Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2019, 02:00

Һуғыш урлаған бала саҡ

Этҡол моделле ауыл китапханаһында атайҙары һуғыштан ҡайтмаған балалар, хәҙер инде олатай-өләсәй булған ауылдаштар менән осрашыу уҙҙы. Улар ҙа йылдан-йыл һирәгәйә бара.

Этҡол моделле ауыл китапханаһында атайҙары һуғыштан ҡайтмаған балалар, хәҙер инде олатай-өләсәй булған ауылдаштар менән осрашыу уҙҙы. Улар ҙа йылдан-йыл һирәгәйә бара.
Был сараға Якупов Талха бабай, Әбдиева Мәҙинә, Әхмәҙуллина Инира, Халиҡова Венера, Вәлиева Нәҡиә, Байгильдина Асия инәйҙәр килде. Улар ҙур тулҡынланыу менән атайһыҙ үткән бала саҡтарын, үҫмер йылдарын һөйләнеләр. Талха бабай нисек итеп йыла ағасын һыҙырып, киптереп, он итеп тарттырып икмәк бешереүҙәрен, сабатаны нисек итеп һыу үтмәҫлек итеп эшләүҙәрен күҙ йәштәре аша һөйләгән саҡта балалар әҫәрләнеп тыңланылар. Бер ҡыҙ бала “Ниңә резинкә итек кеймәнегеҙ?” – тип һорап ҡуйҙы хатта. Ысынлап та, беҙҙең быуын балалары һуғыш дәүере балаларының ниндәй ауырлыҡтар, аслыҡ-яланғаслыҡ аша үткән яҙмышын күҙ алдына килтерә лә алмай.
Уҡыусыларға Байгильдина Асия апайҙың атаһының фронттан ебәргән хаттарын тотоп ҡарау, уҡыу форсаты тейҙе. Был изге ҡомартҡыны атаһының иҫтәлеге итеп һаҡлай Асия инәй. Әбдиева Мәҙинә инәй хәбәрһеҙ юғалған атаһының 100 йәш тулыуына хәтлем өмөттәрен өҙмәй көтөүен һөйләне. Уларҙың һәр береһе ғаилә ҡороп, балалар үҫтергәндәр, илебеҙҙең төрлө тармаҡтарында лайыҡлы эшләгән хеҙмәт ветерандары.
Бөтә сығыш яһаусылар ҙа һуғыш булмаһын, бала сағығыҙ бәхетле, тыныс тормошта үтһен, тип теләне. Шулай уҡ уҡыусылар ҙа Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарын һөйләп, йыр йырлап ололарға бүләк яһанылар.
Бындай саралар аша беҙ дәһшәтле йылдарҙың тере шаһиттары булған саҡта, үҙҙәренән һөйләтеп ҡалып, Бөйөк Еңеүҙең ниндәй юғалтыуҙар аша килгәнлеген киләсәк быуынға еткерергә тейешбеҙ.
Фото: автор.
Читайте нас: