Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 02:00

Рәхмәт һиңә, олатай!

Ишәй мәҙәниәт йортонда Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына арналған байрам үткәрелде. Был сараны "Үлемһеҙ полк" акцияһы менән асып ебәрҙек.

Тарихтағы дәһшәтле һәм оҙайлы һуғыш тамамланыуға 74 йыл үтте. Йыл һайын Еңеү байрамын көтөп алабыҙ һәм тантаналы рәүештә үткәрәбеҙ. 1945 йыл беҙҙән алыҫайған һайын ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһармандығын нығыраҡ тоябыҙ. Тыныс тормош өсөн үҙҙәрен аямай һуғышҡан туғандарыбыҙҙың исемдәрен иҫтән сығармайбыҙ.
Ишәй мәҙәниәт йортонда Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына арналған байрам үткәрелде. Был сараны "Үлемһеҙ полк" акцияһы менән асып ебәрҙек. Унда мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты һәм ҡыҙҙар-малайҙар ҙур ғорурлыҡ менән үҙҙәренең ҡарт олатай-өләсәйҙәренең портреттарын тотоп берҙәм атланылар.
Байрамға шулай уҡ бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән ауылдаштар ҙа килгәйне. Митингы Бөйөк Ватан һуғышына арналған шиғыр-йырҙар, бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Ауылдаштар өсөн шулай уҡ сәй табыны ла әҙерләнде.

Зөлфиә ХӘМИТОВА.
Фото: автор.
Читайте нас: