Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 02:00

9 май сараларға бай

Яугир атай-олатайҙарыбыҙ рухын ҙурлап, “Үлемһеҙ полк” сафына ҡушылырға теләгәндәр Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында 9.00 сәғәттә теҙелә.

Яугир атай-олатайҙарыбыҙ рухын ҙурлап, “Үлемһеҙ полк” сафына ҡушылырға теләгәндәр Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында 9.00
сәғәттә теҙелә. 9.30 сәғәттә колонна, Ленин проспекты буйынса хәрәкәт итеп, Ленин исемендәге майҙанға йыйыла. Сафҡа ҡушылыр өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡынығыҙҙың портреты менән килеү етә. Батырҙарын онотмаған быуын булыуыбыҙҙы күрһәтәйек, яҡташтар!
09.00. Еңеү паркы - Совет һалдаты һәйкәленә сәскә һалыу.
10.30. Батырҙар аллеяһы - сәскә һәм венок һалыу.
11.00. «Нефтсе» стадионы – Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына арналған тантаналы сара.
19.00. Ленин исемендәге майҙан – йәштәр өсөн киске программа һәм байрам концерты.
22.30 – фейерверк

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.
Читайте нас: