Ауылда кешегә ҡушамат тиҙ йәбешеүсән. Мәхмүткә – Өлгөрбай, Мусаға – Ҡуян, Сабирға – Әтәс, Өлфәткә Йомоҡай тип өндәшеү ғәҙәткә әйләнде. Хатта ҡайһы берҙәренең исемен дә йүнләп белмәйбеҙ, халыҡ таҡҡан ҡушамат менән өндәшәбеҙ ҙә ҡуябыҙ, үпкәләү тигән нәмә юҡ. Әйтерһең дә, тыуғас та “бир” тигәнде түгел, ә “мә”не генә ишетеүсән, шуға күрә лә Мәмәзин ҡушаматын йөрөтөүсе Әфтәх мулла һәр береһенең ҡолағына шулай тип ҡысҡырған.
Мейес башында башына кәпәс кейеп йоҡламау сәбәпле, тамағына һыуыҡ тейҙергән Өлфәт өйләнгән, тиҙәр. Ышанырғамы-юҡмы, ләкин халыҡ белмәй һөйләмәҫ. Дөрөҫөрәге, прокатҡа кәләш алған. Кәләш алыуы аңлашыла, ә бына прокаты нимә аңлата? Ундай юл менән дә кәләш алып була икән дә. Ай, был донъяла ниҙәр генә булмаҫ.
Сәйер кеше, бер ҡатлы ул минең ауылдашым. Йомоҡ булһа ла, үҙенә кәрәген генә эшләп йөрөй. Ундайҙар хаҡында районыбыҙҙа көлкө тәңгәлендә береһенә лә алдынғылыҡты бирмәгән Кәшфей, әй Кәшфулла, төшөп ҡалғанды һәрмәүсе, насар ятҡанды эләктереүсе, ти торғайны мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып. Бәләкәйҙән беләм мин уны, беҙ, шаян малайҙар, балалар баҡсаһында яратҡан ҡыҙҙарҙың сәсенән тартҡанда, ул ситтәрәк йөрөнө, мәктәптә лә егеттәр ҡарамаған ҡыҙҙар тирәһендә генә уралды. Ә бер ваҡыт һуғыш суҡмары Ҡатил, ысын исеме Ҡадир, юҡ саҡта уның һөйгәненә һүҙ ҡушҡаны өсөн тегеһе быға йоҙроғон еҫкәткәне хәтерҙә. Бына шулай ул минең ауылдашым, йомоҡ, өндәшмәҫ. Йомоҡай ауыҙына һыу уртлағандай көнө буйы бер һүҙ ҙә әйтмәҫкә мөмкин. Шул әҙәм өйләнһенсе әле! Йыуаштан йыуан сыға, тиҙәр.
Өйөнән урамға бик һирәк сыҡҡан утыҙ ике тешенең бөтәһе лә төшөп бөткән Маһикамал әбейҙең дә, ауыҙын ослайта биреп, уртын сәйнәп, яй ғына итеп, “Өлфәт прокатҡа кәләш алған икән, ҡалай яҡшы булған” тиеүе был хәбәрҙең бөтә ауылға таралыуын аңлата ине.
Сипылдаҡ менән Һәйтәк, ата-әсәһе ҡушҡан исемдәре Миңлегөл һәм Ғуфран, бер-береһенә бәйләп торған уртаҡ балалары булһа ла, һин дә мин йәшәп ятҡанда барыһын да ғәжәпкә һалып айырылышмаһындармы! Тормош бит, быға, бәлки, артыҡ аптырарға ла ярамайҙыр. Сәбәп атта ла, тәртәлә лә. Кемдер фекерҙәре тап килмәгән, тип сурытты. Икенселәр, имеш, ир кеше күрше ауылдағы йәш ҡатынға инеп киткән, тип хәбәр ҡуйыртты. Өсөнсөләр бүтәнсә сәйнәне, үҙҙәренсә арттырып, һаҡ ҡолаҡтарға еткерҙе.
Ҡыҫҡаһы, нимә тип кенә көйшәмәһендәр, ғаилә тарҡалды. Һәйтәк район үҙәгенә йәшәргә ҡайтып китте. Теле тик тормаған, күп бытылдарға күнеккән Миңлегөл Гөлсибәре менән икәүләп кенә донъя көтә башланы. Шул саҡта көтмәгәндә ҡатындың тормошонда Йомоҡай пәйҙә булды. Килде лә таштай батты.
Ауыл тормошо еңелдән түгел шул, мал аҫрағас, бесәнен дә сабаһың, утынын да әҙерләргә кәрәк. Донъя йөгөн тартышырға Өлфәттең был йорттоң тупһаһын аша атлап инеүе ҡайһылай шәп, ваҡытлы булды. Ни тиһәң дә, йәй үтеп бара бит. Әйтерһең дә, улар күптән таныш, Өлфәт өс йыл армияла булған, ә һылыуҡай һөйгәнен дүрт күҙ менән көтөп алған.
Хәҙер бөтә ауылдың телендә бары тик Сипылдаҡ менән Йомоҡай. “Береһе телдәр, икенсеһе әҙ һүҙле, йәшәүҙәре, ай, күңеллелер уларға”, – тип ғәйбәт һатты әсе теллеләр. Шунда берәү: “Өлфәт Миңлегөлдө прокатҡа алып торған”, тигәйне, күршеһе: “Ғуфран биреп торған, тип әйт, һинеңсә булһа, үҙенә алып ҡайтыр ине, ә был әҙер ояға күкәй һалмаҡсы”, тип әсерәк һоғондорҙо.
Ысынлап та, теге ваҡыт баяғы иптәш дөрөҫ әйткән бит. Ярты йыл тирәһе ваҡыт үтеүгә, Һәйтәк Сипылдаҡтың туғандарын – ҡәйнеш-ҡайнағаларын үҙ яғына ауҙарып, бер көндө Йомоҡайҙы үҙ өңөнән өшкөтөп сығарҙы. Хәҙер был икәү, бер ҡасан да бер нәмә лә булмағандай, матур итеп ғүмер итә. Имеш, һуңынан күршеһе Йомоҡайға: “Бисәләр әйберҙер шул, уларҙы прокатҡа түгел, ә ғүмерлеккә алырға кәрәк”, – тигән.