛҒУЖИНдың яҡты рухына
Ҡырмыҫҡалы районы Бәпес ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә Хантимер. Бәләкәй сағынан үткерлеге, зирәклеге менән тиҫтерҙәренән айырылып торған егет медицина институтының әҙерлек курсына уҡырға инә. Ләкин уға, аҡса булмау сәбәпле, уҡыуын ҡалдырырға тура килә. Улы кире ауылға әйләнеп ҡайтҡас, Сәлим ҡарттың шатлығы эсенә һыймай! Ни тиһәң дә, бер табаҡтан ашау әллә ни сығымдар талап итмәй...
- Хантимер улым, йә, һөйлә, ни эшләмәк булаһың? - әсәһенең әйткән һүҙҙәренән тертләп китә егет.
- Уҡырға тырышырға кәрәк бит.
- Әсәй, мин тырышырмын да ул, тик кеҫә яғы таҡырыраҡ бит! - Әйҙә, булмаһа, минең мамыҡ шәлде һатайыҡ та, һиңә юллыҡ аҡса эшләйек. Мин ҡышты атайың теккән малахай менән үткәрермен. Барыбер Ҡырмыҫҡалынан ары киткәнем юҡ бит...
Бер нисә көндән Хантимер Эстәрле яҡтарына юл тота. Мөғәллимдәр әҙерләй торған уҡыу йортона документтарын тапшыра ла йәшәр өсөн дөйөм ятаҡҡа барып урынлаша.
Көндәр үтә тора, Хантимер белем алыу өсөн бөтә тырышлығын һала. Илле биш һум күләмендә алынған айлыҡ степендия ауыл малайы өсөн иң ҙур ярҙам була. Хатта ошо аҡсанан атаәсәләренә лә арттырырға тырыша.
1938 йылдың авгусында Хантимер Сәлим улын Маҡар районының Этҡол ауылына башланғыс синыф һәм физик тәрбиә мөғәллиме итеп эшкә ебәрәләр. Һәләтле йәш белгес уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр алдында тиҙ арала абруй ҡаҙана. Үҙенең яҙмышын һәм буласаҡ ун балаһының әсәһен дә ошо ауылда таба ул.
1941 йылдың июль айынан 1942 йылдың июленә тиклем Ҙур Байыҡ башланғыс мәктәбенә, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында урынлашҡан балалар йортона һәм Этҡол ете йыллыҡ мәктәбенә етәксе итеп үрләтелә. Маҡар районының хәрби комиссары: «Иптәш Аҫылғужин, һеҙҙең өсөн фронт бында!» - тип һуғышҡа ебәреүҙе һорап килгән егетте бер нисә тапҡыр бүлмәһенән ҡыуып сығара.
- Этҡолда ун ете көн генә директор вазифаһын башҡарып өлгөрҙөм, - тип иҫкә ала ул көндәрҙе йәш мөғәллим.
Үҙ теләге менән һуғышҡа китә
1943 йылдың яҙы Хантимер Сәлим улы үҙ теләге менән һуғышҡа китә. 51-се Армияның 63-сө Уҡлы корпусының 969- сы Айырым элемтә батальонында отделение командиры булып Ҡырым ярымутрауын фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың апрель һәм май айҙарында Джанҡай, Симферополь, Баҡсаһарай һәм Севастополь янындағы Сапунтауын гитлерселәрҙән азат итеүгә ҙур өлөш индерә. Ҡыйыу һәм белемле башҡорт егетен хәрби училищеға уҡырға ебәрергә ҡарар итәләр, ләкин ул ҡырҡа баш тарта:
- Иптәш батальон командиры, минең урыным алғы һыҙыҡта булырға тейеш!
- Эйе, Аҫылғужин, һин беҙҙең партия ойошмаһын етәкләйһең бит әле. Кил бында карта янына. Күрәһеңме Шәкәр Баш (Сладкая Голова - автор.) ҡалкыулығын. Әбей батша биргән уға шундай исемде, сөнки камауай шәкәргә оҡшап тора бейеклек. Иртәгә был ерҙе беҙ фашистарҙан таҙартырға тейешбеҙ. Коммунистар менән йыйылыш үткәреп алырға кәрәк. Хәрби хәл буйынса миңә лә һүҙ бирерһең...
Иптәш командир, Аҫылғужин аңына килде!
Һыҙылып ҡына таң атып килә. Тирә-яҡта ҡоштар һайрай, әйтерһең дә һуғыш әллә ҡайҙа бара... Ҡапыл ошо тынлыҡты самолет тауышы, мина һәм снарядтар шартлауы боҙа... Сапун тауын (231,0 м.) алыу совет һалдатының данын күтәргән Севастополгә юл аса. Аҫылғужиндың отделениеһы бөтөн роталар менән элемтәнең өҙөклөкһөҙ булыуын беренсе тапҡыр ғына тәьмин итмәй.
Немец һалдаттары менән берлектә Сапун тауын һаҡлаған румын һалдаттары ла аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтә. Ошо ғәрәсәт ваҡытында батальон командиры блиндажынан:
- Миңә бик тиҙ арала полк командиры менән бәйләнеш кәрәк! - тип һөрәнләйҙәр.
Сержант Аҫылғужин шунда уҡ ҡулына телефон сымы уратылған тимер ҡумтаны ала. Полк штабына тиклемге өс саҡрымлап араны үтеүе бик еңелдән булмай отделение командирына. Тирәяҡта үлгән һәм ауыр яраланған һалдаттар ыңғыраша, емерек окоптар, миномет менән пушкалар тырым-тыраҡай аунап ята. Снаряд шартлауы, пуляларҙың һыҙғырып осоуына иғтибар итмәйенсә Хантимер шыуышып алға табан барыуын белә, өҙөлгән сымдарҙы тоташтыра. Ауыр снаряд шартлауынан аңын юғалта һалдат. «…Шул ваҡыт Вадим улым төшөмә керҙе», - тип һөйләгәне әле лә иҫемдә. Аңына килгәндә элемтәсенең бер ҡулында өҙөлгән сым булһа, яурын аша һалынған тимер сымлы ҡумта уны йылға төбөнә һөйрәй.
- Йылғаһының исеме лә Ҡара (река Черная - автор.) бит әле. Бик күп совет һалдатының башына етте.
Хантимер ҡанһыраған килеш еҙ сымды тоташтырып, үҙенең тәненә уратып ала ла һушын юғалта.
Палатка эсендә уянып китә, елбәҙәктәй генә итеп кәрәсин шәм яҡтылығында аҡ кейем кейгән военврач һәм санитарҙар тора:
- Иптәш командир, иптәш командир! Аҫылғужин аңына килде!
Тиҙҙән палаткаға битен ҡором баҫҡан, башы бер нисә ҡат ҡанға батҡан бинт менән уратылған батальон командиры күренә:
- Полк командирының бойороғо менән Һеҙ, иптәш Аҫылғужин, «Батырлык өсөн» миҙалы менән бүләкләнәсәкһегеҙ!
- Советтәр Союзына хеҙмәт итәм!
12 майҙан һуң Хантимер Сәлим улы Аҫылғужинды Евпатория ҡалаһына хәрби госпиталгә ебәрәләр.
Фашист ғәскәрҙәре Севастополь ҡалаһына 250 көн буйына баҫып керә алмаһа, Ҡыҙыл Армия һалдаттары 35 көн эсендә бөтөн Ҡырым ярымутрауын дошмандан азат итә.
Дауаланып сыҡҡас, 1945 йылдың декабренә тиклем Ҡырым ярымутрауының төрлө ҡалаларында эвакуациянан ҡайтҡан халыҡҡа элемтә, радио нөктәләрен тергеҙеү эшендә ҡатнаша Аҫылғужин.
Демобилизациянан һуң Маҡар районының Оло Байыҡ башланғыс мәктәбендә үҙенең яратҡан эшенә тотона. Йәмәғәт тормошонда ла иң алдынғылар рәтендә була:12 тапҡыр Байғужа ауыл Советына депутат итеп һайлана, хаҡлы ялға сыҡҡансы бригаданың партия ойошмаһын етәкләп, алмаштырғыһыҙ пропагандист, Кинйәбулат мәктәбендә тәрбиәсе булырға ла өлгөрә. РСФСР мәктәптәренең мәғариф алдынғыһы тигән маҡтаулы исем дә йөрөтә ул.
“1966 йылдың 4 ноябре. Өс көндән оло байрам булыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Көн шул тиклем матур, яҡты, балалар әсәләренә игеҙәктәрҙе ҡарарға ярҙамлаша. Уҡыусылар көҙгө каникулда. “Ударник” колхозы шәкәр сөгөлдөрөн күтәрә. Төшөмө юғары. Ауыл Советынан шылтыратып, кисекмәҫтән райвоенкоматҡа килергә ҡуштылар. Сәбәбен аңлатманылар. Промыслаға төшөп, Ишембайға юл алдым. Военкомант булмәһендә ултырған сәркәтип, мөләйем генә йылмайып, хәрби комиссар янына кереүемде һораны. Һаулыҡ һорашҡас, өҫтәл артына саҡырҙылар. Унда бер нисә хәрби, райсовет етәкселәре ултыра.
Хөрмәтле Хантимер Сәлим улы! - тип өндәште Өфө ҡунағы. - СССР Оборона министры, Башҡорт АССРы Юғары Советы һәм партияның Өлкә комитеты исеменән Һеҙҙе «Батырлык өсөн” миҙалы менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ! Сапун тауын алған саҡта күрһәткән хәрби батырлығығыҙ өсөн!”- тип яҙылған Хантимер Сәлим улының көндәлек юлдарында. Эйе, ул ике тиҫтә йыл буйына көндәлек алып барған. Ғаилә өсөн был ҡулъяҙмалар иң изге ҡомартҡылар иҫәбендә һәм Салауат ҡалаһында йәшәүсе кесе ҡыҙы Альбинала һаҡлана.
Бабайым өлгөлө ғаилә башлығы ла булды. Рабиға Сабирйән ҡыҙы менән ун балаға ғүмер бүләк иттеләр. Фнни донъяға киткәнсе ун ете ейән-ейәнсәре һәм бүлә-бүләсәләре яғынан ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ булып донъя көттөләр.
Юнир ҒАРИФУЛЛИН, мәғариф алдынғыһы.